
Кистән башланып, иртәнгәсә туҡтамаған буран бар донъяны аҡҡа сорнағайны. Төнгө ыжғыр ҡунаҡ «Был мөйөштәр, соҡорҙар, уйынтылар, ышыҡ урындар нимәгә кәрәк инде?» тигәндәй, мөмкин булған бар ергә ҡар тултырып, һылапһыйпап ҡуйған. Дүрт баҫҡыслы тупһа урынында ла йыйырылып-йыйырылып тығыҙланған ҡар тауы хасил булған. Тәбиғәттең ямғырын да, ҡарын да, эҫе ҡояшын да, ел-дауылын да «Хоҙай Тәғәлә рәхмәте» тип ҡабул итеп өйрәнгә әбей тыныс ҡына эшкә керешмәксе булды. Иҫәбе – иң тәүҙә ҡар аҫтынан тупһаны юллап табыу. Тик был ниәт өлкән йәштәге әбейгә бик еңелдән түгел ине. Етмәһә, көрәп алған ҡар, епшек булғанлыҡтан, бер нисә ҡат һелкеүгә лә көрәктән төшөргә теләмәй, һылашыпмы-һылаша. Тупһаны улай-былай ҡарҙан әрсәләгәнсе Ғәйникамалдың хәле бөттө, әхмәлгә төшөп, баҫҡысҡа сүгәләне. Ошо миҙгелдә үҙен һиҙҙереп алған йөрәген тыңлай-тыңлай, йыш-йыш тын алған хәлдә үҙ алдына һөйләнеп ҡуйҙы ул:
– Өлкәнәйгәс, бөтөнләй икенсе төрлө икән, ҡайһы арала ғүмер үтеп киткән дә, йәш саҡтағы сәләмәтлек ҡайҙа ҡалды икән?... И-и-и-и, Хоҙайым!.. Эйелһәң, баш әйләнә, әҙ генә эшкә тотонһаң, йөрәк ҡаға, бил тирәләре ойоп ҡата башлай, аяҡтар һыҙлай... Хоҙайҙың рәхмәте, үтте бит ғүмеркәйҙәр, ҡайҙа ҡалды ер емертеп эшләгән саҡтар? Ҡайҙа Зәкирйән менән иңгә-иң терәшеп донъя көткән саҡтар? Бер генә була икән ул саҡтар, бер генә-ә-ә. Ә бит ғүмер буйы эшкә ныҡ булдыҡ. Башҡалар кеүек балнис юлын да тапаманыҡ... Эйе, эйе, ҡартайғансы духтырҙарҙы күрмәнек, дарыу төймәһе йотманыҡ... Бынау буранын әйтер инем... Яңғыҙ әбейҙән көлгән кеүек... Уҙған шәмбелә район үҙәгендә йәшәгән улы Венер тап-таҙа итеп көрәп киткән ихатаны бер төн эсендә яңынан көрткә күмгән... Ғәйникамал көрәгенә таяна-таяна, ҡар өйөмдәренә һағыраҡ баҫырға тырышып аҙбарына табан атланы. Епшек ҡар тып-тығыҙ. Хатта урыныурыны менән батмай ҙа. Ҡар ҡатылығына артыҡ ныҡ ышанып, һаҡлыҡты юғалтып ебәрҙе әбей. Бер урында таянған көрәге яртылаш ҡарға инеп киткәс, бөтә кәүҙә ауырлығын уң аяғына күсермәксе булғайны ла, гөбөрт итеп ҡарға сумды. Шул мәлдә тигеҙлеген юғалтҡан кәүҙә бер яҡҡа янтайып китте. Ҡулы, таяныр нөктә эҙләгәндәй, буш һауаны ҡармаланы. Эйе шул, буш һауала «тотон, әбекәй» тип һиңә тотонғос әҙерләп ҡуйғандар, ти... Тотон, бар... Әбей күҙ асып йомғансы ҡар һырынтыһы артына уҡ тәгәрәп китте. Бер килке тора алмай ятты Ғәйникамал. Эсенән генә: «Шулай була икән яңғыҙ ҡартлыҡ, эргәңдә иңеңде терәрлек кешең булмағас, шулай тәгәрәп тә китәһең икән, әстәғәфирулла», – тип уйлап ҡуйҙы. «Бабайы иҫән булһа, бөгөн былай ятмаҫ ине лә бит». Шулай ҙа уфылдай-уфылдай тороп, һуҡранып юлын дауам итте. Аҙбар ҡапҡаһы эскә асыла торған итеп эшләнгәнлектән, уны көрәргә лә кәрәкмәне. Зәкирйәненә мең рәхмәт, урыны йәннәттә булғыры, ошондай ҡышҡы бурандарҙы күҙ уңында тотоп шулай эшләгән дә инде ҡапҡаны. Йорт-ергә, ҡаралты-ҡураға ҡулы бигерәк оҫта булды шул мәрхүм бабайының. Вафатына бер генә йыл, ә аҙбар-келәттәр кәм тигәндә яңынан ун биш-егерме йыл «ыһ та итмәй» торорлоҡ әле. Бына тағы Ғәйникамалдың күңелен һуңғы араларҙа йыш борсоған «ҡунаҡ» – яңғыҙлыҡ тойғоһо биләне. Был ниндәйҙер тиҙ кенә килеп тиҙ генә үтеп китә торған тойғо ла түгел үҙе. Ул килә лә, тормоштағы башҡа бер нәмәгә лә урын ҡалдырмай, бар уйҙарҙы, бар күңелде, ҡыҫҡаһы, бар булмышты, тәндең барлыҡ күҙәнәктәренә ҡәҙәр биләй ине. Был тойғола йәшәлгән тормоштан ниндәйҙер билдәһеҙ үкенеү ҙә, үткәндәрҙе бәғерҙәр телгеләнгәнсе һағыныу ҙа, юғалтҡандарҙы мәңгегә кире ҡайтарып булмау сараһыҙлығы ла һәм тағы әллә нәмәләр, әллә нәмәләр бар ине. «И-и-и-и, бигерәк иртә китте шул Хоҙай бәндәһе, бигерәк ашыҡты мәңгелек донъяларға... Алтмыш бишен саҡ тултырғайны бит.. Йәшәргә лә йәшәргә ине лә бит... Әбейен яңғыҙ ҡалдырып... Көтмәгәндә, уйламағанда... – Ғәйникамал эсенән үҙе генә белгән ниндәйҙер доғаларын ҡабатлап алды. – Йә, Раббым, беҙҙең уйҙарыбыҙҙы тура ҡыл, беҙҙең ҡайғыларыбыҙҙы еңел ҡыл... Йә, Раббым, беҙҙең кәмселектәребеҙҙе тамам ҡыл, ҡылған эш-ғәмәлдәребеҙҙе ҡабул ҡыл, үә дәхи доғабыҙҙы ла ҡабул ҡыл... Аллаһ Тәғәләгә, Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмгә үә Уның әһле үә сәхәбәләренә – барыһына ла рәхмәт күндер». Күҙҙәре «тышта тороп ҡалған» Ғәйникамал аҙбар ҡараңғылығына эйәләшкәнсе бер аҙ уйланып баҫып торҙо. Әскелтем тиреҫ, һыйыр еҫе, хуш еҫле ҡоро бесән, арпа һаламы еҫтәре аңҡыған йылы, дымлы аҙбар һауаһынан күкрәктәргә рәхәт булып китте. Бында ышыҡ һәм тыштағы һалҡын ҡарлы елдең әҫәре лә юҡ ине. Ә һыйыры – Йондоҙҡайы йылы аҙбарҙа тыныс ҡына көйшәп ятһа ла, ара-тирә мышнап, тәрән һулап ҡуя. «Аңлайһыңмы хәлкәйҙәремде?» тигәндәй, ҙур дымлы күҙҙәрен мөлдөрәтеп әбекәйгә бер аҙ ҡарап тора ла тағы тыныс ҡына көйшәй башлай. «Оҙаҡламаҫ, ошо көндәрҙә быҙаулап ҡуйыр, Алла бирһә... Инде иҫән генә ҡотола күрһен инде һыйырҡайы... Әйткәндәй, һыйырҙарҙың хәтер яғы нисек икән? Үткәндәрен оҙаҡ онота алмай микән малҡайҙар?” Ә бына Йондоҙҡайҙың бар тормошо Ғәйникамалдың бөгөнгөләй күҙ алдында... Эйе, бөгөнгөләй күҙ алдында, марттың егерме өсө ине ул көн. Иртән аҙбарға сығып, шундай ҙа матур быҙауҙы күргәс, Зәкирйән менән Ғәйникамалдың иҫ-аҡылдары киткәйне. “Әстәғәфирулла! Тәүбә, тәүбә... Сөбханалла-машалла!.. Хоҙай Тәғәлә тарафынан ебәрелгән изге йән эйәһе был... Тана икән, бигерәк матур ҡыҙ булған был... Берүк яман күҙкәйҙәр теймәһен үҙенә”, – тиештеләр. «Тфү- тфү...» тип, тирәяҡҡа төкөрөнгәндәй итеп, быҙауҙың муйынына ҡыҙыл таҫма таҡтылар.
Зәкирйән менән Ғәйникамал баштарына ошолай ҡапыл килеп төшкән күңелле мәшәҡәткә һөйөнөп йүгереште. Кәрәкһә лә, кәрәкмәһә лә бер-береһенә йомош-эш ҡушып, кәңәш-төңәш итеп самаһыҙ ҡауҙырландылар. Уйлап ҡараһаң, бөтөнләй үк көтөлмәгән бәхет тә түгел ине был. Һыйырҙың быҙауларға тейешлеген һәр ауыл кешеһе кеүек алдан белде улар. Сабыр ғына көтөп йөрөнөләр. Тик шулай ҙа был – оло ваҡиға. Был – ҙур һөйөнөс... Был – йортҡа бәрәкәт килеү тигән һүҙ. Ә «Хоҙай бүләге» әле нығынып етмәгән тояҡтарына баҫып, еүеш мороно менән инәһенең һөттән ташып бүрткән елененәтөртә башланы. Оло, ауыр эштән ҡотолған малҡай мәшәҡәт атҡарып йүгерешеп йөрөгән хужаларға битараф ҡиәфәттә, дымлы ҡара мороно ғына түгел, ә бөтә башы апаҡ һөт күбегенә батҡан «аҡ ойоҡло ҡыҙыҡайын» ялап киптерә башланы. Маңлайында йондоҙға оҡшаған аҡ табы булғанға, яңы тыуған быҙауға шунда уҡ “Йондоҙҡай” тип исем дә биреп ҡуйҙылар. Хәтирәләр тулҡынында йөҙгән Ғәйникамал һыйырының маңлайын һыйпап алды, иркәләп муйын аҫтарын ҡытыҡланы. Ә Йондоҙҡай хужабикәһенең ошо иркәләүен генә көткәндәй, дымлы ла, бер аҙ ҡытыршы ла теле менән уның ҡулын ялап алды, ниҙер уйлағанын аңларға теләгәндәй, көйшәүенән туҡтап, ҙур күҙҙәре менән әбейгә текәлгәйне. Хәрәкәтһеҙ баҫып тороуҙан аяҡтары ойоп китеүен самалап, Ғәйникамал мал улағы ситенә һөйәлде. Ҡабаттан күңелле лә, һағышлы ла булған хәтирәләр тулҡынында йөҙөп китте... Быҙауҙың дүрт бәкәле лә тубыҡтан тояҡтарына тиклем ап-аҡ ине, әйтерһең, аҡ ойоҡтар кейҙереп ҡуйғандар. Йорт хужалары ай үҫәһен көн үҫеп, ҡайһы арала түп-түңәрәк көр танаға әйләнгән Йондоҙҡайҙы нәҫелгә ҡалдырырға булды. Хужаларҙың үҙҙәре менән бергә ҡартайған һыйыры бигерәк аҡыллы булды. Мәрхүм Зәкирйәне һәр ваҡыт әйтер ине: “Кеше аҡылы бар был малда, ҡарсыҡ (ул әбейгә мөрәжәғәт иткәндә, яратып, ҡарсыҡ тип өндәшә ине), Хоҙай Тәғәлә тарафынан ебәрелгән ул беҙгә... Хужаның ошо һүҙҙәрен ҡеүәтләгәндәй, Йондоҙҡай үҙе лә бер ҡырын эшкә лә уҡталманы. Көтөү боҙоп йөрөүсе алама мал исеме күтәреп, кеше бесәнлеген, ауылға терәлеп торған колхоз баҫыуҙарын тапап йөрөмәне. Көтөүҙән беренсе ҡайтып инер, ә ҡапҡа асмай торһалар, тыныс ҡына көтөр ине. «Мал эйәһенә оҡшай», тиҙәр. Ғүмер буйы ауылда тәртип, аҡыллылыҡ өлгөһө булған Зәкирйән менән Ғәйникамалға һәм уларҙың һыйырҙарына ҡараһаң, был боронғо халыҡ әйтеменең дөрөҫлөгөнә инанаһың. Һыйырҙың көн дә алып ҡайтҡан утыҙ ҡаҙаҡлы биҙрә тулы һөтө яңы айыртылған ҡаймаҡ кеүек ҡуйы ине. Ауыл ерендә бит һыйырһыҙ йәшәүҙәре, ай-һай, ауыр... «Һыйлы көнөң – һыйырың» тигәндәй, һөтө лә, ҡаймағы ла, эремсеге лә, ҡатығы ла, майы ла шул һыйырҙан. Хоҙайҙың һәр бирмеш йылында быҙауын да табып торҙо. Йондоҙҡай «аҡ ризыҡ»ҡа ла рәхәтләндерҙе. Быҙауы ла туҡ булды, өйҙәгеләргә лә етте. Балалары ла ҡаймағын, һөтөн, ҡатығын, эремсеген, күпме кәрәк, ташып ҡына торҙолар. Малҡайҙың бөтә күрше-тирәне һоҡландырған тағы ла бер үҙенсәлеге шунда – ул башҡа кеше һыйырҙары кеүек быуаҙ йөрөгәндә икешәр-өсәр ай ташлатып тормай, ә йыл әйләнәһенә һауҙырыр булды. Донъя көтөргә ғәйрәттәре бар сағында Ғәйникамалдың, бер нисә һыйыр аҫраған күршеләренән көнләшеңкерәп, иренә «ике баш итәйек» тигән саҡтары ла булғыланы. Әммә Зәкирйәне «Һигеҙ һыйыр аҫырағансы, һимеҙ һыйыр аҫыра» тип әйткән боронғолар, Йондоҙҡай етмәйме һиңә?» тип кенә яуап бирер ине. ...Үткән йылдар – аҡҡан һыу. Балалар ҙа үҫеп етте бер заман. Төн йоҡламай бала ҡарауҙар ҙа бер ваҡыт була икән кеше тормошонда. Оло ҡыҙҙары Ҡазанда уҡыны ла, шунда эшкә инеп, төпләнеп тә ҡалды. Ҙур икән Ҡазан тигәндәре... Кинйәләре Зариманы ла апаһы үҙ эргәһенә тартты. Хәҙер инде икеһе лә «башлы-күҙле» булып, Ҡазанда йәшәйҙәр. Ғаиләләре лә тулы, торор фатирҙары ла бар, Аллаға мең шөкөр, киләсәктә дә шулай Хоҙай Тәғәлә рәхмәте менән көн күрһендәр... Уртансы улдары – Венер исемлеһе – ҡыҙ туғандары кеүек «институт» тип йөрөмәне. Һөнәрселек училищеһын тамамланы ла, һалдат хеҙмәтенән ҡайтҡас, район үҙәгендә төпләнде.
Үҙе шикелле үк юғары уҡыу йорттары менән мәшәҡәтләнмәгән бер ҡыҙға өйләнде. Килендәре – күрше Аҡтаныш районының Шишмә ауылынан. Һәйбәт ғаиләнән, тырыш нәҫелдән булды килен. Ғәйникамал уны бер күреүҙә үк үҙ итте һәм яратты. Яратты тигәндән... Был яратыу һаман да шул үҙ ҡаны булған малайының яҙмышын ҡайғыртыуҙан ғибәрәт ине. Ирҙәр бит – оло бала... Уларға айырым тәрбиә кәрәк. «Ирҙәрҙе ир иткән дә ҡатын, сир иткән дә ҡатын», тип тә юҡҡа әйтмәгәндәрҙер, моғайын. Ана, түбән ос Хәмдүнәнең малайы шул йүнһеҙ килендәре арҡаһында башын элмәккә тыҡманымы ни?.. Ә килендәре Әлмира барыбер, кеше башына еткәс тә, аҡылға ултырманы. Һаман шул бөтә мирға ыстырам булып йөрөүен дауам итә. Малайының тормошо өсөн эстән һөйөнөп йөрөһә лә, һаман ҡолағына туҡып ҡына тора Ғәйникамал:
– Штубы килендең ҡәҙерен белеп кенә йәшә. Атайығыҙ ғүмерҙә лә еңел холоҡло, ҡауҙыр булманы, – ти.
Әле был килештән балалар үҫтереп, бер тигән йәшәп яталар... И-и-и-и, Хоҙайҙың рәхмәте, Зәкирйәне иҫән сағында балаларының ситкә таралыуына ла артыҡ әһәмиәт бирмәне шикелле Ғәйникамал. Ул саҡтарҙа бар кешенең телендә «ҡала» ла «ҡала» булды бит. Шунда эләккән, шунда төпләнгән кеше бәхетле булды. Ә тыуған ауылда ҡалыуҙы бер түбәнлеккә һананылар. Шуға күрә лә Ғәйникамал ҡыҙҙарының ҡалала ҡалыуҙарына бер яҡтан хафаланһа , икенсе яҡтан, һөйөндө. «Барыбыҙ ҙа бер ерҙә, бер илдә йәшәйбеҙ. Ҡайҙа йәшәһәгеҙ, ҡайҙа йөрөһәгеҙ ҙә, юлдарығыҙ уң булһын. Аллаһ Тәғәлә исеме менән йөрөгөҙ, унан башҡа ҡеүәт эйәһе юҡ. Бисмиллаһыҙ бер аҙым да атламағыҙ. Изге фәрештәләр һеҙҙе бер ҡасан да ташламаһын», – тиеүҙән уҙманы... «Донъя», «йыһан», «кеше ғүмере», «йәшәү менән үлем» тигән мәңгелек төшөнсәләр тураһында ла үҙ фәлсәфәһе бар ине Ғәйникамалдың. Тик кеше ғүмер буйы, мәңгелек донъяларға күскәнсе, үҙ тәжрибәһенә таянып йәшәй икән. Бына ошо тәжрибә, әсе тормош тәжрибәһе күңелдәрҙәге тормош фәлсәфәһен үҙгәртеп тә ҡуя икән. Хәҙер ҡарты мәңгелеккә күсеп оло өйҙә япа-яңғыҙы тороп ҡалғас, яңғыҙлыҡтың ниндәй «әсе бәхет» икәненә ныҡлап төшөндө әбей. ...Әйтмә лә инде, «кеше хәлен беләһеңме, үҙ башыңдан үтмәһә», тигәндәй, үҙ башыңа төшмәһә, белеп тә булмай икән. Самай ғына балаларҙы осороп, бер-береңә терәк булып йәшәр сағында китте лә барҙы. Баштараҡ бигерәк ауыр кисерҙе Ғәйникамал яңғыҙлыҡты. «Бабай, шулай итәйекме, тегеләй итһәк, нисек булыр?» тип Зәкирйәненең күҙҙәренә генә ҡарап торған әбей бер мәлгә бөтөнләй ҡаушап ҡалды. Ғүмер буйы яратҡан хужаһының күҙҙәренә генә ҡарап торған, унан башҡа бер аҙым да атламаған тоғро эттең бер ваҡыт мәңгелеккә аҙашыуы, юғалыуы ла тап шулай була торғандыр. Кәңәш-төңәш итергә, нисек йәшәргә юл күрһәтеүсе лә юҡ, йәшәүҙе өр-яңынан башларға мөмкинлек тә юҡ. Сөнки ғүмер уҙған, ҡартайылған... Ғәйникамалдың да нимә эшләргә белмәгән аҡтары күп булды. Ҡулына эш, тамағына аш барманы. Сараһыҙлыҡтан илап ултырған саҡтары да булғыланы. Көндәрен эш-мәшәҡәт менән үткәрһә, төндәрен үткәреү икеләтә ауыр ине. Ҡайһы ваҡыт үҙен ҡыҙғанып ултыра-ултыра ла, ғүмер буйы яңғыҙ йәшәгәндәрҙе уйлап: “Эскәйҙәрең тулы ут менән нисек итеп ғүмер буйы йәшәмәк кәрәк?” – тип көрһөнөп ҡуя. Етенсе тиҫтәне ҡыуа бит ул да. Был йәштә күңел күҙҙәре бер ҙә генә алға ҡарамай, ә гел генә үткәндәрҙе барлай икән.
Кеше ғүмер көҙөндә күберәк иҫтәлектәр менән йыуанып йәшәй икән. Ә яңғыҙ әбей күңеле йоҡоһоҙ оҙон төндәрҙә ниҙәр генә уйламай ҙа, ниҙәр генә иҫенә төшөрмәй... Ярай әле үткән ғүмерҙәре әсе үкенеүҙәр менән һуғарылмаған... Матур ғына йәшәнеләр... Кеше теленә инмәнеләр, әҙәм рисуайы булып йөрөмәнеләр. Аҙбарында шул бер һыйыры менән ҡош-ҡортонан башҡа бер малы ла юҡ уның. Шулай ҙа балалары мал аҫырап интекмәҫкә ҡуша. Бер нәмәнән мәхрүм булмаҫһың. Бөтә нәмәне лә үҙебеҙ алып килеп торорбоҙ. Һиңә бер яңғыҙыңа күпме генә кәрәк инде? Йә бөтөнләй беҙҙең эргәгә күс, беҙҙә йәшә, интекмә яңғыҙың», – тиҙәр. Мең рәхмәт яуһын балаҡайғыналарына. Хоҙай Тәғәләнең изге фәрештәләре һаҡлаһын уларҙы. Ҡул-аяҡтары һыҙлауһыҙ булһын. Күңелдәренән иман китмәһен. Ҡылған ғәмәлдәре тәүфиҡлы булһын.
Атайҙарының ҡырҡы үткәс үк әйтә башлағайнылар ошо һүҙҙәрҙе, әле лә әйтәләр. Тик Ғәйникамалдың был килештән үҙ фекере бар шул. Һыйырын бөтөрмәй аҫрауҙың да үҙ сәбәптәре бар. Быҙаулатырға кәрәк уға Йондоҙҡайҙы, иҫән-аман быҙаулатырға кәрәк. ...Ҡайһы саҡта йылдар бер-береһенә оҡшаш була. Ул йылда ла яҙ быйылғы кеүек ғәләмәт буранлы килде. Ҡыш буйына ҡар әҙ яуһа ла, март айы бөтә ҡыш буйына төшмәгән ҡарҙы бер аҙнала яуҙырҙы. Ул ғынамы, яуған ҡарҙы бер урындан икенсе урынға күсереп, бар донъяны көрткә күмеп ташланы. Иртән тороп аҙбарға, келәткә барырлыҡ түгел.
Бәҙрәфкә барып хәжәтеңде үтәгәнсе, башта йән тиреңде сығарып юл һалырға, ишеген ҡарҙан асырға кәрәк. Төнө буйы ҡоторған буран, «Донъяғыҙҙы күмдем!.. Инде минең эшем бөттө» тигәндәй, иртәнгә тына. Иртән тороуға шундай тынлыҡ. Әйтерһең, буран яртылаш ҡарға күмелгән өйҙәрҙәге кешеләрҙең күңелдәренә шом һалып төнө буйы мейес торбаларында һыҙғырмаған, һуңға ҡалған юлсыларҙы юлдан яҙҙырып, төнө буйы ҡотормаған. Ә тынғыһыҙ Зәкирйән иртән биштән-алтынан көрәк тотоп ихатаға сыға... Бына ауыл халҡы, күрше-тирә йоҡонан уяна. Бурандың төнгө эшенә хайран-вайран булып баш сайҡай. Ихатаға тау-тау булып өйөлгән ҡарҙы ҡайҙа ҡуйырға белмәй баш вата. Зәкирйән ҡарттың тап-таҡыр итеп көрәлгән ихатаһын, урам алдын күргән, күршелә генә йәшәгән Зариф ҡарт: «Бында нимәлер бар... Сихыр эше был...
Зәкирйән ҡарттың төнгө буран менән әшнәлеге барҙыр. Ҡарт ниндәйҙер сихыр ярҙамында буранға ихатаһына инмәҫкә ҡуша икән... Шуға күрә буран уның өйөн урап үтә...», – тип уйынлы-ысынлы итеп һөйләп тә йөрөнө. Был ата ялҡауҙың ҡыш буйына көрәк тотҡаны юҡ. Бәлки тотор ҙа ине, тик уның ҡар көрәй торған көрәге юҡ. Шуға күрә улар ҡар баҫып киткән донъяла ҡойма-кәртә өҫтәренән генә йөрөйҙәр. Ә урам ҡапҡалары, яртылаш асыҡ көйгә, ҡарға күмелеп ҡатып ҡалған. Эйе, Зәкирйән ҡарттың ихатаһы ла, ҡапҡа төптәре лә көн башланыуға тап-таҡыр итеп көрәлгән була. Ғүмергә шулай иртәсел булды ул. Төшкә тиклем йоҡлап ятҡандарҙы ене һөймәне. Иртәнге эштәрен бөтөрөп, әбейенең һөткә генә туғылған ҡоймағы менән тирләп-бешеп сәй эскәндә бик йыш ҡабатлай торған фекерен әйтеп ҡуйыр ине:
– Ауыл ҡала түгел, әбей. Ҡала халҡы, йоҡоһон туйҙырғас, кәрәк әйберен баҙарға йәки магазинға сыға ла ала. Ә ауыл ерендә йорт-ҡураң етеш, табының мул булһын өсөн йоҡлап ятмаҫҡа, иртә таңдан кискә хәтле һелкенергә кәрәк. Хәрәкәттә – бәрәкәт, тигән бит боронғолар ҙа, – ти.
Ҡартының ҡаршыһына ултырып, бушаған сынаяҡтарға ҡабаттан тәмле итеп сәй яһаған Ғәйникамал:
– Бик дөрөҫ әйтәһең, бик дөрөҫ, – тип уның һүҙҙәрен йөпләп ҡуйыуҙы кәрәк таба. Сөнки яҡшы белә, был, беренсенән, уның ярты быуатҡа яҡын бергә ғүмер һөргән ҡартының йәшәү рәүешенә әйләнгән кире ҡаҡҡыһыҙ фекере, икенсенән, икәүләп үткән тормош юлында шулай күнегелгән – ҡатын-ҡыҙ һис ҡасан иренә ҡаршы һүҙ һөйләп ултырмаҫ. Был мосолман ҡатын-ҡыҙҙарының хәҙерге йәштәр араһында юғалып, онотолоп барған иң гүзәл сифаттарының береһе бит...
Аҙбарҙағы бына-бына быҙауларға торған һыйырын да тәрбиәләп кенә тора Зәкирйән. Улағына йәй еҫтәре килеп торған хуш еҫле сәскә-бесәнен һала. Бойҙай һаламын ҡайнаған һыу менән бешекләп, уға көрпә ҡушып, башаҡ яһап бирә. Һыуҙы йылытып, бер аҙ шәкәр болғатып ҡына эсерә (ҡарынындағы быҙауын өшөтмәһен, йәнәһе). Быҙаулар ваҡыты еткәндә малды төндәрен дә сығып ҡарайҙар. Сөнки күрмәй ҡалһаң, яңы тыуған быҙауға һалҡын тейергә лә мөмкин. «Йығылырымды алдан белгән булһам, шул урынға һалам түшәп ҡуйған булыр инем» тип әйткән ти берәү. Үҙен алда ниҙәр көткәнен әҙәм заты бер нисек тә белә алмай шул. Барыһы ла матур башланды. Донъя ал да гөл кеүек ине. Тик Зәкирйәндең генә күңеле иртәндән үк болотло күк йөҙөн хәтерләтте. Нимәгә эсе бошҡанын үҙе лә аңламаны. Ә күңелһеҙ хәл булаһы көндө, төш еткәс, тынғыһыҙ ҡарт түбәнән бесән төшөрәм тип аҙбарға сыҡты. Беренсе ҡарашҡа барыһы ла тәртиптә ине. Йондоҙҡай бер ситтәрәк тыныс ҡына көйшәп баҫып тора. Аҙбарҙа йылы һәм ышыҡ. Тик, гонаһ шомлоғона ҡаршы, ҡарт бесән күтәреп түбәнән төшкәндә һыйыр мөгөҙө менән баҫҡысҡа килеп бәрелде. Шул саҡ кәүҙә тигеҙлеген юғалтҡан Зәкирйән һәнәге-бесәне менән түбәнгә тәгәрәне һәм күҙ асып йомғансы һыйырҙың аяҡ аҫтына килеп төштө. Юҡ, имгәнмәне ул. Бары тик шулай кинәт булған хәлдән шаңҡып ҡалды. Бер аҙ һушын йыя алмай торған ҡарт, үҙен-үҙе белештермәҫтән, һикереп тороп ҡулындағы һәнәк һабы менән һыйырына һуғып ебәрҙе. Үҙ ғүмерендә малға ҡул күтәрмәгән, мал йәнле Зәкирйән үҙенең был йәмһеҙ ҡылығына үҙе лә аптырап китте. Ә бит, Хоҙай шаһит, һис кенә лә һуғырға теләмәгәйне ул... Шайтан үҙе ҡотортҡандыр, күрәһең... Шайтанмы, түгелме, тик эш уҙғайны. Буралай ҡорһағына һәнәк һабы эләккән Йондоҙҡай башта әллә нисек кенә итеп арт аяҡтарына ултырҙы. Унан, «Ней эшләнең һин, хужам?» тигәндәй, сиктән тыш ялбарыулы, ҡурҡыу ҡатыш күҙҙәрен тултырып ҡарап йәмһеҙ итеп бер мөңрәп ҡуйҙы...
Яҡты донъяны күрергә насип булмайынса, ҡарында үлгән быҙауҙы, бары тик бер аҙна үткәс, колхоздың мал врачы Ғарифйән киҫәкләп-киҫәкләп саҡ алып бөтөрҙө.
– Көнө еткән булған малҡайҙың, – тине ул, һыйыр ҡарынын инде сереп еҫләнә башлаған үләкһә киҫәктәренән таҙарта-таҙарта. Шулай ҙа, Ғәйникамалдың Кәштей Мәрзиәһенән утыҙ һумға алып ҡайтҡан бер шешә самогонын икегә генә бүлеп йотҡас, хужаларҙы үҙенсә тынысландырҙы ул. – Нисауа-а-а, малҡай йәшәргә тейеш... Быйыл яҙмаған булһа ла, киләһе йылға быҙаулар, Алла бирһә. – Мал врачы өҫтәлдәге бушаған шешәгә өмөтһөҙ генә ҡараны. – Иртәгә тағын бер урап китермен, – тип ишеккә ыңғайланы...
Был хәлгә иң ныҡ ҡайғырғаны, әлбиттә, Зәкирйән үҙе булды. Йондоҙҡайҙың интегеүҙәрен күреп уның бәғере телгеләнде, һис ҡасан булмағанса үҙәге өҙөлдө. Ҡарттың рыяһыҙ күңеле килеп тыуған хәлде бер нисек тә үҙгәртеп булмау сараһыҙлығынан әрней-әрней бик оҙаҡ иланы. Ул был хәлдән һуң һыйыр торлағына бөтөнләй инмәҫ булып ситләште.
– Үҙем генә, бары тик үҙем генә ғәйепле, – тип көнө-төнө үҙен битәрләгән Зәкирйәнде әбейе үҙенсә тынысландырырға тырышты:
– Кит инде, «һыйыр быҙау һалды», тип кеше шулай үҙен үҙе бөтөрәме? Хоҙай насип итһә, киләһе йылға булыр... «Уҙған эшкә салауат» тип шөкөр итергә кәрәк, – тигән һүҙҙәрен аҙым һайын ҡабатлар булды.
Ваҡыт тигәндәре бер ҙә тик тормай. Бер туҡтауһыҙ аҡҡан Баҙы һыуҙарылай аға ла аға. Дүртөйлө яғындағы Бурлытау артынан һәр иртә күтәрелгән ҡояш нәҡ ауыл өҫтөнән генә уҙа ла кискеһен ҡайҙалыр Саҡмағош яҡтарына барып бата. Был Хоҙайҙың һәр бирмеш көнөндә шулай ҡабатлана ла ҡабатлана. Март айы ла, ошо тәбиғәтҡанунына ярашлы, үҙенең күңелһеҙ хәлдәре менән артта ҡалды. Йәмле йәйҙәр етеп, ауыл малдары көтөүгә сыҡты. Барыһы ла ҡабатланғандай ине. Барыһы ла күп тапҡыр булғанса кеүек... Гел генә элеккесә кеүек ине... Тик оҙон ғына ғүмер кисергән ҡарт та, әбей ҙә был «кеүек»теңысын түгелен аңлай ине. Аңлай инеләр, әммә бер-береһенә был турала «ул белә күрмәһен!» тип әйтмәҫкә тырышып йөрөгән булдылар. Кисен, мал көтөүҙән ҡайты ваҡыттарҙа, бер-береһенә ҡарамаҫка тырыштылар. Эйе, бар нәмә элеккесә кеүек булһа ла, Йондоҙҡай ғына элеккесә ашҡынып яландан беренсе сабып ҡайтманы. Көтөүҙең иң артынан һөйрәлгән малҡай өйҙә быҙауы көтөп тормағанын белә бит...
Ошо йәй башында Зәкирйән әллә нисек кенә итеп ауырый башланы. Башта аҙбарға сыҡҡан еренән тиктомалдан аяғы аҡһап инде. «Әкренләп үтер әле, яңылыш баҫҡанмындыр» тип йөрөһә лә, аяҡ төҙәлмәне һәм ул бер аяғына аҡһап, сатанлап йөрөй башланы. Төндәрен йоҡлай алмайынса һыҙланып сыҡты. «Аптыраған өйрәк арты менән күлгә сумған» тигәндәй, Ғәйникамалдың өгөтләүҙәренә бирелеп, ғүмер буйы хөрәфәттәргә ышанмаған Зәкирйән ҡарт ауыртҡан аяғын өшкөртөп ҡарарға ла ризалашты. Тик түбән ос Сәләх Хәмдиәһенең әллә нәмәләр уҡынып, лайлалы төкөрөгө менән ауыртҡан аяҡты ышҡыуҙарына ҡарамаҫтан, ул барыбер һәйбәтләнмәне. Ә бер аҙҙан, ҡарттың бер сәбәпһеҙ хәле лә бөтә башлағас, шомға ҡалдылар. Үҙ-ара кәңәшләшеп, район үҙәгендәге дауаханаға ла барып ҡараны Зәкирйән ҡарт. Тик табиптар ҡурҡырлыҡ бер нәмә лә тапманы. Ҡуйған диагноздары шул булды:
– Донъяны ныҡ ҡыуаһың, бабай, өйөңә ҡайтып әҙерәк ял ит, типичный арығанлыҡ ғәләмәте был, – тип, бәләкәй баланы ҡарағандай, төрлө витаминдар, әллә ниндәй «биодобавка» тигән дарыуҙар яҙып бирҙеләр. Әммә витаминдар ашауҙан ғына хәл яҡшы яҡҡа үҙгәрмәне. Үтеп барған йәй менән бергә бабайҙың сәләмәтлеге лә китә барҙы. Көндәрҙән бер көндө ул йөрөй ҙә алмаҫ хәлгә килде.
...Йәй аҙағының үҙ матурлығы бар. Тышта шундай күңелле, шундай рәхәт. Ул өлгөрөп килгән алма еҫе, яңы килтерелгән ҡоро бесән еҫе, бал еҫе таратып ултырған умарталар эргәһендә бал ҡорттарының безелдәүе... Күбәләктәр, бөжәктәр оса... Бесәй балалары йүгерешә... Иртән мал китә, кисен кайта... Кешеләр саба... Бөтә донъя хәрәкәттә. Тик Зәкирйән ҡарт ҡына хәрәкәтһеҙ. Бер ай элек ер емертеп тормош көткән ҡартты ошондай матур көндәрҙә күтәреп ихатаға сығаралар ҙа, көн кискә ауыша башлағанда кире алып инер булдылар. Имгәк булып кеше ҡулына ҡалыуына бер нисек тә күнегә алмаған Зәкирйән, һауығырға тырышаһы урынға, эстән генә үҙен-үҙе «кимереп», көндән-көн кибә, һулый ғына барҙы. Хәйер, бындай хәлгә ниндәй генә Хоҙай бәндәһе күнә алыр ине икән?!. Йөрөй алмаһа ла, осто Зәкирйән. Күңеле менән, уйҙары менән әллә ҡайҙарға осто. Ауылдың тирә-яғындағы барлыҡ урмандарҙы айҡаны.. Ғәйни (Ғәйникамал) менән йәш саҡтарҙа ҡайырып бесән сапҡан болондарҙа йөрөнө... Күлдә һыу ҡойондо, Баҙы йылғаһы буйында ҡаҙ-өйрәктәрҙе күҙәтте... Баҫыуҙағы өлгөрөп килгән иген диңгеҙенә хайран ҡалды... Тик көндәр-төндәр буйы уйҙарың менән генә йәшәү ҙә ялҡыта икән. Хәрәкәттә булған теләһә ниндәй бөжәктән дә көнләшеп, үҙ-үҙеңде күрә алмаҫ дәрәжәгә киләһең икән. Ҡабаттан дауаханаға барыуҙан ҡырҡа баш тартҡан ҡартты көндәрҙән бер көндө улы Венер мари ауылына Серафима исемле күрәҙәсе әбейгә алып китте. Егеүле ат менән ярты көн бара торған юлды еңел машинала бер сәғәттә үттеләр. Андреевка тигән урыҫ ауылына терәлеп тейерлек ултырған Аначта ғәҙәти тормош ҡайнай ине. Урамда көтөүе-көтөүе менән ҡаҙ, өйрәктәр йөрөй. Кем ат менән, кемдер еңел машинаға бер күсәрле арба тағып бесән ташыйҙар. Ара-тирә бесән тейәгән «Беларусь» тракторы ла үтеп китә. Бер иҫерек әҙәм һыу колонкаһы эргәһендә бысраҡ күләүектә ята. Тормоштоң ниндәйҙер башҡа, айныҡ кешеләр аңламаған, юғары ләззәтен тойоп ятҡан был иҫереккә бесән кәрәкмәйҙер инде, күрәһең. Уның эргәһенә йыйылған ҡаҙ-өйрәктәр, «ниңә беҙҙең күлгә хужа булдың?» тигәндәй, ауыл яңғыратып ҡысҡырышалар. Бөтә ауыл өҫтөнә өлгөргән алма эҫе таралған. Күрәҙәсе Серафиманың өйө лә алмағастар эсендә ултыра. Тыштан балсыҡ менән һылап аҡланған йыйнаҡ ҡына мари өйө ине был. Венерҙың үтенесен тыңлағас, Серафима уларҙы ниңәлер бер ярты сәғәттәй көттөрөп торҙо ла, унан һуң ғына өйгә саҡырҙы. Был яҡтарҙа йәшәгән мариҙарҙың күбеһе кеүек, был әбей ҙә саф татарса һөйләшә ине. Ул ауырыу атаһын өйҙә ҡалдырып, тышта көтөргә ҡушҡас, Венер ҡапҡа төбөндәге ултырғысҡа сығып һөйәлде һәм тыныс ҡына ауыл тормошон күҙәтергә кереште. Бына бысраҡ күләүектә рәхәтлек кисереп ятҡан әҙәмде береһе өлкәнерәк, береһе йәшерәк ике ҡатын туҡмай-туҡмай һөйрәп алып киттеләр. Тирә-яҡты иҫеректән бушаған урынға инеп ҡойона башлаған ҡаҙ-өйрәктәрҙең шат ауаздары яңғыратты. Колонкаға һыуға килгән матур ғына мари бисәһе ят ҡунаҡты әрһеҙ күҙҙәре менән «ашай» башлағас, Венерға ихатаға инеп китеүҙән башҡа сара ҡалманы. Ә өйҙә был ваҡытта Серафиманың дауалау курсы башланды. Бабайҙың һуңғы айҙарҙағы йәшәү рәүешен ситләтеп-ситләтеп кенә, әммә ентекләп, энәһенән ебенә тиклем төпсөнөп сыҡты күрәҙәсе. Ҡиәфәтенә ниндәйҙер шомлолоҡ сығарып, боронғо китаптарын аҡтарҙы, керләнеп бөткән яулыҡ-төргәген һүтеп, ундағы һарғайып бөткән ҡағыҙҙарын ҡыштырлатты. Ахырҙа бабайҙың үҙ һүҙҙәренән һыйыр менән булған хәлдәрҙе ишеткән Серафима: «Аҙбар эйәһе ҡағылған һиңә, мал рәнйеше алғанһың», – тип һығымта яһаны. Бабайҙың алып килгән мул ғына күстәнәстәрен, аҡсаһын ҡабул итеп алғас, ниндәйҙер үләндәр бәйләме төрөп бирҙе. “Быларҙы аҙбар мөйөштәренә ҡуйығыҙ, бер ай үткәс, хәлдәр яҡшы яҡҡа үҙгәрер”, – тине күрәҙәсе Серафима. «Күрәҙәсегә барма, башыңа ҡайғы алма» тигәндәй, Зәкирйән ҡарт ауыр уйҙар менән ҡайтты мари ауылынан. Көнө-төнө карауатында уйланып-һыҙланып ятҡан ҡарттың башында әлеге лә баяғы шул бер уй-фекер сыуалды:
– Йондоҙҡайҙың рәнйеше төшкән миңә, кисерә алмаған мине малҡай, күрәҙәсе лә шулай тип әйтте бит, – тип һаман әбейенә һөйләнде ул. Бер сиргә бирешһә, бөтһә лә бөтә икән кеше тигәнең. Ауыҙына тәғәм ризыҡ ҡабалмаған, ҡыҫтап ҡаптырһалар, йоталмаған Зәкирйән ҡарттың хәрәкәтләнмәгән кәүҙәһе кибеп, бәләкәй бала рәүешендә ҡалды. Ҡартының ғүмере бөткәнен аңлаған Ғәйникамал тышҡа сығып илап-илап инһә лә, өйҙә ҡарты эргәһендә күҙ йәшен күрһәтмәне. «Бына һәйбәтләнәһең, иншаллаһ, һауығырһың, беҙ әле йәшәрбеҙ, Аллаһ бирһә», тип тынысландырырға тырышты. Ә һуңғы көндәре еткәнен аңлаған ҡарт «яратҡан тәтәйен тартып алып кәмһетелгән балалай», теләһә нәмәгә бик тиҙ үпкәләр булып китте. Яҙмышына рәнйеп, илап та алғыланы. Ишек алды тирәһендә мәңге бөтмәҫ үҙ йомоштары менән йүгергеләгән әбейен кәрәкһә-кәрәкмәһә лә ҡысҡырып саҡырып ҡаңғыртты. Ҡасандыр әллә ниндәй ауыр эште лә уйнап ҡына башҡарған көслө беләктәр нәҙегәйеп, ҡан тамырҙары үтәнән-үтә күренеп торғанға әйләнде. Уның ҡиәфәтенә ҡарап, был кешенең ҡасандыр ер емертеп йөрөүенә ышанғы ла килмәй ине. Йәйҙең көҙгө муллыҡ осорона аяҡ баҫҡан бер көнөндә, төн уртаһы таңға ҡарай ауышҡас, Ғәйникамалды уятты Зәкирйән.
– Әбей, беҙҙең Йондоҙҡай быуаҙ микән? Һин уны берүк бәлә-ҡазанан һаҡла инде, – тине. Ҡарты бер нәмә лә өндәшмәгәс тороп ҡараһа, ул инде яҡты донъяларҙан үтеп китеп бара, имеш. Нишләргә белмәй аптырап ҡалған әбейенең ҡулында йән бирҙе ҡарты. Шулай итеп, Зәкирйән дә мәңгелек йортҡа күсте. «Бар ине кеше, юҡ инде кеше... Ғүмеркәйҙәр бер миҙгел генә икән... Зәкирйәнемден ғүмере генә ҡыҫҡараҡ булды... Урыны йәннәттә булһын... Ожмах ишектәре уға асыҡтыр... Барыбыҙға ла шунда бараһы... Кемгәлер иртәрәк, кемгәлер һуңыраҡ» тигәнерәк уйҙар менән һуңғы юлға оҙатты ҡартын Ғәйникамал. Әммә һыйыр ғына ул йылда быҙау килтереп ҡыуандырманы. Әллә теге саҡтағы интегеүҙәрен онота алманы малҡай, әллә башҡа сәбәптәнме, ул ҡыҫыр ҡалғайны...
Шөкөр, Хоҙай Тәғәләнең ҡөҙрәте менән быйыл хәлдәр яҡшыға юралып тора. Йондоҙҡай быуаҙ. Ул ошо көндәрҙә быҙауларға тейеш. Һәр хәлдә, Ғәйникамалдың үҙе генә белгән ҡара иҫәбе яңылышырға тейеш түгел. Аллаһ Тәғәләнең ярҙамы менән был изге эште иҫән-имен башҡарып сығырға яҙһын малҡайына.
Әбей аҙбарына сыҡҡан һайын бөтә белгән доғаларын уҡып инә. Әле лә бер нисә аятты ҡабатлағас, бисмиллаһын әйтеп һыйырының еленен ҡапшаны, йәняҡҡа тырпайып торған имсәктәрен тартып ҡараны. Уларҙан аҡһыл-һары уғыҙ тама ине. Ней ғәжәп, Ғәйникамал аҙбарға сыҡҡан һайын Зәкирйәне лә ошонда, яҡында ғына йөрөгән кеүек хис итә башлай. Аҡылы менән был хәлдең булыуы мөмкин түгеллеген аңлаһа ла, баҡыйлыҡҡа күскәндәр кире ҡайтмай шул тип үҙенә-үҙе ҡат-ҡат туҡыһа ла, был тойғо уны ташлап китмәй, ә киреһенсә, бар күңелен тултырып биләп ала ине. Ғәйникамал үҙе лә нисектер был хәләттән ҡотолорға ла теләмәй икән бит! Шуғамы, һуңғы араларҙа, ҡартын ерләп яңғыҙ тороп ҡалғандан һуң, үҙләштереп алған үҙ алдына һөйләнеү ғәҙәте буйынса, тағы ла ҡартына мөрәжәғәт итеп һөйләнеп алды ул:
– Бына шулай, Зәкирйән, һыйырыбыҙ быҙауларға тора... Һин инде уны һаҡлай күр. Иҫеңдәме, һин һыйыр быҙаулар алдынан аҙбарҙан инмәй ҙә инең... Иншаллаһ, Хоҙай Тәғәләнең ҡөҙрәте менән бөтәһе лә яҡшы булыр... Мин бит беләм, һин дә көтәһең Йондоҙҡайҙың имен-аман ҡотолоуын...
Ғәйникамал үҙе лә балалар табып, балалар баҡҡан ҡатын-ҡыҙ булараҡ, быуаҙ малды ғүмере буйы йәлләне. Хәйер, ҡарынында бала йөрөтмәгән, интегеп бала тапмаған, бала баҡмаған кеше был ауыр, әммә изге хәләтте аңлай ҙа алмай торғандыр. Ул тағы бер тапҡыр һыйырының аҫтарын ҡараны, йомшаҡ итеп ҡоро һалам йәйҙе, улаҡҡа бесән өҫтәне. Мал торлағының ышыҡлығына, улаҡтарҙың уңайлығына һәм төҙөклөгөнә ҡыуанып, тағы бер ҡат ҡартына рәхмәттәр уҡып, битен һыпырып алды. Ә һыйыр тыныс ҡына бесән көйшәүен дауам итте.
«Әле генә быҙауламаҫ, мал, ғәҙәттә, быҙаулар алдынан көйшәүенән туҡтап, хәүефләнеберәк тора», – тип тынысланып өйгә инде Ғәйникамал. Ҡарты вафат булғандан бирле самауырҙы алыштырған тимер сәйнүген газ плитәһенә ултыртты. Иҫәбе – тәмле итеп сәй эсеп алыу. Хәйер, яңғыҙы ҡалғандан бирле сәй эсеүҙең элеккесә тәмен таба алғаны юҡ.
Әбей тағы хәтирәләргә бирелеп, тәрән көрһөнөп алды. Эй-й-й, Зәкирйәне плитәлә сәйнүк менән сәй ҡайнатыуҙы бигерәк өнәмәне бит. Уға түлке самауыр булһын. Икәүләп, ҡапма-ҡаршы ултырып, булған бар һый-ниғмәттәре менән иркенләп тәмле итеп сәй эсерҙәр ине. Тормош-йәшәүгә ҡағылышлы барлыҡ кәңәш-төңәштәре, фекер-уйҙары шыжлап ултырған самауыр янында хәл ителер ине. Бөтә ауыл яңылыҡтары, ил хәлдәре ошонда тикшерелер, бизмәнгә һалыныр ине бит. Уйлаһаң, уйылып китерлек икән дә. Ошо самауыр эргәһендә бергәләп сәй эсеүҙәр шул тиклем дә йөрәктәрҙе һыҙлатырлыҡ итеп һағындырыр тип кем уйлаған ул саҡтарҙа? Инде яңғыҙ ҡалғандан бирле самауырына тотонғаны юҡ әбейҙең. Әйтерһең, самауыр ҡарты менән бергә үлгән. Унан һуң, самауырҙан яңғыҙы сәй эсеү нисектер ҡартының рухын рәнйетер төҫлө. Ошо өҫтөнә сигеүле ашъяулыҡ ябылып, бер мөйөштә эшһеҙ ултырған самауыр ҡарты менән бергә үткән тормошҡа шул тиклем ныҡ бәйләнгән, тығыҙ үрелгән ине шул... Эй-й-йй, бөтәһе лә бер генә була икән бит был тормошта. Бәхетле, тигеҙ ғүмер итеүҙәрҙең ҡәҙерҙәрен белерлек икән шул. Яратты Ғәйникамал Зәкирйәнен. Ғүмер буйы килешеп йәшәнеләр. Яңғыҙ ҡалғас та, һыйырын бөтөрмәй йәбешеп ятыуының да асылы ошоға ҡайтып ҡала. Йондоҙҡайын иҫән-һау быҙаулатып алһа, ҡартының да рухы тынысланыр ине, иншаллаһ...
Көн дә үтте, кис тә етте. Ана сығып әйләнәм, бына сығып инәм аҙбарға, тип, Ғәйникамал таң алдынан ғына ҡаты йоҡоға талған, имеш. Төнө буйы йоҡлай алмайынса, әйләнеп-тулғанып, мәңге бөтмәҫ уйҙарының осона сыға алмай ятҡан яңғыҙ әбейҙәргә һирәк килә торған ҡаты, иҙрәткес таң йоҡоһо ине был. Юҡ, ул бер ниндәй төш тә күрмәне. Бары тик тыныс ҡына йоҡлап ятҡан әбейҙе дөп тә дөп килеп өй тәҙрәһен шаҡыған тауыш уятты. Улай ғына түгел, был тауыштың өндәме, әллә төштәме икәнен дә аңғармаған әбей тәҙрә аша ҡарты Зәкирйәндең хәүефле тауышын ишетте.
– Ғәйникама-а-ал, уян тиҙерә-ә-ә-әк!.. Аҙбарға сы-ы-ы-ыҡ!.. Йондоҙҡайғаярҙам ит!.. Малҡай үлә-ә-ә-ә!.. Зәкирйәненең тауышын ап-асыҡ ишетеүҙән үҙен-үҙе атып бәреп һикереп торған Ғәйникамал әбей башта кинәт кенә башы әйләнеп йығылып китә яҙҙы. Ике ҡуллап карауат башына тотоноп,«Әстәғәфирулла!... Тәүбә, тәүбә!» тип ҡото осоп тәҙрәгә ҡараған әбей унда үлгәнҡартының ап-аҡ кейемдәге шәүләһен шәйләгәндәй булды...
Ауыр, бик ауыр быҙаулаған һыйырҙы Ғәйникамал ярҙамға саҡырған күршеләр, мал врачы Ғәрифйән саҡ ҡотҡарып ҡалды. «Быҙауы ҡарында дөрөҫ ятмаған», тигән һөҙөмтәгә килгән мал врачы һыйырға бер нисә укол ҡаҙаны. Бәхеткә, бөтә мир менән тигәндәй, әсәһе кеүек «аҡ ойоҡтар» кейгән аҡ бәкәлле аҡ маңлайлы быҙауҙы һап-һау килеш яҡты донъяға тыуҙырҙылар. Берәй сәғәт үтеүгә яһалған уколдарҙан, хужабикә эсергән шәкәрле йылы һыуҙан хәл алған
Йондоҙҡай дымлы ирендәре менән иркә төрткөләп быҙауын имеҙә ине инде. Кешеләр таралышҡандан һуң мал янында Ғәйникамал ғына тороп ҡалды. Шул ваҡыт ул үҙенең бөтә хәләтендә быға тиклем булмаған илаһи бер еңеллек тойҙо. Ҡарты киткәндән бирле... Эйе, эйе, Зәкирйәне мәңгелеккә күскәндән бирле бөтә күңелен генә түгел, ә бөтә тән күҙәнәктәренә тиклем биләгән ауырлыҡ нисектер үҙенән-үҙе иреп юҡҡа сыҡты. Әйтерһең, Йондоҙҡай был миҙгелдә күктән ингән фәрештәнең үҙе ине. Тыныс ҡына мөңрәй-мөңрәй быҙауын имеҙгән малҡайға сикһеҙ һоҡланған хәлдә, үҙенә ҡапыл ғына килгән ошо еңел рәхәтлеккә хайран ҡалып ҡатып ҡалды ул. Ә был илаһи күренеште аҙбар тәҙрәһенән күҙәткән аҡ шәүлә шатланған рәүеш сығарып ҡаралты-ҡуралар, йорт-ер өҫтөнән бер-ике әйләнде лә, бик бейеккә, таң йондоҙҙарына табан юл алды.
Мөнәүис НИЗАМИ, Илеш районы.