Күрше хаҡы. Хикәйә

Ҡаршылағы тау башынан ауыл ус төбөндәге кеүек күренә. Шунда ултырған ирҙең барлы-юҡлы сәсен ел туҙҙыра, иркәләй. Алыҫтарға төбәлгән уйсан ҡарашынан, әйтеп бирә алмаҫлыҡ һағышлы йөҙөнән, әрнеү ҡатыш беленер-беленмәҫ йылмайыулы уйсан ҡарашынан ир-уҙамандың хәтер йомғағын һүткәнен аңларға була. Бала сағы, йәшлек йылдары, бар ғүмере, бер көн кеүек, күҙ алдынан теҙелеп үтәлер. Их, ғүмер ағышын кире бороп булһа, барлыҡ байлығын бирер ине. Ул ауыр һулай, көрһөнөп ҡуя. Ниндәй иҫ китмәле тормош юлы үтелгән. Барыһы ла бына әле генә булған һымаҡ. Тик ниңә йылдар үтеп барғанда ғына Әҙәм балаһы шул матур мәлдәрҙең ҡәҙерен белә икән?  

Йылдар, йылдар... Кеше, ысынбарлыҡта, уларҙың бер-бер артлы һиҙелмәй үткәнен аңламай ҙа шикелле, бала сағы, йәшлек йылдары үтә, яйлап донъя баҫа. Олоғая килә генә ул аяҡ аҫтынан ер китеүен тоя, йәшәү тәмен белә, ниндәйҙер бер сәм менән йәшәргә ынтыла, бар нәмәгә өлгөрөргә тырыша, һуңғы һулыш алғандай була...

Бала саҡта сабып елгән сыбыҡ аттар юғала, ғәмһеҙ, тамаҡ туҡ, өҫ бөтөн, өйҙә атай-әсәйҙең наҙы, йылыһы булған мәлдәр артта ҡала, ярһып йәшлек килә. Кеше уҡый, йәшәй, һөйә, эшкә өйрәнә, тәүге һынауҙарҙы, ҡаршылыҡтарҙы үтә, тормош һабаҡтары ала, оло тормош юлына баҫа. Яҙмышына күрә, кемдер гел бер генә ағыш менән бара, ә кемдер тормошон шыма ғына матур итеп башлай ҙа, икенсе ярҙа тороп ҡала. Үпкә, көнләшеү, аңлашмау кеүек сәбәптәр йәшәүгә нөктә ҡуя. Ҡай саҡ ғүмер ағышы кеше яҙмышын ҡырҡа үҙгәртеп ебәрә.

Нәҡип менән Әнүзә – күршеләр. Нәҡип – әсәһенең берҙән-бер улы, ә Әнүзә – малайҙар араһында үҫкән бер бөртөк ҡыҙ. Атлай башлағандан алып күршеләр матур, ғәмһеҙ бала саҡтарында бергә уйнаны. Йәшенмәк, сәкән һуғыу, “Үгеҙ йөҙөгө”, “Аҡ тирәк-күк тирәк” уйындары, һыу инеү, футбол, волейбол, сыйырсыҡҡа оя, тағараҡ эшләү, ҡайын һыуына йөрөү, йәйғор баҫтырыу һәм башҡалар. Үҫеп еткәс, киске уйындарға йөрөнөләр, һабантуйҙарҙы ҡалдырманылар, кинолар, концерттар ҡаранылар, үҙ тиҫтерҙәренән айырылманылар – уйҙары ла бергә булды. Уҡырға ла икәүләп барҙылар, йәшлек йылдары ла бергә үтте. Әммә ғүмер буйы ҡыҙҙың атаәсәһе, һәр хәлдә, әсәһе арала торҙо. Күршеләрҙең өс малай араһындағы бер бөртөк ҡыҙы ата-әсәле үҫте, уны ағалары ла иркәләтте, көтөп алынған ҡыҙыҡайға ата-әсәһе нимә алып, нимә бирергә белмәне. Ә Нәҡип атаһын иҫләмәй, ул сығып киткәндә алтыһы тулмаған булған. Ҡайҙа йөрөгәнен күреүселәр булды, әммә малай атайһыҙ үҫте. Әсәһе улын гел ҡурсаланы, иркәләне, бар ирҙәр эшен үҙе башҡарҙы. Әнүзә менән тәпәй баҫҡандан алып бергә уйнап үҫкәнгәме, икеһе лә бер үк ҡарашлы булдылар. Һигеҙенселә уҡығанда Нәҡиптең ҡыҙға ҡарата иғтибары ныҡ артты, егет уға бар яҡтан оҡшарға тырышты. Класташ егеттәр араһында бер башҡа айырылып торған, мыҡты кәүҙәле егетте оҡшатып уфтаныусы ҡыҙҙар юҡ түгел ине. Әнүзә лә ҡыйғас ҡашлы, һомғол буйлы, күҙҙәре янып торған, оҙон сәсле сибәркәй булып үҫеп етте. Бер көн мәктәптән ҡайтып килгәндә Нәҡип, бар ҡыйыулығын туплап, Әнүзәгә өндәште:

