

Фани донъяға яр һалып сабый тыуҙы. Тәҙрә шар асылды. Аллаһ тәҡдирен өләшеп йөрөгән ике фәрештә ҡанаттарын ауыр елпеп осоп инде лә тупһаға ҡунаҡланы. Ҡуйындарынан ҡаурыйҙарын алып, яҙмыш китабын асып: “Йәрхәмбикаллаһ, һәр кемдең өлөшөнә тейгәнен Аллаһ Үҙе биреп тора”, – тип сөскөрҙөләр.
Кендек әбейе күрше Ҡоҙабиғә, уҫаҡтан уйып яһалған һауытҡа түрбаштағы ҡаҙандан йылымыс һыу һалып, сабыйҙы ҡойондорҙо.
– Ете ағзаһы ла теүәл, собханаллаһ! Үҙең кеүек матур ғына ҡыҙың бар, күҙ теймәһен. Таңға ҡояш нуры йүгерә башлағанда күренде. Йөҙө нурлы, мөхәббәтле булһын Исеме есеменә яраһын. Йүргәк исеме Йәмилә булһа, үҙенә нурлы Нурия тип өндәшербеҙ. Исем һорап, илаҡҡа әйләнмәһен. Ошо арала Имаметдин мулла килеп, ҡыҙың үҙенең исемен дә ишетер, Хоҙайымдың ҡушҡаны. Ҡара һин аны, ҡырҡ көнө тулғансы яңғыҙын ҡалдыра күрмә, шайтан алмаштырыр. Хәжәтеңә сыҡһаң да, өҫтөнә бысаҡ һалып ҡалдыр.
Өлкән йомғаҡ тере йән эйәһе әсәһенеп түшенә йомолдо, йомшаҡ ҡына һурырға тотондо.
Ҡырҡты, Бикенбәт, Һалмауырҙы тауҙары ҡамауында ултырған Абҙаҡ ауылы күмәк хужалыҡҡа берләшкәнсе Зата иртә яҙҙарын ҡайын урманында дегет ҡайната, ылыҫлы ағастарҙан сайыр ағыҙа.
Белорет яғы урыҫтарына алып барып өҫтөн бөтәйтә, көнкүреш әйберҙәренә алмаштыра. Ғәбитә урман ҡымыҙлығын йөкмәп, егерме саҡрымдай арауығындағы Белорет баҙарына йөрөй. Белорет урманы ҡымыҙлығы шыршылай һырғый, тәмле, үтемле.
Ат бышҡырҙы. Алып килгән әйберҙәрен өйгә индерергә булғайны, тупһаны аша атлаған кендек әбейе күренде.
– Һөйөнсө, Зата, ҡыҙың бар. Нурия тип өндәшерһең. Тормошоңа нур булып, килен менән икәүегеҙгә – ҡыуаныс, ҡартайған көндәрегеҙҙә йыуаныс булһын, Аллаһ бирһә, – тип ҡаталарын ҡағып кейеп, ҡайтырға ыңғайланы.
– Сабый кендеген ҡырҡҡан инәһенә оҡшар, тиҙәр. Әйткәнең юш килһен. Һинең һымаҡ үткер телле, йомшаҡ һүҙле, күңеле һәр кемгә асыҡ, йомарт булһын. Бер самауыр сәй, флүр яулыҡ, – тип күршеһен ҡыуандырҙы ир.
Йыһан илселәре юрағансы, сабыйға әсәһенең ҡуйынына һыйынып, май өҫтөндә йөҙгән ҡаймаҡ кеүек йәшәргә насип булманы. Ғүмер биргән яҡындары тәүҙә “Батрак” артелендә бил бөктө. 1929-1930 йылдарҙа илебеҙҙә коллектив хужалыҡҡа берләшеү сәйәсәте уҙғарылды. Тиҙ арала фермалар төҙөлдө. Ил күргәнде улар ҙа күрҙе. Йөҙәрләгән эре мөгөҙлө малды Зата ағай тауҙар буйында ашатып Ҡолсоғаҙы йылғаһына ҡыуа. Алай ҙа ғына күрше әбей сабыйға күҙ-ҡолаҡ та йоҙаҡ. Ғәбитә апай иртә таңдан һыйыр һауырға ашыға. “Майташ” колхозында эш йәнләнде. Йылға буйында кәбеҫтә сәстеләр. Ҙур булмаһа ла, ялан тултырып иген сәсеп, ураҡ менән урып-йыйып алып, Ирәндек менән Ҡырҡты араһындағы Оло Ҡыҙыл буйындағы тирмәнгә тарттырырға ташыйҙар.
Аллаһҡа шөкөр, бәрәкәтле ерҙә күккә ынтылып ҡарағай ҡолас йәйеп үҫә. Күмәк хужалыҡҡа мал-тыуарға һарай, мәктәп төҙөргә лә сеймалы бар.
Һин дә мин йәшәп ятҡанда, аяҙ көндө йәшен атҡан кеүек, Нурияның әсәһе сәсрәп ауырып китте. Түшәгенән ҡалҡып тора алмай, хәле үтә мөшкөлләнгәс, атаһы ҡаланан доктор алып килде. Уныһы ауыр тын алған әсәһенең үпкәһе серегәнен белдерҙе. Йәйен-ҡышын аяғынан эрзин итеген сисмәгән ҡәҙерлеһенең эҫе-һыуығы бәкәлдәренә тиклем яндырып-туңдырып, аяҡтарынан яҙҙырғанын аңламай әле бәләкәс.
Ҡыҙый уның янында, кәзә бәрәсеме ни, һикерәңләй, уйнаҡлай, ҡулдарынан тартып торғоҙоп, урамға алып сыҡмаҡсы. Ысынлап та, әсәһе бөгөн тороп ултырҙы, күҙҙәре түңәрәкләнеп йылмайғандай, хатта ҡыҙын янына саҡырып, сәсен тарап үрҙе, арҡаһынан тупылдатып һөйөп ҡыуандырҙы. Ҡыҙы алам-һоламдан ҡурсаҡ әтмәләне, уны ҡосаҡлап йоҡоға талды.
Ҡоҙабиғә өләсәһе уны иртә таңдан өйөнә алып ҡайтты. Нурия өс йәшендә әсәһенән ҡалды. Ҡыҙ бала, тере ҡояшын юғалтҡан кеүек, унда-бында һуғылды, инәһен юҡһынып, ишек асылып китер, берҙән-бере күренер, тип өмөтләнде. Урамда әхирәттәре инәләренә атлыҡһа, ул да
өйөнә сапты. Атаһы, ҡыҙын йәлләп, башҡа ҡатынды янына юлатманы. Әммә...
Был фани донъя ҡалай рәхимһеҙ, күҙҙәрен мөйөшкә терәп, ҡатып ҡалған бөртөгөнә михнәт кәртәһен ҡуйған. Әллә Күктәрҙән ебәрелгән ҡанатлы фәрештәләр ундайҙарға миһырбанлыҡ күрһәтмәйме икән? Таң һарыһынан эшкә йүгерә-атлай киткән атаһы ла юҡҡа сыҡты. Әлеге лә баяғы күрше әбей уны үҙенә һыйындырҙы. Колхоздың айғыр үгеҙе әрәм иткән шул атаһын... Бер нисә көндән уларға әбей-һәбей, ҡарт-ҡоро йыйылды. “Атайың алыҫҡа балнисҡа китте. Унда һәйбәт духтыр бар, тиҙәр. Йүнәлһә, ҡайтыр...” – тинеләр.
Атаһы башҡаса өйҙөң ишеген асманы. Бар ғына кейемдәрен төйөнсөккә төрөп, күрше өйгә күсенде. Алтмышҡа ауған әбей яңғыҙы көн күрә. Иш янына ҡуш булып, икәүләп донъя йөгөнә егелделәр. Абҙаҡ ауылы урман ҡамауында, ағасы өҫтөңә ауырға тора. Ҡул бысҡыһын тартырға, ботаҡтарын ботарға, ярырға, ҡарамалы санаға тейәп ташырға эшкинде ҡыҙый.
Бер бүлмәле уҫаҡ өйҙө йылытырға етерлек утынды хәстәрләнеләр. Һыйыр һауырға, һөтөн эшкәртергә өйрәнде ҡыҙ бала. Бәләкәй ҡаҙан аҫтына тапсыҡ яғалар, таңға өҫтөндәге ойошҡан ҡаймағын көрөшкәләп һоҫоп алалар, ойотҡан ойоталар. Ҡайынлыҡ, ҡарағай араһындағы турғай еләктәрен ашап, бесән әҙерләйҙәр. Был ғүмер тигәнең, үкел өләсәһе әйткәнсә, көн дә аҡҡан һыу кеүек уҙа икән. Нурия ҙурайып, күҙгә күренә башланы.
– Мөмкинме? Һауҙармыһығыҙ! Хәлдәр нисек? Утын-бесән кәрәкмәйме?
– Нәҙек оҙон ағай баш кейемен ҡулына алып, ширлектән урын алды.
– Әкренләп, әкренләп, Аллаһҡа шөкөр! Теге бригадир Хәжжәтте сырамытам. Шул түгелме? Ни йомош? Ҡыҙыма күҙ теймәһен, Хоҙай тәүфиғын, ғүмерен бирһен. Икәүләп утынын тырыштырабыҙ.
– Ишеттем, ишеттем. Колхозға эшкә әйтергә индем.
– У-у-уй... Бәләкәй бит әле. Былай ҙа колхоз һарыҡтарына миндеген бәйләргә ҡушалар, ағас ултыртырға ла йөрөйсө, ҡарышмай. Ниндәй эш тағы?
– Фермаға һауынсы кәрәк.
– Һе, һауа алырмы икән? Ҡыҙым, Нуриям, ни тиер?
– Ярар, сығырмын.
– Һе, беләктәренә ҡара, йомро, тығыҙ күренә... Һыйыр һауырлыҡ ҡына көсө бар, инәй, ҡайғырма.
– Һау булып тор, улым, миңә йәшәргә күп ҡалманы. Ҡыҙымды рәнйетмәгеҙ, зинһар...
– Ҡоҙабиғә инәй, әйтәһе һүҙҙәремде онотоп торамсы, тигән кеүек сирышҡан йөҙөн ситкә борҙо.
Үҫмер ҡыҙ, ысынлап та, беләктәремә көс ҡунғанмы икән, тип бәләкәй генә көҙгө ярсығына баҡты. Ҡоңғорт түңәрәк йөҙлө, күҙҙәрен дуғаландырып тормаһа ла, тәңкә менән һыҙған кеүек оҙон ҡара ҡашлы, бөрөлгән иренле, уймаҡ танаулы ҡыҙ ҡарай. Ауыл балаһы ни, эшкә бешеп үҫә инде ул, беләгенә көс ултырғанын, әйтмәһәләр ҙә, белә.
Ун өс йәшлек Нурияға өйрәтеү кәрәкмәй, был һөнәр уға “ике тин бер аҡса” тигән кеүек, ғәҙәтенә ингән. Ул ғына түгел, тормош тигән ғүмер һаҙлығының бөтә ҡанундарына яраҡлашырға, кәрәкле мәлдә көсөнән килмәгәнде ҡырталашып башҡарырға, еренә еткереп үтәргә өйрәнгән. Ата-әсә наҙын, һөйөүен татымаған бала һәр йылы ҡарашҡа, йомшаҡ һүҙгә ирей, албырғай. Ҡоҙабиғә өләсәһе лә яҡты донъя менән хушлашты.
Бригадир Хәжжәт ағай ҡыҙҙың егәрлелеген күҙ уңынан ысҡындырманы. Йәш беләктә көс күптер, иң таҙа, ҡуйы һөт тә уныҡы, һәр эшкә алдын, өлгөр, тип маҡтап туймай. Бар һауынсыларға өлгө итеп ҡуя, уға тиңләшергә саҡыра.
Бөгөн хужаға ниндәйҙер ят кеше эйәргән. Һәр һауынсы янында туҡтап, нимәлер тураһында һүҙ бутҡаһы бешерәләр.
– Ҡулдарына күҙ ҙә эйәрмәй. Гөбөрләтеп һауа. Һәүкәштәре лә тибешә белмәй. Яраталар үҙен. Бындай ҡыҙ үҙебеҙгә кәрәк, ысҡындырмайыҡ, – тип эргәһендәге егеткә күҙ ҡыҫты бригадир.
– Үҙем яратҡас, улар ҙа шулай инде, – тип тулы күнәген һөҙөп, бидонға бушатты Нурия.
– Урман хужаһының улы... – эргәлә торған Хәтиә апай уның ҡолағына шыбырлап өлгөрҙө.
– Түрә улы, тимәк... – тип уға күҙ һирпте Нурия. Мыҡты кәүҙәле егет уға ҡарап йылмайҙы.
– Ниңә шул тиклем тексәйәгеҙ, әллә миңә тоҙ һирпкәндәрме? – тигән булды ул, өҫ-башын ҡаҡҡылап.
– Юҡ, юҡ, борсолмағыҙ... Оло ғына апайҙар араһында томбойоҡ сискәһе кеүекһегеҙсе... Иң матур сискә... – тине егет уңайһыҙланып, ҡарашын аҫҡа төбәп.
– Сискә түгел, сәс-кә-ә-ә. Томбойоҡ, томбойоҡ, ниңә күңелең бик бойоҡ... Ҡуйсәле, томбойоҡҡа тиңләмә, йә шул сәскәләй һарғайырмын, кибермен, – тип биҙрәһен ҡулына алып яуап ҡайтарҙы сая ҡыҙ.
– Дөрөҫөн әйтәһең, һине күргәс тә йөрәгем ситлегенән сығып ҡына бара, – тип ҡулын түшенә ҡуйҙы уныһы. Ух-ти, шым ғына күренһә лә, батыр ҙа икән үҙе. Ҡыҙ ялт итеп уға әйләнеп ҡараны.
– Ярай, йөрәгеңә май булып яғылырмын, – тине лә, салт әйләнеп, биҙрәһен сайҡарға шарлап аҡҡан Ҡолсоғаҙы йылғаһына ыңғайланы. Егет тә ебегәндәрҙән түгел икән, ҡулдарына күҙ эйәрмәгән, етеҙ, сискен, егәрле һауынсыны үҙ итеп, артынан эйәрҙе. Һауын биҙрәһен сайҡай торғас, ҡапыл әйләнеп, егеткә һыу сәсрәтте. Өлөшөнә төшкән көмөшө түгелме, уныһы ала ҡайынлыҡ араһынан артынан сапты. Йылғыр тейенме ни, эләктерерһең уны? Ҡайҙа? Әллә ен аҙаштырҙымы? Әү! Әү! Әү! Урман төпкөлөндә шәүлә салынды. Ялбыр суҡлы ҡайынды ҡосаҡлаған – теге ҡыҙ!
– Ҡайынды ҡосаҡлама, мине... – тип шаяртты егет, уның ҡамыш сәстәренә үрелеп. Ҡыҙ ҡапыл ситкә тайпылды. Күк йөҙөнә текәлде. Күк ҡабағында: “Ҡыҙ йыйнаҡ булһа, егете лә тыйнаҡ булыр, – тип доға урынына ҡабатлап торған әсәһе урынына ҡалған Ҡоҙабиғә әбейенең йөҙө сағылды. – Батыр бул, батырлыҡ – ярты бәхет”.
Әйҙә, егет, тормош ул – иҫ киткес илаһи мөғжизә. Ишһеҙҙең осорға ҡанаты юҡ. Парлыларға бәхет ҡапҡаһын аса, тиҙәр. Әҙәм балаһының маңлайына бер генә ғүмер яҙылған. Яңылыш ҡына ҡағылһаң, дәләйләнеп, киреләнеп, түңкәрелергә һорамаҫ. Тормош ҡанундары шулай. Хаталанма, иблис һәр аҙымыңды гонаһҡа тарттырырға атлығып, елкәңә сат йәбешергә әҙер. Мөхәббәтлеләргә сөхбәт тә тәхет. Ундайҙар Күктәрҙең етенсе ҡатына күтәрелә. Фәрештәләр аҡ мамыҡ ҡауырһындары менән ғашиҡтарҙың исемдәрен зәңгәр күк көмбәҙенә теркәй. Байҡағыҙ Күк йөҙөн! Ана, ҡояш байышында “Нурия” һәм “Йәмил” тигән аҡ болот таҫмалағы яҙыуҙы күрәһегеҙме?!
...Был икәүҙең яҙмыштары нисек булыр, сәстәре сәскә бәйләнерме? Хоҙай Тәғәлә әҙәмдең күрәһеләрен маңлайына яҙа, хатта ки һәр кем үҙ яҙмышын үҙе яҙа, тигәндәр ҙә бар... Нурияға бөгөн Күк ҡабағын астымы? Офоҡтан алтын ҡояш уға ғына көлтә нурҙарын мул һирпәсе... Йылға уларға ҡушылып, туҡтауһыҙ шарлап йырлай. Ҡоштар ике йөрәккә бәхет юрап, бер-береһен уҙҙырып сутылдай. Һин булмаһаң, мин булмам, мин булмаһам... Күҙҙәр өнһөҙ серләшә. Был – мөхәббәт.
Нурия Йәмилдең күкрәгенә башын терәне. Егет йөрәге дөпөлдәп, ҡулдарын усына алды. Йөрәктәр ут ялҡынында дөрләп яна. Түрә балаһы Йәмил урман хужалығын етәкләгән атаһына ярҙамсы икән. Ала ҡайынлыҡ уларҙың һөйөү урманына әүерелде. Йәштәрҙең һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне, кәңәштәре беректе. Эшкәртергә бүленгән диләнкәнең ағастарын йыҡҡандан ҡалған ҡара-ғораһын Нурияның кәртәһенә ауҙартты. Егет бөгөнмө-иртәгәме һөйөклөһөн ата-әсәһенә күрһәтәсәк. Улар уңған, тәрбиәле Нурияны һис шикһеҙ үҙ итер.
Нурия атаһы менән әсәһе йәрәшкән саҡтағы күлдәген һандығынан сығарҙы. Йәйғор төҫөндәге атлас таҫмалар һалынған, ең остары ҡыршаулап, ҡалынса бөрләтиндән тегелгән. Түшенә ҡып-ҡыҙыл мәрйендән теҙеп тегелгән Ҡоҙабиғә әбейенең селтәрен таҡты. Матурлығы... Ҡасандыр Белорет баҙарынан атаһы һатып алып килгән тәпәш калуш уның үҫеп буй еткергәнен күптән көтөп һандығына йәшенгән. Сәсенә кендек инәһенең сулпыларын алып тағып, бәләкәй көҙгөгә ҡарап өйөрөлөп-сөйөрөлдө.
Ат бышҡырҙы. Егет үрелеп, ҡыҙын алдына ултыртты. Абҙаҡ ауылынан бер саҡрымдай үрҙәрәк, тәпәш тау буйында ҡарағайҙар араһында алты мөйөшлө өй янында туҡтанылар. Ишек асылды. Ебәк күлдәктән, сәстәрен башына ҡупшы өйгән ҡатын килен була торған ҡыҙға сетерәйҙе. Ике күҙе уның аяҡтарында... Нурия уңайһыҙланып, аяҡтарын алмаш-тилмәш баҫҡыланы. Шул ваҡытта йөҙөндә йылмайыу ғәләмәте салынды.
– Таныш бул, әсәй, киленең булыр, ҡабул ит, – тине Йәмиле, Нурияға ҡарап йылмайып. Ҡәйнә булыр кеше тәкәббер, һауалы, танауы буйына ҡарап, өйөнөң ишегенә үрелде, шап иттереп ябып ҡуйҙы. “Үҙем ишеләргә генә рөхсәт” тигәнгә ишара ине был ҡылыҡ. Еҙ самауыр борҡолдап ҡайнай, әммә ҡәйнә була торған ханым сәйгә әйҙүкләп маташманы.
– Кем ҡыҙы булаһың? Ҡайҙа эшләйһең? Минең улым уҡыған, Белоретта белем алды...
– Яңылышаһың, әсәй, Нурияны яратам, уға тиң юҡ. Әсәй кеше, Нурияны ҡабул итмәҫен һиҙҙереп, тышҡа атылды.
– Байһығыҙ. Әсәйең мине хәйерсегә тиңләй. Ата-әсә ризалығы булмағас, беҙгә бәхет ҡунмаҫ.
“Күкрәк һөтөн имеҙеп, һине әҙәм иткән әсәнең рәнйеүенән ҡас, балам...” Ҡолағында кендек инәһенең әйтеп ҡалдырған нәсихәте яңғыраны. “Аҡса беҙгә япраҡ, сәй беҙгә тупраҡ” тигән кеүек булды. Уйламай ҡарар сығарған әсәнең аңын байлыҡ томалаған. “Йәтим күңеле – быяла, саҡ ҡына ҡағылһаң, ыуала”. Йөрәгендә яралған сәскә атырмы, һулырмы? “Ярамай, ярамай беҙгә бергә булырға?!” – тип тулҡынды ҡыҙ йөрәге. “Уңмаған юлды ҡыума, кеше бәхетенә аяҡ салма. Бәхетең ҡараға әйләнмәһен...” Эй, ошо инәһен, әллә әүлиә булғанмы?
Теҙгенен өҙөп ҡасҡан ат кеүек, күҙенә аҡ-ҡара күренмәй, Ҡолсоғаҙы йылғаһына ҡарай йүгерҙе. “Нурия-я-я...” Бер секундҡа ғына туҡтап, артына әйләнеп ҡараны, тал сыбыҡтарының йөҙөн һыҙырыуын тоймай, ен тиҙлегендә, ҡайҙа баҫып ни эшләгәнен дә һиҙмәй, өйөнә инеп урындығына ҡоланы. Мейеһен һеңгеҙгәнсе һуҡтылармы... Аяҙ көндө йәшен уғы теүәл генә уға килеп бәрелдеме... Яҡты донъянан төңөлгәндәй, үҙағасы мәңге һынмаҫ имәнгә әүерелде. Әсә уның бөртөк кешелек сифатын да күрмәне, күрмәне генә түгел, күҙенә лә элмәне. Шундай тәкәббер, ҡаты ҡарашлы, буй етмәҫтәй, өҫтән генә күҙәтте ул уны. Ниңә? Ни өсөн? Ниндәй ҡыҙҙы һайлар ине бөртөк улына? Уның күҙ йәштәреләй саф хистәрен ергә һалып тапаны бай бисә! Байҙар ғына мөхәббәтле була аламы? Ниндәй була икән бәхетле бай ҡатын? Үҙе бәхетлеме икән? Әстәғәфирулла! Көфөр һөйләйемсе? “Тормош – башыңа ормош, балам. Күпте күргән, күпте кисергәнмен, быға йәштән инанғанмын. Түҙеп булмаҫлыҡ хәлдәргә тарыһаң да, үҙ йүнеңде үҙең күр. Бәхеттең нигеҙе – хеҙмәттә. Ҡайғы-хәсрәттең, шатлыҡ-ҡыуаныстың да дауаһы шулдыр. Һәр кем үҙ яҙмышына үҙе юл яра...” – тигән ине инәһе тәсбихен тартып.
Мендәренә күҙ йәштәре тәгәрәне. Туҡта! Ебергәме... Тилегә тиле тигән һайын дегәнәк буйы һикерә, ти. Байбисә бушҡа алйыманы. Ҡупырайыр мал-мөлкәтем, хатта оҙатылып барырға бирнәм дә юҡ. Таңғы ысыҡтарҙы йырып, йәйләүгә ашыҡты. Үҙенә йылмайып баҡҡан ҡояш апайына күҙ ҡыҫты ла беләгенә күнәген элде. Гөрөлдәтеп һауған һөттән быу күтәрелде.
Был ваҡытта, яһил уҡ булмаһа ла, уҫал Гөлйыһан ҡылған ҡылығын бизмәненә һалып үлсәй ине. Көноҙоно буласаҡ килененә булған иғтибарына үҙе аптырап, албырғап ҡалды ҡәйнә була торған ҡатын. Бейек күтәрмәле йортҡа бөртөк улы алтын-көмөшкә төрөнгән, зат-ырыуы тирә-йүнгә билдәле ырыуҙан тормош юлдашын һайларға тейеш һымаҡ күренә ине лә... Ана, нисек килеп сыҡты.
Дауамы бар...