Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
24 Ноябрь , 00:33

ЕРГӘ КҮМЕЛГӘН РӘСЕМ. Хикәйә

– Ошонда ғына күмгәйнем бит!.. Һөйләнә-һөйләнә ҡулымдағы таяҡ менән һарай артында ҡойма буйындағы ерҙе ҡаҙам. Күҙемдән сөбөрләп аҡҡан йәшем күҙҙәремде томалай, танауға килеп тығыла. Ҡулдарым бысраҡ булғанға, битемде еңем менән һыпырам. – Әллә ошондараҡ микән? – Ятҡан килеш арыраҡ шыуышам. Яңы урындан ҡаҙый башлайым. – Тәрән күммәнем бит һуң!.. Хәлһеҙлегемә, көсһөҙлөгөмә йәнем көйөп нығыраҡ үкһейем. Тәүҙә, кеше ишетеп, күреп ҡалһа, тип шым ғына илай инем, тора-бара бөтә нәмә онотолдо. Табылмай бит! Илағанға, көйгәнгәлер, ҡулымдың тамам хәле бөттө. Битем менән ергә ҡапландым да шымып ҡалдым. Ҡапыл ғына күҙ йәшем тымды. Оҙаҡ үкһеүҙән ара-тирә яурындарым ғына дерелдәй. Уйҙарым зыяратҡа алып китте. Унда бөгөн Рәмилде күмәләр.

ЕРГӘ КҮМЕЛГӘН РӘСЕМ. Хикәйә
ЕРГӘ КҮМЕЛГӘН РӘСЕМ. Хикәйә

– Ошонда ғына күмгәйнем бит!..

Һөйләнә-һөйләнә ҡулымдағы таяҡ менән һарай артында ҡойма буйындағы ерҙе ҡаҙам. Күҙемдән сөбөрләп аҡҡан йәшем күҙҙәремде томалай, танауға килеп тығыла. Ҡулдарым бысраҡ булғанға, битемде еңем менән һыпырам.

– Әллә ошондараҡ микән? – Ятҡан килеш арыраҡ шыуышам. Яңы урындан ҡаҙый башлайым. – Тәрән күммәнем бит һуң!..

Хәлһеҙлегемә, көсһөҙлөгөмә йәнем көйөп нығыраҡ үкһейем. Тәүҙә, кеше ишетеп, күреп ҡалһа, тип шым ғына илай инем, тора-бара бөтә нәмә онотолдо. Табылмай бит! Илағанға, көйгәнгәлер, ҡулымдың тамам хәле бөттө. Битем менән ергә ҡапландым да шымып ҡалдым. Ҡапыл ғына күҙ йәшем тымды. Оҙаҡ үкһеүҙән ара-тирә яурындарым ғына дерелдәй. Уйҙарым зыяратҡа алып китте. Унда бөгөн Рәмилде күмәләр. Моғайын, тап әлеге ваҡытта уның мәңгелек йортон әҙерләйҙәрҙер. Шул ҡәбергә уның менән бергә төшөп ятҡым килә. Ҡыҫып ҡына ҡосаҡлар инем дә... бөтөр ине барыһы ла – яфаланыуҙарым, кеше көнлө булып ултырыуҙарым, үсәүҙәр, төртмә һүҙҙәр, төрлө ләститтәр. Ә мин... ә мин бәхетле йылмайып, яратҡан кешемдең ҡуйынында мәңгегә йоҡоға талыр инем. Күҙ алдыма килтергәс, рәхә-әт булып китте. Хатта Рәмилдең мине ҡосаҡлаған көслө ҡулдарын тойғандай булдым. Тик эргәлә генә, урам эсендә, эт өрөп ебәрҙе һәм мин ерҙә ни эшләргә белмәй үрһәләнгән ни тере, ни үле түгел кәүҙәмә кире ҡайтырға мәжбүрмен. Үҙем тураһында шулай тим, сөнки инсульттан һуң бер яҡ кәүҙәм әрәкәтһеҙ. Тимәк, үле. “Тотошлай ғына үлгән булһамсы!” – тип әҙ иланыммы ни! Үҙемдең ошондай ярты-йорто хәлдә тороп ҡалыуымда ла, әле килеп Рәмилдең үлемендә лә мин генә ғәйепле! Кешегә аламалыҡ ҡылып, үҙең бәхетле булыу мөмкин тиме ни?! Ул ваҡытта күҙемә аҡ-ҡара күренмәй ине шул. Көнләшеүем, мөхәббәтем, нәфрәтем шул тиклем көслө ине. Ул көндө Рәмилдең туйы бара ине. Тап әлегеләй үкереп илап икебеҙҙең рәсемде ошонда, һарай артында ергә күмеп ҡуйғайным. Йәнәһе, мөхәббәтебеҙҙе ерләйем... Кемдер әйттеме, уҡыныммы шул турала, имеш, фотоны ергә күмһәң, кеше барыбер бәхетле була алмай. Ул ваҡытта мин ысынлап та, уға, йән һөйгәнемә, бәхетһеҙлек теләнем. Көн һайын мине иҫеңдән сығарма, һарғайып үл, тинем. Ә ниңә шул ваҡытта уның менән үҙемде лә “ерләнем”? Уныһын аңламайым. Аңларлыҡ хәлдә булмағанмындыр, күрәһең. Күмдем дә, ситкә сығып киттем. Оноттом барыһын да. Ошо көнгәсә иҫкә лә төшмәне бит! Төшкән хәлдә лә, хәтерҙә оҙаҡ торманы, кит, алйотланып йөрөгәнмен, тип көлөп кенә ҡуйҙым. Нисәмә йылдар үткәс, Рәмилдең үлемен ишеткәс, шаңҡып, барыһы ла ҡайтанан иҫемә төштө. Төшмәҫлекме! Рәмил бер бәхет күрмәй үлеп китте, минең дә бар ғүмерем тамуҡтағылай үтте һәм яртылаш барыбер үлемен. Ҡарғауҙарым тормошҡа ашты бит һуң! Күҙ йәштәрем яңынан йылға булып ағылды..

Бала сағым бик бәхетле уҙҙы минең. Әсәйем-атайым янында бер ҡайғы белмәй иркәләнеп кенә үҫтем. Яҡшы ғәҙәтмелер, насармы, ҡаратырыш булдым, алдыма алғанды эшләмәй ҡуйманым: яҡшы уҡыным, юғары белем алдым, тәүге мөхәббәтем Рәмил ауылдың беренсе егете ине, бик шәп кешегә кейәүгә сыҡтым, аҡса етмәй, эш хаҡы бәләкәй тип илап ултырманым. Хатта инвалид булып ҡалғас та. Донъям бөтә ағзалары теүәл кешеләрҙекенән былайыраҡ. Элек тә көнләштеләр, әле лә көнләшәләр. Әлеге хәлемә ҡарата шәп барыһы ла, әммә минең хәлемдә ҡалырға дуҫыма түгел, иң яман дошманыма ла теләмәҫ инем. Әммә тормош һин тигәнсә генә бармай шул, һынай тора, ҡаршылыҡтарын ҡуя тора. Тырышып-тырмашып еңһәң, йәшәйһең, еңергә көсөң етмәһә, бөгөлөп ятып ҡалаһың.

Рәмилде генә онота алманым. Мине ташлап, икенсене кәләш итеп алғанғамы икән? Йәшлек хатаһы, яңылышлыҡ булған, тип һөйләнеләр, әммә мин ғорур инем, уны тыңларға ла, ишетергә лә теләмәнем. Булған уйым, теләгем шул ине: һыр бирмәҫкә, көсһөҙлөгөмдө күрһәтмәҫкә, унан күпкә яҡшыраҡ йәшәргә, үҙемде бәхетле итеп күрһәтергә. Был минең тормош девизына әйләнде. Шунан һуң, ысынлап та, ен шикелле эшләнем. Үҙемде лә тыныс йәшәтмәнем, башҡаларға ла тынғы бирмәнем. Бәхетле булдыммы? Эйе! Хатта әлеге мәлдә лә. Сөнки, ниндәй генә булһам да, ирем өҙөлөп торҙо минең өсөн. Балаларым гел янымда. Шул ҙур бәхет түгелме ни? Таныштар, хатта сит кешеләр, биргән кәңәштәрем, ваҡытында күрһәткән ярҙамым өсөн рәхмәт әйтеп китә. Минең кеүек булырға теләүселәр күп ине шул. Ә Рәмил? Ул да, моғайын, бәхетле булғандыр. Тик үҙенсә. Бәхетте ул араҡыла тапты. Бәлки, балалары тыуып, ҡатыны менән айырылышып, баш эйеп килгәнендә миңә ғәфү итергә кәрәк булғандыр. Әммә ғәләмәт ғорур инем шул, ҡыуып ебәрҙем. “Һиңә шул кәрәк!” – тип үсәнем. Ергә күмелгән фотоны иҫемә төшөрөп: “Барыбер бәхетле була алмаясаҡһың”, – тип эстән ҡыуандым. Бер киҫелгән икмәктең кире йәбешмәүенә минең әле иманым камил. Бер тапҡыр булғандың икенсегә ҡабатланмаҫын бер кем дә вәғәҙәләй алмай. Әммә уның менән дорфа һөйләшеүемә, эстән, әммә ҡаты үсәүемә, уға бәхетһеҙлек, хатта үлем теләүемә үкенәм. Зыяратҡа барғым, Рәмилде һуңғы тапҡыр күргем, алйотлоғом өсөн ер тырнап ғәфү һорап ялбарғым килә. Миңә, ғәфү ит, яңылышҡанмын, тип килгән сағында, моғайын, ул да ныҡ үкенгән булғандыр. Әммә бара алмайым. Беренсенән, таяҡҡа таянып, кәлтерҙәп ҡасан барып етәм? Икенсенән, кеше аңламаҫ.

Тороп ултырҙым. Фотоны таба алырыма өмөтөм өҙөлдө. Нисәмә йыл уҙған, сереп тә бөткәндер инде... Туҡта, уны күмгән сағымда янымда Гөлназ әхирәтем бар ине бит, бәлки, ул иҫләйҙер? Йәнемә әҙерәк йылы йүгерҙе. Телефондан уның исемен йыям. Әһә, гудок бара.

– Ало, сәләм, Гөлназ! Был – Айгөл.

– Эйе, Айгөл, хәлдәр нисек? Арыуһыңмы? Тауышың әллә нисек...

Тауышымдан аңлап тора хәлдәремдең шәптән түгел икәнен.

– Гөлназ, һуңғы хәбәрҙе ишеткәнһеңдер инде?

– Эйе, ишеттем, ауыр тупрағы еңел, ҡараңғы гүрҙәре яҡты булһын Рәмилдең. Ҡыйын хәл.

– Мин генә ғәйепле, Гөлназ, ниҙәр генә эшләйем икән? Нисек кенә үҙен был тормошҡа кире ҡайтарайым икән?

Күҙ йәштәрем яңынан тәгәрәй, инде телефон трубкаһына буҫығып илайым.

– Айгөл, туҡта! Һин ҡайҙа? Өйҙәһеңме? Хәҙер киләм!

– Мин картуф баҡсаһында, һарай артында, – тип саҡ әйтә алдым.

– Атаҡ, унда нимә ҡарап йөрөйһөң? Берәйһе өйҙә бармы?

Яуап бирерлек хәлдә түгелмен, илауымды беләм. Әлеге мәлдә мине аңлаған, минең эсемдә ниндәй ут янғанын белгән кешенең янымда булыуы кәрәк. Ул кеше – Гөлназ. Уны иҫемә төшөрөүемә һөйөнәм.

Оҙаҡ көттөрмәне Гөлназ, күрәһең, йүгереп килгән. Ҡурҡҡандыр.

– Ҡотомдо алдың! Ыста-а-а, әллә моҡ заманғы мөхәббәтең – Рәмил өсөн илап ултыраһыңмы? Әйҙә, тор, өйгә инәбеҙ.

– Туҡта, ултыр әле яныма, – тим уны күреүгә тынысланып, күҙҙәремде һөртәһөртә.

Гөлназ тупраҡ тип торманы, яныма ултырҙы, арҡамдан ҡосаҡланы.

– Мин, мин генә ғәйепле уның үлемендә...

– Иҫке ауыҙҙан яңы хәбәр! Һинең бында ни ғәйебең?

– Мин бит уны... уны ла, үҙемде лә күмдем...

Гөлназ миңә һағайып ҡарай, аҡылдан шашманымы, тиҙер. Ә мин һөйләүемде беләм:

– Иҫләйһеңме уның кәләш алған көнөн?

– Иҫләйем.

– Беҙ ул мәлдә лә һинең менән бына ошонда ултырғайныҡ. Мин илай-илай, барыбер бәхетле булмаясаҡһың, тип рәсемебеҙҙе ергә күмгәйнем. Уға үлем теләгәйнем... Бына, үлде бит! Мин үлтерҙем уны!

Гөлназ ни әйтергә белмәй аптырап ҡалды.

– Рәмилде яратҡаныңды, йыш иҫеңә төшөргәнеңде белә инем, әммә был тиклем дә икән тип уйламағайным!.. – тине ахырҙа.

– Туҡта, ул рәсемдә беҙ икәү инек. Уның менән ҡуша үҙемде лә күмгәйнем, хәтерләйһеңме?

– Хәтерләйем. Бик матур рәсем. Бәхет бөркөлөп тора унан.

– Эйе, беҙ йылға буйында йөрөгәндә, бер рәссам эшләгәйне беҙҙең һүрәтте. Үтеп барышлай иҫ киткес матур тәбиғәттә, бер-береһенә үлеп ғашиҡ булған ике йәнде күреп, туҡтағайны. Рәсемен беҙгә бүләк итеп киткәйне шунан.

Мин хәтирәләргә бирелеп һөйләйем дә һөйләйем, ә Гөлназ шым ғына тыңлай.

– Шул рәсемде ҡайҙа күмдем ул? Хәтерләмәйһеңме? Шуны табырға кәрәк ине.

– Тапһаң, терелеп китер, тип уйлайһыңмы әллә?

– Юҡ та... Йыртҡыслап ташлағым килә.

– Эй, Айгөл, һин шулай үҙеңде ғәйепләп ултыраһың инде?

– Эйе. Шул туй мәлендә ҡәһәр һуҡҡыр рәсемгә теймәһәм, мин дә һау булыр инем, ул да тере булыр ине...

– Ярай әле мине саҡырғанһың! Юҡ бында бер ниндәй ҙә фото!

– Бар. Мин уны үҙ ҡулдарым менән, Рәмилде ҡарғай-ҡарғай күмдем.

– Һинең бер ғәйебең дә юҡ. Рәсемдең дә. Яҙмыш шулай булғас, нишләйһең?

Мине тынысландырырға, юҡ хәбәренә ышандырырға маташҡанына йәнем көйөп, таяҡты яңынан ҡулға алдым.

– Белмәгәсең, белмәйем, тип әйт. Нисәмә йыл үтте, онотоуың ғәйеп түгел. Һин ҡайт инде, мин тағы ла әҙерәк ҡаҙып, эҙләп ҡарайым. Ошонда ғына ине бит ул...

Гөлназ ҡулымдағы таяҡты һыпыра тартып алды.

– Бер ниндәй ҙә фото юҡ бында! Теге ваҡыт, һин күмеп ҡуйғандан һуң, мин уны кире соҡоп алдым. Һеҙҙең ул рәсемегеҙ минең фотолар араһында һаҡлана. Хәҙер беҙгә барырбыҙ ҙа, мин уны һиңә кире бирермен.

Ышанмайым. Мине тынысландырыр, баҡсанан алып сығыр өсөн генә әйтә.

– Шуға күрә үҙеңде юҡҡа ашауҙан туҡта, – тип дауам итә әхирәтем. – Рәмилдең үлемендә һинең бер ғәйебең юҡ. Ундай тормошто ул үҙе һайланы.

Фотоның күмелмәүен ишеткәс, бер яҡтан – рәхәт, икенсе яҡтан – ҡыйын. Мин бит үҙемде аямай, янып эшләүемде, ваҡытында табиптарға бармауымды, һаулығымды ҡайғыртмауымды һәм башҡа гонаһтарымды, үҙ яҙмышың өсөн үҙең яуаплы икәнде онотоп, шул фотоға япһарырға тырыша инем түгелме?

– Ысынлап та, беҙҙең фото ерҙә түгелме?

– Юҡ, тинем дә инде. Алдағы сағыулығын юғалтһа ла, әле һаман бәхет бөркөлөп торғандай унан.

Мин инде илауҙан туҡтаным. Әхирәтем ярҙамында аяғыма тороп баҫтым.

Фотоның ғәйебе булмауына ҡыуанып, Гөлназдарға табан атланыҡ...

ГӨЛНАРА МОСТАФИНА

Автор: Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: