Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
2 Декабрь , 00:56

ҠИММӘТЛЕ ҠӘБЕР ТАШЫ. Хикәйә

Ҡәйнәһенең бәләкәй ҡыҙы Ләүҙә бөтәһенән дә арттырып ебәрҙе, шикелле. Әсәләренең пенсияһын рәхәтләнеп тотоноп йөрөһә лә, уны ҡараманы. Фатирының бәләкәй генә бүлмәһенә бикләп ҡуйҙы. «Сығып китһәң, кире инә алмай ҡаңғырырһың», – тип аңлатты ул. Ҡарсыҡ, ҡыҙы эштән ҡайтҡансы, алйып бөтә ине. Иртә менән ҡайнатып ҡалдырылған сәйе һыуына, кесе хәжәтенә ултыртылған биҙрә һаҫый. Аш бүлмәһенә, янғын сығарып ебәрерһең, тип үткәрмәне. Бындай шарттарҙа, әлбиттә, ул күпкә сыҙаманы, донъя ҡуйҙы.  Ләүҙә ерләү сығымдарын бер үҙе генә күтәрергә теләмәне. Туғандарының артынан төштө. Иң алда оло ағаһына һуғылды. Миҙәхәт күптән хаҡлы ялда. Әбейе менән баҡса үҫтерәләр. Бөгөн дә шунда булышалар ине.  

ҠИММӘТЛЕ ҠӘБЕР ТАШЫ. Хикәйә
ҠИММӘТЛЕ ҠӘБЕР ТАШЫ. Хикәйә

Мәңге йәшел һомғол ҡарағайҙар, тыныс йоҡлағыҙ тигәндәй, һаҡҡа баҫҡандар. Араларында һирәк-мирәк үҫкән ҡайын, муйыл ағастарының төрлө төҫтәге япраҡтары, сыбар балаҫ төҫлө, беленер-беленмәҫ һуҡмаҡтарҙы ябып түшәлгән. Яҡында ғына йылға тауышы ишетелә, ҡоштар сутылдап ҡуя. Яланғас түбә битендә, мал-тыуарҙы өйөрөп, көтөүсе сыбыртҡыһын шартлата. Оло трассанан бер өҙлөкһөҙ машиналар геүләп үтә. Тормош ҡайнай, тормош дауам итә...

Йәмилә зыярат эсенә инде. Бисмиллаһын әйтеп, һаҡҡына баҫып атланы. Әллә шомланыуҙан, әллә бер үҙе генә булыуынан шөрләпме, тәне зымбырҙап, өшәнеп ҡуйҙы. Төрлө ҙурлыҡтағы ҡәберлектәрҙән шыҡһыҙ һалҡынлыҡ бәрелә. Рәшәткәләргә ҡуйылған фоторәсемдәрҙән, бары һиңә генә ҡарағандай, өнһөҙ ҡараштар төбәлә. Ололар, урта йәштәгеләр, балалар. Таныштар, таныш булмағандар... Эй, Хоҙайым! Ҡасандыр бер улар ҙа тырышып-тырмашып йәшәп ятҡандыр, донъя көткәндер. Ҡыуаныс-шатлыҡтары ла, ҡайғы-хәсрәттәре лә етәрлек булғандыр. Бына инде яҡты донъялағы эштәрен мөмкин тиклем теүәлләп, йән тыныслығы табып, мәңгелек йорттарына күскәндәр. Кеше ғүмерҙәре, аҡҡан һыу кеүек, үтә лә китә...

Ҡулына буяу һауыты, бумала тотҡан Йәмилә, шулай уйланып, әсәһенең ҡәбере эргәһенә килеп баҫты. Текмәһе бер яҡҡа ҡыйшайыңҡыраған, буяуы уңа башлаған. Яҙын ултыртып киткән сәскәләре һулып ҡәбер өҫтөнә һылашҡан. Фоторәсеме тоноҡланып ҡалған. «Һаумы, әсәй! Бына килеп еттем. Оҙаҡланым шул, ғәфү ит инде. Донъя мәшәҡәттәренән бушағансы, йәйем көҙгә тоташты», – тип аҡланырға теләгәндәй, үҙ алдына һөйләнде, күҙенә йәш алды.

Инде егерме йыллап ваҡыт үтһә лә, әсәһе уға һаман тере һымаҡ. Яулығын ҡыя бәйләп, оҙон күлдәген елберҙәтеп, ишек алдында өйрәк-ҡаҙҙарын ашатып йөрөй төҫлө. Егәрле булды үҙе. Бөтә хужалыҡ йөгө, балаларҙы хәстәрләү ҡаҡса иңенә төшһә лә, һис зарланманы: «Ир кеше инһә – бар, сыҡһа – юҡ, донъя тотҡаһы ҡатын-ҡыҙҙа», – тиер ине. Атаһы эшенәнҡайтып инмәне. Биш баланытәрбиәләү, бөтмәҫ-төкәнмәҫ өй эштәрен атҡарыу, ай-һай, еңелдән булмағандыр. Бәләкәй саҡта уларҙы уйлай беләһеңме ни?! Үҙ башыңа төшкәс кенә аңлайһың. Хәҙерге кеүек һауыт-һабаңды, кереңде йыуырға өй эсендә һыуы ла ағып тормай, машинка-автомат та юҡ. Өйөңдө газ менән йылытыу ике ятып, бер төшкә кермәне. Ул заманда бөтә нәмә ҡул көсө менән башҡарылды. Нисек өлгөргәндәрҙер ул – Хоҙай үҙе генә белә.

Йәмилә ҡәберлекте сүп-сарҙан таҙартып, рәшәткәне буяй башланы. Шул арала эргәһендәгеләргә күҙ йүгертеп алды: «Их, әсәйемдең дә фоторәсемен алыштырып, текмәһен яңыртып ҡуй ине – ярамай шул», – тип әсенеп уйланды. Әсәһе үлер алдынан киҫәтеп ҡуйғайны: «Ҡәбер текмәһе сереп ауһа ла, теймәгеҙ. Яңы мәйет көҫәп ятыр, ти. Тимерҙән ҡуйҙыртма, урыҫ ҡына шулай итә. Беҙҙең башҡорт ағастан эшләй. Әллә ниндәй таштар ултырталар. Ул да кәрәкмәй. Ауыр була. Зыяратҡа йыш килеп йөрөмәгеҙ, күп иламағыҙ – мәйет күҙ йәшендә йөҙөп ятыр, ти. Аят уҡытып, хәйер биреп торһағыҙ, шул еткән». Мосолман ҡанундарына ярашлы, һәр кешенең һуңғы һүҙҙәрен, теләген мотлаҡ үтәү фарыз. Эйе, үтәне Йәмилә. Ҡәҙерлеһе риза булып яталыр инде. Төшөнә кереп йонсотмай былай.

Рәшәткәне буяп бөтөүгә ҡояш та ҡыҙҙыра башланы. Әбейҙәр сыуағы: иртәлекисле һыуыта, көндөҙөн эҫетә. Йәмилә бушаған һауыт, бумала, сүп-сарҙы бер тоҡсайға тултырып, тейешле урынға алып барыпҡуйҙы лаҡәберлектәр араһында бер аҙ йөрөп әйләнде. Әсәһе таш һәйкәлгә риза булмаһа ла, бүтәндәр бер ҙә улай уйлап тормаған, ахыры. Граниттан ҡуйылғандары ла, мосолманса ай ҡуйып эшләнгәндәре лә етәрлек ине. Ер менән тигеҙләнеп барғандары ла күренә. Бигерәк тә боронғораҡ булғандары.

Бер ваҡыт, әле ул кескәй генә саҡта, әсәләре апаһы менән икеһен зыяратҡа алып килде. Өләсәйегеҙҙең ҡәберлеген күрһәтәм, тине. Ләкин таба алманы. Муйыл ағасы ултыртылған булырға тейеш, тип эй эҙләне, эй эҙләне. Арып, арманһыҙ булып бөттөләр. «Муйылдар бигерәк күбәйгән икән, ней берәй тамға ла һалмағанбыҙ, исмаһам», – тигән булды, аптырағас. Ә хәҙер зыярат таштарына ла мода индереп, бизнесҡа әйләндереп бөттөләр. Ерләү урыны ла хаҡ тора, ниндәйерәк хаҡ әле – меңдәр, миллиондар! Айырым кешеләр хатта зыяраттарға хужа булып алдылар. Төшөмлө килем алыу урынына әйләндерҙеләр. Хаттин аштылар инде. Иҫ китәрлек!

Мода тигәндәй, Йәмилә ҡайны менән ҡәйнәһенең ҡәберлектәрен иҫенә төшөрҙө. Уларҙы ла тәртипкә килтерергә кәрәк тә баһа. Минән башҡа кем йөрөһөн? Балаларымы? Әстәғәфирулла тәүбә. Ерләгәндән бирле барып күргәндәре лә юҡ. Әллә ниндәй сәйер кешеләр бит улар. Байлыҡ артынан ҡыуалар ҙа ҡыуалар. “Балаҡайҙарыма тәүфиҡ бирһен Хоҙайым. Йән тартмаһа,
ҡан тарта, тип шуларға оҡшап ҡуймаһындар тағы. Итәк тулы бала үҫтер ҙә шул көнгә ҡал инде», – үҙ уйҙарынан үҙе ҡурҡып ҡуйҙы Йәмилә. Ҡурҡырлыҡ та шул – хәләл ефетенең туғандары, аталары теге донъяға китеү менән, әсәләре тере көйөнә, мөлкәт бүлешергә керештеләр. Төп йорт төпсөк малай Әхмәтйәнгә яҙылғайны. Оҙон аҡса артынан Италияға сығып киткән апаһы Йәнгүзәл ҡайтып төштө лә яҡындарының нервыларын ҡаҡшатып бөтөрҙө. Ул көндө Йәмилә, ялынан файҙаланып, өйөн йыуып сығарҙы. Арып-талып хәл алырға ғына ултырғайны, кеҫә телефоны шылтыраны.

– Алло, еңгә, сәләм! Был мин – Йәнгүзәл.

– Йәнгүзәл? Һин Италияла түгелме ни?

– Ҡайттым әле бына, шулайтура килде. Һеҙгә килә ятам. Сәйеңде ҡайната тор, – тауыш бойороҡло яңғыраны. Эске һиҙемләүе менән Йәмилә ҡайынһеңлеһенең анау тиклем ерҙән тиккә генә ҡайтып етмәүен самалағайны инде. Италияла ла бушҡа йөрөмәй ул ут бөрсәһе. Үҙенән байтаҡҡа оло эшҡыуарға кейәүгә сығып гражданлыҡ алырға уйлағайны ла, тегеһе ауырып түшәккә йығылып ҡуйҙы. Байлығын миңә яҙыр, бәлки, тип өмөт итә хәҙер. Ҡыҫыр өмөт. Сит ил кешеһе анһат ҡына тоттороп ҡуйҙы, ти!

Электр сәйнүге ҡайнауға, Йәнгүзәл килеп тә инде. Йылы күрешкәндән һуң күстәнәсләп сәй эсергә ултырҙылар. Тыштан йылмайһа ла, эске көсөргәнеше йөҙөнә бәреп сыҡҡайны тегенең. Ҡаштары төйөлгән, ирендәре ҡымтылған, күҙҙәре, ниҙер эҙләгәндәй, тирә-яҡҡа йүгергеләй. Сәй ҡайғыһы юҡ икәне күренеп тора. Бер-икене генә уртланы ла төп һүҙгә күсә һалды:

– Еңгә, ҡара әле, әсәйемдәр өйҙө, төпсөк малайтигән булып, Әхмәтйәнгә яҙып, төптө дөрөҫ эшләмәгәндәр. Унда беҙ алты бала үҫтек. Беҙгә лә нимәлер тейеш бит. Мин шуны юлларға ҡайттым әле.

Йәмилә хайран ҡалды:

– Бына әйттең һүҙ. Нотариус менән законлы нығытылып, өй Әхмәтйәнгә яҙылған. Уны хәҙер кем үҙгәртһен? Беҙгә, мәҫәлән, бер ни ҙә кәрәкмәй. Үҙ йортобоҙ бар, Аллаһҡа шөкөр.

– Улай булғас, һеҙҙең өлөшөгөҙ ҙә миңә булһын әйҙә.

– Аһа, аһа, иләнмәгән, һуғылмаған, Шығай, һиңә бер күлдәк, тигән берәү.

Шуның һымаҡ, һин дә юҡ өлөштө тарата башланыңмы? Иң тәүҙә Әхмәтйәндең үҙе менән һөйләшергә кәрәктер – ул риза буламы, юҡмы әле?!

– Әй-й, эйе шул. Дөрөҫ кәңәш бирәһең, еңгә! Мин хәҙер үк Әхмәтйәндәргә юлланам, – яһалған сәйен дә эсеп бөтмәҫтән, Йәнгүзәл сығып та йүгерҙе. Йәмилә, был хәлгә иҫе-аҡылы китеп, баш сайҡап тороп ҡалды.

Үҙәнде ауылына автобус менән ярты сәғәтлек кенә юл. Ишек алдында малтыуар ҡарап йөрөгән Әхмәтйән апаһын күреп ҡаршыһына атланы:

– Ана, минең апаҡайым, Италиянан урап та ҡайтҡан. Ай-һай, шәпһең дә инде үҙең! Ҡасан ҡайттың? – тип киң йылмайып күрешергә ашыҡты.

– Ярай, ярай, йомшаҡ һөйләп, ҡатыға ултыртырға һине ҡуш инде. Шунан, һау ятаһығыҙмы былай? – Йәнгүзәл дә ҡул биргән ыңғайға көсәнеп булһа ла көлгән булды.

– Һе, кеше күңелен уйлау юҡ. Тура-бәрә әйтәң дә ҡуяң инде, апай. Әйҙә, тәүҙә өйгә инәйек, киленең эштә, сәй менән булһа ла һыйлармын үҙеңде, – Әхмәтйән баҫҡысҡа үрмәләне.

– Ҡайһылай дан йәшәп ятаһығыҙ: өй тулы йыһаз, ишек алды тулы мал, – апаһы был һүҙҙәргә оло мәғәнә һалып, баҫым яһап әйтте. Шул арала тирә-яғына һынамсыл күҙ йүгертергә лә өлгөрҙө. – Сәй менән булашып тормайыҡ, Йәмилә еңгәлә эстем инде.

– Алай икән. Мәйелең, эсмәһәк тә була, – Әхмәтйән һағайҙы. – Берәй эш менән йөрөйһөңмө әллә?

– Йөрөйөм шул. Төп йортто һатайыҡ, тигәйнем, Әхмәтйән. Аҡсаһын бүлешербеҙ. Бөтәбеҙгә лә тейеш түгелме ни?! – тип үткер ҡараштарын ҡустыһына төбәне.

– Бына һиңә яңылыҡ, – Әхмәтйән бер аҙға албырғап ҡалды.

Ғәжәпләнеүенән ни әйтергә белмәй торҙо.

– Һуң, апай, ул бит атай нигеҙе, бер ниндәй аҡсаға ла алыштырыу мөмкин түгел, киреһенсә, һаҡларға кәрәк, – үҙен ҡулға алырға өлгөргән Әхмәтйәндең дә асыуынан тауышы ҡатыланды. – Ҡайҙа булһаҡ та, ҡайтып йөрөрбөҙ. Мин ауылда төпләнгәс, ҡарау ҙа булыр, тигәндәрҙер инде атайҙар. Был турала һүҙ ҙә ҡуҙғатып торма.

– Тимәк, ризалашмайһың? – Йәнгүзәл һаман үҙенекен тылҡыны.

– Юҡ, әлбиттә. Башҡалар ҙа риза булмаясаҡ. Иманым камил. Ул бит атай йорто, атай нигеҙе! – шуның менән һүҙ бөттө тигәндәй, Әхмәтйән урынынан торҙо.

– Миңә аҡса кәрәк, ҡустым, нисек аңламайһың шуны?! Фатир алам. Италияла ла шул аптырағандың көнөнән кеше бысрағын таҙартып йөрөйөм. Апайың йәл түгелме һиңә? – Йәнгүзәл үҙен йәлләтергә булып иламһырап ебәрҙе.

– Китмә һуң, бында ла эш табылыр, – Әхмәтйән дә иреп төшмәне.

– Әйттең һүҙ, бындағы эш хаҡы ташҡа үлсәйем инде. Ярай, килешеп булманы, ахыры. Законға мөрәжәғәт итепҡарайым, былай булғас. Ауыл хакимиәтенә барып киләм әле, талашырға уйламағайным да, – апай кеше ишекте шарт ябып сығып китте.

Хакимиәт башлығы алдына ғаризаһын һалып, өй һатыуҙы бик тиҙ генә хәл итергә уйланы. Ләкин күпте күргән башлыҡ ғаризаны кире этте:

– Һеҙ, Йәнгүзәл ханым, был сетерекле мәсьәләне бары туғандарығыҙ менән генә хәл итә алаһығыҙ. Үҙ-ара килешергә кәңәш итер инем, – тине тыныс ҡына.

Бер файҙаһы теймәгән башлыҡҡа асыуы килгән Йәнгүзәл, ҡыҙарынып-бүртенеп, ауыҙ эсенән йәмһеҙ мығырлап, ғаризаһын сүп-сар һауытына ырғытып китте. Енләнеүенән өтә баҫып, ҡустыһының йортона ҡабаттан йүнәлде. Әммә ҡапҡалар инде бикле булып сыҡты. Ҡысҡырыпта, туҡылдатыпта астыра алмағас, әрләшә-әрләшә, ҡоймаларҙы таш менән бәргесләргә тотондо. Былай ҙа барып сыҡмағас, ҡоторған эт кеүек бөтә урамға лауылдарға кереште:

– Оятһыҙҙар, ата-әсәмдең донъяһына хужа булып, байығып яталар. Атайҙан миңә лә нимәлер тейеш, – тип, Әхмәтйәнде бәғерһеҙлектә ғәйепләп, йоҙроҡтарын һелкә-һелкә, автобус туҡталышына ҡарай атланы. Күп тә үтмәй, Италияға ире янына кире ҡайтҡан, тигән хәбәре килде.

Ҡәйнәһенең бәләкәй ҡыҙы Ләүҙә бөтәһенән дә арттырып ебәрҙе, шикелле. Әсәләренең пенсияһын рәхәтләнеп тотоноп йөрөһә лә, уны ҡараманы. Фатирының бәләкәй генә бүлмәһенә бикләп ҡуйҙы. «Сығып китһәң, кире инә алмай ҡаңғырырһың», – тип аңлатты ул. Ҡарсыҡ, ҡыҙы эштән ҡайтҡансы, алйып бөтә ине. Иртә менән ҡайнатып ҡалдырылған сәйе һыуына, кесе хәжәтенә ултыртылған биҙрә һаҫый. Аш бүлмәһенә, янғын сығарып ебәрерһең, тип үткәрмәне. Бындай шарттарҙа, әлбиттә, ул күпкә сыҙаманы, донъя ҡуйҙы. 

Ләүҙә ерләү сығымдарын бер үҙе генә күтәрергә теләмәне. Туғандарының артынан төштө. Иң алда оло ағаһына һуғылды. Миҙәхәт күптән хаҡлы ялда. Әбейе менән баҡса үҫтерәләр. Бөгөн дә шунда булышалар ине.

– Хоҙайым көс-ярҙам бирһен үҙегеҙгә! Күҙ теймәһен инде, ошо йәштә лә ер соҡорға хәлегеҙҙән килгәс, бик хуп, – тип күтәрмәләп ебәрҙе ҡапҡанан ингән ыңғайы.

– Амин, шулай булһын. Бер ҙә ҡыбырламай йәшәү тәнгә зыян. Хәлдән килгән тиклем хәрәкәтләнер кәрәк, – Миҙәхәт мискәләге һыуға ҡулын сайҡап, туғаны менән килеп күреште. Ах та ух килеп әбейе уларҙың артынан эйәрҙе. Хәл-әхүәл һорашып, ғаилә хәлдәрен барлағас, Ләүҙә йомошон еткерә һалды:

– Ағай, мин бик изге эш менән йөрөйөм әле. Атай-әсәйҙәрҙең ҡәберҙәренә гранит таш ултыртырға ине. Хаҡын белештем. Минең генә көс етерҙәй түгел.

Миҙәхәт башта ҡаты ғына итеп тамаҡ ҡырҙы. Ҡаштары төйөлөп, күҙҙәрен ҡыҫа төштө:

– Әсәйҙең йыйынсағы ҡайҙа булған һуң? Һин алып ҡайттың түгелме ни?! Ә пенсияһы? Туҙҙырып бөттөң дә, беҙҙән аҡса йыйырға сыҡтыңмы? – йөҙө үҙгәреп, күҙҙәре зәһәр ут сәсте.

Ләүҙә лә бирешергә теләмәне:

– Ул аҡсалар ерләүгә, аят уҡытырға китеп бөттө. Бөтә сығымдарҙы ла үҙем күтәргәнде оноттоғоҙмо ни?

– Онотманыҡ, өс бөртөк әбейгә артыҡ күп китмәгәндер, мәгәр.

– Ярай, кредит алырмын да, үҙем ултыртып ҡуйырмын. Әйҙә, һеҙгә оят булһын. Атай-әсәй бай йәшәне, әҡәберҙәре иң ярлыныҡы, – Ләүҙә һүҙе үтмәгәнгә ҡара янды.

– Һы, ҡәберлектәргә лә мода кергәнме ни?

– Кергән шул. Беҙҙекеләр кемдән кәм?

– Әруахтар Хоҙай алдында бары ла тигеҙ. Иң мөһиме – яҡты донъяла яҡшы эштәре ҡалһын. Текмәһен буяп, сәскәләр ултыртып тәрбиәләп, аяттар уҡытып торһаҡ, үҙе үк ҙурлау булыр.

Ләүҙә ҡулын һелтәп ҡапҡаға йүнәлде.

Ҡарттарҙың Ҡырымда йәшәгән улы ла ҡайтып та инмәне. Сереп киткән бай булһа ла, бүлешеп барманы. Ә кесе малайҙарының башы эскенән сыҡманы.

Ҡатыны менән икәүләп кәйеф-сафа ҡороуҙан бушаманылар. Уларҙа зыярат ҡайғыһымы ни?

Шулай барыһы ла ыҙғыш-тартыш, һүҙҙә генә тороп ҡалды. Ә ҡаралмаған ҡәберлектәр ҡайһылыр балаһының килеренә өмөт итеп яталыр һымаҡ.

Йәмилә ҡабат әсәһенең ҡәберлеге янына килде:

– Әсәкәйем, мәңгелек йортоңдо хәлемсә тәрбиәләргә, матурларға тырыштым инде. Тыныс йоҡла, мин тере саҡта һине ташламам. Икенселәй ейәндәрең менән килермен. Ҡайным менәнҡәйнәмдең дәҡәберҙәрен онотмам, – тип бышылданы.

Изгелек эшләүҙән күңеле күтәрелеп, ышаныслы аҙымдар менән ҡайтырға сыҡты Йәмилә. Уның яҡты уй-ниәттәрен хуплағандай, әбейҙәр сыуағының эҫе ҡояшы көлтәләй нурҙарын һипте...

Автор: Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: