

Беҙҙең ғаилә усағын тергеҙеүсе, төп йортҡа нигеҙ һалыусы Сәғдиә өләсәй (беҙ уны өлкән өләсәй тип йөрөттөк), бәлки, шуға мине үҙһенмәгәндер, тигән фекерҙә инем, һуңғараҡ бының сәбәбе бөтөнләй икенсе икәнлеген аңланым. “Баймабаш”, “ят бауыр” – өлкән өләсәйҙең миңә тәғәйенләнгән иркәләү һүҙҙәре был. Сәғдиә – Ҡыуат олатайымдың, йәғни әсәйем Миңзаданың атаһының әсәһе. Руссаға әйләндерһәк, “прабабушка” була инде. Йәннәт өләсәйем – үҙемдеке. Һәр ваҡыт мине аңлаған, нисек бармын – шулай ҡабул иткән берҙән-бер ғәзиз кешем. Юҡ, дөрөҫ түгел, “берҙән-бер” тип әйтеү хилафлыҡ булыр ине. Сөнки мине, асылда, бөтәһе лә яратты. Ҡыуат олатайым менән Йәннәт өләсәйемдең ҡуйынында үҫтем. Әсәйем Миңзада мине камил шәхес итеп үҫтереүгә, төплө белем биреүгә бөтә көсөн һалды. Тик уның өмөттәрен аҡлай алманым, сөнки мин ирекле ҡош инем. Артыҡ ирекле булыу ҙа һәр даим үҙен аҡламай – быны мин бөгөн генә, Әжәл минең күҙҙәремә тура ҡарап, уға ҡулдарымды һоноп, “ҡотҡар мине” тип ялбарыуымды көтөп торғанда ғына аңланым. Ошоғаса күңел азатлығы йәшәргә ярҙам итһә, бөгөн ул миңә ҡамасаулай, башҡалар менән тигеҙ мөнәсәбәттә булырға ирек бирмәй, әүәлгесә үҙемде генә тыңлап, үҙемсә йәшәргә әмәлем юҡ. Сараһыҙҙан йөрәгемде, аяҡ-ҡулдарымды тышаулаған үлемесле сиргә буйһонорға, ул ҡушҡанды ғына үтәргә мәжбүрмен. Ә бит яңыраҡ ҡына ҡанатһыҙ ҙа оса ала инем. Тәүге мөхәббәтем ҡанаттарымды имгәткәс, ҡанһыраған яраларымды ялай-ялай, уңалып та бөтмәгән әрнеү-һыҙланыуҙарымды тештәремә ҡыҫып, йәнә күккә күтәрелдем, бейеклектең йән елкендергес илаһи бөйөклөгөн йәнә бер ҡат татыным, йыһандың, аҫта шаулап-гөрләп аҡҡан тормоштоң гүзәллегенә хайран ҡалып, күкте иңләнем. Ҡайҙандыр йәһәннәм төбөнән миңә төбәлгән уҡ ҡанаттарымды төбө-тамыры менән йолҡоп ырғытҡас та аҫҡа уҡтай атылманым, юлымда осраған текә ҡаяларға тотона-тотона һаман йыһанға ынтылдым. Шыма ине текә ҡаялар, тайғалаҡ ине тотонор йөҙө, үткер ине осло ҡырҙары, әммә шул ҡаялар мине ҡанатһыҙ осорға өйрәтте. Уларҙың әсе ел-дауылға бирешмәй, тулҡын туҡмауҙарына һынмай текә ҡалыуҙары миңә лә көс-ҡеүәт өҫтәне. Атайым Фәхрәзиҙең рухы йәшәй ине ҡаяларҙа. Шәхес культының яңы көс менән баш ҡалҡытҡан осоронда сәйәси золомдоң бөтә хаялығын, һарауһыҙлығын, ажарлығын кисергән “халыҡ дошманы”,“япон шпионы” атайым егерме миллиондан ашыу золом ҡорбандарының береһе ине...
***
“Йоҡоға талған арыҫланды уятма!” – шулай тигәйне миңә аҡыллы бер кеше. Күңелемдә яралған шеш һаман үҫә барып, инде буйтым тынғыһыҙлап ыҙалатҡас, зарураттан һыр сискәйнем шул әлеге әҙәмгә. Ул шеште шик яралтҡайны, ниәтем иһә башҡа һыйғыһыҙ оло шик-шөбһәнән йәһәтерәк арыныу, бығаса талғын ғына аҡҡан кескәй йылғалай үҙ яйына ағылған тормошомдоң бутала башлаған мәлендә ҡабат асылыма, үҙ донъяма ҡайтыу ғына ине лә бит. Иҫ-һуш белмәй йоҡлаған арыҫланды уяттым. Һәм шул миҙгелдә тотош яҙмышым ғына түгел, бәлки, күңел торошом, нәфсиәтем, миңә йәшәргә, ауырлыҡтарға бирешмәҫкә ярҙам иткән рухи көсөм, хис-тойғоларым баштан-аяҡ пыран-заран буталды, баш түбән әйләнде... һәм мин затлы ғына ғаиләнең иркә, баймабаш балаһынан тере йәтимәккә, зат-зәүерһеҙ йән эйәһенә әүерелдем.
Ошоғаса йөрәгемдә ғорурлыҡ тойғоһо уятҡан иң-иң ғәзиз кешеләрем ҡайҙалыр артҡа сигенде, ҡуйы томандарҙа аҙашып ҡалған юлсылай, эҙһеҙ юғалды, сөнки мин уларға, вафаттарының рухына, иҫәндәренең булмы- шына хыянат иттем. Ә бит күптән түгел генә... Эйе, күптән түгел генә...
1952 йыл
“Нет наиболее горькой и унизительной зависимости, чем зависимость от воли человеческой, от произвола равных себе”.
(Николай Бердяев).
Күҙ асҡыһыҙ әсе буранлы ҡышҡы юлдан әсәйем атлай. Ҡырылмаһа ҡырҡ төрлө алам-һаламға кескәй сабыйын ҡат-ҡат төрөп, йығылмаһын өсөн бәләкәй санаға бәйләп һалған йәш ҡатын, һыпыртма буран өйгән көрттө йырып, йән асыһына алға ынтыла. Яҡты күҙҙә нисек тә берәй ауылға барып төртөлөргә, ялынып-ялбарып бер кис кенә ҡунып сығырға мөйөш һорарға, нарасыйын туңып һәләк булыуҙан ҡотҡарырға – уның башында ошо уй ғына, күңелендә – ошо ғына ниәт.
Ул да – ата-әсәһенең иркә балаһы, берҙән-бер ҡыҙҙары. Әллә ҡайҙан, ер аяғы-ер башы Ҡаф тауына торошло Ирәндек ашаһынан Тамъян яҡтарына килеп, килен итеп әйттергәндә, ҡыҙҙың ғына түгел, уның туғандарының да ризалығын алып, кире Талҡаҫ яҡтарына юлланғанда буласаҡ кәләштең ар- тынан ылау-ылау йорт ҡаралтыһы, аҫыл кейем-һалымы оҙата барғайны. Ата-әсәһенең генә түгел, тотош ауылдың иркәһе, иң һылыу ҡыҙы булараҡ, уны оҙатҡас, Юлдашта ҡот кәмегәндәй, ҡояш һүнгәндәй тойолғандыр, тием, сөнки ауыл халҡы илай-һыҡтай өс саҡрымда ятҡан Ҡоръятмаҫ тауына тик- лем оҙата бара әсәйемде.
Иҫәнгә килеп төшкәс, ундағы ҡәүем йәнә ҡартатай менән ҡартәсәй йор- тона йыйнала: тамъян ҡыҙҙары һылыу була, тиҙәр, күрәйек әле, шулаймы икән, йәнәһе.
Үксәһенә төшөп торған ҡалын сәс толомдарын сайҡалтып, әллә ҡайҙа ятҡан Талҡаҫтан көйәнтәләп һыу алып ҡайтҡанында олоһо-кесеһе тәҙрәгә ҡаплана: килен булыуын-булғас, ана, хәҙрәттең килене һымаҡ булһын ул. Тирә-яҡта уҡымышлылығы, ата-бабаһы менән дан тотҡан Ҡараһаҡал хәҙрәт тә, инде күптәнән Ҡазан тарафтарынан күсенеп килгән татар ғаиләһенән сыҡҡан етеҙ, эшкә тилбер Бүләкәй абыстай ҙа төшөп ҡалғандарҙан түгел инде былай. Хәҙрәттең хатта аҡыл яғына зәғифләнгән инсандарға ла ярҙам итерлек ҡөҙрәте бар, йылан сағыуын да өшкөрөк менән генә дауалай, тигән даны әллә ҡайҙарға таралған. Атаһы ла, олатаһы ла тархан булған, тик, ниңәлер, ҙур ғына йорттоң иҙәненә таҡта түшәлмәгән, йәш килен алтын бәрәбәренә торған һыуҙы исрафлап, суғыртмаҡланып ятҡан ер иҙәнде шы- малап, тигеҙләргә тырыша. Хәҙрәт доғанан айырылмай, намаҙҙан ҡалҡмай тиерлек. Фанилыҡтың йомош-хәстәре уны артыҡ борсомай, “бөтәһе лә ятып ҡала, баҡыйлыҡҡа үҙебеҙ менән бер ни ҙә алмайбыҙ”, тип аңлата ул үҙенең ҡылыҡ-фиғелен. Абыстай, киреһенсә, донъяуи мәшәҡәт-хәстәр менән йәшәй. Фәхрәзи өйләнгәс, йорт эштәре тулыһынса тиерлек йәш килен елкәһенә күсеп ултырҙы. Еләк-емеш йыйырға маһир Бүләкәй йәйен ҡырҙан ҡайтып инмәй, ҡыш көнө иһә иренән егерме йәшкә кесе абыстай йәштәр ыңғайына уйынға йөрөй, ул оҫта бейей, матур йырлай, шуғалыр ҙа йәштәр эргәһендә үҙ кеше. Хәҙрәт асыуланып ҡапҡаны ла бикләп ҡарай, әммә ел ҡапҡанан аша төшөүе Бүләкәйгә бер ни түгел. Ун туғыҙ ғына йәшендә Бөйөк Ватан һуғышында башын һалған оло улын иҫәпкә алмағанда, әле унан бәләкәйе Фәхрәзи генә өйләнгән. Хәҙрәт менән абыстайҙың унан кесерәк тағы ла өс балалары бар, барыһы ла иркәләр, йомош тип әллә ни иҫтәре китмәй. Йәш киленгә эш тигәнең баштан ашҡан, хәләле ул тиклем үк интегергә ирек бирмәҫ ине лә, Баймаҡ колхоз-совхоз театрына директор итеп алдылар үҙен. Ял көндәрендә лә ҡайтып урай алмаған мәлдәре була. Гастролгә лә сығып китһәләр, ана инде. Әммә Миңзада зарланмай, баш баҫып донъя көтә, өлгөлө килен булырға тырыша. Фәхрәзигә булған эскерһеҙ, оло мөхәббәте уны күндәм, сабыр яһағандыр. Эргәһендә һөйгәне булмау сәбәпле йәшәйешенән толҡа тапмаһа ла, ҡуңалтаҡ, шаҡшы йәшәүҙе үҙһенмәгән Миңзада таң һарыһынан ҡара төнгәсә ойҡо-тойҡоһон сығарып йорт эштәре менән булыша, ҡойто ғына донъяны һәйбәт итеп ҡарай. Удаһалай ҡәйнештәре лә, үтә үҙ һүҙле, бер үҙе иғтибар үҙәгендә булып өйрәнгән бикәсе лә еңгәләренең хәлен аҙ ғына булһа ла еңеләйтеү хаҡында уйлап та бирмәйҙәр. Һаждә ҡәйнә юҡ-бар бәйләнеүҙәре менән ҡан ҡаҡшата, уның туҡтауһыҙ ыжып тороуынан Миңзаданың йәне алҡымға килгән мәлдәре лә юҡ түгел, “бына-бына Фәхрәзи фатир алыр, беҙҙе эргәһенә күсерер” тигән хыял-өмөт йәш ҡатындың ҡараңғы тормошон яҡтыртып ебәрә, һәм ул яңы дәрт менән ҡәйнә-ҡайныһына хеҙмәт итергә тотона, берҙән-бер бикәсенең ҡырын-ярын ҡарауҙарын күрмәмешкә, ыулы төрттөрөүҙәрен ишетмәмешкә һалыша...
Һәм бына ул ел-дауыллы ҡышҡы көндә тубыҡ тиңе көрттө йыра-йыра ыҙалы тормошонан билдәһеҙлеккә табан атлай. Бер үҙе булһа ярай, хатта әйтеп аңлатҡыһыҙ мөбиталаға ҡалған хәлендә ошо юлда һәләк булып ҡалһа ла, артыҡ үкенмәҫ ине, сөнки әллә ҡайҙа ятып ҡалған тыуған яғына ҡалайтып ҡайтып етерен дә күҙ алдына килтерә алмай. Әммә кескәй нара- сыйы Маһиҙәһе бар, әлеге мәлдә әсәнең өмөтһөҙлөккә бирелеп, башына төшкән бәләгә бирешеп ҡалырға хаҡы юҡ. Ул сабыйын ҡотҡарырға, ата-әсә йортона имен-аман ҡайтып етергә тейеш. Миңзаданың яҙмышын көн эсендә көл-талҡан яһаған ул ҡәһәрле кис!
Ул ҡәһәрле кис... Йорт мәшәҡәттәренән йонсоған кәләше менән алты айлыҡ ҡыҙын үҙ эргәһенә алғайны инде Фәхрәзи. Ыҡсым ғына фатирҙа үҙҙәренсә матур итеп йәшәй ҙә башлағайнылар. Миңзада өсөн ошонан да ҙурыраҡ бәхеттең булыуы ла мөмкин түгел кеүек ине. Бер-береһе өсөн өҙөлөп торған йәштәр һәр яҡлап пар килгән, уларға күпселек һоҡланып ҡарай, бәлки, ҡатмарлы театр кешеләре араһында көнләшкәндәре, йә кейәүгә, йә кәләшкә күҙ атҡандары ла булғандыр, кем белә. Ләкин мөхәббәттәренә мөкиббән киткән йәштәр уны-быны һиҙмәй, иң мөһиме – улар бергә...
Ә ул көндө... Театрҙың художество етәксеһе фатир алғайны. Бөтәһе лә шунда йыйылды. Әлбиттә, иң түрҙә – директорҙың һәм уның кәләшенең урыны. Бәләкәстәре атаһының алдында ултыра. Уйын-көлкө, шау-шыу. Хужабикә йүгереп йөрөп ҡунаҡтарҙы һыйлай.
– Фәхрәзи, бер йырлап ишеттер әле яратҡан көйөңдө, – хужа дуҫының йырлауын үтенде.
Фәхрәзи ҡыҙын кәләшенә тотторҙо ла, башҡа ваҡыттағыса ялындырып торманы, “Уйыл”ды һуҙҙы.
“Уйылып та аҡҡан Уйыл һыуы Уйландыра уйсан ирҙәрҙе.
Уйландырып ҡалмай, моңландыра, Һағындыра тыуған ерҙәрҙе...”
Ишекте шаҡынылармы икән? Миңзада һуңынан күп тапҡыр шул хаҡта уйланды. Шаҡып та торманылар шикелле. Кәрәкле тапмағандарҙыр. Улар бит донъя хужалары ине. Башҡалар менән иҫәпләшеп тороу ҡайҙа. Ҡап- ҡара кейемдә өсәү килеп инде. Моң өҙөлдө. Миңзада үҙе лә һиҙмәҫтән иренә боролоп ҡараны. Фәхрәзиҙең йөҙө аҡ ҡағыҙ төҫөнә ингәйне.
– Мәжлес дауам итә, иптәштәр. Былар миңә килгән...
Ишеккә ыңғайлаған арала Фәхрәзи ғаиләһенә әйләнеп күҙ һалды: борсолмағыҙ, йәнәһе. Ниҙер әйтергә уҡталды, тик әлеге өсәүҙең үҙенән алда артыҡ һүҙ ысҡындырыуынан ҡурҡҡандыр, ахыры, йәһәтләп тегеләрҙе үҙе менән әйҙәне.
“Бергә хеҙмәт иткән дуҫтарымы икән? Ҡалай сәйер килеп сыҡты”, – йәш ҡатындың башынан шундай уй йүгерҙе.
Улар артынан ни булғанын да аңламаған хужа тышҡа сыҡты.
– Фәтхи, – тине дуҫына боролоп Фәхрәзи. – Минекеләр бөгөнгә һеҙҙә ҡалһын инде, йәме?
Һуңынан оҙон йылдар дауамында Миңзада һөйгәнен һуңғы ҡабат күргән ошо кисте хәтерләп, үкенес утында нисәмә үлеп, нисәмә терелер. Ниңә шунда йүгереп артынан сыҡманы, нишләп муйынына аҫылынманы, ила- маны, ялбарманы, аңраланып, аптыранып ултырҙы ла ҡалды. Күңеле ниндәйҙер хәүеф һиҙгән кеүек булғайны бит! Аңы инәрле-сығарлы булып, ҡара кейемле өсәүҙең иренең хеҙмәттәштәре булыуына үҙен ышандырырға маташып, өн-тынһыҙ Фәхрәзиен дошмандар ҡулына тотторҙо ла ебәрҙе. Яу ҡуптарып илаһа, инәлһә, кем белә, әллә алып та китмәҫтәр ине. Шундай бер ҡатлы үкенес, игелеккә сабыйҙарса ышаныу һуңынан ғүмер баҡый йөрәген игәү кеүек аяуһыҙ язалап торҙо. Һикереп тороп ире артынан ташланмауы уның үҙен дә, сабыйын да ҡурсалап ҡалыуы хаҡында Миңзада башына ла килтермәй ине.
Иртәгәһенә Миңзада өҫтәлдә хат тапты. Ике-өс һөйләмдән генә торған хушлашыу сәләме. Ашыҡҡаны һиҙелеп тора, ҡулдары ла дерелдәгәндер, яҙыуы үҙенекенә оҡшамаған: “Минән ике-өс йылда хәбәр булмаһа, тормошҡа сыҡ. Ҡыҙыбыҙ атайһыҙ үҫмәһен. Ҡайнымдарға ҡайтығыҙ. Хуш, һөйөклөм...”
Һөйгәненән бер нисә көнгә генә айырылып торһа ла, һағынып өлгөргән ҡатынға “ике-өс йылда хәбәр булмаһа” тигән һүҙҙәр ҡот осҡос булып то- йолдо. Әле ул тәҡдирҙең үҙҙәрен мәңгелеккә айырғанын күҙ алдына ла килтерә алмай ине.
Хәҙер ауылға ни йөҙөң менән ҡайтаһың? Имеш, директор театр аҡсаһын урлаған да, уны шул сәбәпле ҡулға алғандар, тигән хәбәр таралды. Бар донъя Фәхрәзиҙе ғәйепле тип торғанда ла, Миңзада быға ышанмаясаҡ. Унан, эш хаҡы түләрлек тә аҡса эшләй алмаған, дәүләттән бер тинлек ярҙам килмәгән һәүәҫкәр коллективтың ниндәй аҡсаһы булһын?! Салы-сарпы ишетелеп ҡалды: йәнәһе, Фәхрәзи һуғыш осоронда һәм унан һуң Японияға хеҙмәт иткән. Ябай тел менән әйткәндә, япон шпионы булған. Был да ялған. Миңзада өсөн ире иң намыҫлы, иң тоғро кеше. Һәм бер Миңзада өсөн дә түгел. Фәхрәзиҙе белгәндәр уның выжданлы шәхес икәнлеген таный, бер ҡасан да Ватанына хыянат итмәйәсәгенә ышана.
Унан һуңғы хәлдәр ҡурҡыныс төш кеүек. Ул төштөң иге-сиге юҡ, һаташыуҙан арынып уянырға, ысынбарлыҡҡа ҡайтырға мөмкин дә түгел. Ҡайныһы килененән ҡарашын йәшерергә маташты. Ҡәйнәһе килененең өр-яңы быймаларын, өҫтөндәге матур тунын, башындағы өбөрөһө күпереп торған дебет шәлен һалдырып алып, Миңзадаға көйәнән ашалып тишкеләнгән, яҙа-йоҙа табанланған быйма, үҙе инде бихисап йылдар мал- тыуар араһына кейеп әрһеҙләгән көпөһөн, ылҡаһы ҡалмаған алама шәлен ырғытты. Быймалары кейергә лә яраҡһыҙ булып сыҡты, уларҙы нишләтергә белмәй аптырап ҡалған Миңзаданы ла, абыстайын да бер талай өн-тынһыҙ күҙәтеп ултырған хәҙрәт ҡайҙандыр сүс бауы алып инде лә, тартыныуын еңеп, быйма ҡуңыстарын нығытып, килененең аяҡтарына ҡуша бәйләп ҡуйҙы.
– Яратҡан киленеңде Юлдашына йөкмәп алып барып ырғытырһың әллә.
Бер ни аңламаған Миңзада, сабыйын бәләкәй санаға урап ултыртып, билгеһеҙ һәм үтә хәүефле юлға сыҡты. Был минуттарҙа уның кемдең дә булһа ҡылығына баһа бирерлек тә хәле юҡ ине. Ни өсөн, ниңә шулай һарауһыҙ ҡыланды Фәхрәзиҙең яҡындары, мынауындай ел-дауыллы, сат- лама һыуыҡ көндә кескенә ҡыҙы менән ҡайҙа барырға тейеш ул, ҡайһы юл тыуған яҡтарына илтә – аңы томаланған йәш ҡатын хатта был хаҡта ла уйлай алмай ине.
Күпме атлағандыр шулай буран һалып өлгөргән көрттө йырып, арттан сана егелгән ат ҡыуып етте.
Шулай һөйләнә-һөйләнә атын ҡыуаланы.
Түбә ҡасабаһына килеп еткәс:
Юҡ ине бер танышы ла Миңзаданың, ни тиергә лә белмәй, аптыранып бер аҙ торғас:
Юлсы атына бер киҙәнде лә ары елдерҙе. Миңзада ҡай тарафҡа йүнәлергә, артабан нишләргә белмәй урам уртаһында ҡатып ҡалды. Бына- бына тирә-йүнде ҡышҡы ҡараңғылыҡ солғап аласаҡ. Етмәһә, кис ҡырын күҙ асҡыһыҙ буранға ярҙамға шыҡырайтҡыс һыуығы ла ҡушылды. Декабрҙең ыҙғарлы ҡышы оторо шашынып, урамда ҡалған юлсыларҙы тартҡыслап- йолҡҡослап, был ерҙә үҙенең берҙән-бер хужа булыуын раҫларға тырышты. “Бәпескәйем менән урамда туңып ҡына үлербеҙме икән? Эй, илаһым, ниндәй гонаһтарым өсөн был әсе һынауҙарға дусар булдым һуң? Әллә берәйһенең ишеген туҡылдатып ҡарайыммы икән? Кемгәлер мәшәҡәт тыуҙырыуҙы уйлар саҡмы ни, бәләкәсем хаҡына әллә берәйһе индерер”, – йәш ҡатын өшөгән бармаҡтарын тыны менән өрөп йылытырға маташты. Туҙған табандарына ҡырылмаһа ҡырҡ ямау һалынған быймалары туңған аяҡтарын йылыта алмай, башындағы тетелеп бөткән шәл, өҫтөндәге алама көпө аша ажғыр буран үтәнән-үтә өрә.
Таш кеүек ҡатҡан аяҡтарын саҡ ҡуҙғатып, Миңзада ят ҡатын артынан эйәрҙе. Уларҙы ун өс-ун дүрт йәшлек үҫмер ҡыҙ ҡаршыланы.
Алам-һаламға төрөлһә лә, сабый бигүк бирешмәгән кеүек ине лә...
Миңзада өндәшмәне. Заманына күрә, ысынлап та, арыу йәшәнеләр. Һәр хәлдә, яңғыҙ ҡыҙҙарын ямаулы күлмәктә, табанлы быймала йөрөтмәнеләр. Өләсәһе Сәғдиә тирә-яҡта дан тотҡан әкиәтсе генә түгел, оҫта итексе, быйма баҫыусы ла булды. Ун туғыҙ йәшендә генә ике улы менән тол ҡалғас, Маркин утарына барып, Трофим исемле урыҫ ҡартынан аяҡ кейемдәре тегергә өйрәнеп ҡайтҡан. Итек-ботинка тегеүҙә, быйма баҫыуҙа өләсәһенән маһир кеше юҡ бөгөн дә. Трофим бабай уға төрлө үлсәмдәге ҡалыптар ҙа яһап биргән, рәхмәт төшкөрө.
Әсәһе Йәннәт Миңзаданы кесе йәшенән тегенеүгә өйрәтте. Колхозда һауынсы ла, бер юлы быҙау ҡараусы ла булып эшләгәс, әсәһенең ҡул эштәре менән ултырырға әллә ни ваҡыты булманы. Ә Миңзада тора-бара кейем- һалым тегеүгә шундай оҫтарып алды, Иһәнгә оҙатылғанға тиклем бөтә ауыл халҡы күлдәк-маҙар тектерергә уға йөрөнө. Тауар булмаһа, картаның тиҫкәре яғындағы тышлығын аҡтарып алып, уны төрлө төҫкә буяп тегерҙәр ине күлдәкте. Бөгөн уның өҫ-башы әҙәм ҡарағыһыҙ. Бөтә булған аҫыл-аҫыл кейем-һалымы әсмәйел бикәсенә тороп ҡалды. “Ҡәйнәм, һис юғы бер ҡат арыуыраҡ кейемемде бирсе”, – тип ялбарыуына ҡаршы Бүләкәй: “Аяғың инһә, башың инмәгән, күрәләтә ғәзиз баламдың башын ашаның, бына ошо әләм-һәләм дә бик ярап торор”, – тип екерҙе.
Нисек үлеп яратҡан иренең башын ашағанын да килен кеше аңлап етмәне. Әллә бер-бер ғәйбәт таралдымы икән Фәхрәзи менән минең турала, тип тә уйлап ҡараны йәш ҡатын, шик-шөбһәнең осона сыға алманы.
Миңзаданың сырайы ҡараңғыланып киткәнен күреп, йырау Ғәйшә:
Икенсе көнө йырау Ғәйшә Ирәндек тауҙары аша алыҫ Юлдашҡа юл- ланды. Уға эйәреп ҡайтырға уҡталған Миңзаданы: “Сабый бала менән һине лә эйәртһәм, ғүмерҙә лә атайыңдарға барып етә алмабыҙ. Миңә таныш юл, шөкөр, һауһаҡмын, әллә берәй юлайҡан кеше лә тап булыр, ә һин йылын, ял ит, бәпәйеңде ҡара. Ана, Зәйтүнәгә лә иптәш кәрәк, бер үҙен ҡалдыра ал- майым бит инде”, – тип туҡтатты.
Ҡышҡы юл уйын эш түгел. Бөгөн бураны баҫылһа ла, тағы ла нығыраҡ һыуытҡан. Йәйен йырлап ҡына атлаған биш саҡрымың декабрь һалҡынында икһеҙ-сикһеҙ даръя булып тойола. Ә бында йөҙ илле километр ара, нисек кенә шәп ҡыланма, көнөнә ун-ун биш саҡрымды ла уҙҙырып бул- май. Көндөҙ хәлдән килгәнсә атлайһың, төнөн юл эсендәге ауылдарға туҡталып, ял итәһең, көс йыяһың. Ауылдарҙың һәр ҡайһыһында тиерлек йырау Ғәйшәне беләләр, ихлас ҡаршы алалар, һуңғы телемдәре менән бүлешәләр, кескәй генә табын ҡороп та ебәрәләр. Ул арала йыраусы фатирға төшкән өйгә халыҡ килеп тула, Ғәйшәнең моңло тауышын ишетеп, йәндәренә ял алыу өсөн йыйыла кешеләр. Ҡурай, скрипка моңон тыңлап, үҙе лә күңелен бөтәйткән йыраусы икенсе көнөнә йәнә юлға ҡуҙғала. Бер килке йыр-моң шауҡымында арыу-талыуҙы белмәй атлай, унан бик аҙға ғына туҡталып, күстәнәскә һалынған һары май йә талҡанды ҡабып, үҙәк ялғап ала.
Яҡты күҙҙә Өмөтбайға барып етергә, Таһирға, Ҡырҙасҡа, Тирмәнгә...
Шулай килә торғас, аҙна ла үтеп киткән икән.
Ауыл ерендә яңылыҡ тиҙ тарала. Йырау Ғәйшәне күреп ҡалыу, Миңзаданың хәлен белешеү өсөн ауылдаштар Йәннәттәргә йыйыла. Китә ҡунаҡ күрһәтеү, ҡунаҡ күреү, өйҙән-өйгә йөрөп бутҡа, аш ашау... Ахырҙа ҡыҙы менән ейәнсәрен йәһәтерәк күреү, ҡоҙаларының хәлен белешеп, эштең аңы-тоңона төшөнөү теләге Ҡыуатты Баймаҡ яҡтарына ҡыуа...
“Народу много, а людей мало”.
(Диоген). “Нет зверя свирепее человека,
если к страстям его присоединяется власть”.
(Плутарх).
Бала йәнле, йомшаҡ күңелле олатайым. Бүтән шарттарҙа тыуып үҫеп, үҙендәге бихисап һәләтте үҫтерергә насип итһә, кем булыр инең икән, ҡәҙерле олатайым? Хәйер, өләсәйем Йәннәткә ҡарата ла ошоно уҡ әйтер инем. Бай старшина ғаиләһендә тыуып үҫеп, ун һигеҙе тулыр-тулмаҫтан күрше ауылдан ярлы ғына, әммә үтә лә ауан, үткер олатайымдан урланып, етешер-етешмәҫ донъяны зарланмай-һыҡтанмай көтөп алып киткән Йәннәт олатай өсөн ысын мәғәнәһендә йәннәт булғандыр, тием. Юҡ-юҡта урман яҡтарынан үҙенә ҡасандыр ҡоҙа ебәргән Бәхтийәр мәзинде хәтерләп алһа ла, Йәннәт яҙмышының Ҡыуатҡа бәйләнеүенә үкенмәгәндер. Киске эңерҙә ишек алдындағы утлыҡсаға йомош менән сыҡҡан Йәннәтте алма- сыбар атының эйәренә арҡыры һалып алып ҡасҡан Ҡыуат бер нисә көн элгәре еләккә сыҡҡан ҡыҙҙар араһында ап-аҡ оҙон толомло һомғол һылыуҙы күреп хайран ҡалғайны. Донъяны күп күргән, иленән ситтә ятҡан ер-һыуҙы арҡыры ла, буй ҙа байтаҡ кискән Ҡыуаттың бындай төҫтәге толомдарҙы башҡорт-татарҙа түгел, урыҫ ҡыҙҙарында ла күргәне булманы. Ҡушый урманының ҡуйы тирәктәренә ышыҡланып, эргәлә генә сыр-сыу килгән ҡыҙҙарға, эй, юҡ та, улар араһындағы ғәҙәти булмаған ҡиәфәтле һылыуға күҙҙәре талғансы ҡарап торҙо Ҡыуат. Эргәһенә барып, һүҙ ҡатырға, һис юғы, ҡыҙҙың исемен белергә ине лә бит, ҡыйманы. Бығаса берәүгә лә ыша бирмәгән ауан фиғеленә әллә ни булды ла ҡуйҙы, табандары Ҡушыйҙың йүшкел тупрағына ҡуша йәбештеме ни. Бер килке өн-тынһыҙ ҡатып ҡалған Ҡыуат ҡапыл ибәтәйһеҙ ҡуҙғалдымы, ул һөйәлгән ерек әлегәсә ойоҡһоп ултырған еренән әҙәм балаһы кеүек ыңғырашып ҡуйҙы. Әллә Ҡыуаттың ут-ялҡында өтөлөп барған күкрәгенән сыҡтымы ул оҙон- һыҙа иңрәү – һәр хәлдә, еләкселәрҙе өркөтөргә шул да етте, ҡыҙҙар сәрелдәшеп йән-фарман тау битләүенән ауыл яғына йүгерҙе.
Ишеткәне бар ине Ҡыуаттың күрше ауылдағы аҡ сәсле ҡыҙ хаҡында, тик уны был дәрәжәлә күрмәлекле, һөйкөмлө итеп күҙ алдына ла килтермәй ине. Ҡыҙға тау-урман яҡтарынан тиңдәш егеттең күҙ һалыуын, ошо арала һоратырға килергә тейешлеген дә еткергәйнеләр. Бүтән ваҡытта салы- сарпы ишетелгән ғәйбәткә осмот та ыжламаған Ҡыуат был юлы, ниңәлер, ғәләмдең ғәҙәти булмаған ҡыҙ хаҡындағы гәп-һүҙенә иғтибар иткәндәй булды. “Барып күреп ҡайтайым әле, үкенескә ҡалмаһын, – тигән уй килде егеттең башына. – Шулай ауыҙ һыуы ҡоротоп, иҫ юйып һөйләрлекме икән ул ҡыҙ? Йәрәшкәне оҙатып алмаҫ элек күреп ҡалайым”.
Йәш үләнде хәтерләткән йәм-йәшел күҙҙәре уттай янды Ҡыуаттың, ерәнһыу сәстәре яҡтыһында былай ҙа аҡһыл йөҙө үтә лә аҡ күренгән сыра- йын алһыулыҡ баҫты, күкрәген ярып барған ярһыу йөрәген тыйырға тыры- шып, йәшеренгән еренән йүгереп сыҡты ла ҡыҙға ҡысҡырҙы: “Аҡсәскә, туҡта! Туҡтап тор, Аҡсәскә!” Уғата алға ынтылды ҡыҙҙар, еләк ҡайғыһы китте, әйтерһең, хәҙер, хәҙер таныш булмаған әҙәм уларҙы ҡыуып етәсәк тә бөтөнөһөн бергә уҡмаштырып тотоп аласаҡ.
“Был теге ел ҡапҡаны атында һикереп кенә сыҡҡан һунарсы егет ши- келле, – тип уйланы үҙе. – Ғәләмәт ҡыйыу, сая тип һөйләйҙәр ине лә”.
Уйланы һәм онотто.
Йәнә өс-дүрт көндән старшина йортона никах мәжлесенә йыйылдылар. Әсәһе мәрхүм булғанда иң өлкән бала Йәннәткә ун ике генә йәш ине. Үҙенән кесе өс туғаны хаҡында хәстәрлек тотошлай уға күсте. Уға хәҙер бәләкәстәрҙе ташлап китеүе лә бик ауыр, күңелен ҡапма-ҡаршылыҡлы хис- тойғо ҡыра. Атаһының бөтөнләй ваҡыты юҡ. Унан, аш-һыу эргәһендә була- шыу, һауыт-һаба йыуыу, өй йүнәтеү ир-егет эшеме ни? Хеҙмәтсе ҡатын бар ҙа бит, уның да яңғыҙына ҡыйынға тура килә. Кесе туғандары иғтибар талап иткән йәштәләр. Атаһы ни уйлап риза булды икән ҡыҙын әллә ҡайҙа, тау- таш араһына оҙатырға? Шикләнеүҙәрен күршелә генә йәшәгән еңгәй те- йешле кешеһенә белдергәс, тегеһе ҡырҡа һуҡты: “Һин нимә, ғүмер баҡый ирһеҙ ултырмаҡсыһыңмы? Былай ҙа ҡарт ҡыҙҙар иҫәбенә индең, ун һигеҙең тула. Утрауҙа йәшәмәй ҡусты-һеңлеләрең, мин дә күҙ-ҡолаҡ булып торор- мон. Аслан да баш тартма, ипле генә егет буласаҡ кейәүең, дин юлында”. Күңеле барыбер бик тыныс түгел ине Йәннәттең. Әмәлгә ҡалғандай, тап никах мәжлесе башланыр алдынан ғына урлап ҡастылар үҙен. Тәүҙәрәк Бәхтейәрҙе йәлләп, йөрәге әрнене. Йәннәттән ҡолаҡ ҡаҡҡас, ун туғыҙ ғына йәшлек дин әһеле илап ҡайтып киткән, имеш, тигән хәбәр килеп етте алты саҡрымда ятҡан Ҡушый ауылынан. Унан ғәрләнеп илап та алды: уның хис- тойғоһо менән иҫәпләшмәй, мал ише эйәргә арҡыры һалып үҙен алып ҡасҡан Ҡыуатҡа нәфрәт белдереп, ашамай-эсмәй өс көн рәттән мөйөшкә ҡарап тик ятты. Буласаҡ ҡәйнәһенең: “Балам, беҙ сит ихтыярға буйһоноп йәшәү өсөн яратылғанбыҙ. Минең заманында самаһыҙ уҡығым, белем алғым килде. Атайым: “Донъя көтә башлаһаң, мейең асылыр, юҡ-барҙы уйлап йөрөмәҫһең”, – тип ун өс кенә йәшемдә ошо ауылға, Ҡыуаттың атаһына тоттороп ебәрҙе. Егермем дә тулмаҫтан ике сабый менән тол ҡалдым. Ҡалайтаһың, тәҡдир. Һин ырыҫһыҙ булмаҫһың, улым ҡаҡмаҫ- һуҡмаҫ, яҙмышыңа күн”, – тип өгөтләй торғас, күңеле бер аҙ урынына ултырғандай булды.
Старшина йортонда аҙна буйы “зыҡ” ҡубып Йәннәтте эҙләнеләр. Бер шаһит та юҡ. Ҡыҙының терәлеп ятҡан күрше ауылда икәнлеген старшина үҙен ҡунаҡҡа, никах туйына саҡырырға килгәстәре генә белде.
Шөкөр, Ҡыуаты уны ҡаҡманы, һуҡманы, Йәннәттең атаһы килеп, эштең айышына төшөнгәнсе йәштәр аңлашып өлгөрҙө, старшина ла, тәҡдире шул- дыр баламдың, тигән уйҙан, ҡыйҡыу һалып йөрөмәне. Ҡыҙы менән кейәүенең генә түгел, ҡоҙағыйы Сәғдиәнең дә ҡуңалтаҡ донъяһын ҡотайтырға ынтылып, көтөү-көтөү мал ҡыуып килтерһә лә, Ҡыуат ғорурлығына барып, һарыҡ-кәзәне лә, тай-тулағын, һыйырҙарын да кире борҙо. Уның был ҡылығы йәненә тейһә лә, старшина кейәүе өсөн ҡыуаныу тойғоһо кисерҙе: тимәк, Йәннәтте байлығы өсөн түгел, ихлас оҡшатып ала. Ҡыуатҡа иһә ҡайнынан бындай оло бүләкте ҡабул итеү ирлек намыҫына тап төшөрөүгә бәрәбәр ине. Асылда бит ул үҙе кәләше өсөн ҡалым түләргә бу- рыслы. Кәртәлә мөңрәгән яңғыҙ һыйырынан, өс-дүрт баш һарығынан ғәйре ниндәй монаяты бар? Әлеге шул Алмасыбары ла ике һунар эте.
Оло юлда Ҡыуаттың әле шуларҙы хәтерләп барыуы. Йәннәте белмәй- күрмәй сыҡҡан иренә йөрәк баҫты, уҫал ғына ҡәйнәһенә лә ярай белде, нимәгәлер риза булмаған мәлдәрендә лә ғәләмгә йәүкәләп, һыр сисеп йөрөмәне. Ҡыҫҡаһы, уңды ул ҡатынынан.
Яңғыҙ ғына ҡыҙҙарына ни булды икән һуң? Уның өсөн өҙөлөп торһалар ҙа, артыҡ әпәүләмәнеләр ҙә шикелле, бәләкәйҙән эш белеп, әсәһенә ярҙамсыл булып үҫте, тыйнаҡ, әҙәпле. Кейәүенең зым-зыя юҡҡа сыҡҡанын ишеткәс, Ҡыуат төрлөсә фараз ҡылды. Асыҡлап булмаҫмы икән, тигән ниәттә ул тәүҙә Баймаҡҡа юл алды. Артист халҡы ни, яртыһы гастролгә сығып киткән, театрҙа тороп ҡалғандарынан төпсөнөп һорағайны, берәү бер ни белмәй булып сыҡты. Шуныһына ҡыуанды Ҡыуат: береһе-бер ҡыҙы йә кейәүе хаҡында алама һүҙ әйтмәне. Театрҙан һуң ир ауыл советына юл- ланды. Өҫтәл артында ҡунаҡлаған ҡупым ғына берәүҙе күргәс тә һыны теймәне, шылғаяҡ бәндәгә оҡшаған.
Рәйестең йөҙө йәнә ҡырыҫланды.
...Юғиһә... Шулай уҡ 37-се йылдар кире ҡайттымы икән ни? Хәйер, уның, золомдо әйтәм, туҡтап торғаны булдымы икән? Йыландың ағыуы үлер ал- дынан көсәйә, тиҙәр. Дөрөҫтөр. Халыҡта тағы бер юрау бар: әҙәм балаһы үҙ башына шашына...
Ҡыуат сығып киткәс, рәйес оҙаҡ ҡына башын баҫып ултырҙы. Ҡайҙан килеп сыҡты был Силәбе урыҫы? “Миңә план бирелгән, милләтселәрҙе асыҡларға. Ә, бәлки, һеҙҙә шпионлыҡ менән булашҡандар ҙа барҙыр? Һатлыҡ йәндәрҙе әйтәм. Мәҫәлән, кем ул Фәхрәзи Мөхәмәтов?” – тип быуынға төштө.
Фәхрәзи хаҡында ауыл советы рәйесе бер алама һүҙ ҙә әйтә алмай. Бик тәрбиәле, эшенә мөкиббән бирелгән директор. Ул килгәс, театрҙа эштәр күҙгә күренеп арыуланды, йәш һәләттәр менән тулыланды. Репертуар мәсьәләһендә лә бик талапсан йәш директор. Ауыл ерендә сәнғәтте үҫтереүгә көс һалып ҡына ҡалмай, йәмәғәт тормошонда ла әүҙем. Тик ни сәбәптән партияға кермәй йөрөй һуң әле ул? Хәтерендә, былтыр рәйес үҙе әйтеп ҡарағайны, етәксегә партияһыҙ булыу килешмәй, тип. Фәхрәзи өндәшмәй ҡалыуҙы хуп күрҙе. Өҫтәүенә, мулла малайы. 37-лә ата-әсәһе ваҡ балалары менән ҡайҙалыр юғалып та торған, тиҙәр. Әлеге дин әһелдәрен сүпләй башлағас. Һуңынан теп-теүәл көйөнсә кире ҡайтҡандар. Ҡайҙа йөрөгәндәр, ни эш ҡылғандар – билгеһеҙ. Хәҙрәт им-томға бик көслө, хатта тыумыштан һәтәү булғандарҙы ла һауыҡтыра, имеш. Фу, иҫкелек ҡалдығы. Һөйләйҙәр инде. Ҡалай ҙа рәйес хәҙер килеп Фәхрәзиҙе яҡлаша алмай. Вазифаһы ҡушмай. Кем икәнлеген белеп тә етмәй бит ул театр хужаһының. Ысынлап та, берәй әтнәкәһе барҙыр. Силәбе һынлы Силәбелә уның тураһында ҡайҙан белһендәр. Япун шпионы, тиҙәр. Ул яҡтарҙа оҙаҡ ҡына йөрөгән бит. Тимәк, тигенгә йөрөмәгән. Туҡта, теге яңыраҡ театрға эшкә килгән Минишев тигән әҙәм шул Силәбе яҡтарынан түгелме һуң? Уның менән һөйләшкәндә инде... Асылда кем икән Фәхрәзи? Уның хаҡында ком- промат йыйырға теге егетте үҙе ҡушты бит. Хәйер, ҡулға алғастары, етерлек компроматтары барҙыр әле.
Минишевтың был яҡтарға тигенгә килеп сыҡмағанын, Силәбе агентының артыҡ күп белеүенең сәбәпсеһе кем икәнлеген дә аңлап алғайны рәйес. Һаҡ булырға кәрәк. Минишев менән мөнәсәбәттәрҙе боҙмау хәйерле.
Ауыл советының тар ғына бүлмәһен рәйестең өҫтәле торған яҡтан бөйөк юлбашсының портреты биҙәй. Фотоһүрәттә ил хужаһы ҡеүәтле һәм бейек буй-һынлы булып күренә. Ҡап-ҡара мыйығы уның сырайына айырыуса бер мөһабәтлек өҫтәй. Миллиондар табынған шәхес. Атыуға хөкөм ителгәндәр ҙә һуңғы һулышынаса уға ышанысын юғалтмаған, тиҙәр. “Йәшәһен Ста- лин!” – тип ҡысҡырғандарында улар һаман үҙҙәрен ярлыҡауҙарына өмөтләнгәнме, әллә уға табынғанмы, уға инаныу, ғөмүмән, партия етәкселәренең һәр ҡылғанына һуҡырҙарса ышаныу хисе шулай көслө булғанмы?
Шунсама халыҡ дошманын асыҡларға, хөкөм итергә, атырға, һөргөнгә һөрөргә тигән партия директиваһын боҙорғамы? Юҡ инде. Беҙҙең дәүләт донъяла иң ғәҙеле, ләкин әле булһа дөйөм эшкә – коммунизм маҡсатына аяҡ салыусылар етерлек. Урал аръяғы райондары әүәл-әүәлдән милләтселәргә бай. Юҡ итергә, ҡырырға бөтәһен дә – берәүҙең дә үҙ халҡын бөйөк милләттән юғарыраҡ ҡуйырға йәки уға тиңләшеп маташырға хаҡы юҡ. Ә инде интеллигенцияға килгәндә... Уларҙың бит электән иркен фекер йөрөтөүе, буш хыялдар менән йәшәүе билгеле. Бына әле ҡаршыла театр ди- ректоры ултыра. Скрипкала һәм мандолинала шәп уйнай, бейеүсе һәм йырсы, тиҙәр үҙен. Спектаклдәрҙә гел төп ролдәрҙе башҡара икән. Тымыҡ океанда хеҙмәт иткән, хәрби кораблдә радистан алып капитан ярҙамсыһына тиклем күтәрелгән. Хатта орден да биргәндәр икән үҙенә. Уның япон шпионы икәнлеген иҫбатларлыҡ бер дәлил дә юҡ. Ә ниңә иҫбат итергә? Былай ҙа билдәле: мулла балаһы, партияға инмәгән, агент уның ка- бинетында булды кисә, илде ана ниндәй һәләкәттән алып сыҡҡан Сталиндың да һүрәте юҡ стенаһында. Минишевтың әйтеүенсә, йыш ҡына йәһүдтәрҙе яҡлап та һүҙ ысҡындыра икән. Өҫтәүенә, фашист концлагеры- нан һуң, хыянатсы булараҡ, бында бөйөк илебеҙҙең ғәҙел хөкөмөнә тарттырылған дошмандар менән аралашыуы хаҡында ла һөйләйҙәр. Ошо- лар үҙе уның һатлыҡ йән икәнлеген күрһәткән дәлил түгелме ни?!
Ҡыҫҡаһы, иң ышанысһыҙ бәндәләр ул ижад кешеләре. Йыр-бейеүе, шиғыр-миғыры менән халыҡты бөйөк коммунизм идеяларынан ситкә этәрә, юҡ-барға әүрәтеп, илде тарҡатыуға алып бара. Ғәҙеллек, азатлыҡ, иркен тормош тураһындағы уйҙырмалары менән баш ҡаңғырта, милләт мәнфәғәтен ҡайғыртҡан булып, юғарыла ултырған түрәләргә тел тейгеҙә. Юҡҡамы ни, бөйөктәрҙән-бөйөк юлбашсыбыҙ утыҙ етелә лә тәү сиратта ижади шәхестәрҙе сүпләне. Агент был яҡтарҙан буш ҡайтмаясаҡ, уға үтә лә яуаплы бурыс йөкмәтелгән: халыҡ дошмандарын табырға, уларҙы ҡулға алырға! Мөхәмәтовтың ысын йөҙөн асыҡлау менән ул тейешле урынға хәбәр итәсәк, япон шпионын ҡулдан-ҡулға тапшырасаҡ.
...Ҡыуат хакимиәт башлығынан Фәхрәзиҙең Сталин портретын суйын- дан яһалған ҡара һауыты менән онтай һуғыуы хаҡында ишетте. Тыныс холоҡло, ипле кейәүен шул хәлгә нимә еткергән икән һуң? Урындағы власть менән кейәүе араһында ниндәй бәхәс сыҡҡан? Хәҙер инде быны асыҡлау мөмкин дә түгел. Фәхрәзи Мөхәмәтовҡа “шпион” тигән ҡара тамға тағыу кәрәк булған, һәм был яланы яғыусылар табылған. Ҡулға алғандар, билдәһеҙ яҡҡа оҙатҡандар, хәҙер хөкөм итеүселәр ҙә, язаға тарттырыусылар ҙа бер ни тикшереп тормаясаҡ. Үҙ халҡын геноцидҡа дусар итеүселәрҙең бындай әшәке алымы Ҡыуат өсөн яңылыҡ түгел, 37-се йылдарҙың ҡанлы тарихы ла онотолмаған, енәйәтселәр фаш ителмәгән, асылда золом дауам итә. Йәһәтерәк юлға сығырға, ауылға ҡайтырға кәрәк, юҡһа үҙеңдең дә берәй мөбиталаға ҡалыуыңды көт тә тор.
Юл ыңғайы ҡоҙаларына һуғылған ир Бүләкәй абыстайҙың һарауһыҙ ҡыланыуына аптыраны. Ҡыуатты күреү менән илауларға керешкән ҡоҙағыйы ғаилә башына төшкән хәсрәттә Миңзаданы ғәйепләне, эштең асылын да аңлап етмәгәндер һантый бисә, тик бер гонаһы булмаған ҡыҙына ябырылыуын Ҡыуат өнәмәне, һүҙ ҡуйыртып та тормай, абыстайҙың санаға ырғытҡан яҙа-йоҙа ҡаралтыһын йыйнағыраҡ итеп урынлаштырҙы ла, оло еҙ самауырҙа ҡайнап сыҡҡан сәйҙе лә эсеп тормай, атын ҡайтыу яғына борҙо.
Оҙата сыҡҡан Ҡараһаҡалдан: “Ҡараһаҡал ҡоҙа, һин дә минең ҡыҙҙы ғәйепләмәйһеңдер ул?” – тип һораны Ҡыуат. “Һин рәнйемә инде, бисә-сәсә һүҙенә ҡарап. Улар нимә аңлай... Бында килендең тамсы ла ғәйебе юҡ!” – тип яуапланы тегеһе. Улы менән ни булғанын хәҙрәт үҙе лә аңлап етмәй ине әле. Теге йылды, сәйәси золом башланып, дин әһелдәренә ҡаршы көрәш асҡандарында, ғаиләһен алып Әбйәлил яҡтарына ҡасып киткәндәрен, әле хәләле ек күргән ҡоҙаларының уларҙы үҙҙәрендә һыйындырыуын, тар ғына ике бүлмәле өйҙә ике ғаиләнең һәүетемсә татыу ғына йәшәгәнен, һуңғараҡ ауыл халҡының эйәһеҙ торған мәсеткә үҙен имам-хатип итеп ҡуйғанын хәтерләп, йәне әсене. Киленен ни рәүешле ҡайтарып ебәрҙеләр, әле бына сарға бисәһе ҡоҙаһына ҡарата ҡайһылай илтифатһыҙ ҡылана. Ҡаршы һүҙ әйтә алмай хәҙрәт абыстайына. Тегеһе барыбер ыша бирмәй, үҙ һүҙен һүҙ итеп өйрәнгән, бөтә ғәйепте башҡаларға япһарырға әүәҫ. Унан, ғүмер иткән бисәң менән һүҙ көрәштереп, намаҙыңды боҙаһыңмы...
Ҡышҡы көн ҡыҫҡа. Түбәгә Ҡыуат ергә эңер ҡараңғылығы йәйелгәс кенә килеп инде. Бөгөнгә артабан юл тотоуы хәүефле, иртәгә иртәрәк ҡуҙғалырҙар инде. Йырау Ғәйшәнең ҡыҙы Зәйтүнә асығып та, арып та килгән Ҡыуатты асыҡ йөҙ менән ҡаршыланы. Ашъяулығын йәһәтләп йәйеп, булған ғына тәғәмен теҙҙе.
Ҡәйнәмдәр ни хәлдә?
Миңзаданың борсоулы йөҙөн аңғарып, Ҡыуат:
Йоҡларға ятҡас та Ҡыуаттың күҙҙәренә йоҡо эленмәне. Кейәүе хаҡындағы уйҙар тынғылыҡ бирмәй ине уға. Бик етди ғәйеп ташлағандар өҫтөнә. Иң юғары яза биреүҙәре лә ихтимал. Кешенең ғәйепле йә ғәйепһеҙ икәнлеген иҫбатлаусы дәлилдәр ҙә кәрәкмәй хәҙер. Ошаҡсылар, көнсөлдәр өсөн аҡ юл асылған осор. Фәхрәзиҙең ил, дәүләт алдында ғәйебе барлығына ышанмай Ҡыуат. Бөтә ғәләм кейәүенә бармаҡ төртөп, ул ғәйепле, тип торһа ла, ышанмаҫ ине. Фәхрәзи уның күҙ алдында үҫте. Нисәмә йыл бер ҡыйыҡ аҫтында йәшәнеләр. Ҡыҙы менән буласаҡ кейәүе дуҫлашып киткәс, Ҡыуат бүтән атайҙар һымаҡ ҡырын-ярын ҡарап, йәштәрҙең осрашып йөрөүенә аяҡ салып ҡыланманы, сөнки Фәхрәзиҙең аҡыллы, тәүфиҡлы бала булыуына иманы камил ине. Ҡараһаҡал мулланың ҡабат Иһәнгә ҡайтыу уйы ла юҡ ине, буғай. Иркә ҡыҙы үҙ һүҙен өҙмәне лә ҡуйманы. Ирәндегемде, Талҡаҫымды һағындым, йәнәһе. Еңмеш нәмәкәй тәки үҙенекен итте. Бүләкәй абыстай ҙа ҡыҙы һүҙенән сыҡманы. Көн эсендә яҫтап-түшәрен төйнәнеләр ҙә, Ҡыуаттың Турыҡайы егелгән арбаға тейәп, юлға сыҡтылар. Ҡыуат Иһәнгә тиклем һыбай уларҙы оҙатып барҙы.
Иһәнгә ҡайтып төшөү менән Ҡараһаҡалды ҡулға алғандар икән, тигән хәбәр ишетелгәс, Йәннәт тә, Сәғдиә лә бик ҡайғырҙылар. Ҡыуат иһә эстән һыҙҙы: ниңә хәҙрәтте нығыраҡ өгөтләмәне теге мәлдә Юлдашта ҡалырға?! Ауылдаштары уға айырым йорт һалып бирергә лә йыйына ине бит.
Бәхеткә күрә, хәҙрәтте өс йылдан иреккә сығарҙылар.
Ҡыуат үҙе лә хөкөмгә тарттырыла биреп ҡуйғайны бер мәл. 1939 йылдың ҡара көҙө ине. Ҡасандыр Муса Мортазин отрядында йөрөүен дә иҫкә төшөрҙөләр. Комбригты атыуға хөкөм иткәстәре лә Ҡыуат уның ғаиләһен ярҙамһыҙ ҡалдырманы. Күстәнәстәрен тейәп, Йәннәт менән әленән-әле Маг- нитта йәшәгән Фатиха абыстайға йөрөнөләр, Мортазин ғаиләһенә асығырға бирмәнеләр. Фатиха абыстай ике ҡыҙы менән тороп ҡалғайны.
Ҡыуат төрмәлә өс аҙна самаһы ултырҙы. Үҙен революцияға, Ленин һәм Сталин идеяларына тоғро кеше итеп күрһәтергә тырышты. Ләкин, бәпкә яҫҡыған төйлөгәндәй, хатта бер-береһенә лә оло шик менән ҡараған төрмә тәфтишселәре уның йән-тәне менән большевиктар партияһына бирелгәнлегенә бик ышанып барманылар. “Был ҡоҙғондарҙың тырнағынан ҡотола алмам, ахыры. Ғаиләмә генә теймәһендәр инде”, – тип йәне үртәлде ирҙең.
Төрмәгә ябылған тотҡондарҙың күпселеге яҡын-тирәләге ауылдарҙан башҡорттар, ә тәфтишселәр, һаҡсылар бүтән милләттән. Ҡыуат Исмәғил ишанға күңеленән рәхмәттәр уҡыны. Телдәрҙе өйрәткән өсөн. Урыҫ телен һыу кеүек эскәнен белеп ҡалған тәфтишселәр һорау алыуға уны саҡыра башланылар. Ҡыуат ғәйепләнеүселәрҙең яуабын әсирҙәргә зыян килмәҫлек итеп тәржемә итә, ипләп кенә уларға үҙҙәрен нисек тоторға өйрәтеп ебәрә. Ауылда уның ҡулға алыныуына битараф ҡалманылар. Үсәгәндәр ҙә етер- лек. Ҡыуатҡа аҫтан йоҙроҡ төйнәп йөрөүселәр аҙ түгел ине. Синфи көрәш осоронда ул һәр саҡ ярлы-ябаға яғында булды. Үҙенең ниндәй ҡатламдан сығыуын онотманы. Заманында Мортазин отрядына ла күңел ҡушыуы менән барып ҡушылды. Артель, уның артынса колхоз ойоштороуҙа ҙур әүҙемлек күрһәтте. 21-се йыл йотлоғо башланыр алдынан уны урман Йы- лайырына милицияға эшкә ебәрҙеләр. Был һөнәр күңеленә ятмай ине Ҡыуаттың, тик сара юҡ, ҡаршылашып, йортона бәлә килтереүе лә бар бит. Йәннәте менән өйләнешеп ике йыл ғына үткән. Шуға күрә йәш кәләшен ҡалдырып киткеһе килмәне, үҙе менән алды. Әсәһе Сәғдиәнең әле яңғыҙы ла донъя көтөрлөк, шәпте сағы.
Теүәл алты йыл йәшәне улар Йылайырҙа. Халыҡтың төрлө идеялар, төрлө ағымдар ҡыҫымында ҡаңғырған йылдары. Күршелә генә Каплиндар ғаиләһе йәшәй. Митрофан Ҡыуат менән бергә эшләй. Марфаһы донъя көтә. Ярҙамсыл, арыу кешеләр булып иҫендә ҡалған Ҡыуаттың. Йәннәте кәбеҫтә тоҙларға, бәшмәк йыйырға, баҡсала һәр төрлө йәшелсә үҫтерергә Марфанан өйрәнеп ҡайтты ла инде. Йотлоҡ йылдарында баҡса башҡорт ғаиләһе өсөн бик ҙур терәк булды. Миңзада ла урман Йылайырында донъяға килде. Марфа сабыйға ярты йәш тулғансы уны йыуындырырға, ҡарашырға ярҙам итте, ни тиһәң дә, тәжрибәһе лә, йәше лә ҙурыраҡ, өс балаға әсәй булған ҡатын. Митрофан менән Ҡыуат та айырылғыһыҙ дуҫҡа әйләнделәр. Башҡа берәүгә сисә алмаған серҙәрен улар уртаға һалып уртаҡлаша ала ине.
Әле бына төрмәлә ултыра. Хөкөм сығарырға ашыҡмайҙар, сөнки Ҡыуат көн дә һорау алғанда кәрәк. Бер мәл ишек алдында ниндәйҙер шау-шыу ҡупты. Ярты сәғәт самаһы үткәндер, Ҡыуат ултырған камераның йоҙағын астылар.
“Тағы кемде ҡулға алдылар икән?” – тип һиҫкәнде ир. Аяҡ быуындары хәлһеҙләнде, надзирателгә эйәреп, төрмә начальнигы бүлмәһенә барып еткәнсе йөҙ төрлө уй үтте башынан.
Начальник бүлмәһендә тиҫтәләгән ауылдашы “зыҡ” ҡуба.
Тәүҙәрәк һүҙҙең кем тураһында барыуын аңламайыраҡ торҙо Ҡыуат. Ниһайәт, аңына барып етте: ауылдаштары уны төрмәнән сығарырға, хөкөмдән ҡотҡарырға килгән. Тамағына әсе төйөр тығылды, күҙҙәре йәшләнде. Тик былар бит үҙҙәрен хәүеф аҫтына ҡуя. Әгәр бөтәһен дә бикләп ҡуйһалар?!
Үҙегеҙҙе ҡурҡыныс аҫтына ҡуяһығыҙ.
Төрмә начальнигы Ҡыуатҡа боролдо:
Ҡыуат урыҫсаға әйләндереп бирҙе.
Әҙерәк арттырҙы, әлбиттә, Ҡыуат. Йәннәте һәйбәт тәрбиәләй ҡәйнәһен, ҡайһы берәүҙең балаһы ла улай хәстәрлекле булмаҫ, ун йәшен тултырған Миңзада ла өләсәһе өсөн үлә яҙып тора. Әле өс аҙна элек кенә һелкетә баҫып йөрөгән әсәһенә ни булды икән һуң? Был тиклем халыҡ берҙәй ҡуҙғалып, уны ҡайтарырға килгәс, бер-бер етди хәл бармы икән әллә?
Белоретты үтеп киткәнсе эштең асылына төшә алмай ыҙаланы Ҡыуат. Өс арба булып тороп килгән яҡташтары ла өндәшмәй, ул да ни ҙә булһа һорарға ҡурҡа. Өйҙәгеләр иҫән генә булһын инде. Абҙаҡҡа етер алдынан ғына эргәһендә ултырып килгән дуҫы Әптеүәли, Ҡыуаттың яурынына ҡулын һалып, шым ғына өндәште:
Ҡыуат еңел тын алды.
Шулай хәтирәләргә бирелеп төн уҙғарҙы Ҡыуат.
Әлеге ваҡиғанан һуң “ҡаты сирле” әсәһе теүәл ҡырҡ йыл йәшәне. Һуңғы һигеҙ йылда Йәннәт ҡәйнәһен сабый бала урынына ҡараны.
Исмәғил ишан: “Балам, бихисап хәүеф-хәтәрҙән имен ҡалырһың, һине фәрештәләрең һаҡлай”, – ти торғайны, бәлки, ул хаҡлы булғандыр. Һуғыш йылдарында нисәмә яраланып та бирешмәне. Тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтҡас, артель ойоштороп, бөтә ярлы-ябаға өсөн иркен тормош ҡорабыҙ, киләсәктә бөтәһе лә ирекле, етеш йәшәйәсәк, тип ҡанатланып йөрөгәнендә Мәскәүҙән был яҡтарға яңы йәмғиәт төҙөшөүҙә ярҙамға ебәрелгән Соколов менән икеһенә тоҫҡалған пуля ла Ҡыуатты урап үтте. Соколов иһә башҡорт ерен мәңгелек төйәге итеп, Гусевка зыяратында ятып ҡалды. Уны хәтерләгән һайын Ҡыуатта ниндәйҙер ғәйеп тойғоһо уяна: асылда Соколов үҙенә табан осҡан пуляны ғына түгел, Ҡыуатҡа тәғәйенләнгән үлемде лә алды бит. Йыйылыш барышында башҡорт арҡаҙашына ҡарай эйелеп, ниҙер әйтергәме, һорарғамы ынтылған яҡшы кеше, тоғро большевик икеһенә инселәнгән әжәлде бер үҙенә борҙо.
Тәүге һайлауҙарҙан һуң, Ҡыуатты күмәк хужалыҡ рәйесе итеп ҡуйған көндө, дошмандар уны иҫ-һушһыҙ иткәнсе туҡмап, инде үлгәндер, тип ырғытып киткәндәрендә, уны һаҡлаусы фәрештә йәнә ҡанатын йәйҙе.
Ҡыуатты ғына түгел, уға эйәреп клубтан ҡайтып килгән улы Инсафты ла үлемдән ҡурсалап ҡалды. Күптән инде Ҡыуатҡа теш ҡайрап йөрөгән дош- ман биш йәшлек сабыйҙы ла аяп торманы: Мөтиғулла тигәне баланы өйрөлтөп ҡоймаға ҡуша бәрҙе. Аталы-уллы Ҡыуат менән Инсафты таңда һыйыр һауа сыҡҡан Мәстүрә әбей күреп ҡалып, күрше-күләнде ярҙамға саҡырмаһа, икеһен дә арбаға тейәп, дауаханаға илтмәһәләр, ни булыры билгеһеҙ ине. Инсафтың биле ҡаймыҡҡан, мейеһе һелкенгән булып сыҡты. Уларҙы төнө буйы ауыл буйлап эҙләп, инде нишләргә лә белмәй ҡаңғырған Сәғдиә менән Йәннәттең һыу эскеһеҙ ҡыйналып, аңына килмәй ятҡан Ҡыуат менән Инсафты Мәстүрә әбейҙең ишек алдында эҙләргә баштарына ла килмәгән шул.
Табиптар баланың ҡаймыҡҡан билен ултырта алманы, дөрөҫөрәге, баш тартты. Бил тирәһен тағы ла нығыраҡ ҡуҙғатып ҡуйыуҙан ҡурҡтылар. Үҙенән бикәр улын ҡайғыртҡан Ҡыуат, һауығып етмәһә лә, дауахананан сығып, Инсафты Магниттағы таныш табибына алып китте. Йәннәте йөрәк өйәнәге менән сирләп киткәс, урындағы табиптар бер ни ҡыла алмағанда Исаак ярҙам күрһәткәйне.
Ҡыуат уның менән Мортазиндың йәмәғәте Фатиха абыстайҙың хәл- әхүәлен белергә барғанда танышҡайны. Әлбиттә, терапевт менән хирург- травматолог араһында айырма ҙур. Сыҡҡан быуынды ултырта алған әбей-һәбейҙе белмәгәс, Ҡыуат Исаакка мөрәжәғәт итеүҙән дә ҡулайын таба алманы. Ишетә белеүенсә, ул медицинаның һәр өлкәһендә маһир табип, әгәр үҙе булдыра алмаһа, быуын ултыртыусы берәй танышы булыуы ихти- мал.
Ун көн тигәндә Инсафтың билен ултыртып, йүнәлтеп ҡайтарҙы Исаак.
Ҡыуат табипҡа аҡса һондо. Исаак баш тартты.
Инсафты ян-яҡлап тыйғыслап, арбаға яйлап ултырттылар. Ҡыш бына- бына башланырға тора. Бер нисә көн элгәре ҡырпаҡ ҡар яуып үткәйне, боронғоларҙың юрауынса, ҡырҡ көндән ергә ҡар ятырға тейеш. Пар аттар тигеҙ юлдан еңел генә тарта. Толопҡа уранған улы йоҡомһорап килә. Ҡыуат аттарҙы ашыҡтырманы, үҙ яйына ҡуйҙы. Бына бит, Хоҙай насип иткәс, үҙе лә аяҡҡа баҫты, улын да дуҫы дауалап ҡайтарҙы.
Тағы әллә күпме хәүеф-хәтәрҙәрҙән имен сығасаҡ әле Ҡыуат киләсәктә. Ғазраил фәрештә күп тапҡыр уның баш осонда салғыһын уйнатҡылап аласаҡ... һәм Ҡыуаттың йәшәүгә ынтылышы алдында баҙап, артҡа сигенәсәк.
2023 йыл
“Чтобы жизнь не казалась невыносимой, надо приучить себя к двум вещам: к ранам, которые наносит время, и к несправедливостям,
которые чинят люди”. (Н.-С. де Шамфор).
Офоҡта таң һыҙылғансы керпек тә ҡаҡманым. Дөрөҫ эшләнемме мин? Нимәгә кәрәк булды олоғайып бөткәс-ниткәс шулай ҡыланыу? Бәхетһеҙ инемме? Бөтәһе лә минең өсөн үлә яҙып торҙо, бәхетлеләрҙән-бәхетле бала инем. Ғаиләлә өлкән өләсәй генә миңә ҡарата һалҡынсараҡ булды, әллә яра- тып етмәнеме? Йөрәгемә шик һалыусы тәүге кеше лә ул. Хәтеремдә, әсәйемә, ниңәлер, “апай” тип өндәшә инем. Әле мәктәпкә лә бармағанмын. “Мин бит һинең әсәйең, – ти әсәйем. – Ниңә миңә “апай” тип әйтәһең?” Йәннәт өләсәйем дә өгөтләй торғас, телем өйрәнде: әсәйемә “әсәй” тип әйтә башланым. Берҙән-бер көндө өлкән өләсәй менән икәү генә өйҙәбеҙ. “Әйткәнде тыңла, – ти миңә Сәғдиә өләсәй, – Миңзада һиңә апай була, әсәй түгел”. “Мин һиңә ышанмайым, – тип илап ебәрҙем. – Ул минең әсәйем, үҙе әйтә!”
Көн дә тиерлек күргән төшөмдө хәтерләйем: тәрән соҡор. Унда кемделер төшөрәләр. Минең әсәйгә оҡшамаған. Түгелеп илайым, әсәйем артынан соҡорға ташланам. Кемдер тотоп ҡала. Һәм шул саҡ соҡорҙо ҙур, ҡурҡыныс ҡара үгеҙ ауыр кәүҙәһе менән ҡаплай. Һыным ҡатып илап уянам. Йәннәт өләсәйем мине үҙенә һыйындыра, башымдан һыйпай, арҡамдан һөйә. “Әгәр был әсәйем дә үлеп ҡуйһа?!” – тип һыңҡылдайым. “Ҡурҡма, әсәйең үлмәҫ”, – тип йыуата өләсәйем.
Сәғдиә өләсәйҙең өйрәткән “аҡылы”нан һуң мин уның үҙенә “ҡарт өләсәй” тип өндәшә башланым. “Үҙең ҡартаймаҫһыңмы икән әле?” – ти быға ҡаршы үпкәләй биреберәк Сәғдиә өләсәй. Хәҙер үҙем, ҡартлыҡты иҫкә төшөрһәләр, үпкәләп барам. Магнит баҙарында ҡарамаҡҡа минән дә олораҡ көньяҡ кешеһе “бабуля” ти миңә. Асыуымдан саҡ шартламаным. “За твоего дедушку я еще замуж не выходила”, – тигәйнем, саҡ артына йығылманы. “Я же с уважением”, – тип ыҡ-мыҡ итеп тороп ҡалды, мин ары киттем. Көнө буйы кәйефһеҙ баҙар ҡыҙырғандан һуң, алыр әйберемде лә алмай ҡайтырға сыҡтым. Миңә ул саҡта саҡ ҡырҡ өс тулғайны, ул үҙе минән дә оло. Хәйер, ҡырҡ икелә өләсәй инем инде. Үҙ ейәнсәремә. Һәм уның “бажока” тип өндәшеүе йөрәгемә май кеүек яғыла ине. Оҡшай миңә үҙ ейәнсәрҙәремә өләсәй булыу, ныҡ оҡшай.
Шулай, кемдең ҡартайғыһы килһен инде. Ҡартлыҡ беҙҙән һорап тормай шул. Сир ҙә һорамай. Бер үҙем ун ете сутый ерҙе көрәк менән ҡаҙып, беҙҙең яҡтарҙа ниндәй йәшелсә, емеш-еләк үҫә – бөтәһен дә үҫтереп, ауыр-ауыр ташҡабаҡтарҙы, көс еткеһеҙ тоҡтарҙы ташып, донъяһын “дер” һелкетеп йәшәп ятҡанымда... миндә ҡот осмалы сир таптылар. Бығаса берәүҙең дә ул сырхауҙан һауыҡҡаны юҡ. Миллиардер Горбачевтың яратҡан ҡатыны Рәйсә лә, медицина беҙҙәгенән әллә күпмегә юғары торған Германияла да- уаланып та, ауырыуҙы еңә алманы. Ә минең йәшәгем килә-ә-ә-ә! Дөрөҫ, өй аша ғына торған Динә әйтмәксе, йәш байтаҡҡа бара ла бит. Ә ни өсөн ет- меште саҡ ашатлап, үлергә тейешмен әле? “Үлеп китһәң дә үкенес юҡ инде, Маһиҙә апай. Байтаҡ йәштәһең бит”, – үҙем аралашҡан, бығаса туғанымдай күргән Динәнең ошо һүҙҙәренән һуң ике-өс көн аңыма килә алмай йөрөнөм. Берсә үҙемдең үтә нәҙберек булыуыма йәнем үртәлде, берсә Динәнең мәне белмәүе, мәғәнәһеҙлеге ҡанымды ҡайнатты. Беҙҙең башҡортҡа хас һыҙат инде былай дорфалыҡ. Күбебеҙгә телмәр мәҙәниәте, аралаша белеү, башҡаларҙың күңел кисерештәре менән иҫәпләшеү етмәй. Динәнең: “Күпкә бармаҫ, ҡәйнәм дә шулай сырхағайны, ике ай ятты ла китеп тә барҙы”, – тип һүҙ таратып йөрөгәнен ишеткәс, унан ваз кистем. Әлбиттә, бүтән сәбәптәре лә булды, уныһын башҡа ваҡытта...
Ситкә киттем. Сәғдиә өләсәйем хаҡында ине бит әле һүҙем. Ул баҡыйлыҡҡа күскәндә миңә ун өс йәш самаһы булғандыр. Оҫта әкиәтсе- хикәйәтсе, алтын ҡуллы итек-ситексе Сәғдиә өләсәй менән тере тарих китте. Күңел азатлығы, ҡатын-ҡыҙҙың ир-егеттәр менән тиң хоҡуҡлы бу- лыуы хаҡында хыялланған, әммә әсе яҙмышының бығауҙарынан ысҡына алмаған өләсәйҙең вафаты уны белгән барсаһы өсөн оло юғалтыу булғандыр, тием. Уны әллә ҡайҙа ятҡан ауылдарҙан, хатта башҡа райондарҙан да килеп алалар ине. Быйма баҫтырырға, итек-ботинкалар тектерергә, әкиәт һөйләтергә. Әкиәттәре күбеһенсә бик оҙон, ике-өс кискә етерлек була. Өләсәй ҡара һүҙен һамаҡлап та һөйләй, йырлап та ебәрә, үҙе бер театр күрһәтә. Емеш-еләккә лә әүәҫ булды. Ҡырға күберәк уның менән йөрөнөм. Сирлеләрҙе үлән менән дауалағаны хәтерҙә. Тик, ниңәлер, мине ситен күрҙе. Иркә генә бала инем үҙем. Йәннәт өләсәйем менән Ҡыуат олатайымдың ҡуйынында үҫтем, тинем. Улар мине арҡамдан ҡағып, йә сәстәремдән һыйпап иркәләтһә, Сәғдиә өләсәй: “Шул ят бауырҙы”, – тип ризаһыҙлыҡ белдерә торғайны. Исемемде әйтмәй, эй, сирмеш, тип әйткәнен хәтерләйем. Тик ул һүҙ нимә аңлатҡанын белмәгәнгә күрә әллә ни иғтибар итмәгәнмен. Әле генә уйлайым, зирәгерәк бала булһам, эштең асылына күптән төшөнөр инем дә бит. Бәлки, аңралығым, ғүмеремдең күп өлөшөн күҙе асылмаған бесәй балаһы сүрәтендә үткәреүҙәрем мине йәнем үртәлеүҙәренән, бала саҡ хәсрәттәренән йолоп, ҡурсалап ҡалғандыр? Моғайын да, шулайҙыр. Тиҫтерҙәрем араһында иң бәхетле бала булдым. Эргәмдә мине сикһеҙ яратҡан олатайым менән өләсәйем, мине тәрбиәләүгә, оло юлға сығарыуға бөтә көсөн һалған ҡәҙерле әсәйем, исе- мемде лә өндәшмәй, “ҡанатым” тип кенә мине ҡанатландырған Инсаф ағайым. Әйткәндәй, Инсаф ағайымды олатай менән өләсәй ай ярымлыҡ ҡына сағынан алып тәрбиәләгән. Ҡанлы-дауыллы 37-лә Йәннәт өләсәйемдең бер туған һеңлеһе өс бала менән тороп ҡала: заводта мастер булып эшләгән коммунист апаны төн эсендә ҡулға алалар. Ҡара эштәрен ҡара кейемле, ҡара күңелле әҙәмдәр башлыса ҡара төндә башҡарған... Инәй эшкә төшөргә мәжбүр була. Үҙ-ара килешеп, бәләкәсен апаһы менән еҙнәһенә уллыҡҡа бирә. Әлбиттә, килеп, улын күреп йөрөй, әммә олатайым Инсафты үҙ исем-фамилияһына яҙҙыра. Өләсәйем, ярай, бер туған инәһе. Ә бит Инсаф ағайҙы уға бөтөнләй туған булмаған олатай менән Сәғдиә өләсәй үҙ балаһылай күрҙе. Әсәйем Миңзаданың әйтеүенсә, ағайымды ғаиләлә үҙ ҡыҙҙарына ҡарағанда ла нығыраҡ яраталар. Быға һәр кем дә һәләтле түгел. Сит-ят сабыйҙы үҙ итеп үҙәккә тартыр өсөн оло йөрәк кәрәк. Ана шул Инсаф ағайым мине бик яҡын күрҙе. Ул заманда Магнитҡа автобус йөрөмәй, ауылдарҙан баҙарға йә ат, йә үгеҙ, йыш ҡына хатта йәйәү сығалар. Үгеҙ егеп йөрөгәндәрен иҫләмәйем, мин иҫ белә башлағанда ике арала ма- шина күренгеләй ине инде. Әле бәйән иткәндәрем башлыса яҡындарымдың һөйләүе буйынса ғына. “Инсаф үгеҙ егеп баҙарға йөрөнө, үгеҙен ҡара тиргә батырып, ҡырҡ саҡрымда ятҡан шәһәрҙән көнөнә ҡайтып инә торғайны. Нишләп малҡайҙы улай ҡыуаланың, тиһәң, Маһиҙә йоҡлап ҡуймаһын, тиҙерәк ҡайтып етеп ҡыуандырайым тинем, тип яуаплай. Һис ҡасан һиңә уйынсыҡһыҙ, тәм-томһоҙ, йә булмаһа, берәй кейем-һалым алмай ҡайтманы”, – Йәннәт өләсәйем әйткәндәрҙе олатай хуплап ҡуя: “Бигерәк яҡын күрҙе шул Инсаф туғанын”.
Ағайым исеменә күрә холоҡ-фиғеле менән дә бик инсафлы ине. Ғүмер буйы колхозда механизатор булып эшләне. Гел алдынғылар рәтендә, орден- миҙалдар алды, Мәскәүҙә Бөтә Союз күргәҙмәһендә лә ҡатнашты. Ғүмер буйы, тинем дә... эй, ғүмер генәһе! Ни бары ҡырҡ биш кенә йәшендә бөтәбеҙҙе зар илатып китеп барҙы.
Мин ул саҡта ғаиләм менән ситтә йәшәй инем. Үлеме хаҡындағы хәбәр ҙә һуңлап ҡына килде. Ҡапыл ғына аяҡтан йығылып, күп тә ятмаған ағайым. Кинәт ҡаты сирләп киткәс, еңгәй булған кеше: “Инсафығыҙҙы алып ҡайтып үҙегеҙ ҡарағыҙ”, – тип ысҡындыра. Үҙ ғүмерендә бер эш көнө булмаған, донъяһын да рәтле көтә белмәгән ҡатындың өс балаһының атаһына, ғаиләһен аҫрау өсөн көнө-төнө колхозда ҡара тир түккән иренә мөнәсәбәте был. Табип ағайҙы урынынан ҡуҙғатырға ярамағанлығын белдергәс, әсәйем менән өләсәйем уны алмашлап үҙ йортонда ҡарайҙар. Үҙҙәре алып килгән ризыҡты ашап, үҙҙәренең яҫтап-түшәрен тотоноп... Инсаф ағайымдың үҙ әсәһе лә килә хәлен белергә. Инәй ағайыма: “Инсаф, бер генә тапҡыр әсәй тип әйтһәңсе”, – тип инәлә. Ағайым: “Апый, рәнйемә, минең әсәйем бар бит, бына ул”, – тип Йәннәт өләсәйемә ымлай. Ике әсә лә түгелеп иланы, тип һөйләнеләр.
Һаман йүнәлеренә, тракторына ултырып, әүәлгесә яңы юлдар һалырына ышанып ятҡан ағайым. Тәүҙә тракторына икенсе кешене ултыртыуҙарына ҡаршы була. Хәле бөтә башлағас, бригадирға: “Тракторымды Мирйәнгә генә бирегеҙ”, – ти. Мирйән ағай көн дә эшкә китешләй ағайымдар эргәһендә бер нисә минутҡа туҡтап тора, шунан ғына ары ҡуҙғала...
Миңә бөгөн йыш ҡына ауылым аша үтергә тура килә. Күстән һаҙлығы.
Элек ҡара һәм ҡыҙыл ерек урманы ине бында. Хәҙер ағастар ара-тирә генә күренгеләй. Һаҙлыҡтан да бер ни ҡалмаған. Әүәлге күпереп үҫкән ҡуйы үлән, аллы-гөллө сәскәләр ҙә юҡ. Ереклекте аҙ ғына үтеп, Ҡоръятмаҫ тауына күтәрелгән ерҙә – билдәһеҙ ҡәберлектәр. Унда дүрт балаһы менән бер ҡатын ерләнгән, ти торғайнылар. Аслыҡ йылында ауылды үтеп, ошо урында йығылып үлгәндәр. Мулла уларҙы, башҡа йыныстан, тип зыяратта күмдермәгән. Әүәле был тирәлә юл юҡ ине, уны Инсаф ағайыма һалыу насип булды. Түрәләр уға район үҙәгенә ҡарай тура һуҡтырырға ҡуша. Ағайым, ҡәберлекте тапамайым, тип ҡырҡа ҡаршы төшә. Юлды уратып төҙөй. Шелтә ала, яңынан, өҫтәгеләр әйткәнсә эшләргә фарман бирәләр. Әгәр ҡәберлекте тапатһағыҙ, бер көнгә лә эштә ҡалмайым, ти ағайым. Аптыраған түрәләр ахыр сиктә уның менән килешә. Был хәлде олораҡтар бөгөн дә хәтерләй.
Мин ауылым аша тыныс ҡына үтә алмайым. Йәшле күҙҙәремде эргәләге юлдаштарҙан йәшереп, ҡара күҙлегемде кейә һалам, ауылымдың ҡырсынташ һәм йәшмә түшәлгән оло юлынан йөрәгемде ҡулға тотоп, Ҡоръятмаҫты артылғанса ирендәремде ҡанаттырғансы тешләп уҙам. Яҡындарымдың күбеһе ошондағы зыяратта ята. Улар мине күреп торалар, бөтәһен дә беләләр кеүек тойола миңә. Күңелдән генә ғәфү үтенәм: “Өләсәйҙәрем, олатайым, әсәкәйем, ағайым, кисерегеҙ мине, зинһар. Хыя- натым өсөн кисерегеҙ...” Ә үҙем Күстәнгә ҡарап, бынан етмеш биш йыл элек миңә мәңгелек төйәк була яҙған урынды эҙләйем: ошо һаҙлыҡта, һабын сәскәләре, ҡарға күҙҙәре, ҡаҙаяҡ араһында ҡалыр инем бит, әгәр ҙә...
...Бала саҡта, әле район үҙәгенә күсеп китмәҫ элек, Күстәндән ҡайтышмай торғайным. Оҙон-оҙаҡ ерек ағастары араһын ҡыҙырам, тумарлыҡтарына ултырып, ҡоштар сутылдашҡанын тыңлайым. Талғын ғына иҫкән елдәр ыңғайына сайҡалышҡан сәскә-үләндәр менән бер һулышта, уларҙың телен аңлайым, үҙем дә эс серҙәремде уларға сисәм. Унан терәлеп ятҡан Һарыҡтүбәгә күтәреләм дә, һандыҡ кеүек йәшмә ташына ул- тырып, йәнә Күстәнгә текәләм. Миңә ауылда йыш ҡына “Күстән биреһе” тип өндәшәләр. Ул ҡушаматым ололар баҡыйлыҡҡа күсеп бөткәнсе артымдан эйәреп йөрөнө. Хәҙер ауылда мине белгән кеше бик аҙ. Ҡушаматым да онотолғандыр.
Һигеҙ йәштәрҙә булғанмындыр, Күстән буйына быҙау ҡарарға төштөм. Көтөү ҡайтыр алдынан быҙауҙы эҙләп алыу – минең көндәлек бурысым. Ул көндө Сәхибә лә миңә эйәрҙе. Ғәҙәттә беҙҙең быҙауҙар йөрөгән урында күҙгә ниндәйҙер сәйер шәүлә салынды. Ҡояш нурҙары һүрәнләнеп, ер өҫтөнә эңер йәйелә башлаған мәл. Яҡыныраҡ барҙыҡ. Өҫтөнә ылҡаһы ҡалмаған тунмы, шәлме бөркәгән, ағарған сәстәре елгә туҙғыған кемдер тубыҡланып суҡынамы... Быға тиклем суҡынғандарын күрмәгәс, бер ни аңламаныҡ.
Быҙау эҙләү ҡайғыһы китте. Бик ныҡ ҡурҡтыҡ. Ярай әле, арты менән ултырған бисура беҙҙе күрмәне. Тотоп алһа... Ауылға тиклем йүгерҙек. Беҙҙең йорт эргәһендә туҡтап, саҡ тын алып торабыҙ.
Өләсәйем һөттөктә ниҙер бешерә. Итәгенә барып ҡапланам.
Тотлоға-тотлоға, күҙ йәштәренә быуыла-быуыла һөйләп бирәм. Сәхибәнең мине нисек рәнйеткәнен генә өндәшмәйем. Әйтһәң, ошаҡлашыу була. Беҙҙең өйҙә берәү ҙә, бер ваҡытта ла ошаҡлашмай. “Һүҙ йөрөтөү, ошаҡ ташыу иң алама ғәҙәттәрҙең береһе, – ти олатайым да. – Алама әҙәмдәр генә ошаҡсы, ике йөҙлө була. Донъяла бөтә бәлә шуларҙан сыға”.
Әлеге хәлдән һуң, теге бисураны күргәндән һуң инде, өләсәйем мине оҙаҡ ҡына бер ҡайҙа ла йөрөтмәне. Ул саҡта әсәйем Атауҙыла сепаратор мөдире булып эшләй ине, өйгә бик йыш ҡайта алмай. Инсаф ағайым да, кәләш алғас, башҡа сығып китте. Олатайым ҡырҙа колхоздың бал ҡорттарын ҡарай. Йәннәт өләсәйем фермала һыйырҙарын һауып ҡайта ла йорт эштәре менән була. Мин Сәғдиә өләсәй менән генә тороп ҡалам. Сәғәттәр буйы бер-беребеҙгә һүҙ ҙә ҡушмайбыҙ. Әкиәттәрҙе ҡайһылай оҙон итеп, оҫта итеп һөйләй, ә миңә ауыҙ асып бер өндәшһәсе. Күңелһе-е-е-еҙ. Кисте һағынып көтөп алам. Ҡояш байыуға йортҡа йән инә, еләк бешкән ваҡыт булһа, олатайым миңә ҡуяндан күстәнәс алып ҡайта. Ҡып-ҡыҙыл булып бешкән еләктәре суҡ-суҡ аҫылынып торған тәмлекәстәрҙе өҙөп ашарға ла йәлләйем. Эй, матурҙар бит әле...
...Бала саҡ хәтирәләре. Улар мине юл буйына ҡалдырмай оҙатып килә. Бисура күргәндән күпкә алдараҡ, әле мәктәпкә лә бармаған инем, салт аяҙ йәйге бер көндә ғәҙәттәгесә ялан аяҡ, әсәйем 1 май байрамына тегеп биргән матур күлдәктә урам буйлап киләм. Ҡаршыға Бикинә инәй осрай. Уның ысын исеме Ғәйниямал. Бикинә – уның фамилияһы. Дөрөҫөрәге, Бикки- нина. Өлкәндәрҙе уҡырға, яҙырға өйрәтә, үҙе избач. Ҡайҙандыр ауылға эшкә килгәс, беҙҙә фатирҙа торҙо. Аҙаҡ колхоз уға өй һалып бирҙе. Ләкин ул күбеһенсә беҙҙә ашай.
Тәүҙә аңламайыраҡ торам. Кем ул йәтим? Был һүҙҙең “етем” тигәнде аңлатҡанын беләм белеүгә. Саҡ башыма барып етә.
Усыма йомоп өлгөргән биш тинлек баҡырын Бикинәнең аяҡ аҫтына ырғытам да ары йүгерәм.
Өйҙә бер ни өндәшмәйем. Ошаҡлашырға ярамай. Кәйефемде күреп, төпсөнөп һорайҙар – өндәшмәйем. Кискә табан Бикинә үҙе беҙгә килә. Әсәйем әле эштән ҡайтмаған. Олатайым ишек алдында ниҙер йүнәтә. Өйҙә ике өләсәйем дә мин.
Йәннәт өләсәйем урҙала элеүле торған камзул кеҫәһенән аҡса ала.
Әле уйлайым, ауылдың бик үҙенсәлекле күренеше булған икән Бикинә инәй. Өйөндә йүнле бер әйбер ҙә юҡ ине. Урындыҡҡа ла, өҫтәленә лә ҡат- ҡат гәзит түшәлгән. Ул заманда клубҡа бихисап гәзит-журнал килә, һәр өйҙә кәмендә унар дана ваҡытлы матбуғат алдыралар, гәзиткә ҡытлыҡ юҡ. Анһат, иҫкереп йыртылғанын алып бырғытаһың да яңыларын түшәйһең. Әсәйемдең Бикинә инәйҙең өйөн йыуып-йышып, уға һауыт-һаба, кейем- һалым ташығаны хәтерҙә. Әммә был сәйер ханымдың донъяһы ҡотайманы, өҫтөнән дә шул ҡара-һоро итәк менән кофта төшмәне. Ҡышын башында ирҙәрҙең ҡолаҡсын бүрке, уныһы ла иҫкереп бөткән, ике ҡолағы ике яҡҡа тырпайып тора. Өҫтөндә – йышылып бөткән фуфайка, урын-урыны менән йыртыҡ мамыҡ салбар. Тормоштоң матди яғын һанға һуҡмаған, коммунизм идеяларына һуҡырҙарса инанған тоғро пролетариат булдымы ул – билгеһеҙ. Әлеге идеяларҙы алға һөргән етәкселәрҙең халыҡты талап йыйған байлығын күрһә, ҡалайтыр ине икән? Хәйер, Бикинә инәйгә бәйле тарихтың аҙағы ла ниндәйҙер дәрәжәлә әлеге партия башлыҡтарын хәтерләтә бит. Ул вафат булғас, иҙән аҫтында йәшерелгән тишек кәстрүлдә уҡмашып бөткән төргәк-төргәк ҡағыҙ аҡса таптылар. Һике таҡтаһы аҫтында йәнә аҡса. Уныһы ла күгәреп уҡмашҡан. Беҙҙән киткәндә өләсәйем инәйгә ҡаҙ мамығы тултырылған оло яҫтыҡ, күпмә, юрған биргәйне, уларҙың эсендә лә аҡса. Әллә нисә реформаны кисергән “байлыҡ”. Ҡыҙыҡ, беҙҙә торғанында ул тиклем монаятты ҡайҙа йәшереп тотто икән? Ни тип йыйған ул аҡсаны? Ҡиммәтен юғалтҡан был ҡағыҙҙар нимәгә хәжәт булған башҡаларҙы уҡып-яҙырға өйрәтеп йөрөгән ханыма? Ниңә ваҡытында кейенмәгән, ашамаған, өйөн тәртипкә килтермәгән? Гоголдең Плюшкины- нан уҙҙырып ебәргән Бикинә инәй үткән тормошо өсөн һуңғы сәғәтендә үкенмәнеме икән? Йөҙ-мең төрлө һорау тыуа хәҙер уға бәйле, ирекһеҙҙән, психиатрияла әлегә әҙәм балаһының бөтә сәйерлегенә лә аңлатма табылмаған, тигән фекергә киләһең. Бөгөн бәҙрәф унитаздарын алтындан яһатҡан, иҙәндәргә ҡат-ҡат алтын плитә түшәгән донъя хужаларына ла ҡағыла был. Минеңсә, нәфсе сире йоҡҡан берәү ҙә ғүмер дауамында унан ҡотола алмай. Ваҡыт үткән ыңғайға ул ауырыу ҙа үҫә, самаһыҙ эрен йыя бара, был кешенең психикаһына зыян килтермәй ҡалмай. Моғайын, психиатрҙар ҙа минең менән килешер ине.
Ошо урында тағы үткәндәргә күҙ ташлағы, яҡындарымдың тормошон байҡағы килә.
1889 – 1933
“Жизнь – источник радости,
родник радости; но всюду, где пьёт толпа, родники отравлены”. (Фридрих Ницше).
Беҙҙең ғаилә хәлле генә. Һәр хәлдә, шөкөр итерлек. Ҡырҡты тауҙарының һушты алырлыҡ матур мөйөшөндә ултыра беҙ йәшәгән ауыл. Исеме лә шәп
...Бер туған ағайҙарым Исмәғил менән Ғабдрахмандың шыбырлашып ҡына һөйләшеүҙәренә уянып киттем.
Ҡайҙа китергә йыйына икән ағайҙарым? Уҡырға китергә – уныһын аңланым. Алыҫҡа. Берәй ҡалағалыр әле. Үәт хәйләкәрҙәр, атай-әсәйгә өндәшмәй генә ҡасмаҡсылар. Тәүге уйым – урынымдан һикереп тороп, ниәттәрен боҙоу. Туҡта... Ә минең уҡығым килмәйме ни? Бик-бик килә ғилем алғым, атайым хатта ауыл мәҙрәсәһенә лә ебәрмәне. “Мәҙрәсәлә малайҙар ғына уҡый, ана, әпсәңдән бешереп-төшөрөнөргә өйрән, – тип өҙә һуҡты ла ҡуйҙы. – Ҡыҙҙарға уҡыуҙың ни хәжәте?” Тәлиға әхирәтем әйтә: уҡыу ҡыҙҙарҙы аҙҙыра, улар егеттәргә хат яҙа башлай, ти. Ҡайҙан ишеткәндер ундай тоҙһоҙ һүҙҙе. Минең һәләк уҡығым килә. Туғыҙ йәштәмен, әлепте таяҡ тип белмәйем. Шулай бер нәмәгә өйрәнмәй, тома наҙан булып үлеп китһәм... теге донъяла фәрештәләр һорау ала башлаһа... яуап тота алмай ыҡ-мыҡ итеп торһам... Эй, юҡ та, тура ҡарап, ҡырын һөйләйем. Яуап көнөндә ни булырын әле бигүк уйлап та бирмәйем. Миңә күктең, ерҙең, анау алыҫтарҙа күгәреп ятҡан тауҙарҙың нисек хасил булы- уын, ерҙә, һауала әҙәм балаһынан башҡа кемдең йәшәүен белеү ҡыҙығыраҡ. Нисек кешеләр бер-береһен аңлайҙар, нисек һөйләшәләр... бөтәһен- бөтәһен белгем килә. Йондоҙҙарҙың йәне бармы – ул да ҡыҙыҡ. Йәндәре барҙыр, моғайын, миңә күҙ ҡыҫалар бит. Һикереп тороп, ағайҙарҙы фаш итеү уйынан ҡайттым да, һаман да йоҡо һимерткән кеше булып, күҙҙәремде йомдом. Нишләргә? Уйланып ята торғас, башыма ғәләмәт шәп фекер килде: иртәгә улар уянғансы уҡ тороп, арттарынан төшәм. Боҫоп ҡына күҙәтеп барам да, ауылдан йыраҡлашҡас, “һоп” итеп алдарына килеп баҫам. Арта- бан яратҡан ҡарындаштарын эйәртмәй хәлдәре юҡ, яңғыҙымды кире бормаҫтар ҙа инде. Тик бына ҡалайтып ағайҙарҙың күҙенә салынмай атларға? Атлап ҡына алдырып булмаҫ, йүгерекләргә тура киләсәк, сөнки Исмәғил менән Ғабдрахмандың аяҡтары оҙон, аҙымдары киң. Эй-й, бер яйы сығыр әле, иң мөһиме – күренмәй оҙағыраҡ барырға кәрәк.
Мәҙрәсәгә йөрөргә рөхсәт итһәләр, китап-дәфтәремде һалырға тип моҡсай тегеп алғайным, шунда бер нисә телем икмәк, ике-өс йомортҡа, алмаш кейем һалдым. Уны үҙем йоҡлап йөрөгән бәләкәй урындыҡҡа яҫтыҡ аҫтына йәшереп ҡуйҙым. Йоҡлап ҡалмаҫҡа, ағайҙарҙан алдараҡ уянырға – үҙемә шундай фарман бирҙем. Былай мин шылт иткән тауышҡа ла уянам ул. Шулай ҙа белеп булмай. Йоҡо үҙенең ауыр сүлмәген башыма ҡаплаһа, тора алмай ҙа ятырмын. Йоҡоно алдан туйҙырырға кәрәк. Һынағаным бар: төнөн йоҡламаһаң, көнө буйы әлһерәп, хәлең бөтөп йөрөй. Әүен баҙарына юлланыр алдынан атайымдың: “Ни булған беҙҙең балаларға, иртә йоҡларға яттыларсы”, – тигәнен генә ишетеп ҡалдым. Унан инде йоҡо сүлмәген ба- шыма ҡапланым...
Уяныу менән шыпырт ҡына юрғанымды кеше һынына оҡшатып йомар- лап һалдым да тышҡа сыҡтым. Иртә, бик иртә ине әле. Ауылда хатта эттәр өргәне лә ишетелмәй. Дөм ҡараңғы. Әллә нисек ҡурҡыныс, ҡараңғылыҡты йырып, берәй пәрейме шунда, нимә килеп сығыр һымаҡ. Мине оҙон бармаҡтары менән матҡып тотоп алһа... Уй, аллаҡайым! Сәрелдәп ебәрмәҫ өсөн йәһәт кенә ауыҙымды усым менән ҡаплайым. Ҡурҡһаң, ин дә өйөңә, юрғаныңды башыңа ҡаплап тик ят, һинең кеүек ҡурҡаҡ ҡуянға уҡыу нимәгә, тип үҙемде тиргәй-тиргәй һаҡ ҡына ҡапҡаны асам. Иң һәйбәте – ағайҙарҙы тышта, күршеләр тапҡырында көтөп тороу. Ауылдан сыҡҡан юл берәү генә лә, кем белә, әллә юлды урап үтерҙәр.
Байтаҡ барҙым һиҙҙермәй генә. Улар аҙымдарын әкренәйтһә, мин дә туҡтай төшәм, шәберәк атлай башлаһалар – йүгерәм.
Эсемә хәнйәр килеп ҡаҙалдымы ни! Әйтерһең, Исмәғил ағайым бүрегә түгел, миңә тоҫҡаны бысаҡ осон.
А-а-а! Үҙем дә һиҙмәҫтән ҡысҡырып ебәргәнмен.
Тора-бара тамам арыныҡ. Ашарға ла бөттө. Ә Троицк ҡалаһының ҡай та- рафта икәнлеген дә, нисә саҡрымда ятыуын да белмәйбеҙ. Юлда, исмаһам, берәйһе осраһасы!
Мин арыуҙан да, асығыу-һыуһауҙан да иламһырай башланым.
Ирендәремде ҡымтып, шыңшымаҫҡа тырышам. Йә ысынлап ташлап китерҙәр. Ниһайәт, бер ат ҡыуып етте. Аты таныш һымаҡ, арбала кем ултырғаны әле күренмәй. Атайым! Эргәһендә ултырған аҡ яулыҡлыһы әсәйем дә баһа! Бүре беҙҙе ашай алмай былай булғас.
Беҙҙең тапҡырға еткәс, атай атын туҡтатты.
Троицкиға...
Әсәйем, арбанан төшөп, өсөбөҙҙө бергә ҡосаҡлап һөйгәндән һуң, Исмәғил ағайыма сәпәп тә алды.
Ғабдрахман ағайым ҡыҫтырыла:
Беҙҙе кире алып ҡайттылар. Шул көҙҙә үк ике ағайымды ла Троицк мәҙрәсәһенә алып барып урынлаштырҙылар. Бер һыйыр, бер ҡолон аҡсаһы китте уларҙың кәрәк-ярағына. Тағы күпмелер уҡыу өсөн түләнеләр. Мине күҙ ҙә ҡаш ҡарауыллап, тыуған йортта тағы дүрт йыл самаһы тоттолар әле. Ун өсөм тулыр-тулмаҫтан илата-илата әллә ҡайҙа ятҡан Юлдаш ауылына егерме туғыҙ йәшлек бабайға кейәүгә биреп ебәрҙеләр. Уҡырға тигән хыя- лым емерелде. Етмәһә, ҡартым сирләшкә генә бер әҙәм булып сыҡты. Йүтәлләй ҙә йүтәлләй бер туҡтауһыҙ. Уның йүткергәненә төндәрен йоҡлай алмай сығам. Үҙен күрәлмайым, яҡын килә башлаһа, сапсышам, сәрелдәйем, алай ҙа ҡайны ла, ҡәйнә лә юҡ, юғиһә күмәкләп сыр-сыу килер инек, әҙәм мәсхәрәһе. Ә ир йораты: “Сәғдиә, улай ҡыланма инде, һин бит минең хәләлем, әйҙә, татыу ғына йәшәйек!” – тигән булып мине буйһондорорға тырыша. Буйһонмай ҡайҙа бараһың инде. Күрше еңгәйҙәр күмәкләп өгөтләй торғас, һындырҙылар ихтыярымды. Ун дүртем тулыуға Ҡыуатымды, ун алтыла Һарунымды таптым. Уҡыу хаҡында оноттом инде. Ике сабыйымды ҡарап үҫтерергә, сирле ир менән ни, донъяны тотош үҙемә һөйрәргә тура килде. Егермем тулыр-тулмаҫ тол ҡалдым. Башҡаса ир төҫөн күрмәһәм дә үкенмәм тигән инем, һүҙемдә торҙом, ҡоҙаларҙы килгән береһен ҡапҡанан уҡ кире борҙом. Әммә малайҙарҙы үҫтерергә кәрәк.
Төндәрен уйҙап ятам, яңғыҙ үҙем ҡалайтырмын, нисек аяҡҡа баҫтырырмын сабыйҙарымды?
Хәл белергә килгән Исмәғил ағайым:
Алып ҡайтып китте өлкән ағайым өлкән улымды. Ғабдрахман ағайым хәрби табип булып киткән икән, һирәк-һаяҡ хәбәре килә. Ана бит, уҡыған кеше – уҡыған, мин йөрөйөм бында бер нигә эшкинмәй. Тора-бара Исмәғил ағай ишан дәрәжәһенә күтәрелде, сирлеләрҙе лә дауалай, тиҙәр, үҙҙәре килгеләй, мин иһә ул һынды ергә йөрөй алмайым. Ҡыуатты ағайым һатып алды була инде, бер һыйырын, биш баш һарығын йәлдәмәне. Шөкөр, иркенәйеп ҡалдыҡ, тик баламды үлеп һағынам. Һарун ҡул араһына керә баштаны, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, атаһының сире уға күсеп ҡалды. Хәҙер төндәр буйы улым йүтәлләй. Эсермәгән үлән ҡалманы, Маркин утарына урыҫ дух- тырына ла алып барҙым улымды. Маркинға йөрөүҙең бер файҙаһы булды, духтыр, ауырыуҙарҙы дауалауҙан тыш, итексе лә икән. Сәғәт эсендә Һаруныма яҙҙы-көҙҙө кейә торған күн итектәр тегеп бирҙе. Бына ҡайҙа ул һөнәр! Онотолоп Трофим бабайҙың эшләүенә ҡарап торғанымды күреп, итексе һорай ҡуйҙы бит: “Хочешь, и тебя научу ремеслу, всегда с хлебом бу- дешь”, – тип.
Көн аша улымды елкәмә аҫып алам да ун саҡрымда ятҡан Маркинға юл- ланам. Мал-тыуарымды күршелә генә йәшәгән Хаят еңгәгә әйтеп китәм. Ай тигәндә Трофимдың үҙенән дә оҫтараҡ итексегә әйләндем. Рәхмәт йөҙөнән бер һарығымды бүләк иттем. Ҡыуанысынан урыҫ ҡарты миңә итек-ситек ҡалыптары яһап бирҙе. Китте бит эш хутҡа. Кәзә тиреһен ҡайҙа ҡуйырға белмәгәндәрҙән осһоҙ хаҡҡа һатып алам да ентекләп эшкәртәм, аяҡ кейеменән тыш ҡыҫҡа тундар ҙа теккеләй баштаным. Әллә ҡайҙарҙан килә халыҡ. Береһенең үтенесен дә кире ҡаҡмайым. Эшемә хаҡ ҡуймайым, һәр кем үҙе белеп бирә. Аҡса әллә ни юҡ бит инде ул, шуға күберәк тире, ризыҡ менән түләйҙәр. Байыраҡтар апаруҡ ҡына аҡсаһын да йомдороп ҡуя. Ҡыуатымды ағайымдан алып ҡайтыу уйы тынғы бирмәй. Уға ун дүрт тула бит инде, миңә ҙур ярҙамсы булыр ине.
Ләкин ағайым улымды кире бирмәне. Ҡыуат та ҡабат ғаиләгә ҡайтырға теләмәне. “Миңә артабан белем алырға кәрәк”, – тип кенә аңлатты ул. Улым буйға һонторайған, мөһабәт кәүҙәле сибәр егеткә әүерелгән. Тиҫтерҙәре эргәһендә ул йәшкә лә өлкәнерәк күренә кеүек, тик һарғылт һоро сәстәре аҫтынан йәш үләндәй йәшәреп торған күҙҙәре генә сабыйҙарса эскерһеҙ ҡарай, сырайына бала төҫө бирә.
Ағайымдың бер бүлмәһендә өс стена тотош китап менән тулған. Эштән әҙ генә бушап торһа ла, Ҡыуат шул бүлмәнән сыҡмай икән. Үҙемдең дә нисек белемгә һыуһап йәшәүемде хәтерләп: “Исмаһам, улдарым уҡыһындар инде!” – тип доға ҡылдым. Бәләкәсем, Һарун, әллә ни уҡыуға әүәҫ түгел. Мәҙрәсәгә лә теләр-теләмәҫ кенә йөрөй. Ҡөрьән сүрәләрен дә яттай һалып бармай. Сүрә, тигәндән, Ҡыуатта ла мин дингә артыҡ тартылыу тойманым. Ишан ғаиләһендә һигеҙ йыл йәшәһә лә, күберәк донъяуи фәндәргә ылыға шикелле. Әллә ана һөтө менән улдарыма ла инаныу самалы ғына күстеме икән? Миндәге икеләнеү-шикләнеүҙәр балаларым күңелендә лә яралдымы шулай? Юҡ, һис кенә лә Аллаһҡа шик белдермәйем, ул бар, ул берҙән-бер. Яҡты донъяны ла, баҡыйлыҡты ла ул яралтҡан. Ер йөҙөндәге кес кенә бөжәктән алып аҡыллы фекерләй белгән әҙәмгә ҡәҙәр уның ҡөҙрәте менән яралған. Мин дин хаҡында. Диндә ҡатын-ҡыҙға түбәнһетеп ҡарау мине фанилыҡта мәхрүмлектәргә дусар итмәйме ни?! Мәҙрәсәгә йөрөп, хәреф таный алмауыма үкенес бөгөн булһын йәнемде үртәй. Ярай әле, Маркин утрауындағы Трофим ҡарттан кәрәкле һөнәр алып ҡалдым. Малай ғына сағында ул Ҡушыйҙағы старшина Амановта йылҡы көткән икән. Старшина булғас, мал-тыуар күп инде. Амановтың йылҡыһы ғына меңәрләгән баш тип һөйҙәйҙәр. Шунда Трофим башҡортсаға өйрәнеп ҡайтҡан. Һыу кеүек эсә инде бына беҙҙең телде. Ҡатыны ла алсаҡ бер мәрйә. Улар менән аралашыу яңы донъя менән танышыуға бәрәбәр булды минең өсөн. Тик мәрйәһе менән үҙ-ара аңлаша алмай йонсоноҡ. Уның ҡарауы, улым Һарун урыҫса апаруҡ һупаларға өйрәнде. “Бер йәйгә булһа ла беҙгә ҡалдыр улыңды, бер-ике йылға булһа – бигерәк һәйбәт, бер аҙ урыҫ мәктәбенә йөрөп, ғилем эстәр”, – ти Трофим ҡарт. Әллә инде, үҙем Һарунһыҙ тере ҡулһыҙ булам бит.
Йәнә бер ҡыҙыҡты һөйҙәйем әле. Мине бит тирә-яҡта итексе генә итеп түгел, әкиәтсе тип тә беләләр хәҙер. Унан-бынан ишеткән ҡара һүҙҙән ғәйре әкиәттәрҙе үҙем дә уйҙап сығарам. Өс-дүрт урында һөйҙәһәм, әкиәттәрем байтаҡ “ит үрә”, үҫә. Итек-ситек тегергә ҡайһы ауылға барһам да, ҡара һүҙ һөйҙәмәй ҡайтармайҙар. Бәғзе әкиәт шул дәрәжәлә ҙурая ки, өс-дүрт көнгә һуҙам. Ололар ҙа шул уҡ бала бит ул, әҙәм ышанмаҫ нәмәне лә дөрөҫкә шут- тап, бәләгә тарыған батырҙы йәлдәп, дейеү-пәрейҙән ҡурҡып, ҡалай ғына көндөҙгө эшенән арымаһындар, йоҡо ҡалдырып минең уйҙырманы тыңдап ултыралар. Бүтәндәрҙе ышандыра торғас, үҙем дә ышанып китәм. Бигерәген дә “Солтан батша тураһындағы әкиәт”, “Алтын балыҡ һәм балыҡсы”, “Урал батыр” һәм башҡа шуның ише тылсымлы әкиәттәр оҡшай халыҡҡа. Уларҙы мин бәләкәс сағымда әсәйемдән ҡат-ҡат һөйҙәтеп, яттап бөткәнмен. Бигерәген дә шиғырҙары иҫ-һушымды ала, эй, килештереп сығарған бит кемдәрҙер! Минең уйҙырмаларымды берәй зирәгерәк бала отоп, үҙем баҡыйлыҡҡа күскәс тә әҙәм балаларына һөйҙәп-көйҙәп йөрөһә, шыпа ҡаршылығым юҡ, валлаһи. Юҡҡа сыға бит инде улар. Теге ҡараңғы донъяла йәнем әсеп йөрөгәнсе, исмаһам, ҡыуанып бер булыр инем, тием.
Көн артынан көндәр елеп үтеп торҙо, ялғынаһы юҡ шул ғүмерҙең, туҡтатып торолор ине. Һаруныма ун бише тулыуға камсамул иттеләр үҙен. Сылғый тыҡыйым уға: “Балам, донъя үҙгәрә тора, бөгөн былай, иртәгә тегеләй, ул үҙгәрә, тип донъя ыңғайына биш-алтыға төрҙәнмә, күңел хәсиәтеңә хыянат итмә, үҙгәрештәр шауҡымына бирелмә, шоҡомһоҙ эштәрҙән йыраҡ бул”, – тип. Ишетеп торабыҙ бит, әле унда, әле мында мәсет ҡолаталар, әҙәм талайҙар. Тигенгә түгел был аҙыныуҙар. Бәндәләрҙән иге- лек ҡаса, бәпкә яҫҡыған төйҙөгәндәй, бер-беренә таштана әҙәм. Ата – улды, инә ҡыҙҙы танымай. Бығаса шымафый ғына йөрөгән Һаруным да уғата үткерҙәнеп алды. “Әсәй, беҙ өр-яңы йәмғиәт төҙөйбөҙ”, – тисе еүеш танау. Ҡалай төҙөмәк кәрәк өр-яңы йәмғиәтте, аның өсөн бит тәүҙә әҙәм балаһының күңелен, рухын таҙартыу кәрәк. Булғанды емереү еңел дә ул, ҡыйралғанды төҙәтеү... ай-һа-а-ай! Аумаҡай булма, балам, аумаҡайлыҡ үтә алама нәмә, тип киҫәтәм дә бит Һарунымды. Әле мына ауыл мәсетен иген келәте яһап ҡуйҙылар. Алай ҙа улым ул мәлдә өйҙә юҡ ине, сире көсәйә баштағас, бальнисҡа апарып һалғайным. Мулла юҡтыҡҡа юҡ ине, шулай ҙа йома көндәре халыҡ йөрөгөләй ине мәсеткә. Белгәндәре уҡый, белмәгәндәре тыңлай. Әйттем инде дингә мөнәсәбәтемде, шулай ҙа юҡ- юҡта ҡатнашҡан күрше-күлән менән мәсеткә барам. Ил ағаларының аҡылын тыңдап ултырыу күңелгә рәхәттек бирә торғайны...
Ҡыуатыма ун алты тулыуға Исмәғил апаһы әрмегә ебәреп ҡуйҙы бит. Бәғзе мәл үҙеңдеке лә яуға әүерелә. Малайҙыҡтан да сыҡмаған баланы... Ҡоро кәүҙә булыу менәнме... Үпкә белдергәйнем, үтә шаян, әҙерәк баһылып ҡайтыр, тине лә ҡуйҙысы. Шаян, тип ни, ни ғәйебе барҙыр ул шаяндыҡтың. Үҙ балаһы булһа, улай һарауһыҙҙанмаҫ ине, моғайын. Иһән-һау ғына йөрөһөн инде ҡолонсағым. Үҙемдең эргәмдә үҫмәгәненә бигерәк үкенәм хәҙер. Ағайым белем бирҙе инде былай, урыҫсаны ла, ғәрәпсәне лә белә улым – аныһы хуп.
Изгелекте баһалай белмәй, тип ғәйептәргә ашыҡмағыҙ мине. Ауыр саҡта ярҙам иткәне, Ҡыуатты үҫтерешкәне өсөн ағайым менән абыстайына Хоҙайҙан иң оло мәрхәмәттәр һорайым. Ләкин улым да бит уларҙа хеҙмәтсе булды. Ә һуңынан ике-өс йәш өҫтәп, баламды әрмегә ебәреп ҡуйҙылар. Күп тә торманы, ҙур һуғыш башланды. 14-се йылдың йәйе ине, балаҡайым тура ҡанлы яуға барып эләккән. Аҙаҡ, һуғыштан яраланып ҡайтҡас, һөйҙәне: донъяның ҡырҡҡа яҡын иле ҡатнашҡан икән беренсе донъя һуғышында.
Алты йәшендә генә Исмәғил апаһына тәрбиәгә биреүемде ғәфү итмәне улым. Ҡаты һүҙ ҙә әйтмәне, рәнйетмәне, ҡарыуҙан ҡалғас, мине килен менән икәү ҡаранылар. Әммә ләкин баламдың миңә ҡарата мөнәсәбәтендә һәр даим һалҡын ситтәшеү тойҙом. “Әсәй” тип тә өндәшмәне, “апай” тине лә ҡуйҙы. Эргәмә килеп, хәл-әхүәлен һөйҙәмәне, кәңәш-төңәш итмәне, ҡарашында ла мин һис бер йылылыҡ күрмәнем.
– Әгәр апаңда үҫмәһәң, асты-туҡты булыр инек, уҡый ҙа алмаҫ инең, һиңә белем бирерлек хәрезем дә юҡ ине шул. Исмәғил ишан арҡаһында телдәр үҙҙәштерҙең, ғилемле булдың, – тип һүҙ баштап ҡараным бер көндө.
Ҡабат өндәшмәнем.
Инсаф улыбыҙ киленгә “әсәй” тип өҙөлөп тора, бигерәк илгәҙәк бала. Үҙ әсәһен, ҡоҙасаны, ул да “апый” ти. Ҡан яҡындығы булмаһа ла, Инсаф миңә лә үҙ балам кеүек. Ҡыуат менән килен колхоз эшенән бушаманы, үҙем ба- уырыма баҫып үҫтерҙем бит уны. Һаруныма оҡшатам ҡоҙасаның улын. Шуның кеүек ерәнһыу сәсте, йәшкелт күҙҙе. Ауылда беләләр инде уның Йәннәт менән Ҡыуат балаһы түгелдеген. Ситтән килгән кеше: “Ҡалай ҙа атаһы Ҡыуатҡа оҡшаған”, – тип һоҡтанған була. Ә мин донъяларҙан үтә иртә киткән Һаруным һымаҡ күрәм. Камсамулға инеп, яңы тормош төҙөйбөҙ, тип дәрттәнеп кенә йөрөгәнендә әрәм булып ҡуйҙы шул кинйә улым. Үтә лә һағынам үҙен. Шул мәлдәрҙә Инсафты сәсенән һыйпап, күкрәгемә ҡыҫып һөйөп алһам, зарыҡҡан йәнемә шифа өҫтәлгәндәй.
***
Улдарымдың береһе бик иртә мәрхүм булды, Һарунымды әйтәм. Ин- сафты, ҡоҙаса балаһын, үҙ улыма оҡшатып, йәнемә тарттым, тинем инде. Ҡыуатым ут-һыуҙы кисеп, әллә күпме ауырлыҡтар кисереп, ярай әле, иҫән- һау ҡайтты. Ҡайтҡас та яҙмыштың әсе һурпаһын байтаҡ татыны. 16-сы йыл булдымы икән, әле улым һуғыштан ҡайтмаған ине, хат менән басылка алдым. Урыҫса яҙылғанға оҡшай. Ауылда тел белгән әҙәм юҡ. Әлеге лә баяғы киттем Маркин утарына. Трофимға инде. Анна исемле мәрйә яҙған хатты, басылкаһын да ул ебәргән.
“Һеҙҙең йөрәгегеҙ юҡмы әллә, йәп-йәш улығыҙ һаман яранан төҙәлә алмай, лазаретта ята. Исмаһам, бер хат яҙманығыҙ”, – тигән. Басылкаһына миңә йылы күлмәк, йәнә бармаҡ башындай ғына Ҡөрьән һалған, рәхмәт төшкөрө, Трофим бабай әйтә, бына ҡара, Ҡөрьәндең тәүге битендә үҙенең имзаһы ла бар, ти. Мәрйәһенә күстәнәс итеп алып барған май-ҡоротомдо тапшырып, мең рәхмәттәр уҡып ҡайтып киттем.
Был хәлдән һуң да өс-дүрт хат ебәрҙе әле ул Анна тигән мәрйә. Трофим бабай әйтә, юғалтма хаттарын, Ҡөрьәнде лә һаҡта. Кәрәге булыр, ти. Ҡөрьәнде урҙанылар. Инсаф кәләш алып, башҡа сығарған мәлдә юғалды. Аҙаҡ уны, Таҡһыр ауылында Мәҙинә әбейҙә йөрөй, тип тә һөйҙәнеләр, йәш килендең генә эше булды, тип уйҙайым. Юлдап йөрөмәнем инде, нисәмә йылдар күҙ ҡараһы кеүек һаҡтағайным. Ул Анна тигәндәре бик ҙур яҙыусымы, кем булып киткән, имеш, тиҙәр, бисара, ауырҙыҡты ла күп кисергән икән. Эй, шул уҡый-яҙа белмәүҙәре бигерәк ҡыйын. Һуҡыр- һаңғырау булыу менән бер инде. Йәннәт киленем бигерәк уҡымышлы, Ҡөрьәнде лә төп нөсхәһендә уҡый, башҡортсаға ауҙарып, миңә аңдата. Бай балаһы булғас, тыймағандар ҙа, уҡытҡандар. Боронғо төрки телендә яҙылғанды миңә ҡысҡырып уҡый. Татарсаға оҡшаған, аңдашыла. Бик фәһемле тарихтары бар. Риүәйәт тиҙәр икән уларҙы. Тик киленемдең ваҡыт яғы самалы, колхоз эшенән ҡайтһа, өйҙә йомоштары көтөп тора. Бер ҙә старшина ҡыҙы тимәҫһең, бигерәк егәрҙе. Шулай ҙа дилбегәне ҡыҫҡа тоторға тырышам, килен ҡәйнә һүҙенән сыҡмаҫҡа тейеш. Арҡыры һүҙ әйтеп, һис бер ҡаршылашып тормай, шөкөр. Әле апаруҡ йәшәйҙәр Ҡыуат менән, бер генә тапҡыр әҙерәк үпкәләшеп алдыҡ. Бынан өс-дүрт йыл элегерәк булды шикелле. Һыуға китте лә батты был. Һыуы ла алыҫ, ике саҡрымдағы Таштығойоға йөрөйҙәр. Шулай ҙа сама менән тоям: бигерәк оҙаҡтай килен. Сәғәттән ашып киткәндер. Күберәк булмаһа. Ниһайәт, ҡайтып инде был. Йөҙө лә бик серле күренә.
Килендең ферманан ҡайтып ингәнен сыҙамай көтәм. Эшенән килгәс, йәнә ҡуҙғаттым теге һорауҙы.
Килен йылмайғандай итте лә урындыҡҡа барып ултырҙы.
Шундағы оялыуҙарым. Әллә ништәп көнләшәм шул киленде. Бигерәк һылыу бит, күрә йөрөйөм, ир-ат артына боролоп ҡарамайынса үтмәй. Ҡыуаттың эше юҡ, мин киленеңә ышанам, ти ҙә ҡуя. Ышаныуын мин дә ышанам да бит. Ипле икәндеген күреп торам. Шайтан ҡотортмаһын, тип ҡурҡам. Әлеге хәлдән һуң шулай ҙа телемде тыйҙым.
Шөкөр, татыу ғына йәшәп киләбеҙ әле. Шуға иҫ-аҡылым китте: бығаса килендең “кендек әбейе” булып йөрөгәнен һис хәтерләмәйемсе. Үҙенән һораһам, тәүге тапҡыр, тип аптыратты. Шул көндән баштап ауылда ике “кендек әбейе” эштәй, Аһыл ҡарсыҡ менән минең килен. Ғорурҙанып та ҡуям, нимәгә тотонһа ла, ҡулынан килә. Йыш ҡына донъяға яңы килгән сабыйға исемен дә үҙе ҡушып ҡайта. Ир-ат араһынан мулла юҡ ауылда, аят булһынмы, бүтән дини йолалармы – киленемде йөрөтәләр. Ҡыуат тәүҙәрәк ризаһыҙлыҡ белдереп ҡарағайны ла, уҡыған кеше юҡ бит, әйҙә, улай булғас, үҙеңә ал был бурыстарҙы, доғаларҙы ятлауы бер ни түгел, хәреф таныйһың, тип улымды өгөтләргә тотонмаһынмы.
Тик Ҡыуаттың дингә мөнәсәбәте башҡасараҡ шул. Ишан ағайым тәрбиәһендә үҫте лә бит. Бынан күп йылдар элек ауылда булған бер хәл улымдың күңелендә ауыр тойғо ҡалдырғандыр, тием. Ҡыуатҡа биш йәштәр самаһы булғандыр, күршелә йәшәгән Ғәлимйәндәрҙең ун ете генә йәшлек ҡыҙҙары ҡапыл вафат булды. Билгеле, ҡатын-ҡыҙ зыяратҡа йөрөмәй. Әлеге ҡурҡыныс ваҡиғаның башына үҙем геуаһ түгелмен, бөтәһен дә тәүҙә улым- дан, һуңынан ауылдаштарҙан ишеттем. Әле ул саҡта ауылда мәсет тә, имам да бар ине. Бисара ҡыҙҙы ерләп, зыяраттан сығып та өлгөрмәйҙәр, ҡәберҙән ҡысҡырып илаған, ялбарған тауыштар сыға баштай. Ғәлимйән бахыр кире борола, кемдеңдер көрәген алып, тупраҡты аҡтарырға тотона.
Өс-дүрт ир Ғәлимйәнде һөйрәтеп зыяраттан алып сығалар. Меҫкен атай тартҡылаша, һаман бер үк нәмәне ҡабатлай: ҡыҙым тере, сығарығыҙ уны!
Ғәлимйәнде мәсет мөгәрәбенә биктәп ҡуялар, ҡабат ҡәберҙе аҡтара баштамаһын, йәнәһе.
...Ҡыуатым үкһеп илап ҡайтып инде.
– Әсәй, әйҙә, унда тере апайҙы күмделәр, – тип үкһей.
Бер ни ҡыла алманыҡ. Күпселек мулланың һүҙен һөйҙәй. Зыярат ҡапҡаһы алдына өс-дүрт йәш егеттән торған һаҡ ҡуйҙылар. Улар ҡәбергә берәүҙе лә ебәрмәй. Иң ауыры Ғәлимйәндең ҡатынының нисек ғазапланғанын күреү булды.
Төнөн малай-шалай, тере килеш күмелгән ҡыҙҙы ҡотҡарабыҙ, тип барып та йөрөгәндәр. Мулла уларҙы таяҡ менән туҡмап, баҫтырып ҡайтарған.
Әле уйҙап-уйҙап та осона сыға алмайым: ул баланың тере көйө күмелеүен аңдаманымы икән? Мәрткә генә киткән булғандыр инде бисара ҡыҙ. Томаналыҡ инде, башҡаса ни тиһең. Шул хәлдән һуң миндә лә икеле- микеле уйҙар тыуа, Аллаһ ярлыҡаһын инде. Ҡыуат иһә үҙгәрҙе, ю-юҡ, тәрбиәһеҙҙәнеп тә китмәне, элекке шаяндығын да ҡуйманы, күңеле үҙгәрҙе, донъяға, кешеләргә мөнәсәбәте үҙгәрҙе. Килен ураҙа ҡалдырмай, ваҡыты бик тығыҙ булһа ла, биш намаҙын теүәл үтәй, улым уға өндәшеүгә өндәшмәй, яйына ҡуйған. Ә үҙе... Дин айырмай, милләт айырмай. “Минең өсөн яҡшы менән яман ғына бар”, – ти ҙә ҡуя. Әллә дөрөҫ тә уйлайҙыр, донъ- яны күп күргән, утын-һыуын кискән кеше бит инде ул.
Ҡыҙылдар менән аҡтар һуғышҡан осорҙағы бер ваҡиға хәтерҙә. Ҡайҙа дөрөҫтөк – белгән юҡ. Ауылды әле аҡтар килеп баҫа, әле ҡыҙылдар. Тураһын әйткәндә, бөтәһе бер ҡалып. Ҡыуаттың Мортазин отрядында, ҡыҙылдар яғында йөрөгән мәле булған икән, аҙаҡ ҡына белдем. Сираттағы ҡаты алыштан һуң, Мортазиндың бер төркөм яугирен аҡтар әсирлеккә төшөрә. Мейәс яғында булған хәл был. Хәбәр алдым: шул айҙың шунса сислаһында улымды язалайҙар икән. Балаҡайымды үлем язаһына хөкөм иткәндәр. Юлға йыйына башланым. Иҫем инәрҙе-сығарҙы, Мейәстең ҡай тарафта, унда ҡалайтып барырға икәндеген дә белмәйем. Шул дәрәжәлә албырғағанмын ҡайғынан, улыма йыуаса бешереп йөрөйөм. Үҙемдең яза көнөнә барып етер-етмәҫемде белгән юҡ. Юлға сығып өлгөрмәнем, яңы хәбәр килде: яза бирмәйәсәктәр. Балаҡайымды был юлы ла фәрештәләре һаҡлап ҡалған, кеҫәһенән аҡтарҙың прокламацияһын тапҡандар бит, нисек, ҡайҙан барып эләккән ул кеҫәгә – һуңынан Ҡыуат үҙе лә аңдата алманы. “Уйҙамай- нитмәй, уҡып та тормай үҙем һалғанмындыр, тием дә, бер ни хәтерҙәмәйем. Әллә берәй изге йәне ҡотҡарҙымы икән?” – тип һөйҙәне ҡайтҡас.
Килен менән Ҡыуаттың шыбыр-шыбыр һөйҙәшкәненә уянып киттем.
Нимәгәлер бәхәсләшә былар. Ҡолаҡ һалам.
Кем хаҡында һүҙ барғанын аңдай алманым. Һүҙ дошман хаҡында. Ә дош- ман тигәнең тубыҡ тиңенән инде ул. Һуғыш-эрвәлүтсәләре халыҡты икегә бүлеп бөттө. Туған менән туған яманлашты, күршегә ҡаршы күрше йоҙроҡ күтәрҙе. Йоҙроҡ ҡына булһа ярай ҙа...
Иртәгәһенә Ҡыуат менән килен район үҙәгенә йыйына башланы. Төпсөнмәнем, йомоштары барҙыр инде. Күрәм, ҡапҡанан Йәнғәзи инеп килә. Ауылдың ҡотһоҙ бер бәндәһе. Уның менән берәү ҙә яҡындан аралаш- май. Әгәр эсендә йәне булһа, йән тотош боҙоҡлоҡтан, хаяһыҙлыҡтан туҡылған. Уның һымаҡтарҙы нисек ер күтәрәлер... Бынан бер нисә йыл элек ауылда уға бәйле ҡот осҡос хәл булды. Йәнғәзиҙең бисәһе өсөнсө ҡыҙын тапҡайны. “Малай табырға ла эшкинмәйһең, кәнтәйҙәр генә үрсетәһең”, – тип көн дә йәнен ҡыйған Йәнғәзи оторо аҙарынды, меҫкен ҡатынына яҡты көн бөттө. Ауылда, әлбиттә, был әшәке әҙәмдең әшнәләре араһында, утҡа кәрәсин һибеүселәр ҙә табылды: “Ни тип тотаһың уны? Һиңә бер малай табып бирергә лә хәленән килмәгән бисәне?” – тип хөсөт ҡойоусыларға был ғаиләнең имен йәшәүе кәрәк түгел, былай ҙа тирә-йүндең наһырын ҡоротҡан ирҙең артабан өйөндә ни ҡыланыры, эштең ни менән барып бөтөрө ҡыҙыҡ ине. Фажиғә була торған көнө Йәнғәзи, ғәҙәттәгесә, ҡыҙмаса булып ҡайтып инә. Күрә: бер тас кер ишек төбөндә тора, бисара ҡатын керҙәрен йыуған да, элеп өлгөрмәгән, күрәһең, бәпес илап уянғандыр, ҡыҙын имеҙергә ултырған. Күҙе аларған ғазраил, еүеш әйберҙәр һалынған тасты бала менән бисәһенә төбәп бәрә, уныһы яҙа китә. Сығырынан сыҡҡан абышҡа ауыр кирза итек кейгән аяҡ менән имеп ятҡан сабыйға барып тибә. Бала шунда уҡ йән бирә. Ҡатынының әллә нисә ҡабырғаһы һына, күкрәк ситлеге йәнселә, эсенә зыян килә...
Ҡапыл ғына үлә алмай, ай самаһы ғазапланып ятты бисараҡай. Барыбер иренә ҡаршы ғариза яҙманы. Ни уйҙағандыр, ул иблис язаһын алырға тейеш ине бит. Әллә ике ҡыҙын үкһеҙ етем ҡалдырырға теләмәне, әллә ҡурҡты, аңламаҫһың. Әсәләре китеп барғас, ике ҡыҙы күрмәкәйҙәрен күрҙе инде. Йәннәт килен менән Ҡыуат ул балаларҙы яҡташып, тейешле урындарға йөрөп тә ҡаранылар, бер нисек тә ярҙам итә алманылар. Өлкән ҡыҙы беҙҙең Миңзада менән бер йәштә ине. Көҙгә беренсе синыфҡа барырға тейештәр. Миңзада ҡайта ла йәлдәп һөйҙәй: “Заһиҙә асыға, өйҙә икмәкте лә биктәп тоталар”, – тип. Йыш ҡына туғанын эйәртеп, беҙгә киләләр, килен ашатып сығара.
Беренсе май байрамы алдынан да килде ҡыҙҙар. Миңзада менән бергә ултырып тамаҡ туйҙырҙылар. Унан уйнарға сығырға булдылар. Килен Миңзадаға күлмәк тегеп ултыра ине, эше күп ҡалмаған.
– Сыҡмай тороғоҙ, тегеп бөтәйем, кейеп ҡарарһың, иртәгә байрам бит, – тип ҡыҙҙарҙы тотҡарҙарға тырышты.
Алдан әҙерләп ҡуйғандыр инде, Йәнғәзиҙең ике ҡыҙына ла таҫмалар менән яулыҡ бүләк итте. Эй ҡыуанды балаҡайҙар, атҡа менделәрме ни! Тәки, бахырҙар, туҡтаманы, ҡайтып, бүләктәрҙе өләсәйемә күрһәтәбеҙ, тигән һылтау менән, Миңзаданы ҡалдырып, тышҡа атлыҡтылар. Аҙаҡ нимә булған, ҡайтып еткәндәрме, тәки белмәнек, ҡалай ҙа тағы ике ҡыҙҙы эйәртеп, быуа буйына барғандар. Ҡуян тубығы, тип уйҙап, нимәлер ашағандар. Дүрт йәшлек ҡыҙыҡай ғына әллә әҙерәк ашаған, әллә теше үтмәй таштаған, бер тиң өс бала, шул иҫәптән Заһиҙә лә инде, ағыуланған. Заһиҙәне һөйҙәнеләр, быуа буйындағы текә таштарға күтәрелеп, йырҙарға маташҡан, хәле бөтөп, тәгәрәп ҡолаған. Йәһәт кенә ат егеп, өсөһөн дә район үҙәгенә алып киткәндәр. Заһиҙә балнисҡа ла барып етә алмаған... Бик көстө ағыу булғандыр инде. Терелгән ҡыҙҙарҙың береһе аҡылға зәғиферәк булып ҡалды, икенсеһе буй еткереп, кейәүгә сыҡҡас-ниткәс, бауыр сиренән вафат булды. Әгәр Миңзада ла шунда булһа... Уйҙаһам да тәнем зымбырҙап китә. Миңзада уны-быны уйҙамай, таныш түгел үләнде лә ауыҙына ҡабырға әҙер тора. Хоҙай араланы инде. Заһиҙәне ҡыҙғанып иланыҡ. Әле шул бәхетһеҙ баланың атаһы Йәнғәзи ҡапҡанан инеп килә. Төнөн улымдың килен менән ништәп бәхәстәшкәнен аңданым, был әҙәм аҡтығы Ҡыуаттарға юлдаш булып, район үҙәгенә барырға йыйына икән. Килен дөрөҫ әйтә: ул бәндә менән бер һауаны һулауы ла ҡурҡыныс.
Ситтән генә күҙәтәм, эштең нимә менән барып бөтөрөн. Йәнғәзи аҡыш күҙен майҙандырып, килендең уңы-һулына сыға, аты эргәһендә мәж килгән Ҡыуат бер ни күрмәй.
Килендең дә сабырҙығы бөттө, юлда бесән сабып алырбыҙ, тип салғыһын арбаға йәтештәп урындаштырып торған еренән теге салғыны алып, Йәнғәзигә һелтәнде:
Килендең салғы менән һелтәнеүен күргән улым, йүгереп тигәндәй килеп, ҡоралын тартып алды.
Миңә ҡыҫтырылырға мәл етте. Тураһын әйткәндә, һәр ваҡыт тыныс, баҫалҡы киленемде һис бер ваҡыт мындай ярһыған хәлдә күргәнем юҡ ине.
Әллә улым минең һүҙгә ҡолаҡ һала, әллә юҡ ине, әммә Йәнғәзи эште үҙе боҙҙо:
Һәм ергә тәгәрәп барып төшкәнен аңғармай ҙа ҡалды. Улым уны түшенән тотоп ҡалҡытты ла йәнә тәгәрәтә һуҡты.
Йәнғәзи ҡапҡаға ҡарай шыуышты:
Килен менән икәүләп Ҡыуатҡа килеп йәбештек:
Ҡыуат башын устары менән ҡыҫып, арбала бер талай ләм-мим өндәшмәй ултырҙы. Шунан ғына атын туғарырға кереште.
Килен менән үҙҙәре аңдашһын.
1904 – 1920 йылдар
“Нам трудно поверить тому, что лежит за пределами нашего кругозора”. (Франсуа де Ларошфуко).
“Война проклята матерями...”
(Гораций).
Насар йәшәмәгәнмен мин Исмәғил апамда. Абыстай ҡырын-мырын ҡараһа ни, ишан үҙе мин тип өҙөлөп торҙо. Белгәнен мейемә һеңдерергә тырышты, тел ғилеме бирҙе, уның уҡытыуы дин тәғлимәте менән генә сикләнмәне, донъяуи фәндәрҙе лә онотманы, уйындан да мәхрүм итмәне. Абыстай һөйләнһә:
Апамдың бүлмәһендә өс стенаны тотош китап биләй. Миңә иң аҫҡы өс кәштәләге әҙәбиәтте генә уҡырға рөхсәт. Юғарылағы ҡалын-ҡалын китаптарға күҙем ҡыҙа-ҡыҙыуын... Әлегә баҙнат итмәйем. Берҙән-бер көндө ишан абыстайы менән ҡайҙалыр киткәйне, хеҙмәтселәрҙең дә өйҙәренә ҡайтҡанын һағалап торҙом да, баҫҡыс буйлап юғары үрмәләнем. Тәүҙә ни булғанын аңламайыраҡ ҡалдым. Кәштәлә китаптар эргәһендә ятҡан аҡ бирсәткәләр ҡапыл ғына хәрәкәткә килде һәм мине ҡытыҡларға тотонмаһынмы! Иҙәнгә йығылып тиерлек төшөп, имгәкләп кәштәләрҙән алыҫҡараҡ ҡасмайынса туҡтаманы бирсәткәләр. Бик ныҡ ҡурҡтым. Ләкин ҡыҙыҡһыныу еңде, ишек төбөнә яҡыныраҡ барып, артабан ни булырын күҙәтергә уйланым. Бер ни ҙә булманы. Бирсәткәләр кире урынына барып ятты.
Апамдың хикмәтле кеше икәнлегенә йәнә бер ҡат инандым. Һуңынан да, әлеге хәлде хәтерләп, аптырауға ҡала инем. Күҙемә генә күрендеме, әллә ысындан да берәй сихыр ғәләмәте булдымы?
...Аҙнаһына ике көн ишан сирлеләрҙе ҡабул итә. Кем генә юҡ ауырыуҙар араһында! Аҡылын юйғандар ҙа, йыландан сағылғандар ҙа. Әйткәндәй, Са- лауат ауылы тирәһендә йылан күп. Ағыулылары ла бар. Шуға ла миңә итек кеймәйенсә ҡырға сығыу рөхсәт ителмәй.
Сирлеләрҙең күбеһе йүнәлеп ҡайтып китә, бәғзеләренә ишан ҡабат килергә ҡуша. Апам дауалағаны өсөн берәүҙән дә хаҡ һорамай. Хатта байҙарҙан да. Үҙҙәре белеп бирәләр. Фәҡирҙәргә ул йыш ҡына түләүҙәрен кире ҡайтара.
– Апа, әгәр һин аҡсаға эшләһәң, о-һо, ниндәй бай булыр инең, ибет?
Миңә гел генә күҙенең ағын әйләндереп ҡараған абыстай был юлы ба- шымдан һыйпап ҡуя. Әсәйем иҫемә төшә. Күптән Юлдашҡа барғаныбыҙ юҡ. Ул да килмәй. Һағындым...
Апамдың түш кеҫәһендә һәр ваҡыт тиерлек сылбырлы алтын сәғәт йөрөнө. Ғөмүмән, ул ғәҙәти кейемде артығыраҡ күрҙе. Аят-фәләнгә йә мәсеткә, берәй дини йыйынға барғанда ғына оҙон йәшел сапанын кейеп, мосолман түбәтәйендә була ине.
Бер көндө күрәм, теге мин ҡыҙышҡан алтын сәғәт өҫтәлдә ята. Эх, бер көн генә урамға сығып, малайҙарға маҡтанаһы ине! Ул сәғәтте урлау уйы юҡ, тик апам Троицкиҙан алып ҡайтып биргән ҡупшы кәстүмде кейеп, кеҫәһенә алтын сәғәт элеп, Исмәғил ишан кеүек эре генә урамдан уҙыу хыя- лындамын.
Сәғәтте алып, ваҡытлыса соландың бер аҙ ҡалҡып торған иҙән таҡтаһы аҫтына йәшерҙем. Кискелекте ашар алдынан абыстай һорай:
Оялышымдан ер тишеге булһа, инеп китер инем. Йәһәт кенә йәшергән урындан сәғәтте алдым да апама бирҙем.
Апам һүҙендә торҙо. Һуғыш болалары бер аҙға ғына тынып, тыуған яҡтарыма ҡайтып төшкәндә ишан иҫән ине әле. Иң тәүҙә Салауатҡа барып, уның хәлен белдем. Апам түшәктә ята. Шунсама сирлене аяҡҡа баҫтырған олуғ табип үҙе ауырый?!
Минең һүҙҙәрҙән апам көлөп ебәрҙе.
Беҙҙә бер кис булһа ла ҡунып кит, тиһәләр ҙә, тиҙерәк әсәйем янына ҡайтҡым, уны ҡыуандырғым килеп, юлға сыҡтым. Хушлашыр алдынан апам усыма алтын сәғәтен һалды.
– Һин ошо сәғәткә ҡыҙыҡҡайның бит, улым. Имен-һау ғына бул, сәғәтте минең төҫөм итеп һаҡларһың. Шәберәген алып өлгөрмәнем. Бында бер килеп әйләнерһең әле. Йәһәт кенә, моғайын, китеп бармам. Абыстайға һалаҡа булып, һөштөмһөҙгә ҡалып, бала хөкөмөндә ятҡы ла килмәй ҙә бит, барыһы ла Аллаһ ҡулында. Әлегә Ғазраил фәрештә ул-был шипкерт белгертмәй.
Апамдарҙа үткән тиҫтә йыл ғүмеремде, уның менән бөгөнгө осрашы- уымды йөҙ-мең ҡабат башымда әйләндереп, тыуған ауылыма ҡарай юл тот- том. Толоп бөркәнеп, апам бүләк иткән кашауай санаға Күгатты егеп, ҡышҡы юлдан елдереүе еңел дә, мауыҡтырғыс та ине. Ҡужанды үткәс, ниңәлер, Тупаҡ ауылы яғынан теҙелеп киткән тауҙарға ҡараным. Күпмелер ваҡыт үткәс, шул тауҙарҙың береһендә арҙаҡлы Исмәғил ишанды ерләрҙәр, һуңынан уның ҡәберлеге “Әүлиә зыяраты” тип йөрөтөлөр, ә сирлеләр һыҙланыуҙарына дауа эҙләп, ошо зыяратҡа барыр, тип кем уйлаған...
