

Кисә, 28 майҙа, яҙыусы һәм журналист Закир Әкбәров 79 йәшендә арабыҙҙан китте. Был турала Башҡортостан Яҙыусылар союзы хәбәр итте.
Закир Насир улы Әкбәров 1947 йылдың 4 мартында Башҡорт АССР-ының Көйөргәҙе районы Зәк-Ишмәт ауылында тыуған.
Үҙ ауылында ете йыллыҡ мәктәпте тамамлай, урта белемде Таймаҫ мәктәбендә ала. 1963 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультетына уҡырға инә. Уны 1968 йылда тамамлай һәм Күмертау (элекке Көйөргәҙе) районы Мораптал урта мәктәбенә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы итеп эшкә ебәрелә.
1969—1970 йылдарҙа армияла хеҙмәт итә. Артабан Мораптал урта мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәте, тарих фәндәрен уҡыта, 1972—1977 йылдарҙа тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары булып эшләй. 1977 йылда Закир Әкбәровты Күмертау районы Яҡшымбәт урта мәктәбе директоры итеп тәғәйенләйҙәр. Ә 1979 йылда Күмертау район Советы башҡарма комитетының мәғариф бүлеге мөдире вазифаһына тәҡдим итәләр. 1982 йылда Күмертау район Советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары итеп һайлайҙар.
1985 йылдан алып 1991 йылға тиклем Закир Әкбәров КПСС-тың Күмертау ҡала комитетында яуаплы вазифалар башҡара: пропаганда һәм агитация бүлеге мөдире, идеология буйынса секретарь, икенсе секретарь.
1991—1994 йылдарҙа Күмертау ҡалаһындағы Ю. Гагарин исемендәге 2-се һанлы интернат-мәктәбе (һуңынан 3-сө Башҡорт республика гимназия-интернаты) коллективына етәкселек итә.
1994 йылда республиканың «Кызыл таң» гәзитенә үҙхәбәрсе итеп эшкә саҡырыла. 1997—2010 йылдарҙа, йәғни хаҡлы ялға сыҡҡансы Күмертау ҡалаһының «Время»-«Заман» гәзитенең баш мөхәррире булып эшләй.
Ижад менән Закир Әкбәров гәзиттә эшләгән йылдарында шөғөлләнә башлай. Публицистик мәҡәләләр менән бергә ул сатирик һәм юмористик хикәйәләр, повестар яҙа, улар «Кызыл таң», «Башҡортостан», «Өмет» гәзиттәре, «Ағиҙел», «Тулпар», «Һәнәк», «Чаян» журналдары биттәрендә, әҙәби альманахтарҙа донъя күрә. Авторҙың бер-бер артлы китаптары баҫыла. Үҙенең әҫәрҙәрендә яҙыусы йәмғиәттәге етешһеҙлектәрҙе асып һала, кешеләр холҡондағы кире сифаттарҙан әсе көлә.