Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
18 Ноябрь , 22:45

ҺИН МИНЕ ЯРАТТЫҢМЫ?

Заһит Исламович ауылға бер туған ҡустыһының юбилейына ҡайтҡан ине, тик байрам ғына итә алманы. Юлда башланған эс ауыртыуы көсәйгәндән-көсәйеп, уны “Ашығыс ярҙам” машинаһы менән дауаханаға оҙатырға тура килде. Шунда уҡ операция өҫтәленә һалдылар. Ҡасандыр хирург Нәфисә Ғәбитовна менән бында танышып ҡауышҡайнылар, ә үткән яҙ уны ер ҡуйынына ҡәҙерләп һалды. Ниңә былай булды һуң әле? Күгәрсендәй гөрләшеп йәшәп ятҡанда Хоҙай ниңә уны тағы яратҡан кешеһенән айырҙы? Ҡарт көнөндә бер ҙә яңғыҙҡалғыһы килмәгәйне бит. Гел генә: “Нәфисәкәйем, баҡыйлыҡҡа ла бергә күсһәк ярар ине”, – тип ҡабатлай ине ул ҡайһы ваҡыт.

ҺИН МИНЕ ЯРАТТЫҢМЫ?
ҺИН МИНЕ ЯРАТТЫҢМЫ?

Ҡолағына ҡайҙандыр алыҫтан тауыш ишетелгәндәй тойола, әммә күҙен генә аса алмай Заһит.

– Йә, Заһит ағай, асығыҙ инде күҙегеҙҙе, – тип яңағынан еңелсә ҡаҡҡылағанға, баҫырып ҡуйғандай ауырайған күҙ ҡабаҡтарын көскә күтәреп, янында ултырған аҡ кейемле ҡатын-ҡыҙҙы күргәс, бер аҙға ҡайҙалығын аңламай торҙо ул. Әллә ожмахҡа эләккәнме лә, янына хур ҡыҙы килгәнме?

– Оҙаҡ йоҡланығыҙ, Заһит ағай, уянырға ваҡыт, – тип телгә килде тағы теге “фәрештә”. Шунда кинәт иҫенә төштө ауырыуҙың ҡайҙалығы: ул бит операцияға ингәйне, Хоҙайҙың рәхмәте, иҫән ҡотолған икән.

– Хәлдәр нисек, Заһит ағай? – тип ҡулдарынан һыйпаны теге “фәрештә”.

– Һәйбәт, операция нисек үтте? – тип үҙе лә һорау бирҙе ир кеше.

– Хәҙер борсолор урын юҡ кеүек, ярай, ваҡытында килгәнһегеҙ, һуҡыр эсәгегеҙ шартлаған булған, операция шаҡтай оҙаҡҡа һуҙылды. Инде беҙҡушҡандарҙы үтәһәгеҙ, терелерһегеҙ. Бер-ике көнгә ашамай түҙергә тура килер, йәме?

– Былай иҫән ҡалғас, түҙербеҙ инде, рәхмәт һеҙгә. Әлеге “фәрештә”нең үҙенә операция яһаған хирург ханым икәнен аңланы Заһит. Ул арала табип сығып киткәс, шәфҡәт туташы уға тағы системаһын алыштырып ҡуя башланы. “Бик ҡыбырламаҫҡа тырышығыҙ инде, Заһит ағай”, – тине ул яғымлы итеп.

Ана бит нисек ҡайғырталар ауырыуҙарҙы бында, ярай әле изге йәнле медицина хеҙмәткәрҙәре бар.

Палатала ике генә койка, күршеләге ауырыуҙың хәле ауырыраҡ, ахыры, ыңғырашып ала. Әлегә Заһит иһә әллә ни ауыртыу һиҙмәй, уколдарҙы етерлек ҡаҙағандарҙыр инде. Реанимация бүлегендә айырыуса һәйбәт ҡарайҙар тигәнде ишеткәне бар ине, операцияһы ҡатмарлы булғас, уны ла бында һалғандар икән.

Заһит Исламович ауылға бер туған ҡустыһының юбилейына ҡайтҡан ине, тик байрам ғына итә алманы. Юлда башланған эс ауыртыуы көсәйгәндән-көсәйеп, уны “Ашығыс ярҙам” машинаһы менән дауаханаға оҙатырға тура килде. Шунда уҡ операция өҫтәленә һалдылар. Ҡасандыр хирург Нәфисә Ғәбитовна менән бында танышып ҡауышҡайнылар, ә үткән яҙ уны ер ҡуйынына ҡәҙерләп һалды. Ниңә былай булды һуң әле? Күгәрсендәй гөрләшеп йәшәп ятҡанда Хоҙай ниңә уны тағы яратҡан кешеһенән айырҙы? Ҡарт көнөндә бер ҙә яңғыҙҡалғыһы килмәгәйне бит. Гел генә: “Нәфисәкәйем, баҡыйлыҡҡа ла бергә күсһәк ярар ине”, – тип ҡабатлай ине ул ҡайһы ваҡыт. Ә Нәфисәһе: “Ҡара-ҡара, мин һинән йәшерәк бит, мине үҙең менән алып китер инеңме ни?” – тип көлә торғайны. Бына нисек килеп сыҡты. Меңләгән кешегә ғүмер бүләк иткән табибәнең үҙен генә ҡотҡарып ҡала алманылар, сираттағы операцияһынан сығып, халатын сискәндә йығылып үлде уның “фәрештәһе”. Йөрәге ярылғантинеләр, сирлеләрҙең ауыртыуҙарын ғүмер буйы үҙе аша үткәреп торған йөрәктең сыҙарлығы ҡалмаған, күрәһең. Инде пенсияға сыҡҡас эшләмәһә лә була ине, нисә әйтте Заһит:

“Йә, етер, туҡта эшеңдән, үҙебеҙ өсөн дә йәшәп ҡалырға кәрәк”, – тип. Һаман һуҙа килде Нәфисә. “Дауаханала хирургтар етешмәй, йәштәрҙе бер аҙ эшкә өйрәтәйем дә, туҡтармын”, – тине.

Табибәне ерләргә әллә күпме кеше килде, белгәне бар, танымағандары ла байтаҡ. Мәрхүмәне һуңғы юлға оҙатыуға бағышланған митингта Нәфисә Ғәбитовна хаҡында ниндәй генә йылы һүҙҙәр әйтелмәне! Мәрхүмәне ерләгәс, алыҫтан килгән кешеләрҙе кафеға, дауахана етәкселеге әҙерләткән аш табынына саҡырҙылар. Бында ла һәр береһе Заһиттың ауыр ҡайғыһын уртаҡлашырға тырышты. Тик Заһитҡа ғына был һүҙҙәрҙең береһе лә еңеллек тә, йәненә тыныслыҡ та өҫтәмәне. Башы ауыр уйҙарҙан миңрәүләнеп, ни әйтергә белмәй ултырҙы. Оло кешенең хәлен аңлағандарҙыр, моғайын, бер аҙҙан уны ҡаланан ҡайтҡан улы Марат өйөнә илтеп ҡуйҙы.

– Атай, һин ғәйепләмә инде, беҙҙең ваҡыттығыҙ, ҡараңғыға тиклем юлға сығайыҡ, – тине ул ғәфү үтенгәндәй.

Заһит менән Нәфисәнең уртаҡ балалары булманы, улар өйләнешкәндә был турала уйларға һуң ине инде. Марат иһә – Заһиттың беренсе ҡатынынан тыуған улы. Ике ул үҫтергәндәр ине лә, беренсе хәләл ефете Ғәтиә генә ҡартын иртәрәк ташлап китте. Ҡала предприятиеларының береһендә директор урынбаҫары булып эшләп йөрөгән Заһиттың тормошо түңәрәк, барыһы ла етеш, йәшәргә лә йәшәргә ине. Балалар үҫеп, уҡып, өйләнешкәс, бигерәкҡыуанған инеләр. Көтмәгәндә табиптар Ғәтиәгәҡурҡыныс диагноз ҡуйҙы. Шәбәйеренә өмөтләнеп, ниндәй генә табиптарға күрһәтеп ҡараманы уны Заһит, юҡ, һаҡлап ҡала алманы. Унан һуң оҙаҡ ҡына яңғыҙ йәшәне ул, өйләнеү тураһында уйламаны ла. Яҙмыштыр инде, көтмәгәндә дауаханаға эләгеү уйҙарын болғатты лаҡуйҙы, үҙе лә һиҙмәҫтән, аҡ халатлытабибә Нәфисә ханым йөрәк түренән урын алды. Ятһа ла, торһа ла, уның палатаға тиҙерәк инеүен көтөп тик тора. Уйҙарын икенсегә борорға тырышып та ҡарай, юҡ, булдыра алмай, биләп алды бит шул аҡ халатлы “фәрештә” күңелен. Аяғына баҫып йөрөй башлағас, юҡ-бар сәбәп табып, уның кабинетына үҙе лә инә башланы. Ниңәлер тегеһе лә һәр ваҡыт уға яҡты сырай күрһәтә тағы. Шулай шаҡтай яҡынайып китте улар, әммә Заһит Ислам улына шәбәйеп, ҡайтып китергә ваҡыт етте.

– Нәфисә Ғәбитовна, бәлки, телефон номерығыҙҙы бирерһегеҙ, әле һеҙгә әйтелмәгән күп кенә һүҙҙәрем ҡалды. Телефондан еңелерәк булыр төҫлө һөйләшеү, – тине ул китер алдынан бар ҡыйыулығын йыйып.

– Ярай һуң, ни әйтерегеҙ ҡалды икән тағы? Хәйер, һеҙҙең хәлде ҡабат белеп тороу зыян итмәҫ, табиптар бит һәр ауырыу алдында үҙҙәрен яуаплытоя, – тине Нәфисә уға һаубуллашырға ҡул һуҙып. Был ҡул ҡыҫышыуҙа ла айырым бер мәғәнә булғандыр, сөнки табип кеше һәр ауырыу менән дә улай хушлашмай бит. Шулай уйлап ҡуйҙы Заһит Ислам улы.

Нәфисә бала саҡтан уҡ доктор булырға хыялланды һәм мәктәптә бөтөн тырышлығын биреп уҡыны. Институтта ла бар уйы гел уҡыуҙа булды. Ҡайһы бер ҡыҙҙар киноға барырға әйҙәләгәндә, әгәр дәресе әҙерләнеп бөтмәгән булһа, ике аяғының береһен дә атламаны. Һөнәри махсуслашыу башланғас, ул иң ауыр йүнәлеште һайланы, хирург булырғаҡарар итте. Уныңтеләген уҡытыусылары ла хупланы. Ҡыҙҙың тырышлығын, тәүәккәллеген күреп торғанға, унан бына тигән хирург сығырына бер ҙә шикләнмәнеләр. Ирҙәрсә ныҡ характерлы булыуы, оҙон бармаҡтары ла был һөнәр кешеһе өсөн генә хас сифаттар кеүек ине. Башта бер нисә йыл ҡала дауаханаһында эшләп, тәжрибә туплағас, үҙ яҡтарына ҡайтып урынлашты.

– Ҡыҙым, йәшең үтеп бара, кейәүгә сығырға уйламайһыңмы? Әле эш-эш тип ваҡыт уҙғараһың да, олоғая төшкәс, яңғыҙыңа ҡыйынғараҡ тура килеүе бар бит, – тип һүҙ башлаған әсәһенә Нәфисә:

– Әсәкәйем, минең өсөн ҡайғырма. Эшем мәшәҡәтле икәнен күреп тораһың, хәлемә инә белгән берәй ир-егет килеп сыҡһа, бәлки, уйлармын, – тиеү менән сикләнә ине. Ә ваҡыт – рәхимһеҙ, үткәне һиҙелмәй ҙә. Көндәр буйы, хатта күп ваҡыт төндә лә дауаханала уҙғарған табиптың кейәү тураһында уйларға ваҡыты ла, көсө лә ҡалмай. Заһит Исламовичты ла төнгә ҡарай дауаханаға килтергән көндө ул дежурҙа ине, ашығыс операцияны үҙенә яһарға тура килде. Ә унан инде уны һауыҡтырып, аяҡҡа баҫтырыу хәстәре менән йәшәне. Нитиһәңдә, улҡалананҡайтҡан кеше, район ерендә ауырыуҙарға иғтибар етмәй тигән фекер менән китә күрмәһен. Шулай итеп, Нәфисә һәр саҡ үҙе менән аралашырға тырышҡан ауырыуға күңел йылыһын ҡыҙғанманы. ңЗаһиттыңҡайһы ваҡыт һиҙҙермәй генә уның шәхситормошонаҡағылышлы һорауҙар биреүенә иһә иғтибар итеүҙе кәрәк типтапманы. Һауығыр ҙа, үҙ юлынҡарар, дауахана шундай урын инде, инә торалар, сыға торалар, тигәндәй. Әммә Заһит ҡалаға ҡайтып, эшенә тотонғас та уны онотманы, ике көндөң береһендә шылтыратып, хәл белеште.

Эйе, ҡабат өйләнеү тураһында бөтөнләй уйламай ине Заһит Исламович. Үҙенә күҙ һалып йөрөүселәр, һүҙ ҡушып ҡарарға тырышыусылар барлығын күреп, һиҙеп тора тороуын, ләкин балалар тыуҙырып, татыу ғүмер иткән Ғәтиәһен һис тә онота алмай, унан башҡа Заһитты аңларҙайҡатын-ҡыҙ юҡтыр кеүек тойола. Ҡустыһы менән килене лә ауылдан ниндәйҙер уҡытыусы ҡатынды димләргә булышып ҡарағандар ине, йәне тартманы уның. “Ваҡыты еткәс, уйлармын әле”, – тип кенәҡуйҙы. Аңланыҡтигәндәй, тегеләре лә башҡаса өндәшмәне. Ә бына доктор ханымды осратҡас, әйтеп аңлата алмаҫлыҡ хистәр донъяһына бөтөрөлөп инде лә китте, йәш егетме ни. Тик үҙ-үҙен йүгәнләп, аҡыл менән фекер йөрөтөргә кәрәклеген аңлай ине. Ул – ҡалала, Нәфисә район ерендә йәшәй. Бергә йәшәйек тиһәң, кемгәлер күсенеп китергә кәрәк буласаҡ.

Ярай инде уның пенсия йәше етеп килә, ә Нәфисәнең байтаҡ эшләйһе барҙыр әле. Үҙе шләп күнеккән коллективынан айырылаһы килерме, ҡала дауаханаһына күсергә риза булырмы? Тағы әллә күпме шуның ише һорауҙарға яуап эҙләп, баштары ҡатып бөтә Заһиттың. Ҡайһы ваҡыт эшләйһе эштәрен дә онотоп ҡуя. Уйланып йөрөй торғас, өлкән улы Марат менән кәңәшләшеп ҡарарға булды. Кесе улы йыраҡта, Мәскәүҙә йәшәгәнлектән, ул һәр ваҡыт Марат менән аралашырға күнегеп бөткән ине инде. Ҡабат өйләнеү хаҡында һүҙҡатһа, ул инде ни әйтер тип, ҡурҡыптаҡалды үҙе. “Әсәйгә хыянат итергә булдыңмы?” – тиһә, ни эшләрһең. Ләкин улай тимәне улы. 

– Атай, аңлап торам хәлеңде, был һүҙҙәрҙе берәй ваҡыт әйтерһең тип тә көткән инем. Мин ҡаршы түгел, әгәр оҡшаған кешене тапҡанһың икән, бик хуп. Тик һине ҡыйырһыта торған ҡатын булмаһын, бер көн дә торғоҙмам үҙеңде. Ә ҡустым менән үҙем һөйләшермен, – тине.

– Рәхмәт, улым, мине шулай аңлап ҡабул итеүеңә. Ҡурҡып тора инем бит мин һеҙҙән, – тине күңеле тулған атай улын ҡосаҡлап.

– Нимәнән ҡурҡырға? Хәҙер йәшең байтаҡ, беҙ гел генә килеп йөрөй алмайбыҙ, ә яңғыҙыңа бер ҙә рәхәт түгелдер. Бына үҙем ғаиләмдән башҡа йәшәүҙе күҙ алдына ла килтерә алмайым. Шулай булғас...

– Рәхмәт, улым, инде бәхетле генә булығыҙ.

Өҫтөнән тау төшкәндәй булды Заһиттың, Нәфисәне генә ризалаштырып булһа... Ваҡыты еткәс, һиҙмәй ҙә ҡалаһың тиҙәр бит, дөрөҫтөр инде. Өйләнешеү тураһында һүҙ ҡатҡас, оҙаҡ ялындырманы Нәфисә, тик ҡалаға күсеп килергә генә риза булманы.

Шулай итеп, әле тағы ике йыллап үҙ-ара аралашып йәшәргә тура килде, унан инде Заһит пенсияға сыҡты ла, Нәфисә янына күсенеп килде.

– Ярай, әле һин эшләп йөрөйһөң, ә мин көндәр буйы фатирҙа бер үҙем нишләрмен икән? – тип уйға ҡалды Заһит. Кәңәшләшә торғас, район үҙәгенән ситтәрәк айырым йорт һатып алдылар. Бында инде аптырап ултыраһы түгел, эш етерлек ине. Башыаяғы менән баҡса эшенә сумды ир кеше. Ҡалала уларҙыңдачаһы бар ине барын, ләкин эш менән мәшғүл булған хужа унда Ғәтиәһе ни үҫтерһә, шуға риза ине. Ял көндәрендә барып, мунса инеп, итҡыҙҙырып ашау өсөн генә кәрәк ине уларға дача. Ә бында инде ул, үҙен ысынлап хужа итеп тойоп, баҡса үҫтерергә тотондо. Өҫтәүенә, Нәфисәһе лә һәр эшенә һоҡланып, маҡтапҡуйһа, бөтөнләй дәртләнеп китә. Ул сәскәләр менән мәж килә, ваҡыты булһа, бөтөн баҡсаны сәскәлеккә әйләндерер ине.

Бына шулай матур ғүмер кисергәндә тағы яңғыҙ ҡалды Заһит Ислам улы. Нәфисә менән йәшәлгән йылдары байтаҡ булһа ла, ниңәлер бер ҙә һиҙелмәйсә уҙған икән. Бәхетлеләр сәғәткә ҡарамай тигән кеүек, улар ҙа һәр ғүмер миҙгеленең ҡәҙерен белергә тырышҡандар ине лә бит. Эй, ял көндәрендә сығып китерҙәр ине урманға йәки һыу буйҙарына! Ауыр эш аҙнаһынан һуң Нәфисә ял итһен, йорт мәшәҡәттәрен дә онотоп торһон тип, алдан уҡ ниҙер уйлап ҡуя ине Заһит. Диңгеҙ буйына ла барҙылар, сит илдә лә булдылар, үкенерлек түгел уныһы, көс-ҡеүәттәре барҙа йөрөп ҡалайыҡ тинеләр. Әле лә алда өмөттәр юҡ түгел ине, Нәфисәнең ваҡытһыҙ мәрхүмә булыуы ғына уй-хыялдарҙы селпәрәмә килтерҙе.

Оҙаҡ уйға батып ултырҙы Заһит, үткәндәрҙеҡабатиҫкә төшөрөп. Ниңә тормош гел шулай үкенесле була икән? Юҡ, Нәфисәгә өйләнгәненә лә, ауылға күсеп ҡайтҡанына ла бер ҙә үкенмәй ул. Киреһенсә, быға тиклемге йәшәлгән йылдарының бәхетле булыуына бик ҡәнәғәт. Бер ваҡыт шулай баҡсала ағас төбөнә матур итеп яһалған беседкала икәүләп кискә ҡарай сәй эсеп ултырғанда Заһит ҡатынына күптән күңелендә йөрөткән һорауҙы бирҙе:

– Нәфисә, беҙ йәш кешеләр булмаһаҡ та, минең бер һорауға яуабыңды ишеткем килә әле.

– Ниндәй һорау икән ул? – тине аптырап киткән ҡатын, Заһитты беренсе тапҡыр күргәндәй.

– Инде хәтһеҙ йәшәйбеҙ, һин мине яратаһыңмы ул?

Нәфисә бер аҙға һүҙһеҙ ҡалды. Ни тиергә, уның был хаҡта уйлағаны ла булманы, шикелле. Заһит үҙенең бөтөн барлығы менән күңелен тиҙ генә яулап алды ла, унан инде торған һайын үҙенә булған ышанысты арттыра барҙы. Ҡауышҡанда йәш егет менән ҡыҙ түгелдәр ине бит, мин һине яратам тип ҡабатламаһаң да, аңлашыла ине кеүек. Шулай ҙа Заһит яуап көтә.

– И-и-и, ҡартыҡайым, ни эшләп яратмайым, ти. Яратмаһам, һинең менән ҡушылырға риза ла булмаҫ инем. Рәхмәт, һиңә үҙеңде яраттырғаның өсөн, мине теге ваҡытта яңғыҙлыҡтан ҡотҡарып, бергә йәшәлгән бәхетле йылдарыбыҙ өсөн, – тип килеп ҡосаҡлағайны уны Нәфисә. – Ә һин һуң, үҙең мине яраттыңмы?

– Минең дә яуап нәҡ һинекесә. Ниңә инде, мин бит һиңә гел яратам тип әйтеп торам да.

Шул саҡта Нәфисә ҡысҡырып көлөп ебәргәйне.

– Беләм, ҡәҙерлем, тағы бер тапҡыр ишеткем генә килгәйне яратамтигән һүҙеңде. Бына аңлаштыҡ инде хәҙер, – тип ҡабат көлөргә тотонғайны. Ана шулай, бәхетле йылмайған килеш ҡалды ул күҙ алдында Заһитының.

ГӨЛФИНӘ СӘЛИМОВА

Автор: Инсаф Хужабирганов
Читайте нас