

Вәзирә, өйҙәре ҡашындағы туҡталышҡа тиклем бармай, автобустан ауыл осонда төшөп ҡалды ла, Улаҡ яғына боролдо. Бәләкәй сағынан ошо юлды ярата ул. Интернаттан ҡайтҡанында ла, атаһы, уның ғәҙәтен белгәнгә күрә, гел шишмә янында ҡаршы ала ине, автобус килер мәлдә генә һыу феләген тракторына ултырта ла Улаҡҡа юлланған була. Әле бөгөн дә, саҡ таң атыуға ҡарамаҫтан, алыҫтан, һомғол ҡайындар араһынан Вәзирә шишмә буйында атаһының юлға ҡарап, уйланып торғанын абайланы.
– Ни булды, атай, иртә менән һыуға килгәнһең...
– Һине ҡаршы алам.
– Ҡайтырмын тимәгәйнем дә, ҡайҙан белдең һуң?
– Әлләсе, ҡыҙым, кисә һөйләшкәндә ҡайҙалыр атлыға инең һымаҡ. Балалар ни хәлдә? Төнгө юл ауыр булманымы? Кейәү төнгөлөккә таксиға сығыуыңа риза инеме?
– Бөтәһе лә яҡшы, атай, әйҙә, феләгеңде тултыр ҙа, ҡайтайыҡ. Һыйырҙы һауып, көтөүгә оҙатайыҡ, һуңлатып ҡуймайыҡ.
– Әйҙә, улайһа...
Ауылдың ошолай һил мәлен ярата Вәзирә. Бөтә тереклектең тәмле йоҡонан иҙрәп кенә уяныуында ниндәйҙер серлелек бар. Төн менән көндөң айырылышыуы иртәнге томан менән һыҙыла. Тап шул саҡта яйлап-яйлап ҡош тауыштары ишетелә башлай. Көн һайын ишетһәң дә, үтә ҡәҙерле һәм яҡын ул тауыштар. Шул мәлде тотоп ҡалырға теләгәндәй, йоҡонан да иртә уяна торғайны бәләкәй сағынан Вәзирә. Инде ун йылдан ашыу баш ҡалала йәшәһә лә, ауылдың йәйге таңдарын һағына ул. Уңайы сыҡҡан һайын әйләнә лә ҡайта. Бөгөн дә, әсәһенең ҡапыл ҡан баҫымы күтәрелеп, дауаханаға ятҡанын ишетеү менән, эшенә барып отгулға ғариза ҡалдырҙы ла ауылға елдерҙе.
Атаһы һауылған һыйырҙы көтөүгә ҡыуып килгәнсе, самауыр ҡуйып, аласыҡта иртәнге аш, әсәһенә больницаға алып барырға тауыҡ һурпаһы бешерергә ҡуйҙы ҡатын. Шунан самауыр шыжлауына иҙрәп, яратҡан йырын көйләй-көйләй аласыҡтың солан иҙәнен һөртөп алды. Иртәнге сәйгә ҡарағат япрағы ла ҡушып һалайым, тип баҡсаға инде.
– Атаҡ, был ни эш?! – Вәзирә, ҡарағат ҡыуаҡтарын һындырып ятҡан велосипедты күреп, ҡысҡырып уҡ ебәрҙе.
– Йә, Хоҙай, кемдең этлеге был?
Һыныуҙан япраҡтары һулый башлаған ҡарағатты нисек тә ҡотҡарырға тырышып, Вәзирә ауыр велосипедты ҡапҡаға терәтеп ҡуйҙы ла, өйҙән бинт алып сығып, һынған ботаҡтарҙы бәйләне.
– Ниндәй әшәкелек, был тиклем этлеккә кемдең ҡулы күтәрелгәндер, китсе-китсе...
– Ни булды, ҡыҙым? – көтөү ҡыуып ҡайтҡан Ишмырҙа ағай ҡыҙы эргәһенә йүгереп килде.
– Бына, ҡара... Алама велосипедтарын ҡарағат өҫтөнә ырғытып киткәндәр! Әрәм генә иткәндәр!
– Ҡуй, ҡыҙым, баш һау булһын, бушҡа көймәсе! Үҫер ул. Бер баҡса тулы бит улар. Былай ҙа төн буйы юлда йоҡламай килгәнһең. Ана, самауырың да ҡайнап сыҡҡан, әйҙә, сәй генә эсәйек тә, эшкә китәйем. Юл ыңғайы әсәйеңә лә һуғылырмын, көтәлер инде.
– Хәҙер, атай, ошоноһон ғына бәйләйем дә, бәлки, яңынан үҫеп тә китер. Емеш бирәм тип кенә ултырған була ла...
Атаһын эшкә оҙатҡас, Вәзирә баяғы ҡапҡа төбөндәге велосипедҡа ҡарап, тағы уйға батты. Урам тышына сығып, күрше-тирә баҡсаларына ла күҙ һалды. “Кеше бейегерәк ҡоймалар эшләп ҡуйып бөткән шул! Беҙҙеке генә тәпәш, боронғоса. Велосипед шуға беҙҙең баҡсаға “һикергәндер”, – тип оҙаҡ ҡына ауылдың ул осона ла, был осона ла ҡарап торҙо, тик ике тәгәрмәсле техника һорап килеүсе күренмәне.
Йорт тирәһендә ул-был эштәр менән көн үтте. Быға тиклем күрше-күлән ҡырҡ инеп, ҡырҡ сыға торғайны, бөгөн, нишләптер, бер кем дә күренмәне. Ут күрше Фәйрүзә инәйгә Өфө күстәнәстәре тотоп барҙы Вәзирә, тик ҡапҡаһын астыра алмай, кире ҡайтты. Бесән ваҡыты, халыҡ ҡырҙалыр. Бер үҙе генә йәшәгән Фәйрүзә инәй ҡапҡаһын келәгә япмай торғайны, моғайын, ул да емеш-еләккә ҡырға сыҡҡандыр. Ни ғәжәптәндер, ҡаршылағы Ынйыбикә инәй ҙә күренмәне бөгөн. Ул йәй буйы баҡса буйында күләгәлә йәйелгән урындыҡта ҡорамыш ҡорай. Ауылдаштар ҙа уның янына йыйылып китер ине, кемеһе китап тотоп, кемеһе – бәйләмен, тигәндәй... Көнө бөгөн түгелдер. Был юҡлыҡҡа Вәзирә аптырабыраҡ ҡуйһа ла, уйҙары баяғы ҡойма, ҡапҡаларҙың бейеклегенә барып тоташты. Эй-й, алаһы ла, ҡолаһы ла замана балаһы шул хәҙер.
Кискә ҡарай, мал килер алдынан Вәзирә ихатаға кемдеңдер инеп килгәнен күреп, ҡаршы сыҡты. Башта хужабикә һаулыҡ һорашырға уҡталды ла, ҡыҫҡа ғына шорты кейгән, иренен ҡып-ҡыҙылға мансып буяған 12-14 йәштәр тирәһендәге ҡыҙыҡайҙың уҫал ҡарашынан өркөп, туҡтап ҡалды.
– Эй, бур, ҡайҙа минең велосипед?! – саҡырылмаған ҡунаҡ үҙен тәрбиәһеҙ итеп күрһәтә һалды.
– Һин кем?
– Бир минең сәпитте, хәҙер әсәйем килһә, белерһең минең кем икәнде!
– Ә ҡайҙа ҡалдырғайның сәпитеңде? Нишләп ҡалдырҙың?
– Ошонда. Төндә баҫтырыш уйнап йөрөнөк тә, мин һеҙҙең урамда йәшендем, сәпитемде баҡсағыҙға һалып торҙом. Бир, давай, полиция саҡыртмаҫ борон!
– Әйҙә әле, мин һиңә бер нәмә күрһәтәм, – Вәзирә, ҡыҙ балаға һынған ҡарағаттарҙы күрһәтмәк булып, баҡса яғына атланы. Ләкин ирене бүлтәйгән бала торған урынынан ҡуҙғалманы.
– Мин ҡалдырған урыныма килеп ҡайттым инде бер сәғәт элек, унда юҡ. Әсәйемде саҡырҙым, хәҙер ул бында килә. Штраф түләйһең, белдеш?!
– Белдеш... мин түләйемме?
Шул саҡ ҡапҡаны тибеп асып, түбән остағы Сара апай, ауылдың иң сибәр ҡыҙҙарының береһе, әйткәндәй, уларҙың ҡоймаһы ауылыбыҙҙағы иң бейеге шикелле, ҡысҡырып уҡ килеп инде:
– Бахыр, ул велосипедтың күпме торғанын белә микән был байғош? Бур һин! Тәрбиәһеҙ! – уның йөҙөндә бөгөн бер ниндәй ҙә сибәрлеге күренмәй ине. Һәр хәлдә, Вәзирәгә ҡапыл шулай һымаҡ тойолдо.
– Сара апай, һаумыһығыҙ. Был мин, Вәзирә, һеҙ мине танымаған кеше һымаҡ һөйләшәһегеҙ. Баҡсала, булған ғына ҡарағатты вис һындырып, таныш булмаған велосипед күреп... – Вәзирә һөйләп бөтә алманы, Сара тағы ҡысҡырып ебәрҙе:
– Һин минең иремдең кем икәнен белмәйһеңме, сығар баламдың сәпитен! Уны үҙеңдеке итеп, байып китермен, тиһеңме, бахыр?! Нисек ҡулың ынтылды уға тейергә?! Ундайҙы ғүмерҙә лә күргәнең юҡ бит, төшөңә лә инмәйҙер әле! Баламдың күҙ йәшен түктереп, ни йәнең менән ҡыҙыма ҡарап торған булаһың, ярлы-ябаға?!
– Велосипед һеҙҙең янда ғына, әйләнеп ҡарағыҙ, баҡсаның ҡапҡа... Вәзирә бүтән бер нәмә лә өндәшә алманы. Тыны ҡыҫылды. Йығылып китмәҫ өсөн өй бүрәнәһенә таянды. Ә тегеләр, хужабикәнең шул хәлен күреп, ниндәйҙер рәхәтлек кисереп, яйлап атлап, ҡапҡаны шарт ябып сығып киттеләр...
Вәзирә бөтөрөндө. Һөйәлеп ҡалған бүрәнәгә нығыраҡ һыйынып, донъяның алдын-артын күрмәгән баланың ҡыланышына, быға юл ҡуйған әсәнең тупаҫлығына иҫе китте. Шулай ҙа быларҙың тотошон аҡлар өсөн, ғәйепте әлеге лә баяғы ҡапҡаға япһарып ҡуйҙы: бейеген яһатырға кәрәк.
...Был хәлдән һуң ун йыл самаһы ваҡыт үтте. Ғүмере буйы совхозда тракторсы булып эшләгән Ишмырҙа ағай хаҡлы ялға сыҡҡас та, ихаталарын тулыһынса ҡаплап торған бейек ҡапҡа ҡуйҙырҙы. Хәҙер уларҙың ишегалды һаҡлаулы, тигәндә лә була. Ә ҡарағат баҡсаһының рәшәткә ҡоймаларын алыштырманылар.
– Кешенән йәшерер нәмәм юҡ, тәҙрәнән ҡарап ултырырға, исмаһам, урам яғы асыҡ булһын, – тине әсәһе.
Вәзирәнең тыуған ауылы матур, төҙөк. Күрше-күлән ихлас, бер-береһенә иғтибарлы. Әле бына йәйге ялға сыҡҡас, ғаиләһе менән машинала тыуған яҡтарына ҡайтып барыштары. Йәй йәйлеген итә: бар тереклек ҡояш нурҙарына иркәләнә. Ҡайтып еткәс тә, Вәзирә, ғәҙәтенсә, самауырға һыу алырға Улаҡ шишмәһе буйына төштө. Ҡоштар һайрауы Улаҡты моңға күмгән. Улар тауышынан күңелгә илаһи рәхәтлек йүгерә. Вәзирә тәүҙә кинәнеп шишмә һыуын эсте, шунан ергә ултырып, бер аҙ ял итеп алды.
Тәбиғәт уның күңел түренә илаһилыҡ өҫтәргә теләгәндәй, әкрен генә еләҫ һауаһын ебәргәндәй булды.
Бер аҙҙан Вәзирә шишмә һуҡмағында көйәнтәләп килә ятҡан кемделер шәйләне. Урынынан тора һалып, күнәктәренә һыу тултырҙы ла, ҡайтыу яғына ыңғайланы һәм шишмәгә етеп килеүсе ҡатынға һаулыҡ бирҙе:
– Һаумыһығыҙ!
– Һаумын.
Ҡатын таныш түгел һымаҡ. Башына яулыҡ ябынған, оҙон күлдәктә. Тауышы кемделер хәтерләтте, тик Вәзирә үтә иғтибар биреп торманы, шәп-шәп атлап, ҡайтып китте.
Аласыҡта урындыҡҡа ашъяулыҡ йәйеп, ҡала күстәнәстәре менән самауыр сәйе эсеп, хәл-әхүәл һөйләшеп ултырғансы, көн кискә ҡарай ауышты. Өләсәй менән ҡартатай ейәндәре менән мал ҡаршы алырға сыҡты. Иптәше менән Вәзирә юлдан килгән әйберҙәрен бушатырға өйгә инде. Ағас йортта йәй көнө бигерәк рәхәт – һалҡын, саф һауа, тыныс та. Тәҙрә төптәрен әсәһенең сәскә атҡан гөлдәре биҙәй. Ҡатын төпкө бүлмәнең тәҙрәһенә яҡын килеп, урамға күҙ ташланы. Улар йорто ҡаршыһында кемдер магазин асып ебәргән. Халыҡ һаман ингеләп-сыҡҡылап тора. Кис булһа ла, хужалары магазинды япмаған. Йәйгеһен, бөтәһе лә ауылға ағылғанда, магазин тотоусыларға күберәк аҡса эшләп ҡалыр ваҡыт шул. Ана, кемдер күңелләнеп тә алған. Магазин ишегенә тотона-тотона сыҡты ла тупһаға ултыра төштө. Әллә ултыра ла төшмәне, шунда урынлашырға тейеш булған һымаҡ күренеп ҡуйҙы. Сөнки ултырҙы ла ҡултығы аҫтынан шешә сығарып эсергә кереште. Шунан тупһаға йәйелеп үк ятты. Вәзирә был күренеште күҙәтеп тороуына уңайһыҙланды. Ләкин артабан ни булырын көтөп, әллә ниндәй ауыр уйға батты ла ҡуйҙы: кем икән һуң был? Бер ҙә сырамытмай. Кейеменә ҡараһаң, ир-егет һымаҡ, салбарҙа. Сәсенең ялбырап тороуы ҡыҙҙарҙыҡы. Бер аҙҙан уның янына бер ҡатын килеп, беләгенән һөйрәп торғоҙҙо ла, ҡултыҡлап урам буйлап үр яҡҡа алып китте. Был ҡатынды Вәзирә танығандай булды. Баяғы улаҡ башында көйәнтәләп ул килгәйне шул. Тауышы ла таныш ине...
Вәзирә, нимәнелер иҫенә төшөргән һымаҡ, ҡапыл уфтанды ла, тәҙрә эргәһендәге ултырғысҡа шап ултырҙы: был бит теге сибәр Сара апай! Ә тегеһе – ҡасандыр ошо баҡсалағы ҡарағаттарҙы һындырған сәпиттең хужабикәһе!..
– Иртәгә иртәрәк йоҡонан тороп, ҡалаға барырбыҙ. Бынау баҡсаның ҡоймаһын тимергә, бейегерәккә алыштырырға материал алырбыҙ, йәме. Юғиһә әллә ниҙәр күренә! – тине Вәзирә, иренә ҡарап.
Рәзилә Ырыҫҡужина.