Сәсмә әҫәрҙәр
14 Мая , 11:25

Башҡортостандың халыҡ шағиры Тамара Ғәниева туған мәктәбенә китаптарын тапшырған

Көйөргәҙе районында Башҡортостандың халыҡ шағиры Тамара Ғәниеваның 75 йәшлек юбилейы уңайынан тантаналы саралар үтә.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Тамара Ғәниева туған мәктәбенә китаптарын тапшырғанБашҡортостандың халыҡ шағиры Тамара Ғәниева туған мәктәбенә китаптарын тапшырған
Башҡортостандың халыҡ шағиры Тамара Ғәниева туған мәктәбенә китаптарын тапшырған

Кинйәбай ауылы мәктәбендә шағирәнең ижадына арналған әҙәби-музыкаль кисә ойошторолған.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Тамара Ғәниева сәләмәтлеге етмәү сәбәпле тыуған ауылында үткән сараларға ҡайта алмаған. Шағирәнең ҡыҙы, БР-ҙың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Неля Ғәйнетдинова әсәһенең мәктәбенә ғаилә китапханаһынан китаптар бүләк иткән, уның сәләмен, изге теләктәрен еткергән.

Мәктәпкә тапшырылған коллекцияға Тамара Ғәниеваның башҡорт, рус һәм татар телдәрендәге әҫәрҙәр йыйынтығы ингән. Улар араһында шиғри, проза, тәржемә әҫәрҙәре бар. Шулай уҡ мәктәпкә Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә сыҡҡан яңы китаптар тапшырылған. Улар араһында Башҡортостандың билдәле яҙыусыларының Зәйнәб Биишеваның, Ҡәҙим Аралбаевтың, Ғәлим Хисамовтың, Мөнир Ҡунафиндың, Камил Зиһаншиндың, Факиһа Туғыҙбаеваның, Флорид Бүләковтың, Зәки Әлибаевтың һәм башҡа бик күптәрҙең китаптары, дәреслектәр һәм уҡыу-уҡытыу әсбаптары бар.

Автор:
Читайте нас