Һуғыш хаҡындағы фекерҙәре менән килешәм апамдың. Эйе, ун алты йәшемә өс йыл өҫтәп, мине хәрби хеҙмәткә оҙатҡанында тиҫтәләрсә илдәрҙе ялмап алыр донъя һуғышында батшаларҙың мохтажлыҡһыҙ йәшәүе хаҡына миллиондарса ир-егеттең ҡорбан булырын ул да, мин дә күҙ алдына ла килтермәгәнбеҙ. Ярман халҡы тыныс йәшәй алмай. Мин шулай уйлайым. Был тәңгәлдә башҡорт менән немец араһында ниндәйҙер оҡшашлыҡ та күрәм. Беҙҙең халыҡ та яу тигәндә янып саба. Үҙенең Ер шарындағы урыны менән дә һәр саҡ ҡәнәғәт булмаған халҡым (ул биләгән тәбиғәт мөйөшө хаҡында түгел, бәлки, ижтимағи урыны тураһындалыр һүҙем) үҙен һәр яҡлап ҡыҫырыҡлаған ҡәүемдәргә ҡаршы әленән-әле баш күтәреп килгән. Ә баш күтәреү халыҡ өсөн бер ҡасан да зыянһыҙ үтмәй. Иҫкесә көн күрергә теләмәй, яттарға буйһоноп йәшәүҙән арып, азатлыҡ яуларға ынтылған башҡортом барыбер тәҡдирен төбө-тамыры менән үҙгәртә алмаған, тимәк, баш күтәреү уның өсөн баш ауы- рыуына әүерелгән. Ахыр сиктә ул ҡоллоҡ яҙмышына күнеп йәшәргә мәжбүр булған. Германия ла бит Беренсе донъя һуғышынан һуң бөтә колонияларын, ер-һыуын юғалтты, ауыр иҡтисади көрсөккә килеп терәлде. Юҡ, ике халыҡты сағыштырып, яңылышам, буғай. Башҡорт бер ҡасан да башҡаларҙың еренә, байлығына ымһынмаған, кемделер үҙенә баш эйҙерергә тырышмаған. Ул – тәбиғәт балаһы. Хоҙай биргәнгә шөкөр итеп, бары тыныс йәшәүгә, азатлыҡҡа ынтылған.
Ҡыҙыл ғына буйын тал алған, Япраҡтары йәйелеп таралған. Һандуғасҡай менән башҡорт халҡы Ҡайғы-хәсрәт өсөн яралған.
Һандуғасҡай үҙе, әй, ҙур түгел, Күкрәк-түшкәйҙәре киң түгел. Кешеләрҙән кеше, әй, кәм түгел, Тик бәхеткәйҙәре тиң түгел.
Зарлы яҙмыш халҡымда моңло-зарлы йырҙар тыуҙырған.
Эй, тыуған яҡтың илаһи гүзәллеге! Хатта һалҡын ҡыштарҙа ла ғәжәйеп матурлығы менән һушты китәрә бит. Әле донъяның ап-аҡ сафлыҡҡа күмелгән сағы. Ҡар йомарт ҡояш нурҙары аҫтында нисәмә төҫкә инеп емелдәй, аҫыл таш та улай балҡымаҫ. Ошондай уҡ һалҡын ҡыш мәлендә мин “игеҙәгем”де осраттым. Юҡ, бер инәнән, бер атанан донъяға килмәгән инек беҙ. Хатта бер тупраҡтан да яралмағанбыҙ, табынған аллаларыбыҙ ҙа башҡаса ине. Миңә Люгер пистолеты төбәгән дошманға ҡаршы мин дә мылтыҡ тоҫҡаным. Башта бер генә уй: кем кемде? Ҡапыл күҙҙәребеҙ осрашты. Тәндәрем эҫеле-һыуыҡлы булып китте: дошман да минең йәштәрҙә. Өйҙә көтөп торған әсәһе, яҡындары барҙыр. Ә күҙҙәре... Күҙҙәре бына хас минең күҙҙәр һымаҡ: йәм-йәшел. Каска аҫтынан саҡ күренеп торған сәстәре лә минеке, хатта ҡырлас танауы ла. Әйтерһең, Исмәғил апамдың түрҙә торған көҙгөһөндә үҙемде күрәмме ни! Ҡайһыбыҙ беренсе башлап ҡул һуҙғандыр, хәтерләмәйем. Ҡулдар берен-бере ҡыҫып өлгөрмәне, атыу тауышы яңғыраны. “Игеҙәгем”дең “Камерад!” тигән һүҙе генә аңымды тишеп үтте. “Дошман”, юҡ, дошман түгел! Беҙ рухташтар, ысын мәғәнәһендә игеҙәктәр инек! Ҡулын ҡыҫып өлгөрмәгән “игеҙәгем” һаҙмат ергә йөҙтүбән ҡоланы. Уны үлтергән пуля минең ҡулыма тейеп, баш бармағым эргәһендә, усымда ғүмерлеккә урын алды. Ҡулымдан ҡасан төштө икән мылтығым? Мин бит атманым. Ситтән аттылар! Нимә хаҡына?! Мин атмағанды аңлап өлгөрҙөмө икән ул?! Әгәр өлгөрмәһә... Минең өсөн һуңғы секундында уның ни кисереүе бик мөһим ине. Уға ат- маным һәм атмаҫ та инем. Сөнки был минең өсөн үҙ-үҙемде үлтереүгә тиң ине.
Ҡорал ташлау енәйәтме? Был турала әле уйланам. Бәлки, ер йөҙөндәге бөтә хәрбиҙәр бер юлы ҡорал ташлаһа, әллә тыныслыҡ еңмәҫ инеме? Хәүеф- хәтәрһеҙ тормошта һәр кем бәхетле булыр, әсәләр күҙ йәше түкмәҫ, балалар йәтим ҡалмаҫ ине.
Әлеге ваҡиғанан һуң мине ни сәбәптәндер иҫән ҡалдырҙылар. Госпиталгә эләктем. Устағы пуляны алмаҡсы, ҡулды ҡорал тоторлоҡ хәлгә ҡалдырмаҡсы булдылар шикелле. Госпиталдә йәнә лә онотолмаҫ осрашыу булды. Көндәрҙән бер көн мин ятҡан коридор буйлап һылыу ғына ҡыҙ менән олораҡ кеше үтеп бара. Яралылар шундай күп, палаталарҙа урын етешмәй. Мин бөтәһенә ҡарағанда ла йәшерәкмен, ярам да сағыштырмаса еңел. Әлеге ҡыҙ минең эргәмә туҡтаны.
Атаһы ла эргәмә килде. Исемемде, фамилиямды һорашалар. Бына ҡасан мин Исмәғил ишанға йәнә бер рәхмәтле булдым. Сатнатып русса яуап бирҙем.
Был осрашыу хаҡында онотҡан һымаҡ инем, бер көн эргәмә шәфҡәт ту- ташы килде лә:
Тимәк, мине язаларға йыйыналар. Күҙҙәремде бәйләрҙәрме икән? Моғайын, атырҙар. Эх, йәшәге килә! Әле бит мин яратырға, яратылырға ла өлгөрмәнем.
Аҫҡы ҡатҡа төштөк. Күрәм, бынан өс-дүрт көн элгәре минең эргәлә туҡталып киткән ҡыҙыҡай менән атаһы тора. Анна (исемен хәтерләп ҡалғайным инде) минең янға килеп:
Бәлки, ҡабат һуғышҡа ла ебәрмәҫтәр. Атайым, юллап ҡарайым, тине.
Эргәгә атаһы килде.
“Ят әсир һин! Миңә яттар кәрәк түгел, Тик ниңәлер, һине күрһәм, әрней күңел. Үҙемдекеләр ҙә бында етерлек,
Башым эйеп, серем сисерлек. Телең менән юҡҡа сығараһың – Һөйөү хисе күрәм күҙеңдә.
Ят бауыр һин! Ләкин миңә Һин битараф түгел үҙең дә.
Ышандырма мине, осраҡлы, тип Икебеҙҙең күккә ашҡанды.
Һүндерергә көсөң етер микән Йөрәгеңдә ҡупҡан ялҡынды? Басурман һин, минең басурманым, Хәтерләрһең әле бер заман, Күңелеңдән алып ташлай алмай, Һине уйлап китһәм донъянан”.
“Минең һәләкәтем ҡолағыңа Салы-сарпы ғына ишетелер. Мөхәббәтем түгел, күңелеңде Көнсығышта ҡалған һылыу еңер. Хәтереңде ҡышҡы Нева яры, Ҡуҙғытһа ла унда иҫкән елдәр,
Анттар биреп, мине оноторһоң... Тормошоңдо кемдәр икән биҙәр? Басурманым минең, күкрәгеңә Һалам башым һуңғы мәртәбә.
Бөгөн үҙең бар ҙа яндарымда, Юғалырһың китеп иртәгә...”
Горенколарҙың ике ҡатлы ҙур йортон үҙебеҙҙең бәләкәй генә ике бүлмәле өй менән сағыштырам да... Анна бер ваҡытта ла ундай шарттарҙа йәшәмәйәсәк. Хатта мине яратҡан хәлдә лә, сөнки уның өсөн мин өс-дүрт шиғыр яҙыуға илһамландырыусы ғына булып ҡалам. Етмәһә, басурман. Нимә аңлата икән ул һүҙ? Уның яңғырашында ниндәйҙер кәмһеткес бер мәғәнә ята һымаҡ.
Был аңлатыуға, мине “басурман” итеүгә лә ризамын. Юғиһә, әллә ниҙәр уйлап бөтөлдө.
...Беренсе ҡаттан икенсеһенә күтәрелгән урында һөҙәк баҫҡыстың ике яғында ике балыҡ-ҡыҙ тора. Уларҙы “русалка”, йәғни, “һыу инәләре” тип атайҙар. Ҡарап тороуға хас та тере кеүек үҙҙәре. Эргәләренән үткәндә шикләнә биреп тә ҡуйҙым, беҙҙә бит, кешене һыу инәһе батыра, имеш, тиҙәр. Хәйер, бында, ишек алдындағы кескәй генә быуанан тыш, оло һыу юҡ. Ә Нева йылғаһына байтаҡ ара. Миңә һыуҙа түгел, Аннаның төпһөҙ һоро күҙҙәрендә батырға яҙған, ахыры...
Барыбер ҙә тамырҙарым – тыуған еремдә. Ҡайҙарҙа ғына йөрөмәйем, ул мине үҙенә тарта. Беҙҙә күк тә бейегерәк һәм зәңгәрерәк кеүек, болондары ла йәмлерәк, ҡоштары ла моңлораҡ. Әле бына ҡайтып киләм. Әйтерһең, ғүмеремдең күп өлөшө ситтә үтмәгән. “Салауатта тәбиғәт матурыраҡ, ул ҡола ялан Юлдашыңдың ни йәме?” – тигәйне берәү әле бала саҡта. Нишләп ҡола ялан булһын? Эргәлә генә Ҡоръятмаҫ, Олотау, Малай ташы, Үмбәр түбә... Ауылды икегә бүлеп Суйынтапҡан аға. Ә Ҡарасман шишмәһе һуң! Таштығойо һыуы! Бүтән бер ҡайҙа ла ундай тәмле һыу юҡ. Тирә-яҡ ауылдарҙан ғына түгел, хатта Магниттан да килеп алалар һыуҙы. Күстән ур- маны... Һәр төрлө емешкә, аллы-гөллө сәскәләргә, Ҡыҙыл китапҡа индерелгән ҡара ереккә мул Күстән. Еләк-фәләнгә халыҡ әллә ҡайҙа йөрөмәй, Күстәнде генә аша сыға ла Һарыҡтүбә битләүенә күтәрелә. Әйткәндәй, тирә-яҡ тотош еләклек тә сейәлек беҙҙә. Башҡа төр емеше лә күп. Әсеһаҙ, Олоһаҙ, Ҡараһаҡал ҡарағатҡа, әлморонға, муйылға бай. Юҡ, мин кендек ҡаны тамған еремде бер нимәгә лә алмаштырмаҫ инем. Шағирә Анна Горенкоға һәм Петербургтың шау-шыулы күңелле тормошона ла.
Ғәжәп итерһең, әҙәм балаһы барына шөкөр итеп йәшәй белмәй. Башҡортҡа ҡағылмай был һүҙҙәр, әгәр донъялар имен торһа, илемә, еремә яттар яҫҡынмаһа, беҙ барына ҡәнәғәт. Һауаны, тупраҡты ағыулаусы завод- тары ла кәрәкмәй, уларҙың беҙҙең халыҡ өсөн зыянынан башҡа бер файҙаһы юҡ.
...Ниһайәт, килеп еттем ауылыма. Ҡайтырымды хәбәр итә алмағайным. Күгатты ҡапҡа алдына туҡтатыуым булды, күрәм, башына дебет шәлен генә ҡаплаған әсәйем йүгереп сығып килә. “Әсәй!” – тип ҡаршыһына уҡтай атылғым, үҙен ҡосаҡлап алғым килде. Башын күкрәгемә ҡыҫып, арҡаһынан бер һөйөп алғым...
Тартынып ҡына ҡулымды һондом:
Һүҙҙе икенсегә борорға тырышам.
Иҙән таҡтаһы шылып киткәндәй тойолдо. Ике ҡолағымды ниҙер тома- ланы, әсәйемдең әйткәндәрен ишетмәҫ булдым. Ҡустым вафат булған... Ҡустым юҡ... Мин яңғыҙ ҡалдым...
Әсәйем менән бик оҙаҡ һөйләшеп ултырҙыҡ. Ул һуғыш тураһында һораша, минең хәтерләгем килмәй.
Күҙ алдыма “игеҙәгем” баҫа. Милләте кем булды икән – белмәйем, “ка- мерад”, тине нимессә һәләк булыр алдынан. Ул һүҙ төрлө йыныс кешеләренең уртаҡ кәлимәһенә әүерелгәйне һуғыш осоронда. “Камерад” һәм “Файнд” – “дуҫ” һәм “дошман”. Ни өсөн немец телендә – белгән юҡ. Беҙ, башҡорттар, ҡайһы телдәге генә һүҙ булмаһын, өндәрҙе дөрөҫ әйтәбеҙ, сөнки донъя телдәрендә булған бөтә өндәр ҙә беҙҙә бар. Халыҡтың бик боронғо икәнлеген дә күрһәтә был.
Күҙ алдыма йәнә “игеҙәгем” килде. Иманым камил, ул минең кеүек уйлай, минең кеүек кисерә ине. Күкрәгемә йәнә ялҡын ҡаба. Сыҙамай, тороп китәм, ишекле-түрле бер аҙ йөрөп алам. Әсәйемдең борсоулы ҡарашын тоям...
Уның да әсәһе, яҡын туғандары булғандыр. Улар “игеҙәгем”дең һуғыштан иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуына өмөт иткәндер. Бәлки, әйләнеп тә ҡайтыр ине. Әгәр...
Бик оҙаҡ Аннаның хаттарына текәлеп ултырҙым. Миңә был хаҡта Анна өндәшмәгәйне. Әсәйемдең уҡый-яҙа белмәүе уға ҡайҙан ғына мәғлүм булһын инде.
Әсәйемдең фекерләү ҡеүәһе мине ғәжәпкә ҡалдырҙы. Артабан да фекер алышҡым, һөйләшеп ултырғым килде. Тик арытылғайны. Күҙҙәр йомолоп бара. Быны күреп, әсәйем:
– Өлкән урындыҡҡа урын йәйҙем, бар, ял ит, – тип хәйерле төн теләне.
Хәтирәләр, хәтирәләр... Уларҙың осо-ҡырыйы юҡ. Миҙгел эсендә әллә ҡайҙарҙан урап ҡайтаһың, таныш һәм таныш түгел донъяны әйләнеп сығаһың, ҡасандыр йәнеңде елкендереп, йәшәргә көс биргән хәл-ваҡиғаны ла, аҡтыҡ ҡеүәтеңде юҡҡа сығарып, ҡанаттарыңды имгәткән нәмә – харам- ды ла күңелдән алып ырғытып булмай, яҡшыһы ла, яманы ла ғүмер юлында һине оҙатып йөрөй. Йәннәтемде өҙөлөп яратһам да, Аннаны ла бөтөнләй онота алманым. Кәштәлә уның китаптарын, ҡағыҙҙарым араһында хатта- рын һаҡланым. Йәннәткә рәхмәт, һис буш урында низағ сығарманы, юҡ- бар ғәйепләүҙәре менән йәнемде ҡыйнаманы. Һәр бер кешенең хәтирәләргә, иҫтәлектәргә хаҡы бар. Үткәндәребеҙ осто-көйҙө юҡҡа сыҡмай, беҙҙе гел оҙатып йөрөй. Эргәңдәге кешеңдең уй-кисерештәренә хужа булырға маташыу – үҙе үк мәғәнәһеҙлек, сөнки был мөмкин булмаған эш.
1952 – 1968 йылдар
“Великодушие – это не что иное как сострадание
благородного сердца”. (Никола де Шамфор).
Мине урлап ҡасҡандарына утыҙ ике йыл да үтеп киткән икән. Ғүмер, ни- сектер, һиҙелмәй уҙҙы. Күңел ҡартаймай, тигәндәре лә хаҡтыр, инде өләсәй йәшенә еттем, бер ҙә олоғайғы килмәй. Миңзадам Иһәндән ҡайтырға мәжбүр булды, кейәүҙән дә һис бер хәбәр юҡ. Ҡыҙым эҙләтеп тә ҡараны, ләм-мим. Һыуға батҡан кеүек ғәйеп булды балаҡай. Хөкөм хәлдәренә ҡалһа ла бит хәбәр итергә тейештәр ине. Хәтерҙә 37-се йылғы ҡанлы ваҡиғалар, ҡулға алыныусыларҙың күбеһе шулай эҙһеҙ юғалды. Фәхрәзи кейәүҙе лә... әллә... уйлауы ла ҡурҡыныс.
Миңзадамдың ҡыҙы Маһиҙә, Иһәндән ҡайтҡас, күп торманы. Йә, Аллам, бала ҡайғыларына торошло хәсрәт бармы донъяла?! Ике яҡ үпкәһе шешкән, тине табиптар. Ҡалай ғына ялбарып-илап ҡараһаҡ та, алып ҡала алманы- лар. Ҡыҙым саҡ аҡылдан яҙманы. Берсә вафат булған ейәнсәребеҙ өсөн ҡайғырып, берсә ҡыҙыбыҙҙы ҡыҙғанып, ҡан йоттоҡ Ҡыуат менән. Ҡәйнәм беҙҙе йыуатҡан була, үҙе шул йән үртәлеүенә сыҙамайҙыр инде, сәғәттәр буйы тышта, өй артында ултыра. Берәй сыбыҡ тотоп ала ла, аяҡ аҫтында эй әллә нимәлер һыҙғылай, эй һыҙғылай. Һуңғары саҡырған урынға ла бармай, әкиәттәрен дә ҡуйҙы. Алйып-фәлән китмәһен, тип ҡурҡабыҙ. Бөтәбеҙ өсөн оло ҡайғы булды Маһиҙәбеҙҙең китеп барыуы... Ҡоҙағыйҙарға хәбәр ебәргәйнек тә, килеүсе булманы. Әллә аманатты тапшырманылар.
– Килеп тә йөрөмәһендәр, ҡышҡы ажғыр һыуыҡта Миңзаданы сабый бала менән сығарып ебәреп, Маһиҙәнең башына еттеләр, – тип Ҡыуат Иһәндәгеләр хаҡында ишеткеһе лә килмәй.
Миһырбанлыҡ етмәй әҙәм балаһына. Берен-бере өтөп-ҡырып бара. Йә, ул ҡоҙағыйға ни ҡалған, үҙ балаһына ҡарата, Маһиҙә бит улының ҡыҙы, шулай һарауһыҙ ҡыланырға?! Миңзаданан ниндәй аламалыҡ күргән?! Ҡыҙым өсөн ҡурҡам. Көндәр буйы бер өндәшмәй, үҙ хәсрәтенә сумып, урманға сығып китә, йөҙө ҡара янып ҡайтып инә. Үҙем менән эшкә алып йөрөп тә ҡараным.
Маһиҙәбеҙҙең вафат булыуына өс ай самаһы үткәндер, Миңзада ялға ҡайтып инде. Бер аҙ төҫ ингән үҙенә, юғиһә, күҙҙәре эскә батып, ҡаны ҡороған кешегә оҡшай башлағайны. Бер килке тынысланған да һымаҡ. Ул ҡайтҡас, мунса яҡтыҡ. Ҡәйнәм мунсаның эҫеһен ярата, бер төшкәндә ике миндек бөтөрә. Был юлы ла уны тәүге быуына ебәрҙек.
Миңзаданың артынан күршелә йәшәүсе ике-өс бала ла эйәрҙе. Ҡарап торам: ҡыҙым элекке кеүек уларға һүҙ ҙә ҡушып бармай, өндәшмәй атлауын белә. Балалар электән ярата Миңзаданы, ә бына ҡыҙымдың бала хәсрәтенән йөрәге туңып ҡалдымы... Һәр даим алсаҡ, иғтибарлы Миңзада тирә- яғындағы берәүҙе лә аңғармай...
Күп тә үтмәне, күрәм, Миңзада нимәлер күтәреп алған да, шәп-шәп атлап ҡайтып килә, артынан шау-гөр килеп әлеге балалар эйәргән.
Ни тиергә лә өлгөрмәнем, ҡыҙым тура өйгә йүнәлде. Артынса мин дә индем.
Ни күрәм: ярты йәштәр самаһындағы сабый, шыр яланғас үҙе. Миңзада уны яулығына төрөп алған булған.
Сабыйҙы юрған менән ябыштырып, һандығымды астым, унан йомшаҡ тауар эҙләп таптым алай ҙа. Үҙен сайындырғанда ла, йүргәккә төргәндә лә һис бер тауыш-тын сығарманы бала. Нимәгәлер шаңҡып ҡалған кеүек, ҙур күҙҙәрен шар асып, туп-тура беҙгә текәлеп тик ятты. Шуныһы ғәжәп, ап-аҡ тәне таҙа, бер сыйылған, йә бысранған ере юҡ, уң яҡ ботонда ғына ерек япрағы йәбешеп тора.
Ул арала ҡәйнәм сәсрәп килеп инде.
Ҡәйнәмдең әсе теленә күнеккәнмен инде. Әйтемһаҡ та ҡайтымһаҡ холҡон белгәс, бер ни тип яуап бирмәнем. Миңзада килеп инде лә, мейескә ут тоҡандырырға кереште.
Миңзадала өләсәй ҡайғыһы юҡ, һин аңдат, исмаһам.
Маһиҙәнең үлеменән һуң ҡара янып йөрөгән йөҙҙәребеҙ асылды. Ҡыуат көн эсендә карауат яһап ҡуйҙы. Тәүге көнө мыжымаһа ла, өс көн, өс төн илап алды Маһиҙәбеҙ. Эйе, беҙ уға шул уҡ исемде ҡуштыҡ. Миңзада тиҙ генә барып, эшендә ял һорап ҡайтты. Ни сәбәптән тип аңлатҡандыр район үҙәгендәге май заводы директорына – өндәшмәне.
Был ваҡиға ауыл халҡына ишетелмәй ҡалмағандыр, әлеге бәләкәс ҡыҙҙар, моғайын, өндәшмәй йөрөмәгәндер, әммә бер кемдән һүҙ-лөғәт килеп ишетелмәне. Ысынға ла алмағандарҙыр. Һәр хәлдә, беҙҙең өйҙән һүҙ ситкә сыҡманы. Аҙна үтеп, Миңзада сабыйҙы беҙҙә ҡалдырып тороп, ҡабат эшенә юлланғас ҡына күрше-күлән ингеләй башланы. Арттан ни һөйләгәндәрҙер, күҙгә ҡарап төпсөнөүсе табылманы. Ҡыҙым ял һайын ҡайта, Маһиҙәне һөйөп туя алмай, нишләһен, бала алты-ете йәштәргә еткәнсе шулай ике арала күсеп йөрөнө. Үткәндәргә ҡабат ҡайтып, ғәжәп бер хәлде иҫләмәй булдыра алмайым. Миңзада сабыйҙы ҡалдырып, Атауҙыға киткәс, Маһиҙә бигерәк илауланы. Бер көн аптырап имсәгемде ҡаптырҙым. Шул көндән башлап ул карауатында түгел, минең күкрәгемә һыйынып йоҡлай башланы. Аҙна-ун көн самаһы үткәндер, бөтәбеҙҙе таң ҡалдырған хәл булды: миңә һөт төштө. Ҡыуат быға ихлас ҡыуанды, сабый ҙа тынысла- нып йоҡлай башланы. Ҡәйнәм генә: “Әйтәм бит, тиген түгел был бала. Бер хикмәте бар бының, хәйерлегә генә булһын инде”, – тип һөйләнде. Мин иһә:
“Өлөшлө сабый был, Аллаһым бәхетен насип итһен”, – тип теләнем. Йән- тәнемә таралған бәхетле кисереште аңлатыу мөмкин түгел. Үҙ ғүмеремдә өсөнсө тапҡыр ошо һаләтте үткәрәм. Тәүгеһе туғыҙ ай буйы ҡорһаҡта йөрөтөп, мең ғазап-һыҙланыуҙар аша Миңзадамды донъяға килтергәс булды. Башлап ҡыҙымды ҡулыма алып, күкрәгемә терәгәс, уның кескәй ауыҙын супылдатып һөт һура башлағанында үҙемде күктең етенсе ҡатына ашҡандай тойҙом. Тәнем буйлап таралған рәхәтлек тойғоһо ул минуттарҙа мине бәхетлеләрҙән-бәхетле яһаны. Икенсе мәртәбә ай ярымлыҡ Инсафты күкрәк һөтөм менән туйҙырғанда шул уҡ тойғоно кисерҙем. Унан саҡ ҡына алдараҡ дүрт-биш айҙан донъяға килергә тейешле балам төшкәйне. Ул саҡта ла миңә һөт килгәйне. Һәм бына... Йәнә шул рәхәтлек һәм сикһеҙ бәхет тойоу. Аллаһтың рәхмәт белдереүеме был, әллә сикһеҙ оло бүләгеме? Күҙ йәштәрем аша мең шөкөрҙәр ҡылып, белгән бөтә доғаларымды уҡып, Маһиҙә балаҡайымды күкрәгемә ҡыҫтым. Йә, кемегеҙ сит-ят бала тип әйтергә ҡыйыр? Уның ҡайҙа, кемдән донъяға килеүе минең өсөн мөһим түгел, ул – минеке! Был мәлдә мин хатта үҙемдең өләсәй икәнлегемде лә, сабыйҙы ҡыҙым Миңзаданың алып ҡайтыуын да онотоп ебәргәнмен. Эйе, ул ҡыҙымды “әсәй” тип үҫәсәк, ҡыҙым да уны үҙ балаһындай яҡын күрәсәк, ләкин минең өсөн унан да ғәзизерәк, ҡәҙерлерәк йән эйәһе булмаҫтыр. Ниндәй мөғжизә был, әйтеп аңлатҡыһыҙ ниндәй ҡөҙрәт?! Мең-мең рәхмәтлемен, Хоҙайым, һиңә, был сабыйҙы миңә һин ебәргәнһең, тағы әсәй булырға танһыҡлаған сәғәтемде көтөп тороп, миңә ошо оло бәхетте бүләк иткәнһең. Мин уға өләсәй булырға тейешмен, ләкин үҙемде әсәй итеп тоям, бары тик әсәләр кисерә торған мөғжизәле миҙгелде кисерәм. Йәнә лә рәхмәтлемен, Хоҙайым, ҡыҙым Миңзадаға ошо сабый аша йән, йәшәүгә көс өргәнгә. Был миңә икеләтә бәхет, икеләтә ҡыуаныс.
...Маһиҙәнең ҡурсаҡтары, башҡа төрлө уйынсыҡтары күп, һәр беребеҙ баҙарға барған һайын алып ҡайтып ҡына торабыҙ. Аҙ ғына бушап торған мәлдәремдә мин уға төрлө сепрәк киҫәктәренән ҡурсаҡ тегеп бирергә ты- рышам. Мин яһаған ҡурсаҡтарҙы ул айырыуса ярата, сөнки уларҙың һәр береһенең үҙ атамаһы, уйлап сығарылған үҙ тормошо бар. Сәй һәм шәкәр ҡумталарын, төрлө төҫтәге ҡурғаштарҙы йыйып, йорт ҡаралтылары төҙөйөм, ҡурсаҡтары өсөн кескәй генә юрғандар һырыйым, мендәрҙәр тул- тырам. Олатаһы бәләкәсемде эргәһенә ултыртып ала ла рәсем яһарға өйрәтә. Беребеҙгә лә күрһәтмәй, йәшереп тотҡан туҡһан алты төрлө төҫлө буяуҙарын эшкә ҡуша.
Ирем сәскә рәсеме төшөрә. Сәскә эргәһенә ҡуян килеп баҫа, унан төлкө.
Ҡатырғанан һәр төрлө януарҙарҙы яһап, ҡойроҡ-тояҡтарын, башын айырым эшләп, аҙаҡ уларҙы бер-береһенә тоташтырып, урҙа аша эленгән бауҙы тартҡылап, кейектәрҙе бейеткәндә, Маһиҙә лә бергә бейей. Шулай уҡ ҡыҙыбыҙ машина геүләгән, трактор дырылдаған тауышҡа ла бейей. Ҡапҡа алдына бала-саға йыйылһа, мин йә Ҡыуат сығып, уларға төрлө уйындар өйрәтәбеҙ. Иремдең хайуандар донъяһынан тарихтары ла, минең риүәйәттәрем дә ылыҡтыра балаларҙы. Ҡәйнәм генә, ниңәлер, әкиәттәрен “онотто”, күберәк итек-ситек менән булаша.
Бер баҙарға барғанымда Маһиҙәгә кескәй генә уйынсыҡ сынаяҡтар, сәйнүк, һөт һалғыс алып ҡайтып бирҙем. Баҙарҙа бер оло ғына бабай һатып тора ине. Быға тиклем дә, һуңынан да ундай ысын фарфорҙан яһалып, күгәрсен күҙе сәскәһе төшөрөлгән уйынсыҡты күргәнем булманы. Эй ҡыуанды Маһиҙәбеҙ! Төрлө сынаяҡ ярсыҡтары менән уйнауҙы ла онотоп торҙо. Инсаф ағаһы бүләк иткән ун һигеҙ төрлө буяуы менән дәфтәр битенә һыҙғыслай торғас, ҡәҙимге рәсем яһарға өйрәнде.
Ялға Миңзада ҡайтһа, Маһиҙә уның ҡарамағына күсә. Бер-береһенән һыуынмаһындар өсөн беҙ ситтәрәк ҡалырға тырышабыҙ. Ҡыуат та ҡырҙан ҡайтышмай, мин үҙ эштәрем менән булам.
Әсәһе ҡайтыу менән Маһиҙә: “Әсәй, сәсемде сикәләп үр, өләсәй белмәй”, тип Миңзаданың алдына барып баҫа. Ысынлап та, сикәләп үрә белмәйем шул. Ә ҡыҙыбыҙҙың сәстәре оҙон, һап-һары. Мин ни, ике толом итеп таҫмалап үреп төшөрәм дә, остарына суҡ яһап ҡуям. Анһат. Миңзада ҡайтҡан арала ҡыҙыбыҙға матур күлмәк тегеп кейҙерергә өлгөрә. Өлгөләрен ҡайҙан уйлап сығаралыр, һәр ваҡыт теккән күлмәге төрлөсә була. Маһиҙәне ҡурсаҡ кеүек кейендереп, урман-ҡырҙарҙы ҡыҙырып йөрөп ҡайталар.
Маһиҙә әсәһенән сәскә өҙҙөрмәй икән.
Маһиҙә беренсе синыфҡа бара торған көндө Миңзаданың ялы тура килмәне лә ҡуйҙы. Кейемен әҙерләп, сумкаһына кәрәк-ярағын һалып: “Әсәй, мәктәпкә оҙатырһың инде”, – тип киткәйне лә, ҡыҙыбыҙ иртә менән тороп, әллә ҡайҙа ғәйеп булды. Ферманан ҡайтҡас, йүгереп йөрөп эҙләйем, ни олатаһы өйҙә түгел, ҡәйнәм иһә: “Хәҙер бала артынан эйәреп йөрөр йәштә түгелмен, үҙемә ҡарау кәрәк”, – тип урындығына менде лә ятты. Иртәнге унға мәктәпкә йыйылырға тейештәр ине, ун беренсе ярты булып китте – Маһиҙәм юҡ. Ҡурҡа башланым.
Күрше:
Йүгерҙем шунда. Күрәм: трусик-майкала, ялан аяҡ, сәстәре ялбырап, ел ҡапҡаның башында ултыра. Тәүге уйым: йығылып ҡына төшмәһен. Тыныс- лан, тим үҙемә, аҙымыңды әкренәйт, өркөтмәй генә бар. Өркөтөрһөң уны, “Өләсәй, мин бында!” – тип ҡысҡыра.
Эргәһенә килдем.
Теләр-теләмәҫ кенә уҡып китте ҡыҙыбыҙ.
Уҡыуҙы талап итеү – уның эше, – тип тыя уны әсәһе.
Һуңғараҡ аңланыҡ, ысынлап та, Хәтижә бөтәһенә тигеҙ ҡарамай икән шул. Ҡасандыр Ҡыуат менән улыбыҙ Инсафты ҡанға батырып туҡмаған Мөтиғулланың ҡыҙы ете йәшлек баланан атаһының үсен алып маташҡан. Үҙе лә саҡ урта мәктәпте тамамлап, уҡытып йөрөгән йәш ҡыҙҙа ундай ҙа боҙоҡлоҡ ҡайҙан хасил булғандыр – аңлауы ауыр. Бәхеткә күрә, күп тә тор- май икенсе ауылға тормошҡа сығып китте “аң-белем” таратыусыбыҙ. Уры- нына урта йәштәрҙәге тыйнаҡ, аҡыллы, балалар менән дә, ата-әсәләр менән дә уртаҡ тел таба белгән мөғәллимә килде. Маһиҙәбеҙҙең уҡыуы ла хутҡа китте.
Бер көндө Маһиҙәгә әйтәм:
Өс хәреф өйрәтте лә ялҡты бәпесем.
Маһиҙә – минең ҡыуанысым, йөрәгем парәһе. Олатаһы өсөн дә шулайҙыр, тим. Ҡыуат яңынан-яңы уйындар уйлап таба, “Эт-балыҡтың урыны ҡайҙа?” тигән уйыны бигерәк күңеленә хуш килде Маһиҙәбеҙҙең. Беҙҙең ғаиләлә китап һәр ваҡыт беренсе урында булды. Өйгә һыймағас, байтағын йәшниктәргә һалып, өй башына мендереп ҡуйҙыҡ. Маһиҙә ҡайҙандыр шуны белеп ҡалған да, бейек баҫҡыс буйлап өҫкә үрмәләгән. Күтәрелеп етә алмаған, аңһыҙ хәрәкәт яһағанмы, баштүбән әйләнеп, аяҡтары менән баҫҡыстың арҡыры ағасына эленеп торған. Ярай әле, ишек алдында утын ярып йөрөгән олатаһы күреп ҡалған. Бик дыуамал, тиктормаҫ, ҡурҡыуҙы белмәҫ бала беҙҙе лә йыш хәүефкә һала. Шуға күрә әсәһенә лә бирмәй торабыҙ, эше яуаплы, аңғармаҫ, ауыл оло һыу буйында. Һәр төрлө хәүеф-хәтәрҙән иҫкәртәбеҙ ҙә ул, көн дауамында уны ғына күҙәтеп тороу мөмкин түгел.
Ауылдан ике-өс саҡрымда Үмбәр түбә тигән тау бар. Унда геологтар ҡасандыр ҡаҙыу эштәре алып барған. Ҡасан булған ул хәл – хатта ҡәйнәм дә хәтерләмәй. Ә шурфтарҙы күмеп ҡуйыуҙы берәү ҙә уйламаған, тәрән-тәрән соҡорҙар асыҡ килеш ята. Бер көн ферманан ҡайтһам, Маһиҙәм юҡ. Ҡыуат ҡорттарын ҡарарға киткән. Колхоз умарталарҙы йәйгелеккә Әсе һаҙ буйына күсерә. Ҡәйнәм өйҙә, ә баланың ҡайҙалығын белмәй. Йүгереп йөрөп эҙләп хәл бөттө, ярай әле, быуа буйында уйнап йөрөгән малай-шалай күреп ҡалған ҡай тарафҡа йүнәлгәнен. Йүгерҙем Үмбәр түбәгә. Бер ерҙә күренмәй, ҡысҡырып йөрөп эҙләйем. Әллә ҡайҙан, бик алыҫтан тоноҡ ҡына тауыш ишетелә: “Мин бында-а-а-а!” Аңлай алмайым тауыштың ҡайҙан килгәнен. Ниһайәт, мейемә барып етте: Маһиҙәм шурфҡа ҡолаған! Ә ул шурф тигәндәре дүртәүме, бишәүме, етмәһә, бик тәрән үҙҙәре. Ни йәне генә ҡалды икән балаҡайымдың?! Ниһайәт, таптым теге соҡорҙо.
Йүгерҙем кире ауылға. Күршелә генә йәшәгән Рәхмәтуллаға хәлде аңлаттым, ул йәнә бер-ике кешене алып, кире йүгерҙек.
Рәхмәтулла шурфҡа төшөп, биленән арҡан осона үҙен бәйләп, Маһиҙәне күтәргәс, юғарыға күмәкләп һөйрәп сығарҙыҡ.
...Ҡәйнәм һуҡрана: “Башығыҙға бер бәлә үҫтерҙегеҙ инде, фәлән дә төгән, был яғына үҙең менән эшкә йөрөт, мин бала ҡарау йәшенән уҙғанмын, имеш. Шул ят бауырҙы, үҙ тамырына тарта инде барыбер һ.б., һ.б.”
Маһиҙә ишетмәһен өсөн йәһәтерәк икенсе бүлмәгә алып сыҡтым ба- ланы.
Хәлде Ҡыуатҡа һөйләнем, икәүләп Миңзадаға әйтеп борсомаҫҡа һүҙ ҡуйыштыҡ. Йә үҙе менән алып китер, ә унда тағы ла хәүефлерәк. Барыбер ҡыҙым кемдәндер ишеткән, бала ҡараусы тапты. Йорт-ерһеҙ, зат-зәүерһеҙ Ғәрифә тигән йәш ҡатын, ул һуңынан да, Миңзада яңынан ғаилә ҡороп, йәнә ике сабый донъяға килгәс тә беҙҙә, аҙағыраҡ ҡыҙымда йәшәне, йорт тирәһендә лә оло ярҙамсы булды. Балаларҙы ла күҙ яҙлыҡтырмай ҡараны.
Икәүләп, ваҡыт булғанда, хәрефтәр өйрәнә башланыҡ. Тиҙ отоп ала бит әле, хәтере шәп. Ҡайҙа инде миңә ундай хәтер. Ай үтеүгә, Маһиҙәм иҫке төрки телендәге китаптарҙы апаруҡ һупалай башланы. Боронғо риүәйәттәрҙе бергәләп уҡыйбыҙ.
Көн дә берәй мажараға осрамай тормай Маһиҙәбеҙ. Эйе, даими уның өсөн борсолоп йәшәйбеҙ. Ләкин ул килтергән ҡыуаныс-һоҡланыуҙар, уның күкрәккә һыйынып иркәләнеүҙәре бөтә борсолоуҙарҙан юғарыраҡ. Ҡәйнәм өсөн яҡты донъянан бик иртә китеп барған ейәнсәребеҙ урынына ят баланы яҡын күреүебеҙ оло ғәйеп, хатта гонаһ булып тойола. Шул сәбәптән дә ул һуңғы һулышына тиклем Маһиҙәне ҡабул итә алманы.
Йыш ҡына уйланам: ниндәй әсә донъяға килтерҙе икән Маһиҙәне? Бәлки, әсәһе түгел, башҡа берәйһе ҡалдырғандыр уны урманда? Ни өсөн кейемһеҙ ҡалдырған? Ул сабыйҙың бер генә лә йәрәхәтләнгән, хатта сыйылған ере лә юҡ ине, тап-таҙа ине үҙе лә. Тимәк, ул урманда оҙаҡ булып та өлгөрмәгән. Кешеләр яҡынайғанын күреп, моғайын, уны йәһәт кенә си- сендереп, үләнгә ебәргәндәрҙер. Кейем-һалымы булһа, енәйәтсене табыуы ла еңел бит. Әгәр яҡын-тирәнән булһа, әлбиттә. Ауыл кешеләре йыш ҡына шул тирәлә сәйер ҡатынды осрата. Оло йәштә, тиҙәр. Күстән бисураһы, тип тә йөрөтәләр үҙен. Бер ниндәй бисура ла түгел, беҙҙең Маһиҙәбеҙҙе йә ҡарауыллап, йә ҡылған эштәре өсөн үкенеп, ғазапланып йөрөгән ҡатындыр, тим. Баланан баш тартыу, уны аяуһыҙ яҙмыш ҡосағына, билдәһеҙлеккә таш- лап китеү өсөн ниндәй сәбәп кәрәк? Бындай ҙа яуызлыҡты нимә аҡлай ала? Уйҙарҙан башым ауыртып, төн йоҡоларым оса. Башҡа берәү ҙә түгел, ә ҡыҙым Миңзада ул сабыйҙы күреп, алып ҡайтҡаны өсөн йәнә мең шөкөр итәм. Юғиһә, юҡ-барға ышанып, балаға зыян итеүҙәре лә бар ине бит.
Миңзада оҙаҡ ҡына яңғыҙ ултырҙы. Бөтә күңелен эшкә һалып, аҙ ғына бушаған ваҡытын Маһиҙәгә бағышлап, байтаҡ ҡына йылдар тормош ҡороу хаҡында уйлап та бирмәне. Йәшләй генә яңғыҙ ҡалыуы беҙҙе, ата-әсәһен, борсомай ҡалманы. Фәхрәзи кейәүҙән бер хәбәр ҙә юҡ. Беҙ түгел, ҡоҙа менән ҡоҙағый ҙа уның иҫәнме-түгелме икәнлеген дә белмәй. Арыу ғына урындарҙан һоратып ҡаранылар, Миңзада береһе менән дә йүнләп һөйләшмәне лә. Тәүҙә: “Мин никахтамын, иремде көтәм”, – тип кире ҡаҡһа, һуңғараҡ Маһиҙәгә һылтанды: “Ҡыҙымды үгәй атай тәрбиәһенә бирергә теләмәйем!” – тип аңлатты ул үҙенең ҡылығын. Илгәҙәк холҡо ҡырыҫланды, бары тик Маһиҙә эргәһендә генә асылып китә. Ауылда кибет асылғайны, ҡыҙыбыҙ шунда эшкә күсте. Быға барыбыҙ ҙа ҡыуанабыҙ. Маһиҙәбеҙ ҙә, ниһайәт, “әсәйемде һағынам”, тип мыжымай. Магазин да эргәлә генә.
Кистәрен Маһиҙәгә боронғо риүәйәттәрҙе һөйләйем. Әкиәт урынына. Ҡара һүҙҙе аҙ беләм, электән уҡыған китаптарым гел тормошҡа бәйле булды. Ипләп кенә ейәнсәремә йәшәү ҡағиҙәләрен өйрәтәм инде үҙемсә.
Ҡапыл тынлыҡ урынлаша. Ҡәйнәм, урынынан ҡуҙғалып, ишек алдына сығып китә.
Ғәжәп, шул көндән башлап ҡәйнәм Маһиҙәгә ҡарата йомшарғандай булды. Уның ауыҙынан “ят бауыр”, “сирмеш” тигән һүҙҙәрҙе лә башҡаса ишетмәнек. Маһиҙәбеҙҙең өлкәндәрсә уйлана башлауын аңланы, буғай, ҡәйнәм...
1952 – 1965 йылдар
“Ничто так не искажает человеческую природу, как маниакальные идеи...”
(Н. Бердяев).
Ғәйепһеҙ ғәйепләнеүселәр менән вагон тулған. Ҡыһалан вагондың тын- сыу һауаһында тын алыуы һаман ауырлаша бара. Күберәк ир-атты һыйындырған поезда ҡатын-ҡыҙҙар ҙа бар. Улар илаша, сабырыраҡтары илағандарын йыуата: “Бөтәһе лә һәйбәт булыр, Сталин был хәлде белһә, йәлләттәрҙең башынан һыйпамаҫ. Беҙ ҙә ҡотолорбоҙ, балаларыбыҙ эргәһенә, тыуған яҡҡа ҡайтырбыҙ”.
Сталин хәлде белһә... Күпме ышаныс, өмөт йәшеренгән был һүҙҙә. Шул саҡ мөйөшкә генә һыйынып, үҙ хәсрәтенә сумып ултырған олораҡ ҡатын һүҙ ҡыҫтыра:
Икенсе берәүһе ҡурҡынып, ян-яҡҡа йәһәт кенә күҙ ташлай ҙа:
Мин өндәшмәй генә уларҙы күҙәтәм. Ҡайҙа алып баралар, унда беҙҙе ни көтә – беребеҙ бер ни белмәй. Хәҙер көндәрҙең иҫәбен дә юғалттым. Тәүҙә беҙҙе, иң ауыр енәйәтселәрҙе, Верхнеуральск төрмәһенә оҙаттылар. Суд миңә атыу хөкөмө сығарҙы. Нишләптер, ҡарарҙы ҡапыл ғына үтәмәнеләр. Күрәһең, шпион икәнлегемде иҫбатларлыҡ дәлил тапмағандарҙыр. Минең менән бер этапта килгән Антон Нечиталовты камеранан төнөн алып сығып киткәйнеләр, ҡабат уны күрмәнем. Атҡандарҙыр, тип уйлайым. Бына-бына минең арттан да килерҙәр, моғайын, мине лә атырҙар. Бөгөн булмаһа – иртәгә.
Күҙҙәремде бәйләрҙәрме икән? Бәйләтмәм. Минең ил, халыҡ алдында бер тамсы ғәйебем юҡ. "Япон шпионы" тигән яла яҡтылар. Сталин портретына ҡара һауыты менән бәргән өсөн минут эсендә халыҡ дошманына әүерелдем. Эй, атһа тиҙерәк атһындар ҙа, билдәһеҙлек бигерәк ауыр. Әжәлеңде көтөп ултырыу – үлемдең үҙенән былайыраҡ. Бына-бына камера ишеге асылыр ҙа, надзирателдең тупаҫ тауышы яңғырар: “Мөхәмәтов, на выход!” Ә ваҡыт ыҫмала һымаҡ һуҙыла ла һуҙыла. Яҡындарым минең ҡайҙалығымды ла белмәй. Миңзадам, бәпесем Маһиҙә, ниндәй яҙмыш көтә һеҙҙе, ҡәҙерлеләрем?..
Юҡ, хөкөм ҡарарын үҙгәрткәндәр икән.
Ышанмай ҙа торҙом. Тимәк, атмайҙар! Хәйер, нимә яҡшыраҡ: ҡапыл үлеүме, әллә егерме йыл буйы алһыҙ-ялһыҙ бил бөгөүҙән юҡҡа сығыумы?
...Ни тип сығырымдан сыҡтым икән ул көн, йәнһеҙ һүрәткә көс төшөрөүҙән ниндәй мәғәнә таптым? Минишевтың килгәне бирле минең урынға ҡыҙышып йөрөүен белә инем бит. Ауыл советы рәйесенә эйәреп йөрөгән ят әҙәмдең дә был яҡтарға тигенгә килеп сыҡмағаны билгеле ине. Ерҙе-юҡҡа бәхәс сығарҙылар. Һүҙ дингә, муллаларға барып терәлде. Йәнәһе, Лениндың бөйөк һүҙҙәрен иҫтән сығармағыҙ: дин – ул халыҡ мейеһен ағыулаусы тәғлимәт! Минишев минең атайға тел тейгеҙҙе:
Хәҙер генә аңлайым: уларға мине сығырымдан сығарыу кәрәк булған.
...Булыры булды, хәҙер үкенеүҙән файҙа юҡ. Терһәк яҡын, әммә тешләп булмай. Верхнеуральскиҙа иң ауыр енәйәт ҡылғандарҙы тоталар икән, тигәнде ишетеп ҡалғайным. Тимәк, мин дә улар иҫәбенә инәм. Тәүҙә аҙна самаһы камерала яңғыҙ ултырҙым. Унан Антонды алып килделәр. Өс көндән уны төнөн алып сығып киттеләр. Ҡабат күрешмәнек. Уның урынына Василий Селявинды килтерҙеләр. Уны күргәс, аптырауымдың сиге булманы: мине бында бикләгәндәрендә ул төрмәлә надзиратель ине лә баһа!
Көндөҙ ҡаҡ һикене күтәреп ҡуялар, ятыу түгел, ултырып тороп та булмай. Аяҡтар иҫһеҙ булып ойой, сараһыҙҙан таш иҙәнгә сүкәйергә мәжбүр булаһың. Шулай, икебеҙ ике мөйөштә бер-беребеҙгә ҡарап ҡатҡанбыҙ. Элекке надзирателдең ни уйлағаны миңә мәғлүм түгел. Башҡа иһә күңелһеҙ уйҙар килә. Эргәмә был урыҫты индереүҙәре тиккә түгелдер, мине юҡ итергә сәбәп, шпион икәнлегемде раҫларҙай дәлил эҙләйҙәрҙер. Һаҡһыҙ берәй һүҙ әйттемме – бөттөм. Әллә төнөн йоҡлап ятҡанымда быуып үлтерерҙәр. Ҡаш аҫтынан ғына быны күҙәтәм. Ул да миңә тексәйгән. Ҡарашында нәфрәт йә асыу тойолмаған кеүек. Әллә ул да ғәйепләнеүсеме?
Бында бик ҡиммәтле мәғлүмәт. Системаның йөҙөн асырҙай сер.
Бөттөм. Мине ниндәйҙер авантюраға тарта был. Хәйер, минең үлемдән ниндәй файҙа? Селявин әйтмәксе, йәшмен, көслөмөн. Әле халыҡ хужалығында файҙа килтергәндәй хәлем бар. Уның күҙҙәренә ҡарайым: дошман ҡарашына оҡшамаған кеүек, миңә тура ҡарай. Һорамай булдыра алманым:
Уҡыйым. Гитлерҙың ике туған һеңлеһе Мария Коппенштайнер әле мин ултырған төрмәлә? Австрия һынлы Австриянан Уралға алып килмәһәләр... Ҡарайыҡ, беҙҙең дәүләткә ҡаршы ниндәй гонаһ ҡылды икән. Ҡырҡ алты йәштә. Крәҫтиән. Артабан дөйөм ғәйепләүҙәр: “Кешелеккә ҡаршы енәйәте өсөн 25 йылға хөкөм итергә”. Марияның аңлатмаһы:
Һорау алыуҙан тыш, ошонда уҡ Мария Коппенштайнер хаҡында өҫтәмә мәғлүмәт тә бар: ире Игнац Лефортово төрмәһендә, балаларының эҙенә төшөп булманы, артабан эҙләргә, табырға. Мария Коппенштайнер 25 йылға хөкөм ителеп, Верхнеуральск колонияһында ете йыл ултырып өлгөрә, 1952 йылдың декабрендә, йәғни быйыл, төрмәлә һалҡын тейеүҙән вафат була. Гитлерҙың бер туған һеңлеһе Паула хаҡында мәғлүмәт юҡ.
...Селявинды алып киттеләр. Мине икенсе көнөнә үк “үтә оло енәйәт ҡылған” сәйәси ғәйепләнеүселәр өсөн тәғәйен махсус режимдағы лагерға оҙаттылар. Бында кемдәр генә юҡ: украин милләтселәре, эстондар, латыш- тар, Литва кешеләре, элекке партизандар (күптәнме ни, улар тамуҡ шарт- тарында урмандарҙа йәшеренеп, фашистарға ҡаршы көрәште, еңеүгә оло өлөш индерҙе), һуғышта һәм унан һуң “асыҡланған һатлыҡ йәндәр” һәм башҡалар. Иң ғәжәбе: партияға һәм Сталинға тоғролоҡ һаҡлаған коммунис- тар күберәк бында. Улар, аңһыҙҙан, яңылыш килеп эләккәнбеҙ, тигән фекерҙә. Бына-бына барыһы ла асыҡланыр һәм ғәйепһеҙҙәрҙе иреккә сығарырҙар – улар шуға ышана. Хеҙмәт һәм йәшәү шарттарын яҡшыртыуҙы талап иткән баш күтәреүҙәрҙә ҡатнашмайҙар, һаман да юғарынан ярлыҡау көтәләр.
Илдең емерелгән сәнәғәтен, ҡыйралған хужалыҡты аяҡҡа баҫтырыу өсөн “халыҡ дошмандары” күберәк кәрәк. Ун алты сәғәт дауамында улар ал-ял белмәй бил бөгә. Өҫтә йүнле кейем юҡ, шуға күрә һыуыҡ ҡыштарҙа әсирҙәр күпләп ҡырыла. Үлгәндәре урынына яңынан-яңы ҡолдар килтерелә. Ашау яғы үтә лә наҡыҫ, тәүге мәлдәрҙә ҡоҫҡолоҡто хәтерләткән баланданы ауыҙыма ла ҡаба алмай ыҙаланым. Хәлем бөтә башлағас, үҙемде көскә ҡулға алып, ашарға тырыштым. Беҙ, совет халҡы, фронтта һәм тылда ошо кешелекһеҙ система өсөн ҡан түккәнбеҙ?! Фашизм режимынан нимәһе менән айырыла һуң ГУЛАГ?
Әленән-әле надзирателдәр һәм тотҡондар араһында бәрелештәр тыуып ҡына тора. Ҡот осҡос ауыр шарттарға сыҙамай вафат булғандарға ошонда уҡ туҡмалып үлгән әсирҙәр өҫтәлә. Айырыуса ҡасырға маташыусыларға ҡарата аяуһыҙҙар, уларҙы урынында уҡ аталар.
Әле шундай фекергә киләм: ғаиләм тураһындағы хәтирәләр менән генә иҫән ҡалғанмындыр, тим. Миңә хөкөм сығарғанда “без права переписки” тигән аяуһыҙ икенсел яза ла билдәләнде. Тимәк, Миңзадам менән ҡыҙым, туғандарым ҡайҙалығымды ла белмәйәсәк. Волга-Дон каналын төҙөүҙәге йәшәү шарттары миңә лагерҙа егерме йыл түгел, унан аҙыраҡҡа түҙергә лә бирмәйәсәк. Кәүҙәм ошо яҡтарҙа, “туғандар ҡәберлеге”ндә ятып ҡаласаҡ. Минме армия сафтарында туғыҙ йыл буйы Ватанға тоғро хеҙмәт итеп, тәүҙә немец фашизмына, һуңынан япон милитаристарына ҡаршы көрәшеп, ҡыйыулығым өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены һәм миҙалдар менән бүләкләнгән совет яугире?! Наградаларға килгәндә, мине ҡулға алғанда уҡ уларҙы күкрәктән йолҡоп ырғытҡайнылар.
Минме киләсәккә яҡты хыялдар менән янып, илемдең сәскә атыуы, халҡымдың, ниһайәт, азат, иркен тормошта йәшәүе хаҡына арыу-талыуһыҙ эшләргә ынтылған ижади шәхес?!
1953 йылдың мартында Сталиндың үлеме хаҡындағы хәбәр беҙгә, әсирҙәргә лә, килеп етте. Был яңылыҡты лагерҙа һәр кем үҙенсә ҡабул итте. Ихлас ҡайғырыусылар ҙа етерлек ине. Ғәжәп... Шул уҡ ваҡытта хәлдең үҙгәреренә, үҙҙәренең аҡланып, был тамуҡтан ҡотолорона ышанғандар ҙа күп. Мин иһә был ике төркөмдөң береһенә лә инмәйем, сөнки халыҡты ошондай аяуһыҙ һынауҙарға дусар итеүҙә бер Сталин ғына ғәйепле түгеллеген аңлайым. Сәйәси золомдоң артабан да дауам итерен яҡшы беләм, сөнки бөйөк милләттәр “Атаһы”ның эшен дауам итеүселәр иҫәпһеҙ- һанһыҙ. Миллиондарса ҡорбандар алып киткән шәхес культына нигеҙ ун етенсе йылдан уҡ, бәлки, унан да алдараҡтыр, һалынған. Халыҡтың мейеһенә коммунизм төҙөү кеүек ялған идеялар менән һеңдерелгән. Был идеяларҙың кеше аңын томалаусы утопия икәнлеген ысын-ысынында бөйөк шәхестәр заманында яҙып та сыҡҡан, кешелекте иҫкәрткән. Тимәк, ул золом, ул яуызлыҡ артабан да дауам итәсәк, “коммунизм төҙөүсе” беҙҙең илде генә түгел, тотош донъя йөҙөн баҫып аласаҡ, “кеше – кешегә ҡол” тигән тезисты тулыһынса аҡлаясаҡ.
Сталин үлгәс, тотҡондарға амнистия иғлан ителде. Ләкин сәйәси әсирҙәрҙе ҡайтарып ебәрергә ашыҡманылар. Хөкөм ҡарарын егерме йыл- дан ун йылға төшөрҙөләр. Ниһайәт, ғаиләмә хат яҙырға рөхсәт иттеләр. Өс айға – бер хат. Тәүгеһен кемгә яҙырға белмәй икеләндем. Миңзадамамы, әллә әсәйем менән атайымамы? Ахырҙа мине яҡты донъяға килтергән, күкрәк һөтөн имеҙеп үҫтергән, төн йоҡоларын ҡалдырып, сәңгелдәгемде бәүеткән әсәйемә яҙҙым. Яҡындарымдан яуап оҙаҡ көттөрмәне. Ауыр, бик ауыр хәбәрҙәр килтерҙе миңә яуап хаты. Атайым мәрхүм булып ҡалған. Кинйә ҡустымды ун йылға төрмәгә япҡандар: имеш, сит илгә ҡасыусыларға паспорт әҙерләп биргән. Ғаиләм хаҡында ла бер-ике кәлимә һүҙ бар: Миңзада ҡайнымдарға ҡайтып киткән (үҙем шуны теләгәйнем бит, әммә күңелгә ҡыйын булды), ҡыҙым, ғәзизем, балаҡайым Маһиҙә мәрхүмә... Тәгәрәп ятып иланым. Сабыйымды һуңғы тапҡыр ҡулдарыма алған, уның хуш еҫ бөркөп торған сәстәренә һуңғы мәртәбә биттәремде терәгән көнөмдө ҡат-ҡат күңелемдән үткәрҙем. Әсәһе менән нисек зарығып көтөп алғайныҡ беҙ уны! Миңзадам хаҡында бүтән бер һүҙ ҙә юҡ. Тимәк, аралашмайҙар. Йәки һөйгәнем тормошҡа сыҡҡандыр. Үҙем ғәйепле. Бала атайһыҙ үҫмәһен, арыу кеше килеп сыҡһа, ултырма, тип яҙыу ҡалдырманыммы ни?! Ә Миңзадаға килгәндә, ул бик тоғро кеше, мин фа- тиха бирмәһәм, йылдар буйы яңғыҙ ултырыр ҙа ултырыр ине. Беҙ бит бер- беребеҙҙе үлеп яраттыҡ. Мәктәп йәшенән үк.
...Ауыр эштән ҡалай ғына миктәмәйем, талсыҡҡан йәнем нисек кенә һыҙламаһын, ятыу менән йоҡлап китәм дә, ике-өс сәғәттән һуң кинәт уянам, шунан ятам таң һыҙылғансы йәнем әрнеп. Миңзадамдан түҙемһеҙләнеп яуап көтәм. Ни булды икән ҡыҙыма-ҡолонсағыма? Сирләгәнме? Башыма беренән-береһе ҡурҡынысыраҡ уйҙар килә.
...Ҡат-ҡат һөйгәнемдең бәпесебеҙгә йөклө йөрөгән көндәрен хәтерләйем. Ипләп кенә кәләшемдең инде тамам тулышҡан ҡорһағына усымды терәйем, ул тартына, һылыу йөҙөн алһыулыҡ баҫа. “Нишләп оялаһың, беҙ бит бер-беребеҙгә иң яҡын кешеләр. Ә унда (эйәгем менән Миңзаданың эсенә ымлайым) – беҙҙең мөхәббәт емеше”. Шул саҡ эстәге сабый усыма тибеп ебәрә. “Терт” итеп ҡалам. Һөйгәнем сыңғырҙатып көлә. “Күрҙеңме, бәләкәсебеҙ ҙә һинең эс һыйпап ултырыуыңды яратмай”. Эй көлөүҙәре Миңзадамдың! Сылтырап аҡҡан шишмә тауышымы ни! Шундай ихлас, шундай эскерһеҙ.
Талҡаҫ күленең уртаһында беҙҙең утрау бар. Уны беҙ “Мөхәббәт утрауы” тип атаныҡ. Һандыҡ ҙурлығы йәшмә ташына мин икебеҙҙең исемдәрҙе уйып яҙҙым: Миңзада+Фәхрәзи. Ул яҙыуҙы бер ниндәй ел-дауыл да, ҡар- ямғыр ҙа юя алмаясаҡ. Иҫән ҡайтып, бер генә күрергә ине шул утрауҙы. Миңзадам менән шул таштың өҫтөндә бер-беребеҙгә һыйынып ҡына улты- рып, ҡояш ҡалҡҡанын, офоҡтоң һандал төҫкә мансылып, тау биттәрен ялмап алғанын күҙәтергә ине. “Ҡояш байыуға барғанда әллә ниңә эсем боша”, – ти торғайны һөйөклөм. Уның эсе бошмаһын өсөн утрауға, беҙҙең һөйөү утрауына, таң атыр алдынан барасаҡбыҙ! Кинәт йәнем алҡымыма тығыла: Маһиҙәм! Минең бәләкәс кенә матур ҡыҙыҡайым, ниңә ташлап киттең беҙҙе?! Һин булмағас, әсәйеңә бигерәк тә ауырҙыр бит. Мендәрҙе алыштырған сепрәк-сапраҡ өйөмөнә тештәремде батырам, үкһеҙлектән ҡысҡырып ебәрмәҫ өсөн...
Бөгөн тотҡондар тағы баш күтәрҙе. Был юлы эш көнөн туғыҙ сәғәткә төшөрөүҙе талап иттек. Бер ниндәй ялһыҙ көн һайын ун алтышар сәғәт көс еткеһеҙ ауыр эш башҡарыуы физик яҡтан иң көслө, иң ныҡ ир-егетте лә урталайға бөгә. Арманһыҙ булып, һыҙлаған билдәрҙе яҙырлыҡ, аяҡты ал- машлап баҫырлыҡ та хәлебеҙ ҡалмай көн аҙағына. Шыйыҡ, тәмһеҙ балан- даны күтәреп һемерәбеҙ ҙә, һәр беребеҙ үҙ урынына шыуыша. Бында көҙгө-фәлән юҡ, шулай ҙа үҙемдең бик ныҡ ҡартайғанымды тоям. Сәстәрем ҡойолоп бөтөп бара, ауыҙҙа теш ҡалманы. Элекке кеүек төҙ баҫып, башты юғары тотоп атларлыҡ әмәлем дә юҡ. Ә бит миңә утыҙ өс кенә йәш, һелкетә баҫып йөрөрлөк мәлем. Миңзадам мине танымаҫ та әле.
Күккә ҡарап, бүре булып олоғом килгән мәлдәрем күп. Ни өсөн?! Нимә хаҡына ошондай ҙа кәмһетелеүҙе, мыҫҡыллауҙы күтәрәбеҙ?! Ниңә яҙмыш мине был ыҙалыҡтарға дусар итте икән?! Ил, тип, Ватан, тип ҡан ҡойманыҡмы ни беҙ?! Күпме дуҫтарым ятып ҡалды яу ҡырында, бер туған ағайым Хәйризаман өйләнеп тә, һис юғы бер ай йәшәп өлгөрмәне, Сталин- град фронтында эҙһеҙ юғалды. Бергә хеҙмәт иткән, фашистарға ҡаршы йбергә һуғышҡан иптәше уның һәләк булғанын үҙ күҙҙәре менән күреүен хәбәр итеүенә ҡарамаҫтан, НКВД-нан килеп, әсәй менән атайҙы күпме йон- соттолар! Ҡара ҡайғыға батҡан әсәйем ағайымдың һуғыштан ҡайтмауын үтә ауыр кисерҙе. Күрше-күлән араһында: “Пиленгә эләккәндер әле, ул бит мөғәллим, мөғәллимдең башы шәп эшләй, ошо көндө әллә Әмериктә, әллә ярмандарҙа хеҙмәт итеп йөрөйҙөр әле”, – тип яҡындарымдың зитына тейеүселәр ҙә булды. Үҙен ғәйбәткә ҡолаҡ һалмаған һымаҡ тотһа ла, әсәйем тора-бара бик уҫалланды, Миңзаданы оҙатып алып ҡайтҡас, уға көс төшөргән саҡтары ла булды. Әйтерһең, ағайымдың үлемендә кәләшем ғәйепле. Ғаиләлә атайымды ла, ҡустыларымды ла йоҙроҡ эсендә тотҡан әсәйем ҡарындашыма ғына ипле булды, берҙән-бер ҡыҙ балаһын ҡағып- һуҡманы.
Ауылдаштар уның ҡапҡа аша һикереп, йәштәр уйынына клубҡа ҡасҡанын ҡыҙыҡ итеп һөйләһә лә, был хәл бер ҙә көлкө түгел ине, минеңсә. Үксәләре менән таҡта иҙәнде бар көсөнә сүкей-сүкей, үҙе сығарған таҡмаҡтарын һамаҡлап, ярһып бейеүҙәре әсәйемде аҡылдан яҙыуҙан ҡурсалап ҡалғандыр, моғайын. Шул рәүешле ул йөрәген ауыр таш булып баҫҡан хәсрәтен таратырға маташҡандыр. Хәҙрәт атайым доғаларынан айырылманы, намаҙҙан ҡалманы кеүек тойола ине. Доға араһында уның: “Йә Хоҙайым, ил-йортҡа именлек бир”, – тип ялбарыуҙары күңелгә уйылып ҡалған. Ил-йортҡа тыныслыҡ һаман килмәй. Унда, һуғышта, алдыңдағы дошман билгеле. Үҙеңдең японға йә фашисҡа ни өсөн ҡорал күтәреүеңде беләһең. Иң ауыры – бында, ил эсендә. Кисә дуҫ тигәнең бөгөн арҡаңа бысаҡ ҡаҙай. Ут күршең бөгөн өҫтөңдән ошаҡ йөрөтә. Бында, колонияла, бөтәбеҙ бер язаға тарттырылып, бер үк ғазаптар кисергән әҙәмдәр, бысаҡҡа бысаҡ киләбеҙ. Ер йөҙөндә һис бер ҡасан именлек, татыулыҡ булмаҫтыр һымаҡ. Аллаһ Тәғәлә Әҙәм менән Һауаны яратҡас, уларҙың улдарының – ике бер туғандың үҙ-ара ҡан дошманға әүерелеүе, береһе икенсеһенең башына етеүе, минеңсә, тәрән символикаға, кешеләрҙең ғүмер-ғүмергә татыу йәшәй алмаҫына, бер-беренә яуызлыҡ ҡылып көн итеүенә ишара.
P.S. СССР-ҙың 1926 йылда ҡабул ителгән Енәйәт кодексының 58-се статьяһы буйынса бинахаҡҡа ғәйепләнеп, язаға тарттырылғандар һаны 20 миллионға барып баҫа.
Өс революция, Беренсе донъя һуғышы, Граждандар, Икенсе донъя һуғыштары, индустриаллаштырыу һәм коллективлаштырыу, сәйәси золом осорҙарында илдә йәмғеһе 60 миллион ҡорбан атыу, аҫыу, яндырыу, ҡыйнау юлдары менән юҡ ителә. Башлыса йәш, көслө, сәләмәт кешеләр... Имен ҡалғандарының, күп йыллыҡ төрмәләрҙән ҡайтып та, мандый алмай вафат булғандарының иҫәбе-һаны юҡ.
1965 – 2023 йылдар
“Не так благотворна истина, как зловредна ее видимость”.
(Ф. де Ларошфуко).
Үҙемде хәтерләгәне бирле бер һорау борсоно: ниңә мин береһенә лә оҡшамағанмын? Һылыу атай-әсәйҙең балаһы булып, һәр яҡлап килгән, матур яҡындарым тәрбиәһендә үҫеп, ни өсөн бер үҙем бер төрлө, береһенең дә яҡшы сифаттары миңә күсмәгән? Хоҙай миңә уларҙағы ише ҡырморон, ҡыйғас ҡаштар, йөҙ-ҡиәфәт матурлығын да бирмәгән, холоҡ-фиғел гүзәллегенән дә мәхрүм иткән. Әсәйемдең “тоғро әхирәттәре” мине күргән һайын: “Әллә Миңзаданың үҙ ҡыҙы түгелһеңме?” – тип төпсөнә. Был хаҡта өйҙәгеләргә һөйләһәм, мин йә атайымдың өләсәһенең әсәһенә, йә хәҙрәт ҡартатайымдың олатаһының атаһына оҡшаған булып сығам. Ә уларҙы кем күргән?
Тәүҙәрәк ул-был һүҙгә лә, ғаиләлә әсәйемдең йыш ҡына Күстәндә сама менән ярты йәшлек ҡыҙ баланы осратыуын иҫкә алыуына ла иғтибар биреп етеңкерәмәгәнмен. Әсәйем, бәлки, шул рәүешле асылырға, дөрөҫөн һөйләргә лә уҡталғандыр. Шул уҡ ваҡытта мине юғалтыуҙан да ҡурҡҡандыр.
Мин алтынсы синыфта уҡып йөрөйөм. Бик алыҫтан хат килеп төштө. Атайымдан! Инде иҫән түгелдер, һау булһа, берәй хәбәр булыр ине, тип төңөлөп бөткән әсәйем өсөн был ни дәрәжәлә хәсрәткә тиң ҡыуаныс булғанын хәҙер генә аңлайым, сөнки хатында атайым үҙен лагерҙа аслыҡтан ҡотҡарған мордва ҡатынына өйләнеүе, әлеге мәлдә аҡланып, Краснохолмск тигән ҡасабаға ҡайтып төпләнеүҙәре хаҡында хәбәр иткәйне. Әсәйем ул саҡта бер ҡайҙа ла эшләмәй, эсеүҙән бушамаған үгәй атайҙан айырылып өлгөргәйне инде. Ниңә ыңғай үҙебеҙгә ҡайтмаған – һуңынан ғына белдек: сәләмәтлеге тамам ҡаҡшаған, яңғыҙ юлға сығырлыҡ та хәле булмаған “халыҡ дошманы”ның. Шәхес культы уның көс-ғәйрәтен тамсыһына хәтлем һурып, ҡанын тамам ҡоротоп ҡайтарған. Бер аҙ алға китеп, шуны әйтәм: баҡыйлыҡҡа күскәнендә уға ни бары утыҙ туғыҙ ғына йәш булған!
Шулай, нисәмә йылдар үткәс, әсәйем яратҡан кешеһенән хат алды. “Ҡәҙерле Миңзадам минең, – тип башлана хат. – Һине бер генә күреп, төнө буйы башымдан үткәндәрҙе бәйән итеп өлгөрһәм, үлһәм дә үкенмәҫ инем. Көт, һөйөклөм, осрашыр көндәр етеп килә”, – тип тамамлана. Минең турала ләм-мим. Мин ҡайҙа? Әсәйемдең әйтеүенсә, мин бит уның берҙән-бер балаһы! Ни өсөн ул, исмаһам, яратҡан ҡыҙына сәләм дә яҙмаған?! Ул минуттарҙа әле күңелемдә бер шик тә юҡ ине. Тимәк, атайым өсөн мин бармы-юҡмы – барыбер. Тимәк, уға балаһы кәрәкмәй.
Күрәһең, әсәйем был хаҡта белгерткәндер, миңә айырым хаттар килә башланы. Атай иғтибарына, атай наҙына һыуһаған минең өсөн был әйтеп аңлата алмаҫлыҡ бәхет ине. Минең дә атайым бар! Ул иҫән! Ул тиҙҙән беҙгә ҡайтасаҡ!
Ял көнө. Әсәйемә тыныс ял итергә бирмәйҙәр, йә “Яҡтыкүл” шифаханаһына, йә Мулдаҡ күленә һатыу итергә ебәрәләр. Әйтерһең дә, уның ғаиләһе, балалары юҡ. “Совет төрмәһе” тигән һүҙҙе ишетмәгәнбеҙ әле, тормош шулай икән, беҙҙә иң бәхетле балалар йәшәй, ә капиталистик илдәрҙә, йәнәһе, хәйерселек, кешеләр интегеп көн күрә, имеш. Уйҙырмаларға һүҙһеҙ ышанабыҙ, башҡаса булыуы ла мөмкин түгел, сөнки социализм – иң ғәҙел ҡоролош. Ул ғәҙел ҡоролошта берәүҙе лә ғәйепһеҙгә язаға тарттырмайҙар, коммунизм идеяларына тел тейҙергән “ышанысһыҙ”ҙарҙы иҫәрҙәр йортона бикләмәйҙәр, күренеклерәктәрен ситкә һөрмәйҙәр.
“Ҡыуып етербеҙ, уҙып китербеҙ Американы яҡын йылдарҙа!..” – йырҙар ҙа ниндәй шәп бит әле! Шикләнеп ҡараһындар беҙҙең бәхетле бала саҡҡа, атай-әсәйҙе күрмәһәк ни, улар бит Американы тиҙерәк ҡыуып етеү өсөн тырыша. Ал-ял белмәй Ватанға хеҙмәт итә! Ә беҙ, балалар, нисек тә түҙербеҙ әле, өйрәнгән баш. Ҡый үләне кеүек әрһеҙбеҙ, ауырыу-сире лә, һәр төрлө бәлә-ҡазаһы ла утап тора, ә беҙ бирешмәйбеҙ һәм бирешмәбеҙ ҙә!
Ә-ә-ә-ә, эйе, ял көнө хаҡында ине бит әле һүҙем. Өс бәләкәй бала донъя көтәбеҙ. Икенсе синыфта ғына уҡып йөрөгән ҡустым ике саҡрымдан йыл әйләнәһенә ауыр феләктәр менән һыу ташый. Нисек көсө еткәндер... Уны йәлләп, ҡайһы ваҡыт һыуға үҙем барам. Көйәнтәгә ике ауыр биҙрәне элеп. Һай ғына ҡойонан бер алғанда ярты сүмес һыу сыға. Ә унда – һыу буйы сират. Һыуһыҙ бер көн дә йәшәп булмай. Йәйҙәрен ярай ҙа, ә ҡышын тора халыҡ өшөп-туңып сиратта. Берәү ҙә зарланмай, сөнки ярамай. Беҙ, бала- лар, тормош шулай була икән, йәшәүҙең бүтән төрлө булыуы мөмкин түгел, тип уйлайбыҙ. Дөрөҫөрәге, уйламайбыҙ. Әле уйларға өйрәнмәгәнбеҙ. Баш баҫып, утын бысабыҙ, әлеге “кәпәс буйы” ҡустым ауыр-ауыр түмәрҙәрҙе бер үҙе тиерлек яра, һеңлем менән мин утынды һарайға йә йортҡа ташыйбыҙ... Юғарыла мин мохтажлыҡһыҙ үҫеүебеҙ хаҡында телгә алғайным. Эйе, ашау-эсеүгә, кейем-һалымға, уҡыу әсбаптарына ҡытлыҡ булманы. Күпселек класташтарыбыҙға ҡарағанда беҙ һәйбәтерәк йәшәнек. Түрә-ғара балалары тураһында әйтмәйем.
Әсәйем беҙҙең рухлы, белемле булып үҫеүебеҙ хаҡына ҡулынан килгәндең барыһын да эшләне. Йортобоҙҙа – бай китапхана, заманына күрә аҡыл үҫтереүсе уйындар, төрлө телдәрҙә пластинкалар, диафильмдар, му- зыка, спорт ҡорамалдары...
Тағы ситкә киттем. Ял көнө, тинем бит әле. Олатай менән өләсәй әлегә ауылда йәшәй, әсәй күсмә сауҙала, беҙ, өс бала, өй йыйыштырабыҙ. Һауыт- һаба кәштәләрен һөртөп йөрөйөм. Күҙемә ят яҙыулы конверт салынды. Матур ғына яҙыу. Хат үҙеңә килмәһә, асырға ярамай, тигәнде онотоп, кон- верт эсенән ҡалын ғына яҙманы һөйрәп сығарҙым. Атайымдың ҡатыны әсәйемә яҙған сәләм икән. Дүрт битлек хаттан ике генә һөйләм минең өсөн ҡыҙыҡлы булып сыҡты, тәүгеһе: “Зинһар, Фәхрәзигә, ҡайт, тип яҙмағыҙ, былай ҙа уның уйында гел һеҙгә ҡайтыу, минең унан битәр бер кемем дә юҡ, ә һинең ҡыҙың – Маһиҙәң бар”. Икенсеһе: “Ҡыҙ тигәндән, ҡайҙан килеп сыҡты әле ул, Фәхрәзи менән һинең ҡыҙың бит ете айлыҡ сағында уҡ вафат булған”. Ошо хатты уҡығандан һуң да шик ояламаны күңелгә. Үәт, битһеҙ, мине, тере кешене, “үлтереп ҡуйған”, тип эсемдән әрләнем Рабиғаны. Морд- вала ла шундай исем була икән...
Тәүҙә әсәйемә өндәшмәнем.
Атайым сираттағы хатында минән ғәфү үтенгән ине: “Мине алдағандар, яңылышҡаным өсөн ғәфү ит, ҡыҙым”. Ҡайтанан хат яҙа башланым. Эй һағынып, ашҡынып көтөүҙәрем атайымды! Әсәйем, моғайын, минән дә нығыраҡ көткәндер. Ҡайтманы атай. Ҡайта алманы. Тәүҙә ҡатынынан те- леграмма килде: “Йәһәт килеп етегеҙ, Фәхрәзи ауыр хәлдә”. Һуңынан ғына белдек, ҡайтыу яғына юлға сыҡҡан атайым, Өфөгә килеп еткәс, йөрәк өйәнәгенән йығылған. Баш ҡалала хәрби госпиталдә ята икән. Ҡустымдың, ҡул һындырып, Магнит дауаханаһына, өләсәйемдең ҡаты сирҙән район бал- нисына эләккән мәленә тура килде был хәл. Әсәйемде эшенән ебәрмәйҙәр, бер көнлөк ялында ике дауахана араһында өҙгөләнә, беренсе синыфта уҡыған һеңлем менән мин дә иғтибар талап иткәнбеҙҙер. Улай-былай иткәнсе, Рабиғанан әсәйемде тиргәп яҙған хат алдыҡ: “Ниндәй миһырбанһыҙ кеше икәнһегеҙ, үлгәнсе теленән һеҙҙең исем төшмәне, ә һеҙ...”
Төндәрен әсәйемдең үкһеп илауына уянып китәм. Һығылып-һығылып илай беҙ ишетмәһен өсөн. Минең илағанды әсәйем һиҙеп ҡалмаһын өсөн ирендәремде ҡанатҡансы тешләйем...
Кисер, ҡәҙерле әсәйем, кисерегеҙ мине, Йәннәт өләсәйем, олатайым, Сәғдиә өләсәйем, Инсаф ағайым. Ғәфү итегеҙ, ҡустым менән һеңлем. Һеҙҙе һатҡан өсөн, яҡынлыҡ ептәрен өҙгән өсөн кисерегеҙ. Ниәтем бит бары үҙ тамырҙарымды асыҡлау ғына ине. Һеҙ минең өсөн барыбер ғәзиз кешеләрем булып ҡалдығыҙ. Һеҙҙән дә үҙ, һеҙҙән дә яҡын кемем бар минең?! Эйе, бер туған ағайымды таптым. Уға инде байтаҡ йәш. Осраштыҡ. Аралаштыҡ. Балалар йортонда үҫкән. Борис Максимов. Бынан илле ете йыл элек ул үҙе мине эҙләп тапҡайны. Хаттар яҙҙы. Ул саҡта уҡ Борис Венгрияла йәшәй, ә мин мәктәптән һуң район гәзитендә эшләп йөрөй инем. “Һин бәхетле, әсәй ҡулында үҫкәнһең, мин берәүгә лә “әсәй” тип әйтә алманым. Ә балалар йорто – ҡурҡыныс төш кеүек” – хатындағы ошо юлдарҙы уҡыған әсәйем: “Яҙ, миңә әсәй тип әйтһен”, – тигәйне. Борис әсәйемә лә хаттар яҙҙы, ни өсөн, ни сәбәптән ул ваҡытта ике аралағы бәйләнеш өҙөлгәндер, бөгөн дә аңламайым. Мин һаман да ғәзиздәремдең үҙ ҡыҙҙары булмауыма ышанып етмәнемме, тиһәм, күңелемдәге шик инде байтаҡ шеш йыйған ине бит. Ауылдаш ағай, мине урамда туҡратып: “Йөрәгемде өйкәп тора, һин үҙеңдең табылдыҡ бала икәнлегеңде лә белмәйһеңдер әле”, – тип “һөйөнсөләгәс”, был уның ҡыҙмаса баштан лығырҙауылыр, тип үҙемде ышандырырға тырыштым. Донъялағы иң-иң ғәзиз, ҡәҙерле кешеләремде юғалтыуҙан ҡурҡҡанмындыр, моғайын. Бәлки, дөрөҫлөктән йәшеренеп йәшәүем яҡшыраҡ булғандыр – кем белә. Яҡындарым берәм-һәрәм фанилыҡтан баҡыйлыҡҡа күскәс кенә мине ғүмерлек үкенескә һалған аҙымымды яһаным.
Әсәйем ҡаты сирләп киткәс, миңә:
– Сәсемде ҡыҫҡарт әле, ҡамасаулаған һымаҡ, – тине.
Сәстәре ҡуйы, матур ине әле. Ташларға йәлләп, төрөп һалып ҡуйҙым. Әгәр ҡәҙерле кешемдең киҫелгән сәстәрен табып алмаһам, кем белә, әлеге йәмһеҙ эшкә бармаҫ та инем.
...Анализдарҙы ун көн самаһы көттөм. “Әҙер!” – тигәстәре, һуңғы минутҡаса, булыуы мөмкин түгел, тигән уй менән йыуандым. Шигем ысынға сыҡҡас, коридорҙағы эскәмйәнән тороп китә алмай иҫәңгерәп ултырҙым. Быға тиклем ҡартлыҡҡа бирешмәй, һелкетә баҫып йөрөгән, йәшлек дәртен, йәшәүгә булған ынтылышын юғалтмаған сәләмәт ханым- дан сәғәт эсендә ҡаужыған ҡарт әбейгә әүерелдем.
...Ҡан туған ағайымды яңынан таптым. Бынан күп йылдар элек хаттарындағы “туғаным”, “һеңлем” тигән һүҙҙәрен йөрәгемә яҡын ебәрмәй, тәҡдиремә яҙған оло һынауҙы етди ҡабул итмәй, олатайым менән өләсәйемдең, әсәйемдең ҡәҙерле балаһы, һеңлем менән ҡустымдың яратҡан апайы булып ҡала алғайным.
Ләкин бөтә ошо оҙон ваҡыт арауығында мине Бористың яҙмышы бор- соно, әгәр иҫән булһалар, бүтән тамырҙаштарымды уйлап хәүефләндем. Кемдәр улар, ҡайҙалар? Ни өсөн Борис балалар йортона эләккән, ә мине ур- манда ҡалдырғандар? Кемдәр улар беҙҙе ошондай ауыр һынауҙарға дусар иткән атай менән әсәй?
Борис менән мин ниндәй милләттән, тамырҙарыбыҙ ҡайҙа барып то- таша? Беҙ кем? Борис үҙен урыҫҡа иҫәпләй, мин – башҡортҡа. “Ә һин башҡортҡа оҡшамағанһың”, – тине бер дуҫым. Оҡшамаһа ни, ғөмүмән, беҙҙең халыҡ төрлө ҡиәфәтле булыуы менән айырылып тора. “Мин башҡорт, – тинем дуҫыма. Ҡурай моңон минең кеүек үк яратҡан берәү ҙә юҡ”. Ысынлап та, ҡурайҙы, боронғо халыҡ йырҙарын бәләкәйҙән тыныс тыңлай алмайым. Айырыуса “Урал” менән “Тәфтиләү”ҙе. Күҙ йәштәрем үҙенән-үҙе тәгәрәшә башлай. Кистәрен олатайымдың ҡурайҙа, әсәйемдең мандолинала һыҙҙырып уйнауҙарын һағынып йәшәйем.
Борисҡа ҡурай моңон тыңлата алманым, бәлки, унда ла тарихи хәтер уяныр ине: хәҙер инде икебеҙ ҙә оҙон юлға сыға алмайбыҙ. Меңәрләгән саҡрым араны үтерлек хәлебеҙ ҙә, көсөбөҙ ҙә юҡ инде.
“Не буди спящего льва”, – тигәйне аҡыллы бер кеше. Уяттым йоҡоға талған арыҫланды. Ә ул үткер тырнаҡтарын йөрәгемә батырҙы. Һәүетемсә генә аҡҡан тормошом баштүбән әйләнде. Пыран-заран килде уй-хистәрем, төнгө йоҡоларым ҡасты мине ташлап. Әйтеп аңлатҡыһыҙ ғәйеп тойғоһо тыныслығымды урланы: инде күптән баҡыйлыҡҡа күскән яҡындарымдың рухы рәнйегәндер, мин бит ярлыҡанмаҫ гонаһ ҡылдым! Ашаған табағыма төкөрҙөм. Ә язаһы оҙаҡ көттөрмәне, табиптар төҙәлмәҫлек ауыр сир тапты үҙемдә. Әле ашығып ошо юлдарҙы яҙам, кисерештәремде аҡ ҡағыҙға төшөрәм. Ошо рәүешле булһа ла ғәзиз кешеләремдән ғәфү үтенәм.
Кисерегеҙ мине!..
Гөлшат Әхмәтҡужина