Сәсмә әҫәрҙәр
27 Мая , 18:15

Бер сеүәтә картуф. Хикәйә

Земфира Аҡбутина.

Бер сеүәтә картуф. ХикәйәБер сеүәтә картуф. Хикәйә
Бер сеүәтә картуф. Хикәйә

Алтмышынсы йылдың йәйе тыныс, матур килде. Салт ҡояшҡа иркәләнеп, бишек бәүелтеп, үҙе лә ойоп ултырған Сәрби килене ишек шаҡыуға һиҫкәнеп китте.

  • Һаумыһығыҙ! Хужалар өйҙәме?

Һаулыҡ һорашыусыны тауышынан таныны килен. Ҡарт ҡайныһына килгәндер. Ире әле өйҙә түгел, рейста. Колхоздың эше бөтәме, инде ҡайтып ашап ҡына ала ла тағы сығып китә. Ә килен менән ҡарт ҡайны – һәр саҡ өйҙә. Уңарсы булмай, төпкө яҡта ҡайныһының тауышы ишетелде:

  • Һау ғынабыҙ әле! Үт, ҡоҙа!

Эйе, был Хажғәли ҡоҙалары. Халыҡ уны яҡын итеп, Һажый ҡарт, ти ҙә ҡуя. Ҡайныһына ул йыш килә. Һөйләшеп ултыра торғас, үҙен өшкөртә,ҡайтыр алды- нан бүркен дә өшкөртөп ала. Сәүит дәүере булһа ла, был өйҙән һүҙ сыҡмаҫын белә Һажый. Килене лә – ҡайныһы һымаҡ динле заттан.

Юҡ, был юлы үтергә уйламаны ҡоҙалары. Ишек төбөндә тапанып тороуын белде.

  • Ҡоҙа, ней бит әле! – тине ул, бер уңайһыҙ хәлде иҫкә төшөрөргә теләгәндәй.

Ғибаҙулла ҡарт өндәшмәне. Әйтер хәбәрен яйлап әйтер әле. Шулай ҙа һағайҙы.

Тирүгә* түшәлгән урындығы өҫтөндә тиҫбеһен тартып ултырыуында булды. Ниһайәт, Һажый ҡарт бер тынала:

  • Һине саҡыралар ине, ҡоҙа! – тине. – Хәтип түшәктә ята. Күп ҡалмаған инде уға китергә. Һине, килһен, тип әйткән!

Өйҙә тынлыҡ урынлашты. Һажый ҡарт йәнә:

  • Бар инде, ҡоҙа! – тине инәлгән тауыш менән.

Таяғына таянып, быйма кейгән аяғын алмаш-тилмәш баҫҡылап, Һажый ҡарт ишек төбөндә тора. Килен белмәгән нимәнелер ике ҡарт та белә һымаҡ, шуға уңайһыҙлыҡ кисерәләр. Өй тынлығын Ғибаҙулланың ҡаты, ҡырҡа әйтелгән та- уышы боҙҙо:

  • Бармайым! Бармайым да, йөрөмәйем дә!

Һажый ҡарт тағы бер аҙ тапанып торҙо ла:

  • Йә, ярар, хуш булып тороғоҙ, әләйһәң! – тип сығыу яғына ыңғайланы.

Йәш килен икмәк һалып йөрөй ине. Тағы бер таба һорарға тип күршелә йәшәгән Камал ҡәйнәһенә инде. Хәмитуллаһының әсәһе Зәкирә үлеп ҡалғас, һуғыштан ҡайтҡан Зәйнулла ҡайныһы ошо Камал ҡәйнәһенә өйләнгәйне. Таба һораған арала ҡәйнәһенә Һажый ҡарт килеүен аптырап һөйләп алды. Йомаҡ ҡойоп китте бит!

  • Бармай инде! – тине киҫкен генә ҡәйнәһе лә. – Сәбәбе бар. Хәҙер үлә алмай ята, ти, Хәтип. Уны мин дә ишеттем.

– Нимә булған һуң? –тине Сәрби килене һуҙып ҡына. Һәм уның алдында шундай күренештәр кино таҫмаһындағылай терелде.

***

Ғибаҙулланы утыҙынсы йылдарҙа кулак яһанылар. Тимерлек тота ине.Уныһы

– ауыл өсөн. Ҡулы эш белгәс, кемдең көрәк-һәнәге, һоҫҡо-сипсыһы, тәртешкәһе һынғанмы, тишелгәнме – яматырға алып килә. Килгән кешене кире бормай. Уландарын да өйрәтте.

Тағы ялсы тота икән, имеш. Ике туған ағаһы ла, еңгәһе лә үлеп ҡалғас, үкһеҙ етем ҡалған ҡустыһын аҫрауға алғайны. Ағай-эне араһында ул етеш йәшәгәнгә, шулай ҡарар иткәйнеләр. Ауыл ерендә эшләмәйенсә йәшәп булмай. “Аяғың тапылдамаһа, ауыҙың шапылдамай” тигән әйтем дә бар бит халыҡта. Аҫрауға алған ҡустыһы Үлмәҫбай ҙа ҡул араһына инеп, һәптеюҡ эшләй башлағайны. Кешенең һине яратҡаны бар, яратҡанынан яратмағаны күберәк. Кеше бит үҙенән етеш йәшәгәнеңде яратмай. Ғибаҙулла ла етеш йәшәгәс, ошаҡ яҙғандар. “Ялсы тота” тигәндәр, бер ҙә “етем ҡалған баланы алып аҫраны, үҫтерҙе” тимәгәндәр.

Совет власы Ғибаҙулланы “ауылдан һөрөргә, өйөн, бөтә байлығын советтарға тартып алырға” тигән ҡарар сығарған.

Иң йәнен әсеткәне шул булды: ошо ҡарарҙы үтәргә тип бер туған ағаһының улы – хәҙер коммун булып йөрөгән Хәтип килде. Тамаҡ төбөн ҡырған булып, кәпәсен ҡырын кейгән булып, килештереп килеп инде Хәтип.

Уландары буй еткереп сығып китеп бөткән, өсөһө лә Собханғолда эшләп йөрөй. Оло ҡыҙы Байғаҙыла кейәүҙә. Ун алты йәшлек кинйәбикәһен яңыраҡ әрменән ҡайтҡан үҙҙәренең ауыл егете һоратып килгәйне – ижәп уҡытып, тотторҙо ла ебәрҙе. Заманалар боларып тора, туй үткәрергә өлгөрмәне.

Бәләкәс өйҙә – уны мал өйө тип тә әйтә үҙҙәре – оло улы Зәйнулланың ҡатыны Зәкирә ике йәшлек улы Хәмитулла, яңыраҡ тыуған ҡыҙы Мәҙинә менән йәшәп ята. Ире район үҙәгенә йөрөп эшләй. Сәүиттәр ике йәш балалы әсәгә теймәҫтәр, моғайын.

Ысынлап та, Хәтип килеп инде, урындыҡҡа йәйелгән сағыу сергетышты* һыпыра тартып алды, Гөлшәрифә әбейгә бабайы менән икеһенең кейемен йыйырға бойорҙо. Иртәгә таң менән Собханғолда булырға кәрәклеген әйтте. Ә үҙе өйҙәге күҙгә эленерҙәй бөтә әйберҙе егеп килгән ат арбаһына тейәй башланы. Ишек алдын ҡарап йөрөй торғас, баҙҙағы картуфты күреп ҡалды һәм Ғибаҙуллаға уны колхоз келәтенә ташырға ҡушты. Шулай итеп, Ғибаҙулла көнө буйы бер баҙ картуфты келәткә ташыны. Ә Хәтип,ҡулын һелтәп, янында конвой булып йөрөнө. Кискә табан Ғибаҙулла арманһыҙ булды. Аҙаҡҡы өйөмдән шунда ултырған бер ағас сеүәтәгә картуф һалып, ситкә ултыртты. Хәҙер генә усаҡҡа ут яға һалып, көлгә күмеп ашаһалар ҙа, тип уйланы үҙе.

Ҡапыл Хәтип ҡысҡырып ебәрҙе:

  • Һал сеүәтәләге картуфты тоғоңа!
  • Һуң, бер бешереп кенә ашарлыҡ бит ул... – тигәйне Ғибаҙулла.
  • Һал! Һал, тейем бит! – тип екерҙе Хәтип.

Ғәрләнде, намыҫланды Ғибаҙулла. Һалды картуфты тоҡҡа. Аҙаҡҡы тоҡто алып барыу оҙаҡ һәм ғазаплы булды. “Үҙеңдеке үҙеңә яу!” – тип әсенеп уйланды ул.

***

Себергә ебәрмәнеләр Ғибаҙулланы. Суд булыр алдынан уның янына хәрби хеҙмәттә бергә булған Усман дуҫы килеп китте. Ете йыл Семипалатинскиҙа бергә хеҙмәт иткәйнеләр. Ғибаҙулла хеҙмәттә итте, полк муллаһы вазифаһын да үтәне, “ғәҙел мулла” тип йөрөттөләр уны. Усман адвокат яллаясағын әйтте. Һүҙендә торҙо ул. Ғибаҙулла өмөт тә итмәгәйне. Собханғолда үткән судта адвокат еңеп сыҡты. “Ул кешеләрҙе өшкөрөп дауалай. Өшкөрөүе килешә. Ул Себер китһә, кем беҙҙе дауалар?”– тигән һорау ҡуйылды. Шәһит булып Һажый ҡарт барғайны. “Бына мин әленән-әле өшкөрөлөп торам. Хәҙер уны Себер ебәрһәләр, аяҡ һуҙырға ғына ҡала инде миңә. Ә минең һымаҡтар күп. Өшкөрөүе килешә, кешеләрҙе дауалай бит! Бына Собханғолда алып ҡалһаҡ инде, төрлө ауылдан дауаланырға килерҙәр ине!” – тигән теләген дә белдерҙе.

Себер ебәрмәнеләр. Собханғолда йәшәргә, бер ҡайҙа ла йөрөмәҫкә, хатта тыуған ауылы Тимергә лә ҡайтмаҫҡа ҡушылды. Сәүит ҡуйған һынауҙы ирҙәрсә кисерҙе Ғибаҙулла. Тәүге йылда уҡ Иҙел ярын өңөп, землянка төҙөнө, әбейе менән ике ҡыш шунда йәшәп, өсөнсө йылына Собханғолда фатирға инделәр.

Немец менән һуғыш башланғас, өс улы ла һуғышҡа китте. Икеһе ятып ҡалды. Һуғыштан һуң Ғибаҙуллаға Тимергә ҡайтырға рөхсәт булды.Ауылдаштарына ти- мерлек кәрәк булған икән. Шуға властар тимерлек тоторға рөхсәт биреп ҡайтарҙы. Ләкин унда күпселек һуғыштан ҡайтҡан оло улы Зәйнулла эшләне. Олоғайғайны Ғибаҙулла.

***

Ғибаҙулла, ғәҙәттәгесә,тәһәрәтләнеп ингәс, аҡ киндер күлдәген кейҙе, билбау менән билен быуып алды. Тәҙрә ҡорғандарын тартып, намаҙлығын йәйеп, өйлә намаҙын уҡырға ултырҙы. Сәрби килене түрбаш яҡта йәш балаһын имеҙә ине. Ғибаҙулла ҡарт намаҙынан тороуға, ишек шаҡынылар.

– Әссәләмүғәләйкүм! Һаумыһығыҙ!

Ишек төбөндә Хәтиптең ҡатыны Ямал тора ине.

  • Вәғәләйкүмәссәләм! Һаубыҙ әле! – тип яуапланы хужа, аҡ кәзә һаҡалын һыйпай-һыйпай.
  • Хәмитулла өйҙә юҡтыр инде?
  • Хәмитулла кәрәкме һиңә? – тип һорауға һорау менән яуапланы Ғибаҙулла.
  • Юҡ та, ҡайнаға, һин кәрәк инең! – тине Ямал уңайһыҙланып. – Асыуланмаһаң,тағы килдек әле! Ҡайнаға, барығыҙ инде, ыҙалай бит Хәтип. Ясин сығыр кәрәк ине! “Ғибаҙулла ағайымды ғына әпкилегеҙ инде”, – тип тик ята...
  • Әйттем бит, бармайым тип! Ныҡ рәнйетте ул мине, хәтерем ҡалды, – тине Ғибаҙулла ҡаты итеп.

Бисара ҡатынға сығып китеүҙән башҡа сара ҡалманы.

Бөтә туғандары туған йәнле, был Хәтип ниңә улай булып үҫте икән, тип йәне әсенгәйне ул саҡта Ғибаҙулланың. Ярай, көнөң сәүиткә ҡалғас, уның фарманын үтәйһең дә икән,ти. Ә бит бер ағас сеүәтә картуфты Ғибаҙуллаға ҡалдырырға була ине! Яндарында бер кем юҡ, тик икәүһе генә. Бер баҙ картуфты колхоз келәтенә ташыны. Ә ул бер сеүәтә картуфты ла тоҡҡа кире һалдырҙы! Юҡ, кешелеге юҡ был Хәтиптең! Иманы юҡ. Хәҙер кәрәк булған икән уға ағаһы! Килһен, имеш! Ғибаҙулла ағайым,имеш! Ясин кәрәк булған икән! Сәүитсә йәшәне,сәүитсә үлһен, әйҙә, сәүитсә ерләһендәр үҙен!

Ғибаҙулла, уйҙарынан ҡыҙышып, өҫтөнә көпөһөн кейеп, ишек алдына сығып китте.

Аллаға шөкөр, Ғибаҙулла үҙе сәүит власы ҡуйған һынауҙарға бирешмәне. Диненән дә, иманынан да яҙманы. Әбейе лә, үҙе лә биш намаҙын ҡалдырмай. Хөкүмәт ун ике һум пенсияһын биреп тора. Ул пенсияға етмеш килолыҡ бер тоҡ он һатып алалар, хатта алтмыш тине хәйергә артып та ҡала. Бер айға ошо пенсия етә. Һауып эсергә һыйыры бар. Дүрт һарығы, бер кәзәһе. Дүрт һарыҡтың береһен үҙенең гүр хәйеренә тип инселәгән. Береһе – кинйә ҡыҙына, туйын үткәрә ал- маны.Икеһе Хәмитуллаһына,үрсеп китһен инде.Нисек итһә итте,Хәмитуллаһын үҙенә алып ҡалды бит әле, шуға һөйөнә Ғибаҙулла.

***

Ғибаҙулла тормошонда һынауҙар байтаҡ булды. Һуғышта ике улы ятып ҡалды. Һуғыш бөткәс, Тимергә ҡайтыуы ҙур шатлыҡ булһа ла, оло улы Зайнулланың һаман ҡайтмауы борсоно. Ҡайтып килгәндәрендә ҡырҡа боролоп, улар ултырған поездың көнсығыш тарафтарына юлланыуы хаҡында хатында яҙғайны. Уның ҡайтыуын түҙемһеҙләнеп көтә. Мал өйөндә ике бала менән ҡалған Зәкирә килене хаҡында ла борсоулы хәбәрҙәр килеп торҙо. Береһе – Мәҙинә ҡыҙы утыҙ етенең ҡышында уҡ үлеп ҡалған. Һуғыш йылдарында һәр кемгә ауырға тура килде. Ҡыш утыны бөткәнлектән, өйөнөң тыштан һерәйеп торған мөйөштәрен бысып яға башлай Зәкирә. Үҙе ауырый башлағас, һуғыш бөтөр алдынан ғына Байғаҙыға әсәһенә ҡайтып киткән. Ғибаҙулла был хаҡта ишеткәс, бик ҡайғырҙы.

Йәй башы ине. Кеше аша Байғаҙыға хәбәр ебәртте Ғибаҙулла. Зәкирә килене Хәмитулланы алып килеп, күрһәтеп китһен! Ейәнен күргеһе килә, һағынғайны. Бер нисә көн үтеүгә, ун йәшлек малайҙы етәкләп, килене килеп етте. Бер-ике көн торғас, килене ҡайтырға кәрәклеге хаҡында һүҙ башлағайны, Ғибаҙулла ҡаты итеп:

  • Хәмитулла бер ҡайҙа ла йөрөмәй! Уның тыуған өйө бында! – тине.
  • Ә мин? – тигәнен һиҙмәй ҙә ҡалды Зәкирә.

 

  • Һине белмәйем! Ҡайтып торһаң да була, бында ҡалһаң да була! Ирең дә әле һуғыштан ҡайтмаған...

Зәкирә ҡайныһына ҡаршы бер нәмә лә өндәшә алманы, үҙе лә тороп ҡалды.

Уңарса Зәйнулла ла ҡайтты. Шулай, ейәне, тоҡомо иҫән ҡалды.

***

Ғибаҙулланың уйҙарын бүлеп, ишек шаҡынылар. Сәңгелдәктә ятҡан бала тауышҡа тертләп уянды ла илай башланы. Тағы ла шул Хажғәли ҡоҙалары.Ул ап- тырап сәңгелдәкте бәүелтергә тотондо.

Сәрби килен өйгә килеп ингәндә, Һажый Хәтип тураһында һөйләй ине:

  • Хәтип телдән яҙған икән. Бөгөн һөйләшә алмай, ти... Ауыҙын аса-яба, нимәлер әйтергә теләй, әйтә алмай, телдән яҙған, ти... – бер аҙ тынып ултырҙы ла,дауам итте.– Был Хәтип үҙенә яңы өй һалғайны бит, иҫкеһен һал итеп ағыҙып, түбән яҡ ауылдарға һатып ҡайтҡан булған. Шунда һалҡын алдырған. Ҡайтҡас та ауырый башлаған. Мандый алмаҫ инде тинеләр шу...

Шунан тороп баҫты ҡарт, ишек тотҡаһына тотондо ла кире боролдо:

  • Һәр кемдән дә үтә был ғүмер. Беҙҙән дә үтер. Тик үкенестәр генә беҙҙе ыҙалатмаһын инде... – тине лә сығып китте ҡарт. Ғибаҙулла һаҡалын һыйпап уйланып ултырып ҡалды. Бер аҙҙан туҡһан йәшлек Ғибаҙулла ҡарт еҙ ҡомғанын алып тәһәрәтләнде, аҡ күлдәген, ҡара сал- барын кейҙе, күлдәген ҡара билбауы менән быуҙы, башына түбәтәйен һалды ла, киленен аптыратып:
  • Булмаһа, барып киләйем гонаһ шомлоғона! Юғалтмағыҙ, – тип таяғын туҡ- туҡ туҡылдатып, түбән яҡҡа ашыҡмай ғына төшөп китте.

 

***

Өйҙө ауыр тынлыҡ баҫҡан. Карауатта Хәтип ыңғырашып, тартышып ята. Янында бер нисә ағай-энеһе ултыра. Бөтәһе лә уның хәл өҫтөндә ятҡанын белә. Тик бер нисек тә ярҙам итә алмай. Ҡарағай еҫе аңҡып торған өр-яңы өйҙә ятыуы ла Хәтипкә шатлыҡ килтермәй. Ғазапланыуы йөҙөнә сыҡҡан. Күҙен аҡшайтып- аҡшайтып түшәмгә текләй, нимәлер әйтергә теләп ауыҙҙарын аса, тик тауышы ғына сыҡмай.

Ә ниндәй власть кешеһе ине! Күптәр уның күҙенә ҡарарға ҡурҡа, ауыҙынан ниндәй фарман сыға инде,тип дер ҡалтырап тора торғайны. Ә үлем алҡымынан алғайны, көсһөҙ булып сыҡты Хәтип, телдән яҙҙы. Хәҙер ята бына, күҙенең ағын әйләндереп, түшәмгә текләп. Телдән ҡалған, тиеүҙәре дөрөҫтөр. Йөҙөнә үлем үҙ мөһөрөн һалған.

Тынлыҡты таяҡ туҡылдауы боҙҙо. Ишек асылып китте лә,туҡ-туҡ туҡылдаған тауыш карауат янына уҡ килеп етеп, туҡтаны. Өҫтөндә һелкенеп торған аҡ кәзә һаҡалды күрҙе ауырыу, таныны. Йөҙөнән тулҡын йүгереп үтте, еңел тын алды, тәненең тартышыуы туҡтаны. Ғибаҙулла ул күҙҙәрҙең үҙенә нимә әйтергә теләүен аңланы.

– Аллаһ ярлыҡаһын! – тине лә, эйелеп, ҡарт Хәтиптең күҙҙәрен йомдорҙо. Йәһәтләп ҡартҡа ултырғыс шылдырҙылар. Таяғын һонолған ҡулдарға тотторғас, йәтешләп ултырҙы Ғибаҙулла. Өй тынлығын боҙоп, моңло доға тауышы яңғыраны. Бөтәһе лә еңел тын алды. Ғибаҙулла “Ясин” уҡый ине.

Автор:
Читайте нас