Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
17 Март , 20:47

Кем еткерер һиңә был хәбәрҙе?

Авторы - Башҡортсотандың халыҡ яҙыусыһы Мөнир Ҡунафин.

Кем еткерер һиңә был хәбәрҙе?
Кем еткерер һиңә был хәбәрҙе?

 

Мөнир ҠУНАФИН

Кем еткерер һиңә был хәбәрҙе?..

Хикәйә

Бала – алтын ҡаҙаҡ,

йөрәккә ҡуя үҙен ҡаҙап.

Динә Талхина.

 

– Фәнис, балаға был ҡайтҡанында аңғартырға кәрәк, эйе, Айзирәккә, беҙҙең бала түгел икәнен... Белмәйем, әллә әйтмәй торорғамы... белмәйем.

Асия фатирына ингәс тә, өҫтөндәге тунын да сисмәй, диванға килеп ултырҙы ла иренә төбәлде. Үҙенең ҡулы ҡалтыраны. Төрлө уйҙарға батып, арып ҡайтты эшенән. Юҡ, юл ғазабынан, йоҡоһоҙлоҡтан ғына түгел йонсоуы. Эш урыны алыҫ түгел, автобуста – ун минутлыҡ, йәйәүләһәң, ярты сәғәт, тигәндәй. Атлап, арып ҡайтты.

– Ғүмер буйы ул серҙе тотоп тороп булмай, балаға үҙебеҙ еткерәйек.

– Нимәгә шул тиклем ярһып ҡайттың әле, бығаса ундай һүҙ ҡуҙғатҡаның да булманы, ғәжә-әп, – тине лә ир, ҡатынына сисенергә ярҙам итте. Кухняға сығып һыуыҡ сәй яһап килтерҙе. Уныһы бер уртланы ла, ауыҙына терәгән сынаяғын ҡуҙғалтмай, уйға ҡалды. Күҙенән аҡҡан йәше сут итеп бокал эсенә тамып китте.

– Нимә булды һиңә? Берәйһе әйткәнме әллә? – ире лә хафаға төштө, ҡатынының ҡулынан сәйен алып журнал өҫтәленә ҡуйҙы.

– Булды шул, Фәриҙәнең Светланаһы кисә эңерҙә, –тамағындағы төйөрҙө йотоп ебәрҙе лә, –  үҙ бүлмәһендә аҫылынған.  Дөрөҫөн әйткәндәр ҙә...

– Ҡот осҡос хәбәр бит был. Кем әйткән? – ир ҙә башын тотоп ултыра төштө.

– Үҙҙәре түгел шул, күршеһе яңылыш ысҡындырған, табында ултырған килеш, хәйерһеҙең... Быныһы әсәһенән ныҡышҡан, уныһы ла... дөрөҫләгән.

– Ҡуй инде. Алдап та булмай. Бигерәк бер-береһе өсөн үлеп баралар ине шул.

 

Фәриҙәләр менән бер осорҙа Өфөнән барып алдылар ҡыҙҙарҙы Асиялар. Проспекттан аҫҡа төшкән юлдағы балалар йортонан. Бергәләп документ тултырҙылар, бергә курс үттеләр, бергә имтихан тоттолар, шунда танышты был ике ғаилә. Һәм бер көндә ҡыҙлы булдылар. Сабыйҙарҙың икеһенә лә ике йәш тә тулмағайны. Светлана менән Айзирәкте әйтеүе. Сыуаҡ апрель айы ине. Урман ситендә урынлашҡан йорт алдында шашып-ярһып, үҙ-ара уҙышып ҡоштар һайрағанын иҫләй Асия. Балаларҙы тышҡа саф һауаға алып сыҡтылар.

"Буласаҡ" әсәйҙәр һәм атайҙар ситтән генә күҙәттеләр. Алдан уҡ уларға һәр бала хаҡында ентекләп һөйләп аңлатҡайнылар. Һайлау үҙҙәренән ине. Бығыр-бығыр килеп шау-гөр килгән сабыйҙарҙы тотоп алырлыҡ түгел. Йыбырлап йөрөйҙәр, йығылып та китәләр. Береһе  иреп бөтмәгән ҡарҙы ауыҙына ҡаба, кемеһе әүһәләйгә аҫылынып тора, кемеһелер бысраҡ һыуҙы сәсрәтеп һикергеләй. Берәүһе һөрлөгөп барып төштө лә иларға тип ауыҙын йәмшәйтте, тик иламаны. Көскә торҙо... Асия ана шунда түҙмәне, тиҙ үк барып баяғы баланы аяғына баҫтырып, өҫтәрен һыпырғыланы.

– Ауыртманымы? – тигән булды. Бала мөлдөрәп ҡарап торҙо ла:

– Әс, әс-әс, – тине.

– Уның бер белгән һүҙе – "әс". Ҡурсағын да әс тип атай, ашағыһы килһә лә әс, ти. – Шулай тип аңлатты эргәлә торған тәрбиәсе. – Аңламаҫһың.

Ә Асия аңланы. "Әсәй" тип әйткеһе килә уның.

Унан бигерәк ҡыҙҙың өлкәндәрсә сабыр ҡарашы, иренекенә оҡшаған төймәләй генә танауы, тағы ла йылмайғанда күҙен ҡыҫа биреп ҡуйыуы оҡшаны.

Эргәһендә уларҙы ихлас ҡарап торған Фәнис эйелде лә:

– Нәҡ ошо күҙҙәр, болан күҙҙәре,  был беҙҙең ҡыҙыбыҙ, – тип шыбырланы.

Сабый ныҡ шатланып ихлас көлөп ебәрһә, уның үҙенең дә былай ҙа ҡыҫыҡ күҙе юҡҡа сыға ла ҡуя, битендә ике "көләкәс" һыҙыҡ ҡына ҡала. Әле уйлай ҙа Асия, шунда ҡапыл һикереп тороуы юҡҡа булмағандыр, яҙмышын күрһәткәндер Тәңре. Шунда бит барыһын хайран итеп сабый уны ҡосаҡлап алды, тәнәй генә ҡулдары менән битен һыйпаны, сәстәрен тотто. Тертләне ҡатын. Тауҙарға осоп менгеһе, диңгеҙҙәргә ташланып йөҙгөһө килде шул саҡ. Эйе, һис тә арттырмай. Был уның яҙмышы, уның бәхете ине. Үҙе лә сабыйҙы ҡосаҡлап алды ла:

– Һин минеке, – тине. Уңарса булмай уны тирә-яҡтан тағы ла ике-өс сабый килеп ҡосаҡланы. Ҡыҙыҡ булды ул шулай. Айзирәк ғаиләгә, йортҡа ҡына түгел, йөрәккә килеп инде беренсе күреүҙән, беренсе көндән үк. Фәнис тә бер күреүҙән үҙ итте, тик бала тәүҙә унан ситләште, ире лә уны нисек тоторға, нисек өндәшергә белмәне. Аҙаҡ өйрәнделәр. Телевизор ҡарап ултырған ерҙән икәүләшеп бер-береһенә һыйынышып йоҡлап та киткеләнеләр. Үҙ балаһылай күреп яратты ире лә. Иң яҡын туғандарынан башҡа кешеләр уларҙың ташландыҡ бала алғандарын белмәне лә. Атай-әсәһенең һис кенә белдергеһе лә килмәне. Сөнки Айзирәк уларҙың тормош йәменә, ғүмер мәғәнәһенә әйләнде. Бала мәктәпкә барыр ваҡытта, Фәнистең эше буйынса Стәрлегә күстеләр.

 

Туғыҙ йыл йәшәнеләр, балалары булманы уларҙың. Бер-береһен аңлап татыу ғына көн күрҙеләр. Тик йәшәй-йәшәй Асияның күңелен бушлыҡ солғай барҙы. Буш көршәк тора-тора үҙе сатнап ярыла, ә тулыһы үҙенән-үҙе нығый бара икәнен белә ине Асия. Урамда ишетһә, бала тауышына тертләне, сабыйҙар тураһында киноларҙы йәне һөймәне, ҡурҡты  ҡарарға. Ғәйеп унда ине, тикшеренде, белде сәбәбен дә. Фәнисен йәлләне, уның арҡаһында атай хоҡуғынан мәхрүм бит бахырҡайы. Айырылышырға, уны иреккә ебәрергә кәрәктер... Тик бер мәл Фәнис кибә башланы. Эйе, ысын мәғәнәһендә. Эстән бер ере һыҙламаны ла, температураһы ла күтәрелмәне. Тәүҙә ҡулдары, унан ҡулбаштары кибә башланы, ҡарт бабайҙарҙың тәнен хәтерләтеп тиреләре тартылды. Аяҡтары тартыша башлағас, табипҡа барҙы. Тикшерҙеләр, анализдар һәйбәт ине. Тире ауырыуы тип һөртөнөргә май яҙып бирҙеләр. Ярҙам итмәне. 

Әллә артыҡ уйланыуҙан, күңел һыҙланыуынан, йоҡоһо ҡасты ирҙең. Бер нисә тапҡыр төн уртаһында тороп ултыра ла, болан күҙҙәре баҫтыра, йоҡо бирмәй, тип аптыратты.

 – Ниндәй болан күҙҙәре, иҫәүән. – Асия ҡурҡты. Ғүмер эсендә бер болан атһа икән дә. Күргәне лә юҡ ул уның үҙен дә.  – Ятыр алдынан күп кино ҡарама, тип әйттем бит.

Ысынында Фәнистең мылтыҡ тотҡаны ла юҡ. Атаһы Ҡотлозаман һунарсы булды, ағаһы уға эйәрҙе, тик Фәнис йөрөмәне, атаһы әйтмешләй "бабай" булды. Үҙ бүлмәһендә китап уҡып тик ултырҙы. Ауыл эшен дә, урман мәшәҡәтен дә яратманы, йорт-ҡура тирәһендә эш ҡушһалар, мин үҫкәс ҡалала йәшәйем барыбер, тип ҡарыша торғайны.

Бер йыл яҙын, март баштары ине буғай, айыу балаһы алып ҡайтты атаһы. Браконьерҙар өңөнән сығарып әсәһен атҡандар, ә эстә ике айлыҡ сабыйы ҡалған. Атаһы йәйге бәләкәй өйгә алып ҡайтып ташланы, эйе, ысын мәғәнәһендә ташланы. Тегеһе  шунда сыйлап өйҙөң бер стенаһынан икенсеһенә бәргеләнеп, ундағы карауатҡа, өҫтәлгә менеп тегеләй-былай сабып йөрөп әсәһен эҙләнеме, сығыр, ҡотолор юл табырға тырыштымы, бәргеләнде генә. Фәнис уны тәҙрәнән ҡарап, бик йәлләне. Атаһы ҡуйған сеүәтәләге һөттө еҫкәп тә ҡараманы. Алпан-толпан йөрөп карауаттан тәгәрләп барып төшкәнендә сеүәтәне лә ауҙарҙы, һөттө күрмәй ҙә ҡалды, уныһы иҙән араһына инеп юғалды. Сыйнап-сыйнап йөрөнө лә, мөйөшкә һыйынып бөгәрләнеп ятты бахыр бала. Хайуан булһа ла, уның да йәне бар бит, тип уйланы тыштағы малай.

Үҙенсә йәлләне лә, яратты ла Фәнис. Иртәгәһенә атаһының эшкә киткәнен көтөп кенә торҙо ла, ипләп кенә аласыҡҡа инде, ҡулына яҫы ағас көрәк алды, бәләкәй генә булһа ла йыртҡыс балаһы бит, кем белә, һаҡланды шулай үҙенсә, һөжүм итер булһа, шап итеп башына яҫтағы менән берҙе тондорормон, тип уйланы. Тондорорға кәрәк булманы. Шулай ҙа, уны күргәс, йомшаҡ йомғаҡ йөндәрен тырпайтты, урынынан ҡуҙғалмай ғына юҡ-бар тырнаҡтары менән  карауат таҡтаһын тырнаны, үҙенсә һөҙөп ҡарап маташты. Үҫмергә был күренеш шул тиклем ҡыҙыҡ күренде, ул хатта ҡысҡырып көлөп ебәрҙе. Көлөү тауышына быныһы тертләп китте лә, йомшарҙы ла һуҙылып ятты. Фәнис инләп кенә уның маңлайын, түштәрен һыйпаны. Айыу балаһы рәхәтлектән аяҡтарын күтәреп арҡаһына ятты. Фәнис уның эстәрен, һыртын һыйпаны, ипләп кенә ҡулына алды.

Атаһы эштә саҡта үҙе генә имеҙлектән һөт эсерҙе. Икмәк сәйнәргә, ит мөйләргә өйрәтте. Йәйге өйҙә уны ҡосаҡлап йоҡлап киткән саҡтары ла булды. Шулай ҡулы менән имеҙеп ултыра ине, ишекте шар асып атаһы килеп инде лә имеҙлекте тартып алып ситкә быраҡтырҙы. Ҡулындағы сыбыртҡыһы менән ултырғысты ауҙарғансы тартып ебәрҙе, икенсе һелтәнгәндә айыу балаһына еңелсә һуҡты, уныһы  ырғып, карауат аҫтына инеп китте. Үҙеңде һаҡлау инстинкты, күрәһең, уға ата-бабалары ғәҙәтенән үк һалынғандыр.

– Ҡулығыҙҙан  ашатмағыҙ, һыйпамағыҙ, тип әйттем түгелме? Үҫһен яуыз булып. Ул – йыртҡыс, аңлайһыңмы? Ул һарыҡ бәрәсе түгел. Ул яуыз булып үҫергә тейе-еш, – тип атаһы улын елкәһенән тотоп тышҡа сығарҙы.

Йәйгеһен имән ҡолғаға беркетеп сылбырҙа тоттолар, көҙгөһөн күрше ауылдан алып киленгән ҙур ситлеккә индерҙеләр. Атаһы ҡулдан ашатырға ҡушмаһа ла, Фәнис тура килгәндә ҡулы менән ашатты, осраған һайын уны һыйпап, ҡосаҡлап бер булды. Уны күрһә, атаһы:

– Ул йыртҡыс, ул яуыз булып үҫергә тейеш, мәмәй итмә, ул маймыл түгел, – тип екеренеүен белде.

Бер йылдан йәйгеһен, атаһы менән ағаһы, тағы бер нисә ир, трактор арбаһында, бәйләп уны урманға алып киттеләр. Фәнисте эйәртмәнеләр. Һин йөрөмә, тине атаһы тыныс ҡына.

 Ҡайтҡас, ағаһы:

– Бер миңә, бер урманға оҙаҡ ҡарап торҙо, әллә киткеһе килмәне. Мылтыҡ атып өркөтһәк тә,  барыбер бер аҙ арттан сабып килде лә, ҡалды, – тине. Фәнистең күҙенән йәштәр килеп сыҡты.

Һунарсы атаһы:

–  Уның донъяһы шунда, бәлә-ҡазаға осрамаһа, йәшәр, – тине. 

Ике айҙан сәтләүек йыйырға барғандарында, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мәйетенә тап булдылар. Муйынындағы ҡайышынан танынылар. Яраҡлаша алмай үлгән, тинеләр. Бик еҫләнгән ине.

– Артыҡ наҙлы ине, һәр кемгә, һәр нимәгә артыҡ ышанып барҙы мәхлүк. Миндә тороп яуызлыҡ инстинктын юғалтты, күрәһең. Уйламай берәй ата айыу ҡуйынына килеп ингәндер... – тәмәкеһен оҙон итеп һурып, атаһы алыҫҡа оҙаҡ ҡарап ултырҙы. Күҙҙәре шундай бойоҡ ине.

Эйе, Фәнис айыу күҙҙәрен белә, хатта аңлай ҙа ине үҫмер сағында. Ул ҡараш аҡыллы һәм шаян ине. Ә болан күҙҙәрен ул ғүмерҙә күргәне юҡ. Хатта зоопаркта ла, циркта ла. Унда, ғөмүмән, улар буламы икән, уныһын да белмәй әле ул. Ҡыш бабай резиденцияһында була, тиҙәр, тик ул осратманы, дөрөҫөрәге, балаһы булмағас, ул тирәгә юлы ла төшмәне.

Әле күҙен йомоуы була, уны болан күҙҙәре айҡай. Тишеп ҡарай. Меҫкен булып, нурһыҙ булып ҡарап тора. Хатта уны еҫкәй ҙә шикелле. Һөҙөргә уйламай. Ҡарап тик тора. Төшөндә хатта төш икәнен дә белә Фәнис. "Мин бит ысынында һине тереләй күргәнем дә юҡ", – тип ҡысҡырып та ҡарай, ә ул тора ҡарап. Әллә ул ярҙам һораймы икән, тип тә уйлана төшөндә ир.

– Нисек ҡарай ул һиңә? – Асияның һүҙҙәре уйҙарынан арындырып ебәрҙе

– Нисек, тип... Йәлләткес, ярҙам һорап ҡарай.

– Һин уға мылтыҡ тоҫҡап торманыңмы унда?

– Һин бигерәк инде, өндәге кеүек һалдыраһың, мылтыҡ, имеш, ҡайҙа инде... – тип ыңғырашты ире.

Мәләүездә йәшәгән имсе әбейгә алып барҙы ҡатын ирен. Ай-вайына ҡарамай. Уныһы, утта иретелгән ҡайнар ҡурғашты һыуға һалып, ҡот ҡойҙо, шунан шаҡ ҡатырғыс һығымта килтереп сығарҙы:

– Нәҫелдән килә, ҡарғыш булып төшкән, шуға дауамың да юҡ... Изгелек эшлә.

Ул былай ҙа ғүмере буйы изгелек ҡылып ҡына йәшәгән кеүек. Аптыраны. Шулай бер көндө, һөйләһәң, бына, кеше ышанмаҫ, телевизорҙан хоккей ҡарап ултыра ине, уйын туҡтаған мәлдә реклама ваҡытында ул ҡапылда ана шул болан күҙҙәрен күреп ҡалды бит. Бер ҡыҙ бала ҡарашында... Эйе, болан күҙҙәрен, шундай мөлдөрәгән, йылылыҡ эҙләгән, йәлләткес ҡараш. "Ул! Ул көтә мине!" – тип ҡысҡырып ебәргәнен дә һиҙмәй ҡалды. "Заря (һуңынан Айзиряк тигәнде шулай ишеткәнен аңлаясаҡ), девочка, год и четыре месяца" тигәнен генә ишетеп, хәтерләп өлгөрҙө. Телефон һандарын да, ҡайҙа, нисек икәнен дә аңлай алмай ҡалды. Бисәһенә, кил, кил әле, тип ҡысҡырҙы ла буғай, уныһы алпан-толпан килеп еткәнсе хоккей уйыны дауам итә ине инде.

– Мин аңланым, беҙгә бала кәрәк! – тине ҡолға булып зал уртаһында баҫып торған ир.

– Нимә булды, беҙҙекеләр еңелдеме әллә? – нимә тип әйтергә белмәй Асия аптыраны.

– Беҙгә бала кәрәк, йәш тә дүрт айлыҡ.

– Бәтәс, бәлки, ун дүрт йәшлектер, бәлки, утыҙ...

– Исеме на "З", Зарямы, Заринамы, мин беләм уны, – шап итеп иҙәнгә ултырҙы ир. – Уны мин беләм. Тик... ҡайҙан табабыҙ, белмәйе-ем, – аҫтан-өҫкә мөлдөрәп бисәһенә ҡараны.

– Исеменән табабыҙ.

– Юҡ! Юҡ, күҙенән табабыҙ, – тине Фәнис.

 

Алып ҡайтҡас та фатирға, яңы йәшәү урынына тиҙ өйрәнде сабый. Рәхәтләнеп уйнаны, тыныс йоҡланы. Ашауға ла бик аптыраманы. Бер аҙ тын алғас, Фәнис менән Асия ата-әсәләрен генә йыйып (ул саҡта улар иҫән ине, ҡалай бәхетле булғандар), сабый менән "таныштырҙылар". Улар ҙа бик оҡшатты нур бөркөп торған баланы, йөҙҙәренән, күҙҙәренән, атлап йөрөүҙәренән үҙҙәренең нәҫеленә хас һыҙаттар, оҡшашлыҡтар табырға тырыштылар.

– Көлөүе тас өләсәһенеке бит, күҙҙәрен йомоп йылмайыуына тиклем килешер икән дә, бына аптыраҡ.

– Танауы атаһыныҡына оҡшаған, үсекһә, бигерәк тә.

– Ипле генә ирендәре әсәһенеке шу, бигерәк матур....

Быларҙы тыңлап торған Ҡотлозаман, Фәнистең атаһы, ҡалын тауышы менән, фатиха биргәндәй, әйтеп ҡуйҙы:

– Ике арағыҙҙа, ҡулығыҙҙа наҙлап-яратып ҡына үҫтерегеҙ, тик иркәләтмәгеҙ. Был – кеше,  яуыз булып үҫмәһен. Изгелекле бала булһын. Ул һарыҡ бәрәсе түге-ел...

Айзирәк менән бергә дауа ла килде Фәнискә, йоҡоһо һәйбәтләнде, тиреһе ҡысытмай, тартҡылашмай башланы. Йыл ярымдан бөтөнләй сире юҡҡа сыҡты уның.

 

Фәриҙәләр ҙә Светлананы бик яратып ҡабул иткәйне. Әҙерәк уныһы сирлерәк булды. Шуға бик иркәләттеләр ҙә шикелле. Йылына бер-ике тигәндәй осрашҡыланы ике ғаилә, ҡунаҡҡа йөрөштөләр. Ҡыҙҙарына ҡарап һоҡландылар, уларҙың уңыштары менән маһайҙылар (йәнәһе лә, бына Айзирәк унға тиклем һанай белә, ә беҙҙең Светлана төймәһен үҙе элә), үҙҙәренсә ғаилә серҙәре менән уртаҡлаштылар. Шунда Асия әҙерәк һиҙә биреп ҡуйғайны шул. Бик иркәләтмәйме былар баланы, тип шикләнгәйне.

Айзирәк менән Светлана дуҫлаша алманы. Биш-ун минут һин дә мин бергәләп уйнайҙар ҙа, бер аҙҙан Айзирәк әсәһенең итәгенә һырылып, дуҫы янына бармаҫ була ла ҡуя. "Нишләп бергә уйнамайһығыҙ, ҡыҙым?" – тип ҡайтҡас һорағайны ла Асия.

– Уның менән ҡыҙыҡ түгел,  это все мое, все это мое, теймә, ти ҙә ҡуя. Уның менән  уйнағым килмәй. Мин уға хатта Золушкамды биреп торам, ә ул барыһын да йәлләй.

Светлананың үлеме ныҡ тетрәтте Асияны. Сәбәбе хәтәр, уйландырырлыҡ та шул: үҙ ата-әсәһе түгел икәнен белгәс, бик ауыр кисергән дә... үҙенә ҡул һалған.  Ул үҙенең ҡыҙы өсөн борсола башланы. Хәҙер уныһы баш ҡалала уҡый, кемгә осрамаҫ, кем нимә әйтмәҫ. Ул да үҙ ата-әсәһе түгел икәнен белеп ҡалһа... Шуға бик борсола, ҡурҡа әсә кеше. 

