Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
7 Октябрь , 21:43

Йылмайыу. Хикәйә

Ҡайтһам... Емерелмәгән, аҡтарылмаған нәмә ҡалмаған тиерлек. Илмир ята бүлмә уртаһында. Ләх иҫерек. Һынған гитараһы янында. Саҡ һөйрәп диванға һалдым, түш төймәләрен ысҡындырҙым... Берҙән-бер йыуаныс: балаларҙы ҡалдырыуым яҡшы булған. Артабан инде йүнләп ашаманы ла, эсмәне лә. Стенаға ҡарап ятыуын дауам итте. Һөйләшергә, йыуатырға маташыуҙарым бушҡа булды. Балаларҙы алып ҡайтып та ҡараным. Хатта уларға ла иғтибар итмәне. Уның күҙ асып йомған арала шулай үҙгәреүен, бар нәмәгә битараф булыуын бер кем дә аңламаны. Атай-әсәй ҙә, яҡын дуҫтары ла йөрәгенә асҡыс таба алманы. Мин эшкә китәм. Ул ауырыҡһынып ятып ҡала. Ә бер көн ҡайтҡанымда ул мәңгелеккә күҙҙәрен йомғайны.

Йылмайыу. Хикәйә
Йылмайыу. Хикәйә

Көн үтә болоҡһоу бөгөн. Иртәнсәктән башлап ваҡ-ваҡ ҡына ямғыр тамсылары һибәләй. Ә миңә тәбиғәттең был күренеше ҡамасауламаны, ғәҙәтем буйынса, үҙем йәшәгән урам буйлап йәйәүләп йөрөп килергә сыҡтым. Ашығырға түгел. Ял. Байтаҡ ҡына йөрөп ташлағанмын. Ҡайтыу яғына ыңғайлап, өйөм тапҡырына ғына боролғайным, кемдер исемем менән өндәште. Исемем һирәк
булғанлыҡтан, миңә өндәшкәндәрен белдем дә ҡайырылып ҡараным. Минән байтаҡ йәшерәк бер ҡатын тора ине. “Ни эшләп исем менән генә өндәшә икән
был йәш кеше?” – тип аптырабыраҡ ҡараным. Таныманым.

– Таңһылыу, әллә танымайһыңмы? Сәлимә бит мин. Курсташың...

Аптырап киттем. Минең курсташ ҡыҙҙар бит төҫкә-башҡа кәмендә минең кеүектәр. Ҡайһылары хатта олораҡ та ҡиәфәтле. Ә Сәлимә йәп-йәш күренә, минең студенткалар һымаҡ ҡына.

– Һаумы, Таңһылыу! – тине ул, шул тиклем һағыныулы яғымлы тауыш менән.

– Ҡалай ғына яҡшы булды осратыуым. Ваҡытың булһа, әйҙә, кафеға инәйек. Һөйләшеп ултырырбыҙ...

– Бындай осрашыу өсөн ваҡыт табам, әлбиттә, Сәлимә! Бик уңайлы тура килде. Кисә генә ауылдан килдем. Аҙыраҡ ял итеп ал, тип апайым балаларымды алып ҡалды.

Журнал тыштарында төшөрөрлөк булып һылыуланып киткән Сәлимәнең йәш сырайлы һаҡланыу серен бик белге килә ине. Саҡырыуын ҡабул иттем.

Минең ризалығым уны шул тиклем ҡыуандырҙы, еңел генә ышаныслы хәрәкәттәр менән йылп итеп килеп ҡултыҡлап алды. Һомғол буйлы, тура һынлы, ышаныслы аҙымлы... Аулағыраҡ өҫтәлдән урын алдыҡ. Сәлимә меню ҡараған арала мин уны күҙәттем. Йөҙөндәге һытҡылар һыпырып алғандай юҡ. Сәсе...

– Иҫеңдәме, Таңһылыу...

Әлбиттә, иҫтә. Уның һәр хәрәкәте тиерлек хәтерҙә уйылып ҡалған. Битендәге һытҡыларҙан оялыпмы, башҡа сәбәп менәнме, һәр саҡ коридор стенаһына һырынып атлағаны, стенаға һөйәлеп торған студенттарға килеп бәрелгәне, унан ғәфү үтенеп, ары киткәне...

Ҡайһы саҡта аудитория ишеге асылып китеп, ярышҡа сыҡҡандай, ашыға-ашыға икенсе аудиторияларға йүгергән студенттарҙың сығып бөтөүен көтөп тороп, лекцияға һуңлаған мәлдәре. Әгәр шул саҡ берәүһе:

“Әйҙә, Сәлимә, коридорҙың уртаһынан атла әле”, – тип әйтә торған булһа, кеше күҙенә салынып барғансы ер тишегенә инергә әҙер булыр ине.

Зирәк ине. Күп уҡыны, күп белде. Тик яуап биргән саҡтарында үҙен үтә баҫалҡы тотоуы арҡаһында белеме юғары баһаланманы.

Сәлимә бик матур пуловер кейгәйне. Зауыҡ менән кейенеүенә тиклем башҡаса. Ҡасан, нисек, ниндәй шарттар уны шулай үҙгәрткән? Студент сағында ни етте, нисек тура килә – шулай кейенә торғайны.

Беҙ бер бүлмәлә йәшәнек. Ҡыҙҙар менән уға ҡатын-ҡыҙ өсөн мөһим булған кейем һайлау оҫталығы, үҙеңде тәрбиәләү серҙәре тураһында кәңәштәр биргеләй инек. Ә ул тыңлауын тыңлаһа ла, ишетмәне, ҡолағына ла элмәне.

– Аңыма һыймай, Сәлимә, һин ҡасан былай үҙгәреп өлгөрҙөң? – тип һораным, уйҙарым менән аптырауымды бер тынала сығарғандай.

– Иҫеңдәме, Таңһылыу, беҙ күмәкләшеп бергә киноға барғайныҡ...

– Беҙ ни аҙна һайын киноға йөрөнөк. Ул саҡта студенттар өсөн башҡа ял итеү саралары ла юҡ ине. Йыйынаһың да шул кинотеатр ине.

– Ул көнө һин миңә ҡара-ҡыҙыл төҫлө свитерыңды кейҙергәйнең... – Мин һаман уның ниндәй көн тураһында хәтергә төшөрөргә тырышҡанын аңлай алманым. – Ул көндө теге егет миңә комплимент эшләгәйне.

– Әәә...

Шул саҡ барыһы ла иҫкә төштө. Иҫкә төшөү генәме, мин хәтирәләргә тотош сумдым. Беҙ тағы күмәкләшеп киноға барырға йыйындыҡ. Беҙ, Сәлимәнең айвайына ҡуймай, керпектәрен буяныҡ. Мин уның ҡалын толомон һүттем дә матурлап тарап, сәсенең остарын бер аҙ бөҙрәләтеп ҡуйҙым.

– Үрмәйек. Свитерҙың төҫө сәсеңә тағы ла сағыуыраҡ матурлыҡ өҫтәй, – тинем. Мин уға үҙем бәйләгән ҡара-ҡыҙыл төҫтәге свитерымды кейҙергәйнем.

Зауыҡ менән кейенеү, сәсен матур итеп тарап төшөрөү, ғөмүмән, тыш яҡтан үҙгәреш уны эске яҡтан да үҙгәртер. Үҙенә ышаныс өҫтәр, тартынмаҫ, тип уйланым. Юҡ инде, кинотеатрға барып еткәнсе беҙҙең арағараҡ инергә, ышыҡланырға, кеше күҙенә салынмаҫҡа тырышып атланы. Мин үҙем дә сағыу ал төҫтәге кофта кейгәйнем. Беҙ барыбер башҡаларҙан айырылып торҙоҡ. Сөнки ул йылдарҙа тоноғораҡ төҫлө кейем кейәләр ине. Сағыу төҫлө кейенеүҙе фәҡәт сит ил фильмдарында ғына күрә инек.

Сеанс башланыуға апаруҡ ваҡыт бар әле. Беҙ Сәлимәнең ҡаршы булыуына иғтибар итмәнек, берәр порция туңдырма ашап алырға һөйләштек тә, икәүебеҙ ултырып ашарға өҫтәл эргәһенән урын алырға китте. Мин Сәлимә менән туңдырмаға сиратҡа баҫтыҡ. Шул саҡ, көтмәгәндә, артыбыҙҙа ғына бер ир тауышы яңғырап китте.

– Һеңлекәш, сәсең иҫ китмәле матур! Ғәжәп бит! – тине. Сәлимә лә, мин дә был һүҙҙәргә иғтибар итмәнек. Беҙгә ҡарата әйтеләлер, тип уйламаныҡ та. Шул саҡ теге егет Сәлимәнең терһәгенән генә тотто ла: 

– Бер ваҡытта ла, бер ҡасан да сәсегеҙҙе ҡырҡмағыҙ! Ғәжәп матурлыҡ бит! – тине.

Сәлимә оялыуҙан ағарынып китте. Минең дә тәнем эҫеле-һыуыҡлы булды: көнләшеүҙән... Сәсемде бигудиға урап, төн буйы йоҡлай алмай яфаландым. Ә Сәлимәнең тарамай төшөрөлгән, остары ары-бире генә бөҙрәләндереп ҡуйған сәсенә шундай һоҡланыу һүҙҙәре. Ә һоҡланған егет үҙе ниндәй бит әле!

– Иҫләнеңме? Ана шул һинең свитерыңды кейеп барған кинонан һуң башланды ла инде миндә үҙгәреш, Таңһылыу, – тине элекке курсташым.

– Шул йылда университет тамамланыҡ бит. Мин эшкә ҡалала ҡалдым. Шул көндән башлап бер генә тапҡыр ҙа сәсемде үреп төйнәп ҡуйманым. Кешенән тартыныу юҡ булды. Һәр ваҡыт таратып ебәреп, артҡа төшөрөп йөрөнөм. Әлбиттә, башҡа комплимент әйтеүсе булманы, әммә мин донъяла иң матур сәсле кешенең үҙем икәнлеген белә инем.

Бер саҡ иң матур фотоға конкурс иғлан ителде. Фотограф таптым. Бер нисә төрлө итеп төшөрҙө. Беләһеңме, мин еңдем! Ә фотограф мөкиббән ғашиҡ булды. Бер аҙым да ҡалмай йөрөй башланы. Ә Рәсүл – бик күркәм егет. Мин сәсем генә түгел, үҙемдең дә матур булыуыма ышандым. Бына шулай, Таңһылыу! Тормошомда һынылыш тап шул киноға барған көндән башланды. Ә үҙең нисек, Таңһылыу? Һин прическаңды үҙгәртеп, икенсе бүлмәгә сығып киткәндән һуң йүнләп аралашманыҡ та бит беҙ...

“Һынылыш яһаған көн”... Минең тормошомда ла һынылыш шул көндән башланды шул. Кинотеатрға сәйәхәт яһағандан һуң иртәгеһенә университетҡа барманым. Көҙгө янына баҫтым да сәсемде ентекләп ҡарай ашланым. Күҙ алдыма уның төрлө саҡтары килде. Ҡалын толомло инем. Матур ине сәсем. Мода артынан ҡыуып, туҡтауһыҙ бөҙрәләтеү, буятыу сәсте ҡойҙо, төҫөн боҙҙо. Хәҙер башым буялған ҡыл ҡаплаған кеүек кенә. Бындай сәскә бер кем дә һоҡланып ҡарамаҫ, әлбиттә...

Үҙем дә аңғармай ҡалдым, ҡулыма ҡайсы алдым да ҡалған ғына сәсемде мөнтәй башланым. Йән әрнеүенән ҡыҙып китеүем бер аҙ баҫылғас, ҡараһам, бер өлтөк баш булып ҡалғанмын. Башымда сәс урыны-урыны менән генә... Парикмахерскаяға барып тотош ҡырҙырып ташлатыуҙан башҡа сара ҡалманы.

Ҡыҙҙар ҡайтҡанда мин тасай баш инем. Улар әллә ни аптыраманы ла, сөнки йә ҡара бөҙрә, йә турайтылған һары сәсле Таңһылыуҙы күреп, миндәге үҙгәрештәргә күнеп бөткәйнеләр инде. Тик барыһы бер тауыштан тигәндәй:

– Вәт һиңә! Хәҙер мода ошондаймы? – тип кенә ҡуйҙылар.

– Әлбиттә! – тинем дә иртәгеһенә икенсе бүлмәгә күсендем. Сәлимә менән яҡын аралашыу туҡтаны.

– Кофе һыуый бит! – Сәлимә ипле генә итеп ҡулыма ҡағылды

– Дөйөм ятаҡта йөрөп ятам да мин, – тип йылмайҙым.

Хәтирәләр тулҡын-тулҡын булып таша башланы. Тыйып ҡына тотоп булмай... Беҙ йәш саҡта ҡыҙҙарҙың сәс ҡырҙырыуы урамдан шәрә үтеп китеүгә тиң булғандыр. Минең был ҡиәфәтем йәмғиәт йөҙөнән көлгән кеүек ҡабул ителде.

Урамдан үткәндә балалар хихылдығы сыҡты, ҡатын-ҡыҙҙар ниндәй булһа ла әсе һүҙ әйтеп китеүҙе бурыстары һананы, ирҙәр иғтибар итмәү яғын ҡараны, егеттәр мыҫҡыллы һүҙҙәре менән танышыу тәҡдим итте. Тик һуғыштан һуңғы өлкән быуын ғына, хәлемде аңларға тырышҡандай, итәғәтле мөнәсәбәттә булды. Ауырыу касафаты тип уйлайҙар, ахыры. Автобуста урын бирергә, магазинда сиратһыҙ үткәрергә тырыштылар.

Әлбиттә, “йәмғиәт тәртибен һанға һуҡмау” университетты битараф ҡалдырманы. Тәүҙә деканатҡа саҡырттылар, шунан инде комсомол ойошмаһына сират етте.

Комсомол секретары кабинеты янында бер егеткә килеп бәрелдем. Тышҡы ҡиәфәтендә ниҙер сәйерлек тойолдо, иғтибарлап ҡарап өлгөрмәнем, мине кабинетҡа саҡырттылар.

Комсомол секретары нотоҡ уҡый башланы. Баҡһаң, бындай ҡиәфәтем студенттарҙың өлгәшенә ныҡ тәьҫир итә икән, урамда сәкәләшеүҙәр, урлашыу кеүек насар ғәҙәттәр ошондай ҡиәфәтле кешеләр арҡаһында килеп сыға икән.

Теле телгә йоҡмай, шул тиклем ышандырырлыҡ итеп һөйләне, хатта донъялағы ҡайһы бер халыҡтарҙың аслыҡтан интегеүе ҡайһы бер әҙәмдәрҙең иртәнге сәйенә ике түгел, өс шаҡмаҡ шәкәр һалып эсеүенән килеп сыға, тип һөйләһә лә, уны тыңлаған кешеләр шулай булыуына шикләнмәҫ ине. Ә инде минең ҡиәфәт уны сығырынан сығарҙы. Тауышы бер көсәйҙе, бер тоноҡланды, ғәҙәте буйынса, ҡулъяулығы менән әленән-әле иренен һөртә-һөртә, шул ыңғайға башын һелкә-һелкә һөйләй торғас, башында сәсе ҡойолған урынды ҡаплап ҡуйған алғы сәстәре тырпайып ҡалҡты ла, ялтыры күренә башланы.

Көлкөм килә башланы. Бындай ғәйепләүҙәр арытты, ялҡытты. Яңыраҡ Мәскәүҙә үткән путчта ла минең ҡиәфәтемдең ҡыҫылышы барлығын әйтеп ғәйепләүе ихтимал бит был кешенең...

Мин ҡаршыһына шылып ултырҙым да йылмайҙым. Ихлас йылмайҙым. Комсомол етәксеһе тотлоғобораҡ ниҙер әйтте лә ҡағыҙ ҡыштырлата башланы.

Мин мәктәптә уҡыған саҡта ла йылмайыу ысулын файҙалана инем. Уҡытыусылар аптырабыраҡ ҡала торғайнылар. Университетта ла йылмайыуым зачеттар тапшырырға ярҙам иткеләй ине.
Комсомол етәксеһе аңлатма яҙырға тип ҡағыҙ һондо һәм:

“Мотлаҡ, ике аҙна эсендә прическамды үҙгәртәм, тип өҫтә аҙағында”, – тине.

Кабинеттан сыҡҡан саҡта теге егет менән тағы осраштым. Хәҙер мин уның сәйер ҡиәфәтенең серен аңланым – уның сәсе биленә етеп торорлоҡ оҙон ине,
хатта толомлап үреп ҡуйғайны.

Мин йылмайҙым.

– Һинең йылмайыуыңды эске ихласлығың балҡытып ебәрә, – тине таныш түгел егет.

– Сараһыҙҙан...

– Хәҙер ҡайҙа юл тотаһың?

– Әле белмәйем.

– Исемең кем?

– Таңһылыу.

– Ә мин Илмир. Ҡыуабыҙ, тип ҡурҡыттылармы?

– Әлбиттә.

– Борсолма. Мин атайыма әйтермен.

– Атайың кем?

– Мәғариф министры урынбаҫары.

– Аңлашылды.

Университеттан ҡыуманылар. Был хәлгә иң ныҡ ҡыуанғаны Сәлимә булғандыр. Ә мин уның көлтәләй сәсенә ҡарай ҙа эстән көйә инем. Икенсе яҡтан ҡараһаң, сәсемде ҡырҙырмаһам, Илмир менән дә танышмаған булыр инем. Ә Илмир минең өсөн бар донъям кеүек ине. Уның гитарала уйнап йырлауы ғына ни тора! Сәғәттәр буйы тыңлап ултыра ала инем. Үҙем дә уға ҡушылып йырлайым. Аҙға ғына ла айырылышманыҡ. Унан һуң ҡыҙыҡ ҡына туйыбыҙ булды. Кейәү кешенең сәсе биленә еткән, килендең – тап-таҡыр. 

Туйға ҡайным фатир бүләк итте. Беҙ айырым йәшәй башланыҡ. Икебеҙ ҙә университет тамамланыҡ. Ҡайным мине методист итеп эшкә урынлаштырҙы. Дәртләнеп, ихласлап донъя көтә башланым. Барыһы ла һәүетемсә барҙы. Тик Илмирҙең генә музыкаға әллә ни барымы булманы. Һәләте самалы булдымы, ныҡышмалылыҡ етмәнеме. ВИА төркөмө музыканттары (студентарҙың вокал-инструменталь ансамбле) һәр береһе үҙ юлын табып, үҫә, аҙмы-күпме танылыу ала башланы. Минең ирем эскегә һабышты.

Ҡайным уны был насар ғәҙәттән арындырыу өсөн электрогитара һатып алды. Ул мәлдәрҙә бындай гитараны табыу ҙа, һатып алыу ҙа еңел бирелмәне уға. Тик файҙаһын күрмәне Илмир. Ҡолаҡ тондорғос тауыш сығарып өйҙә генә уйнаны...

– Ғаилә хәле нисек һинең, Таңһылыу? Ни эшләптер үҙ эсеңә бикләнгәнһеңме, өндәшмәй ҙә ҡуяһың.

– Ғаилә хәлем шулай, Сәлимә... Илмир башын эскегә һалды, үлгәненә бер йыл тула инде.

– Ишетмәгәйнем...

– Шатлыҡлы хәбәр түгел бит... Эй, ул йылдар... Илмирҙең эсеүе, эскәндән һуң ауырыуы... Ике балаға ауырлымын. Нисек түҙгәнмендер... Игеҙәктәр тыуғас, Илмир эсеүен ташлап, эшкә лә урынлашып маташты. Гитараһына ҡағылманы. Ғәҙәти тормош яйға һалынғандай булды. Элеккесә түгел ине, әлбиттә. Илмир яғынан иғтибар ҙа кәмене, кистәрен гитара уйнап, йырлашып ултырыуҙар ҙа төш һымаҡ ҡына булып ҡалды. Әммә мин уның эсеүен ташлап эшләп йөрөүенән, балаларҙы уйнарға алып сығыуынан ҡәнәғәт инем.

Бер ваҡыт ҡалаға яҡын ғына ауыл өйөндә йәшәгән апайыма барып ҡайтырға булдым. Аҙыраҡ ял итеп ал, балаларыңа үҙем күҙ-ҡолаҡ булырмын, тине. Оҙаҡлап тора алманым. Ниҙер үҙәк өҙҙөрөп һағышландырып ебәрҙе. Апайым балаларҙы үҙендә алып ҡалды. Мин ашығып ҡайтып киттем.

Ҡайтһам... Емерелмәгән, аҡтарылмаған нәмә ҡалмаған тиерлек. Илмир ята бүлмә уртаһында. Ләх иҫерек. Һынған гитараһы янында. Саҡ һөйрәп диванға һалдым, түш төймәләрен ысҡындырҙым...

Берҙән-бер йыуаныс: балаларҙы ҡалдырыуым яҡшы булған. Артабан инде йүнләп ашаманы ла, эсмәне лә. Стенаға ҡарап ятыуын дауам итте. Һөйләшергә, йыуатырға маташыуҙарым бушҡа булды. Балаларҙы алып ҡайтып та ҡараным. Хатта уларға ла иғтибар итмәне.

Уның күҙ асып йомған арала шулай үҙгәреүен, бар нәмәгә битараф булыуын бер кем дә аңламаны. Атай-әсәй ҙә, яҡын дуҫтары ла йөрәгенә асҡыс таба алманы. Мин эшкә китәм. Ул ауырыҡһынып ятып ҡала. Ә бер көн ҡайтҡанымда ул мәңгелеккә күҙҙәрен йомғайны.

Ерләгәндән һуң ай самаһы үткәндер. Әйберҙәрен рәтләштерәйем әле, тип кейем-фәләнен ҡараштыра башланым. Куртка кеҫәһенән йомарланып бөткән ике “Саҡырыу билеты” табып алдым. Билеттың тышында Мәскәү консерваторияһына уҡырға инеп, аҙаҡ саҡырыу буйынса Лондонға киткән дуҫының фотоһы ине.

Эй, Илмир, Илмир! Бына бит нимә сығырыңдан сығарған. Ул дуҫтарының уңышына, уларҙың билдәлелек ала барыуына шатлана белмәне шул. Бары көнләште генә. Шулай китте Илмирем яҡты донъянан...

Сәлимәгә һөйләгәндәремдән һөйләмәгәнем күберәк булғандыр бәлки. Әммә йөрәгемдә төйөн булып ҡата башлаған кисерештәрем күҙ йәштәре булып ағырға тотондо, туҡтатып алып булмай ине.

– Сәлимә, мин иремде оҙатҡандан бирле тамаҡтағы төйөрҙө йә йота алмай, йә илап сығара алмай йөрөйөм. Һиңә һөйләүем яҡшы булды. Һин тыңлай беләһең. Кешене тыңлай белеү – үҙе бер бол бит ул.

– Таңһылыу, шулай, кемгәлер һөйләй алыу бик яҡшы шул. Ҡайғы йөрәккә ҡан һауҙыра. Ә һинең яуаплылыҡта балаларың бар. Хәҙер бына еңел булып ҡалыр әле. Тормошта ни генә булһа ла, үткәрә белергә кәрәк. Ҡайт элекке хәлеңә. Элекке Таңһылыуға. Һин бит иң матуры, иң шаталағы булдың. Һоҡланмаған кеше булманы бит үҙеңә. Беҙ йәшбеҙ бит әле. Барыһы ла алда. Таңһылыу, һин нимә генә уйлап сығармай торғайның... Иҫеңдәме, тарих уҡытыусыһы шул тиклем осло күҙ ине, шпаргалка файҙаланып булманы уға тапшырған имтиханда. Ә һин, иҫләйһеңме, нимә уйлап сығарҙың? “Имтиханға бөтәбеҙ ҙә ҡыҫҡа ғына итәк кейәбеҙ ҙә уға ҡаршы ғына ултырып әҙерләнәбеҙ...” – тинең. Шулай иттек тә. Ул баҫалҡы ғына уҡытыусы ине. Беҙгә күтәрелеп ҡарарға ла тартына. Ә беҙ рәхәтләнеп уның китабынан күсерәбеҙ генә!  Һин бөтәһен дә кейенергә, үҙеңде тоторға, матур итеп атларға, биҙәнергә өйрәтә инең. Беҙ өйрәндек барыһына ла. Ә бына һинең һымаҡ итеп бер кем дә йылмайырға өйрәнә алманы. Ҡайтар шул йылмайыуыңды, Таңһылыу...

Сәлимә мине туҡталышҡа тиклем оҙатты. Алдағы аҙнала килергә, ҡыҙҙарым менән танышырға вәғәҙә бирҙе. Мин троллейбусҡа ултырҙым да тәҙрәгә ҡараным. Ул йылмая-йылмая ҡул болғай ине. Кеше шығырым тулы. Троллейбус ҡапыл һелкетә тартып туҡтаны. Эргәмдә торған ир минең алға ғына ҡоланы. Ризаһыҙлыҡ белдерәйем тип уҡталдым да тыйылып ҡалдым. Шунан йылмайҙым.

– Һеҙҙең йылмайыуығыҙҙан нур бөркөлә, – тине ул.

– Сараһыҙҙан, – тинем мин.

Гөлнур БУРАҠАЕВА.

Өфө ҡалаһы.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: