– Варь, тим, Варь! Ниндəй колбаса алайым?
– Үҙең ҡара, – тип яуаплай ҡатыны.
– Мин ҡайһыһын алырға белмəйем!
– Уның нимəһен белəһең, ҡайһыһы оҡшай, шуныһын ал да ҡуй!
Пышкин колбасаларға оҙаҡ итеп ҡарап тора, елкəһен тырнап ала ла йəнə ҡатынының телефон номерын йыя.
– Сосиска алһам, яҡшыраҡ булмаҫмы?
– Бəй, һаман ҡайтырға сыҡманыңмы ни? – тип йəне көйгəн ҡатыны трубканы шартлатып һүндереп ҡуя. Биш минуттан телефон йəнə шылтырай:
– Ниндəй сосиска алайым? Бында бит уның егерме төрлө сорты бар.
– Уф, Аллам, үҙəккə үттең бит. Ал молочный тигəнен.
– Уныһы күренмəй бит əле...
– Ялҡыттың бит, əй. Колбаса ал да ҡуй.
– Алло, алло, ниңə трубканы ташлайһың?
Ҡатынының телефон номерын яңынан йыя. Алыусы юҡ. Тағы йыя. Тамам юғалды бит хəлəл ефете. Ниһайəт, улының тауышы ишетелə.
– Əсəй əйтте, бер нəмə лə алмаһын, тине, ул үҙе барыһын да сығып алған! Тиҙерəк өйгə ҡайтып иҙəн йыуһын, тине.
Леонид СОКОЛОВ.
Марат Әминев тәржемәһе.