 

“Бала сағында уҡ әйтергә кәрәк булған. Бишенселә уҡығанында илап ҡайтҡайны лаһа. Синыфтарында бер шаҡшы малай уны үсектереп, ул һинең ысын атай-әсәйең түгел, тип әйткән дә, быныһы ауыҙын бәлшәйтеп илап ҡайтҡайны лаһа. Әлбиттә, ул малай белеп тә түгел, былай йәненә тейер өсөн әйткәнен беләләр ине Асиялар, шулай ҙа хафаға һалды был хәл. Ана шул саҡта дөрөҫөн һөйләргә кәрәк булған икән.  Көҙгөгә ҡарап, бына ҡара әле, күҙҙәрең менән ҡолағың минеке, оҡшаған бит, ауыҙың менән танауың, ана, атайыңдыҡы, шулай бит, тип уйынға бороп йыуатҡайны шул әсәһе ҡыҙын. Әйтергә кәрәк булған, балалар йортонан алдыҡ бит үҙеңде, ике йәш тә тулмағайны, тип.

Ә бала һиҙенде бит ул. Һиҙенде.

Алты йәш тигәндә, ана шул саҡта уҡ,  әсәнең күңелен болоҡһоу алғайны. Балалар баҡсаһынан ҡайтып киләләр ине. Көҙгө матур көн, япраҡтар ергә түшәлгән. Һиллек. Япраҡтарҙы шығырлатып кинәнеп килгәндә Айзирәк, әсәһенә күҙен ҡыҫа биреп ҡараны ла:

– Әсәй, һин нисек уйлайһың, Алла бабай миңә үҙемдең йәнемде һалғанмы икән? Бутап, икенсе ҡыҙҙыҡын һалмаһа ярар ине? – тине.

– Нишләп улай тиһең, балам?

– Әтеү беҙ бер-беребеҙҙе таба алмай аҙашып йөрөүебеҙ бар бит.

– Юҡсы, табышҡанбыҙ бит, беҙҙе бер кем дә айыра алмай. Әсәйең эргәңдә.

– Эйе шул, – тип ҡосаҡлап алғайны ҡыҙы.

Алты йәшендә бит әле, нимә һөйләй, Тәңре әшкәртәме. Шунда йөрәге терт итеп ҡалғайны Асияның..

 

Мәктәптәге хәбәрҙән һуң шулай ҙа шиге бөтөнләй таралманы ҡыҙҙың. Ун ике йәшендә бер фотоға ныҡлы иғтибар бирҙе Айзирәк. Ул 2001 йылдың авгусында тыуған. Ә әлеге күҙенә сүп булып төшкән фотола Фәнис менән Асия ошо йылдың йәйендә, эҫе июлдә Төркиәлә ял иткән мәлендә, шаулап торған диңгеҙ ярында төшкәйнеләр. Рәсемдең аҫтына, 2001 йыл, 25 июль, Төркиә, Анталия, тип яҙылып та ҡуйылған ине. Ошо фотоны оҙаҡ ҡарап ултырған да, күтәреп әсәһенең алдына килтереп һалды ҡалын фотоальбомды ҡыҙ. Рәсемгә төртөп:

– Ә мин ҡайҙа, әсәй? – тип һағышлы күҙҙәрен төбәне. Әсәһе әле уйлап та бирмәне, хатта бында артыҡ хәүеф тә күрмәй:

– Һин әле тыумағанһың әле, балам, – тип кенә ҡуйҙы. Ҡыҙ оҙаҡ ҡына уйланып ултырғас:

– Һинең эсеңдә лә мин юҡ. Ә бер айҙан мин тыуам.

Шунда ғына һиҫкәнеп китте Асия. Улай ғына түгел, юғалып ҡалды хатта. Ысынлап та купальникта ғына төшкән фотола эсе юҡ, шып-шыма. Үҙен тиҙ үк ҡулға алырға тырышты:

– Тә-әк, тәк, күҙлекте алып кил әле, – ҡыҙы залдан урап килгәнсе башынан мең төрлө уй үтте. Һаман алдарғамы, әллә дөрөҫөн әйтергә лә ҡуйырғамы? Ҡасан да булһа барыбер беләсәк бит инде. Зиһене нығынып, холҡо ултырып етмәгән үҫмерҙең киләсәккә булған ышанысын, бар өмөтөн өҙөп ҡуйыу булмаҫмы? Күҙлеген кейгән булды, ҡулдары ҡалтыранғанын нисек тә һиҙҙермәҫкә тырышты. Үҙе һөйләнде:

– Ошо фотомы? Нисәнсе йыл тигән?

– 2001 йыл, июль. Төркиә, Анталия, тип яҙылған. Миңә тыуырға бер ай ваҡыт ҡалған.

– Моғайын, йылы дөрөҫ яҙылмағандыр, – әсә кеше икенсе юлды һайланы, дөрөҫлөктө әйтмәй, ялғанлап  миһырбанлыҡ күрһәтергә булды, хәҡиҡәтте билдәһеҙ мөҙҙәткә күсерҙе. – Төркиә, Анталия... Эйе, беҙ унда 2000-дә булдыҡ.

– Ысынлап та 2000 йылдамы? Атайҙан һорайым әле? – Айзирәк телефонға үрелде.

– Ҡайтҡас һорарһың, балам, эшенән бүлдермә, – тиһә лә, ҡыҙ таныш һандарҙы йыйҙы. Ҡатын йөрәген усында тотоп тын ғына торҙо, ҡыҙын ҡосаҡлап маташты. Бәхеткә күрәме, бәхетһеҙлеккәме... таныш көй залда яңғыраны, Фәнис телефонын үҙе менән алмағайны.

