

Мөкәрәмә Хафиз ҡыҙы Садиҡова 1931 йылдың 25 майында Башҡорт АССР-ының Бәләбәй районы Йәрмәкәй ауылында тыуған. Бәләкәй сағынан уҡ етем ҡала. Тәүҙә Бәләбәй, унан һуң Өфөләге балалар йорттарында тәрбиәләнә, белем ала. 1947—1949 йылдарҙа ағас эшкәртеү заводында эшләй. 1949—1953 йылдарҙа театр училищеһында уҡый, бер үк ваҡытта Башҡортостан радиоһы крмитетында эшләй. 1959 йылда ситтән тороп М. Горький исемендәге әҙәбиәт иниститутын тамамлай. Мөкәрәмә Садиҡованың беренсе шиғырҙары һәм хикәйәләре 1951 йылдан матбуғат биттәрендә баҫыла башлай.«Таныштар» исемле тәүге китабы 1959 йылда донъя күрә. 1975 йылда — «Алтынтауҙағы ант», 1979 йылда — «Сәмреғош ҡанат ҡаға» китаптары баҫыла.
«Үрҙәргә артылғанда» (1981) повесының үҙәгендә — күңел кисерештәре менән яҡшы өмөт менән йәшәгән, бәхеткә ынтылған ҡатын‑ҡыҙ образы. «Бәхет эҙләгәндә», «Ерәнсәс», «Һауалағы торна» пьесалары авторы. Балалар өсөн «Тәүге табыштар» (1969), «Юлай уҡырға өйрәнә» (1984), «Ҡотлау хаты» (1987) һ.б. хикәйәләр ижад итә. Әҫәрҙәре урыҫ, белорус, ҡырғыҙ, төрөк телдәренә тәржемә ителгән.Мөкәрәмә Садиҡова шиғырҙарына композиторҙар Н.Ә. Дауытов, К.Й. Рәхимов, Н.Ғ. Сабитов, Т.М. Шәрипов, Х.Ф. Әхмәтов йырҙар ижад иткән.