Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
13 Ноябрь , 23:28

Әсәйҙәр көнө. Гөлсимә Иштанова

Бер мәл Әлфиә ире менән ҡаты низағлашып киткәйне. Хыянат арҡаһында булды был хәл. Айырылышам, ундай ир менән йәшәмәйем, тип ныҡ бәрелеп һуғылды. Мәңге көләс, шарылдаҡ әхирәте ҡара янды. Күпмелер айырым йәшәп тә алдылар. Аҙаҡ тормоштары яйланды, кире ҡушылдылар.

Әсәйҙәр көнө. Гөлсимә Иштанова
Әсәйҙәр көнө. Гөлсимә Иштанова

– Әсәйҙәр көнө менән!

Айһылыу шылтыратыуҙы ҡабул иткән ыңғайға телефонды ҡолағы менән яурыны араһына ҡыҫтырғайны, әхирәтенең сағыу тауышынан хатта башы сыңлап китте. Ҡулдары буш булмағанлыҡтан, эйәге менән телефонды ситкәрәк этте, шуға тауышы үҙенә лә тоноҡ ҡына ишетелде:

– Рәхмәт, һине лә.

– Нишәп улай бойоҡ ҡына?

– Уф, больничныйҙа ултырам. Йәнәһе. Әле бына бөтөн кухнямды ҡырып таҙартам, төшкөһөн бутҡа түккәйнеләр, бер ыңғай кискелеккә ашарға бешерәм, ә унан алда эшемә отчеттар тултырып ебәргәйнем, ай аҙағы бит…

– И-и-ий генәмде, уңғанбикәмде. Әйҙә, мин һинең күңелеңде күтәрәм! Киттек минең менән шопингка!

– Ҡайҙа инде, Әлфиә, ниндәй шопинг?! Больничныйҙа ултырып та, удаленно эшләп тә шул тиклем хәлем бөткән, карауатҡа барып етеп өлгөрһәм өлгөрәм, өлгөрмәһәм – юҡ, шундуҡ йоҡлап китәм. Сауҙа үҙәгенә барыр өсөн ишектән сығып етмәйем мин, лифтта уҡ йоҡо баҫа. Унан, үҙең беләһең, бәләкәйҙәрҙе кемгә ҡалдырайым?!

– Бәй, ике-өс сәғәт ултырып торорға тап берәйһен! Уҡаһы ҡойолмаҫ берәүҙең дә! Ну, Айһылыу, әҙерәк үҙеңде лә уйларға кәрәк инде… Килһәң, бер нәмәкәй әйтәм…

Әхирәте менән һөйләшеп бөткәс, телефон яңағына ҡыҫтырған килеш байтаҡ уралды әле кухняла Айһылыу, шунан ғына телефонды алды. Быҡтырырға ҡуйған иттең ҡайнағанын көтөп, аш-һыу бүлмәһендә ултырып торорға булды. Әсәйҙәр көнө тиме бөгөн? Бәләкәйҙәр кисә үк, ниндәйҙер һүрәт төшөрөп, һыуытҡыс ишегенә йәбештереп булыша ине шул.

Балалы йортта һыуытҡыс ишеге ветерандың “парадный” костюмы кеүек бит ул. Әгәр ветерандың костюмын төрлө миҙалдар биҙәһә, балалы йорттоң һыуытҡыс ишеген – төрлө һүрәттәр. Көҙөн бында япраҡтан эшләнгән аппликация эленеп тора. Ололар көнөнә өләсәй-олатайҙар өсөн әҙерләгәне, яңы йылға яҡыныраҡ Ҡыш бабай менән ҡар бөртөктәре эленә, шунан 23 февралгә – атайға, 8 мартҡа, Әсәйҙәр көнөнә әҙерләгәненә сират етә. Ҙур ғорурлыҡ менән магнитҡа эләктереп ҡуялар, кәмендә бер ай тора. Яңылыш алдараҡ алып ҡуйма, үпкәләш китер, ғәфү итмәҫтәр.

Кем ултырып торһон инде? Баштан-аяҡ ҡаранан кейенгән үҫмер ҡыҙын ҡалдырһынмы? Ана, ҡайҙа йөрөй әле ул? Шул уҡ сауҙа үҙәгендәлер инде. “Мин няня түгел” тип кенә ебәрә. Айһылыу аптырай, ҡыҙы йәшендә үҙе лә әсәһе менән шулай ҡырҡа һөйләштеме икән? Үҙенең үҫмер сағы нисек үткәнен дә иҫләмәй.

Һәр хәлдә, ҡыҙы һымаҡ, сәсемде йә ҡараға, йә йәшелгә буяйым, тип ҡаңғырып йөрөмәне. Эй, ул саҡта сәс буяуы шул бер «хна» тигәне генә инде. Хәҙерге үҫмерҙәр һымаҡ ҡап-ҡаранан кейенерҙәр ине, баҙар күҙҙе сағылдырырлыҡ сағыу төҫтәге кейемдәр менән тулғайны. Иҫендә, әсәһе Айһылыуҙың Магнит баҙарында күреп ҡалған ультра-алһыу төҫтәге лосина алайыҡ, тигәненә ҡырҡа ҡаршы төштө. Шәл һатҡан аҡсаға яңы уҡыу йылына әйбер алырға килгәйнеләр. Ҡулдағы аҡса иҫәпле генә, кәрәк-яраҡты алып бөттөк тигәндә күреп ҡалды бит Айһылыу шул нәмәкәйҙе. Их, яңы ғына алған “ламбада” юбка менән кейгәндә! Ромб биҙәкле сағыу свитер менән! Ҡыҙы һораһа ла, алманы шунда әсәһе. Хәҙерге йәшенән Айһылыу аңлай ҙа бит әсәһенең аҡсаһы бөткәнен, ә ул саҡта шундай трагедия булды уның өсөн. Һуңынан, яҙға табан, нисектер аҡса табып, лосинаның сағыу йәшелен алды алыуын әсәһе. Тик йәме бөткәйнеме, башҡаһымы, йүнләп кеймәне.

Шул мәңге аҡса етмәүе уны бухгалтер һөнәрен һайларға этәрҙеме икән? Көмөш миҙал алғайны, документтарын иҡтисад факультетына тапшырҙы ла уҡырға инеп китте. Шунан алып теүәл иҫәп-хисап һәм графиктар – уның юлдашы.

Бишенсе курста ауырға ҡалып, ашыға-ашыға кейәүгә сыҡҡан әхирәте Әлфиәгә аптырап ҡараны. Үҙенең диплом алып, эшкә урынлашып аяҡҡа баҫҡас ғаилә ҡороу ине иҫәбе.

Тәүҙә иҫәп-хисап теүәл генә барҙы. Диплом алыуына 5 йыл тигәндә кейәүгә сыҡты, йәйен ҡыҙы Йәсминә тыуҙы. Был ваҡытта Азамат улын мәктәпкә әҙерләүсе әхирәте көлөп:

– Һинең иҫәп теүәллегенә иҫем китә, әй! «Сначала няньку, потом ляльку»,тиҙәрме әле. Мин бына алты йәш ярымдан бирергәме мәктәпкә, әллә ете йәш ярым тулып киткәнен көтөргәме, тип баш ватам. Ә һинеке, Аллаһ бирһә, етеһе тула ла – мәктәпкә!

Айһылыуҙың иҫәбе, ысынлап та, теүәл ине. Йәсминә мәктәпкә бара торған йылды икенсегә декретҡа сыҡты. Айһылыуҙың теүәллекте раҫлап улдары Морат тыуҙы. Был ваҡытҡа уларҙың ғаиләһе «хрущевка»ла тар ғына ике бүлмәле фатирҙы ипотекаға алғайны, «әсәлек» капиталы менән күп өлөшөн ҡаплап та ҡуйҙылар.

Ҡайһы урында Айһылыуҙың теүәл иҫәп-хисабы буталып китте икән? Күрәһең, ҡыҙына дәрес әҙерләшеп тә, бәләкәй улына иғтибар бүлеп тә еткерә алмай киткән сағындалыр. Ете йәшенән барһа ла, Йәсминә мәктәпкә әҙер булмай сыҡты. Бығаса бөтөн иғтибар тик үҙенә генә булһа, хәҙер әсәһен дә, атаһын да бәләкәй бәпес менән бүлергә кәрәклеген күтәрә алманы әллә. Кистәрен дәрес әҙерләмәйем, тип илауҙар йышайҙы, өҫтәл артына ултырһа, Айһылыуҙы янынан ебәрмәй. Көн дә дәрес әҙерләү мотлаҡ булырға тейеш, ә Морат һинең бер туған ҡустың, унан да яҡыныраҡ кеше юҡ һинең өсөн, тигәнде саҡ өйрәтте ҡыҙына. Шул саҡта уҡ үҙенең иҫәбе теүәллегенә икеләнеп ҡуйғайны-ҡуйыуын. Икенсеһен иртәрәк табырға кәрәк булғандыр, бәлки, был тиклем үҙ һүҙле, иғтибарҙы тик үҙенә генә талап итеп тормаҫ ине, тигән бер уй үтте. Мораты иһә харап иркә, алсаҡ малай булып сыҡты. Ҡырҡ көнө тулыр-тулмаҫ йылмая башланы, янына килеүең була, тешһеҙ ауыҙын киң йәйеп, йылмайып ебәргән була. Апаһы уйынсыҡтары менән бүлешмәй киреләнһә лә, артынан бер тотам ҡалмай имгәкләп эйәрҙе, «апа-апа» тип теле асылды. Үҫә төшкәс, үҙенә нимә бирһәләр ҙә, тәүҙә апаһына тотторҙо, шунан ғына үҙенә алды. Айһылыу менән Илнур улдарының бындай алсаҡ холҡона ирәйеп китә инеләр, яйлап Йәсминә лә өйрәнде, ҡустыһын яратып ҡосаҡлай башланы, хатта башҡа балаларҙан ҡыҙғана биреп ҡуя.

Шуға ла, Моратты инде үҫтереп декреттан сығам тигәндә, көтмәгәндә Айһылыу өсөнсөгә ауырға ҡалғас, графиктан ситләшеү, тип ҡараманы, тыныс ҡабул итте. Булһын, тағы Морат кеүек көләкәс бер бәпестер, өсөнсө артыҡ түгел. Тик тикшеренеү үткәс, игеҙәктәр икәнлеген белеп, саҡ ҡоламаны. Был графиктан ситләшеү генә түгел, бөтөнләй иҫәп-хисапҡа тура килмәүен аңланы. Шулай көтмәгәндә Айһылыу менән Илнур дүрт баланың ата-әсәһе булды ла ҡуйҙы.

Әгәр исемдәрҙең холоҡҡа йоғонтоһо тураһында уйланһа, Айһылыу игеҙәктәргә Мәликә менән Әмир тип ҡуштырмаҫ ине. Был ут ҡыҙыҡай менән хәйләкәр малай Айһылыуҙың иҫәп-хисап донъяһын пыран-заран килтерҙе. Бала табыу йортонан ҡайтҡан тәүге мәлдә көндө төн менән бутау иң ябайы булып тойола башланы, терегөмөштәй теремек бәпестәрҙән күҙ яҙлыҡтыра алманы. Тәүҙә «ярамай» категорияһына ҡараған бөтә әйбер шкаф өҫтөнә менеп ятты. Һуңынан бөтөн әйберҙәрҙе йәшерергә шкаф баштары етмәй башланы. Он, ярма, тоҙ, шәкәр түгелмәгән саҡты иҫләмәй Айһылыу. Тыныс ҡына берәй ерҙә үҙе генә ултырып уйнарға яратҡан Морат өйҙә ҡасыр мөйөш таба алмай аптыранды. Йәсминәһе ишекте шартлата ябырға өйрәнә, ә Айһылыу ҡайһы ваҡыт үҙенең ҡасан сәсен тарағанын да онота башланы. Тынғыһыҙ игеҙәктәрҙе ҡарашырға ярҙам итәбеҙ, тип килгән өләсәй менән ҡәрсәй ике-өс көндән ҡан баҫымы күтәрелеп ҡайтыу яғын ҡараны.

«Игеҙәктәр» тигән нон-стоп реалити-шоуҙың беренсе йылын йомғаҡлауға Айһылыу үҙенең иҫәп-хисаптары һәм план ҡороуҙарынан бөтөнләй баш тартҡайны инде. Ә бына перфекционист холҡо һаман уңайһыҙлыҡтар килтереүен дауам итте: өйҙөң иҙәне сүп-сарһыҙ булырға, сиселгән кейем өйөлөп ятмаҫҡа, йыуырға, үтекләргә, таҫлап һалырға тейеш...

– Эй, әҙерәк үҙеңә тынғы бирсәле, – тип Әлфиә уны урамға алып сығып китә торғайны ҡайһы ваҡыт. Әхирәтенең бөртөк улы Азаматы инде үҫмер егет, әсәһенең үҙен һаман бәләкәй бәпес яратҡан кеүек иркәләүенән уттан ҡасҡандай ҡаса, тиһәң дә була. Урамға сыҡҡанда Әлфиә Айһылыуға Моратты етәкләтә лә үҙе игеҙәктәрҙе ике яҡтан эләктерә. Шунан әхирәтенә ҡарап шарҡылдап көлә:

– Ярай инде, ҡурҡма, әллә шул игеҙәктәреңә йәбешмәһәң, үҙең баҫып тора алмайһың?

– Их, Әлфиә, һине балалар ярата шул.

– Үҙең бит икебеҙгә бирелгән планды үтәгәнһең, магазинда миңә ҡалмаған, –тип шаярта уныһы. Айһылыуҙы тиктормаҫтары менән сауҙа үҙәктәренә лә һөйрәп сығарғаны булды Әлфиәнең. Бер тапҡыр әхирәте кейенергә яратҡан ҡиммәтле кибеттең манекенын саҡ тотоп ҡалып өлгөрҙөләр, шунан һуң башҡа балалар менән сауҙа үҙәгенә йөрөмәне.

Уята, йыуындыра, кейендерә, ашата. Айһылыуҙың иртәһе шулай башланып китә. Ҡыҫҡаһы, Айһылыуҙың көнө хәҙер ҡылымдарға буйһона, һандар һәм графикка түгел. Игеҙәктәр уяу саҡта минут та тынғы юҡ. Мәликә менән Әмирҙең уйынсыҡ-фәлән өсөн тартышҡандары юҡ, ә бына апай менән ағайға ҡаршы бер фронт булып сығырға харап шәптәр.

– Әсәй! Әйт әле, минең фломастерҙарыма теймәһендәр! – тип ҡысҡырып ебәрә Йәсминә.

Ниндәй фломастер? Уның кеүек "ҡурҡыныс" әйберҙәрҙе Айһылыу игеҙәктәр имгәкләй башлау менән юҡ итте. Тимәк, тағы өләсәһе алып биргән. Уй, обойға һыҙһа һыҙһындар, мебелгә генә... Ай, Алла!

– Әсәй, минең лего!.. – Тимәк, Мораттың лего-ҡаласығын тағы пыран-заран килтергәндәр...

Айһылыу йәнә аңлата, йыуата, алдаштыра. Ә игеҙәктәр йоҡлап китеү менән өй буйлап йүгереп йөрөп йыйыштыра, урынлаштыра, бешеренә. Йәнә ҡылым. Бөткөһөҙ ҡылым.

Шуға быйыл эшкә сығырға ваҡыт еткәйне, йәйәнән ысҡынған уҡтай атылды. Шул тиклем үҙенең теүәл иҫәп һәм графиктарҙан торған эшен һағынғайны. Бер ҡатлы йүләр. Хәҙер Айһылыу уята, ашата, кейендерә, мәктәпкә оҙата, балалар баҡсаһына, иҫәпләй, график төҙөй, отчет әҙерләй, ә кисен йыйыштыра, урынлаштыра, бешеренә.

Әсәйҙәр көнө, тиме бөгөн? Айһылыуҙың көн дә әсәйҙәр көнө! Ул хәҙер тәгәрмәстәге тейендән дә етеҙерәк. Әгәр элек өйҙә ҡатындың маршруты “кухня-ванна-кухня” менән генә сикләнһә, хәҙер ул ҙурыраҡ – “эшйорт-эш”. Алты кешенән торған ҙур ғаилә ике бүлмәле “хрущевка”ға һыймай башлағас, фатир киңәйттеләр. Бөйөк халыҡтар күсенеүенән кәм күсенмәне уларҙың бәләкәй булмаған ғаиләһе. Хәйерсе булһаң, күсенеп ҡара, тип белмәй әйтмәгән боронғолар. Һәр нәмәне үҙ урынында ғына һаҡлаған Айһылыу һаман шул саҡтағы әйберҙәрҙе урынлаштырып бөтә алмай, етмәһә, Илнур был фатирҙа балалар бүлмәһенә ремонт башлап ебәрҙе. Асыуым да килмәгәйе, ниңә шул ремонтты күскәнсе үк яһап булмай икән?! Әлеге лә баяғы Йәсминә сат йәбеште, минең үҙ мөйөшөм булырға тейеш, йәнәһе. Тоҡ-тоҡ әйбер бер бүлмәнән сыға ла икенсеһендә туҙа, мебель һаман ҡоролмаған, ятып торор түгел, аяҡ баҫыр урын юҡ, етмәһә, Айһылыуҙың эшендә тығыҙ, отчет өҫтөнә отчет, йыл аҙағы яҡынлаша. Ҡәйнәһен, йә әсәһен саҡырыр әмәле лә юҡ, береһе килендең балаһын ҡараша, ул да ауылда эшкә сыҡты, икенсеһе донъяны ҡалдырып китә алмай. Унан тағы, ҡайҙа саҡырһын инде, был яңы фатирҙа үҙҙәре һаман урынлашып бөтә алмай. Тәртипкә килтереп, йыйыштырғас, саҡырыр әле. Ә әле өйҙә мәхшәр.

Бына шундай ваҡытта игеҙәктәр ниндәйҙер вирус алып ҡайтты. Балалар баҡсаһына йөрөгән бала ауырымай тормай инде, шулай ҙа… Быйылғы вирус ҡыҙыҡ ҡына, тән ҡыҙыуы юҡ, әммә үпкәләрен аҡтарып алырҙай итеп ҡоро йүтәл һәм тымау йонсота. Айһылыу балаларға сәғәтләп дарыу бирә, танауҙарын сайҙыра, тамаҡтарына һиптерә, шул арала “удаленно” отчеттар эшләй. Эшендә “больничный”ға китәм тигәненә күҙ аҡайттылар ҙа, өйҙән эшләрһең, тип кенә ҡуйҙылар. Харап икән, Айһылыу алты йыл декретта ултырғансы заман хәтәр алға киткән, имеш. Ауырыйһыңмы? Эшкә йөрөй алмайһыңмы? Зарар юҡ, өйҙә ултырып ҡына эшлә! Закон мөмкинлек бирә! Ә ауырығанда эшләрлек хәлең бармы, уныһы ҡыҙыҡһындырмай… Был көндәрҙә ҡатын, ысынлап, ныҡ арыны. Бөгөн Әсәйҙәр көнө, тиһегеҙме? Ҡуйһаңсы! Айһылыуҙың өйөндә көн дә әсәйҙәр көнө.

Тәүҙә ике әхирәт сағыу витриналағы кейем-һалымдарҙы ҡарап сауҙа үҙәгенең бер ҡатын урап сыҡты, шунан кафеға туҡталды. Әлфиә, ғәҙәтенсә, Айһылыуҙы ултыртып: “Шулайтҡандармы, и-и-и, бәпәйҙәремде ысын әрләмәнеңме?” – тип көлөп, игеҙәктәрҙең сираттағы мажараһын тыңлап алды. Әхирәтенә һөйләй торғас, Айһылыу ҙа буяу ваҡиғаһын бер ҡыҙыҡ хәлдәй күреп тынысланды.

– Айһылыу, бер нәмә әйтәйемме? – тине ҡапыл уйсанланып китеп, сәйле сынаяғын балғалаҡ менән баянан бирле болғап ултырған Әлфиә. Күңеле бушанған Айһылыу был ваҡытҡа кире өйгә ҡайтыу тураһында уйлана башлағайны. Йә, нимә тип бушҡа сығып йүгерҙе инде? Кискелеккә нимә ашайҙар икән? Һыуытҡыста билмән бар ине лә ул, таптылармы-юҡмы?..

– Хатта әйтергә лә ҡурҡам, тфү-тфү, тип кенә тыңла инде. Беҙҙең ЭКО, ниһайәт, ыңғай булды бит!

Айһылыу ғәжәпләнде:

– ЭКО?..

– Эйе, беләһеңме, өсөнсө тапҡырҙан, ниһайәт, ыңғай!

– Һин өс тапҡыр ЭКО эшләттеңме? Ҡасан эшләттең? – Айһылыуҙың аптырауының сиге булманы. Нисек улай, уның Әлфиәһе бит ус төбөндәгеләй апасыҡ, бөтөн тормошон, уйын-тын алышын беренсе курстан белә. Әлфиә менән һөйләшкәндән һуң кухняла ойоп ҡына уйға сумған Айһылыу һиҙҙе өйҙәге тынлыҡтың тиккә түгеллеген. Саҡ ҡына кинәнеп ултырып торғоһо килде. Шуға ла фатир төпкөлөндә дөбөр-шатыр иткәнгә һиҫкәнмәне лә хатта.

Тыныс ҡына торҙо ла тауыш сығанағына китте. Ә ул ремонт яһалған бүлмәнән килә. Мәликә менән Әмир, был ике батша, түбә буяғандан ҡалған аҡ буяуҙы өҫтәренә ауҙарған. Кем ул һауытты тәҙрә төбөнә ултыртып ҡалдырған!? Ниңә бөтәһен дә Айһылыу теүәлләргә тейеш икән?!

– Әсәй, әсә-ә-әй, мин йыйыстылам!

– Йыйыштырғанһың шул, улым, хатта ныҡ йыйыштырғанһың!..

Гел шулай, икәүләп эш боҙалар, ә дипломат ролен Әмир үтәй, утты үҙенә ала.

Бына бит йыйыштырғандар, рәхмәт яуғырҙары! Дөрөҫ эшләгән! Ҡалдырмаҫҡа ине буяуы ҡалған һауытты тәҙрә төбөндә! Ҡалай игеҙәктәр ҡулы етмәҫ ергә ҡуйып ҡалдырған бит әле уны атайҙары!

Айһылыу тыныс ҡына йөрөп, баштан-аяҡ буялған балаларҙы сисендерҙе, йыуындырҙы, кер йыуыу машинаһына кейемдәрҙе тултырҙы. Дивандан иҙәнгә төшмәҫкә бойороп, игеҙәктәргә телефон тотторҙо ла бүлмәне таҙаларға китте.

Ҡата башлаған буяуҙы ҡырып йыуып сыҡҡайны, кухнянан көйгән еҫ килә. Йә, Хоҙай, быҡтырырға ит ҡуйғайны бит! Хәҙер бына кискелеккә нимә ашата? Уф-фф!.. Арыны Айһылыу.

– Беҙ ҡайттыҡ!

– Һайт, нимә яндыраһығыҙ? Яңы фатирҙы ыҫлап алырға булдығыҙмы әллә?

Морат менән Йәсминәне эйәртеп, ҡояштай балҡып ингән Илнурҙы күргәс, Айһылыу игеҙәктәр ауҙарған буяу һауытын иренең ауыҙына терәй яҙып теш араһынан ғына:

– Йыйып ҡуйырға ярамай инеме әллә артыңдан? – тип ыҫылданы. Шунан, балаларҙан телефонды шартлата тартып алып, элгестән курткаһын эләктереп, кейеп тә тормайса, тышҡа атылды:

– Алло, Әлфиә, мин һине сауҙа үҙәгендә көтәм!

– Әйтмәнем шул, ғәфү ит. Берәүгә лә әйтмәнек. Әле ЭКО икәнен дә тик һиңә генә әйтәм, башҡаларға, туғандарға ла хатта әйтмәҫкә булдыҡ был турала.

Айһылыу, әйт инде, күҙ теймәһен, тип?! Үҙем ҡурҡам хатта.

– Әлфиәкәйем, имен-аман йөрөп, иҫән-һау табырға булһын, әлбиттә! Тик аңламайым, проблема шул тиклем ЭКО хәтле ЭКО-ға мөрәжәғәт итерлек инеме ни? Һин бер бала тапҡайның да инде.

– Эх, Айһылыу!.. Бына әле һин бала б...ғына батып барам, тип сәбәләнеп эшкә сыҡтың, ә үҙеңдең ниндәй бәхетле икәнеңде аңлайһыңмы? Иҫләйһеңме, беҙҙең Азат менән айырылышабыҙ, тип пыр туҙған саҡтарҙы?

Бер мәл Әлфиә ире менән ҡаты низағлашып киткәйне. Хыянат арҡаһында булды был хәл. Айырылышам, ундай ир менән йәшәмәйем, тип ныҡ бәрелеп һуғылды. Мәңге көләс, шарылдаҡ әхирәте ҡара янды. Күпмелер айырым йәшәп тә алдылар. Аҙаҡ тормоштары яйланды, кире ҡушылдылар.

– Шунан?

– Их, әхирәт! – Әлфиә ҡулдары менән битен ҡаплап, өндәшмәй ултырҙы. Шунан, ҡулын алмай ғына дауам итте. – Шундай серҙәр була, хатта әхирәтеңә әйтергә ярамай уларҙы.

Айһылыу көттө. Шул осорҙо иҫенә төшөрөп ҡараны, нимә булды һуң әле? Айһылыу Йәсминәгә ауырлы, табиптар, йөклөлөктө һаҡларға, тип дауаханаға һалғайны. Әлфиә илап шылтыратты. Айһылыу ҡулынан килгәнсе йыуатты, ниндәйҙер һүҙҙәр әйтте, шикелле.

– Ул ваҡытта мин ауырлы инем бит...

Ниндәйҙер ауыр һүҙ ишетерен белеп, Айһылыу һиҫкәнеп китте. Көттөрмәне ул һүҙ.

– Һәм мин абортҡа барҙым.

– Әлфиә!..

Әхирәте ҡулдарын битенән алмай оҙаҡ ҡына ултырҙы. Айһылыу нисә тапҡыр әхирәтенә, «әйҙә, тағы берҙе тап», тип бәйләнде икән? Ниңә генә телен тыйманы?

– Мин белмәнем, ғәфү ит!

– Ғәфү ит... Эй, рәхәт шул һүҙҙе әйтеүе. Алты ғына хәрефтән тора. Ә ҡайһылай ауыр ғәфү итеүе, Айһылыу, беләһеңме?.. Белмәйһең, белергә лә яҙмаһын. Бына һин Илнурыңа рәхәтләнеп ышанаһың, уға таянаһың, шуға һис икеләнмәй икенсеһен дә, өсөнсөһө менән дүртенсеһен дә таптың. Ә мин... Хыянатты ла онотоп була икән. Азатты ғәфү иттем. Ә бына үҙемде юҡ. Ғүмерҙә ғәфү итмәм.

– Азат беләме?

– Белә. Белгәнгә күрә лә, ошо ЭКО тип аталған ғазапты минең менән бергә үтә. Мин уға тәҡдим иткәндә ныҡ ҡурҡҡайным, риза булмаҫ, тигәйнем. Ике тапҡыр килеп сыҡманы, аңлайһыңмы, ике тапҡыр! Йомарланып ятам да илайым, шунан торам да мәсеткә йүгерәм, улым Азаматты бүләк иткәнеңә рәхмәт, әлдә улым бар, тип шөкөр итәм. Их, тағы бер тапҡыр шул бәхетте бүләк итсе, тип һорайым. Бына, ниһайәт!..

***

Ғүмер буйы таныш булған кешене лә белмәүең ихтимал. Көләс Әлфиәнең күңеле ниндәй үкенестәрҙән һыҙланыуын иң яҡын әхирәте лә белмәгән. Кеше күңеле ҡарурман шул. Ә үҙеңде, үҙеңде һуң беләһеңме, Айһылыу? Яйлап ҡына ҡар яуғанда әхирәте менән хушлашып ҡайтып килгән ҡатын үҙенең фатиры тәҙрәләренә күтәрелеп ҡараны. Бына игеҙәктәр бүлмәнән-бүлмәгә сабышып донъя туҙҙыралыр. Морат тәүҙә легоһын ҡотҡарырға тырышып ҡарар ҙа, аҙаҡ үҙе лә улар ыңғайына ҡушылалыр. Йәсминә ҡолаҡсынында яңғыраған көй ыңғайына бейей-бейей һауыт-һаба йыуалыр, артыҡ шашып киткән бәләкәстәрҙе “кухняла йүгерергә ярамай” тип ҡыуып сығаралыр. Тегеләре быяла тәҙрә аша тел күрһәткәс, иңендәге таҫтамалын болғай-болғай бәләкәстәрҙең артынан сығып йүгерәлер. Был сабыш, моғайын, аҫтағыларҙың батарея туҡылдатҡанына тиклем дауам итер. Эх, “бәхетле” иттеләр бит был күп ҡатлы йортта йәшәүселәрҙе. Айһылыу йылмайып ҡуйҙы. Йә топ та топ йүгерешәләр, йә ит көйҙөрәләр...

Айһылыуҙың күңелен үкенеү тойғоһо семетеп алды. Кискелеккә ашанылармы икән? Йә, нимәгә туҙынған булды инде? Бер буяу һауытына. Илнур кисә эштән һуң төнгәсә ремонт менән булышҡайны. Уның нисәлә ятҡанын да белмәй Айһылыу. Ныҡ арыһа, ултырып та ҡалғандыр.

Айһылыуҙы фатир тәмле еҫтәр менән ҡаршы алды.

– Әсәй!.. Әсәй ҡайтты!.. – Иң беренсе игеҙәктәр йүгереп килеп, ике яҡтан ҡосаҡлап алды, шунан шым ғына Морат һыйынды. Йәсминә атаһы менән ашһыу бүлмәһенән сыҡты.

– Әсәй, байрам менән! Мин торт бешерҙем!

– Әсәйҙәр көнө менән! – Илнур ҙа килеп сикәһенә ҡағылды. – Ял иттеңме?

– Ҡасан һуң ул Әсәйҙәр көнө тигәне?

– Иртәнән һуңға, ял көнө.

– Ну, әсәй, шуны ла белмәйһеңме?

Айһылыу үҙенең үпкәләрен ҡосаҡлап, сауҙа үҙәгендә сағыу витриналарға һоҡланып йөрөгәнсе, өйҙәгеләр бер аҙ тәртип урынлаштырған. Йыуыулы кер киптерергә эленгән, туҙып ятҡан кейем-һалым йыйылған һәм иң мөһиме, матур ғына табын ҡоролған. Ирҙәрсә ҡуйы итле-картуфлы аш Илнурҙың ижадылыр. Ә ни арала ҡыҙы торт бешереп өлгөргән? Үҫкән шул ҡыҙы, тамам ҡул араһына ингән.

– Әсәй, был һиңә спа-процедуралар, ошо йомроҡастарҙы ваннаға һалып, йылы һыуҙа ятып торһаң, яратҡан мунсаңдаң кәм түгел. Бына, еҫкәп ҡарале, ниндәй тәмле! – Бүләк тә һайлап өйрәнгән бит әле ул.

– Әсәй, әсәй! – Мәликә менән Әмир тағы һүрәт төшөрөп әҙерләп ҡуйған.Оялып ҡына Морат та үҙенең ҡағыҙ сәскәләрен килтереп тотторҙо. Һыуытҡыс ишегендә ҡуйыр урын ҡалдымы икән? Эй, ярай, булғас булһын шундай байлыҡ!

– Әсәй, мин кинотеатрҙа сеанстарҙы ҡарап, билетҡа бронь ҡуйҙым атай менән икегеҙгә. Барығыҙ, рөхсәт итәм! Ултырып торормон бынауҙар менән! Ну-ка, тыңлайбыҙ апайҙы, тиегеҙ! – Апай һеңлеһе менән ҡустыларына ымланы, тегеләре йәһәтерәк баш ҡағырға ашыҡты.

– Йә, барабыҙмы?

– Ә ниңә бармаҫҡа? Рөхсәт булған саҡта барып ҡалайыҡ. Ниндәй кино һуң?

– Хәҙер әйтәм, – Йәсминә телефонына ҡараны. – Ой!.. «Әсәйҙәр көнө» тип атала.

Киноға йыйынған атай менән әсәй кеше бер-береһенә ҡараны, иң беренсе Айһылыу пырхылдап көлөп ебәрҙе, уға һаһылдап Илнур, шунан сыңғыратып бәләкәйҙәр ҡушылды.

Әсәйҙәр көнө, тиме? Булһын шул, көн дә әсәйҙәр көнө булһын!

Гөлсимә ИШТАНОВА 

Автор: Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: