

Эшенән сығып рулгә генә тотонғайны, Вәкилдең телефоны шылтыраны. Ҡатыны.
– Ҡайтырға сыҡтыңмы әле?
– Тоҡандырып ҡына торам. Хәҙер ҡуҙғалам.
– Юл ыңғайы күршенең улы Айнурҙы инеп ал әле. Мәүлиҙә һораны.
– Ҡайҙан, гимназиянанмы? Атаһы нимә эшләй, – юл ыңғай имеш, киреһенсә, гимназия ҡаланың был сигендә. Бөтәһе лә эштән сыға, транспорт хәрәкәтенең көсөргәнешле мәле. Ишеү байрам алды. – Нимә, генерал Арыҫланғәле байрамды башлағандамы әллә,– тине Вәлит берсә йәне көйөп, берсә көлөп.
Күршеһе өс йыл инде пенсияла, эш ғүмерен хоҡуҡ һаҡлау өлкәһендә үткәрҙе. Майор дәрәжәһендә хаҡлы ялға китте. Бик тә хөрмәт итә уны Вәкил. Һүҙ ҙә юҡ, инеп ала инде ул малайҙы. Былай ғына асыуланыуы. Өфө эргәһендәге ҡасабала бергә йорт күтәрҙеләр, кем әйтмешләй, семтем тоҙ тип тә, бер сөй тип тә шул күршегә инәһең. Ике араһында бер-береһенә йөрөшөргә уртаҡ ҡапҡалары ла бар хатта. Шөкөр, татыу йәшәйҙәр, туғандарса көн итәләр. Тажзәхмәт менән Зубовола ауырып Арыҫланғәле ятҡанда бик борсолдо Вәкил, индермәһәләр ҙә, өс-дүрт көнгә бер тигәндәй кәрәк-ярағын илтергә лә, хәлен белешергә лә барып торҙо. Аяҡҡа баҫҡандай хәҙер, машинала ла йөрөй башланы. Шуға шулай тип мыжыуы.
Ҡатыны бер аҙ тынып торҙо, шунан ҡот осҡос хәбәр һалды:
– Арыҫланғәле тәгәрәне бөгөн, төш мәлендә, тромб ысҡынған.
– Нимә? Шунан! – Вәкил ҡысҡырып ебәрҙе.
– Күрше юҡ инде. Улы белмәй әле. Ипләп кенә ултыртып алып ҡайт. Әйтмә, йөрәге ярылыр.... – ҡатыны иламһырап телефонын һалып ҡуйҙы.
Ярты сәғәтләп ҡуҙғала алмай шаңҡып ултырҙы Вәкил. Бына кеше ғүмерҙәре. Кисә генә эңерҙә, яйлап ҡына ҡар көрәгән булып, туҡтап тәмәке тартҡан булып, һөйләшеп-көлөшөп торҙолар. Ай был тажзәхмәт, әрәм итә арыу әҙәмдәрҙе.
– Бына һиңә. Хреново. Яҙмыш ҡарттың бөгөн ниндәй көй һуҙарын кем белгән. Дә-ә...
Айнур белмәй тине. Бына һиңә юл. Ауыр буласаҡ. Нимә, әйтергәме? Юҡтыр. Ундай хәбәрҙе нисек еткерергә лә, ундай саҡта үҙен нисек тоторға ла белмәй ул. Һөйөнсө хәбәрен генә еңел ул. Берҙән-бер улы. Атаһының яратҡан балаһы. Ике ҡыҙынан һуң, ете йыл үткәс кенә өсөнсөгә тәүәккәленәләр улар Мәүлиҙә менән. Улы тыуғас һөйөнөсөнән бар урамды өс көн һыйланы Арыҫлан. Аҡыллы булып үҫеп килә малай, туғыҙҙы тамамлай.
Айнур уны гимназияның ҡапҡа төбөндәге пост бүлмәһендә әҙерләнеп, көтөп тора ине. Еңелсә биштәр аҫҡан булған. Тыныс күренә. Өҫтөнә ниндәй ауыр ҡайғы төшкәнен белмәй инде бахыр. Вәкил төшкәс күреште, көсәнеп йылмайған булды. Малайҙың кәйефе юҡ ине, башын күтәрмәй генә ҡулын һуҙҙы, әллә беләме икән? Алға ултырты малайҙы. Ҡайышын да үҙе эләктерҙе Вәкил. Юлда ауыр хәбәрҙе еткереп ҡуйһалар, белеп буламы, онотолоп, ишекте асып осоп ҡалмаҫ тимә. Ҡуҙғалғас та, телефоныңды һүндереп тор, Айнур, яйлап һөйләшеп ҡайтайыҡ тигән булды. Барғанда берәйһе хәбәр ебәрер ҙә... нишләргә белеп булмаҫ. Малай тыңланы, эйе, һүндереп ҡуйҙы смартфонын. Сәйе-ер.
Ҡуҙғалдылар. Ҡышҡы көн ҡыҫҡа, ҡараңғы ла төштө. Ҡала ситендәге ҡасаба улай уҡ йыраҡ та түгел дә, ләкиин ҡала "бөкө"һөн йырып сыҡҡансы, артабан егерме биш саҡрымды ырамлы ғына барғанда ла сәғәт тирәһе ваҡыт китә.
– Что-то кәйефең юҡ, икеле алдыңмы әллә? – тип йылмайған булды рул артында ултырыусы. Малайҙың ҡулбашына ҡағылып-ҡағылып алды.
– Уҡыу бара былай, географиянан сиреккә өс сығыр, ахыры.
– Нисек улай?
– Уҡытыусы әшәке. Наилға контрольныйҙа күсерергә биреп торғайным, күрҙе лә “икеле” ҡуйҙы. Ә Наилгә – “биш”. Наручны. Тик атайға был турала әйтмә.
– Һин брат тип инде, үҙеңсә ярҙам итәм тип...
– Эйе, беҙ брат за брата, горой... Үпкә юҡ дуҫҡа. Ярай, үҫкәс географияны сәйәхәт итеп тә белермен. Йәйгеһен атай Төркиәгә барабыҙ тине.
Вәкилгә шулай ҙа рәхәт булып китте, тимәк белмәй, тип уйлап алды. Атайға әйтмәй тор ти бит. Их, братка, белмәйһең шул... Бер аҙ тын барғас Айнур һорап, нығытып ҡуйҙы.
– Атайға әйтмә йәме, – үҙ мөлдөрәп ҡараны.
Вәкил уйланып килде лә:
– Юҡ, әлбиттә, мин мужик та һуң.
Бара биргәс, уйланып онотолоп китеп, Вәкил аңғармаҫтан былай тип һалды. Бәлки уйлап-аңлаптыр.
– Миңә ун өс йәштә атай аварияла үлеп ҡалды. Мин атайһыҙ үҫтем.
– Ниңә быны миңә һөйләйһегеҙ әле. – Малайҙың киҫкен генә өндәшеүенә Вәкил ҡапыл һиҫкәнеп китте. Шулай ҙа бер ни булмағандай һүҙен дауам итте.
– Эш шунда, атай үлгәс, бөтә эш минең өҫкә төштө. Дуҫтар күп ине, шуға бесән әҙерләү булһынмы, утын ярыумы, вис бергә йыйылабыҙ ҙа эшләп ташлайбыҙ. Шуға еңелерәк булды. Браттар күп булһын тип әйтмәксемен.
– Ә-ә, – тигән булды Айнур. – Атай ҙа миңә шулай ти, дуҫтар күп булмаһа булмаһын, ике-өс тоғро братың мотлаҡ яныңда йөрөһөн, тип өйрәтә.
– Дөрөҫ, ауыр саҡта килеп етерлек булһындар, –тигән булды өлкән кеше. Улын “мужик”тарса тәрбиәләргә тырышты шул күршеһе.
Бер аҙ барғас күңелен күтәрергә теләп анекдот һөйләп алырға булды Вәкил.
– Мәктәп тигәндән, бер көләмәс. Былай анекдот яратаһыңмы?
– Бик яратмайым, ну, һөйләп ҡарағыҙ, – телефон һүнгән, башҡа нишләйһең тигәндәй ҡулдарын йәйгән булды үҫмер.
– Урам буйлап олатаһы менән ейәне китеп бара. Ҡаршыларына малайҙың уҡытыусыһы Маһира Әхмәтовна килә икән. Олатаһы ихлас борсолоп ейәненә: "Йәшен, тиҙ генә! Бөгөн мәктәбеңә барманың бит!" – ти , ә ейәне: "Үҙең йәшен, мин олатайым үлеп китте тип алданым!" –тимәһенме.
Алйоттарса көләмәс икәне һуңынан ғына башына килеп етте Вәкилдең. Шулай ҙа көлгән булды, Айнур ҙа йылмайҙы:
– Алдашырға ярамай шу-ул.
– Төрлө ваҡыт була, ҡай саҡ кеше хәленә инәм тип алдашырға ла тура килә. Тормош уйын да, тормош көрәш тә бит ул.
– Ә мин бөгөн атайҙы төштә күрҙем.
Тертләп китте өлкән кеше.
– Нимә тип?
– Балыҡ тотабыҙ икән тип. Тик балыҡ эләкмәне.
– Ә нишләп?
– Төш булғанға. – тип йылмайҙы Айнур, шунан биштәрен асып, – бына ҡара, Вәкил ағай, атайға термоноски алдым. Йылы буласаҡ. 23 февралгә, бүләккә. Бер нисә ҡармаҡ та бар, мармышкалар менән.
Вәкил бер ҡулы менән үрелеп носкиҙы тотҡолап ҡараны.
– Эйе, йылы. Шәп бүләк.
– Байрам көндәрендә бәлки Димгә төшөп ҡарарбыҙ. Так что атай көтә мине.
Вәкилдең эсендә бер нәмә өҙөлөп төшкәндәй булды. “Көтә-ә шул...”
Ваҡытты әҙерәк булһа ла һуҙайым әле тип Вәкил заправкаға инергә булды.
– Ҡайҙа ҡабаланырға. Заправкаға инәйек, кофе эсеп алайыҡ.
Инделәр.
– Нимә теләйһең – заказ бир, Айнур, американомы, әллә латте – һыйлайым.
– Борсолмағыҙ, аҡса бар минең.
– Ти-ихо, мин тигәс мин, әйҙә капучино алайыҡ, ул тәмлерәк тә, ҡиммәтерәк тә, – ир үҙе заказ бирҙе.
Оҙон тояҡлы ултырғыстарға ултырҙылар. Кофены тәмләгәс Айнур:
– Вәкил ағай, һеҙҙең менән ни булған? Үткән аҙнала ғына... йә ярай ҙа, – тип ҡуйҙы.
– Нимә үткән аҙна?
– Һағыҙға полтинник һорағайным, шиш һиңә, тигәйнегеҙ.
– Әй, үткән аҙна минең кеҫә тишек ине, ни шиша, – тигән булды.
– Белмәйем, белмәйем, – Айнур йылмайҙы.
Күңелдәр бер аҙ күтәрелгән дә кеүек. Тағы ҡуҙғалдылар.
– Айнур, әйт әле, иң ауыр саҡта кеше нимә эшләй?
Малай уйланып ултырҙы.
– Мин проблемалар күбәйә башлаһа, ятам да йоҡлайым. Иртәгәһенә уже нормально кеүек, бар мәсьәләне лә хәл итеп булыр һымаҡ. Географиянан да шулай буласаҡ.
Иң ауыр саҡ географиянан “икеле”не төҙәтеү генә булһа икән дә ул, тип уйланы Вәкил.
– Бигерәк ҡыҙыҡ икән...
– Шаяртам, ныҡ ҡыйын булһа кеше уйлана йә илай инде. Үҙегеҙ атайығыҙ үлгәс нишләнегеҙ һуң? – күҙенә тура ҡараны үҫмер.
– Мин... – Вәкил дә уға текләне. Малайҙың йөҙө һағышлы ине шулай ҙа. – Мин йылға буйына төштөм дә ергә ятып иланым, шунан шым ғына йырланым. Ике сәғәт шулай ниндәй йырҙар беләм йырлап тик ултырҙым.Үҙем йырлайым, үҙемдең күҙемдән йылға булып йәш аға. Беҙҙең заманда телефон юҡ ине бит, музыка тыңларға.
Тын барҙылар.
– Әйҙә йырлайыҡ, – тине лә, көтөп тә тормай һуҙып та ебәрҙе өлкән күршеһе. Үҙенең күҙҙәренән йәш аҡты. –
Оҙатып вокзалдар ҡаршында,
Әсәләр маңлайҙан үптеләр.
Донъяны күрмәгән балалар
Туҙанлы юлдарҙан үттеләр.
Айнур ҡушылманы, Вәкил йырлап туҡтағас:
– Мин был йырҙы белмәйем, – тип кенә ҡуйҙы.
– Дауай үҙең белгәнде.
Үҫмер иңәлтмәне. Ҡарлыҡҡан тауыш менән йырлап ебәрҙе. Ике ҡулы менән гитара уйнаған кеүек ишара ла яһаны.
– Русса инде, Цой, “Восмикласница” .
Ты говоришь, что у тебя по географии трояк,
А мне на это просто наплевать.
Ты говоришь, из-за тебя там кто-то получил синяк,
Многозначительно молчу, и дальше мы идём гулять.
М м м м, восьмиклассница...
Моңо юҡ ине малайҙың. Шулай ҙа тыңлауы ҡыҙыҡ та, танһыҡ та тойолдо Вәкилгә. Егет булып үҫеп килә, тип уйланы.
– География, трояк... Круто! Һәм нишләптер ҡыйын да... – Вәкил һағышлы күҙҙәре менән малайға баҡты.
– Һеҙҙең тауышығыҙ ҡалтырай, Вәкил ағай, бая йырлағанда ла ҡалтыраны.
– Мин, Айнур, яҙмыш ҡарттың бөгөн ниндәй көйҙә йыр һуҙғанын беләм. Ҡайғылы-һағышлы нотала йырлай ул бөгөн, шуға тауыш та... – әйтеп бөтөрмәне, күҙҙәрен алға төбәне.
Йыраҡта ҡасаба уттары күренде. Вәкилдең тамағына төйөр тығылғандан тығыла барҙы. Ипләп кенә Айнурға ҡарап алды. Ҡабаланмай ғына ҡайтты. Тик барыбер ҙә ҡасан да булһа туҡтар нөктә була бит инде, ҡасан да булһа әсе, күтәргеһеҙ хәбәр етәсәк балаға. Урамға боролғас та Айнурҙарҙың ихатаһы алдында бер нисә машина йыйылғайны, тышта бер нисә ирҙең тәмәке тартып һөйләшеп торғанын шәйләргә мөмкин. Бар бүлмәләрҙән дә ут бөркөлә. Йорт алдын трактор менән киңерәк таҙартҡандар, ситтәрәк ҡар өйөмө хасил.
– Бер-бер хәл булғанмы, кеше йыйылған, – тигән булды Вәкил. Үҙенең күҙенән йәш бәреп сыҡты. – Ныҡ бул, Айнур...
– Ысын икән... Атай, ата-ай! – тип бүреге менән йөҙөн ҡапланы малай. Шунда ғына бала ҡалтыранып иларға тотондо.
Уға төш ваҡытында уҡ кесе апаһы:"Ҡайтырға кәрәк, атай..." – тип кенә “Телеграмм”дан хәбәр ебәргәйне. "Нимә атай?" – тип һораны. "Ҡайтҡас..." – яуап ҡыҫҡа булды. Вәкил ағаһынан улай тип һорарға ҡыйманы. Унан бигерәк, атаһының үлеме хаҡында уйларға ла ҡурҡты. Һиҙенде, ныҡ һиҙенде шулай ҙа.
Ир ныҡ итеп үҫмерҙе ҡосаҡлап алды. Атаһы биргән йылылыҡты ла, һөйөүҙе лә ул мәңге бирә алмаясаҡ, шулай ҙа ғүмере барҙа ташламаясаҡ уны.
– Атайың шәп кеше ине. Мин бер сәғәткә булһа ла уның ғүмерен оҙайтҡым килде... Һинең менән бергә! – тине.
Малай мөлдөрәп уға ҡараны ла ишетелер-ишетмәҫ итеп:
– Яҙмыш ҡарттың йырында бөгөн мәңгелек нотаһы бар! – тип шыбырҙаны.