– Ярай, атайҙан ҡайтҡас һорарбыҙ, – тип тынысланды бала. Шулай ҙа ҡалҡып-ҡалҡып тәҙрә аша атаһының эштән ҡайтыр юлына күҙ һалып-һалып алды. Тынысланды, буғай... Тик әсәй кеше түгел, уға нисек тә, бөгөн 2000 йылдың бик мөһим йыл икәнен иренә белдерергә кәрәк ине. Улайһа, тормош пыран-заран килеүе ихтимал. Фәнис эштән ҡайтҡас та ғәҙәттә нимә эшләй әле? Уға нисек тә алдан сығып иҫкәртергә кәрәк. Ҡыҙы алдында алдан сыҡһа, шиге артасаҡ ҡына. Нимә эшләргә? Ә, ғәҙәттә ул почта йәшниген ҡарай. Шуға яҙып һалғанда? Ул кухняла рецептар өсөн тотҡан дәфтәрҙән ипләп кенә бер бит ҡағыҙ киҫәге йыртып алды ла: “Фәнис, бел! Беҙ Төркиәлә 2000 йылда булдыҡ!” – тип эре генә итеп яҙҙы ла халат кеҫәһенә һалды. Шунан, йыйылған суп-сарҙы ташлайым әле, тигән һылтау менән тышҡа сыҡты, баяғы ҡағыҙ киҫәген почта йәшнигенә төшөрөп килде. Ундағы гәзит-журналдарға теймәне, киреһенсә, улар араһына ҡағыҙ киҫәген күренерлек итеп урынлаштырҙы. Үҙен енәйәттә тотолған бур кеүек хис итте.

Сәй ҡайнап, аш бешеүгә йорт хужаһы ла күренде. Ҡулында ғәҙәттәгесә портфеле янында – яңы гәзит-журналдар. Ҡағыҙ киҫәге күренмәй. Берәй нәмә аңланымы икән? Шаярыу тип ҡабул итмәһә ярар ине. Инеү менән ҡыҙы атаһын барып ҡосаҡланы. Кейемдәрен һалышты, гәзит-журналдарҙы тотоп торҙо. Тик тотошонан, хәрәкәтенән үк уның түҙмәҫ бер уй менән янғаны аңлашыла ине.

– Атай, атай, кил әле тиҙерәк, бер нәмә күрһәтәм, – аяҡ кейемен һалыр-һалмаҫтан торған Фәнисте һөйрәкләй ҙә башланы.

– Ашап алайыҡ тәүҙә, балам, атайың асыҡҡандыр, беҙ ҙә... – тигән булды әсә. Ипләп кенә тыңлаһаң, әсәнең тауышында, хәстәрлекле һүҙ әйтһә лә, ни тиклем хәүеф бар икәнен тойорға булыр ине. Унда инәлеү ҙә, иңрәү ҙә, тынғыһыҙлыҡ та бар ине. Фәнис тойҙо буғай, ҡыҙы аша үрелеп ҡатынына ҡараны. Ҡараштары осрашты һәм һағайҙы ир: ярҙам һорап баҡҡан болан балаһы ҡарашы менән баға ине һөйөклө Асияһының күҙҙәре. Болан балаһы күҙҙәре уға күскән. Күскә-ән... Ниндәй ярҙам кәрәк икән һиңә, ҡәҙерлем?

– Ысынлап та, асыҡтырҙы, – тигән булды. Үҙе етәкләп алып эйәрткән ҡыҙы артынан атланы. Диванға ултырҙылар. Айзирәк фотоальбомды асты ла баяғы фотоға бармаҡ төрттө. Шул уҡ ваҡытта икенсе усы менән фото аҫтындағы яҙыуҙы ҡапланы.

– Атай, һеҙ Төркиәлә нисәнсе йыл ял иттегеҙ?

– Хәҙер... урамда нисәнсе йыл әле? – тигән булып артисланып ултырҙы. Ҡатынының ҡулы менән яҙылған ҡағыҙ киҫәген күрҙе ул, уҡыны ла ни уйларға белмәне. Аптыраны. Ниндәйҙер сер, ниндәйҙер уйын, әллә хәтәр уй бар икәнен аңланы. Тик нимәгә был серлелек – шуныһын төшөнмәне. Шулай ҙа хәтеренә һалып ҡуйҙы. Төркиәгә 2001 йылда барғайнылар, хәле хөртәйә башлағас, Асия ай-вайына ҡарамай, диңгеҙ һауаһы килешер үҙеңә, тип уйламағанда “горячий” путевка менән алып барғайны. – Берәй уйынмы был?

– Нисәнсе йылда, атай, әйт, – тип ныҡышты ҡыҙы.

– 2000-ме шул, әллә... ну йәй хәтәр эҫе ине. Асия, нисәнсе йылда булдыҡ шул? – ҡатынына ҡараны. Ундағы баяғы болан күҙе юҡҡа сыҡҡан ине, ҡарашына яғымлылыҡ ингән.

– Анығын ғына әйт әле, атай. Миңә бик кәрәк был.

– Тә-әк, иҫләнем, яңы быуат тыуҙы, тимәк, беҙ Төркиәлә 2000 йылда булдыҡ. Нимәгә шул тиклем һиңә?

Айзирәк альбомды ситкә быраҡтырҙы ла атаһының муйынына аҫылынды: ”Дөрөҫ, атай, дөрөҫ. Һеҙ унда 2000 йылда булғанһығыҙ, әле мин тыумағанмын әле. Ә һин бында ҡара, – Айзирәк яңынан альбомды ҡулына алды. – Кемдер "2001" тип яңылыш яҙған.

Барыбер бер ни аңламаны әле Фәнис, шулай ҙа балаһының һөйөнгәненә ҡарап, бисәһенең тынысланғанын күреп, "2000" дөрөҫ яуап икәнен төшөндө. Уңарса булмай, Айзирәк, әсәйем, атайым, тип әсәһен сут-сут үбә ине.

 

 

Яңы йыл алдынан әйтергә булдылар. Айзирәк каникулға ҡайтасаҡ, шунда. Үҙҙәре аңлатҡаны, үҙҙәре еткергәне һәйбәтерәк. Сит-яттар һөйләһә, йөрәге ярылыр ҡыҙҙарының, ҡояштарының. Аңлар, моғайын. Ул Светлана кеүек иркә үҫмәне. Күңеле ҡабул итмәһә лә, зиһененә һеңер. Тормошта иң насары – алдаҡта йәшәү, үҙеңдең кем икәнеңде белмәй көн итеү. Шулай тип уйланы Асия. Ире ҡаршы төштө:

– Нимәгә ул, ә? Түҙәйек. Һуңлап барған хәбәр түгел, алда ғүмер бар әле.

– Светлананы ишетәсәк, шунан нимә булырын күҙ алдына килтерәһеңме?

– Минең ҡыҙымды юғалтҡым килмәй.

– Шуға күрә ипләп кенә үҙебеҙ әйтәсәкбеҙ. Бау-фәлән, тфү... әллә нимә һөйләтәһең.

– Юҡ, аңламаның, ниндәй бау, ти, был хәбәр менән минең ҡыҙымды юғалтҡым килмәй, ул бит хәҙер, – ярһып киткән ирҙең ҡапыл күҙҙәренән эре йәш бөртөгө килеп сыҡты, – унан һуң миңә нисек атай тип әйтә алһын.

– Үҙен уйлай әле ул. Миңә лә рәхәт түгел, шул хәбәрҙе еткереү... Донъялағы иң ауыр йөк икәнен аңлайым һәм ул көндөң ҡасан да килеп етерен мин белә инем.

– Әле иртәрәк, минеңсә. Уға егерме бер генә йәш.

– Үлем түшәгендә генә серҙе асырмын, тип уйлағайныңмы ни? Кинолағы кеүек.

– Бөтөнләй әйтмәҫ инем.

– Яуыз булып үҫмәне, аңлар беҙҙе балам. Беҙҙең ауыҙҙан ишетһен.

Айзирәк 31 декабрь киске электричка менән ҡайтасаҡ, шулай тип әсәһенә хәбәр итте. Вокзал улай уҡ йыраҡ булмаһа ла, Фәнис үҙе машинаһында ҡаршы алырға булды, бәләкәсе өшөп-туңып йөрөмәһен әле. Ҡыҙҙары һөйөнөп ҡабул итте был тәҡдимде, "Яратам һеҙҙе, ҡайтып етермен, атай-әсәй!"–  тип яуапланы "Телеграм"дан.

 

 Вокзалда ҡаршы алғанда атаһы ҡыҙын ҡосаҡланы ла, уға оҙаҡ ҡарап торҙо.

"Ошо ҡыҙ минеке түгелме? Ул бит һуйып ҡаплаған мин. Ана, танауҙарын сирыштырып һөйөнөүенә тиклем мин бит. Нисек уға, һин беҙҙең бала түгел, тип әйтергә тел әйләнһен. Юҡ, әйтмәйбеҙ... Ул – минеке, тик минеке генә". – Шулай тип уйланы Фәнис.

– Нишләп улай ныҡ ҡарайһың, атай, ҡарашың һағышлы, әсәйгә бер хәл булдымы әллә?  – үҙе ҡыҙының тауышына һиҫкәнеп китте.

– Юҡ, бөтәһе лә һәйбәт, алтыным.

Ә был ваҡытта әсә шкафтан ҡыҙының сабый сағындағы, мәктәп йылдарындағы, сығарылыш кисәһендә кейгән күлдәктәрен сығарып диванға теҙеп ҡуйҙы ла, һәр береһен һыйпап, еҫкәп бер булды. Ни тиклем ҡыҙын һағынғанын аңланы, тыны менән һурып алырҙай булып уларҙы көттө.

 

Яңы йыл табынына ултырғас, әсә кеше тыныс ҡына һүҙ башланы. Эйе, ул ныҡлы ҡарарға килгәйне. Әйтмәй булмай. Светлана ваҡиғаларын ҡыҙы ишеткән, белә. Бәлки, үҙе лә һиҙенәлер. Тәүәккәлләне Асия.

– Яңы йылға аҡ ҡағыҙҙай, яңы тыуған сабый кеүек саф килеш аяҡ баҫайыҡ барыбыҙ ҙа. Бик тә бер мөһим һүҙем... һүҙебеҙ бар ине, ҡыҙым.

– Мин дә һеҙҙе Яңы йыл менән ҡотлайым, минең дә ҡәҙерле һүҙем бар, әсәй, атай, – тип шарҡылдап көлдө ҡыҙ. Эйе, көлөүендә ниндәйҙер яһалмалыҡ сағылып ҡалды.

– Беҙ һине сабый сағыңда... Тормош юлдары ҡатмарлы инде, ҡыҙым. Әйт әле үҙең, Фәнис.

Фәнис бокалдарға шампан шарабы һалып сыҡты. Олпат булып күренгән ир, атайҙарға хас хәрәкәт менән, үҙ баһаһын белеп, тыныс ҡына түрҙә урынын алды. Һәм һөйләй башланы:

– Аңлап ҡабул ит, иҫ киткес яратабыҙ һине, үҙ ҡыҙыбыҙ итеп... Сабый сағыңда, ул саҡта һиңә бер йәш тә һигеҙ ай ине,  беҙ һине детдомдан алдыҡ...

– Ҡуйсы әле, атай, юҡ хәбәр һөйләмә лә, – үҙе һаман ихлас йылмайҙы. Йылмайыуында ни тиклем һағыш, ҡотолғоһыҙ һыҙланыу бар икәнен атай кеше шунда уҡ шәйләне. Ҡыҙ дауам итте. – Сит баланы шул тиклем яратып була тиме. Һеҙ бит мине ныҡ яратаһығыҙ. Мин дә ныҡ яратам һеҙҙе. Кәрәкмәй! – үҙенең ҡапыл илағыһы килде. Тик уны йәшерер өсөнмө, көлдө, битен ҡаплап көлдө.

Әсәй кеше түҙмәне, ҡыҙын арттан барып ҡосаҡлап алды.

– Ныҡ бул, балам. Дөрөҫө шулай шул, ике йәш тә тулмағайны һиңә. Әйтмәй булдыра алмайбыҙ, ситтән ишеткәнсе.

– Сеү, әсәй, сеү. Мин, мин... – "барыһын да беләм, кисерәм" тип әйтергә уйланы ла, күкрәгендә – Әсәһенең устарының, яңағында-муйынында  беләктәренең йылыһын тойоп туҡтап ҡалды. Атаһының мөлдөрәп ҡарап баҡҡан күҙҙәрен күрҙе лә зиһене таралды. Ни тиклем йәл булып китте уға Атаһы. Әйтерһең, Ул хәҙер донъялағы иң ҙур байлығын, иң ҡиммәтле кешеһен юғалтасаҡ. Шулай икәнен бар йөрәге менән тойҙо бала, үҙен нисек тә ҡулға алырға тырышты. Шулай ҙа тауышы ҡалтыранып сыҡты. – Яңы йыл етә, бәхетте өркөтмәйек, әсәйем, атайым, – тигән булды.

Ошо минут ҡасан да киләсәген, ошо ваҡыт ҡасан да буласағын белә ине ул. Улар әйтмәһә, үҙем мәңге һорамам, тип тә ҡуйғайны ла, тик барыбер бар йөрәге менән тойҙо, тормошҡа айыҡ аҡыл, ғәҙел ҡарап өйрәнгән ҡәҙерлеләре ҡасан да булһа әйтерҙәр ине, үлер алдынан булһа ла серҙе сисерҙәр ине. Балаларына, йәндәй яҡын күргән берҙән-бер ҡыҙҙарына, алдаҡ тормош менән йәшәргә юл ҡуймаҫтар ине улар. Айзирәк быны белә.

"Их, әсәй, атай, күп нимәләр һөйләр инем һеҙгә. Мин ун алты йәшемдә үк һеҙҙең үҙ ата-әсәм түгел икәнен белдем. Шкаф башындағы сумаҙандың йоҙағын ҡаҙаҡ менән соҡоп астым да, бар документтарҙы ла күрҙем... Шунан мин һеҙҙән һыуындым. Үҙ бүлмәмә бикләнә инем, юҡтан ғына һиңә ҡысҡырып ебәрә инем, әсәй. Тик һин элеккесә, һаман элеккесә башымдан һыйпап яратаһың, ныҡ яратаһың. Шул мәлдә һиңә мин бер һорау бирҙем, иҫләйһеңме, әсәй?

– Мине сиғандар урлап алып китһә, һин мине таба алырһыңмы икән? – тинем.

Һин тәүҙә һиҫкәнеп киттең, унан тыныс ҡына:

– Барыбер табасаҡмын, – тинең.

– Нисек?

– Нурлы күҙеңдән, ошо миңеңдән, ҡайнар усыңдан, йылы табаныңдан, – тип күҙемде, муйынымды, усымды, хатта табанымды үбеп алдың... Эйе, ун алты йәшлек ҡыҙыңдың табанынан үбеп-үбеп алдың. Тартынманың да, уңайһыҙланманың да, эйе, ерәнмәнең дә. Ныҡ-ныҡ үҙ иткән, йәндәй күргән кешене генә шулай яратып булғанын мин белә инем.  Миңә ныҡ рәхәт ине. Һәм мин белдем: әсәйем мине мәңге юғалтмаясаҡ. Яҡлаясаҡ, һаҡлаясаҡ! Шуның өсөн һин минең әсәйем бит!

Их, әсәй, атай, күп нимәләр һөйләр инем һеҙгә. Тик кәрәкме икән ул?! Үткән көҙ, документтар менән ултырып, "Бәйләнештә" эҙләп, ысын әсәйемде барып таптым мин. Дөрөҫ, һорашып таптым һәм йыраҡтан ғына күрҙем уны, Мәләүез ҡалаһы уртаһында баҙарҙа бер ҡатын менән талаша ине. Йәмһеҙ итеп, бар донъяның ҡотон юҡҡа сығарып. Бер ни өндәшмәй ҡайтып киттем. Иламаным да, йәлләмәнем уны ла, үҙемде лә".

Ошоларҙы барыһын да уйынан, башынан үткәрҙе ҡыҙ, аҡыллы ҡыҙ Айзирәк. Тик бер ни өндәшмәне. Әсәһенең беләктәрен нығыраҡ ҡосаҡланы, атаһына ҡарап йылмайҙы.

– Рәхмәт һеҙгә, атайым, әсәйем, булған бәхетте өркөтмәйек, йәме, – тип ҡабатланы. – Мин һеҙгә байрамға бүләк алып ҡайттым.

Тороп, Айзирәк әсәһенә шәл килтереп япты. "Өшөмә, үҙеңде һаҡла, әсәй", – тип ҡосаҡланы ҡыҙы.

– Атай, мин һиңә нимә алып ҡайтырға белмәнем дә ошондай сувенир бүләк итергә булдым.

Ҡағыҙға төрөлгән сувенирҙы оҙаҡ тағатты ҡыҙ. Хайран ҡалырлыҡ һындар ине унда: ҙур мөгөҙлө ата болан башын ғорур өҫкә сөйгән, янында әсә болан йәшел үләнгә моронон төрткән,  уртала – болан балаһы. Ә уның халәтендә осорға, ынтылыш яһарға торғаны шунда уҡ күҙгә ташлана. Хәҙер сабып китәсәк был болан балаһы, сөнки ул шундай шат һәм бәхетле.

03.01.26.

 

 

Автор:
Читайте нас