Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
16 Сентябрь , 16:28

Тыуған көн. Хикәйә

Орҡоя ҡыҙ көйө оҙаҡ  ултырҙы. Бала сағында әллә ниңә сирләшкәрәк тә булды шул. Тиҫтерҙәренән күпкә аҙаҡҡа ҡалды ҡалыуын, иллә мәгәр “ултырған ҡыҙ урынын таба” тигәндәй, үҙен күрше ауылының бер егете һоратып, оло итеп туй –үткәреп алды ла  китте, малай! Ауыл егеттәре күҙҙән төшкәнгә һанап уның егәрлелеген, бәйләм эшенә оҫталығын, алдынғы һауынсылығын, ситтән тороп университеттың тарих бүлеген бөтөүен дә күрмәмеш булып йөрөйҙәр ине, эйәк ҡағып тороп ҡалдылар. Аҙаҡ үкенеүселәр ҙә күп булды булыуын. Ана шул никахынан бер бөртөк ҡыҙ бала үҫергәйне. Ире ваҡытһыҙ вафат булғас, күп уйлап торманы, йорт-ерен һатты ла, балаһына йүнлерәк тәрбиә биреү йәһәтенән, ҡаланан ике бүлмәле фатир һатып алып күсеп киттеләр. шулай итеп тағы ирһеҙ, яңғыҙы ҡалғайны, бөртөк кенәт ҡыҙына әүрәт ғүмерен үткәрҙе Орҡоя. Ни эшләһен…    

Тыуған көн. Хикәйә
Тыуған көн. Хикәйә

Туйҙары йәйҙен матур көндәрендә үткәс ни, ул “Волга”, “Чайка” машиналары бер урам булып, йорт алдында һыйышмаған кеүек пипелдәтеп килеп тулғайнылар. Ҡоҙалары ауыл еренән бик мул кешеләр булғас, уларҙан ҡалышмаҫҡа тырышты. Килмәгән кеше, һыйламаған әҙәм булмағандыр.

      Бына ул туй үткәнгә лә ун йыллап ваҡыт үткән дә киткән. Ейәнсәре лә хәҙер туғыҙ йәшен тултырасаҡ. Әйтһә лә кейәүе аграр интситуты бөтөрөп колхозға ҡайтып ветврач булып эшләй генә башлағайны, бынау Союз бөтөү сәбәпле колхоздарға ла ҡырғын төштө.   Малдарҙы нисек етте шулай сәбәбен табып юҡҡа сығара торҙолар. Йыл һайын алмашынған совхоз директоҙары, колхоз рәйестәре нисек ҡулдары етһә шулай анау тиклем колхоз малдарын һоғона барҙылар. Әстәғәфир! Хатта ферма һарайҙарының нигеҙен дә ҡалдырмай һүтеп бөткәндәр. Халыҡ эшһеҙ, техникаһыҙ ҡалған заман. Яландарҙа сәскән генә иген ишаратын билсән менән тубылғы, һары үлән баҫҡан. Ошо ғилләгә йәне көйгән Орҡоя, эшһеҙлектән милицияла эшләй башлаған кейәүенә ике бүлмәле фатирын бирҙе лә, үҙе Өфөгә күсеп китте. Атаһы әйтмешләй: “Одна голова не бедна, бедна так одна”, тип уйланы ул. Унда үҙенә күрә эш тапты, покаға ятаҡта торорға ҡарар итһә лә, Президент фондынан фатир юллап алыу ине нийәте.

      Район милицияһында ныҡ ҡына һалмышлыҡҡа әүәҫләнгән кейәүен ҙурыраҡ ҡала ерлегендәге тәртип ҡалыбына һалып, эскелегенән айырыу ине барлыҡ нийәте. Ҡала милицияһына күсеп алғас, китте егеттең күңеле күтәрелеп. Бында үҙе әйтмешләй “районкала”  эшләгән эшенән ун тапҡырға күберәк эшкә егелгәнен  әллә ни аңлап еткермәгән Айҙар, бик етеҙ тотонды тотоноуын. Отчеттары, протоколдары ваҡыттында тапшырыла барғас матҡталып та алды. Шулай ике-өс йыл үтеүгә, кейәүенә капитан званияһы биреп ташланылар. Килһә килә бит ул. Әллә ниндәй бик ҙур бер мафияны асҡан өсөн орден да эләгә һалды. Үҙенең утыҙ йәшлек юбилейын районына ҡайтып, күҙҙәре араҡынан кипмәгән дуҫтарының күҙен ҡыйып, шаулатып үткәрергә нийәт тотҡанын һөйләне, сәй артында Айҙар. Орҡоя, өндәшмәй генә тыңлап бөткәс:

  • Белгән көлөңдә аунайһың инде, - тине. Әлбиттә, ҡайтып тағы шул эске ойошторасағына риза түгел ине.

Бына Айҙар машинаһына балон-балон литр ярымлы полиэтилен шешәләр менән пиво, йәшниге менән араҡы, апельсиндар, алмалар тейәп, ҡатынын, ҡыҙын ултыртып тыуған көн үткәрергә тип, тыуған яғына китеп барыуҙары. Бөгөнө тормошонан бик ҡәнәғәт Айҙар, ҡаршыһындағы көҙгөнән үҙенә гелән генә күҙ ташлап барҙы ла кәләшенә:

- Утыҙ йәш!!! Ышанғы ла килмәй! Ғүмер тиҙ үтә икәндә?! – тип скоросты алмаштырға арала, бисәһенең тубығын һәрмәкләй һалып алды. Хәбәрҙең әле береһен, әле икенсеһен башлап, юлда туҡтаған арала тәҙрәләге “двориниғын” төҙәткеләп, капотын асып, ниҙер ҡаранған кеше булды. Күңеле шат икәнлеге бөтә хәрәкәтенә күскән. Айҙар кире машинаһына кергәндә сөйҙә элеүле торған өр-яңы формаһындағы капитан званияһын иҫбатлаған погонын асыҡлабыраҡ, йыраҡтан уҡ күренеп торорлыҡ итеп матурлап элде. Машинаһының артҡы тәҙрәһенән “был милицияла эшләгән кешенең машинаһы” тип әйтеп ятҡан фуражкаһын да күрһәтеберәк, ҡалҡытып һалды. тиҙҙән районына етәсәк. йөрәге дөпөлдәп китте: үҙен нисек ҡаршыларҙар, нисегерәк тоторға, - бөтәһен дә уйлап барҙы ул. Беренсе тапҡыр райондан киткәненә эстән генә ысынтылап һөйөндө - йөрөр инем әле мин дә шул лейтенант көйө. Юлда килә торғас ҡаршыһына күрше ауыл участковыйы осрамаһынмы! Ике дуҫ машиналарын туйҙағы кеүек, әллә ҡайҙан уҡ пипелдәшеп килеп туҡтанылар. Күптәнге дуҫтар ҡосаҡлашып күрешеп, бер аҙ һөйләшкәс, Айҙар үҙен эре генә тотоп, багажниктан бер шешә “Столичный” менән, бер апельсин алып дуҫын һыйланы.

      - Үҙең эсмәйһеңме ни? Как, улай булмай, ҡасандан бире бергә эскән юҡ, иҫеңдәме теге ваҡыттар, шәп йәшәнек бит әй!

      - Да...а...а... Ә шешлеккә сыҡҡан саҡтар! Бөтөп барған колхоз һарыҡтарының бер тин тормаған сағы бар ине, малай! Минең тыуған көн! Утыҙ йәш, ҡабаланам! Беләһеңме, мине атай йортонда көтәлер. Теләһең, әйҙә һин дә.

- Ю-ю-юҡ,- тине дуҫы. – Һин, давай тот әле әҙерәк. Районда һине “за рулем” тип этем  дә еҫкәмәй. Үҙең беләһең бит инде, кем кемгә хәжәт.

      Айҙар күптән эсмәгәнлектән ытырғана-ытырғана бер рюмканы күтәреп, апельсин ҡаба һалды. Шулай итеп дуҫтар үбешә яҙып бик йылы хушлашып айырылыштылар. Айҙар машинаға,йоҡомһырап ултырған кәләше янына, дәрте босмаҡланып, күңеле булып килеп керҙе. Ҡыҙы ла бер ниҙә белмәй йоҡоға талған. Ҡуй инде йоҡо яҫтыҡ һорамай, тип уйлап алды ла:

  • Күрҙеңме?! Формаһын... ҡара инде һин уның формаһын! Деревня-я-я! – тип дуҫынан көлдө. – Яғалары ҡатып бөткән, нәские лә тишектер әле уның, ха-ха-ха... Элек гел тишек була торғайны.

   Зарема бер ниҙә өндәшмәне. Ул иренең әҙерәк “һалып” алғанда үтең һытылып китерлек итеп маҡтана торған ғәҙәтенә күптән күнеп бөткән.

      Айҙарҙың тыуған колхозы ҡапыл үҙәктән башлана. Колхоз Совет идараһы ошо үҙәктә. Уларҙың ауылы үҙәк усадбанан бер ун километрҙар самаһы арыраҡ. Урамдан үткәндә һәр бер баш ҡаҡҡан танышына сигнал биреп кенә үтеп китте. Шулай булмай, һәр береһенә сығып күрешеп бөтөп булмай бит инде.

  • Ономағандар! Шулай ул, әкәгеҙҙе һағынаһыҙҙыр. Мин бит халыҡтың береһенә лә артыҡ ҡаты яза бирмәнем, урлағаны урланы. Нисек тейәһең инде үҙ ауылыңдың кешеләренә. Минең урынға килгән участковый бик ныҡ ҡыйрата икән тип ишеткән инем, - тип һүҙен дауам итте. Эййй, Энгельска кереп сығайыҡ! Бына уға кермәй китһәм хоҙай түбәнән орор. Эх! Бергә эшләгән саҡтар... Ул Совет рәйесе, мин участковый! Энгельскә еткән дуҫ юҡ ине ул! – шулай тиеүгә, уның ҡапҡаһы төбөнә күптән түгел генә алған өрөп тултырылған яңы тәгәрмәсле машинаһы, ҡырт ҡына итеп килеп туҡтаны. Энгельстың ҡатыны, Энгельс үҙе Айҙарҙың ғаиләһен ҡолас йәйеп ҡосаҡлап ҡаршыланылар.

      Сепейҙәр өлгөргән саҡ. Аҙмы-күпме ултырманылар минут эсендә тигәндәй тауыҡ себешенә ҡушып ҡурған йәш картуф бешеп сыҡты.  Айҙар күҙен башын сайып багажниктан бер ярты, бер полиэтилен шешә пиво, ул-был закуска алып инде. Гөрләшеп тамаҡ ялғап алдылар. Хәл-әхүәл һорашҡан арала Энгельс:

  • Китеп оттоң, брат! Тағы директор алышына. Ну, малай, бөтөрҙөләр совхозды дотла! Ата ҡыҙын, инә улын белмәй урлашалар! Байыйҙар ҙа ҡасалар түрәләр, байыйҙар ҙа ҡасалар!
  • Үҙең ултырып ал директор булып, - тине Айҙар.
  • Нисек ултыраһың?! Район главаһына бер ауыҙ һүҙ әйткән өсөн эштән бушатыллар. Кем ҡуйһын мине!? И шунан бире эшһеҙмен! – Энгельс эсеп алғас, эсе бошҡанлығы йөҙөнә ярайһы уҡ сыҡҡайны.
  • Ниндәй совхоз ине бит! Беҙҙең хужалыҡты үҙең беләһең инде.

Ярай ҡайтып етергә күп ҡалманы, тип Айҙар Энгелстың күңелен күреп, тиң эсте:

  • Һинең хөрмәткә!
  • Рәхмәт, брат, хөрмәт иткәнең өсөн! Әлдә керҙегеҙ әле. Күңел булып китте.

      Шулай итеп байтаҡ ҡына күңелдәре булып алған дуҫтар хушлашып тағы юлға сыҡтылар. Улар ҡайтҡанда атаһы-ҡарт, ҡапҡаларҙы асып ҡуйып көтөп торған. Айҙар скоросын да кәметеп тормай, елеп килеп керҙе асыҡ ҡапҡанан атай йортона. Ҡаршыларға илай-илай йүгереп килгән ҡураныс ҡына кәүҙәле атаһын күтәреп алып, өйрөлтөп, ергә баҫтырғас, ҡосағында оҙаҡ ҡына ҡыҫып тотоп  торҙо Айҙар. Һағынған ине әлбиттә. Их! Атай тигән йәндең ни тиклем кәҙерле икәнлеген ситкә киткәс кенә нығыраҡ аңланы бит ул. Тупсаңнап бөткән әсәһе, төп йортта ҡалған энеһенең ҡатыны, энеһе йүгерешеп килеп берәм-берәм тулҡынланып күрештеләр. Тыуған йорттоң шул тиклем яҡын, ҡәзиз икәнлеген ҡыҙмаса булып алғанға мы әллә күптәнге хистәре бәреп килеп сыҡҡанға мы Айҙарҙың үҙенең дә күңеле тулғайны.

  • Ағай, сәй-фәлән эсегеҙ ҙә. Яланға шешлеккә! Унда бөтәһе лә әҙер. – тип хәбәр һалды, мыҡты кәүҙәле булып киткән ҡустыһы, хужаларса. Сәй артында ярты астылар Айҙар багажниктағы күстәнәстәрҙе ҡустыһына алырға ҡушты. Үҙе ағайҙарса күҙәтеп кенә торған булды.
  • Ат-а-а-аҡ! Атай, ҡарасы әле... Ағайым бер машина араҡы, күстәнәстәр тейәгән дә ҡайтҡан. – тине ергә алып теҙгән минераль һыу, пиво, араҡы йәшниктәренә иҫе китеп.

Күстәнәсте күмәкләшеп ашханаға ташып ҡуйҙылар. Шулай сәй артындағы “ярты” Айҙарҙы арыу ғына бирештерҙе.  Зарема килендәше менән булды, әсәһе ҡыҙҙарын әпәүләне. Бер ишек алды байрам тыуҙы улар ҡайтҡас. Төшкә ҡунаҡтар йыйылдылар. Айҙарҙың бер туған һеңлеһе ире менән күрше ауылдан килеп еттеләр. Ауылдағы өлкән ағаһы һәм туғандары, дуҫтары... Оҙон-оҙаҡҡа һуҙмай шишмә буйы тирәклеккә, шешлеккә сығып та киттелр.

Яландың ни, шул тиклем дә матур сағы. Кәкүттәр ҡысҡыра, күбәләктәрҙең ни төҫлөһө генә осмай. Ҡыҙҙарына бигерәк оҡшаны был күбәләктәр. Зарема иҫе китеп сәскә йыйҙы, таж үрҙе. Машиналарҙа музыка уйнай. Ҡош-ҡорт өлгөргән саҡ. Ашъяулыҡ тулы бүленгән тауыҡ, өйрәк иттәре. Күнәк түңкәреп кәртүф күмгәндәр килендәр. Иң шәбе үҙ майында ғына ҡайнап, талғын ҡуҙ ипкенендә шешлек бешә. Әле салат, ҡош иттәре, емеш-елк менән ҡәҙерен белеп кенә ашап эскәндән һуң, һыу буйында һыуынып ҡына ятҡан пивоны һемерәләр. Айҙар ике йыл көттө бит ошо минутты! Ике йыл! Бер иркенләп ҡайта алманы ул тыуған ауылына, бынау торған Өфө аръяғынан. Күңеле тулды. Иренен һәлендереп бер энеһен, бер ағаһын ҡосаҡлап иламһыраны.

  • Брат, брат!!! Мин беләһеңме...Мин... – ул һүҙен һөйләрлектән үткән ине.

Айҙарҙы яландан ҡатыны үҙе рүлгә ултырып тейәп алып ҡайтты. Йән көсөнә машинаның эсен тултырып ҡоҫоп килгән Айҙарҙы Зарема   кабинала ятҡан килеш һалҡын һыу менән башын да йыуып ҡараны. Оло юлдан ҡайтып, етмәһә бынау йәйҙең эҫеһендә, араҡы эсеп хистәр ҡойононан туҡмалған Айҙар машина эсендә ятҡан килеш йоҡоға талды. Уға теймәнеләр. Уның ҡайғыһы ла юҡ ине. Һәр кем уның кимәленә етмәһә лә шул һыҙыҡтан ары китмәгән.

Эштән ҡайтҡан бисәләр сәй эстеләр ҙә, ауыл бит, мал ҡарап, ҡашығаяҡ йыуыу менән ашханала булыштылар. Ҡош-ҡорт теүәлләп, ул-был иткәнсе ҡараңғы төштө. Ыңғырашып килеп торған Айҙар:

  • Ниңә тыуған көн бөттөләме ни? – тип сүгәләп ултырып “тыуған көн” таптыра башланы Заремаһы уға көлөмһөрәп:
  • Үтте, үтте! Бына ни эшләйһең инде хәҙер, - тип шаяртайым тиһә, Айҙар илап ебәрҙе.
  • Үттеләме ни инде?! Уй-ййй! Үткән бит тыуған көнөм...

Зареманың килене стаканға араҡы һалып:

  • Юҡ, ҡайнаға бына үтмәне! Әле тыуған көн дауам итә, - тип араҡы биргәс, Айҙар бер аҙ мышҡылдап ултырҙы ла , шым ғына эсеп бөткәс тышҡа ынтылды.

Атаһының яңы ғына сабып алып килгән йәш бесәнле арбаһына менеп ятырға булды.

  • “Э-э-э-эх! Рәхәт!”- тип күктәге яңы ҡалҡа башлаған йондоҙҙарға ҡарап бала сағын иҫкә төшөрөп ята трғас, тағы йоҡлап киткән. Зарема килененең тиҙ генә киренән йоҡлатып ебәрергә әмәлен таба белеүенә бисәләрсә һоҡланып, ирен арба янына барып ҡарап торғанда;
  • Ҡуй, еңгә ятһын! Төн йылы бит! Иртәгә айнып торор әле, - тигәс, үҙе лә, күптән йоҡлап киткән ҡыҙы янына өйгә инеп китте.

Төнгө һиллек, һауа шундай таҙа. Ялан-кәртә тулы малдар, ҡайһыһы мышнай, ҡайһыһы көйшәй, ҡайһыһы уфтана. Төн уртаһында әтәс ҡысҡырҙы. Әтәс артынан бер ҡара тауыҡ та , башына ҡарышып әтәс булып ҡысҡырып ҡараны. Әминә ҡарсыҡ ишетһә, үҙен  ҡаҙанға ла оҙатасаҡ, меҫкен тауыҡ быны белмәй  инде. Арба аҫтында Айҙарҙың иң тоғро дуҫы Вулкан йоҡлай. Ул бик һаҡ йоҡлай. Башҡа төндәрҙәге кеүек, юҡҡа барға өрөп бармай ул бөгөн. Хужаһының йоҡоһон һаҡлай. Эт тиһәң дә. Эт инде.

Айҙарға ғына ҡыйын. Аҙаҡтан эсеп ятҡан араҡыһы бөтөнләй нервыларын ҡаҡшатты буғай. Төшөндә әллә ниҙәр күреп ыңғырашты. Уяна алмаған арала, әйләнеп ятырға ла тырышты. Юҡ, кәүҙәһенә көсө етмәне. Төшөндәге теге йөнтәҫ тюленгә оҡшаған, аяҡһыҙ-ҡулһыҙ йәнлек гел йыға һуғып торҙо үҙен. Тотоп ҡына кәрәген бирергә буйы етмәне, йә ҡулдарының көсө әллә ҡайҙа юҡ булды. Әллә ҡайҙарға ҡасты, йүгерҙе, аяҡтары ҡуҙғалмағас, ҡысҡырып ҡараны  - тауышы сыҡманы. Илайым тип илай алмай яфаланды. Шулай яфалана торғас, ҡайҙандыр тирмән тартҡан кеүек тауыш килә башлауға, башынан һыйпанылар, бер туҡтауһыҙ: ғыжт-ғыжт... Берсә уңайһыҙ, берсә рәхәт... Ул арала булмай кемдер : “Аша-аша!, - тип алдына аш ҡуя имеш.

- Юҡ, ашамайым. – ти Айҙар, - тәүҙә үҙең аша.

-  Миңә ашарға ярамай, - ти теге кеше.

- Һин мине ағыуларға итәһеңме ни? – ти Айҙар

Теге кеше һаман:

  • Миңә ашарға ярамай, - тип эс-ҡарынын костюм кеүек итеп асып күрһәтә, ҡараһа унда эсәк, ашҡаҙан, үпкә, бауыр тигән бер нәмәһе лә юҡ. Ә үңәсенән алып бәүелгәсә ҡоро карданный вал ғына торғанлығын күреп Айҙарҙың ҡото осто. Йүгереп машинаһына керәм тип, кереп ултырыуға, теге әҙәм үҙе рульға ултырған да:
  • Мин һине эшкә алып китәм. – ти имеш.
  • Ҡайҙа? - ти Айҙар ҡурҡынып. Теге бәндә яуап биреп торманы, эй киттеләр ҡуҙғалып. Имеш машина самолетка әйләнде лә “Райх” тип яҙылған ергә килеп төшмәһендәрме. Унда керһләр... Тирмән тарталар: “ғыжт-ғыжт...”.
  • Бына һинең эш урының ошо булыр, - ти теге әҙәм.
  • Ниндәй эш ул?
  • Кеше һөйәген тирмәндә тартасаҡһың!!!
  • Кит малай! – Айҙарҙың йөрәге туҡтайым-туҡтайым тип типкән кеүек. Ул бер келәткә барып кергән имеш, анда иҫәпһеҙ-һанһыҙ әҙәм баштары. Бөтәһелә Айҙарға текләгәндәр, мөлдөрәшеп ҡарап:
  • Айҙар, ҡотҡар беҙҙе, ҡотҡар! – тиҙәр.

Кемдәрҙер ике яҡ бөйөрөнә төртөп-төртөп ала ла, аҫтынан ниндәйҙер түшәлгән түшәген һөйрәп алған кеүек тойола. Бына йығылам, бына йығылам тип ян көсөнә ҡысҡыра алмай ҡото осоп күҙен асһамы... Малайҡайым, Айҙарҙың күҙ алдына ғына ҙу-у-ур ике тишекле эре йөнлө бер морон тормаһынмы. Ул ялтанып икенсе яҡҡа ҡарай һалды, унда булһа ике тишекле ялтыр морон! Ауыҙында бесән  һәрпәйтеп көйшәгән оло мал ауыҙы көйшәгән көйөшөнән туҡтап текләп ҡатҡан. Яңынан уңға ла һулға ла ҡарап ике морондо ла тиңләштергәс эштең ниҙә икәнен ҡапыл төшөнгән Айҙар йән көсөнә:

  • Фу-у-у-у! Твою мать! – тип ҡысҡырып, аҫтынан икеһе ике яҡтан бесән һурып, ашап торған ат менән һыйырҙарын һелтәй башланы. – твою мать! Куда! – тип бөтә асыуын малдарға төшөрөп киҙәнде.

Айҙарҙың ғәрлегенең сиге юҡ ине. Килер алдынан ғына парикмахерскийҙа матрулап алдыртҡан сәсен, быҙауҙары ғыжт-ғыжт итеп ялай торғас, һеләгәйенә һыулап ташлаған. Йәш бесәнде тәмләп ашап торған ат. өркөп әллә ҡайҙа бары баҫты. Һыйыр ғына моңһоҙ, һаман бесән һәрмәй. “Торҙоңмо?” тигән кеүек кирелеп, һуҙылып иркәләнгән Вулкан, һырпалана башланы. Айҙар үҙенең ҡоҫҡолоғынанмы, шеләгәйенәнме, нисек тә ағып сыҡҡан бер мәтдәнең ауыҙ-морон тирәһендә юшҡынланғанынан ерәнеп яңынан уҡшып ебәрҙе. Ергә төшөп, сүгәләп, башын тотоп, бер аҙ ултырҙы ла, умывальник янындағы таҫтамалды алып, йылға буйына төшөп китте. Вулкан менән алып-биреп һыу инеп сыҡҡас, йүгереп ҡайтып машинаһын да килтереп йыуып ташланы. Бөтә аҡылһыҙлығында шулай ағын һыуҙа ағыҙып ебәргеһе килгән кеүек:

  • Эх, дурак! – бөтә әйткән һүҙе шул булды.

Был эшен атҡарғас:

  • Эх, дура-ак! – тигән һүҙен нисәнсегә ҡабатлауына ла ихтибар итмәй, өйҙән ипләп кенә кереп алып сыҡҡан үтек менән саж-сож, һыу буйында йыуып алып ҡайтҡан форма-салбарын киптерҙе.
  • Башҡа тағы эсһәмме! – тигән һүҙе, үтек сажлаған һайын мейеһендә

ҡайнап, һылашып ҡатҡан үтек эҙе йөрәк түренә кеүек йәбешә барҙы. - Өйҙәгеләр йоҡоларынан торғолағансы, ярай әле өлгөрҙөм.  Эскелек! Эх, был эскелек, тип ҡабатланы күңеле. Үҙем бит ошо тәртипһеҙлектең  һағында торған кеше. Юғалырға, башыңды, нисә йылдар буйы туплаған абруйыңды юғалтырға күптә кәрәкмәй. Ҡабат тағы ла эсһәмме! – тигән уйҙарын ул әлбиттә тышҡа сығарманы.

Күңеле күтәренке, өҫтө башы үтекләнгән, һып-һылыу офисәр булып ҡаршыланы таңды. Бала саҡта туп һуғып уйнаған тау башына менеп ҡояш ҡалҡҡанын көткәндә,  йыуып, ишектәрен асып  ташлаған машинаһы зәңгәр күккә, зәңгәр нур сәсеп таңғы елдә елләй ине...

Зөбәржәт Йәнбирҙина

Бөгөн шағирә, йәмәғәт эшмәкәре Зөбәржәт ЙӘНБИРҘИНАНЫҢ тыуыуына 80 йыл.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: