

Тарихи Башҡортостан 1557 йылда Рус дәүләтенә үҙ теләге менән ҡушылғандан һуң, башҡорт халҡы Рәсәй алып барған бөтә һуғыштарҙа ла ҡатнашып, тиңһеҙ ҡаһарманлыҡ өлгөләре күрһәткән. Сая ир-егеттәребеҙҙең һуңғы йылдарҙа барған махсус хәрби операцияла батырҙарса алышыуы – 1557 йылда башланып, хәҙер инде биш быуатҡа яҡын барған дөйөм илебеҙҙе һаҡлаусы героик традицияларҙың дауам ителеүе ул.
Автор.
Хөсәйенов Фәнис Өфөнөң Шаҡша ҡасабаһында урынлашҡан колония- поселениенан тыуған ауылына автобуста ҡайтып бара. Мөҙҙәтенең яртыһын ғына ултырып тотҡонлоҡтан ҡотолоуына ҡарамаҫтан, бик күңелле булмаған уйҙарға батып килә торғас, ойоп киткәнен дә һиҙмәй ҡалған. Һәм Фәнис йәнә шул уҡ, бик йыш ҡабатланып йәнен ғазаплаған төш күрҙе: уны, өс йәшлек бәләкәс кенә ап-аҡ йөҙлө малайҙы, әсәһе күкрәгенә ныҡ итеп ҡыҫып ҡосаҡланы ла, ҡартинәһе Ирада ҡулына биргәс, улар эргәһенән ашығып китә башланы.
— Әсәй! Әсәкәйем! Һин ҡайҙа китәһең?!. Мин дә һинең менән барам! Ҡалдырма мине! – Фәнис өләсәһенән ысҡынды ла, нәҙек кенә ҡулдарын алға һоноп, әсәһе артынан йүгерҙе. Ләкин һуң ине – әсәһе еңел машинаға ултырҙы ла, “Жигули”ҙың артҡы тәҙрәһенән ҡулын болғап, уға ниҙер ҡысҡырҙы һәм апаруҡ ҙур тиҙлектә күҙҙән юғалды.
— Әсәй! Әсәкәйем!.. – тип өҙөлөп ҡысҡырҙы Фәнис. Ошо мәл уны өләсәһе күтәреп алып күкрәгенә ҡыҫты:
— Әйҙә, балаҡайым, өйгә, олатайың янына инәйек, сәй эсербеҙ.
— Юҡ! Мин әсәйем менән китәм!
— Әсәйең оҙаҡламай үҙе ҡайта ул, әйҙә, әлегә сәй эсә торайыҡ тәмле кәнфит менән.
— Миңә кәнфит кәрәкмәй, миңә әсәйем кәрәк! Мин уның менән китәм!
— Фәнис илап ебәрҙе. – Әсәй! Әсәкәйем!
— Илама, ҡолонсағым, әсәйең оҙаҡламай ҡайтып та килер.
— Ә ҡасан ҡайта ул? – Ул өләсәһенә күҙ йәштәре аша өмөтлө ҡарашын төбәне.
— Әйтәм бит, оҙаҡламай ҡайтып та етер әсәйең.
— Ул бөтөнләйгә ҡайтырмы, башҡаса бер ҡайҙа ла китмәҫме?
— Китмәҫ, балаҡайым, китмәҫ. Китһә лә, үҙе менән һине лә алып китер.
— Ысынмы, өләсәй?..
— Ысын, бәләкәсем, ысын. Әйҙә, өйгә инәйек, унда һине олатайың көтөп ултыра. Ул да бит һине бик ныҡ ярата. Әйҙә, балаҡайым.
Фәнис әсәһе киткән яҡҡа боролоп ҡарап, тағы бер талпынды ла, йәнә илап ебәрҙе:
— Әсәй! Әсәкәйем! Һин ҡайҙа киттең? – Һәм ҡапыл йоҡоһонан уянды.
Фәнис, бына инде нисә тапҡыр, ғәзиз әсәһенә талпынып илап уянғанына йәне көйөп, күҙ йәштәрен һөрттө лә тәрән хәтирәләр сөңгөлөнә сумды. Эйе, олатаһы менән өләсәһе уны ныҡ яратты, өрмәгән ергә ултыртмайса, ҡәҙерләп кенә үҫтерҙеләр. Тик барыбер атай-әсәй тәрбиәһенә, тулы ғаилә йылыһына етәме ни һуң, ул һәр ваҡыт үҙе өсөн иң ҡәҙерле кеше булған әсәһен юҡһынып, бик ныҡ һағынып йәшәне.
Ҡапыл уның күҙ алдына кескәй ҡыҙсығының бәләкәс кенә һыны, нур һибеп торған яҡты йөҙө килеп баҫып, йөрәге сәнсеп ҡуйҙы. Башынан ошо уйҙар үтте: “Их, бәпескәйем, һин дә мине һағынаһыңмы икән? Юҡтыр шул, бигерәк иртә минһеҙ ҡалдың бит... Мине хатта иҫләмәйһеңдер ҙә инде. Әле өс кенә йәштәһең бит!” Ҡыҙсығының йәше иҫенә төшкәс, йөрәге өшөп китте Фәнистең: “Мин үҙем дә өс йәшемдә әсәйемдән айырым йәшәргә мәжбүр булдым! Ул саҡтағы ғазаптарым әле лә йөрәгемде өтә! Һиңә лә, атайың кеүек, ярты-йорто ғаиләлә үҫергә яҙған икәнме ни?.. Ә бәлки?.. Их, Наилә, һөйгәнем минең!..” Фәнис тәнендәге татуировкаға күҙ ҡырыйы менән ҡарап ҡуйҙы: унда һүрәтләнгән йөрәк уртаһына ғүмерҙә лә онотолмаҫ мөхәббәтенең үҙе өсөн бик ҡәҙерле исеме яҙылғайны – Наилә!.. Фәнистең күңелһеҙ уйҙары артабан ағылды: “Һине мәңгелеккә юғалттым ахыры, берҙән-берем... Их, барыһын да кире ҡайтарырға һәм яңынан башларға ине! Ә бәлки?.. Юҡ шул... Нишләтәһең, барыһы өсөн дә тик үҙем генә ғәйепле! Ниҙәр генә ҡыланманым бит? Дуҫ-иштәрем менән ҡылған ҡылыҡтарыбыҙҙы иҫкә төшөрөүе лә оят... Тиребеҙгә һыйыша алмайса, артыҡ шашындыҡ шул. Етмәһә, һәр саҡ дуҫтарым күҙемә генә ҡарап торҙо, йәнәһе, тағы ниндәй ҡыҙыҡ уйлап табып, йоҡоға талған ауылыбыҙ халҡын шаҡ ҡатырабыҙ? Бына ошолар арҡаһында юғалттым да инде үҙем өсөн иң ҡәҙерле булған ҡатынымды һәм балаҡайымды. Уйлап ҡараһаң, ниндәй ахмаҡлыҡ бит! Нишләп мин шундай булғанмын һуң?”
Фәнистең башында ҡапыл үҙе өсөн көтөлмәгәнерәк һорау тыуып, хатта күңеленә әллә нисек булып китте: “Бәлки, атайһыҙ үҫкәнгә мин ошондай холоҡло булғанмындыр? Кем белә, хәҙер был һорауға берәү ҙә яуап бирә алмаҫ инде. Атайымды бөтөнләй иҫләмәйем һәм хатта белмәйем шул. Төптән уйлап ҡараһаң, йәш ғүмерем бушҡа үтеп бара бит. Бер айҙан миңә егерме дүрт йәш тула. Ә нимәгә өлгәштем һуң? Хатта бына тигән ҡатынымды, ғәзиз балаҡайымды юғалттым. Ә күпме яҙыҡ эштәр ҡылынған! Шул ҡәҙәрле хаталарымды нисек төҙәтергә икән? Ни эшләргә миңә? Артабан нисек йәшәргә?..”
Фәнистең күҙ алдына олатаһы Мәғҙән һәм өләсәһе Ираданың һындары килеп баҫты. Улар бит уны бик яратып, ҡәҙерләп кенә үҫтерҙе, хатта олатаһы машина алып бирҙе, өйҙәрен уға яҙҙырып ҡуйҙы. “Һеҙҙең алдығыҙҙа ла бик ғәйеплемен, тик нисек тә хаталарымды төҙәтермен, һүҙ бирәм!” – тип ҡат- ҡат үҙ алдына ҡабатланы Фәнис, үҙен олатаһы менән өләсәһе алдында баҫып торғандай хис итеп.
Уй-фекер – хас ҡанатлы ат бит ул, алға елдерә генә! Һәм йыш ҡына бер яҡтан икенсе тарафҡа кинәт боролоп, артабан оса. Фәнистең беренсе класҡа уҡырға барған көнө ҡапыл иҫенә төштө. Көн шундай матур, сыуаҡ ине, яҡты ҡояш нурҙары бөтөн тирә-яҡты сағыу нурҙарға ҡойондора. Фәнистең күңеле күтәренке, йөрәге шатлыҡ менән туп-тулы: ул бит мәктәпкә бара, бөгөндән уҡыусы була! Ана, сәпсектәр ҙә шатлыҡлы сутылдашып, балала- рын осорға өйрәтә. Их, уға ла тиҙерәк үҫеп етергә ине...
Мәктәп алдында уларҙың эргәһенә бик матур йәш кенә ҡыҙ килде лә, мөләйем төҫтә йылмайып, яғымлы тауыш менән өндәште:
— Һаумыһығыҙ, балалар!
— Һаумы, апай! – тип иң беренсе булып иҫәнләште Фәнис. Башҡа малайҙар һәм ҡыҙҙар ҙа уға ҡушылды:
— Һаумыһығыҙ!
— Һаумыһығыҙ, апай!
— Мин һеҙҙең уҡытыусығыҙ Айһылыу Мөҙәрисовна булам.
— Айһылыу Мөҙәрисовна? – Фәнис, һәр саҡтағыса, оялып торманы, үҙ һүҙен әйтергә ашыҡты. – Бик матур исем! Ә мин – Фәнис, фамилиям – Хөсәйенов! Мин Фәриҙәнең улы, Мәғҙән менән Ираданың ейәне! Мин уҡый-яҙа ла беләм, өләсәйем өйрәтте.
Фәнистең саялығы йәш уҡытыусыға оҡшаны, ахыры, ул тағы ла матурырыҡ итеп йылмайҙы:
— Үәт маладис икәнһең, Фәнис! – ул башҡаларға ла йылмайып өндәште.
— Күрәһегеҙме, балалар, һеҙҙең класташығыҙ Фәнис Хөсәйенов бер ҙә тар- тынып тормай, шартлатып һөйләшә. Һеҙ ҙә шулай ҡыйыу булығыҙ! Ә хәҙер, әйҙәгеҙ, класҡа инәйек, шунда дауам итербеҙ танышыуҙы.
Көтмәгәндә Фәнистең хәтер арғымағы алғараҡ уҡталды ла, уны ҡасандыр үҙе менән Барҙа районында булған ваҡиғаға алып барып та еткерҙе. Был районға әсәһе Фәнискә өс йәш тулған саҡта кейәүгә сыҡҡайны. Тыуған ауылында олатаһы менән өләсәһендә йәшәп биш йыл уҡығас, әсәһе уны үҙҙәренә алып ҡайтып, бында алтынсы класҡа төшөргәйне. Һәр ерҙәгесә, Фәнисте яңы класташтары ҡолас йәйеп ҡаршыламаны. “Башҡорт та башҡорт!” – тип күҙен дә астырманылар тәүге көндәрҙә. Бер ваҡыт ул әсәһенә әйтеп һалды:
— Әсәй, мин бүтән мәктәпкә бармайым...
Әсәһе хатта ҡыҫҡа ғына мәлгә аҙап ҡалды. Аҙ ғына уйланып торғас, ха- фалы сырайҙа һорау бирҙе:
— Кәрәк, улым, ниңә улай тиһең?
— Мине унда башҡорт тип үсекләйҙәр...
— Бәрәкалла, башҡорт булғас, башҡорт инде! Ярай, әтеү, иртәгә барып аңлатырмын мин уларға...
— Ҡуй, әсәй, барып әрләшеп йөрөмә, мин бит егет кеше, үҙем аңлатырмын...
Әсә йөрәге түҙәме ни, икенсе көндө иртән үк йүгереп килеп тә еткән мәктәпкә. Ҡапыл класҡа килеп инеп, ҡыҙыу аҙымдар менән уҡытыусы өҫтәле эргәһенә барып баҫты ла, шап иттереп партаға тондормаһынмы! Барыһы ла урындарынан тороп, шул иҫәптән уҡытыусы ла, ҡурҡышып уға текәлделәр.
— Ниңә Фәнисте ирештерәһегеҙ, башҡорт булһа ни булған?! Һеҙ бит үҙегеҙ ҙә башҡорт балалары, һөйләшеүегеҙ генә икенсе төрлөрәк, ниңә минең улымды үсекләйһегеҙ?!.
Әлбиттә, Фәнис мәктәптән ҡайтҡас:
— Әсәй, барып әрләшеп йөрөмә, тигәйнем бит һиңә, ниңә улайттың инде?.. – тип үпкә белдергәйне лә ул. Тик әсәһе шунда уҡ уны бүлдергәйне ул саҡта:
— Һине ҡурсаларға барҙым, улым!
— Әсәй, мин үҙемде яҡлай алам ул, тик әлегә яңы урында тыйылыбыраҡ торғайным. Бына, ысын әйтәм, үҙемде генә түгел, һине лә яҡлармын, әлдә улым бар, тип ғорурланырһың әле минең менән...
Шул көндән башлап яңы мәктәптә Фәнисте үсекләүсе булманы. Үҙе лә тиҙ арала класташтары менән һин дә мин дуҫлашып алды.
Барҙала дүрт кенә йыл уҡып, туғыҙынсы кластан һуң тракторсы-маши- нист һөнәренә уҡырға райүҙәктәге колледжға китеүенә ҡарамаҫтан, әлеге көндә лә унда Фәнисте яҡын дуҫтары көтөп тора. Тик ул иң тәүҙә тыуған ауылына ҡайтыр...
Фәнис автобус тәҙрәһенән тышҡа ҡараны: апрель уртаһы булһа ла, хәҙер инде ярайһы ҡартайып өлгөргән аҡ һаҡаллы ҡыш үҙенең үксәһенә баҫып, ялтлап торған ялбыр һары сәстәренән нур бөркөп килгән йәшел еләнле яҙ миҙгеленә бирешергә теләмәй әле.
Ошо мәл Фәнистең күҙ алдына йәнә һөйөклө, ләкин уның өсөн юғалтылған элекке ҡатыны Наилә һәм ғәзиз ҡыҙсығы Әминә килеп баҫты. Дөрөҫөн әйткәндә, улар бер ваҡытта ла уның хәтеренән сыҡмай, һәр саҡ туҡтауһыҙ фон булып, ҡәҙерлеләре күңел күҙе алдында баҫып торалар.
Нишләтәһең, улар айырылышҡандан һуң Наилә кейәүгә сыҡҡан шул... Их, бәлки, ниндәйҙер мөғжизә килеп сығып, Фәнис һөйөклөләрен үҙенә ҡайтара алыр?..
***
Ниһайәт, Фәнис тыуған ауылына ҡайтып етеп, өйҙәренә килеп инде.
Күптән зарығып көткән әсәһе уны ҡосағына алды:
— Эй, балаҡайым, һине күрер көнөм дә бар икән! – Фәриҙә Мәғҙәновнаның моңһоу күҙҙәренән йәштәре атылып килеп сыҡты. – Эй, улыҡайым, һине дүрт күҙ менән зарығып көтөп алдым бит! Һинең өсөн ҡайһылайтып ҡайғырғандарымды, йөрәгем һыҙғанын беләһеңме икән? Юҡтыр, әсә күңеле балала, бала күңеле далала, тип боронғолар белеп әйткәндәр шул. – Ҡырҡ биш йәштәрҙәге әсә улын тағы ла нығыраҡ итеп күкрәгенә ҡыҫты.
— Әсәй, зинһар, ғәфү ит инде мине! Бөтә яңылышлыҡтарымды, хатала- рымды кисерә күр. Мин башҡа һине ҡайғыртмам, насарлыҡтар ҡылмам, ха- таларымды төҙәтермен! Түлке илама, һинең күҙ йәштәреңде күреүе бик ҡыйын миңә! Тегендә бик күп уйланып, барыһын да аңланым, бынан ары яҙыҡ эштәргә яҡын да бармам! Һиңә ысын күңелдән һүҙ бирәм! Ышанаһыңмы миңә, әсәкәйем? – Фәнис әсәһенең күҙҙәренә ихлас итеп бағып, уны тынысландырырға тырышты.
— Их, балаҡайым, әйткән һүҙҙәрең фәрештәнең амин тигән мәленә генә тура килһен инде! – Уның йәнә күҙҙәре йәшләнде.
— Әсәкәйем, үтенеп һорайым – зинһар, илама, бына, иҫән-һау ҡайтып та еттем бит! Бынан һуң һине ҡайғыртмам, тәртибемде төҙәтермен, минең өсөн ғорурланып ҡына йәшәрһең әле!
— Амин, улыҡайым, амин, шулай булһын инде, был һүҙҙәрең өсөн – ауыҙыңа бал да май! – Әсәһе ус һырты менән йәштәрен һөрттө, бер аҙ йөҙө яҡтырып китте.
— Нәҡ шулай булыр, әсәй, ышан, миңә хәҙер аҡыл керҙе инде. Әйтәм бит:
тегендә бик күп уйландым. Артабанғы тормошомда иҫәрлектәр ҡылмам...
— Шулай ғына булһын инде, улыҡайым, амин! Әйҙә, балаҡайым, һинең яратып ашаған ризыҡтарыңды – билмән, манты, ҡыҫтыбый бешерҙем. Әйҙә, ҡулыңды йыу ҙа ултыр өҫтәл артына.
Яратҡан аштары тураһында ишеткәс, Фәнистең йөҙө тағы ла нығыраҡ яҡтырып китте. Ул бит ошо ризыҡтар тураһында тотҡонлоҡта күп тапҡыр хыялланғайны. Төрмә баландаһын һемергән һайын күҙ алдына килтерә торғайны был тәмлекәстәрҙе. Өйгә килеп ингәс тә тәмле аш еҫтәре тана- уына килеп бәрелгәйне. Их, ҡәҙерле әсәкәйе бешергән аштарҙың тәмлелеге! Ашап туйғыһыҙ...
– О-о, билмән! Манты! Ҡыҫтыбый! Мин бик ныҡ һағындым һин бешергән аштарҙы, әсәкәйем! Рәхмәт төшкөрө! – Фәнис әсәһен тағы бер ҡосаҡланы ла, тиҙ генә ҡулдарын сайып, өҫтәл артына барып ултырҙы.
***
Бер нисә аҙна тирәһе әсәһенең тәмле аштарын ашап, ял итеп ята торғас, тотҡонлоҡтан апаруҡ ябығып ҡайтҡан Фәнистең биттәре тулыланып, хатта алһыуланып китте. Ләкин барыбер күңеле тыныс түгел ине, башында бер туҡтауһыҙ ошо уйҙар ҡайнашты: “Ҡайһы яҡтан уйлап ҡараһаң да, йәш ғүмерем бушҡа үтеп бара лаһа. Оҙаҡламай миңә егерме дүрт йәш тула. Ә нимә эшләнем, нимәгә өлгәштем һуң? Хатта алма кеүек ҡатынымды, ғәзиз ҡыҙымды юғалттым бит. Ә күпме яҙыҡ эштәр ҡылынған! Иҫкә алыуы ла оят, биш тапҡыр судҡа тарттырылдым. Ярай әле, кешелекле судьялар тура килде, бишенсе тапҡыр эләккәс кенә рәшәткә артына ултырттылар. Әлеге лә баяғы шул ғәзиз әсәкәйем йөрөнө инде туҡтауһыҙ түрә тупһаларын тапап, йөҙ һыуын, күҙ йәштәрен түгеп, судьяларға мине яҡшы яҡтан күрһәткән төрлө белешмәләр, ыңғай холоҡнамәләр ташып. Ярай әле төрмәнән ваҡытынан алда һәм иҫән-һау ҡотолоп ҡайттым. Унда бит күпме әҙәм балалары харап була, кешелеген юғалта.
Мин бит насар кеше түгел, ҡайһылайтып һәм ҡасан яҙмышымды упҡынға табан бороп ебәрҙем һуң әле? Нисек итеп тормошомдо рәткә килтерергә, шул ҡәҙәрле хаталарымды ҡалайтып төҙәтергә икән? Ни эшләргә миңә? Артабан нисек йәшәргә?..”
Фәнис ауыр уйҙарынан йөрәкһенеп, ятҡан урынынан киҫкен рәүештә торҙо ла телевизор ҡарарға булды. Бәлки, күңелһеҙ уй-тойғоларынан арын- дырыр. Февраль айында, йәғни бер нисә ай элек башланған махсус хәрби операция тураһында тапшырыу бара икән. Республикабыҙҙа Рәсәйҙә беренселәрҙән булып ирекле башҡорт батальондарын төҙөй башлағайнылар, шуны күрһәтәләр. Фәнис ҡыҙыҡһынып зәңгәр экранға төбәлде.
Штабҡа килеп, үҙ теләктәре менән данлыҡлы генерал Миңлеғәли Шай- моратов исемендәге батальонға яҙылыусыларҙы күргәс, Фәнис тә дәртләнеп китте: “Цхинвал ҡалаһында хеҙмәт иттем, разведчик һәм снайпер тигән хәрби һөнәрҙәрем бар. Ысын ир-егеттәр МХО-ға үҙ теләктәре менән киткән саҡта мин нишләп өйөмдә ятырға тейеш?!. Иртәгә үк Өфөгә барып, Шай- моратов батальонына доброволец булып яҙылам!”
Бер нисә минуттан башынан ошо уй ҙа үтеп китте: “Әсәйемә ни тип әйтермен икән? Ул бит йәнә минең өсөн ут йотасаҡ...” Ләкин барыбер: “Юҡ инде, әсәмде ҡайғыртмайым тип, уның итәгенә йәбешеп ятып булмаҫ. Әлегә эшкә, калымға барып ҡайтам, тип әйтермен. Аҙаҡ белер ҡайҙа йөрөгәнемде, нисек тә аңлар әле”, – тип хәл итте.
***
Ирекле башҡорт батальондарын төҙөү эштәрен ойоштороу штабында ултырған хеҙмәткәр Фәнистең ҡағыҙҙарын ентекләп ҡарап сыҡҡас, мәғәнәле ҡиәфәттә башын сайҡап ҡуйҙы ла былай тине:
— Штаб начальнигы Борис Ефимович Гордеевҡа инегеҙ.
— Яҡшы, – тип яуаплап, Фәнис ҡаршылағы бүлмәгә йүнәлде.
Апаруҡ таҙа ғына кәүҙәле, алтмыш йәштәр тирәһендәге полковник Гордеев документтарын ҡараштырҙы ла, ауыр һулап ҡуйғастын, Фәнискә төбәлеп, үҙ фекерен әйтте:
— Һин һәйбәт һалдатҡа оҡшағанһың, иптәш кесе сержант Хөсәйенов. Әммә бер нисә судимосың булғас, Рәсәй Геройы, легендар генерал Шаймо- ратов исемендәге ирекле башҡорт батальонына үтә алмайһың. Оборона министрлығына мөрәжәғәт итеп ҡара.
Балтаһын һыуға төшөрөп ебәргән кеше ҡиәфәтендә бер килке бошоноп ултырғандан һуң, Фәнис түрәгә ялыныслы ҡиәфәттә тексәлде:
— Иптәш полковник, мин бит төрмәнән УДО буйынса сыҡтым, унда тәртип боҙманым, күп нәмәләрҙе төшөнөп ҡайттым тотҡонлоҡтан, алығыҙ инде мине башҡорт батальонына!..
— Әйтеп торам бит, беҙҙең аҡ ҡағыҙға яҙылған ҡәтғи ҡағиҙәләребеҙ бар судҡа тарттырылған кешеләрҙе алмайбыҙ.
— Иптәш полковник, данлыҡлы генерал Шайморатов исеменә тап төшөрмәм, алығыҙ, зинһар, башҡорт батальонына, үҙебеҙҙең республика егеттәре менән яуға ингем килә!
Түҙемлеген юғалта башлаған полковник Гордеев, ҡәләмен шаҡ иттереп өҫтәлгә һалды ла, уға ҡатыраҡ итеп әйтте:
— Иптәш кесе сержант, был бер нисек тә мөмкин түгел, мин биргән кәңәште тотоғоҙ. Был һүҙҙәремде приказ тип ҡабул итегеҙ!
— Есть, иптәш полковник! – тип яуапланы ла Фәнис, ҡағыҙҙарын алып, бүлмәнән сығып китте.
Бик ныҡ кәйефе ҡырылған Фәнис, ҡайтҡан саҡта юл буйына уйлана торғас, бер фекергә килде: район үҙәгендә полицияла эшләгән ауылдашы Хәлил ағайға барырға кәрәк уға! Лотфуллин Хәлил – полиция подполков- нигы, моғайын, ул уға аҡыллы кәңәш бирер...
***
— Иҫәнме, Хәлил ағаҡай, – тип, ғәҙәте буйынса киң йылмайып, Фәнис ауылдашын ҡосаҡлап алды, уның кабинетына барып ингәс, – һине почти ике йыл күргәнем юҡ, нихәл йәшәп ятаһығыҙ, еңгә иҫән-һаумы, балаларығыҙ нисек, университетта “бишле”гә генә уҡып йөрөйҙәрҙер инде, улар маладистар бит! Ә хеҙмәт һәйбәт барамы?
Баһадир кәүҙәле, киң яурынлы, илле йәштәр тирәһендәге ир-азамат уны етди ҡарашынан үткәргәс, еңелсә йылмайыуҙан тыйыла алманы. Шулай ҙа, шунда уҡ йөҙөнә ҡырыҫ сырай бирергә тырышып, ҡаштарын йыйырҙы:
— Кү птән күрешмәнек шул, үҙең ҡороҡтан ысҡынған йәш тайҙай сығынлағас. Күпме иҫкәрттем һине: етте, ҡустым, күп ҡоторма, тип. Юҡ, тыңламаның бит... – Хәлил Фәтҡулла улы Фәнискә шелтәле ҡарашын төбәне.
— Шулай килеп сыҡты шул, Хәлил абзыҡай. Һине тыңлап, мулла бесәйе кеүек кенә йөрөһәм, аҡ һаҡаллы ҡарт булыр инем дә бит. Ҡатыным менән айырылышыу ҙа бәкәлемә ныҡ һуҡты шул, бөтөн донъям түңкәрелгәндәй булды...
— Ә быға кем ғәйепле һуң, үҙең түгелме ни? – Хәлил Фәтҡуллович уға тишерҙәй итеп ҡараны.
— Үҙем ғәйепле инде, тик үҙем, Хәлил ағаҡайым, әллә нишләп шымтыҡай ғына йөрөй алманым бит, арт һаныма мажара эҙләп сығынланым. – Фәнис хаталарына үкенгәнен күрһәтеп, ғәйепле төҫтә башын эйҙе.
— Ә мин һине нисә тапҡыр иҫкәрттем: етте һиңә, күп ҡоторонма, әтеү үҙеңә һәғәттә урын табылыр, тип?!. – Лотфуллин баяғы һүҙҙәрен тағы ҡабатланы.
— Эйе шул, һәр саҡтағыса, һин хаҡлы булып сыҡтың, Хәлил ағаҡайым. Зато мин төрмәнән аҡылға ултырып ҡайттым, абзыҡайым, шуға күрә һиңә кәңәш һорарға килдем дә инде...
Тәжрибәле, ут-һыуҙарҙы үткән Лотфуллин уға һынаулы ҡарашын төбәне:
— Кәңәште биререм дә ул, тик һин ҡолаҡ һалырһыңмы икән һуң?..
— Кәнишне, тыңлармын, Хәлил ағаҡайым! Сто пудов! Мин бит бик күп уйланып, аҡылға ултырып ҡайттым...
— Артабан нисек йәшәргә уйлаһың һуң?
— Махсус хәрби операцияға китергә ине, Хәлил ағай. Өфөгә барып, доб- роволец булып башҡорт батальонына яҙылайым, тигәйнем, судимосың бар, тигән булып, алмай ҡайтарып ебәрҙеләр. Әле бына һиңә килдем, Хәлил абзыҡайым, миңә МХО-ға китергә ярҙам ит әле, һин бит закондарҙы яҡшы беләһең, берәй юлын өйрәт, пажалыста.
— Украинаға китәм, тиһең инде. Ә ни өсөн был уйға килдең? – Хәлил Лот- фуллин Фәнискә һынамсыл төҫтә төбәлде.
— Үҙең беләһең бит, Хәлил ағай, тыныс тормош ҡыҙыҡ түгел миңә, дәртемде ҡайҙа ҡуйырға белмәйем, һәр саҡ ниҙер эшләргә, донъя күреп йөрөп ҡайтырға ашҡынып торам. Ауылда эш юҡ, Өфөгә юлланһам да, трак- торсы ғына була алам. Иртәрәк өйләнгәс, Себергә лә китеп өлгөрмәнем, ҡатынымды, баламды ҡыҙғандым. Хәҙер ғаиләм юҡ, ә ниндәйҙер ҙур эштәр эшләгем, нимәгәлер өлгәшкем килә. Телевизорҙан көн-төн һөйләйҙәр бит бандеровсылар тураһында. Ә ул ҡәбәхәт фашистар илебеҙгә бәреп инеп, беҙгә килеп етһә? Тыуған илебеҙҙе укрофашистарҙан һаҡларға бурыслыбыҙ ҙаһа. Мин бит хәрби хеҙмәт үтәп ҡайттым, разведчик, снайпер һөнәрен алдым, ситтә боҫоп ҡалырға тейеш түгелмен, тип уйлайым. – Фәнис, ахырҙа тынып ҡалып, ауылдашының һоро күҙҙәренә өмөт менән баҡты.
Хәлил Лотфуллин тәрән уйға ҡалды: “Көс-ҡеүәтен, дәртен ҡайҙа ҡуйырға белмәйсә сығырынан сығып, донъяға һыя алмай йөрөгән был егетте берәй әмәлен табып МХО-ға ебәртһәм, үҙемә оло яуаплылыҡ алмаҫмынмы? Ярай ҙа иҫән-имен әйләнеп ҡайтһа. Ә аяҡһыҙ-ҡулһыҙ ҡалһа, һәләк булһа? Фәнис бит, бәләкәйерәк кәүҙәле, ауырлығы алтмыш кило тирәһе генә булһа ла, йәтсә кеүек етеҙ, ҡырағай бесәй һымаҡ йылғыр, бик тәүәккәл, үтә сая, бигерәк алабарман холоҡло егет, алдын-артын ҡарап тормай, тота ла эшләй. Нишләргә икән, ни ҡылырға, нимә тип яуап бирергә?..
Лотфулиндың икеләнеп ултырыуын һиҙенеп, Фәнис инәлеүен дауам итте:
— Ярай инде, Хәлил ағаҡайым, ярҙам ит! Күреп торам бит, минең өсөн борсолоп ултыраһың, һуғышта үлтереп ҡуйырҙар, тип. Юҡҡа баш ватма, миңә бер ни булмай ул. Беләһең бит минең ниндәйерәк кеше икәнемде. Ярҙам ит инде, Хәлил ағай! Шуны бел, мин ҡасып булһа ла барыбер унда китәм! Просто Бөйөк Ватан һуғышы заманындағы кеүек “сын полка” булыр өсөн ҡасып китер йәштә түгелмен бит. Миңә стремно улайтырға. Доброво- лец булып киткем килә һуғышҡа. Ышан, минең урыным нәҡ МХО-ла. Шун- дай бөйөк ваҡиғалар барған заманда ситтә ятып ҡала алмайым.
Ниһайәт, Лотфуллин һорау бирҙе:
— Өфөлә ниндәй кәңәш бирҙеләр һуң?
— Оборона министрлығына мөрәжәғәт итеп ҡара, тинеләр.
— Ярай, улайһа, ҡустым, һин әлегә өйөңә ҡайт, ә мин бында военкоматҡа шылтыратып, юлын белешермен.
Фәнис йәнә уға ялыныслы ҡарашын төбәне:
— Хәлил ағаҡайым, хәҙер үк шылтырат инде, пажалыста, һинең абруйың ҙур бит, бәлки, бөгөн үк ҡабул итерҙәр мине!
Лотфуллин уға шелтәле ҡарашын төбәне:
— Ныу, түҙемһеҙһең дә инде, һиңә бары ла хәҙер үк булһын, һуҡһын да күпһен!
Шулай ҙа подполковник, мобильнигын алып, кәрәкле һандарҙы йыйҙы:
— Алло, Рәшит Тимурович, сәләм, был Хәлил Лотфуллин ине. Хәл- әхүәлдәр нисек, арыумы? Яҡшы, яҡшы, шулай булһын. Минең дә бер көйө. Рәхмәт, рәхмәт. Ярай, Рәшит Тимурович, мин һеҙҙең алтындай ваҡытығыҙҙы артыҡ алырға теләмәйем, сразы йомошомдо әйтәм. Бына минең алдымда ыласындай егет ултыра. Ул МХО-ға китергә атлығып тора. Ебәрмәһәләр, ҡасып булһа ла китәм, ти. Эйе, проблемалары бар, юҡ ҡына ҡырын эштәре өсөн тегендә ултырып ҡайтты. Юҡ, оҙаҡ ултырманы, йыл ярымдан кәмерәк. Тем более, яҡшы тәртибе өсөн УДО буйынса азат иткәндәр. Ә-ә, бик мәслихәт. Ҡасан барһын һеҙҙең тарафҡа? Иртәгә иртүк? Ярай, бик хуп. Иртәгә үк барып етер. Ҙур рәхмәт, һау булып тороғоҙ!
Лотфуллин Фәнискә боролдо:
— Ишеттеңме, түҙемһеҙ өтәлән йән?
— Ишеттем, Хәлил ағаҡайым, ишеттем! – Фәнистең йөҙө яҡтырып китте.
— Ярай, әтеү, хәйер легә булһын, иртәгә иртүк военкомға бар.
— Ҙур рәхмәт, Хәлил ағаҡайым, ҙур рәхмәт!
Фәнис шатлығынан ҡанатланып ауылына ҡайтып китте.
***
Шулай итеп, байтаҡ ҡына район һәм баш ҡала военкоматтары тупһаларын тапап йөрөй торғас, Фәнис үҙ теләге менән 2022 йылдың 4 июнендә махсус хәрби операцияға китте.
Бында беҙҙең илдә сәскә атҡан бюрократияның мәғәнәһеҙлеген дә телгә алмайса мөмкин түгел: Фәнис Украинала һуғышып йөрөгәндә уны, надзор ҡағиҙәләрен үтәмәй, аҙна һайын теркәлергә килмәй тип, район прокуратураһы хеҙмәткәрҙәре бөтә Рәсәй кимәлендә розыскка бирә яҙҙы. Ярай әле, подполковник Хәлил Лотфуллин прокурорҙың үҙенә инеп, уға Фәнистең хәрби форма кейеп, ҡулына автомат тотоп, иптәштәре менән төшкән фотоларын күрһәтте. “Ул бит теләһә ҡайҙа күңел асып, шиҡандаҡ ҡатын-ҡыҙҙар менән типтереп йөрөмәй, ә ҡулына ҡорал алып, үҙ илен һаҡлай!” – тип аңлата алды.
***
Фәнис, әсәһен ҡайғыртмаҫ өсөн, уға махсус хәрби операцияға киткәнен әйтмәне, төҙөүселәр бригадаһы менән ситтә калымда йөрөйөм, тип аңлатты. Әммә тиҙ арала ауылдарында уның тураһында төрлө хәбәрҙәр та- ралды. Ир-ат, ҡатын-ҡыҙ магазин тирәһендә йыйылышып китһә, мотлаҡ рәүештә Фәнис хаҡында хәбәр сурытыр булды. Әйтергә кәрәк, имеш- мимеш араһында дөрөҫлөккә тап килгән күҙаллауҙар ҙа бар ине. Береһе: “Хөсәйенов Фәнис Украина һуғышында йөрөй икән”, – тиһә, икенсеһе был һүҙҙәргә: “Йоҡабаш Фәнисме? Китсәле, булмаҫ...” – тип ышанмаусанлыҡ белдерҙе. Өсөнсөһө лә уны йөпләне: “Ул бит хулиган, алдын-артын уйлап тормай, тота ла бер эш ҡылып ҡуя, бәлки, тағы төрмәгә ултыртҡандарҙыр?..” Ә дүртенсе әңгәмәсе тәүге һүҙҙәрҙе дөрөҫләне: “Фәнисебеҙ һуғышта йөрөй, тиҙәр шул...” Сираттағы ауылдашы тағы икеләнеберәк ҡуйҙы: “Фәнисте ге- нерал Шайморатов батальонына алмағайнылар ҙаһа...” Ләкин уға кемдер шунда уҡ ҡаршы төштө: “Фәнис военкоматҡа ҡабат-ҡабат барып, һуғышҡа доброволец булып киткән, ти шул!”. Уны һәғәттә йөпләнеләр: “Булыр унан, бигерәк дыуамал, тәүәккәл егет бит ул”. Ә бәғзе берәү ҡысҡырып уҡ ебәрҙе: “Һай ҙа үҙебеҙҙең Фәнисебеҙ! Барыбер үҙенең һүҙен һүҙ иткән. Утта ла янмаҫ, һыуҙа ла батмаҫ!” Ҡалғандар ҙа уға ҡушылды: “Янмаһын инде, батмаһын да, иҫән-һау булһын”. “Эйе, иҫән-имен йөрөһөн”. “Һуғыштан башы һау, ағзалары төҙөк көйө ҡайтһын”.
Бәхеткә күрә, был хәбәрҙәр Фәнистең әсәһенә барып етмәне, сөнки ул Барҙа районына, ире менән үҫмер ҡыҙы янына ҡайтып киткәйне. Фәнис уға мөмкинлеге булғанда һирәк-һаяҡ шылтыратҡылап, хәлен белешеп торҙо.
***
Украина ерҙәре беҙҙең яҡтағы кеүек түгел икән. Бында ҡуйы урмандар һирәк, һәр тарафта икһеҙ-сикһеҙ киң дала йәйрәп ята. Был иркен яландарҙа һалдаттар ус төбөндәге кеүек, әллә ҡайҙарҙан күренеп тора. Ҡоралыңды тоҫҡап ат та йыҡ! Әлдә генә имән, акациялар һәм ваҡ-төйәк ҡыуаҡтар үҫкән тар ғына урман һыҙаттары бар әле. Беҙҙең яугирҙәр, техника, артиллерияһын маскировкалап, ошо шыйыҡ ҡына ышанысһыҙ лесополкаларға һыйыналар инде. Ә ҡаршылағы лесополосаға ҡаршаҡтар урынлашып алған...
Һуғышҡа барып эләккән яугирҙәрҙең барыһы ла, моғайын 99,9 процен- тылыр, алғы һыҙыҡҡа ошолай сүрәттә күнегә: тәүге көн – иң ауыр һәм ҡурҡыныс, ғүмерҙә лә онотолмаҫлыҡ көн. Икенсе көндә, туҡтауһыҙ атыш тауыштары ишетелһә лә, әҙ-мәҙ ҡыбырҙай, йөрөштөрә башлайҙар. Өсөнсө, дүртенсе көндәрҙә ҡушҡан эште эшләргә тотоналар. Ә инде бишенсе көндә, хатта яҡын-тирәһендә миналар шартлаһа ла, хәрби бурыстарын үтәйҙәр.
Ә Фәнис Хөсәйенов һуғыш ысынбарлығына беренсе көндә үк һин дә мин өйрәнде лә китте: ҡолаҡ төбөнән генә һыҙғырып үткән пуляларға башын эймәне, ян-яғында, апаруҡ яҡында төшөп ярылған снаряд ярсыҡтарынан өркөп ергә ташланмау түгел, хатта сүгәләмәне лә, йылмайып ҡына ҡуйҙы. Фәнисте фәрештәләр һаҡлаймы ни, ярсыҡ һәм пулялар ҙа уға ҡағылманы, гел эргәһенән генә сыйылдашып үттеләр. Яу яланы уның өсөн үҙ стихияһы ине, әйтерһең, ул нәҡ һуғыш өсөн генә ошо яҡты донъяға тыуған. Шуға күрә Фәнис ут эсендә үҙен һыуҙағы балыҡ, күктәге ҡош һымаҡ тойҙо. Сөнки Хөсәйеновҡа ҡурҡыу тойғоһо бөтөнләй ят нәмә ине.
Яу барғанда ла Фәнис һәр саҡ айыҡ аҡылда ҡалды: шунда уҡ обстанов- каны төшөнөп ала, нимә эшләргә, көстө ҡайһы яҡҡа йүнәлтергә, ниндәй тактика ҡулланырға кәрәклеген аңлай, командирға кәңәш бирә. Ә офицер йырағыраҡ булһа, теҙгенде үҙ ҡулына ала.
Һиҙгерлеге лә иҫ китмәле Фәнистең! Ундай кешеләрҙе, ете ҡат ер аҫтында йылан көйшәгәнен дә белеп тора, тиҙәр. Бер мәл шулай, бер соҡорҙа яуҙаштары менән әңгәмәләшеп, тәмәке көйрәтеп ултыралар ине, Фәнис шомланып тирә-яғына ҡаранып алды ла бойора һалды: “Егеттәр, тиҙ генә шылдыҡ бынан! Минең арттан!” Ултырған урындарынан һикерешеп тороп, ун биш-егерме метр үтеп өлгөргәйнеләр – нәҡ баяғы соҡорға мина килеп төшөп ярылмаһынмы!..
Ошондайыраҡ хәл йәнә бер нисә тапҡыр ҡабатланғас, яуҙаштары ал- дында абруйы артты, Фәнистең позывнойын йыш телгә алып, “Хәсән” дә “Хәсән” тип уның күҙенә генә ҡарап торор булдылар.
***
2022 йылдың сентябрь баштары иртәһе. Йылы, сыуаҡ көн. Һауа ҡыҙғандан-ҡыҙа барған һуғыш һөрөмө, әсе төтөн ҡатыш күптән өлгөрөп, инде ҡойолоп бөткән һәм ерҙә ятып серей башлаған емеш-еләк еҫе менән тулған. Әммә ҡоштар һайрауы ишетелмәй, сөнки улар, йәндәре ғәзиз бит,
һуғыш ғәрәсәтенән алыҫыраҡ яҡтарға осоп китеп бөткән.
Фронт һыҙығынан алыҫ булмаған ерҙә урынлашҡан ваҡытлыса штабта, өҫтәлгә йәйеп һалынған картаға төбәлеп, “Барс-17” батальоны командиры, “Кондор” позывнойлы майор Горденко ултыра. Бына блиндаж ишеге асы- лып китте лә, позывнойы “Макс” булған капитан Комаров килеп инеп, уң ҡулын каскаһына тейҙереп честь бирҙе:
— Инергә рөхсәт итегеҙ, иптәш майор! Һеҙҙең фарманға ярашлы килеп еттем!
— Үтегеҙ, капитан. Обстановка нисек унда? Разведчиктар “тел” алып ҡайтманымы әле? – Горденко ҡап-ҡара сәстәрен һыпырып ҡуйҙы ла, һоро күҙҙәренең уйсан ҡарашын капитанға төбәне.
Рота командиры Комаров борсоулы төҫтә яуап бирҙе:
— Юҡ, иптәш комбат, киткәндәренә биш көн булды инде: һыуға төшкән кеүек юғалдылар. Ә обстановка тыныс. Нишләптер, дошмандар тынып ҡалды, шылт иткән тауыштары ла ишетелмәй...
— Был бик сәйер тынлыҡ, капитан, һәм ул миңә бөтөнләй оҡшамай: дауыл алдынан ҡыҫҡа ғына мәлгә урынлашҡан һиллек кеүек... – Горденко урынынан тороп, уйсан төҫтә бер аҙ йөрөп алғас, һүҙен дауам итте. – Дош- мандар беҙгә сюрприз әҙерләй, ахыры...
— Миңә лә шулай тойола, иптәш майор, – тип ризалашты ротный комбат Горденко менән.
— Нисә разведчик ебәргәйнең?
— Өс яугир киткәйне.
— Тағы бер ҡыйыу, зирәк һуғышсыңды һайлап алып, дошман тылына ебәр, мотлаҡ рәүештә “тел” алып ҡайтһын! Һиҙемләүемсә, ҡаршаҡтар беҙгә һөжүм әҙерләйҙәр. “Тел” ҡулға төшөрөп, ошо хаҡта мәғлүмәттәр алырға кәрәк.
Капитан Комаров комбат Горденконың һүҙҙәрен аңынан үткәргәс, һорау бирҙе:
— Был мөһим заданиены үтәргә бер генә һалдат ебәрергәме ни, иптәш майор?..
Комбат Горденко уға асыулы тауыш менән яуапланы:
Капитан Комаров хәрбиҙәрсә ҡырҡа боролоп, штабтан сығып китте.
***
Кесе сержант Фәнис Хөсәйенов, күңелсәк тәбиғәтле кеше булараҡ, һалдаттарға һирәк эләккән ял минуттарында һәр саҡ төрлө ҡыҙыҡ-мыҙыҡ һөйләп, яуҙаштарының кәйефен күтәрә. Бына бөгөн иртәнсәк тә, усаҡ ал- дында түңәрәкләп ултырған биш-алты һалдатты ауыҙына ҡаратып, Фәнис хәйләкәр йылмая-йылмая, тәмләп-тәмләп көләмәс сурыта башлағайны, һүҙен икенсе нәмәгә борҙо:
– “Коршун”, туҡтап тор, бир миңә утын ағасын! – тип яуҙашының ҡулынан таҡта киҫәген тартып алды. Утын ағасы буйлап тегендә-бында йүгерешкән ҡырмыҫҡаларҙы һыпырғылап төшөргәс кенә утҡа һалды таҡта
киҫәген. – Ҡырмыҫҡаларҙы күрмәйһеңме ни? Уларҙың да ошо яҡты донъяла йәшәгеһе килә бит. Өйҙәрендә балалары ла көтөп ултыралыр.
Иптәштәре уға ҡарап, мәғәнәле ҡиәфәттә йылмайышып алғас, береһе иҫенә төшөрҙө:
Һалдаттар күңелһеҙ генә көлөшөп алды. Ә Фәнистең яҡташы, “Бабай” по- зывнойлы илле йәштәр тирәһендәге Азат ағай Мәғдуллин былай тип әйтеп ҡуйҙы:
рып ҡуйыр инек тә ул!..
Икенсе һалдат та уның һүҙҙәрен йөпләне:
яуҙаштарының алдына ҡуйҙы:
“Бабай” биштәрҙе асҡас, аптыраштан күҙҙәрен түңәрәкләндерҙе:
Ҡалғандар ҙа таң ҡалышып шатлыҡ ҡатыш ғәжәпләнеүҙәрен ишеттерҙеләр:
Тик Фәнис яуап биреп өлгөрмәне, ошо мәл йыраҡтаныраҡ тауыш ишетелде:
Фәнис йәһәт кенә үҙҙәренең блиндажына инеп ҙур ғына бер ҡап алып сыҡты ла, рота командиры капитан Комаровтың штабына ашыҡты.
***
Әлбиттә, рота командиры капитан Комаровтың блиндажы Фәнистәрҙекенән апаруҡ иркенерәк ине. Бында бит ротаның ваҡытлыса штабы ла урынлашҡан. Ишек ҡаҡҡастын, Фәнис эскә үтте лә, киң йылма- йып, көр тауыш менән килеп етеүен хәрбиҙәрсә белдерҙе:
Утыҙ йәштәр тирәһендәге ярайһы оҙон буйлы, ҡаҡсараҡ кәүҙәле, һары сәсле Комаров, арыған йөҙөн һытыбыраҡ яуапланы:
Ротный Фәнистең ҡулындағы картон ҡапты шәйләгәс, ғәжәпләнеп ҡарап:
тан! – тип яуаплап, Фәнис ҡапты өҫтәлгә ҡуйҙы.
Капитан Комаров аптыраған төҫтә коробканан ялтырап торған ҡалай банкалар сығарҙы:
Фәнис киң йылмайып яуап бирҙе:
Капитан Комаров асыулы тауыш менән күҙҙәрен бәзрәйтеп:
Фәнис һаман ауыҙ йырыуын белде:
Капитан Комаров ни әйтергә белмәйсә аптырап, бер Фәнискә, бер затлы ризыҡтарға алмаш-тилмәш ҡарап, бер килке уйланып торғастын, уны иҫкәртергә кәрәк тип тапты:
Фәнис үтә бер ҡатлы кеше ҡиәфәтендә баяғы һүҙҙәрен ҡабатланы:
– Так точно, иптәш капитан, аңланым! – тине Фәнис көр тауыш менән.
Капитан Комаров ситкә ҡарап тамаҡ ҡырып алғас, бер аҙ һүҙһеҙ торҙо ла, етди ҡиәфәттә Фәнискә боролдо:
лына бер үҙең барып, “тел” алып ҡайтырға тейешһең!
Фәнис уйлап та тормай яуапланы:
Фәнис командирҙан алты йәшкә генә кесерәк булһа ла, рота командиры уға атайҙарса ҡарап:
Фәнис ғәҙәтенсә киң йылмайып:
***
Шулай итеп, күҙ бәйләнгәс, Фәнис бер үҙе дошман тылына йыйынды. “Бабай” позывнойлы яҡташы Азат ағай Мәғдуллин уны оҙатырға сыҡты:
Үҙҙәренең окоптарынан сыҡҡас, ярты саҡрым тирәһе эйелеберәк барырға мөмкин. Артабан ҡайҙа сүгәләп, ҡайҙа шыуышып үтергә тура киләсәк.
Дошман окоптарына тиклем дүрт-биш саҡрым барырға кәрәк. Унда- һанда төн ҡараңғылығын прожектор уты үткер ҡылыс һымаҡ киҫкеләй, йыраҡта һирәк-һаяҡ ракета уты ялтлап һауаға күтәрелә. Бындай мәлдә
Фәнис йәшен тиҙлегендә ергә һыйына. Прожектор нуры тегеләй-былай ял- пылдап ситкә киткәс, йәнә алға йүнәлә. Ярай әле был тирәләрҙә яландар миналанмаған. Күрәһең, өлгөрмәгәндәрҙер, йәиһә, берәй төрлө уй-ниәттәре барҙыр...
Әммә һаман, хәҙер бына өс-дүрт көн инде, шомло тынлыҡ дауам итә. Һалдаттар был һиллеккә әллә ни бошонмай ҙа ул, тик командирҙарҙың күңелдәре тыныс түгел. Фәнистең хәрби бурысы – “тел” алып ҡайтып, ошо ғәҙәти булмаған тынлыҡтың сәбәбен белеү инде...
Төнгө һунарға сыҡҡан һеләүһен кеүек шым ғына баҫып, шылт иткән та- уышты ла иғтибарынан ситтә ҡалдырмай бара торғас, Фәнис лесополосаға етте. Кисә был тирәлә дошман дозорына осрамағайны, шулай ҙа туҡтап ҡалды ла, ҡараңғылыҡҡа сумған тирә-яҡты ҡарашынан үткәреп, бер нисә минут тыңлап торҙо. Тауыш-тын ишетелмәгәс, ары китте.
Һалдаттар әйтмешләй, “лесополка”нан һуң йәнә ике саҡрым тирәһе араны асыҡ ялан аша үтәһе бар. Шунан алда тағы лесополоса пәйҙә булыр. Быныһында инде икеләтә һағыраҡ йөрөр кәрәк, сөнки ул ерҙән ҡаршаҡтарҙың позицияларына ара яп-яҡын, уҙа барһа, бер-ике генә саҡрым ҡала.
Шөкөр, Фәнис был асыҡ араны ла имен-аман үтте. Тик, сираттағы лесополосаға яҡынлағас, нимәлер һиҙенеп, туҡтап ҡалды. Күпмелер уйла- нып торғандан һуң шуға төшөндө: алтынсы тойғоһо бөгөн уға кисәге һуҡмаҡтан барырға ҡушмай...
Фәнис барыр йүнәлешен үҙгәртеп, йәғни апаруҡ ҡына уңға ҡайырылып, юлын артабан дауам итте. Кисәге һуҡмаҡтан ярты саҡрым тирәһе уңғараҡ урындан лесополосаға инеп китте шым ғына. Ипләп кенә, алдын-артын ҡарап бара торғас, ерҙә тырым-тырағай аунап ятҡан һәләк булған һалдаттарҙы шәйләп, баҫҡан урынында ҡатып ҡалды. Иғтибар менән баҡһа
Бәлки, берәйһе иҫән ҡалғандыр, һуштан яҙып яталыр тигән өмөт менән хеҙмәттәштәрен тағы бер тапҡыр ентекләп тикшерҙе. Ләкин өмөтө аҡланманы. “Ярай, әлдә һәләк булғандарын күрҙем, ҡайтҡас та ротныйға әйтермен, тимәк, хәбәрһеҙ юғалдылар тигән шикле ҡағыҙ булмаҫ. Һуңынан форсат табып, кәүҙәләрен алып ҡайтырбыҙ әле”, – тип уйланып, Фәнис баш кейемен һалып бер аҙ ултырып хәл алды ла юлын артабан дауам итте.
Тағы ярты саҡрым тирәһе үткәйне, йәнә бер мәйеткә тап булды. Был ВСУ һалдаты ине. Уның эргәһендә бер килке уйланып торғастын, Фәнис ошон- дай фекергә килде: үҙенекен сисеп ҡалдырып, бының обмундированиеһын кейергә кәрәк! Ошолайтһаң, заданиены үтәүе еңелерәк булыр. Нисек кенә екһенһә лә, уйлағанын йәһәт кенә эшләне лә ары ҡуҙғалды.
Дошман позицияларына тиклем ҡалған ярты саҡрым тирәһе араны Фәнис уңай урында дүрт аяҡлап, ҡайһы ерен шыуышып үтте. Ниһайәт, буйҙан-буйға һуҙылған окоп алдына етте лә, иғтибарлы ҡарашы менән тирә-яҡты байҡарға кереште. Ары яҡта, бынан йыраҡтараҡ, төрлө ерҙә һүрәнерәк уттар емелдәшә. Ул ятҡан урындан һулдараҡ та, уңда ла ут безләй. Тимәк, унда блиндаждар урынлашҡан.
Фәнис окопҡа төштө лә уң яҡта емелдәгән ут яғына йүнәлде. Һаҡ ҡына бара торғас, блиндаж эсенән тауыштар ишетелә башланы. Туҡталып тыңлап торһа – һөйләшеү генә түгел, ара-тирә йырлап та маташалар. Тимәк, эсеп
ултыралар! Быныһы инде Фәнис өсөн күпкә ҡулайыраҡ булыр...
Блиндаж алдына хатта һаҡсы ла ҡуймағандар. Яртылаш асыҡ ишек ал- дына шыпырт ҡына килеп эскә ҡараһа – лаяҡыл иҫерек ике ВСУ һалдаты, әлбиттә, Рәсәй кешеләренә лә апаруҡ аңлайышлы украин телендә лығырҙашып эсеп ултыра, тағы береһе һәндерәлә хырылдап йоҡлап ята.
Бына береһе сираттағы аяҡ (күренеүенсә, хәҙер әллә нисәнсеһелер инде)
эсемлек ҡойҙо ла иптәшенә һондо:
Уға Мыкола ҡушылып, йырҙың ҡушымтаһын икәүләп йырланылар:
Ти ж мене, молодого, З ума-розуму звела.
Ошо мәл Фәнистең башында йәшен тиҙлегендә план барлыҡҡа килде лә, ул тәүәккәлләп блиндажға инде. Ләкин ҡаршаҡтарға һөжүм итмәне, ә шаян ҡиәфәттә өйөрөлөп бейей-бейей, уларға ҡушылып йырланы:
ВСУ-шниктар, ныҡлы иҫерек булһалар ҙа, аптыраштарынан күҙҙәрен бәзрәйтеп, уға төбәлделәр. Фәнис армияла үҙе менән бергә хеҙмәт иткән украин егетенән уларса апаруҡ һупаларға өйрәнеп алғайны. Кем уйлаған инде, шул һөнәре берәй заман кәрәк булыр, тип...
киң йылмайып дошмандары менән иҫәнләште.
Фәнис юғалып ҡалманы, шунда уҡ яуабын тапты:
Өсәүләшеп сәкәштереп эсеп ебәрҙеләр. Ныҡлы иҫереп өлгөргән иптәшенән күпкә йәшерәк Димитро урынында саҡ ултыра ине.
тегеһе хырылдап йоҡлап та киткән икән. – Эй, Димитро! Ужо заснувши! Ах, чахлик невмирущий, ужо заснувши, хо-хо-хо! Ну та идэ же до трех бисов! Слабак хренов! – Мыкола Фәнискә боролдо. – Давай, з тобою випьемо!
Ләкин Мыкола “утлы шыйыҡса” ҡоям тип шешәһен алһа, горилка бөткән булып сыҡты.
Фәнис тә уға ҡушылып йырлай-йырлай, ныҡлы иҫергән Мыколаны блин- даждан ҡултыҡлап алып сығып китте.
Ә лаяҡыл булған Димитро блиндажда йоҡлап ятып ҡалды. Куплетты йырлап бөткәс, Фәнис Мыколаға автоматын төҙәп, саф рус телендә бойорҙо:
Ҡобараһы осҡан Мыкола, нишләһен, бойороҡҡа буйһоноп ҡулдарын күтәрҙе лә алға тәнтерәкләне. “Был йыуантыҡ, таҙа кәүҙәле “тел”де алып ҡайтыуы анһат булмаҫ инде. Ни таң атырға ла күп ҡалманы”, – тип уйланып, Фәнис борсоулы сырайҙа ҡарашын алыҫҡа йүнәлтте. Ысынлап та, көнсығышта алланып ҡына таң беленә башлағайны.
Ошо мәл яҡындағы ағаслыҡ ҡырынан ҡапыл БТР бытырҙап килеп сыҡты. Көслө фар яҡтыһынан бер нисә секундҡа улар күҙҙән яҙғандай булды. Фәнис уны-быны уйлап та өлгөрмәне, бронетранспортер туҡтаны ла, унан бер нисә хәрби һикерешеп төшөп, һөрәнләп ебәрҙеләр:
Фәнис күҙ асып йомған арала Мыколаның башына автомат төйҙәһе менән тондорҙо ла, әсире ҡолап та өлгөрмәне, уның артына ышыҡланып, ҡаршаҡтарына автоматынан атты. Дошмандар тәгәрәшеп бөткәс, смотро- вый люк асылды ла, унан водителдең һонолған башы күренде. Уға ҡыҙыҡһыныусанлығы бик ҡыйбатҡа төштө: Фәнис уның яғына ҡыҫҡа оче- редь һирпте.
Хөсәйенов йәтсә етеҙлеге менән БТР-ға һикереп менде лә люкты асып ҡараны. Унда үлек водителдән башҡа бер кем дә юҡ ине. Фәнис һикереп төшөп, һушһыҙ ятҡан әсир эргәһенә килде лә, уның сикәһенә һуҡҡыланы:
Ниһайәт, әсир аңына килгәс, уны эткеләп-төрткөләп БТР янына килте- реп, йәнә бойорҙо:
Бында дошмандар килеп етмәгәйе, тип борсолоп, Фәнис әсирҙең
ҡулдарын ашыҡ-бошоҡ артҡа шаҡарып бәйләне лә, БТР иҙәненә һалды. Шунан һуң ишекте асып, үлгән водителде тышҡа төртөп төшөргәстен, бронетранспортерҙы ҡабыҙҙы һәм үҙебеҙҙең яҡҡа ҡуҙғалып китте.
Әле уның күңеле бик тә күтәренке ине: йөрәге сығырҙай булып ашҡынып типте, алға төбәлгән күҙҙәре ваҡыт-ваҡыт мезләп-мезләп китте, сөнки ҡанында адреналин күбәйгәйне, шуға күрә ташып торған эйфория тойғоһо кисерҙе. Ныҡ ярата Фәнис ошондай кисерештәрен! Хәтәр мәлдәр, хәүефле минуттар уға, заманса әйткәндә, драйв кисереше бирә. Нәҡ ошондай ваҡытта ул үҙен ысын кимәлдә йәшәгән кеүек, тулы тормош ҡосағында ҡайнағандай тоя, ҡыйғыр бөркөттәй кәйелеп, икһеҙ-сикһеҙ һауаларҙы иңләгәндәй була.
Ниһайәт, дошмандар иҫтәренә килде, ахыры: тәҙрәнән трассирующий пуляларҙың утлы уҡтай осҡанын шәйләне, ҡайһы берҙәре тыҡ та тыҡ итеп БТР-ҙың артҡы өлөшөнә тейә, бәғзеләре “фьют” тип корпусты сыйып үткеләй. Ләкин улар хәҙер ҡурҡыныс түгел ине инде, Фәнис минуттар үткән һайын үҙҙәренең позицияларына яҡынайҙы.
Аллаға шөкөр, ҡайтып еттем, ахыры, тигән ҡыуаныслы уй башынан үтеп кенә өлгөргәйне, үҙебеҙҙең яҡтан бер һуғышсы килеп сыҡты ла, Фәнистең БТР-ына “Муха” гранатометын тоҫҡай башланы. “Их, малай, хәҙер сәпәй бит инде был миңә бер гранатаһын!” – тип өҙгәләнеп, гөрһөлдәтеп бронетранспортерҙы туҡтатты ла, кабинанан һикереп төшөп, ике ҡулын өҫкә күтәреп ҡысҡырырға кереште:
Теге яугир, ниһайәт, уны таныны, “Муха”һын ергә һалды ла Фәнискә табан уҡталды. Уның артынан башҡа һалдаттар ҙа ашыҡты. Йүгерешеп килеп еттеләр ҙә, Фәнисте ҡыҫып-ҡыҫып ҡосаҡлап, шатлыҡлы күҙ йәштәре аша һоҡланыу, маҡтау һәм хуплау һүҙҙәрен яуҙырҙылар:
– “Хәсән”! Был һин икәнһең дәһә! Әлдә танып өлгөрҙөм, брат! Әтеү сәпәй яҙҙым бит “Муха”нан... – тип әленән-әле аймап ҡосаҡланы уны теге гранатометсы. Ә үҙенең ҡояшта янып ҡарайып, ярылып бөткән сикәһендә күҙ йәштәре ялтыраны.
***
Фәнис әсирҙе рота командиры Комаровтың блиндажына индерҙе:
Капитан Комаров ғәжәпкә ҡалды:
һөйрәкләп йөрөүе анһатмы ни? БТР-ға ултырған ВСУ-шниктар килеп сыҡҡайны, үҙебеҙгә ҡайтырға как раз техника булды, тип уйланым да, эки- пажын юҡ итеп, бронетранспортерҙарын ҡыуып алдым да ҡайттым!
Ротный уға оҙаҡ ҡына ҡарап торғастын:
ҡапыл урынынан торҙо ла ишек яғына йүнәлде – ул БТР-ҙы үҙ күҙҙәре менән күрергә теләй ине.
Ротный сығып киткәс, Фәнис йылмайып әсиргә өндәште:
ском. Меня зовут Мыкола...
Ә Фәнис һаман ныҡышты:
Мыкола, туҡран тәүбәһе кеүек, һаман үҙенекен тылҡыны:
Мыкола йәлләткес төҫтә йөҙөн һытып яуапланы:
Әсир башын ике ҡуллап тотоп, аһ та уһ килеп ыңғырашырға кереште.
Блиндажға капитан Комаров килеп инде.
Фәнис хәйләһеҙ йылмайып яуапланы:
Рота командиры уға иҫәр кешегә ҡараған һымаҡ бер килке сәйерһенеберәк бағып торҙо ла, тантаналы һыпатта әйтте:
Устав ҡушҡанса ҡырҡа боролоп, Фәнис рота командирының блиндажы- нан сығып китте.
***
Фәнис “тел” алырға барғандан һуң, бер тәүлек тирәһе уянмайса, үлек кеүек йоҡланы. Дошман тылына ике төн рәттән барып, ике тәүлек керпек тә ҡаҡмағас, шул ҡәҙәрле йонсоған, хатта ашарға ла торманы, бер ниндәй төш тә күрмәне. Ләкин ятыуына икенсе тәүлек киткәс кенә, йәнә шул уҡ, ҡат-ҡат ҡабатланып йәнен ғазаплаған бер үк төрлө төш күрҙе: уны, өс йәшлек бәләкәс кенә ап-аҡ йөҙлө малайҙы, әсәһе күкрәгенә ныҡ итеп ҡыҫып ҡосаҡланы ла, ҡартинәһе Ирада ҡулына биргәс, улар эргәһенән ашығып китә башланы.
Фәнис байтаҡ ҡына уйланып ятҡас, йәһәт кенә урынынан торҙо ла, йы- уынып-сайынып, ҡапҡылап алғас, блиндаждан сыҡты. Келәткә барып буяуҙар, бумала алды һәм БТР-ҙың ҡабырғаһына “Башҡортостан”, “Уфа”, “Татышлы”, ә алғы яғына “3-сө рота”, “17 Барс”, “Нов. Кайпан”, “Уфа” тип яҙып ҡуйҙы.
***
2022 йылдың ҡояшлы, йылы, иҫ китмәле матур көнө. Календарҙа би- шенсе сентябрь булһа ла, бында көҙ миҙгеленең әҫәре лә һиҙелмәй әле. Тирә-яҡ шул ҡәҙәрле хозур, бар донъя нурға күмелгән!
Фәнис блиндаждан сығып, яҡты донъяға һоҡланып ҡарап торғандан һуң, эсенән генә хыялға бирелеп алды: “Ауылыбыҙҙа әлеге ваҡытта картуф ҡаҙыйҙарҙыр инде, их, ҡайтып әйләнәһе ине бер-ике көнгә булһа ла! Һағындырҙы... Әсәйем нисек йәшәп ята икән? Ә ҡыҙым?.. Наилә?..” Берҙән- бер ҡыҙсығын, өҙөлөп һөйгән, әммә үҙе өсөн мәңгегә юғалтылған Наиләһен иҫенә төшөргәс, йөрәге сәнсеп ҡуйҙы.
Ләкин Фәнискә яманһыуланып оҙаҡ уйланып торорға форсат булманы, көтмәгәндә бөтә тирә-йүндә ғәрәсәт ҡупты. Реактив ракеталар әкиәттәге ғифриттәр һымаҡ үкереп осоп киләләр ҙә, ергә барып ҡаҙалып, ҡот осҡос рәүештә гөрһөлдәп ярылалар. Көслө шартлау тауыштарынан ер һелкенеп торҙо, унда-бында ут көлтәләре һауаға күтәрелде.
Был – Американың “Хаймарс” системалары ҡапыл Фәнистәрҙең “Барс-17” батальоны позицияларын утҡа тота башлауҙан ҡупҡан зилзилә ине. Ошо мәл Фәнисте шартлау тулҡыны бәреп осорҙо. Хөсәйенов тәгәрәп-тәгәрәп
ергә барып төштө лә, ҡыҙыулығы менән шунда уҡ һикереп тороп баҫты. Ләкин ҡапыл күҙ алдары ҡараңғыланып китеп, ныҡ итеп башы әйләнгәс, ергә ултырырға мәжбүр булды. Фәнис сәңкеп һыҙлаған башын ике усы менән тотоп, ауыртыныуҙан еңелсә бәүелеп-бәүелеп алды. Шаңҡыған мейеһенән: “Контузия алдым, ахыры, башым тубал һымаҡ булды...” – тигән уй ялтлап үтте. Тик ауыртыныу ҡайғыһы юҡ, ниҙер эшләргә кәрәк икәнлеген аңланы.
Ошо мәл яҡында ғына йәнә шартлау тауышы гөрһөлдәне. Ян-яғына ҡараһа, гараж ишелеп төштө! Ә унда яҡташы һәм яугир дуҫы Азат ағай Мәғдуллин рота командирына беркетелгән “УАЗик”ты йүнәтә ине.
иңбашына һалып, сығыу яғына ыңғайлағас, яралы яуҙашы аңына килде:
“Хаймарс” системалары ракеталары һаман үкерешеп осоуын дауам итте, улар гөрһөлдәп ярылыуҙан ер бәүелеп киткәндәй була. Фәнис, яуҙаш дуҫын йөкмәп, санчасть яғына ашыҡты.
***
Фәнис капитан Комаровтың блиндажына уҡталды. Ротный хәҙер үк килеп етергә фарман биргән, йәнә разведкаға ебәрергә уйлаймы икән әллә?
Фәнискә командирының ошолай фараз итеүе ҡыҙыҡ булып китте:
Иптәштәремдең күңелдәрен күтәрер өсөн юҡ-бар мәҙәк сурытам.
Фәнис бер нисә секунд ҡына уйланып торҙо ла, килештереп, үҙе һөйләгән лаҡап геройҙарының ҡиәфәтенә инеп, тәмләп кенә бәйән итте:
Капитан Комаров Фәнистең төрлөсә ҡыланып, ҡыҙыҡ итеп һөйләүенә түҙә алмайса, шарҡылдап көлөп ебәрҙе:
Ҡыҫҡа паузанан һуң ротный һүҙен дауам итте:
Ә Фәнис, эсендәге – тышында булған кеше, тартынып тормайса һорау бирҙе:
Фәнис етди төҫтә яуапланы:
Ротный Комаров бер аҙ уйланып торҙо ла, Фәнистең йөҙөнә тура ҡарап:
Фәнистең күңеленә был һүҙҙәр бик хуш килһә лә, ул баҫалҡы йылмайып яуапланы:
Капитан уға һынамсыл, шул уҡ мәлдә еңелсә ғәжәпләнеберәк ҡарап ҡуйҙы:
Капитан Комаров уға иғтибар менән ҡарап ҡуйғандан һуң:
***
2022 йылдың 6 сентябрендә ВСУ-шниктар Фәнистәрҙең “Барс-17” ба- тальоны торған позицияларға һөжүм башланы. Артиллерия гөрһөлдәүе, снарядтар төшөп ярылыуы, минометтар дөңкөлдәүе, атыш тауыштары ҡолаҡтарҙы ярып бара. Ләкин беҙҙекеләр быға әҙер ине инде, сөнки Фәнис алып ҡайтҡан теге “тел”дән командирҙар эшләнәсәк һөжүм хаҡында кәрәкле мәғлүмәттәр алып өлгөргәйнеләр...
Рәсәй һалдаттары позицияларында ныҡ торҙо: окоптарынан дошмандарға өҙлөкһөҙ ут яуҙырҙы. Әлбиттә, Фәнис иң алғы һыҙатта алышты. Капитан Комаров ара-тирә һөрәнләп әмер биреп, яугирҙәрен дәртләндереп тора:
Ротныйҙың бойороғон бер-бер артлы яңғыраған взвод командирҙарының тауыштары күтәрмәләй:
Фәнис тә үҙенең отделениеһы яугирҙәрен дәртләндереп ҡысҡырҙы:
Дошмандар был ҡәҙәрле ут ҡойонона сыҙай алмайса, сигенергә мәжбүр булдылар. Ә шуны ғына көткән беҙҙекеләр ҡаршаҡтарҙың арттарынан пу- ляларын йәлләмәйсә яуҙырҙы. Капитан Комаров йәнә оран һалды:
Уға башҡа тауыштар ҙа ҡушылды:
Әммә ошо мәл кемдер асырғанып ҡысҡырып ебәрҙе:
Капитан Комаров ҡысҡырып бойороҡ бирҙе:
Яңыраҡ уларҙың батальонын, позицияларын тикшерергә дивизия командиры, “Ставрополец” позывнойлы генерал-майор Андреев ике офи- церын эйәртеп килеп төшкәйне. Дошман һөжүме башланғансы китеп өлгөрмәгән икән шул. Ә, бәлки, махсус рәүештә бында ҡалғандыр. Дошман- дар, уларҙың ҡарағай бүрәнәләрҙән бурап, ҡабалан-ҡарһалан төҙөлгән команда пунктына, унда генерал ултырғанын белгәндәрме ни, минометтан сәпәгәндәр!
Дөрләп янған КП-ға йүгерешеп барып еткәс тә, Фәнис, әмер биргәндәрен көтөп тә тормайса, туп-тура эскә уҡталды. Унда аяғы ҡаты яраланған генерал ыңғырашып, ҡанға батып ята ине. Ә эргәһендәге майор һәм подполковникка хәҙер инде бер нисек тә ярҙам итерлек түгел: береһенең күкрәген мина ярсығы аҡтарып алған, икенсеһенең эсәктәре сығып, күҙҙәре аҡайып ята.
Фәнис бер нисә секунд эсендә алан-йолан ҡаранып, бындағы хәлде төшөндө лә, үҙенә өндәшеп тә тормайынса, тиҙ генә генералдың аяғына жгут һалды һәм яраһын бәйләне. Шунан яралы командирҙы арҡаһына йөкмәп, төтөндән сәсәй-сәсәй сығыу яғына ашыҡты.
КП-нан сығарғас, Хөсәйенов генералды БТР яғына алып китте. Бер һалдат йән-фарман елдертеп носилка килтергәс, генералды рәтләп һалдылар ҙа ары йүгерҙеләр.
Комаров, Хөсәйенов һәм теге носилка килтергән һалдат генерал Андре- евты БТР-ға урынлаштырғас, ротный бойороҡ бирҙе:
***
Генерал Андреевты госпиталгә илтеп тапшырғандан һуң, Фәнис ротныйҙың блиндажына инеп, шат йылмайып докладланы:
Фәнис үҙе өсөн көтөлмәгән был һүҙҙәрҙән ҡаушабыраҡ ҡалып, оялсаныраҡ рәүештә ҡарашын ер иҙәнгә төбәне:
Был һүҙҙәрҙән Фәнис хатта аҙап ҡалды:
Капитан Комаров һүҙһеҙ ҡалып, Фәнискә ныҡлы ғәжәпләнеп ҡарап торҙо ла, хатта көлөп ебәрҙе:
Ә Фәнис һаман баҫалҡы сырайҙа йылмайып, үҙенекен ҡабатланы:
Капитан Комаров һүҙҙе икенсегә борҙо:
Фәнис командирының был һүҙҙәренә лә алсаҡ йылмайып яуапланы:
Фәнис һаман үҙенекен тылҡыны:
Һәр һалдат өсөн тылсымлы һәм ҡыуаныслы был һүҙҙәрҙе ишеткәс, Фәнистең йөҙө балҡып китте:
Күңеле һауаларҙа елпенгән осар ҡоштай елкенгән Фәнис күкрәгенә һыймаҫтай шатлығынан йүгерә-атлай блиндаждан сығып китте.
Ә офицер Комаровтың башынан ошо уйҙар үтте: “Их, илаһи бер ҡатлылыҡ! Их, Хөсәйенов, яҡты йәнле әҙәм балаһы, ҡурҡыу белмәҫ Рәсәй һалдаты! Бына ошондай улдары арҡаһында имен йәшәй инде Рәсәй-әсәй...” Оҙон һәм тәрән окоптар, мина һәм снаряд ярсыҡтары тейеүҙән һынып, күптәре янып ҡара торомбашҡа әүерелгән ағастар өҫтөнән, ҡанлы һуғыш һөрөмө ҡаплаған һауаны ярып, икһеҙ-сикһеҙ күктәргә барып етерҙәй булып,
“Любэ” төркөмөнөң “Давай за...” тигән йыры яңғырай башланы:
Серыми тучами небо затянуто, Нервы гитарной струною натянуты, Дождь барабанит с утра и до вечера...
Ир-егеткәй яуҙа ятып ҡалһа, Тыуған Уралына ат ҡайтыр. Атҡайы ла уның ятып ҡалһа, Мәңге үлмәй торған дан ҡайтыр. (Башҡорт халыҡ йыры “Азамат”).
Фәнис Хөсәйеновтың даны бер заман махсус хәрби операция барған яу яландарында ғына түгел, Башҡортостанда, бөтә Рәсәйҙә ныҡлы таралып китеп, хатта донъя киңлектәренә бәреп сыҡты, тиһәң дә була. Сөнки Фәнистең батырлыҡтары тураһында интернеттың социаль селтәрҙәрендә
бик күп яҙылды, ул хәбәрҙәрҙе гәзит-журналдар, радио һәм телевидение каналдары эләктереп алып, тағы ла нығыраҡ яңғыратып ебәрҙе.
Бер ваҡыт Хөсәйенов тураһында төрлө риүәйәттәр ҙә таралып китте. Имеш, Фәнис бер үҙе махсус задание менән дошман тылына ебәрелгәс, ВСУ полкы штабына бәреп ингән дә, бер нисә полковник һәм генералдарын юҡ итеп, бик мөһим ҡағыҙҙарын, хәрби пландарын ҡулына төшөргән. Үҙебеҙгә ҡайтышлай, ике танктарын, өс самолеттарын яндырған, ҡорал, аҙыҡ-түлек келәттәрен шартлатҡан, әллә күпме ҡаршаҡтарҙы ҡырып һалған икән. Быға бик ныҡ асыуланған ВСУ етәкселеге Хөсәйеновҡа һунар иғлан итеп, уның башы өсөн тәүҙә ун, һуңынан ун биш миллион доллар вәғәҙәләгән...
Фәнистең ғүмере өсөн шул ҡәҙәр аҡса вәғәҙәләүҙәре, бәлки, ысындыр. Сөнки дошмандар Хөсәйеновты “рус терминаторы”, “киборг” тип атап, ин- тернетта яҙҙылар, уға төрлөсә янанылар.
Нишләтәһең, батырҙар тураһында ошондай риүәйәттәр сығарыу – бо- рондан килгән күренеш бит... Һәм был тәбиғи хәл, сөнки халыҡ үҙенең батырҙары хаҡында һәр дәүерҙә лә төрлө легендалар һәм хатта мифтар ижад иткән.
***
Әлбиттә, Фәнистең МХО-ла күрһәткән батырлыҡтары тураһында хәбәрҙәр тыуған яғына ла килеп етеп, уның хаҡында ауылында төрлө имеш- мимеш йөрөнө. Бына бөгөн дә, 2022 йылдың 18 сентябрендә, Яңы Ҡайпан ауылы магазинының төшкө ял сәғәтенән һуң асылыуын көтөп торған кешеләр Фәнис тураһында шомло хәбәрҙәре менән бүлеште.
ирҙәрҙең һүҙенә урта йәштәрҙәге ҡатын да ҡушылды.
Ҡалғандар ҙа уларға ҡушылды:
***
Нәҡ ошо, ауылдаштары уны ҡайғыртып фекер алышҡан мәлдә, Фәнис өйҙәре алдына килеп туҡтаған еңел машинанан төшөп, йорттарына үтте. Уның ҡаршыһына әсәһе менән элекке уҡытыусыһы Айһылыу Мөҙәрисовна килеп сыҡты. Фәнис эске тулҡынланыу, оло хис менән әсәһен ҡосаҡланы:
Фәнис уларға шат йылмайып яуапланы:
Ошо мәл Фәнистең кеҫә телефоны шылтыраны.
Фәриҙә Мәғҙәновна көтөлмәгән хәлдән апаруҡ ҡаушап ҡалды. Шулай ҙа телефонды ҡулына алды. Уларҙың һөйләшеүе улы менән уның элекке уҡытыусыһына ла ишетелеп торҙо.
Бына, улығыҙ иҫән-һау ҡайтып еткәнме икән, тип шылтыратам.
Генерал Андреевтың “Рәсәй Геройы” исемен вәғәҙәләгән һүҙҙәрен ишеткәс, Фәнистең йөҙө шатлыҡтан балҡып китте. Әсәһе лә генералдың маҡтауҙарынан ныҡлы разый булып, һәр һүҙен хуплағандай баш ҡағып торҙо ла, үҙенең теләктәрен әйтте:
Ярай, хуш булып тороғоҙ! Ә хәҙер телефонды Фәнискә бирегеҙ әле. Шатлыҡтан йөҙө балҡыған бәхетле әсә телефонды улына һондо:
Был һүҙҙәр Фәнистең йөрәгенә һары май булып яғылды һәм ул генерал менән үтә шатлыҡлы ҡиәфәттә һаубуллашты:
Фәнис әсәһе менән уҡытыусыһы яғына боролоп, ҡыуанысы менән бүлеште:
Фәнистең йөҙө балҡып китте:
тине Фәнис, бер аҙ шомланып.
Ошо мәл уларҙың эргәһенә бик һауалы ҡиәфәттә урындағы ауыл хакимиәте сәркәтибе Сәбилә Түрйәновна Бишҡолова килеп баҫты. Элегерәк ул бер аҙ ваҡыт силсәүит рәйесе булып эшләгән, әле лә шул урынға дәғүә итә, шуға күрәлер, үҙен дорфа тота. Башҡалар менән баш ҡағып ҡына иҫәнләшкәс, ул ғәжәпләнеберәк һәм тупаҫ сүрәттә Фәнискә өндәште:
Урындағы хакимиәт вәкиле сираттағы тупаҫ һорауын биреп, уға күҙҙәрен бәзрәйтеп тексәлде:
Түрә йоратының тупһыҙлығынан тәүҙә аҙабыраҡ ҡалып, берауыҡ һүҙһеҙ торған әсәһе күҙҙәрен ялтлатып Бишҡоловаға яҡыныраҡ килде:
Сәркәтип артҡа сигенеберәк баҫып, сырайын йомшартты:
Бишҡолова һаубуллашмайынса уларҙың эргәһенән китеп барҙы. Әсәһе Фәнисте өйгә әйҙәне:
***
Ҡайтыуының өсөнсө көнөндә Фәнис өйҙәрендә бер үҙе ултыра ине, уларға эскелектән йолҡош ҡиәфәтенә ингән ике ауылдашын эйәртеп элекке дуҫы Ленар килеп инде.
Ләкин, төҫ-баштары асарбаҡтарҙы хәтерләтеп, туҡтамай эсеүҙән кеше ҡиәфәтен юғалтҡан был әҙәм аҡтыҡтары хатта уның менән йүнләп иҫәнләшеп, хәл-әхүәл дә һораша алманы, ара-тирә нимәлер белгертергә бу- лалыр инде, хайуандарса мөңрәшеп кенә ҡуйҙылар. Был икәүгә Фәнис йәлләберәк ҡарап ҡуйҙы, улар – ҡасандыр Фәнис менән бергә уйнап үҫкән элекке дуҫ-иштәре ине...
– Ҡуй инде, иҫкә төшөрмә! Йәшлек дыуамаллығы менән, көс-ғәйрәтте ҡайҙа ҡуйырға белмәйсә, иҫәрләнеп йөрөгәнбеҙ инде шунда! – тине Фәнис, үткән ваҡиғаларҙан арынырға теләгәндәй ҡулын һелтәп.– Ә үҙеңдең эштәрең нисек?
Ленар күпте күргән зэктарға оҡшатып:
Фәнистең төрмә темаһын артабан сурытыуҙы теләмәгәнен аңлап, Ленар һүҙҙе икенсегә борҙо:
Фәнискә бер килке ғәжәпләнеп ҡарап торғандан һуң, Ленар сираттағы һорауын бирҙе:
Ләкин Фәнис уның өсөн бөтөнләй көтөлмәгән һорауҙар яуҙырҙы:
Ленар берауыҡ уйланып торғас, ниһайәт, яуабын бирҙе:
Был һүҙҙәр Фәнисте аптыратты, йәшен тиҙлегендә башынан ошондай һорауҙар ялтлап үтте: “Ни һөйләй ул? Һуғыштан ҡасып ҡалыр өсөн милләтеңде үҙгәртеп булалыр шул? Башҡорт шулай анһат ҡына ҡаҙаҡҡа әйләнә аламы? Ә ҡаҙаҡтар нисек ҡарар бындай үҙгәрешкә? Ай-һай...” Ленарға оҙаҡ ҡына уйланып ҡарап торғас, был һорауҙарға үҙенең ҡарашын асыҡтан-асыҡ ярып һалды:
Ленар уға ғәжәпләнеп ҡарап:
икенсе кешегә әүерелеп ҡайтҡанһың унан. Әйҙә, берәрҙе төшөрәйек, бәлки, араҡы эсһәк, бер-беребеҙҙе аңлай башларбыҙ! – тип араҡы шешәһен шаҡ иттереп өҫтәлгә ултыртты.
Фәнис уға ҡәтғи рәүештә яуапланы:
– Беҙ хәҙер һинең менән брат та түгел, сват та түгел, дуҫ та, иш тә була алмайбыҙ. СВО беҙҙе ике яҡҡа бүлде, кемдең кем икәнлеген асыҡ күрһәтте. Яугир дуҫтарым менән беҙ – алғы һыҙыҡтабыҙ, ә һеҙ үҙең ише ҡасаҡ- ҡомаҡтар менән йәшеренергә тишек эҙләйһегеҙ. Һинең менән бынан һуң бер өҫтәл артына ултырып араҡы ла эсә алмайым. Шешәңде ал да тай бынан
Был һүҙҙәрҙән һуң Фәнис элекке дуҫына шундай яндырырҙай итеп ҡараны, Ленар уның ҡарашын күтәрә алмайса, шешәһен эләктерә һалып, сығыу яғына шылды. Шөҡәтһеҙ әшнәләре лә уға эйәрҙе. Бер ҡараһаң – тере мәйеттәргә, икенсе яҡтан баҡһаң – ниндәйҙер өрәктәргә оҡшап ҡалған ул бәндәләргә лә Фәнис үҙенең ни уйлағанын әйтеп өлгөрҙө:
***
Фәнистең даны Башҡортостанда бигерәк ныҡ таралған икән: телефоны шылтырауҙан тынманы, көн һайын радио, телевидениенан, гәзит- журналдарҙан килеп интервью алдылар, төрлө осрашыуҙарға, мәҙәни һәм сәйәси сараларға саҡырҙылар.
Бына бөгөн дә уларға, ашығыуҙан бышлығып, силсәүит сәркәтибе Сәбилә Бишҡолова килеп инде. Тик ул әле, үҙен әйләндереп ҡуйғандармы ни, Фәнискә элеккесә тупаҫ рәүештә түгел, бөтөнләй икенсе төрлө өндәште:
Фәнис тағы ла нығыраҡ ғәжәпләнде:
Бындағы хакимиәттә апайың ултырғанын онотма!
Бишҡолова уны һынсыл ҡарашынан үткәрҙе лә килеүенең сәбәбен әйтте:
белгес, документацияһын тәртиптә тота, уның өҫтөнән ялыуҙар юҡ, тиң. Тап Сәбилә Түрйәновна мине илебеҙҙең патриоты, батыр итеп тәрбиәләне, тип айырып әйт, йәме, Фәнис туғанҡайым?..
Фәнис уға бер ни тип тә яуап ҡайтарып өлгөрмәне, өйҙәренә сибәр генә ҡыҙ килеп инде лә, мөләйем йылмайып, үҙе менән таныштырҙы:
Гөлнара Ғүмәрова уға апаруҡ һалҡын ҡараш ташлап яуапланы:
Гәзит хәбәрсеһе уның һүҙен бүлдерҙе:
Фәнискә, имеш, минең турала әйтергә онотма, тигәнерәк төрлө ишара- лар яһап, ниһайәт, Сәбилә Түрйәновна сығып китте. Ә Фәнис хәбәрсегә ултырғысты яҡыныраҡ шылдырҙы:
Гөлнара Ғүмәрова, күрһәткән урынға ултырғас, хужаға төбәлде:
Журналистка Фәнистең был һүҙҙәренә еңелсә шиҡыраңдап яуапланы:
Бәлки... уларҙың бер нисәүһен минең менән бүлешерһең?..
Фәнис уйсан төҫтә йылмайып, бер килке уйланып ултырғастын, ахырҙа яуаптарын теҙҙе:
шулай асыламы?
Гөлнара Ғүмәрова Фәнистең һүҙҙәрен һеңдереп, бер аҙ уйланып ултырғандан һуң сираттағы һорауын бирҙе:
Бер килке һүҙһеҙ ултырғас, хәбәрсе уның күҙҙәренә тура ҡарап, сираттағы сетерекле һорауын бирҙе:
ярамай, күңелеңдә һәр саҡ позитив уйҙар, ә эргәңдә үҙең өсөн йәнен бирерҙәй тоғро яуҙаш дуҫтарың булырға тейеш. Ләкин ҡай саҡта үлеп ҡалыу ихтималлығы иҫкә төшкөләй ул, кәнишне. Был тойғоно үҙемдән ҡыуырға тырышһам да, дөрөҫөн әйткәндә, әжәлдең теләһә ҡайһы ваҡытта ла тып итеп килеп етеүен аңлайым һәм үлемде ҡаршыларға һәр саҡ әҙермен. – Фәнис журналисткаға ихлас бағып, һүҙен дауам итте. – Әммә минең йәшәгем килә. Моғайын, бер ваҡытта ла ғүмер ҡәҙерен әлеге һымаҡ белмәгәнмендер, шул ҡәҙәр ныҡ итеп йәшәргә теләмәгәнмендер...
Гөлнара Ғүмәрова ниҙер һиҙенеп, һүҙҙе икенсегә борорға тырышты:
Гөлнара Ғүмәрова, йәш журналистка булыуына ҡарамаҫтан, уға тағы бер сетерекле һәм ҡатмарлы һорау бирҙе:
Фәнис, аҙ ғына уйланып торғас, был ҡатмарлы һорауға ла ауылса ябайыраҡ итеп яуапланы:
Хәбәрсе берауыҡ уйланып ултырғас, сираттағы һорауын ишеттерҙе:
Был һорауҙан Фәнистең йөҙөнә шәүлә ятһа ла, яуап бирҙе:
***
Фәнис, элекке ҡатынының кейәүгә сыҡҡанын белһә лә, ятып ҡалғансы атып ҡал, тип тәүәккәлләп, Наиләне күреп һөйләшеп ҡарарға булды. Кем белә, әллә ире менән татыу торалар, әллә юҡ. Бәлки, ул, кескәй ҡыҙсыҡтарын уйлап булһа ла, ғаиләләрен тергеҙергә ризалашыр?..
Ул ошо ниәт менән Наиләнең эш урынына барып, уны саҡыртып сығарҙы. Элекке ҡатынын күргәс тә, уның йөҙөндә яҡты һағыш пәйҙә булды һәм Наилә ҡаршыһына ашҡынып барып баҫты.
хәйләһеҙ йылмайып.
Наилә үҙе өсөн көтөлмәгән был тәҡдимгә ҡапылғара ни әйтергә белмәйсә аптырап торҙо ла, ниһайәт, яуабын бирҙе:
Элекке ҡатынының был һүҙҙәре Фәнистең йөрәгенә утлы уҡ булып ҡаҙалды. Наиләне күргәс тә йөҙөндә балҡый башлаған өмөт нуры һөйгәненең үҙенә күрһәткән мөнәсәбәтенән һүрелгәндән-һүрелә бара торғас, уның һуңғы һүҙҙәренән бөтөнләй һүнде лә ҡуйҙы. Ул кинәт кенә бо- ролоп, өҙөлөп һөйгән йәре эргәһенән китергә уҡталғайны, ниҙер иҫенә төшөп, кеҫәһенә тығылды.
Фәнистең күңелендә дауыл ҡупҡандай булды, ә башынан ошо уйҙар үтте: “Бөттө, барыһы ла бөттө, бәхет ҡояшым һүнде... Ашҡынып ҡайтҡан булғайным!.. Әммә өмөттәрем аҡланманы... Башҡаса бында ҡалыуҙың бер мәғәнәһен дә күрмәйем... Ул... бер ниндәй ҙә... ул мине яратмай... Ярай, яңы һәм һәйбәт ире менән татыу йәшәһендәр, бәхетле булһындар, тик минең ҡыҙсығымды ғына ҡыйырһытмаһындар...
Ә бәләкәйҙән бергә уйнап үҫкән дуҫ-иштәрем кемдәргә әүерелгән?..
Ғөмүмән, бында кешеләр тегендәге кеүек түгелдәр, бөтөнләй башҡа төрлө икән! Мине хәҙер бында бер ни ҙә тотмай. Отпускым бөткәнсе лә ҡалмайым бында, госпиталгә лә ятмайым, һуғышҡа китәм. Ысын тормош
– унда! Ысын дуҫтарым да, үҙ урыным да – нәҡ унда. Ҡоралдаш дуҫтарым бер ваҡытта ла бер-береһен алдамай! Беҙ унда бер-беребеҙҙең күҙенә тура ҡарайбыҙ... Тап иртәгә, райондан мобилизация буйынса китәләр, тиҙәр, мин дә улар менән китәм. Бында ашаған ашым тоҙһоҙ һымаҡ, көндәрем мәғәнәһеҙ үткән кеүек. Яуҙаш дуҫтарым унда минһеҙ нишләйҙәр икән? Ҡоралдаштарым янына китергә йөрәгем талпынып ҡына тора. Әсәйем мине һуғышҡа ебәрмәҫкә тырыша, госпиталгә ят, ти. Ә минең күңелем тегендә... Китәм, иртәгә үк китәм!..”
***
Шулай итеп, Фәнис өйөндә ун көн генә ял итте лә, отпускыһы тамамла- ныр-тамамланмаҫ, мобилизацияланғандар менән махсус хәрби операцияға йыйынды. Һуғышҡа китер алдынан нәҫел-ырыуы менән һаубуллашты. Ҡабалан-ҡарһалан китеүен уларға ошо дәлилдәре менән аңлатты: “МХО- ға мобилизацияланғандар араһында йәштәр бигерәк күп бит, ә уларҙың байтағы автомат та ҡора белмәй, яу ысулдары менән бөтөнләй таныш түгел. Уларҙы күп нәмәләргә өйрәтергә кәрәк”. Уның был һүҙҙәрендә дөрөҫлөк тә бар ине. Сөнки Фәнис, ысынлап та, өлөшләтә мобилизацияға эләккән яҡташтары өсөн ныҡ борсолдо һәм унда уларға бик файҙалы кәңәшсе бу- лырын яҡшы аңланы.
Әсәһе уны һуғышҡа ебәрмәҫкә тырышып, бик оҙаҡ, илай-илай өгөтләп ҡараны. Фәнис бер ҙә ыҡҡа килмәгәс, ахырҙа, йола ҡушҡанса икмәк киҫәген тешләтеп, бер ҡырыйын ашатты ла: “Ҡалған әпәкәйең һине көтөп алһын!”
***
Райүҙәк майҙаны өлөшләтә мобилизация буйынса махсус хәрби операцияға китеүселәр һәм уларҙы оҙатыусылар менән тулған. Бөтә тирә-яҡҡа хәрби марш яңғырай. Яҡындағы биналар эргәһендәге ҡайындар ҙа, һалдаттарҙы оҙаталармы ни, талғын елдә шомло шыбырлашып, моңһоуланып һары япраҡтарын ҡоялар. Түрәләрҙең тантаналы телмәрҙәренән һуң буласаҡ яугирҙәр менән һаубуллашыуҙың ауыр минуттары етте. Башҡорт әсәләре һәм ҡатындары борон-борондан ул вә ирҙәрен яуға илап-һыҡтап оҙатмаған. Бөгөнгө көндә лә, эстән янһалар ҙа, улар үҙҙәрен сабыр тоторға тырыша. Шуға күрә әллә ни аһ-зар ауаздары ишетелмәй.
Фәнис яҡындарын тағы бер ҡосаҡланы ла китеүселәр төркөмө яғына ат- ланы.
Милли күлдәк кейеп, сулпылар таҡҡан бер әбей яуға китеүселәргә уйсан төҫтә ҡарап, боронғо йырҙы һамаҡланы:
– Ҡаты яуға китә, ай, башығыҙ, Буҙ балалар, инде хушығыҙ.
Йылдарығыҙ айҙай тиҙ үк үтеп, Иҫән йөрөп ҡайтһын башығыҙ! Һай, илебеҙҙең батыр уландары! Тәңкәләр ҙә төҫлө сылтырашып, Шат көлөшөп еңеп ҡайтығыҙ!
Йөҙө моңһоуланған Фәнис, китеүселәр төркөмөнә барып ҡушылғас, ар- тына әйләнеп ҡараны ла йәнә баяғы һүҙҙәрен ҡабаттан ҡысҡырҙы:
– Көтөгөҙ, беҙ ҡайтырбыҙ! Беҙҙе онотмағыҙ!..
***
Фәнис ҡыҫҡа ялдан һуң үҙенең “Барс-17” батальонының 3-сө ротаһы биләмәһенә килеп етте. Оҙон юл үтеп, апаруҡ йонсоуына ҡарамаҫтан, ял итеп тә торманы, ауыр биштәренән ауыл күстәнәстәрен сығарып һалып, яуҙаш дуҫтарына һый әҙерләргә кереште. Ризыҡты мул алып килгәйне: ҡаҙылыҡ, ҡаҡланған ҡаҙ, ыҫланған йылҡы майы, киптерелгән ҡорот, бал, мәтрүшкә ҡушылған сәй, сохари, бер фляжка спирт.
Әлегә көн йылы булғас, табынды асыҡ һауала, бер ҡыуаҡ төбөндә ҡорҙолар. Түңәрәкләп кенә ултырғайнылар, улар эргәһенә вилсәпиткә атланған етмеш йәштәр тирәһендәге бер ҡарсыҡ килеп туҡтаны.
Ҡалған иптәштәре был ҡарсыҡҡа, рәхәтләнеп һыйланырға ҡамасауланы, тигәнерәк сырайҙа, асыуланыбыраҡ төбәлде.
спирт эсеп, Фәнистең әсәһе Фәриҙә Мәғҙән ҡыҙы һалып ебәргән тәмле ризыҡтарҙы ашағыһы килә ине.
ным юҡ шул, – тине ҡарсыҡ, ҡыҙғаныс сырайҙа ауыр уфтанып.
Ҡарсыҡ йәнә ауыр көрһөндө:
Фәнис йәһәт кенә урынынан торҙо ла әбей эргәһенә килде:
Әсәйеңдең исеме кем?
Фәнис, урынынан һикереп тороп, тиҙ генә шыптырға күстәнәстәр һалды ла ҡарсыҡҡа тотторҙо:
***
Октябрь баштарында көндөҙ ярайһы йылы булһа ла, төндәрен һалдаттарға блиндаж ишараттарында бик һыуыҡ ине. Күрәһең, ҡомаҡ һәм сысҡандар ҙа өшөйҙөр, был имәнес ҡиәфәтле йәнлектәр блиндаждарға тула. Уларға бит бында йылыраҡ ҡына түгел, аҙыҡ валсыҡтары ла ҡала.
Ҡомаҡтар бигерәк һөмһөҙ инде, һалдаттар йоҡларға ятһа, уларҙың ҡуйындарына инеп, йылынып ятырға ҡырталашалар. Яугирҙәр был йәмһеҙ мәхлүктәрҙе һүгенә-һүгенә алып ырғытһалар ҙа, сыйнашып ер иҙәнгә барып төшәләр ҙә шунда уҡ йәнә һалдаттарҙың бушлаттары аҫтына кереп яталар. Етмәһә, быраҡтырайым тип эләктерһәң, тешләшәләр.
Бер төндө байтаҡ ҡына уйланып ятҡандан һуң, Фәнис яуҙаштарына көтөлмәгән һүҙ әйтте:
Фәнис ятҡан урынынан тороп ултырҙы ла сәйер тәҡдимен ҡабатланы:
Фәнистең был тәҡдименә ғәжәпләнеберәк ҡалған яуҙаштары бер ни өндәшмәне, әлбиттә, уның һүҙҙәрен етди ҙә ҡабул итмәнеләр.
Әммә бер нисә көндән яуҙаштары Фәнистең тәү ҡарашҡа сәйер тәҡдимендә дөрөҫлөк һәм файҙа булғанлығын аңланы. Ҡыуып ебәрмәгәс, ҡомаҡтар һалдаттарҙы тешләмәне, шым ғына уларға һыйынып яттылар, блиндаждан сысҡандар ҙа юҡҡа сыҡты. Әйтерһең, Фәнистең өҫтәмә шартын ишетеп, ҡомаҡтар бынан һуң үҙҙәренән күпкә вағыраҡ был йәнлектәрҙе блиндажға яҡын юлатманылар...
***
Алғы һыҙыҡта “һуғыш музыкаһы” яңғырай: йыраҡтан снарядтар яры- лыуы ишетелеп ҡала, ҡайҙалыр миномет дөпөлдәй, унда-һанда пулемет һәм автоматтар тыҡылдап ҡуя.
Фәнис елләтергә элгән эске кейемдәрен блиндаж эргәһендә үҫкән туя ағасы ботағынан алып инде лә, йәнә сығып, сәй ҡайнатыр өсөн бәләкәс кенә усаҡ яғып ебәрҙе. Ошо мәл уның баш осонан ғына пуля һыҙғырып осто. “Снайпер!” тигән уй йәшен тиҙлегендә башынан үткәс, Фәнис йәһәт кенә ергә һыйынды. Тәүҙә ул эргәһендәге снаряд соҡорона күсеп ятып, снайпер һөжүменән һаҡланырға ниәтләгәйне, бер аҙҙан был мәкерле дошманды юҡ итеү мөмкинлеген табырға булды. Ҡаршаҡты сафтан сығармаһаң, ул бит яуҙаш дуҫтарын берәмләп атып йығасаҡ.
Фәнис автоматын “одиночный” атыу режимына күсерҙе лә үҙенән бик йыраҡ булмаған ҡалҡыуыраҡ урынға шыуыша башланы. Шул ерҙән снайперҙың ҡайһы тирәлә урынлашҡанын самалай алыр, моғайын.
Ун биш минут тирәһе шыуышып барғас, Фәнис теге ҡалҡыуыраҡ ергә етте лә, автоматын ҡулайыраҡ тотоп, ипләп кенә башын ҡалҡыта башланы. Һәм ошо мәл атыу тауышы яңғыраны...
Фәнистең эйәк осон бер нәмә яндырып һыҙып үтте лә, ул шунда уҡ мәңгелек йоҡоға талды һәм бик йыш ҡабатланып йәнен ғазаплаған теге төшөн күрҙе: уны, өс йәшлек бәләкәс кенә ап-аҡ йөҙлө малайҙы, әсәһе күкрәгенә ныҡ итеп ҡыҫып ҡосаҡланы ла, ҡартинәһе Ирада ҡулына биргәс, улар эргәһенән ашығып китеп барҙы.
***
Фәриҙә Мәғҙән ҡыҙы кескәй генә улының нәҙек кенә ҡулдарын һоноп, үҙенең артынан йүгергәнен күреп һәм “Әсәй! Әсәкәйем!” тип йән өҙгөс тауыш менән ҡысҡырғанын ишетеп, ҡапыл йоҡоһонан уянып китте лә оҙаҡ ҡына түшәмгә ҡарап ятты. “Эй, Аллаһым, Фәнисемә бер-бер хәл булдымы әллә?!. Иҫән-имен генә йөрөһөн инде балаҡайым!” тигән тәүге уй мейеһен көйҙөрөп үткәс, йөрәге өшөп, ҡан баҫымы күтәрелеп китте. Берҙән-бер улы тураһында хәүефле уйҙарға бирелеп, уның бәпес, бәләкәй саҡтарын күҙ ал- дынан үткәрҙе.
Бына яңы тыуған бәпесе һикелә аҡ биләүгә биләнгән көйө ята. Тик, нишләптер, ул бөтөнләй иламай – туйғансы имә лә йоҡлай, имә лә йоҡлай. Балаҡайы ҡырҡ көн буйына иламағас, оло хафаға ҡалды. Фәнисте илатмаҡ өсөн ипләп кенә бармағы менән төртөп алғайны, бәпесе ризаһыҙ ҡиәфәттә аҙ ғына тауыш бирҙе лә шунда уҡ тымды. Аптырағас, арт һанын еңелсә генә семтегәйне, ауыҙын бәлшәйтеп илап ебәрҙе, ниһайәт.
Бына йөҙөндә яҡты йылмайыу балҡыған ун айлыҡ Фәнисе, һаҡ ҡына баҫып, һикегә табан атлап килә. Үҙенең оло һөнәргә өйрәнгәнен, тәүге тапҡыр үҙ аяҡтарына баҫып йөрөгәнен аңлай һәм шуға бик ныҡ ҡыуанып, шарҡылдап көлгән була бәләкәс кенә улыҡайы...
Йәш ярымдан уҡ теле асылды, ә өс кенә йәшенән ҡул араһына инә баш- ланы бик теремек һәм зирәк Фәнис. Берәй нәмә менән булышҡанын күрһә:
“Әсәй, бергәләп эшләйек!” – тип етди төҫтә тотонған була. Ҡулынан киләме,
юҡмы – уйлап та тормай...
Кескәй сағынан уҡ улы бер нәмәнән дә – уттан-һыуҙан да, ел-дауылдан да, йәшен йәшнәп күк күкрәүҙән дә, эт-ҡоштан да, кешенән дә, ҡараңғынан да ҡурҡманы. Белмәйем, был эш ҡулымдан килмәй, көсөм етмәҫ тигән һүҙе булманы Фәнистең – тотто ла эшләне. Бәләкәйҙән үҙаллы булды, үҙ-үҙенә ныҡ ышанды. Туғыҙ йәшендә ҡулына ныҡышып салғы алды ла бесән сабырға өйрәнде, мал ҡараны, аҙбар-ҡураны таҙартты, утын киҫте, олатаһы менән өләсәһенә ныҡлы терәк, ярҙамсы булды.
Хәүефкә ҡалған әсә һаман уйланды: “Тик яҙмыш айырҙы шул беҙҙе. Улыма өс кенә йәш тулған саҡта үҙебеҙҙән етмеш саҡрымдағы Барҙа ауы- лына кейәүгә сыҡтым. Нишләтәһең, ғүмер баҡый атай-әсәй өйөндә көн күреп булмай бит, иргә сығып, үҙ ояһында хужабикә булырға кәрәк ҡатын- ҡыҙға. Тормош ҡанундары шулай. Ләкин улым сирләп китте тигән хәбәрҙе ишетеү менән, көн-төн тип тормай, шунда уҡ балам янына ашыҡтым.
Ә улыҡайым, мине күрһә, нисек ҡыуана торғайны! Дүрт-биш йәшендә генә саҡта, ауылға ҡайтһам, шыптырын алып магазинға киткәнен күрмәй ҙә ҡалам. Йәнәһе, ҡунаҡҡа ҡайтҡан әсәһен тәмлекәстәр менән һыйлай инде балаҡайым. Һатыусы көлөп һөйләй торғайны һуңынан: “Кибеткә килеп инә лә, һаумыһығыҙ, мин Фәриҙәнең малайы, әсәйем ҡайтты, уны һыйларға иң тәмле кәнфиттәрегеҙҙе, прәник-печенье, газвода бирегеҙ ҙә, олатайым Мәғҙән менән өләсәйем Ирада исеменә дәфтәргә яҙып ҡуйығыҙ, пажалыс- ты, тип хәбәрен дә һала, йомошон да әйтә бәләкәс кенә малай”. Ә магазинға тиклем бер саҡрымдан ашыу араны үтергә кәрәк бит әле...
Бер сәғәт тә үтмәй, улыҡайым шыптырын тотоп ҡайтып та килә. Өйгә ингәс, төрлө сүрәткә инеп уйнап-көлөп, үҙенсә ирмәк һүҙҙәр һөйләгән булып, күңелемде күтәрергә тырыша торғайны бит әле балаҡайым...
Бәләкәй сағыңдан һуғыш уйынын яраттың шул, улым. Иптәштәрең менән окоптар ҡаҙып, уйынсыҡ мылтыҡтарҙан “атып”, оҙон талды ат итеп атланып, ағас ҡылыстарығыҙҙы болғап сабып йөрөгән була торғайнығыҙ.
Әле бына ысын һуғышта, ут эсендә йөрөйһөгөҙ. Иҫән-һау ғына, баштарығыҙ имен, барлыҡ тән ағзаларығыҙ, аяҡ-ҡулдарығыҙ төҙөк көйө әйләнеп ҡайтығыҙ инде. Эй, Аллаҡайым, ярҙамыңдан айырма, зинһар, яугирҙәребеҙҙе...
Их, Фәнисем ошо ҡәһәрле һуғыштан иҫән-һау ҡайтһа, әллә ниҙәр бирер инем, аҡ ҡорбандар салдырыр инем! Иҫән-имен бул инде, балаҡайым!..”
***
Әммә... әсәһе уның өсөн Аллаһтан именлек ялбарған саҡта Фәнис был фани донъяла юҡ ине шул инде...
Ҡара хәбәрҙе иң тәүҙә уға элекке килене Наилә телефондан шылтыратып еткерҙе:
Был шомло һүҙҙәрҙе ишеткәс, былай ҙа улы өсөн борсолоп, йәнен ус төбөндә генә тотоп йөрөгән әсәнең йөрәге өҙөлөп төшкәндәй булды.
Ҡот осҡос хәбәр былай ҙа саҡ йөрөгән әсәне аяҡтан йыҡты. Уларҙа булған әхирәте йөҙөнә һыу бөркөп саҡ аңына килтергәс, дарыуҙар эсереп көскә торғоҙоп ултыртты ла “Ашығыс ярҙам” саҡыртты.
***
Интернет киңлектәрендә Фәнис Хөсәйеновтың һәләк булыуы тураһында 16 декабрҙә үк хәбәрҙәр таралғайны. Бигерәк тә дошмандар тантана итте: ”Русский терминатор уничтожен!” тип шатланышып, бар донъяға яр һалдылар. Быға тиклем дә Фәнискә социаль селтәрҙәр аша төрлөсә янағайнылар асыуҙарынан.
Ауырлығы алтмыш кило тирәһе генә тартһа ла, ҡаршаҡтарға бәһлеүән терминатор булып күренгән Фәнис дошмандарҙың сәмдәренә ныҡ тейҙе шул үҙенең тиңһеҙ батырлыҡтары менән!
Ә уның ауылдаштары ғына түгел, Башҡортостаныбыҙ һәм хатта бөтә Рәсәй халҡы Фәнистең үлеменә ышанырға теләмәне: Хөсәйенов кеүек ҡурҡыу белмәҫ батыр егет һәләк булмағандыр, тип өмөт итте. Дөрөҫөн әйткәндә, ул ҡайғылы көндәрҙә бар халҡыбыҙ телендә һәм аңында бер Фәнис кенә ине, тиһәк тә яңылышмабыҙ. Яңы йыл яҡынлашып килгән ваҡыт булыуға ҡарамаҫтан, кешеләр эш-мәшәҡәттәрен ҡуйып, Фәнистең иҫәнлеген теләп мәсеттәрҙә доғалар уҡытты, хәйерҙәр һалды, төрлө төбәктәрҙән йыуатыу һүҙҙәрен еткереп торҙо, социаль селтәрҙәрҙән бәләкәс кенә булһа ла өмөт бирерлек мәғлүмәттәр эҙләне. Сөнки ҡылған батырлыҡтары, яҡты булмышы өсөн Фәнисте яратып, данлыҡлы батырҙары рәтенә индереп өлгөргән халҡыбыҙ ниндәйҙер мөғжизә көттө, уның иҫән ҡалырына ышанды, өмөт итте.
Әммә... булманы шул, булманы... өмөттәр аҡланманы...
Ә Фәнистең әсәһенең ҡайғы-хәсрәттәрен, ут йотоуҙарын, янып- көйөүҙәрен, яфа-ғазаптарын тел менән һөйләп тә, ҡағыҙға яҙып та бөтөрөрлөк түгел ине. Иң ауыры – бала ҡайғыһы, тип белмәй әйтмәгәндәр шул...
Фажиғәле хәбәрҙең иҫбатланыуын ниндәйҙер мөғжизәгә өмөт итә-итә көтөп алыуҙары – тағы ла ауырыраҡ ғазап икән... Уға тиклем йә, Фәнис үлгән, йә иҫән, тип бер туҡтауһыҙ имеш-мимеш таратып, ҡайғылы әсәнең үҙенең йәнен ала яҙҙылар әле...
Улының һәләк булыуына Фәриҙә Мәғҙәновна ла ышанырға теләмәне. Ни ҡылырға белмәйсә, нәҫел-ырыуына шылтыратҡайны, улар ҙа: “Ышанма, дошмандар сығарған ялғандыр, Фәнисебеҙ иҫәндер”, – тип йыуатты.
Фәнистең үҙенән минут һайын шылтыратыу көтөп ала алмағас, уның те- лефон һандарын ҡат-ҡат, хәҙер йөҙөнсө тапҡырҙыр инде, йыйып ҡараны ҡайғынан стенаға үрмәләр хәлгә еткән әсә кеше. Тик “Абонент недоступен” тигәндән башҡа яуап ишетмәне... Элек улының: “Миңә шылтыратҡанда алмай торһам, борсолма, беҙ яуға ингәндә телефондарыбыҙҙы ҡалдырабыҙ”, – тип күп тапҡыр әйткәнен иҫләп, әле һаман күңелендә йәшәгән өмөтөн нығытып, үҙен тынысландырырға тырышты.
Бер туҡтауһыҙ өй буйлап йөрөй торғас, бәлки, улар беләлер, тигән уй менән район хакимиәтенә шылтыратты. Унан да йыуатыу һүҙҙәрен ишетте:
– Фәриҙә Мәғҙәновна, интернетта бик күп фейктар яҙалар ул, ышанмағыҙ. Военкоматҡа ла “ҡара ҡағыҙ” килмәне бит, тимәк, Фәнис иҫән, тип өмөтләнергә урын бар. Тынысланығыҙ, зинһар.
Военкоматҡа барып та белешеп ҡараны борсолоуҙарҙан йөрәге сығып барған әсә кеше. Тик унда ла: “Интернет фейктарына ышанмағыҙ, ундай хәбәр ысын булһа – тәүҙә беҙгә килә”, – тип ышандырып ҡайтарҙылар.
Йәнә бер нисә көн ут эсендә һымаҡ янып-көйгәс, түҙер хәле ҡалманы, үҙе яу яланына барып, Фәнисте табырға хәл итте лә юлға йыйына башланы. Оҙон сәфәргә кәрәк-яраҡтарын әҙерләп бөткәс, бер аҙ уйланып торҙо ла, район хакимиәтенә шылтыратты:
Район башлығының һүҙҙәре уның күңелендә ҡалған өмөт сатҡыларын йәнә терелтеп ебәрҙе. “Их, мине йыуатыусыларҙың һүҙҙәре дөрөҫкә сыҡһа, ни әйтер, ниҙәр ҡылыр инем дә бит!..” – тип хыял ҡанаттарын йәйҙе бисара әсә.
***
Ҡайғынан аңҡы-тиңке йөрөй торғас, Яңы йыл да яҡынлашҡан икән. Кремль куранттары һуғырға бер сәғәт кенә ҡалғас, телефоны шылтыраны.
Был һүҙҙәр ҡайғы-хәсрәттән йөрәге өҙөлөп барған әсәгә һыуһыҙ һулып бөтә яҙған сәскәне ләйсән ямғыр ҡойондорғандай тәьҫир итте.
Әммә һуң ине, теге яҡта һөйләшеүҙе ҡапыл ғына өҙҙөләр. Бер нисә тапҡыр үҙе шылтыратып ҡараһа ла, телефонды алманылар.
Оло ҡыуанысынан ни ҡылырға белмәйсә күпмелер ваҡыт өй буйлап йөрөгәндән һуң бәхетле әсә тауҙай шатлығын туғандары менән бүлешергә булды. Барыһына ла тиерлек шылтыратты:
Әммә... оло шатлығы сүллектә аҙашып йөрөп, бер тамсы һыуға зар-ин- тизар булып сарсаған юлсының күҙенә оазис сүрәтендә күренгән сағым кеүек юҡҡа сыҡты – “Улығыҙ һәләк булды” тип 2 ғинуарҙа шылтыраттылар...
Фажиғәле хәбәрҙе ишеткәс тә, ҡайғынан күҙҙәре томаланған әсә ҡап- ҡара һәм төпһөҙ упҡынға төшөп киткәндәй булды. Фәриҙә Мәғҙәновнаны “Ашығыс ярҙам” саҡыртып, көскә иҫенә килтерҙеләр.
Ҡара хәбәр ҡара ҡоҙғон һымаҡ һуңғы ышанысын кәкре суҡышына эләктереп алып киткәс, ул шуны аңланы: хәҙер өмөтө һүнде, бөттө, селпәрәмә килде... Ҡәҙерле улыҡайы тураһында яҡты иҫтәлектәре генә ҡалды. Был хәтирәләрҙе ул иң ҡәҙерле хазинаһы итеп күңелендә мәңге һаҡлар.
Бына бәхетле, ләкин үткән тормошонда уға Фәнисе шылтырата: “Әсәй, сәләм, нихәл йәшәп ятаһың, ауырымайһыңмы?..” Сирләмәйем, улым, иҫән– һаумын, тигән яуабына Фәнис ышанмайса, һаман һораша: “Юҡ, әсәй, һин минән ауырығаныңды йәшерәһең, тауышың икенсе төрлө бит. Әгәр сирләһәң – әбизәтелне дауалан! Үҙеңде һаҡла, пажалысты, һин бит беҙгә бик кәрәкһең – миңә лә, Ынйы һеңлемә лә...”
Бына Фәнис тағы шылтырата: “Әсәй, һаумы, нихәлһең? Ә мин юлдамын, отпускыға ҡайтып киләм! Һине бик ныҡ һағындым! Мин яратҡан тәмлекәстәреңде – манты, билмән, ҡыҫтыбый бешереп көтөп тор! Бигерәк тә ҡыҫтыбый ашағым килә! Оҙаҡламай ҡайтып та етермен...”
Бына улыҡайы ҡып-ҡыҙыл рауза сәскәләрен күтәреп ҡайтып инде лә, шат йылмайып уны килеп ҡосаҡланы: “Әсәкәйем, мин һине бик ныҡ һағынып ҡайттым! Нихәл йәшәп ятаһың, ауырымайһыңмы, башың ауыртмаймы, ҡан баҫымың күтәрелмәйме? Үҙеңде һаҡлай ғына күр инде, иҫән генә бул, әсәкәйем! Һин бит минең өсөн иң ҡәҙерле кешеһең, әсәкәйем...”
Ноябрь айында ҡыҫҡа ялға ҡайтҡанында әсәһе: “Барма бүтән һуғышҡа!“ – тип ялынып ҡарағайны ла бит. Тик улы уны ишетергә лә теләмәне, унда минһеҙ яуҙаш дуҫтарым нишләр, тип яуапланы. Аптыраған көндән Фәриҙә Мәғҙәновна: “Хәҙер аяғыңды һуғып һындырам да, бер ҡайҙа ла китә алмаҫһың!” – тип тә әйтеп һалғайны, тик уға Фәнис йәнә яуабын тапты: “Әсәй, мин – мужик, һеҙҙе дошмандарҙан һаҡларға тейеш- мен. Мине итәк аҫтыңда йәшереп ятҡырыр өсөн таптыңмы ни? Аяғым һынған хәлдә карауатта ятҡанда ла күңелем тегендә, яуҙаш туғандаштарым янында буласаҡ!”
“Ә яуҙан иҫән-һау ҡайтырға һүҙ бирәһеңме һуң?!” – тип һораны әсә кеше батып барғанда һалам һабағына йәбешкән кеше һымаҡ. “Иҫән ҡалырға ты- рышырмын, әммә ныҡ бул, әсәй. Үҙең беләһең бит – маңлайыма нимә яҙылған, шуны күрермен”, – тип яуапланы Фәнис.
Декабрь баштарында улы телефондан: “Әсәй, яуға инәбеҙ, мине һағынғанда “Һау бул, әсәйем!” тигән йырҙы тыңла”, – тип ошо яҙманы ебәрҙе:
Һау бул, әсәйем, миңә юлға иртән. Сит яҡтарҙа нисек йәшәрмен икән? Ҡайта алмаһам, бер үк ғәфү ит, Бында минең ғәйебем юҡ бит...
Бер туҡтауһыҙ улы тураһында уйлана торғас, бер мәл уға Фәнистең та- уышы төшөндә генә түгел, өнөндә лә ишетелә башланы. Һыу алып инеп бара ине өйгә: “Әсәй, бир миңә биҙрәңде, үҙем күтәрәйем, һиңә ауырҙыр”,
Ҡурҡышынан быуындары йомшарып, йөрәге өшөп китте. Шулай ҙа өйгә инеп, сәй ҡуйырға көс таба алды бисара әсә. Ҡайнап сыҡҡан сәйнүген һүндереп, сәй бешергәйне: “Әсәй, миңә лә сәй яһа инде, бигерәк һыуһаным. Ҡыйын булмаһа, ҡыҫтыбый бешер әле. Беләһең бит ҡыҫтыбый яратҡанымды”, – тигән һүҙҙәр ишетеп, ҡото алынып, сәйнүген ҡулынан төшөрөп ебәрә яҙҙы Фәриҙә Мәғҙән ҡыҙы. Ә үҙенең ҡан баҫымы ныҡ итеп күтәрелгәнен һиҙҙе, етмәһә, йөрәге лә ҡыҫып алды. Үлер хәле юҡ, “Ашығыс ярҙам” саҡыртты телефондан шылтыратып.
Бер аҙҙан “Ашығыс ярҙам” килеп етте лә, табип уколдар һалып, әҙерәк рәткә килтергәс, түшәккә ятты. Бер туҡтауһыҙ субырҙап аҡҡан күҙ йәштәрен һөртөп, дарыуҙар тәьҫирендә ойой ғына башлағайны, йәнә Фәнистең тауышы ишетелде: “Әсәй, илама, мин һинең менән, һәр саҡ һинең яныңдамын”.
Фәриҙә Мәғҙәновнаның дини белеме бөтөнләй булмағас, ул бындай мөғжизәгә тиң хәлде, йәғни һуғышта һәләк булған улының тауышын ап- асыҡ ишетеүен үҙенсә ошолай аңланы: моғайын, Фәнистең рухы эргәмдә йөрөп, мине ҡурсаларға, төрлөсә ярҙам итергә, бәләләрҙән һаҡларға тыры- шалыр. Тимәк, уның тауышынан ҡурҡмаҫҡа, ярҙамын ҡабул итергә, сабыр булырға кәрәк. Бәлки, улым, үҙе теге донъяға китһә лә, миңә ярҙам итә алыр, ниндәй ауыр хәлдә икәнемде белә бит...
Ауыр ҡайғынан аңы томаланған әсә, үҙенә кемдең тауышы ишетелгәнен аңламайса, хаталы аҙым яһап, улына өндәште: “Эй, улым, бар өмөтөм – һин, юлдарымды асып тор!” Ошо мәл “улының” үҙен ҡосаҡлағанын тойҙо һәм булмышына ҡара йылан шыуышып килеп ингәндәй булды...
Был көндән һуң ҡайғы-хәсрәттәрҙән аң-аҡылы томаланған әсә һәр саҡ тиерлек – өйҙә йөрөһә лә, юлға сыҡһа ла, йоҡларға ятһа ла, “улы” менән һөйләшеп йөрөнө. Өйҙә сағында: “Әйҙә, улым, сәй эсеп алайыҡ!” – тине. Берәй ергә барырға йыйынһа: “Балам, райүҙәккә барам, юлдарымды асып тор!” – тип үтенде. Йоҡларға ятһа: “Улым, тыныс йоҡо!” – тиергә онотманы.
***
Ҡара ҡайғынан аң-аҡылы томаланып, йәнәһе, бер туҡтауһыҙ тиерлек “улы” менән һөйләшеп йөрөгәнлеген күреп, Фәриҙә Мәғҙән ҡыҙының яҡын ғына, үҙе бик хөрмәт иткән Әҡлимә апаһы уға ошондай кәңәш бирҙе:
***
Фәриҙә Мәғҙәновна иртә таңдан Өфөгә юлланды. Ҡыш айы булыуға ҡарамаҫтан, көн матур, ә юл һәйбәт ине. Шуға күрә көн уртаһы яҡынлашып килгәндә имен-аман ғына баш ҡалаға барып етеп, артыҡ мәшәҡәтһеҙ генә кәрәкле мәсетте барып тапты.
Уға хәҙрәттең бүлмәһен күрһәттеләр ҙә, бүлмә алдындағы эскәмйәгә ул- тырып көтөргә ҡуштылар. Аҡбулат мулланың кем менәндер һөйләшкәне ишек аша апаруҡ асыҡ ишетелеп тора ине.
Хәҙрәт бүлмәһендә ауыр тынлыҡ урынлашты. Күрәһең, теге аңһыҙ ҡатын, ниһайәт, нимәлер төшөнә башлап, уйға ҡалды шикелле.
Фәриҙә Мәғҙәновна ла, үҙенә ап-асыҡ ишетелеп торған бәхәсте таң ҡалып тыңлап ултыра торғас, ниҙер аңғара башлап, ҡото алына яҙҙы.
Ниһайәт, теге меҫкен ҡатын да аңын йыйып алып, телгә килде:
оҫта файҙалана. Тыныслан! Хәҙер мин һине тәүҙә өшкөрөп таҙартам шайтан ҡағылыуҙарынан, шунан һуң иң көслө аят өйрәтермен – шайтан үҙе ҡасып китер! Тынысландыңмы?
Аҡбулат мулла Ҡөрьәндәге иң көслө аятты ҡысҡырып уҡыны:
Әллааһү ләә иләәһә иллә һүәл–хәййүл–каййүм...
“Аятел Көрси”ҙе тантаналы тауыш менән уҡып бөткәс, хәҙрәт “өфф!” итеп ҡатынды өшкөрҙө лә, йәнә өс тапҡыр был бөйөк аятты ҡабатлап уҡыны. Бынан һуң ҡатынға һорау бирҙе:
ражиим.
йәиһә килерһең.
Фәриҙә Мәғҙән ҡыҙы мулла күрһәткән урынға ултырғас, хәҙрәт уға һынамсыл ҡиәфәттә төбәлде:
Ауыҙ эсенән аяттар уҡып, “Аллаһу әкбәр!” тип битен һыпырып ҡуйғас, зирәк мулла яфалы йөҙлө әсәгә төбәлде:
Фәриҙә Мәғҙәновна Аҡбулат хәҙрәттән үҙен донъяға яңынан тыуғандай хис итеп ҡайтып китте.
***
Махсус хәрби операция, ғөмүмән, һуғыштар тарихы тураһында уйлана башлаһаң, уйылып китерлек һәм бик тәрән уй-фекер сөңгөлдәренә сумғаныңды һиҙмәй ҙә ҡалаһың. Оҙаҡ баш ватып ултырғандан һуң ошо һорау аңға килә: ҡайҙа бара был донъя?..
Ысынлап та, донъя ағышы, кешелек цивилизацияһы үҫеше дөрөҫ юл- дамы? Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юҡ шул. Ер шарындағы бөтә донъяның банк системаһы бәләкәй төркөмдәр ҡулында һәм улар күпме теләй – шул ҡәҙәр алтын менән тәьмин ителмәгән аҡсалар баҫтырып сығара. Алдынғы, ҙур иҡтисадлы дәүләттәрҙең ике йөҙ триллион доллар тирәһе бурысҡа батыуы ла был системаның дөрөҫ түгеллеген һәм көрсөккә төртөлгәнен күрһәтә. Мәҫәлән, бер АҠШ-тың ғына бурысы йөҙ триллион долларҙан ашып киткән. Өйрәнелгән ғәҙәттәрен ҡыуып, сираттағы донъя һуғышы ярҙамында көрсөктән сығыр инеләр ҙә бит, тик ундай мөмкинлектәре юҡ – яңы империалистарҙы атом бомбалары күҫәктәре ҡурҡыу теҙгенендә тота.
Үҙҙәрен донъя хужалары итеп тойған был бәндәләр яйлап ҡына банк системаһын ғына түгел, дәүләт, хөкүмәт институттарын, ижтимағи-сәйәси, йәмғиәт ойошмаларын, медицинаны, мәғариф өлкәләрен, әҙәбиәт вә сәнғәтте, журналистиканы, мәҙәниәтте, киноиндустрияны, шоу-бизнесты һәм башҡа тармаҡтарҙы, хатта ки динде (бигерәк тә католиктарҙы) ҡулдарына төшөргәндәр.
Уларҙың бысраҡ ҡулдарын һуҙмаған, ҡара ауҙарын һалмаған эшмәкәрлек өлкәһе юҡ тиһәң дә була: ҙур дәүләттәрҙең президенттарын “һайлаталар”, пандемиялар иғлан итеп, халыҡтарҙы фатирҙарына ябып ҡуялар, планетабыҙҙа кешеләр һанын ҡыҫҡартырға ҡырсыналар, Африка илдәренә ярҙам йөҙөнән ундағы ҡатындарҙы түлһеҙ ҡалдыралар, төҫлө ре- волюциялар, биржа кризистары ойошторалар, эреле-ваҡлы һуғыштар сығаралар.
Нәҡ шулар кешелек цивилизацияһын глобаль иҡтисади һәм рухи көрсөк хәленә тәгәрәтеп төшөрҙө лә инде. Уларҙың сәйәсәте ҡасандыр колония- ларын талап, шул ҡәҙәрле сереп байып алға киткән, “кеше хоҡуҡтары – иң беренсел, бөтә нәмә – кеше өсөн!” тип лаф орған Европа илдәрендә дини тәғлимәттәр һүҙен инҡар иткән ҡәбәхәт ҡанундар ҡабул итеүгә килтерҙе. Мәҫәлән, бер енесле никахтарҙы ҡанунлаштырыу тураһында. Көнбайыш Ев- ропа илдәрендә хәҙер тиҫтә йылдан ашыу инде ҡәбәхәт әҙәм аҡтыҡтарын инцест күренештәре өсөн дә хөкөм итмәйҙәр. Бына уларҙың эшмәкәрлек нәтижәләре: был дәүләттәрҙең иҡтисадтары үҫешә, ә рухиәт нигеҙҙәре серей һәм унда халыҡтар дөйөм рухи деградация юлына баҫҡан...
Төп маҡсаттары нимә һуң? Аллаһ яралтҡан иң бөйөк затты – әҙәм балаһын кешелектән сығарыу. Бының өсөн алкоголизм, наркомания, енси аҙғынлыҡ һәм бүтән ҡәбәхәтлектәрҙән башҡа генетик инженерия ысулын да ҡулланалар. Йәғни, боронғо Бөйөк бәхәс дауам итә: Һин уны минән өҫтөн ҡуйҙың, ә мин Һинең иң бөйөк затың – кешенең әҙәмлеген алып, хайуанға әйләндерәм! Ә үҙем – Һин яралтҡан әҙәм балаларынан күпкә өҫтөнөрәк ро- боттар, уларҙан да аҡыллыраҡ яһалма интеллект төҙөйөм...
Бөтә донъя әйләнеше әлеге лә баяғы шул боронғо Бөйөк бәхәс тирәһендә өйөрөлә, тәкәбберлеге арҡаһында ожмахтан һөрөлгән Ғазазил, ҡараңғылыҡ кенәзе булып китеп, һаман әҙәм балаларын алдалай, уға ҡаршы ер йөҙөндәге бихисап ҡолдарын һөсләтә, ахрызаманды яҡынлата.
Был тамуҡ киҫәүҙәренең ниәттәре тормошҡа ашырмы? Быға тиклем ашмаған. Сөнки әле бер кем дә бөтә донъяны яулап ала алмаған: Александр Македонский – ҡуш мөгөҙлө Искәндәр ҙә, Аттила ла, Сыңғыҙхан да, аҡһаҡ Тимер ҙә, Наполеон да, Гитлер ҙа. Әлеге көндәрҙәге бар донъяны буйһондорорға хыялланыусылар ҙа маҡсатына ирешә алмаҫ. Сөнки донъяның һәм бөтә ғаләмдең хужаһы – Аллаһ бар һәм Ул бер ваҡытта ла быға юл ҡуймаҫ. Яңы “наполеон”дар бөтә донъяны яулап алырға ҡырсынып, ниндәй генә пландар ҡороп маташһа ла, яуыз уйҙары барып сыҡмаҫ. Донъя бит шулайыраҡ ҡоролған – һәр саҡ беҙ уйламаған-көтмәгән яҡтарға борола ла китә уның тәгәрмәсе...
Икенсе донъя һуғышы барышы ла, Гитлер сценарийынан тайпылып, бөтөнләй көтөлмәгән яҡҡа борола һәм немец армияһы генерал-фельдмар- шалы Вальтер фон Браухич аҙаҡ дөрөҫ баһа бирә: “Советтар быға тиклем тарихта тиңе булмаған иң дәһшәтле хәрби машинаны ҡыйратып, донъяны фашизмдан ҡотҡарҙы”. Нимә, әлеге ваҡытта Рәсәй армияһы фашизмдан да күпкә яуызыраҡ һәм хәтәрерәк цифрофашизмдан ҡотҡарырмы кешелекте?.. Ҡотҡарыр!
Фашизм нимә генә ул?.. Гитлер бит ни ҡылырға теләүен туранан-тура иғлан итеп эшләгән. Ә әлегеләре – элекке фашистарҙан күпкә ҡурҡынысыраҡ, сөнки бик аҫтыртын һәм эҙмә-эҙлеклерәк эш итеүсе циф-
рофашистар. Улар бөтә кешелекте яһалма зиһен ярҙамында һандар ҡоллоғона әйләндереп, электрон концлагерға бикләп ҡуйырға ҡырсыналар. Бына ниндәй ҡара көстәргә ҡаршы тора беҙҙең махсус хәрби операцияла алышҡан батырҙарыбыҙ!
Ҡайһы саҡта, фани донъяла ғәҙеллек юҡ һәм булмаҫ та, тип уйлап ҡуяһың. Сөнки донъя глобаль ялған, яуызлыҡ менән шыпа тулы һәм өмөткә бик аҙ урын ҡалған кеүек. Әммә, әҙәм балаларының бер ваҡытта ла һүрелмәҫкә тейешле олуғ өмөтө бар, ул да булһа – Аллаһ мәрхәмәте һәм ғәҙеллеге.
Эй, Аллаһ Тәғәләм, тауҙай гонаһтарыбыҙҙы кисер, зинһар! Махсус хәрби операция тип аталған, хәҙер бишенсе йыл барып, хатта Бөйөк Ватан һуғышынан да оҙаҡҡараҡ һуҙылып, өсөнсө донъя һуғышына әүерелә башлаған ошо аяуһыҙ ҡырылышты ла, Америка һәм Израилдең Иран иленә күтәргән ҡара яуын да мөмкин тиклем тиҙерәк туҡтатырға насип ит инде, кешелекте атом һуғышынан арала, зинһар! Ут эсендә йөрөгән яугирҙәребеҙгә иҫән-һау өйҙәренә ҡайтырға ярҙам ит, ә һәләк булған офи- цер һәм һалдаттарыбыҙҙы шаһит итеп үткәрә күр, зинһар! Барыһын да. Ә һуғыш арҡаһында һәләк булған ҡатын-ҡыҙҙарҙың һәм бер ғәйепһеҙ балаларҙың йәндәренә йәннәтеңдән урын бирсе...
***
Фәнистең дуҫы Айҙар Камилйәнов Екатеринбургка барып, батырҙың мәйетен алып ҡайтты. Табутты асып ҡарап, ысынлап та Фәнис икәнлегенә ышандылар: иңендәге татуировкалар – ГРУ билгеһе ҡара ярғанат та, “Наилә” яҙыуы ла урынында. Фәнисте йыуып, аҡ кәфенгә урап һалдылар.
Шуныһы ғәжәп хәл булды: һәләк булыуына бер ай ваҡыт үтһә лә, Фәнис бик һәйбәт һаҡланғайны, табутында тере һымаҡ ята ине...
***
Тәтешле районы үҙәгендә махсус хәрби операция батыры Фәнис Хөсәйеновты һуңғы юлға оҙаталар. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә шундай батырлыҡтар ҡылып, халыҡ геройы кимәленә күтәрелгән шәхес менән хушлашырға райондың төрлө ауылдарынан ғына түгел, Башҡортостандың төрлө район һәм ҡалаларынан килгәндәр. Ғинуар айының ыжғыр һыуығына ҡарамаҫтан, киң майҙан халыҡ менән тулы. Тәүге рәттәгеләрҙең ҡулдарында байраҡтар елберләй. Табут эргәһендә автоматтар тотҡан һалдаттар почетлы ҡарауылға теҙелгән. Күп кешеләр йәшермәйсә күҙ йәштәрен һөртә. Оркестр тынып ҡалғас, микрофон алдына Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сыҡты:
– Хөрмәтле Фәриҙә Мәғҙән ҡыҙы, Фәнистең туғандары һәм яҡындары, Тәтешле районы халҡы! Махсус хәрби операция башланғандан алып меңдәрсә ир-егеттәребеҙ илебеҙҙе ҡаһармандарса һаҡлай. Фәнис Хөсәйенов доброволецтар сафына тәүгеләрҙән булып яҙыла, ҡыйыу һуғыша, яралана. Беҙ уның батырлыҡтарын беләбеҙ һәм һис ҡасан да онотмабыҙ.
Бәхилләшеү телмәрен тамамлағас, Радий Хәбиров ҡаһармандың әсәһенә Генерал Шайморатов орденын тапшырҙы.
Ауыр яраланғандан һуң МХО-нан бөтөнләйгә ҡайтҡан Азат Мәғдуллин да сығып үҙенең һүҙен әйтте:
– Хөрмәтле йәмәғәт, мин Фәнис менән бер ротала хеҙмәт иттем, иңгә- иң терәшеп һуғыштыҡ. Фәнистең батырлыҡтары тураһында барығыҙға ла мәғлүм бит инде, уларҙы ҡабатлап һөйләп тормайым. Ҡыҫҡаса әйткәндә, Фәнис туған бик сая, батыр, ышаныслы, ысын рәүештә яуҙаш дуҫ булды. Юҡҡа ғына уны “Фанис Безбашенный” тип йөрөтмәнеләр һуғышта. Ул ҡурҡыуҙың, хәтәр саҡтарҙа юғалып ҡалыуҙың ни икәнен дә белмәй ине. Уның менән утҡа инергә лә, һыуға төшөргә лә, разведкаға барырға ла мөмкин ине.
Үткән йылдың бишенсе сентябрендә укрофашистар “Хаймарс”тарынан беҙҙең подразделениеға снарядтар яуҙырғанда ауыр яраланып, гараж емереклектәре аҫтында ҡалдым. Әгәр ҙә мине яҡташым һәм яуҙаш дуҫым Фәнис харабалар аҫтынан сығарып, арҡаһына йөкмәп санчасҡа алып бармаһа, бөгөн мин һеҙҙең алдығыҙҙа баҫып тормаҫ инем. Фәнис батырҙың ауыр тупрағы еңел, йәне Йәннәттә булһын.
Артабан микрофон алдына бер-бер артлы килеп, хәрби комиссариат, ҡала, район вәкилдәре, Хөсәйеновтың туғандары һәм яҡындары йөрәктәренән сыҡҡан һүҙҙәрен әйттеләр ҙә, Фәнис батырҙың табутын күтәреп, райүҙәк зыяратына алып киттеләр.
Йыназа уҡылып бөтөп, халыҡ геройы ерләнгәс, почетлы ҡарауыл һалдаттары Фәнис батырға яугир хөрмәте күрһәтеп, автоматтарҙан өс тапҡыр залп бирҙе.
Халыҡ зыяраттан сығыу яғына ағыла башлағас, “Любэ” төркөмөнөң
“Давай за...” тигән йыры яңғырай башланы:
...Давай за жизнь, давай за тех, давай за жизнь, Давай помянем тех, кто с нами был...
2025-2026 йылдар.
Был повесты яҙғанда МХО батыры Фәнис Хөсәйеновтың тормош юлын өйрәнер өсөн Мөнир Ҡунафиндың “Бер ғүмер етмәй икән” тип аталған очерктарынан, интернет селтәрҙәренән һәм Фәнистең остазы Лотфуллин Хәлил Фәтҡулла улынан мәғлүмәттәр алдым.