“Йәшерен йырым бар”
Ниҙе уйлаһаң, шул алдыңа килер, кемде уйлаһаң, шуны мотлаҡ төшөңдә генә түгел, өнөңдә лә күрерһең. Ниәтеңдең бойомға ашырын теләһәң, сәбәп ҡыл, Хоҙайға ялбар икән. Төртһәң, күҙең генә түгел, төрткән ҡулың да күренмәҫлек төн ҡараңғылығы донъяны солғаған. Әйтерһең дә, Хоҙай айҙы һәм йондоҙҙарҙы ғәмдән йәшереп, ғәҙелһеҙлек хөкөм һөргән ерҙән кемдәрҙелер алыҫтарға алып киткеһе, йәшергеһе килә кеүек.
Йомшаҡ ҡына итеп ишек ҡаҡтылар. Артыҡ маҙаһыҙламаҫҡа тырышып, ғәфү үтенеп, уңайһыҙланып ҡына. Тик үҙенә кәрәкле кешене генә уятырға, башҡаларҙы борсомаҫҡа тырышып ҡына. Был ишек ҡағыусының моң менән уртаҡлығы, бәйләнеше барлығы аңлашылып тора. Һәр хәлдә, изге күңелле кеше. Ҡаты бәғерле түгел. Әсәһенән башы башҡаланғандан алып донъяла утыҙ туғыҙ йыл ғүмер һөргән, сәсән кешеләрҙең ишек ҡағыуҙарына ҡарап, төндә йортона ниндәйерәк кеше килгәнлегенә тиклем белеп бөткән. Әле ишеген туҡылдатыусы ниндәйерәк ҡиәфәттә булһа ла, насар кеше түгел. Шуны белә. Тик кем һуң? Бындай төндә кем йөрөргә мөмкин?
Өйө ишеген асҡандан һуң Буранбайҙы тауышынан, улай ғына ла түгел, тәүге өнөнән, тын алышынан шундуҡ таныған Ишмөхәмәткә донъя ҡапыл яҡтырып киткәндәй булды.Ҡараңғы төндә ҡапыл күк ҡабағы асылып киттеме ни! Кем-кем, Урал һандуғасы Буранбай үҙе, ете төн уртаһында йортоңа килеп, ишегеңде ҡаҡһын әле. Бындай бәхет кемгә тәтей әле һуң?
– Именлектәме, Ишмөхәмәт ҡустым, туғаным, татлы йоҡоларыңдан уятып, килеп баҫтыҡ инде, хәйерле төн...
Улар тик өсөһө генә ишетерлек итеп, ярым бышырҙап лөғәт алмашты. Меңәрләгән өндәр, тауыштар араһынан Буранбайҙыҡын һис кемдеке менән бутай алмай Ишмөхәмәт сәсән.
– Хәйерле төн, Буранбай ағай. Бөгөн генә һине иҫләп илап алғайным, әле төшөмдә үҙеңде күреп ятһам... – Ишмөхәмәт сәсән төнгө ҡунаҡты аумалата, һығып ҡосаҡлап уҡ алды. – Ишеттем хәлеңде, Атайсалдан Себергә оҙатылыуыңды ишетеп зар илағайныҡ, Хоҙайға ялбарғайныҡ. Яңғыҙың түгел икәнһең дә, йорт старшинаһы Ибраһим менәнһең тип ишеткәйнек, именлектәме, Ибраһим туғаным?
– Арыу ғына әле, Ишмөхәмәт, мин Ибраһим булам, Талҡаланан киләбеҙ...
Зирәк күңелле сәсән төнгө ҡунаҡтарҙың хәлен, ярым шыбырҙап өндәшеүҙәренән һүҙһеҙ ҙә аңланы. Ҡасаҡтар. Өс ир ярым шыбырҙашыу аша, ҡосаҡлашып күрешеп, күҙ йәштәре аша зар бүлешкәс тә, хужа төнгө ҡунаҡтарҙы өйөнә әйҙүкләне. Әммә Буранбай уның был ниәтенә ҡырҡа ҡаршы төштө.
– Беҙ ҡунаҡтар түгел, Ишмөхәмәт, ҡасҡындың көнө – төн. Өйөңә инеп тормабыҙ. Берәр тау ышығындамы, сауҡалыҡ араһында ғына баш терәп алырбыҙ ҙа, иртәгә төндә артабан ҡуҙғалырбыҙ... – Буранбай ҡул иҙәүе менән ауыл янында ҡарайып күренеп торған ҙур тауға ымлап күрһәтте. –Төнә бер килгәнемдә тау башында буһҡыным бар тигәнең иҫкә төштө. Һиңә килеүебеҙҙе лә бер кем дә күрергә, белергә тейеш түгел. Хатта ҡатының да, балаларың да. Икәү белгәнде өсәү, өсәү белгәнде дүртәү белә...
– Буһҡын Әйүкә башында. Мин һеҙҙе шунда алып менәм, тик ошонда ғына көтөп тороғоҙ. Мин хәҙер... – Шулай тине лә Ишмөхәмәт өйөнә инеп тә юғалды.
Яңы Балапан ауылының көнсығышындағы оло тауҙың Әйүкә тип аталғанын белә ине Буранбай. Элек был ауылға ҡунаҡ булып килгәне лә бар. Тау итәгендәге Саңдүҙәк йылғаһы буйынса Ишмөхәмәт сәсән менән усаҡ яғып, моң әңгәмәһе ҡороп ятҡандары ла иҫендә. Тик бына бөгөн ҡараңғы төндә төртөнөп, алам-болан баҫып, шул тауға менерен күҙаллай алмағайны.
Балапан аҫабаһы өйөнә инеп китеүе булды, шул арала ҡулына ризыҡ һалған төйөнсөк, төрөлгән түшәк-юрған күтәреп тә сыҡты. Һәләт кенә ҡыланды. Хәс тә уларҙың килерен алдан белеп, барыһын да хәстәрләп ҡуйған тиерһең. Алыҫтан ҡарағанда тәпәш, битләүҙәре һөҙәк һымаҡ ҡына тойолһа ла, апаруҡ хәлдәрен алды Әйүкә. Тындары тиҙ ҡыҫылды. Ара-тирә туҡтай-туҡтай, ултырып хәл йыя-йыя менделәр. Тау түбәһендә мәмерйә лә бар икән. Унда барып еткәнсе лә таштан ташҡа баҫып байтаҡ барырға. Мәмерйә тигәндәре өйташ, имеш. Унда төшөп ултырғас, һәрмәнеп йөрөп усаҡ тоҡандырып ебәрҙеләр. Ишмөхәмәттең иркен ҡыланғанын күргән Ибраһим:
– Усаҡ яғып, бында беҙҙе аңдып тороп, килеп тапмайҙармы һуң? – тип шиген белдерә һалды.
– Был мәмерйә бик уңайлы, усаҡ яҡһаң да, аҫтан күренмәй. Өйташ был урын. Ямғыр-ҡар яуһа ла, мәмерйәгә төшмәй. Көндөҙҙәрен дә ҡояш нуры төшөрлөк асыҡ урыны бар. Яҡтылыҡ инһә лә, ҡар-ямғыр төшмәй. Йәйен-ҡышын ошонда йәшәргә мөмкинһегеҙ. Иң уңайлыһы – бында серәкәйҙәрҙең аты-юлы юҡ... – Шулай тине лә Ишмөхәмәт төнгө ҡунаҡтарға ҡарап ихластан көлөп ебәрҙе. –Тапҡыр миңә килеп шәп иткәнһегеҙ...
– Талҡалаға иң яҡыны һин инең, – булды Буранбайҙың яуабы. –Бында оҙаҡ тораҡламабыҙ. Хәл йыйырбыҙ ҙа, иртәгә ҡараңғы төшкәнсегә тиклем...
– Уныһы Хоҙай ҡулында, күҙ күрер, ҡолаҡ ишетер. – Ишмөхәмәт ҡулындағы әйберҙәрен урынлаштырырға тотондо. – Үҙегеҙҙе бында иркен тойоғоҙ. Йырлаһағыҙ ҙа, бейеһәгеҙ ҙә тигәндәй...
– Беҙҙең хәл бейерлек түгел шул, Ишмөхәмәт туған...
– Йырларлыҡ ҡынамы, Буранбай ағай?
Икәүһе тик үҙҙәре генә аңларлыҡ ишара менән бер-береһенә ҡарашып, көлөшөп алды. Уларҙың бындай мөғәмәләһенән Ибраһим да ҡанатланып, дәртләнеп китеп, сәсәнгә булышырға тотондо. Усаҡ ныҡлап янып, ялҡындары мәмерйә эсен ялмап, йылыта башлағас, Ишмөхәмәт төйөнсөгөн тағатып, төнгө ҡунаҡтарына бәләкәй генә һый табыны әҙерләне. Ысынлап та, уларҙың килгәнен көтөп, бешеренеп, әҙерләнеп кенә торған тиерһең. Бешкән ит, ҡаҙылыҡ, ҡорот, эремсек, икмәк, еләк ҡағы, ҡуйынынан быяла шешәгә ҡойолған һөт тә сығарҙы. Иң тәүҙә ҡунаҡтың тамағын ҡайғыртыу, һүҙ менән һыйламайҙар, тигәнде яҡшы аңлаған сәсән ҡунаҡтарын табын артына саҡырҙы:
– Әйҙә, рәхим итегеҙ, ҡапылғарайға ярап ҡалыр. Ҡунаҡтың алдына аш ҡуй, ике ҡулын буш ҡуй, тиҙәр беҙҙең күбәләктәр...
Ҡасаҡтар әүҡәтләнгән арала Ишмөхәмәт мәмерйәнең тышына сығып байтаҡ ҡына ҡоро-һары утын күтәреп инде. Бер нисәүен усаҡҡа өҫтәп яҡты. Шунан ашап туйып, үҙенә ҡарап шым ғына йылмайып ултырған төнгө ҡунаҡтарына боролоп:
– Йә, шунан, һөйләп ебәрегеҙ, ҡунаҡтарым, – тине лә яндарына йәтешләп үк ултырып алды. – Нисек Талҡаланан ысҡына алдығыҙ...
– Ризыҡ тартты, туғаным. Бәндәне лә ризыҡ йөрөтә. Һин беҙҙе бында көтөп, шунсама һыйҙы төндә әҙерләп ҡуйғасың, ысҡындыҡ инде, – Буранбай ихлас йылмайып алдындағы ризыҡҡа ишараланы. – Ошондай һый көткәндә Глазуновтың ҡоро-һары, алам-һөләм ризығына алданып Талҡалала ятмаҫбыҙ инде...
– Әйтерең бармы, Буранбай ағай, – ошондай хәлендә лә күңелләнә алған Буранбайға ҡарап, Ишмөхәмәт дәртләнеп китеп, йәтешләңкерәп ултырҙы. – Атайсалда китер алдынан сығарған йырың йәшен тиҙлегендә ырыуҙар, йәйләүҙәр, ауылдар буйлап таралды. Ә бына барыбер ҙә үҙеңдән ишетке килә. Ауылға төшөп ҡурай алып киләйемме?
– Өлгөрөрбөҙ, Ишмөхәмәт, йырына ла, башҡаһына ла, – бер аҙ уйланып ултырғас, өҫтәп әйтеп ҡуйҙы. – Йәшерен йырым да бар һинең үҙеңә генә тыңлатыр өсөн...
– Йәшерен?
– Эйе, тик һуңыраҡ, йәме? Әҙерәк тын тартайыҡ. Һин дә яңы йырҙарыңды ишеттерерһең...
– Ибраһим, һин беҙгә аптырап ҡарайһыңдыр әле, беҙ Буранбай ағай менән шулай осрашып мөңрәшеп алабыҙ... – Ишмөхәмәт баянан бирле уларҙың әңгәмәһен тыңлап йылмайып ултырған Ибраһимға текәлде.
– Һис тә аптырамайым, Ишмөхәмәт ҡорлаш. Әйүкәнең бер кем дә таба алмаҫлыҡ йәшерен мәмерйәһендә, өйташында йәшерен йырҙар йырлашалар инде...
Рәхәтләнеп, түгелеп китеп, бот сабып көлөп алдылар. Әммә Буранбай менән Ибраһимдың хәле бер ҙә генә көлкөлө түгел ине. Быны барыһы ла аңлай. Уларҙың алдағы көндәре өсөн үҙҙәренән дә нығыраҡ борсолған Ишмөхәмәт сәсән дә, ана, алдарына ни ҡуйырға белмәй үрһәләнә. Әленән-әле усаҡҡа утын өҫтәп тороуы ла ошондай хәстәрлегенән. Ҡуҙланған торомбаштарға һалынған киҫәксәләрҙең гөлтләп тоҡанып, тиҙ арала ҡыҙыу ялҡын ризығына әүерелеп йотолоуы ла Ишмөхәмәт сәсәндең әлеге хәләтен аңлата: ул Буранбай менән Ибраһим өсөн кәрәкһә, ялҡынға, кәрәкһә, торомбашҡа әүерелергә әҙер.
Зарланмай ғына үҙҙәренең хәле, нисек итеп Аҡҡол Биктимеровтың ғәйебе өсөн уларҙы Себергә һөргөнгә ебәрергә ҡарар сығарыуҙарын, нисек итеп кантон йортонан оҙатыуҙарын, нисек итеп Аҡҡолдоң себергә китмәй тороп ҡалыуын, Талҡаланан нисек ҡасып киткәндәрен бәйән иттеләр.
Ишмөхәмәт сәсән уларҙы тыңланы ла, тамаҡ ҡырып, үҙ һүҙен әйтеп ҡуйҙы:
– Бәлки, Аҡҡолдоң Атайсалда тороп ҡалыуы ла яҡшыға булғандыр. Һеҙ уның менән бергә улай еңел генә ҡасып китә алмаҫ инегеҙ. Һәр хәлдә, уның менән бергә китә лә, уны ла ҡалдыра алмаҫ инегеҙ...
Шунан үҙе менән алып килгән түшәк-юрғандарын мәмерйәнең усаҡҡа яҡын ерендәге йылынған иҙәненә йәйеп ебәреп, төнгө ҡунаҡтарына өндәште:
– Бер көнгә күргән-ишеткәндәр үтә күп булып китте. Һеҙ, Буранбай ағай, ял итеп алығыҙ... – Иртәгә күҙ күрер, ҡолаҡ ишетер...
– Һиңә лә өйөңә ҡайтырға кәрәк, Ишмөхәмәт туғаным, килен, балаларың көтәлер...
– Улар күптән әүен баҙарында...
Ишмөхәмәт сәсән хушлашып, өйташтан йылмайып сығып киткәс, ҡасҡындарға бер аҙ яманһыу булып торҙо. Шулай ҙа төшөнкөлөккә бирелеп ултырырға ваҡыттары юҡ уларҙың. Сөнки арыуҙың сигенә еткәндәр. Күҙҙәре үҙенән-үҙе йомолоп бара. Сәсән тау түбәненә, ауылына, ғаилә янына төшөп китте, әммә уның күңел йылыһы, ихлас йылмайыуы аңлатып булмаҫлыҡ бөхтәлек, рәхәтлек булып мәмерйә эсендә тороп ҡалды.
Ныҡлы итеп тамаҡ ялғау ҙа үҙенекен итте. Төнгө ҡунаҡтар нисек ятһалар, шул рәүештә ҡаты йоҡоға талдылар. Баш терәүҙәре булды, татлы төштәр иленә юлландылар. Аҙна һуҙымында әсирлектә булғандан һуң иреклекте тойоп йоҡлап китеүҙең рәхәтлеген дә тәүге тапҡыр татыйҙар. Иректә йоҡо ла татлы шул. Тағы ла нисә төндө бүләк итер уларға Хоҙай Тәғәлә?
Иртәгәһенә ҡояш дилбегә буйы ҡалҡҡас ҡына уянып киттеләр. Дөрөҫөрәге, мәмерйә эсенә таралып, танауҙарын ҡытыҡлаған татлы ит еҫенә күҙҙәрен асты ҡасаҡтар. Буранбай иң тәүҙә усаҡ янында торған кешегә иғтибар итте. Ул таштар теҙеп яһалған усаҡ өҫтөндә ҡайнаған аштың туртаһып һөҙөп маташа. Йөҙө менән боролғас, уның утыҙ йәштәр самаһындағы ир икәнлеген күрҙе. Ир Буранбайҙың уяныуына шундуҡ иғтибар итте.
– Хәйерле иртә, Буранбай ағай, Буранбай сәсән... – Ир һөҙгөсөн ҡаҙандың ситенә ҡуйып, янына килеп ике ҡуллап күреште. – Әссәләмүғәләйкүм, Буранбай ағай, мин Ихсан булам...
– Вәғәләйкүмәссәләм, Ихсан туғаным, – Буранбай аяғына баҫты. – Ә Ишмөхәмәт сәсән ҡайҙа?
– Улар Баязит менән ауылға төшөп киттеләр. Аш йүнәтергә, ваҡ-төйәк алып килергә тейештәр...
– Ә Баязит тигәнең кем ул?
– Минең кесе туғаным. Беҙ Ишмөхәмәт ағайҙың яҡын туғандары булабыҙ. Төн уртаһында ағай беҙҙе уятты. Шунан алып бына аяҡ өҫтөндәбеҙ...
– Туған яҡын, алыҫ булмай инде ул, Ихсан ҡустым, беҙҙең бында икәнде тағы ла кемдәр белә?
– Бер кем дә белмәй, – Ихсан ҡапыл йөҙөнә аптыраған ҡиәфәт сығарып ҡуйҙы хатта. – Ниңә һорайһың, Буранбай ағай, әллә Ишмөхәмәт ағайға ышанмайһыңмы?
Ихсан биргән һорау Буранбайҙы албырғатты. Үҙенән күпкә йәш кешенең шулай һүҙҙәр әйтергә баҙнат итеүенә берсә аптыраны, берсә уңайһыҙланды. Әммә һүҙҙәре ауыҙынан сығып ысҡынғайны. Шулай ҙа яуапһыҙ ҡала алмай ине бер нисек тә.
– Бына быныһы ирҙәрсә булды. Мәрҙәс, ысынлап та, Ишмөхәмәт сәсәндең заты икәнһең, Ихсан туғаным. Уғыңды балдаҡтан үтә ата алдың...
– Балдағы ғына булһын, атабыҙ, – Ихсан йәйә тартҡан һымаҡ ишара яһаны.
Уғаса булмай Ибраһим уяу икәнлеген аңғартты. Баҡтиһәң, әллә ҡасандан уянып, уларҙың әңгәмәһен тыңлап, тамаша ҡылып ятҡан икән. Тиҙ генә аяғына баҫып, Ихсан менән килеп күреште:
– Ихсан сәсән ҡустыға вәғәләйкүмәссәләм, Буранбай сәсәндең үҙен һүҙһеҙ ҡалдырҙың, – Ибраһим Ихсандың яурынын ҡағып алды. – Беҙ, Ихсан ҡустым, әгәр ҙә Ишмөхәмәт сәсәнгә ышанмаһаҡ, бында килмәҫ инек тә, мәмерйәлә төн уҙғармаҫ инек...
Уны Буранбай күтәреп алды:
– Әгәр ҙә Ишмөхәмәт сәсән беҙгә ышанмаһа, бында һин беҙгә аш яраштырып тормаҫ инең...
Ихласлыҡҡа ни етә, уларҙың гөрһөлдәп көлөүенән мәмерйә шаңғырап китте. Шуны ғына көткән һымаҡ, Ишмөхәмәт менән тағы бер егет килеп инделәр. Күтәренеп алғандар. Сәсәндең бер ҡулында – ҡурайҙар.
– Көлөүегеҙ әллә ҡайҙан ишетелеп тора. Өйташты күсереп алып киләһегеҙ, – шунан бергә килгән егеткә ишараланы. – Таныш булығыҙ, быныһы туғаным Баязит була...
– Балапан нәҫеле, – тип уға өҫтәне ирәүән йылмайған Баязит, ҡасҡындар менән ҡушҡуллап күрешеп сыҡҡас. – Баязит булам...
–Аш беште, Ишмөхәмәт ағай, – Ихсан Баязитҡа ҡомған тотторҙо. – Баязит ҡустым, ағайҙарҙың ҡулын сайҙыр...
– Рәхәтләнеп...
Ишмөхәмәт сәсән һынын килтергәйне. Күнәсеккә һалып ҡымыҙ ҙа мендергән, ҡашығаяҡ та йөкмәп килтергән мәмерйәгә. Йәйләүгә күсеп сыҡҡанмы ни. Алҡындырып һыйланы ҡасҡындарҙы. Күбәләктәрсә, ҡабаланмай, йола тәртиптәренә тап килтереп.
Үҙҙәре “алдыр” тип атаған туҫтаҡҡа ваҡлап туралған ит һалып, өҫтөнә бешкән һалма, бер аҙ һурпа һалғас, һыйҙы уртаға ҡуйҙылар. Һәр ҡайһыһының алдына ағас сеүәтә, ҡалаҡ ҡуйғас, хужа доғаһын башҡарып, ашҡа хуш һүҙен әйтте. Әйтерһең дә, былар, йәғни бөрйән ырыуы башҡорттары, Себергә һөрөлгән юлынан ҡасып китмәгән, ә үҙҙәренә ҡунаҡҡа килгәндәр.
Ҡымыҙ ҙа ҡасҡындар өсөн аҙна эсендә танһыҡҡа әүерелгәйне. Аш ашап, ҡоротло һурпа эсеүгә баҡырсала сәй ҙә бытырлап ҡайнап сыҡты. Төрлө үләндәрҙән төнәтеп бешерелгән сәйҙе ҡаҡ менән тәмләп эсеп алдылар. Һыйланыу тамам булып, әпәр иткәс тә, мәмерйә хужаһы ҡунаҡтарына боролоп ултырҙы.
– Аш табыны тамам, моң табынына сират етте, – Ишмөхәмәт сәсән янында ятҡан ҡурайын алып Буранбайға һуҙҙы ла, үҙе сәсән янына шылышты. – Буранбай ағайым, теге йырыңды тыңларға ҡәһәтләнеп тәҡәтем ҡороно. – Өлөкөгөн ауылыбыҙ көйсөһө ишеттерҙе лә, тыныслығымды юғалттым. Ишеттер әле шул көйөңдө. Йыр эйәһе менән...
– Һинән “Саңды үҙәк”...
– Булыр...
– Ә “Малбай”?
– Уныһы ла...
– Килештек...
Өйташта тик мөғжизә алдынан ғына көтөлгән илаһи тынлыҡ урынлашты. Ишмөхәмәт һуҙған ҡурайҙы уң ҡулына алған Буранбай тәүҙә уның күҙҙәренә текәлде. Нисектер, ул шундуҡ тартып ебәреүҙән тыйылды. Әгәр ҙә шулай итһә, тынлыҡ емерелер ҙә, уның илаһи асылы емерелер төҫлө ине. Дөрөҫөрәге, өйташ эсендәгеләр Буранбайҙың йырын ҡабул итергә әҙер түгелдәр ине. Әҙерлек байтаҡ ҡына мөҙҙәткә һуҙылды...
Буранбай тәүҙә ҡурайҙы дыңғылдатып сиртеп алды. Шунан бармаҡтарын төкөрөкләп уйымдарын еүешләп, уйын ҡоралының көйләнешен тикшерҙе. Шунан ирененә терәп ғыжылдатып өрөп алды ла, сыңратып уйнап та ебәрҙе. Булмышыңды ағыла башлау менән тотошлайы менән үҙенә арбап, бәғереңде хәсрәткә йәбештерер моң йөкмәткеһе юғары нотаға күтәрелә барған һайын мәмерйә эсендә ултырыусыларҙы ҡатып ҡалырға мәжбүр итте. Саҡ ҡына ҡыймылдаһалар, көй иң өҫкө яңғырашҡа барып етмәйенсә, туҡталып ҡалыр йә быны күтәрә алмаған ҡурайсының йөрәге ярылыр кеүек.
Сабырлыҡ бир, Хоҙайым, Әйүкә тауы башындағы өйташ эсендә ултырыусыларға!
Сабырлыҡ бир Ишмөхәмәт сәсәнгә, Ибраһимға, Баязит менән Ихсанға! Көйҙөң бер бөгөлөн уйнап бөткәс, Буранбай ҡурайын ҡулына алып, йырын һуҙып та ебәрҙе:
– Исемемде минең һораһағыҙ,
Исемдәрем минең Буранбай.
Башҡайыма ялған яла яғып,
Ебәрҙеләр Себер күрәлмай...
Йыр тамам булғас, тынлыҡ урынлашты. Барыһының да күҙҙәре йәшкә мансылды. Йөрәктәренә һыймаҫ моң тәьҫиренә бирелгән ир аталғандары бик оҙаҡ өндәшмәй ултырҙы. Һүҙҙәр артыҡ ине бында. Ултырған еренән кәүҙәһе менән ике яҡҡа сайҡалып, ай-байлап ултырған Ишмөхәмәт сәсән телгә килде барыбер ҙә. Сәсән булараҡ, быға уның хаҡы-хоҡуғы ла барҙыр. Һүҙҙәре лә өҙөк-йыртыҡ, аңлайышһыҙ:
– Ихсан, Баязит туғандарым, Ибраһим ҡорҙашым... Белегеҙ... Донъя... донъяла... – Сәсән бәғеренә килеп тығылып һыҡыған һүҙҙәренең ҡайһыһын әйтергә белмәйенсә, туҡталып торҙо. – Һүҙҙәр көсһөҙ бында, ни әйтергә лә белмәйем... Минең ошо, ошо донъяға тыуыуым, көллөбөҙҙөң дә был донъяға килеүебеҙ... ошо... ошо йырҙы бер генә тапҡыр тыңлау... тыңлау өсөндөр, тим. Бындай хәсрәтле йыр, бындай көй, бындай йөрәк ҡысҡырыуы донъяла юҡ, булмаҫ та ҡабат...
Рәхмәт Хоҙайыма, ошо йырҙы бер генә тапҡыр... бер генә тапҡыр тыңлар өсөн олуғ донъяға тыуҙырғаны өсөн... Алдағы быуаттарҙа бар йырҙар онот... онотолор, әммә был йыр, был көй онотолмаҫ. Һандуғасыбыҙ Буранбай сығарғас, мин уны “Буранбай” тип атайым, ниндәй көй тип һорашҡандарға шулай тип әйтерһегеҙ...
Ишмөхәмәт сәсән шымып ҡалды. Һүҙҙәре өйташ эсендәгеләрҙе урындарына ҡаҙаҡлап ҡуйғандай...
Ваҡыт та тап ошо урында туҡталды. Бер нисә быуатҡа, юҡ, тотош дәүергә...
Тағы ла шундай йырҙы сығарырлыҡ кеше тыуғанса. Тағы ла шундай йыр тыуғансы. Ишмөхәмәт сәсән әйткәнсә, ундай йыр ҡабат тыумағас, ваҡыт мәңгелеккә туҡталып ҡалды. Быны барыһынан бигерәк сәсән нығыраҡ аңлай. Башҡорт донъяһында ҡабат бындайын йыр тыумаясаҡ. Әгәр ҙә ошо көйҙән дә аһәңлерәге тыуа ҡалһа, заман ахыры етер кеүек...
Әммә бында ултырыусыларҙы өйҙәрендә туғандары, балалары көтә. Улар иң беренсе нәүбәттә яҡындарына кәрәк. Шуға күрә улар Әйүкә тауы башындағы мәмерйә эсендә мәңгелеккә ҡатып ҡала алмайҙар...
Әллә инде оҙаҡҡа һуҙыла башлаған тынлыҡ башҡа төрлө әңгәмә, хәрәкәт юҫығы там иткәнгәме, Ишмөхәмәт сәсән етеҙ хәрәкәт менән аяғына һикереп баҫты ла, күмергә генә ҡалған усаҡ өҫтөнә ҡоро-һары һындырып һалып, утҡа маҙраған ҡуҙ ырғытып, гөрләтеп тоҡандырып та ебәрҙе. Сырт-сырт итеп атып янған ут тауышы Буранбайҙың йыры тәьҫиренән иҫәңгерәп ҡатып ҡалыусыларҙы уятырға, дәртләндерергә теләй ине. Әмәле килеп сыҡҡандай булды, егеттәре ҡыймылдай башланы.
– Буранбай ағай, әйҙә, әүәлгесә, йәш ваҡыттағыса, моң табынын дауам итәйек, – Ишмөхәмәт сәсән Буранбайҙың яурынына ҡулдарын һалды. – Тарт “Саңды үҙәк” те, Ҡобағоштоң һағыш йырын. Һинең йырыңды тыңлап йөрәгем ярылмаҫ элек мин дә үҙ йырымды һуҙып, эсемде бушатайым...
– Була ул...
Йөрәген ярып сыҡҡан йырын башҡарғандан алып башын эйеп моңһоуланып ултырған Буранбайға ла йән ингәндәй булды. Тағы ла ҡурайын тартып ебәрҙе. Бер бөгөлөн уйнап бөтөп, ҡурайсыһы икенсеһен һуҙырға тип тын алғанда Ишмөхәмәт сәсән көмөш тауышы менән һуҙып ебәрҙе.
– Саңды үҙәгендә бесән дә саба,
Саң-саң итә салғыһы сапҡанда.
Салғы тауышына ҡушылып йырлай,
Йөрәгендә хистәр ташҡанда.
Саңды үҙәккәйгә йүгереп төштөм,
Ҡыҙарып та бешкән еләккә.
Бер бөртөгөн өҙөп мин ҡабайым,
Ял булмаҫмы янған йөрәккә?
Йырҙың аҙағын өйташ эсендәгеләр барыһы ла, хатта Буранбай ҙа ауыҙынан ҡурайын алып, дәррәү күтәреп алдылар. Йыр күтәрә белә ир-аттар.
– Мин болонлоҡта еләк өҙөп ҡапҡанда һәр саҡ һинең ошо йырыңды көйләйем, Ишмөхәмәт, үҙеңде иҫләйем, – Буранбай аяғөҫтө баҫып сәсәнде яурындарынан ҡағып алды. – Хәҙер бына Ибраһим менән беҙгә болон-ҡырҙарҙы күп ҡыҙырырға, еләк сүпләгәндә һинең “Саңды үҙәг”еңде йырларға тоғро килер инде...
– Ә ниңә еләк-емеште болон-ҡырҙарҙа сүпләргә, ти. Әле бына Әйүкәгә менгәндә күрҙек, еләк тә кибеп бөтмәгән. Сейә лә бешкән, Баязит менән Ихсан хәҙер беҙгә берәр түбәтәй еләк тә, сейә лә тиреп килтерер. Бәлки, Ибраһим да тау башынан беҙҙең төбәккә күҙ һалырға теләр...
– Беҙ хәҙер...
– Мин дә улар менән...
Егеттәренә әйтеү генә бурыс булғандыр. Улар ыңғайы бер аяҡтарына баҫып, өйташтан өҫкә күтәрелә лә башланы, уларға Ибраһим да эйәрҙе. Бер аҙҙан Ихсан кире инде.
– Ишмөхәмәт ағай, Баязит менән Ибраһим ағай еләк-емеш тиргәнсе мин ауылға төшөп әйләнәйем тигәйнем, – Ихсан Ишмөхәмәт ағаһынан рөхсәт һорай ине, – ағайҙарға тигән аттарҙы байҡарға, эйәр-өпсөнөн хәстәрләп, әҙерләргә ҡушҡайным егеттәргә...
– Ауылдағы сосҡолаҡтар алдында һағыраҡ ҡылан. Талҡала беҙҙән алыҫ түгел, эҙләп килмәҫтәр тимә. Шулай ҙа уларҙың нимә һөйләгәндәренә иғтибар ит, аңды...
...Бына улар – ике сәсән, ике йырау – йәндәре танһыҡлаған аулаҡта ултырып ҡалды. Икәүҙән-икәү, күҙгә-күҙ ҡарап аралашыу икеһе өсөн дә бик мөһим. Буранбай менән Ибраһимдың артабанғы яҙмышын ҡараңғылыҡ биләгән. Уйланһаң, уйылып китерлек. Үҙҙәрен әле генә моң табынында ултырған кешеләр тимәҫһең. Әңгәмәләре лә үҙенән-үҙе башланды.
– Суд, Буранбай ағай, үҙенең ҡарарын үҙгәртмәйәсәк. Ғүмер буйына ҡасҡын булып та йөрөй алмаҫһың. Шулай ҙа йәшәргә кәрәк. Нисек уйлайһың, артабан ҡайһы тарафҡа юҫыҡ тартырға ниәтең?
– Хоҙай ҡайһы яҡҡа күрһәтә, арҡанан иҫкән ел ҡайһы тарафҡа илтә, шул яҡҡа инде, Ишмөхәмәт туғаным...
– Бер нисә көн ошонда ятығыҙ ҙа ҡуйығыҙ. Нығынғансы, күҙ-баш алғансы...
– Беҙҙең хәлдә бер урында оҙаҡ туҡталырға ярамайҙыр. Юлдар бикләнеүе бар. Әле бикләп өлгөрмәһәләр. Бындай ваҡытта үҙебеҙҙекеләргә лә ышанырлыҡ түгел...
– Юлдар бикләнмәҫ борон ҡайҙа йүнәлергә итәһең...
– Миңә Юлбарыҫ Бикбулатов менән осрашырға кәрәк булыр, шунан ауыл яғында бер-ике көн торғас, далаға, ҡаҙаҡ жағылбайҙарына юлланырға инде тием...
– Ҡаҙаҡ далаһы? Улар ышаныслымы? Батырша болаһында далала үҙҙәренә һыйынған ни саҡлы башҡортто тотоп бирҙеләр. Үҙҙәрен үлтереп, ҡатындарын, балаларын бүлешеп алдылар. Мин уларға ышанмайым, Буранбай ағай...
– Башҡорттоң да, ҡаҙаҡтың да төрлөһө бар, Ишмөхәмәт туғаным. Ә ҡаҙаҡ жағылбайҙары улар шул уҡ беҙҙең яғылбайҙар. Бөрйән яғылбайҙары. Далаға үләт, йот килгәс, улар беҙгә һыйынды. Беҙҙең Кинйәбулат ауылында ғына утыҙлап жағылбай ғаиләһе йәшәне. Хәҙер мин уларҙы бер нисә башҡорт ғаиләһе менән бергә Ғәҙелбайға һәм Бәхтегәрәйгә күсерҙем. Ҡаҙаҡтар араһында иң ышаныслылары ла улар – жағылбайҙар...
– Юлбарыҫты нисек табырға уйлайһың?
– Ҡош теле килде. Ҡағы, Рәз, Әрүәк йылғалары буйындағы Ташъяр мәмерйәһендә ул. Атайсалдан Талҡалаға китер алдынан үҙем дә уға ҡош теле ебәрҙем. Ул мине мәмерйәлә көтә...
– Ул тарафҡа ҡасан юлланырға итәһең?
– Бөгөн ҡараңғы төшкәс. Ибраһим Ирәндек яғына китә. Аҙаҡ уның менән Ирәндектәге Кәртәташта осрашырға һөйләштек...
– Һин, ағай, барыһын да хәл итеп бөткәнһең. Мин нисек ошо ғәмәлдәреңдә булыша алам?
– Һин, Ишмөхәмәт туғаным, беҙгә иң ҙур ярҙамды күрһәттең дә инде. Беҙгә Ибраһим менән ике тарафҡа юлланыр өсөн ышаныслы аттар ғына кәрәк буласаҡ...
– Ихсан беҙ ошолай ултырған саҡта шуны йүндәп йөрөй ҙә инде...
– Аллаһтың рәхмәте яуһын үҙеңә, Ишмөхәмәт туғаным...
– Ә йәшерен йырыңды ҡасан ишеттерәһең, Буранбай ағай, сер булмаһа, нишләп йәшерен ул?
– Ҡарғыш, рәнйеш йыры ул, туғаным. Уны ҡысҡырып йырларға ярамай. Ҡарғыштың яҡындарыңа, балаларыңа әйләнеп төшөү хәләте бар.
– Ҡарғыш? Рәнйеш? Ниңә? Кемде?
– Ҡараһаҡал яуына бәйле. Ишеткәнең булһа, балыҡсы ырыуының Һөйәнтүҙ ауылында һанһыҙ кешенең йәнен ҡыйып, бер өйгә индереп яндырғандар. Олатайҙар, ҡартатайҙар был хаҡта бәйән ҡылғанда күҙҙәре йәшкә мансылыр, өнһөҙ генә һығылып илайҙар ине. Шул яра миндә лә ҡуҙғалды ла, йыр булып урғылды. Батша һанаты, суҡынмыш Ҡотләхмәт Тевкелевҡа бағышлана ул...
– Миңә ишетергә ярайҙыр ул көйҙө, Буранбай ағай, ипләп кенә, ауыҙ эсенән генә...
– Ишеттерермен, тик ҡурайһыҙ ғына. Ҡурай моңо хәрәм ул суҡынмыш һанатҡа. Минең алдағы көндәрҙе белеп булмай. Бөгөн – бында, иртәгә – тегендә... Шуға көйҙөң асҡысы һиндә ҡалһын. Һуңыраҡ уны тағы ла берәрһенә әйтеп, йырлап ҡалдырырһың. Биш быуын алмашмайса, рәнйеш тә юйылмай. Киләсәктә йырларҙар әле. Тәүге булып тыңлаусыһы ла һин, Ишмөхәмәт туғаным...
Буранбай күкрәгенә тулышҡан һағышын һығып ҡына сығарып, йәшерен йырын башҡарҙы. Бындай моңланыу уға бик ауыр бирелде. Йөрәгеңә һыймаған хәсрәтеңде баҫып, асылыңды тыңламайынса, донъяға урғылырға мантышҡан әрнеүеңде тыйып йырлап ҡара. Был күҙ йәшең урғылғанда илауыңды сикләп, көлөргә, йылмайырға маташҡан кеүек тә.
Буранбайҙың олатай-ҡартаталары илай-илай бәйән ҡылған Ҡариҙел буйындағы Һөйәнтүҙ ауылындағы ҡанлы тарихтың Һаҡмар һыуы ағышына һалған йырының һүҙҙәре түбәндәгесә ине:
Таралғанда өйөрөң ҡарурманда,
Әйләп тә ҡыуып булмай шул юл менән.
Башҡайыңа төшкән хаҡ яҙмышты
Һыйпап та ташлап булмай шул ҡул менән.
Һаҡмар буйҡайҙары, ай, таланған,
Тал төпкәйҙәрендә, ай, ер ҡамалған.
Күңелкәйем минең яраланған,
Йөрәкәйҙәремә лә, ай, һары алам.
Йыр тамам булды. Уны Ишмөхәмәт сәсәндең һулҡылдауы дауам итте. Буранбай рәнйеш йырын йөрәгендәге һағышын баҫып, шым ғына тауышы менән башҡара алһа ла, Ишмөхәмәт үҙенең илауын тыя алмағайны. Шуға ла йырҙы һыҡрау алыштырҙы. Буранбай уның яурынына ҡулын һалды, әммә илауынан тыйманы.
– Буранбай ағай, Буранбай ағай... – Ишмөхәмәт сәсән ҡапыл Буранбайға боролоп ҡараны. – Был йырҙы сығарғанда һинең йөрәгең нисек ярылманы ул?
Буранбай уға яуап биреп өлгөрмәне. Нимә тип кенә яуаплаһын инде. Мәмерйәгә атылып килеп ингән Ихсан уларҙың әңгәмәһен өҙҙө.
– Ишмөхәмәт ағай, Буранбай апа. – Тауға йүгерә-атлай менгәне күренеп тора, Ихсан көскә тын ала ине. – Ауылға һалдаттар килеп тулған. Ҡасҡындарҙы эҙләйҙәр. Башлыҡтары аҡырған-баҡырған этйығыш һыртаҡай бер бәндә тиҙәр. Тентемәгән өй, һарай башын ҡалдырмағандар. Ишмөхәмәт ағай, һине һорашалар. Ҡаҙаҡҡол ауылына йомош менән китте, тип әйткәндәр. Бында ла килеп эҙләргә мөмкиндәр...
Мәмерйәләгеләр һикереп торҙо. Уңарсы Ибраһим менән Баязит өйташҡа аяҡ баҫтылар. Ҡулдарында – дегәнәк япраҡтарына тирелгән еләк, сейә емештәре.
– Юл күрһәтеүсе булмаһа, һалдаттар мәмерйәне үҙҙәре килеп таба алмаясаҡ... – Ишмөхәмәт сәсән усаҡҡа һыу һибеп һүндереп, уның өҫтөн ыуалған тупраҡ менән баҫырып уҡ ҡуйҙы. – Мин тауҙан Йәнекәй яҡлап төшөп, ауылдан береһенең атын алып тороп, Балапанға ҡайтам. Ихсан, һин бындағы мынаятты берәр таш араһына йәшер, һин, Баязит, ҡунаҡтарҙы Әйүкә ашаһындағы шырлыҡ аша көҙөрт юлдан Ғәбдин ауылы янындағы Аран тауына алып кит. Тау башындағы мәмерйәлә боҡайып торорһоғоҙ. Эңер төшкәнсе шунда булығыҙ. Хәүеф-хәтәр бөткәс, Ихсан янығыҙға барып, кире бында ҡайтырға йәүкәләр...
...Ишмөхәмәт сәсән Йәнекәйҙәге танышының атын алып тороп, бер ынтылыуҙа тыуған ауылына ла барып инде. Плац-майор Дынков менән майор Битнер етәкселегендәге гарнизон һалдаттары ауылдың аҫтын-өҫкә килтергәндәр. Майорҙар арып-талып берәүҙәрҙең өйөндә сәй эсеп ултыра, имеш. Ауылға Ишмөхәмәт сәсәндең ҡайтып етеүен уларға шундуҡ хәбәр итеп өлгөргәндәр. Уның менән плац-майор Дынков һөйләште.
– Ишмөхәмәт Мырҙаҡаев булаһығыҙ, беҙгә һеҙ каторжан Буранбай Ҡотосов менән әшнәләр тип әйттеләр, – плац-майор шундуҡ һорау алырға күсте. – Ул кисәге көндә каторжан Ибраһим Айсыуаҡов менән Верхнеурал төрмәһенән ҡасып китте. Ауылдаштарығыҙҙан, ҡатындарығыҙҙан һораштыҡ, улар каторжандарҙы бында күрмәгән. Ә һин ни әйтерһең? Буранбайҙы һуңғы тапҡыр ҡасан күрҙең?
– Ни әйтәйемме? – Ишмөхәмәт бер аҙ уйланып торҙо ла, йылмайҙы. –Буранбай Ҡотосовто һуңғы тапҡыр Илек нығытмаһында Рәсәй илебеҙҙең именлегенә һөжүм яһаған ҡырғыҙ-ҡайсаҡтарға ҡаршы торғанда, яуҙа күрҙем. Шунда күрһәткән батырлығы өсөн Буранбайға Яйыҡ казактары “Сибай атаманы” тигән исем дә бирҙе...
– Молчать...
Уның яуабы Дынковты сығырынан сығарҙы. Йөҙөнә ҡапыл ҡан йүгереүҙән шартлар хәлгә етешкән плац-майор үҙен көскә тотоп ҡала алды. Ни әйтергә лә, ни ҡылырға ла белмәйенсә, һул ҡулы менән ҡылысының урынындамы-юҡмы икәнлеген тикшерҙе лә, барлыҡ асыуын ярҙамсыһына төшөрҙө. – Тиҙ генә йыйынығыҙ, беҙ Верхнеуралға кире ҡайтабыҙ...
...Эңер төшөп килгәндә улар өйташта тағы ла осрашты. Ҡасҡындарға бында артабан ҡалыу бик хәүефле ине. Буранбай менән Ибраһим юлға сығырға хәл итте. Улар менеп юлланыр менгеләр аҫта, Саңдүҙәк йылғаһы буйындағы таллыҡта күптән әҙер тора. Ҡасҡындар ике тарафҡа, Рәз һәм Сибай яғына юлланып, күпмелер ара үткәнсе Ихсан менән Баязит уларҙы оҙата баралар. Быға Ишмөхәмәт сәсән ҡасҡындарҙы көскә күндерҙе.
– Салауат яуынан һуң беҙҙең йәшерен һуҡмаҡтар бик күптәргә, шул иҫәптән батша һалдаттарына мәғлүм булды. Тап шул һуҡмаҡтарҙа боҫҡолар көтөп ултырыуы бар. Буранбай менән Ибраһим тапҡыр уларҙың тоҙағына барып эләкмәһен өсөн, Ихсан менән Баязит күҙ-ҡолаҡ булыр. Ихсан ҡустым, һин Буранбай ағай менән, Баязит ҡустым, һин Ибраһим ҡорҙаш менән юлланырһың. Хәҙер сәфәрҙәрегеҙ именлеге өсөн доға ҡылайыҡ...
Әхмәр ҮТӘБАЙ.
Романды тулыһынса "Ағиҙел" журналының 2025 йылғы 1-2-се һандарында уҡығыҙ.