– Әйҙә, бөгөн тау башына барып әйләнәйек, ваҡытың булһа әгәр? –

Әллә инде, барайыҡ, тик мин... – Ҡыҙ албырғап ҡалды. Ул да күптән егетте оҡшата, тик үҙенең ҡапыл ризалыҡ биреүенә ныҡ оялды, шуға һүҙен әйтеп бөтмәй, битен ҡаплап ҡапҡа эсенә инеп юғалды. Нәҡип ҡәнәғәт атлап, бер аҙ хыялға сумып, боролоп өйҙәренә ҡайтты. Шатлығы йөҙөнә сыҡҡан малайын әсәһе:

– Нимә булды, йөҙөң балҡый? – тип ҡаршыланы.

– Барыһы ла яҡшы, бер нәмә иҫкә төштө, – тип ҡотолдо баштан-аяҡ ғашиҡ булған егет. Тәүҙә ашап алды, шунан һарайға сыҡты, мал-тыуарҙы сығарҙы.

Бөтәһе лә элеккесә, тик ниңәлер йөрәге сығып бара. Хәҙер Нәҡип ҡыҙға тыныс ҡарай алмай, тәне ҡалтырай, йөрәге күкрәген ярып алып бара. Бар эш тә ҡулында уйнап ҡына тора, әйтерһең, осоп йөрөй. Әле шишмәнән һыу алып килгәс тә, ике күҙе күршеләрҙә. Нәҡип ниндәйҙер татлы хыялдар ҡороп, киске осрашыуҙы көттө. Ул беренсе мәртәбә һөйгән ҡыҙы менән осраша!

Ҡояш байымаҫ элек тауға йүнәлде. Башына менеп еткәс, ҡоласын йәйеп, ауылына ҡарап торҙо. Ауыл аҫта, ҡуш ҡулға һыйҙырырлыҡ ҡына, ана, Ҡыҙыл йылғаһы ашҡынып ҡайҙалыр саба, тау битендә һирәк-һаяҡ умырзая күренә, йәшел үлән баш төртә. Бына ошо умырзая ла һөйгәнен, ҡар батырын, күрергә ынтылып, һыуыҡ ерҙе ярып килеп сыға.

Нәҡип аҫҡа ҡарап, уйсан ғына ултыра бирҙе. Тиҙҙән уҡыу тамамлана. "Уҡырға барырмы туғыҙға, әллә?.." Аҫта Әнүзә күренде, ул, ниңәлер, туҡтап, ҡарана-ҡарана килә. Нәҡип сыҙам ғына көтөп ултыра. Ҡыҙ килеп етте лә:

– Беҙҙе бар ауыл ҡарай, әллә нисек уңайһыҙ, – тине.

– Әнүзә, беҙгә кем ҡараһын, тау башына ауылға ҡарар өсөн мендек. Ҡара әле, ниндәй матур беҙҙең ауыл! Бына, ус төбөндә кеүек. Күпмелер ваҡыт үтер, беҙ һағынышып ҡайтырбыҙ ошо тау битенә, ауылды өҫтән күҙәтер өсөн. Бер-беребеҙҙе иҫкә алырбыҙ, әллә бер ваҡытта ла айырылышмайыҡмы, Әнүзә?

Әнүзә аҫҡа ҡарап, эйәген һелкеп ризалашты. Нәҡип ҡыйыу ғына ҡыҙҙың ҡулдарынан тотоп, аҫҡа ҡарап торҙо. Ҡыҙҙың ҡулдары ҡалтырай ине. Егет ҡыҙға өндәште:

– Һин өшөнөңмө әллә? Әйҙә, арғы тауға барып әйләнәйек, риза булһаң...

– Юҡ, өшөмәнем, былай ғына, әйҙә, барайыҡ.

Егет ҡыҙҙы ҡултыҡлап алды ла икенсе тауға ыңғайланылар. Ҡыҙ тулҡынланыуынан ҡалтырай, күңеле менән шатлана, егеткә һыйына. Ике ишәй шым ғына атлай, дарҫлап типкән ике йөрәк үҙ-ара һөйләшә. Оҙоноҙаҡ йөрөнө йәштәр. Ҡайтҡас та, ҡапҡа төбөндә егет ҡыҙҙың ҡулын ҡыҫып, оҙаҡ айырыла алмай торҙо. Бына шул көндән ике йәш йөрәк араһында мөхәббәт башланды.

Күршеләр татыу йәшәһәләр ҙә, Әнүзәнең әсәһе балаларының дуҫлығына ҡаршы төштө:

– Атаһы – зимагур, минең ҡыҙыма үрелмәһен. Һиңә тигән егеттәр ҡалала. Ишетһен ҡолағың! – тип өҙә һуҡты.

Әммә ҡыҙ егет менән осрашыуҙы дауам итте, тик күрешеүҙәр һирәгәйҙе, сөнки ағалары һағалап тора, Нәҡипкә туҡмаҡ та эләкте.

Әнүзә урта мәктәпте тамамланы ла юғары уҡыу йортона уҡырға инде. Нәҡип, әсәһенә ярҙам итеүҙе уйлап, документтарын ситтән тороп уҡыуға тапшырҙы. Көҙ егет әрме сафына алынды. Әнүзә, оҙатырға ҡайтам, тип һүҙ бирҙе, ләкин ҡайта алманы. Нәҡип поезға инеп ултырғас та көттө, юлдары ғүмергә айырыла, тип һис тә уйламаны.

Ҡыҙ уҡыуын дауам итте, Нәҡип әрменән хаттар яҙҙы. Бары хаттар аша ғына ике йәш йөрәк осрашыуға талпынды, уларҙың һөйөү хистәре яҡты, нурлы бер йондоҙ булып янды. Хеҙмәтенә ярты йыл ҡалғас, ҡыҙҙың хаттары һирәкләп килә башланы. Егет үҙенә урын тапмай ыҙаланы.

Был ваҡытта ағалары ҡарындаштарына бер ҡала егетен ҡоҙалай ине. Әнүзә май байрамына ауылға ҡайтҡанда ағалары буласаҡ кейәүҙәрен ҡунаҡҡа алып ҡайтты.

– Әйҙә, Әнүзә, элекке шикелле шаулап, бер бейеп ҡайтайыҡ, – тип ағалары уны, ай-вайына ҡуймай, киске уйынға алып сыҡты. Күңелле шул ауылда киске уйындар, Әнүзә ҡунаҡ егет менән бер-ике тапҡыр талғын вальс өйрөлдө. Шул көндән ҡыҙ артынан бер тотам ҡалмай йөрөгән егет таш моронлатты. Әнүзә, егеттең һүҙен йыҡмайым, тип бер мәртәбә осрашыуға ризалашҡайны, бар киләсәген юйып ташланы – ауылда, Әнүзә йөрөгән егетен алып ҡайтҡан, тигән хәбәр таралды.

Нәҡип әрменән ҡайтыуға эш олоға киткәйне, ҡыҙ уның менән осрашырға баҙнат итмәне, ә егет ышанманы, күрешергә теләне. Был мәлдә Әнүзә ҡала егетенең фатирына күсеп йәшәй ине, Нәҡип һөйгәнен уҡыу йортонда ла осратманы, ахырҙа, ярты йыл көтөп тилмереп йәшәне лә, әсәһен яңғыҙ ҡалдырып, Себергә сығып китте, эшкә урынлашып, ситтән тороп уҡыуын дауам итте. Өйләнмәне, ауылға өс йыл үткәс кенә ҡайтты.

Әсәһе ҡартайып киткән, әммә элеккесә һыр бирмәй йәшәргә тырыша. Бер аҙ күрше-тирәнең хәлен һөйләп алды, кемдең ейәне, ейәнсәре тыуғанын әйтергә онотманы, Әнүзә тураһында ләм-мим.

– Кеше һымаҡ, мин дә тере саҡта бәпәйҙәреңде һөйөр инем, – тине әсенеп. Нәҡип өндәшмәне, уның йөрөгән ҡыҙы ла юҡ, өйләнергә йыйынмай ҙа, ҡыҙҙар ҡайғыһы төштән кире, тип башын баҫып эшләп тик йөрөй. Кис еткәс, тауға ҡарап торҙо, аяҡтары уны үргә табан атлатты. Тау башында ҡолас йәйеп, күҙҙәрен йомоп, бер аҙ тын ғына баҫып торҙо, тирә-яҡҡа ҡысҡырып сәләм бирҙе. Әнүзә менән осрашыу мәлдәрен иҫкә төшөрөп йылмайып ҡуйҙы. Йөрәге үҙенә урын тапмай тибә, онота башлаған хистәр ҡабат яңырҙы, ниңәлер ҡаршыһына Әнүзәһе килеп сығыр кеүек. Тик бер кем дә күренмәне. Иртәгеһенә иртә тороп һыу буйына юл алды, бар тәбиғәт уны һағынып нимәлер шыбырлай кеүек. Талдар серле ҡосаҡлай, юл ситендәге өс ҡарағас та башын эйеп сәләм бирә, ә Ҡыҙыл йылғаһы шатлығынан һыуын сәпелдәтеп шарлап аға. Нәҡипте һағынған һыу буйҙары. Рәхәтләнеп йылға буйын ҡыҙырҙы, аяҡтарын һәлберәтеп яр ситендә ултырҙы. Ләззәтләнеп ҡайтып килә ине, күрше ҡапҡаһы асылды, унан бала күтәргән Әнүзә килеп сыҡты. Уңайһыҙ тынлыҡ урынлашты. Нәҡип тамаҡ ҡырып:

– Һаумы, күрше! – тине көс-хәлгә.

– Нәҡип... Мин... Әллә, эх... – Әнүзәнең һүҙҙәре буталды, ҡулындағы бала ҡапыл тынысһыҙлана башланы, ул боролоп кире эскә инеп китте.

Йылға буйындағы ләззәтлек хистәрен һыпырып ташланылармы ни!

Нәҡип өй тупһаһында уйланып ултыра, йөрәге дөп-дөп килә, уйҙарын бер епкә теҙеп ҡараны, тик улар, таралып киткән мал кеүек, бергә тупланырға теләмәне. Бына нисек? Әнүзә әсәй булған, ул бала урынында минең балам булыр ине. Һөйөүе шул ҡәҙәр генә булған икән, аңламайым барыбер, тип йөрәге ярһыны. Өйгә инде, әсәһе өтәләнеп йөрөп сәй әҙерләй.

Нәҡип ауылда бер аҙна торҙо ла кире эшенә юлланды, Әнүзәне башҡа күрмәне, башкөллө эшкә сумды. Һуңғы осрашыуҙа әйтергә теләгән һүҙҙәрен төрлөсә юраны. Шулай йөрөй торғас, уйламаҫтан, конторала эшләгән бер ҡыҙ менән танышты, уныһы егеттең башын бик тиҙ әйләндерҙе. Таняның йәше бара, сит мөхиттә бер үҙенә ҡыйын. Сыуаш ҡыҙы бик ҡыйыу булып сыҡты, торған ерҙә ут сәсрәтә. Нәҡиптең ысынлап дуҫлашырға иҫәбе лә юҡ ине, уға әле бары 25 йәш тула, ә Таня тиҙ арала кейәүгә сығырға иҫәп тота, 

көн дә осрашыу өсөн төрлө юлдар эҙләй. Нәҡип айына бер-ике тапҡыр әсәһенә шылтыратҡанда, һөйләшкән һайын әсәһе лә кәләш тураһында иҫкә төшөрөргә онотмай. Таня ла сайыр кеүек йәбеште, бер көн үҙенә ҡунаҡҡа саҡырҙы. Нәҡип гөлләмә, шампан шарабы тотоп, ҡыҙ саҡырған ваҡытҡа теүәл килде. Фатиры ыҡсым, бөхтә итеп йыйыштырылған, ниндәйҙер яҡты нур сәскән кеүек, егеткә өй бик яҡын, йылы тойолдо. Оло бүлмәлә өҫтәл әҙерләнгән, талғын музыка уйнай, аш-һыу бүлмәһенән тәмле еҫтәр килә.

Нәҡип гөлләмәне, шарапты тапшырғас, аңғармай ҙа ҡалды, Таня үрелеп, уны ирендәренән үпте. Егеттең тәне буйлап ниндәйҙер сәйер наҙ йүгереп үтте, алҡымына төйөр килеп тығылды. Сыуаш ҡыҙы өҫтәлгә саҡырҙы, бергә эшләгәс, һөйләшергә дөйөм һүҙҙәр тиҙ табылды, яйлап тыуған яҡтарын иҫкә төшөрҙөләр, унан атай-әсәйҙәргә күстеләр. Ҡыҙ ғаиләләрендә иң олоһо икән, ҡалғандары тыуған яҡтарында йәшәй, ике ҡустыһы кәләш алған, төпсөктәре быйыл мәктәп тамамлай. Таняға ҡырҙа яңғыҙына ҡыйын. Нәҡип үҙе тураһында бик аҙ һөйләне. Шарап шауҡымы бер аҙ ойотоп ебәрҙе, егет ҡыҙҙы вальсҡа саҡырҙы. Икәү талғын музыкаға әйләнгәндә, Таня башын ҡырын һалып, Нәҡипкә йылмайып ҡарай, күҙҙәре шундай сихри, үҙенә арбай. Тағы шараптан ауыҙ иттеләр, егет бер аҙ ҡыйыуланып китте, хәбәрҙәр ҙә күбәйҙе... Нәҡип ятағына һуңлатып ҡайтты, Таня ҡалдырырға теләһә лә, Нәҡип әрһеҙләнмәне. Тиҙ арала өйләнергә ҡарар итте, сөнки Әнүзә кеүек бер кемде лә һөйә алмаясағын белә. Бер көн оҙаҡ уйҙарға батып ултырҙы ла, гөлләмә тотоп Таняға барҙы һәм тәҡдим яһарға ашыҡты. Шул саҡта ҡыҙҙың шатланғанын күрһәгеҙ!

Нәҡип менән Таня бергә йәшәй башланы, бер айҙан никахлаштылар, дуҫтары менән ресторанда туй үткәрҙеләр, йәйгеһен бергәләп Нәҡиптең ауылына ҡайттылар. Әсәһе парлашып ҡайтыусыларҙы сабырһыҙланып көтә ине. Үҙ башҡортоң булманымы ни, тип бер аҙ иламһырап алды. Нәҡип һүҙҙе икенсегә бора һалды:

– Күршеләр нисек?

– Әнүзәнең атаһы үлеп ҡалды, – тине әсәһе, ҡалған ауыл яңылыҡтарын бәйнә-бәйнә һөйләп бирҙе.

Иртүк тороп Нәҡип һыу буйына ашыҡты, талдарға, өс ҡарағасҡа сәләм бирҙе. Яр ситендәге талдар шыбырлашып һағыныуҙарын еткерә, Нәҡип менән Әнүзәнең һөйөү хистәренең ҡайнарлығын иҫенә төшөрөп илай төҫлө улар. Ир бик оҙаҡ йөрөп ҡайтты. Таня түрбашта ҡоймаҡ ҡоя, әсәһе риза булып ҡарап ултыра, киленен маҡтап алды. Сәй эсеп алғас, Нәҡип ҡатынын тауға менергә саҡырҙы. Иҙән йыуырға йыйынған Таня, үҙең генә барып ҡайт, тине. Тау башында ауылға ҡарап ултырғанда аңғармаҫтан тауҙың икенсе һыртынан Әнүзә килеп сыҡты.

– Нәҡип күрше, һаумыһың, – тине ул, тыныс булырға тырышып.

– Һаумыһығыҙ, күрше, – тине Нәҡип, ниңәлер “һеҙ”гә күсеп.

– Ни хәлдәр? Балалар үҫәме?

– Рәхмәт, үҫә атайһыҙ... – тине ҡатын, көрһөнөп ҡуйҙы.

– Ә ниңә, ҡала егеттәренә бала кәрәкмәйме ни?

– Нәҡип, ғәфү ит мине, мин яңылыштым, – тип Әнүзә йәш ирҙең муйынына аҫылынып, шашып-шашып үбә башланы. Нәҡипте был ҡайнар үбеү албырғатты, буйһонмаҫ хистәрҙән бергә уҡмашып, быуынһыҙ ике кәүҙә ергә ауҙы. Иҫтәренә килеп, икеһе лә, ҡаймаҡ урлап тотолған бесәй кеүек, берберенән ситкә шыуҙылар.

– Күрше, мин һине яратам, осрашыу көтәм, – тине лә Әнүзә тауҙан йүгереп төшөп китте.

Нәҡип, шаңҡыған балыҡ кеүек, оҙаҡ ултырҙы.

– Һы, һаман да күрше тип өндәшә, – тип ҡуйҙы үҙ алдына.

Нәҡип башын аҫҡа эйеп ҡайтып инде, Таняһына тура ҡарарға баҙнат итмәне. Әсәһе нимәлер булғанын һиҙҙе, балаһының холҡон белә, өндәшмәне. Бер аҙнанан Таня үҙенең тыуған яғына ҡайтып әйләнәйек, тине. Нәҡип, әлбиттә, ризалашты, шуға иртәгәһенә ҡатынына тыуған ауылын күрһәтергә булды, кәләшен ҡултыҡлап, яйлап ауыл урамдарын ҡарап уҙҙылар. Өйҙәренә яҡынлашыуға күрше текмәгә һөйәлеп торған Әнүзәгә тап булдылар.

– Һаумыһың, күрше, здрасти, – тине ул урыҫса-башҡортсалап.

– Һаумыһығыҙ, күрше, – Нәҡиптең тауышы ҡалтырап сыҡты.

– Күрешер кәрәк ине, Нәҡип.

– Әнүзә, был минең ҡатыным була, – тине ир кеше ҡатынына ымлап күрһәтеп.

– Аңлатмаһаң да була, күрәм, – тине ҡатын, Нәҡипкә күҙҙәрен таҫрайтып ҡарап.

– ?.. – ир өндәшмәүҙе хуп күрҙе. Әнүзә ҡапыл йәлп итеп Нәҡипкә ҡараны ла:

– Ә мин көтәм, – тине, тиҙ генә ҡапҡаға инеп китте. Бер ни аңламаған Таня иренә ҡараны:

– Нимә әйтеп инеп китте ул, бик асыулы күренә? – тип һораны.

– Бывает, – тип яуапланы Нәҡип, ҡапҡаларының ишеген асып.

Таня ҡәйнәһе менән үҙенең тәьҫораттарын бүлеште. Нәҡип был хәлде башы аша тағы бер тапҡыр теүәлләп сыҡты, бөгөн нимә әйтергә уйлай икән, барырғамы-юҡмы, тигән уй борсой ине уны. Бармаһа ла, бер ни булмаҫ, юҡ, күрешергә кәрәк – Нәҡипте бер юлы ике хис сорнағайны.

Көн кискә ауышҡас, йәш ир, һыу буйына барып киләм, тип ҡатынын иҫкәртеп сығып китте. Аяҡтары үҙенән-үҙе утрау яғына атланы. Ҡайһы ерҙә осрашырбыҙ икән, ул бит әйтмәне, тигән уй менән йылға ярында баҫып тора бирҙе. Яр ситендәге талдар серле шыбырлаша, нимәлер һөйләй. Йылға үҙ йырын йырлай-йырлай аға ла аға. Был урында йылға икегә айырыла ла, аҫта тағы бергә ҡушыла. Шул икегә бүленгән урында бәләкәй генә утрау бар, элек улар шунда осраша торғайны. Нәҡип шул утрауға атланы. Утрау йәшәргән, ҡоштар тауышы, йылға сылтырауы бер көйгә гөрләп тора. Нәҡип әкрен генә атлап, утрауҙы урап сыҡты ла ҡорораҡ урынға барып ултырҙы. Бер аҙҙан, күктәнтөшкәндәй, Әнүзә пәйҙә булды. Ул йүгереп килеп Нәҡипкә һыйынды:

– Мин килерһең тип уйланым, шул мәрйәгә алмаштырҙыңмы мине? Мин бит һине яратам, йәнем! – тине.

– ...

– Мин һине бирмәйем барыбер, яратам, вәт! Нәҡип Әнүзәне түшенән этеп ебәрҙе:

– Минең ҡатынымда ни эшең бар, ул аҡыллы, егәрле, мин тип өҙөлөп тора. Һинең кеүек түгел, һин үҙең мине кемгә алмаштырҙың? Йә, нимә әйтергә теләнең?

Әнүзә, һауаланғанын аңлап, икенсе яҡтан ҡыл сиртергә булды:

– Юҡ, эш ҡатыныңда түгел, мин һине элеккесә яратам, ә малайым беҙгә ҡамасау булмаҫ, уны әсәйем көтөр, һинең әлегә балаларың юҡ, әйҙә, өряңынан башлайыҡ. Аңлайһыңмы, миңә һинһеҙ йәшәү юҡ, яратам мин һине, яратам!

Әнүзә Нәҡипкә аҫылынып, үбә, иркәләй башланы. Ир аңы менән аңлай: өйҙә ҡатыны көтә, ә хистәрҙе ауыҙлыҡлап булмай, тәне наҙҙарға яуап итеп сейә ирендәргә үрелә, ҡосаҡлай, наҙлай. Икеһе лә бер-береһен һағынған, күптән көткән ике йөрәк бергә ҡушылып, бер илаһи моң булып ергә ишелде.

Донъяла был икәүҙән башҡа бер кем дә юҡ, ҡоштар тауышы ла, йылға ағышы ла – улар күптән көткән осрашыуға шатланып, күҙҙәрен йомдо, ҡуҙғалмайса бер аҙға тынып торҙо. Уларҙы бар тереклек сит күҙҙәрҙән һаҡлай. Ғүмер буйы өҙөлөп һағынған ике йөрәк илаһи моңдо дауам итеп, бер-береһен яратып туя алманы, был донъяла улар өсөн бер нәмә лә кәрәкмәй, иркәләп, наҙлап бергә ҡушылған ирендәр бер-береһен һүҙһеҙ аңлай. Ҡайнар ҡосаҡтар, бер-береһен юғалтыуҙан ҡурҡып, нығыраҡ һыйына. Моң ҡапыл өҙөлдө, икеһе лә ҡапыл тороп ултырҙы. Тынлыҡты Нәҡип бүлде:

– Ғәфү ит, күрше!

– Юҡ, юҡ, мин ошо мәлде күптән көтә инем, мин һине яратам, нисек теләйһең, шулай ҡабул ит, ул һинең эшең. Мин һине һәр саҡ көтәм, ҡарар ҡабул итеү һинән тора. Ғәфү ит мине, был еңел холоҡло, тип уйлама, һине күргәс, нимә эшләгәнемде аңламайым. Мин һине һаман яратам. Көтәм... Атайым үлгәс, айырылып ҡайттым. Ярай, мин шылдым.

Әнүзә хушлашып ҡайтып китте. Нәҡип бер аҙ иҫе китеп ултыра бирҙе, был хәл ысынбарлыҡтамы, әллә төштәме?! Таныш, ләззәтле ирендәр тәме, ҡасандыр ҡосаҡлаған бил, хуш еҫле сәстәр, өҙөлөп һөйгән йәр... Ә ул бит Әнүзә менән ҡасып осрашырға уйламаны. Фәҡәт күрешеп аңлашырға, тип уйлағайны. Оҙаҡ иҫенә килә алмай ултырҙы. Эйе, бына бит утрау, йылға тауышы, ҡоштар һайрауы, талдар шатлана, тантана итә кеүек тойола. Ҡасандыр ошонда осрашып, бер-береһенә әллә күпме һөйөү наҙы бүләк иткән ике йәрҙең яңынан табышыуына улар шатланалар ҙа, ҡыҙғаналар ҙа кеүек. Уларҙың яҙмышы тап ошо утрау төҫлө, бер йылға икегә айырылып, тағы бергә ҡушылған һымаҡ. Улар бына шул һөйөүҙең шаһиттары.

Нәҡип осрашыуҙан шаңҡып, уйҙарын бергә ҡосаҡлап, әкрен генә баҫып ҡайтты. Әсәһе мунса яҡҡан, өйҙәге тәмле аш еҫтәре танауҙы ҡытыҡлай. Нәҡип өйгә инеү менән, бер ни булмағандай, ҡулын йыуып, өҫтәлгә ҡунаҡланы. Сәй эсеп алғас, рәхәтләнеп мунса төштө. Ауылының еҫенә иҫереп, оҙон-оҙаҡ көткән йәшлек йәре менән утрауҙағы осрашыуы бер төш кенә булып үтеп китте. Икенсе көнө ҡатынының тыуған яғына юлға сыҡтылар. Оҙатырға сыҡҡан әсәһе:

– Үрҙәгенә үрелмә, кеше һүҙенә бирелмә! Булғаныңа ҡәнәғәт бул, тәртипле йәмәғәт бул! Үткәндәргә салауат! Алға ҡарап атла, артҡа күҙ ташла, әммә бер ваҡытта ла ҡайтма үткәнгә. Үткән – үткән инде, һыры сүккән, – тине бик мәғәнәле итеп.

Таня ҡәйнәһенә рәхмәттәрен уҡый-уҡый, күҙҙән юғалғансы ҡул болғаны, күҙҙәре йәшләнде.

Таняның ата-әсәһе – бик итәғәтле кешеләр, ихлас ҡунаҡ иттеләр, өй 

беренсә саҡырып алып йөрөнөләр. Ҡатыны иренә бар тирә-яҡ мөхиттең тарихын һөйләне, ял тиҙ үтте. Нәҡип ҡайтышлай Әнүзәне иҫкә алды. Ниңә беҙҙең бәхеткә үрелә икән, нисек һөйгән йәреңде өҙөлөп яратып, икенсе кешегә кейәүгә сығырға мөмкин, хәҙер килеп, ғәфү ит, тиергә? Эйе, Нәҡип Әнүзәне ярата, тик нисек итеп ҡатынын ташлаһын?! Ана бит, нисек өҙөлөп тора ҡатыны.

Ялдар тиҙ үтте, Нәҡип менән Таня тағы эшкә сумды. Бер ай үткәс, Таня Нәҡипте матур өҫтәл йыйып ҡаршыланы.

– Был ниндәй байрам? – тип һораны ире.

– Ә һин уйлап ҡара, миндә үҙгәрештәр күрмәйһеңме? – һорауға һорау менән яуап бирҙе ҡатыны.

– ?..

– Һин тиҙҙән атай булаһың! Нәҡип шатлығынан Таняһын күтәреп алды ла үбә башланы. Шатлыҡлы хәбәрҙе тиҙерәк әсәһенә еткерҙе. Эй ҡыуанды әсәһе! Әнүзәне һағыныу хистәре Нәҡипте башҡаса борсоманы, йөрәк ярһыуын донъя мәшәҡәттәре баҫты, бала тыуғас, донъялары теүәлләнде. Икенсе йылына ауылға ҡайта алманылар, сөнки Нәҡипте эшендә үрләттеләр, хәҙер ул элек эшләгән цехында үҙе хужа, Таня малайы менән ялда ултыра.

Йылдар үтә торҙо, әсәһе ейәнен ярата, ҡайтһалар, тупылдатып һөйөп туймай, ә ейәнсәре тыуғанына нисек ҡыуанғанын күрһәгеҙ!

Әнүзә менән юлдары ҡабат тап булманы, Өфөгә күсеп киткән, тинеләр. Әсәһе хәҙер бер үҙе көн күрә. Нәҡиптең әсәһе үлеп ҡалды, уны ерләп ҡайттылар. Балалары үҫте, малайы егет ҡорона инеп, университетта уҡый. Ауылға ҡайтып, әсәһенең йыллығын уҡытҡанда Әнүзәнең әсәһе лә аятҡа килде.

Университеттың икенсе курсын бөткән малайҙары киске уйындан ҡайтҡас:

– Мин һеҙҙе буласаҡ кәләшем менән таныштырам, – тине бик серле итеп. Атай-әсәй ҡулбаштарын һикертте, шаярта, тип уйланылар. Улдары сығып китте лә бер ҡыҙҙы етәкләп килеп инде. Нәҡип алдында ике тамсы һыу кеүек йәш Әнүзә баҫып тора ине...

Өҫтәл артына ултырғас, Нәҡип ҡыҙҙан ҡайҙа тыуғанын, ата-әсәһе кем икәнен һорарға баҙнат итте.

– Мин Өфөлә тыуғанмын, әсәйемдең исеме – Әнүзә, атайым беҙҙе мин тыумаҫ элек ташлап киткән. Әсәйем һеҙҙең күршегеҙ булған, – тине ҡыҙ.

Нәҡип был хәбәрҙән һуң бер ағарҙы, бер күгәрҙе, йөрәге дарҫлап тибә башланы. Ул, юҡ сәбәп табып, тышҡа атылды, һауа етмәй ине уға. Ҡыҙыҡайҙы күреү шаңҡытҡайны, уның, әсәйем һеҙҙең күршегеҙ булған, тигән һүҙҙәре башын ҡайнатты. Улы ҡасандыр ул үткән юлды ҡабатлай, бәхет ҡапҡалары асыҡ торһон, исмаһам, балалар бәхетле булһын! Әнүзә белһә, ни уйлар икән? Улдары үҙ иткән ҡыҙҙан бер нисек тә баш тарта алмай ул. Күрше хаҡы – тәңре хаҡы...

Нәҡип башын ике ҡулы менән ҡаплап ултырыуын дауам итте, кәүҙәһе дерелдәүен дә һиҙмәне. Бик оҙаҡ ултырҙы ул һәм, ҡырҡа ҡарарға килеп, тау башынан түбәнгә, ауыл яғына атланы...

Сәфинә Хәкимова

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас