Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
19 Сентябрь , 20:35

ЯРАЛЫ ТЫНЛЫҠ

Йомғаҡ һүтелә, өҙөлә...Ике йәй рәттән барып ҡайттым мин махсус операция биләмәһенә. Шөкөр, үҙем үлемде күрмәнем, ҡурҡыныс мәлдәр булды, тик бер кем дә алдымда йән бирмәне. Шулай ҙа барған көндөң иртәгәһенә үк был турала һораштым. Рота командиры урынбаҫары “Шаман” һөйләгәйне. Иң тетрәткән тарих булып ҡалды ул хәтерҙә.– Үлемде күп күрҙегеҙме, хәтерҙә ҡалғандары ла әҙ түгелдер? – тинем уға.

– Булды инде... Һәр һалдат ҡәҙерле, – уфтанып оҙаҡ ҡына алға ҡарап барҙы ул. Беҙ машинала Шайморатов батальонына китеп бара инек. Берәй тарихты иҫкә алмаҫмы, тип сабыр ғына көтөп киләбеҙ. Бер аҙ тынлыҡ. – Яҡын таныштарҙы ла юғалтырға тура килде. “Носорог”тың үлеме ныҡ һиҫкәндерҙе. Әхмәров Рәмис. Иҫ киткес шәп егет, иллене үткән бер әзмәүер. Йылмайып ҡына йөрөгән һөймәлекле абзый әле лә күҙ алдында. 6 февраль уның ярты йыллыҡ контрактының һуңғы көнө ине. Ул позицияла. Алғы төркөмдө алға әйҙәй. Егеттәрен ҡаплап, үҙе алдан бара. Украиндар окобына тиклем ете метр ҡалған булған. Үлеме хас кинолағы һымаҡ инде. Алдағы ике хохолды, ситтәге тағы берәүһен юҡ итә һәм шул ваҡыт алыҫтараҡ ултырған бер пулеметчикты күреп ҡала ла, артта килгән егеттәрҙе уйлап, ҡапыл ҡалҡына бирә, йәғни ҡалҡан булып ҡалҡа. Шул мәл пулеметчик һәм окоптағы берәүһе уға тоҫҡап ата. Күкрәктәрен тишеп үтә, тик “Носорог” йығылмай әле, егеттәрен ҡотҡарам тип һаман да аяҡта ҡала. Гранатаһын алырға теләп һул яҡҡа ҡыйшая бирә, шунан ғына ауа. Ана шулай күкрәге менән дуҫтарын ҡаплап ҡала. Пулеметчиктар эшләй башлағас, яуҙаш дуҫтары ергә һылашып ята һәм иҫән ҡала. Уның мәйетен тиҙ генә сығара алманыҡ әле.
Кәүҙәһен оҙаҡ сығара алмайҙар. Ысын батыр. Һәм Матросов-Мөхәмәтйәнов бейеклегендәге, мәңгелектең сағылышы булырҙай фәһемле үлем. Мин “Носорог”тың фотоһын да күргәнем булманы. Уның йөҙөн күҙ алдына ла килтерә алмайым. Тик уның һыны, гранатаһын алып һелтәргә ынтылған, ғорур баҫып торған һынын күрәм мин. Был батырҙы уйлаһам, мәктәп йылдарында “Тарих” китабында Александр Дейнекиҙың “Оборона Севастополя” картинаһында алда торған яугир, сая ҡарашлы, гранатаһын һелтәргә ынтылған ир һыны килеп баҫа. “Носорог” шулай ҡа­лыр минең кү­ңел­дә. МХО ха­ҡын­­дағы пьесамда Рә­мис Әхмә­ров­тың образын һү­рәт­лә­гәндә, тап шу­­лай күҙ алдына баҫ­тырып яҙҙым да.
Мәғәнәһеҙ һәм бер ғәйепһеҙ үлем хаҡында ла ишеттем. “Абзый” позывнойлы яугир һөйләне. Поста ултырғанда бер егет (Белорет ҡалаһынан) йоҡлап китә. Һәм пост янынан кемдеңдер шәп итеп йүгереп үткәненә һиҫкәнеп уяна ла, дошман үтеп китте тип, уйлап та тормай атып ебәрә. Һәм... күрше ауылдағы 10 йәшлек малай тәкмәсләп барып ята. Ҡайын посадкаһы араһынан бәшмәк йыйырға сабып-һикереп йүгереп барған еренән һуғыш ҡорбанына әйләнә бахыр. Бер ҡатындың берҙән-бер балаһы – улы була ул. Ә атаһы “укроп"тарға ҡаршы әлеге яуҙа ике йыл элек һәләк икән. Беҙҙең егеттәр атыу тауышына йүгереп килә лә, яугирҙе, ҡәбәхәттәй күреп, саҡ үлтереп ташламай, рота командиры һаҡлап ҡала. Суд булып төрмәгә ябалар ғәйеплене, һуңынан алғы һыҙыҡта ла күрәләр үҙен, иҫән. Ә әсә кеше, ай ҙа үтмәй, был фанилыҡтың минең өсөн кәрәге бөттө, тип үҙенә ҡул һала.
Медротала взвод командиры булған шәфҡәт браты “Солтан” менән әңгәмәләшкәндә башҡа һыймаҫ бер фекере иҫемә төшә. “Өс йыл мәйетханала тир түктем, аҙаҡ үҙем ерләү хеҙмәте менән булыштым. Тураһын әйтәм, мин мәйеттәргә бик хөрмәт менән ҡарайым. Һуңғы юлында, һуңғы туйында лайыҡлы үтергә тейеш был фанилыҡты үткән һәр әҙәм... Йыуғанын йыуҙым, кәфенлеккә лә төрҙөм. Ерәнмәйем, уҡынып, бар шартына килтереп үтәнем. Шаҡ ҡатырлыҡ бер күҙәтеүем бар: ошо яуҙа беҙҙекеләр дошманды ҡыйратҡанда ла шәфҡәтлерәк ҡылана, ә улар йыртҡыстарса үлтерә, мәйеттәрҙе хәшәрәттәрсә мәсхәрәләйҙәр... Унда ла әҙәпһеҙҙәр, аңһыҙҙар”, – тигәс, мин телһеҙ ҡалдым. Был фекерҙе мин бер нисек тә башыма һыйҙыра алмайым: үлемдең дә, үлтерештең дә шәфҡәтлеһе, миһырбанһыҙы була икән дә...

Көлөргәме, иларғамы... Тороп “Солтан”ды ҡосаҡлап алдым. Рәхмәт һиңә, брат. Ниндәй изге күңелле һин. Ғүмереңде бирһен!
Үлеп ятҡан һалдатты, мәйетте алып сығып уларҙың үҙ ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйыуы, бер уйлаһаң, оло ахмаҡлыҡ та һымаҡ. Йәнһеҙ, барыбер был мәйет, табылыр әле һуңынан, тип ҡул һелтәргә лә булалыр ҙа. О, юҡ! Гуманизм был! Был турала ла һүҙ ҡуҙғалттым.
– Юҡ, – тип ҡәтғи яуапланы “Солтан”. – Ҡул һелтәп ҡарау тураһында уйларға ла түгел. Уның туғандары бар, ул кемдеңдер ҡәҙерле улы, һөйгәне. Өйҙә уны көтәләр. Ниндәй генә хәлдә лә көтәләр...

Ғүмерҙең дә ҡәҙерле-мәғәнәһеҙлеге булғандай, үлемдең дә, үлтереүсеһенең дә әшәкеһе, әҙәмсәһе була икән. Аллаһы Тәғәлә әҙәмгә ғүмер йомғағы бирә лә, шатлыҡ-ҡыуаныс ҡына түгел, ҡайғы-хәсрәт тә өләшә, йомғаҡ һүтелә, өҙөлә, осонда әжәлең көтә...

Аллаһтың миһырбанлы сәғәте
Алғы һыҙыҡҡа китергә йыйынабыҙ. Сватово яғына. Фронт линияһынан йыраҡ урынлашҡан Красный Лучтағы базала ятабыҙ.
“Ун өсөнсө” юҡ та юҡ. Көтөк булып бөттөк. Кисектергеһеҙ эше бар, тинеләр. Будкалар янындағы һары сейә күләгәһендә ултырып та торабыҙ, машина эсенә инеп һуҙылып та ятып ҡарайбыҙ. Егеттәр тәмәкеләрен һүндермәй тиерлек.
– Һуғыш үҙе ваҡытты белдерә ул. Ҡабаланмағыҙ. Күп йөрөйбөҙ, беләбеҙ. Беҙ китәбеҙ, снаряд килеп төшә, бер нисә урында шулай булды. Фартовый ағайҙарығыҙ янығыҙҙа, – тип беҙҙе тынысландыра оператор Вадим Исламов.
Бер тарихты беҙ беләбеҙ. Ошо Красный Лучтың уртаһында емерек ҙур йорт бар. Ҡунаҡхана ул. Ҡарайып, йәмһеҙ һәм йәнһеҙ булып ултыра. 2022 йылдың 24 июлендә был урынды украина хәрбиҙәре M142 HIMARS америка ракеталары менән утҡа тота. Артиллеристар билдәләүенсә, был киҫкен утсыҡтар 83,6 саҡрым алыҫлыҡтан, Бахмут ҡалаһынан, ебәрелгән. Совет заманында эшләгән ҡунаҡхана ныҡлы булып сыҡҡан, күрәһең, емерелеп, таралып төшмәгән. Уның янындағы тиҫтәнән ашыу объект, йорттар ныҡлы зыян күргән. Тыныс тормошта йәшәп ятҡан ҡалаға нимә тип атырға. Күрәһең, ҡунаҡханала хәрбиҙәр йә башҡалар булған, шуға тоҫҡанылармы икән? Моғайын, урындағы берәй диверсант координаттар менән шундай хәбәр ебәргәндер. Тап шул көндә БЮТ журналисы Азат Саҙриев үҙенең юлдаштары менән ошо ҡунаҡханаға урынлашырға тейеш була. Теркәлеп, урын алырға ғына торһалар, Шайморатов мәктәбе уҡыусылары (ул бынан 17 саҡрым алыҫлыҡта) Башҡортостанға ял итергә юллана, шуны барып төшөрөгөҙ әле, тигән хәбәр алғас, ҡунаҡханаға һуңғараҡ килеп урынлашырбыҙ әле, тип Петровское ауылына китәләр. Репортаж эшләргә китеүҙәре генә уларҙы ҡотҡарып ҡала.
– Китеүебеҙгә ун минут та үтмәне, “бом” – ҡот осҡос шартлау тауышы яңғыраны. Ҡунаҡхананың өҫтөнә генә ракета төшкән. Нисектер беҙҙе Хоҙай һаҡлап ҡалды, – тип һөйләгәйне был турала беренсе осрашыуҙа уҡ Азат. Шула-ай.
Беләм мин дә, Шайморатов батальонында булғанда старшина "Дикий" ҙа иҫкәрткәйне.
– Төнөн генә сығаһығыҙ бит алғы һыҙыҡҡа. Үлеп ҡалырмын, тигән уйҙар буламы? – тип һорағайным унан.
– Юҡ, ысынлап әйтәм, юҡ. Улай тип уйлаһаң, иң һәйбәте – инмәй торорға. Көтөргә, күңелеңде тыңларға кәрәк, ул үҙе әйтәсәк. Аллаһ иҫкәрткәс кенә ҡуҙғалыу хәйерле, – тигәйне.
Ниһайәт, көткән машинаһы күренде. “Ун өсөнсө” – Бадранов төшөп барыбыҙ менән ҡосаҡлашып күреште. Ҡабаланмай ғына тәмәкеһен тоҡандырҙы.
– Әҙерһегеҙме?
– Әҙербеҙ. Көтөп арыныҡ, – тибеҙ.
– Бындай юлға ҡабаланып сығырға ярамай. Хоҙайҙың кешегә мәлендә ярҙам итә торған миһырбанлы сәғәте бар, шуны сабыр ғына көтөргә кәрәк. Күпме һынағаным бар, Аллам уны нисектер белдерә ул, – тип һөйләйәсәк һуңынан Азат Шамил улы. Әле тағы ла бер тапҡыр яйлап һурып тәмәке тартабыҙ ҙа – аттарға! Юлға, алғы һыҙыҡҡа!
Аллаһтың миһырбанлы сәғәте. Беҙҙе шул һаҡлай, тик ул мәлде тоя, аңлай белергә кәрәк.
– Бер полкка килдек. Апрелдә булды был хәл. Полк командиры, Башҡортостандан вице-премьер килгән, тип һөйөндө. Башҡортостан егеттәренә дәүләт наградалары килгәйне, әйҙәгеҙ, һеҙ килгән мәлде файҙаланып, тантаналы тапшырыу ойошторайыҡ, яугирҙәрҙең рухы күтәрелер, тип күрше ауылда Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға арналған һәйкәл янында ойошторорға булып киттеләр, – тип һөйләне Бадранов. – Риза булдым. Кискеһен килгәйнек, бүләктәрҙе иртән тапшырырға тейешбеҙ. Төнөн – дошмандан “радиоперехват”: ниндәйҙер ауылдағы һәйкәлдең аныҡ ҡына координаттарын ебәрегеҙ, иртәгә унда халыҡ йыйыла, ҙур бер түрә килгән, тинеләр. "Ракетный удар" яһарға йыйыналар. Шунан беҙ планды үҙгәрттек, яугирҙәрҙе башҡа урында башҡа шарттарҙа бүләкләнек.
Аллаһ иҫкәрткәнме?!
Иртәгәһенә төштән һуң, алғы һыҙыҡта булып, снаряд шартлауы аҫтында ундағы егеттәр, уларҙың эштәре менән танышҡас, арып, полк командиры блиндажы янында арманһыҙ булып, түңәрәк яһап килеп ултырабыҙ. Бронежилетты сиске, бер нисә минутҡа булһа ла касканы һалып ултырғы килә, тик ярамай.
Азат Шамил улы уйланып ултырҙы ла, былай тип һөйләп алып китте:
– Нисек бында Аллаһ ҡөҙрәтенә ышанмайһың... Белогорловка аҫтындағы бер ауылда беҙҙең батальондың КП-һын (командирский пункт) “вычислили”, эйе, ҡайҙа урынлашҡанын аңдып белгәндәр. Әллә һатҡандарҙыр... Обстрел башланды, бер нисә сәғәт бик ҡаты барҙы. Был ауылда бер кем дә йәшәмәй, шуға буш торған өйҙәргә ҡунаҡлағайныҡ. Ғәҙәттә, командирҙар пункты фронт линияһында урынлаша һәм уны табып юҡ итеү дошмандың иң мөһим бурыстарынан һанала. Аңлашыла инде, сөнки алыш, яу менән был пункт идара итә. Дошман снарядтар осора ғына. Украиндарҙың, иғтибар итһәгеҙ, өйҙәре самандан ғына, “украинская мазанка” тиҙәр. Уныһы ер һелкенеүҙән емерелергә тора. Обстрел тынды. Иҫән ҡалдыҡ. Һуңынан сығып ҡараһаҡ, күҙ алдына килтерәһегеҙме, КП эргәһендә, өй тирәләй, йәғни периметр буйлап, 21 снаряд шартлаған. Тик береһе лә өйгә төшмәгән. Бер ут ярсығы етә ине... Мөғжизә. Шунан нисек Аллаһҡа ышанмайһың...
Ике йыллыҡ командировкала мин йөҙҙәрсә яугир менән осрашҡанмындыр, шуларҙың күбеһе дин юлында, аят-доғаларҙы түш кеҫәләрендә генә йөрөтәләр ине. Һәм тағы шуныһы – араларында күптәре һуғышҡа тиклем Изге китапты тотоп та ҡарамаған, Аллаһҡа ла күңел һалып ышанмаған.
Бер яугирҙең, “Кабо” ине шикелле: “Минең бында һәр саҡ Аллаһҡа һыйынғым килә. Хатта нәфрәтем дә юҡ. Юҡ, ҡулым ҡанға батманы, киреһенсә, таҙарынған кеүекмен мин был һуғышта”, – тигән мәғәнәле һүҙҙәре мәңге онотолмай.

Һуғыш һәм намыҫ
Нимә ул һуғыш? Ике сәфәремдә лә был һорауға яуап эҙләп йыш уйландым. Тәүҙә “Историк”тың тарихын һөйләйем.
– Һуғышта иң ҡәҙерлеһе һәм иң татлыһы – һыу. Һуғышта ғынамы. Алыш саҡ ҡына туҡтап торған арала барлыҡҡа килгән тәүге тойғо – туйғансы һыу эсеү. Төндәрҙең береһендә ярты километр алыҫлыҡтағы һаҙлыҡҡа киттем. Барып еттем. Ике пластик һауыттың береһенә һыу йыйып маташам. Бер аяғым батҡаҡҡа төшөп китте һәм мин ауыҙ тултырып, башҡортсалап, ҡаты һүҙ менән ҡысҡырып ебәрҙем. Шул саҡ эргәлә генә кемдеңдер ярҙам һораған хәлһеҙ тауышы ишетелде. Үҙебеҙҙең һалдат. Аяғына яраланып яртылаш кәүҙәһе менән ергә күмелеп ҡалған икән. Бер нисә тәүлек ошо хәлдә. Ҡаҙып сығарҙыҡ. Асыҡҡан, һыуға сарсаған, яраһын эрен баҫҡан. Тиҙ арала ике саҡрым алыҫлыҡтағы эвакуацион урынға алып барырға кәрәк. Беҙ – һалдат, ә һалдат тәү сиратта бойороҡ ҡушҡанды үтәргә бурыслы. Беҙҙең бурыс – алынған позицияны һаҡлау. Үҙ белдегең менән бер аҙым да ситкә китергә ярамай. Яралыны тыныс ергә сығарыр өсөн кәмендә ике кеше оҙатып барырға тейеш. Нишләргә? Һорауҙы эргәмдә торған егеттәргә бирәм. Ҡысҡырып түгел, ҡараштар менән генә аңлашабыҙ. Ҡояш ҡалҡыуға отделениемдың ике аҫыл егете яңы танышыбыҙҙы врачтар ҡулына имен-һау тапшырып кире әйләнеп килде.
Ҡайһы берҙә: “Мин, бәлки, һуғышҡа шул яралыны ҡотҡарыр өсөн генә барғанмындыр? Ҡайҙалыр алыҫта тап минең ярҙамға мохтаж булған Хоҙайҙың бер изге бәндәһе мине көтәлер?” – тип тә уйлап ҡуям. Һуғышҡа һәр кем дә батырлыҡ эҙләп, үлтерер өсөн генә бармайҙыр. Һуғыштың асылы башҡа. Һин ярҙам итергә тейеш кешегә, кешелеккә. – Фәһемле лә, уйландырғыс та итеп әйтеп ҡуйҙы яугир.
Һуғыш, тимәк, кешелекте үлемдән ҡотҡарыу өсөн ярҙам итеү...
Рота командиры “Томан” менән урман эсендә һөйләшеп торғанда, ул көләпәһен сисеп маңлайындағы тирен һөрткәйне, уның ап-аҡ сәсен күреп хайран ҡалдым.
– Бында ағарҙымы?
– Эйе. Элек мин ыҫмалалай ҡара сәсле инем, – ул һөйләшкән саҡта бер тапҡыр ҙа йылмайманы. – Бында эмоциональ торош күпкә юғары. Ҡурҡыу ҙа, шатлыҡ та, бер-берең өсөн үлеү ҙә... Бындағы тойғолар шартлап һынған имән кеүек, йә урғылып сыҡҡан вулкан ише – бер ҡасан да эҙһеҙ үтмәй.
Уның бер фекере һиҫкәндерҙе: “Үлеп ҡалыуың да мөмкин, һәр кем белә быны. Мосолман булараҡ аңлайым, барыһы ла фани, барыһы ла ваҡытлыса ерҙә. Минең өсөн ҡағиҙә берәү: “Яугир икәнһең, тимәк, мәңге йәшәйһең!” Һиҫкәндерҙе, сөнки мин алдараҡ яҙған сая Фәнис Хөсәйенов, үҙенең үлерен алдан белгән кеүек, “был юлы ҡайтып булмаҫ ул, мәңге йәшәү минең планда түгел, лайыҡлы үлем миңә ҡәҙерле” тигәнерәк һүҙҙәр әйтә биреп ҡуйған ғүмеренең һуңғы көндәрендә. Һуғыштағы үлем шаһиттар үлемеме икән улайһа?
Кременной урмандарында штурмовик “Мырҙа” менән һөйләшеп ултырғанда, ул бөтөнләй икенсе төрлө уйланырға мәжбүр итте.
– Үлем тураһында йыш уйланаһыңмы? – телемә үҙенән-үҙе шундай һорау килә.
– Русса яуаплайым, ожидание смерти хуже самой смерти, тиҙәр бит. Һуғышҡа, эйе, штурмға инеп киткәндә, белеп ҡуй, үҙеңде шулай тоторға кәрәк: әйтерһең, һин уйнайһың, “учебка”ла йөрөгән кеүек хис итәһең. Миңә бер ни булмай, был ысын түгел, тип үҙеңде тотоу дөрөҫ. Үҙеңде шулай яйлайһың. Шунһыҙ ныҡ ҡыйын. Үлемде уйлап, пуля тейә, тип һаҡланып йөрөһәң, аҙашҡан уҡ та йәнеңде ҡыйырға мөмкин. Дөрөҫөн әйткәндә, улай тип йөрөргә ваҡыт та, форсат та юҡ инде. Тәрәнгә төшөп уйланыу түгел, тиҙ генә ситуацияны аңлап хәл итә белергә кәрәк. Тиҙ-тиҙ генә. Секунд хәл итә. Ҡалайтаһың, һуғыш был, уйын түгел.
Эй донъя, тип ҡуям эстән. Үлем тураһында уйланмай буламы кеше? Әле генә, яуҙаш дуҫтарымды юғалтҡанда, күңел һыҡтай, таштар илай, тип торҙо бит инде. Бар уйын, бар ғәмен тышҡа сығарғыһы ла килмәйҙер. Был донъянан кем туйған.
– Ҡарап йөрөйөм дә, дрондар, артиллерия уты, миномет, каскад яуы, технология һуғышы... Нисектер шәхси батырлыҡҡа урын да юҡ кеүек күренә ҡай саҡ. Матросов кеүек амбразура ҡаплап булмай... Шулай ҙа һуғыштың асылы нимәлә ул?
– Намыҫта. Аңлатам. Һуғышта дуҫыңды, яралы яугирҙе ут эсенән алып сығыу ҙа – ҙур героизм, илеңде фашизмдан һаҡларға баҫыу, был биләмәгә килеү ҙә батырлыҡ ул. Бомбежка барғанда беҙ бер-беребеҙҙең яраһын бәйләйбеҙ, һөйрәп алып сығабыҙ, йәнде аямай, үләм тип уйламай алға барабыҙ. Беҙҙең көндәлек эш был, ләкин уның эсендә күпме ҡаһарманлыҡ, ғәйрәтлек ята. Күҙ алдыңа килтер, үҙең дуҫыңдың яраһын бәйләйһең, нисек тә ҡотҡарырға тырышаһың, ярсыҡ йә пуля шул мәлдә һине лә йығып һалырға, уны ҡотҡарам тип үҙең дә үлергә мөмкинһең. Тик һин ул турала уйламайһың. Дуҫың өсөн үҙеңдең йәнеңде лә бирергә ризаһың. Беләһеңме ни өсөн, сөнки һин намыҫлы. Әле шуны эшләмәһәң, дуҫың үлеп ҡуйһа, һине һуңынан выждан ғазабы, намыҫың талаясаҡ. Һин быға юл ҡуйырға тейеш түгелһең. Дуҫыңды һаҡлайһың икән, тимәк, илеңде һаҡлаясаҡһың. Был батырлыҡ түгелме ни?! Штурмға ынтылғанда беҙ төркөм менән барабыҙ. Ул саҡта һиҙгерлекте һәм ориентирҙы юғалтырға ярамай. Һинең бер хатаң бар төркөмдө юҡҡа сығара ала, был, тимәк, яуаплылыҡҡа һәм намыҫҡа бәйле. “Голубой”ҙарға, ер шарын футбол тубы ише лә күрмәгән НАТО көсөктәренә ут асырҙай булһын намыҫың. Намыҫ таҙа булһа, ил яҡланыр, киләсәк һаҡланыр, көнөбөҙ яҡты, еребеҙ имен, һыуыбыҙ таҙа булыр. Бөгөнгө һуғыштың асылы бына шунда.
Эйе, һуғыш күп нәмәгә өйрәтә. Элекке ҡыйыш аҙымдарыңа, йүнһеҙ ҡыланыштарыңа башҡа күҙлектән ҡарарға ваҡыт бирә ҡан ҡойош яланы. Булған гонаһтарыңды, ҡыйырһытҡан кешеләрҙе уйлайһың. Тормошта аңламай ҡылған ғәйептәребеҙ аҙмы ни? Окопта ятаһыңмы, блиндажда ултыраһыңмы, уйларға, бөтөнләй башҡаса ҡиммәттәрҙән сығып һығымталарға килергә ярҙам итә һуғыш, эйе. Атай-әсәйең, һөйгән йәрең, балаларың, башҡалар ни тиклем ҡәҙерле икәнен бында килгәс нығыраҡ аңлайһың. Баштағы уйҙарҙы, зиһендәге фекерҙәрҙе аҡтарып сығара ла, һинең күңелеңде, зиһенеңде таҙарта ул һуғыш һәм... Аллаһҡа яҡынайта. Бына нимә ул һуғыш!

Ике ил, ике яр – бер яҙмыш
Шайморатов батальоны Мироновкала урынлашҡан ине. Ҡәҙимге ҡасаба, күп ҡатлы йорттар һирәк күҙгә ташланды, күпселектә бик ҙур булмаған өйҙәр. Кешеләр ҙә бер ни булмағандай йөрөй, күптәре велосипедҡа атланған. Хәрбиҙәр машинала саба, БМП-лар үтеп китә. Һәр кем – үҙенең айырым донъяһында, яҙмыштар беҙҙең киҫешмәй, тигән кеүек йәшәгәндәй күренә. Хәрбиҙәр урындағы халыҡҡа ауырлыҡ һалмаҫҡа тырыша буғай. Ауыл кешеләре лә, һеҙҙә минең эшем юҡ, тигәндәй үҙ хәстәре менән йәшәгән төҫлө. Был тәү ҡарашҡа ғына шулай икән.
Ҡасабалағы буш йорттарға беҙҙең егеттәр ҙә урынлашҡан. Бер йорттоң алдында тора инек, ҡаршылағы өйҙән оло йәштәрҙәге ҡатын уф та уф килеп сыҡты. Былай ҙа шомло күңелгә хәүеф һалып.
– Тағы ла “прилет”, тегендә нимәлер яна бит.
Бая юлда ҡуйы ҡара төтөн менән янған әйберҙе иҫкә төшөрөүе.
Һаулыҡ һорашып, ҡайҙан килгәнебеҙҙе, журналист икәнебеҙҙе әйткәс, ул да асылып китте. Башҡорт яугирҙәрен бик маҡтай:
– Егеттәрегеҙ өсөн ҙур рәхмәт, ысынлап әйтәм. Ата-әсәләренә, ҡатындары-ҡыҙҙарына ҡайнар сәләм еткерәм, рәхмәт әйтәм, тәүфиҡлы, һәйбәт кешеләр. Һоҡланғыстар. Бер генә лә насар һүҙ әйтә алмайым. Ярҙамсылдар. Мин генә ул, ҡай саҡ әрләшәм. Улар үтә тыныстар.
“Шаман” уның арҡаһынан һөйөп ала:
– Лена апаҡайыбыҙ беҙ килгәндән бирле ярҙам итеп тора. Өй тәҡдим итте.Телефондан шылтыратып торабыҙ, кәрәк икән, беҙҙең йомош менән ирен дә ебәрә.
– Юҡ, юҡ, бөтәһенә лә өлгөрөп булмай. Улай тип әйтмәгеҙ.
– Үҙегеҙҙең балаларығыҙ бармы һуң?
– Ҡәҙерлеләрем өсәү: ике ҡыҙым, улым бар. Улым ҙур инде, һәр ваҡыт Рәсәйҙә булды, операция башланғанда Украинала ине, был яҡҡа сыға алмай ҡалды. Әле Киевта. Минең иң ауыртҡан йөрәк ярам ошо, ҡасан, нисек күрешербеҙ инде. – Әсә һағышлы күҙҙәре менән күҙемә ҡарап алды. – Ул унда һуғышмай, өйгә ҡайтҡыһы килә. Йөрәге менән бында. Ул Рәсәй өсөн! Туғыҙ йыл Рәсәйҙә булды ла, шулай тура килеүен әйт. Бик үкенесле.
Әлбиттә, үкенесле. Тик... әй, кем белә инде, кем аҡ та кем ҡыҙыл, тигәндәй.
Ҡатын үҙ мәшәҡәттәре менән киткәс, “Шаман”:
– Беҙҙе үҙ итеүе эскерһеҙ. Ысынлап Рәсәйҙе лә бик ярата. Ә апаһы украиндар яғына киткән, өйҙө бер кемгә лә бирмә, урыҫтар һаҫытып ятмаһын, тигән, ә Елена беҙгә тәҡдим итте. – Ҡатындың йортона ҡаршы өйгә төртөп күрһәтте. – Беҙгә ярҙам иткәнен һис кемгә белдерергә тырышмай, улына зыян килеп ҡуймаһын тип...
Яҙмыштар, хәтәр яҙмыштар. Ике бер туған – ике ярҙа, ә арала ташып-ярһып берсә һөйөү, берсә нәфрәт булып ике ҡараш, ике ил аға.
Ике ҡараш, береһе – нәфрәт...
Барғас та һөйләнеләр һәм аңғартып ҡуйҙылар. Туҡһан йәшлек әбей, улдарым, үҙем бешерҙем, тип беҙҙең һалдаттарға бер нисә пирожки һонған. Ашағандар, ике һалдат ағыуланған. Туҡһан йәшлек ҡарсыҡ? Әкиәттер... Юҡ. Төрлө ҡарашлылар. “Илеш” тигән яугир, әбейҙәр биргән кәнфиттәрҙе ташлап китәбеҙ, тине. Бәлки, яратып та бирәләрҙер, шулай...
Ике ҡараш, береһе – һөйөү...
Доставалов батальонында рота командиры Боцмандың машинаһында саң борхотоп Горловка урамынан үткәндә бер матур күренеш мәңге онотолмай. Урам ситендә шаярышып йөрөгән биш-алты йәшлек ике малай беҙҙең яй ғына барған машинаны күреп ҡалды ла, тура баҫып, командирға ҡарап честь бирҙе. “Боцман” асыҡ тәҙрәнән тегеләргә күҙ ҡыҫып яуап итеп ҡулын маңлайына терәне. Ә “Танкист” сигнал биреп ебәргәйне, эй тегеләр һикерешеп-һикерешеп беҙҙең арттан йүгерергә кереште. Бер аҙ барғас, еңелсә күтәрелгән саң араһында туҡтап ҡул болғап ҡалдылар. Эй малай саҡ, тиҙерәк үҫеп һалдат булғы килгән саҡ. Тура баҫып, ҡулдарын төҙ тотоп саңлы баштарына терәүҙәрен әйт – өйрәнеп бөткәндәр. Генерал да булырҙар әле. Йоҡоларын шартлауҙар өҙөп йонсотһа ла, ҡалай күңелдәре шат, шәп йүгерәләр. Ә көнсығышта илдәш тиңдәштәре диңгеҙ буйында ҡыҙына, йылғала һыу төшә, туңдырма ялай... Ошо уҡ Горловкала дошмандар йыл һайын 25 май Һуңғы ҡыңғырау байрамында мотлаҡ мәктәптәргә снарядтар елгәрәләр, яҡтылыҡҡа, белемгә саҡырған ҡыңғырау сыңының башҡаса яңғырауын теләйҙәр. Барыбер байрам үтә, барыбер сыңлай ҡыңғырау...
– Ҡайҙа барһаҡ та, урындағы кешеләр беҙҙе күтәремләп ала. Халыҡтың 80-90 проценты һәйбәт ҡарашта. Запорожьеға килеп ингәс, кешеләр, күпме көттөк, ниһайәт, тип, рәхмәт әйтеп, тубыҡланырға, суҡынырға тотондо. Үҙҙәренең ашарына юҡ, кемдер ҡулына бер-ике йомортҡа, кемдер ике киҫәк икмәк тотҡан булған, беҙгә күстәнәскә... Бик тетрәндергес, илаһи күренеш инде.
“Боцман”дың ошо һүҙҙәренән минең илағым килде.

Мөнир ҠУНАФИН.

(Махсус операция биләмәһендә булғанда күргән-ишеткән ваҡиғаларҙан хикәйәттәр менән 2025 йылғы "Ағиҙел" журналының 8-9-сы һандарында танышырға мөмкин).

Автор: Луиза Кирәева
Читайте нас