Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
26 Февраль , 13:18

Зәлифә ЯНЫШЕВА. Төҙәлмәҫлек яра. Хикәйә

“Билдән ала был, билдән ебәрмәй, ҡыҙҙар улай булмай, ҡаҫыҡтан йәбешә торғайны. Малайҙыр был. Бик ҡаты тотондо, ахырыһы, оҙаҡламаҫ”. Тулғаҡ ауыртыуына нисек тә түҙергә тырышып, йөҙөнә ауыртыу-һыҙланыуҙы сығармайынса ғына, Сәғиҙә: – Гөлзифа ҡыҙым, бар әле Шәһәрбаныу инәйеңдәргә барып кил. Әсәйем саҡырҙы, тиң. Сәғиҙә әйткән секундта уҡ күҙҙән юғалған тыңлаусан ҡыҙына ҡарап: “Үҫте инде, бөтә эштең дә рәтен белә, ҡурҡмайынса ҡыйыу тотона”, – тип уйлап, саҡ ҡына алғараҡ эйелә биреп, сираттағы ауыртыуҙы үткәргәс: – Улым, Фәнил, утынлыҡтан ҡоро-һары алып ин, йылғанан бер нисә көйәнтә һыу алып килеп, ҡаҙанға һал. Усаҡҡа яғып ебәр. “Әлдә бөгөн ял көнө, балалар өйҙә, улар булмаһа, ни эшләрһең бер үҙең”. Шулай уйлап, үҫмер улынан бер аҙ уңайһыҙланһа ла: – Янып киттеме, тағы ла бер көйәнтә һыу килтер ҙә, духтыр апайыңа бар әле. Әсәйем саҡырҙы, тиң. Әсәһенең хәлен аңлап торалыр, ул да шундуҡ сығып йүгерҙе. Ике ай элек кенә ауылға йәш фельдшер килеп эш башлағайны. – Баланың ятышы әллә нисек кеүек, апай, әйҙә әле мин һине Елдәр балнисына ебәрәм, – тигәйне лә бит ул.

– Ҡуй, туғаным, тәүге баламы ни. Донъяны, малды, балаларҙы кем ҡарай? – тип барманы шул Сәғиҙә. Ә тышта февраль, иртәнән бирле күҙ асҡыһыҙ буран ҡотора. Ауылдан сығырмын да тимә.

Дүрт ҡыҙ, дүрт сәтнәбикә, буран булһа ла, тышта уйнап инеп, танауҙарынан аҡҡан йылтыр һыуҙы бер туҡтауһыҙ тартып, пальтоларын сисеп элде лә әсәләре эргәһенә йыйылды. Әсәләрен бындай хәлдә күргәндәре, ыңғырашҡанын ишеткәндәре булмағас, аптырап ҡарап ҡаттылар. Гөлйөҙөмө ҙурыраҡ бит:

– Әсәй, берәй ерең ауыртамы, ныҡ ауыртамы? – тип һораны.

– Бар, ҡыҙым, барығыҙ, теге бүлмәгә инегеҙ, шунда уйнағыҙ. Юҡ, юҡ, ауыртмай, хәҙер үтә ул, ауыртмай, – тип, сираттағы ауыртыуҙы балаларына һиҙҙермәҫкә тырышты.

Ауыртыу кәмегәндәй булғас, Сәғиҙә Сәһәрйәрҙе иҫенә төшөрҙө:

– Ҡайҙа йөрөй икән ул, төшкө ашҡа ла ҡайтмай. Минең ваҡыт еткәнде белә бит. Әлеге лә баяғы шул фермала донъяһын онотҡандыр инде.

Ул арала ах та ух килеп Шәһәрбаныу инәй, ишектән һыуыҡ боҫтарын борхотоп килеп инде, төймәләре ысҡындырылған жилетын сисеп, сөйгә элде. Ҡаҙанда һыу йылынғайны инде. Хәҙер өйгә яңы хужа килде:

– Улым, бар, кәртә-ҡура янында бул, малдарыңдың тиреҫен ал, – тигән һүҙҙе ишетеү менән Фәнил тиҙ арала сығып юғалды. Гөлзифа, дүрт һеңлеһен әүрәтеп, эске бүлмәгә инеп китте. Ҡашығаяҡ яғын шаршау менән айырған бүлмәлә Сәғиҙә менән инәй үҙҙәре генә ҡалды.

– Ҡана, килен, ят әле, ҡарайым.

Сәғиҙә, ыңғырашмаҫҡа тырышып, яйлап ҡына һикегә ятты.

– Өс бармаҡ асылған икән аналығың, килен, көсәнмәйерәк тор әле.

Шәп итеп йүгергән, ахырыһы, тыны бөтөп, фельдшер Сәлимә килеп инде. Сәғиҙәнең ҡан баҫымын үлсәне, пульсын тикшерҙе. Әлдә ҡан баҫымы ныҡ күтәрелмәгән. Шәһәрбаныу инәй Сәлимәнең ҡолағына эйелеп:

– Бала осаһы менән килгән бит. Ни эшләйбеҙ? Борайыҡмы, әллә шулай тыуҙырһынмы? Былай тыуҙыра алмаҫ кеүек, хәле юҡ бит.

Утыҙ йылға яҡын кендек инәһе булып йөрөп, бындайҙы икенсегә күрә ине ул. Шәһәрбаныу инәй хәҙер Сәлимәне лә эшкә екте:

– Сәлимә ҡыҙым, бар Фәнилгә әйт, күрше Фариза еңгәңде, өйҙә булһа, ҡыҙын да саҡырһын.

Инәй үҙе ике күҙе менән тағы нимәлер эҙләй.

– Нимә кәрәк, кем кәрәк, инәй? – тип өндәште Сәлимә.

– Япма кәрәк, йә булмаһа, балаҫ та ярай.

Сәғиҙә хәлһеҙ генә тауыш менән:

– Гөлзифа ҡыҙым, алып бир әле, балаҫ һандыҡ өҫтөндә.

Гөлзифа йүгертеп балаҫ килтерҙе, ул арала буй еткергән ҡыҙы менән Фариза еңгә килеп инде. Сәлимә балаҫты һикегә йәйҙе, Сәғиҙә шыуып шунда ятты.

– Ә хәҙер дүртәүләп дүрт осонан ныҡ итеп ҡулығыҙға урабыраҡ тотоғоҙ. Ысҡындырмаҫҡа тырышығыҙ. Тәгәрәтәйек, яйлап ҡына тулғандырайыҡ, эсенә әйләнмәһен. Кинәт ебәрмә. Эсен һаҡлайыҡ, ҡапланып китә күрмәһен, – Шәһәрбаныу инәй шулай күрһәтмәләрен биреп кенә тора. Кинәт ҡысҡырып ебәрҙе:

– Ике ҡуллап тот, балам, ысҡындыра күрмә!

– Сәлимә, иҫен юғалтмағанмы, ҡара әле, – тип өндәште.

Хәтһеҙ генә шулай әйләндереп-тулғандырғас:

– Йә, ҡуйып торайыҡ, тағы күҙ һалайым әле, күстеме икән әҙерәк.

– Әһә, күскән, боролған. Әйҙәгеҙ, тағы ла әҙерәк тәгәрәтәйек, килен, Сәғиҙә килен, иҫеңде юғалтма, юғалтырға тырышма. Тыныс бул, тыныслан, хәҙер, хәҙер бөтә.

Дүртәүләп, бер кешеләй, көйлө итеп әйләндерҙеләр ҙә бәүелттеләр Сәғиҙәне.

Шәһәрбаныу инәй:

– Йә, ярар, ҡарайым әле тағы, ни эшләне икән? – тип, үҙ эшенә кереште.

– Булды, булды, килен, хәлең нисек, баланың башы көпшәгә килгән.

Сәлимә шул саҡ:

– Сәғиҙә апай аңын юғалтты бит, нишатыр еҫкәтәйем әле, – тип өҙгөләнде.

– Еҫкәт, балам. Уның хәҙер көсәнерлек хәле юҡ. Сәлимә ҡыҙым, таҫтамалдың икенсе осон ҡулыңа урап тот. Яйлап ҡына баҫабыҙ, этәбеҙ.

– Сәғиҙә килен, уян, тәрән итеп тын ал. Тын ал да көсәнергә тырыш.

– Йә, йә, булды, булды, дуб-дубрый бер малай!

Ул баланың күтәсенә сәпәне, сабый ҡысҡырып ебәрҙе. Мең ғазап менән яҡты донъяға ауаз һалды бала.

– Бәхетле, тәүфиҡлы, оҙон ғүмерле булһын инде балаҡай. Атаһына оҡшап, баһадир булған бит был, дүрт кило барҙыр.

Баланың күтәсендә бармаҡ баҫымындай ҡара миң бар, уныһына бер аптыраны инәй. Төрлөсә уҡынып, баланы йыуындырып, түшәккә һалды.

Шунан һуң ғына ул, был өйҙә ир кеше лә бар бит, тип, Сәһәрйәрҙе иҫкә төшөрҙө:

– Һинең хәлеңде белә бит, ҡайҙа китте һуң ул? – тип һорашты.

– Ҡайҙан ғына беләйем инде. Фермала электр менән тиҙәк түктергес көйләйбеҙ, ти ине өсөнсө көн үк, шуны һаман көйләп ҡуя белмәйҙәр, ахырыһы.

– Хәҙергеләрҙең беренсе урында эш шул, ғаилә нисек йәшәй, балалар ни эшләй, иҫтәренә инеп тә сыҡмай. Өҫтәүенә, эсеп тә йөрөһә.

Ауыр ҡотолғас, арып та китте Сәғиҙә, йоҡлап та бара. Сәлимә, аптырап, һорап ҡуйҙы:

– Бала ниңә улай ятты икән, инәй?

– Кем белә инде, балаҡайым, көс төшкәндер. Ауыр күтәргәндер.

Гөлзифа ҡыҙы эштең рәтен белә, хатта хужабикә булырлыҡ. Самауыры ҡайнаған, сәй урынын әҙерләгән. Сәғиҙә үҙе кәнфит-печеньены Ҡырғыҙҙан алып ҡайтып, өҫкәрәк алып ҡуйғайны. Шулай итмәһәң, күмәк бала менән торамы ни ул. Урынын әйткәс, Гөлзифа тәм-томдарҙы алып, килгән кешеләрҙе хөрмәтләп сәй эсерҙе. Әсәһе сәйҙе бер генә йотто ла, иҙрәп йоҡлап та китте. Дәүләкәндә һатыусы булып эшләгән һеңлеһе күп итеп һинд сәйе ебәргәйне, шуларҙы ла һаҡлап килде Сәғиҙә. Әсәһе әҙерләгән бүләктәрҙе, күстәнәстәр ҙә тоттороп, оҙатып ҡуйҙы килгән кешеләрҙе Гөлзифа.

 

* * *

– Абау, әллә иҫерек инде?! – Сәғиҙә тәненә әллә һыуыҡ, әллә еүеш нәмә килеп терәлгәс, ҡапыл уянып китте. Салбар-күлдәген дә сисмәй, диванға килеп ауған Сәһәрйәрҙән араҡы еҫе борҡоно. Араҡы ғына түгел, әллә ниндәй еҫтәр ҙә ҡушылғайны бында. Таң атып киләлер, тип Сәғиҙә тышҡа сығып китте. “Таң яғы беленмәй, болот ҡаплағандыр ул күк йөҙөн, – тип уйлап, эшен бөтөрөп ингәндә, Сәһәрйәр диванға арҡыры төшөп ятып, хырылдап йоҡлап та киткәйне.

“Миңә ятырға урын да юҡ, ҡайҙа ятайым икән,”– тип, бер минут самаһы кейеме-фәләне менән йоҡлап ятҡан иренә ҡарап торҙо ла, ҡыҙҙары янына һикегә ятты. Танауҙы ярып һейҙек еҫе инде. Шул игеҙәк ҡыҙҙар бигерәк әллә ниндәй булды. Өс йәшкә тиклем күл иттереп һейҙе лә яттылар. Табиптарға ла әйтеп ҡараны, үләндәр ҙә эсергән булды, файҙаһы теймәне. Өс йәштәре тулғас, туҡтанылар былай. “Яңыртырға кәрәк быларҙың матрастарын. Йөндән яһармын инде, көҙгө йөн дә тора. Ҡырғыҙҙа теттереп алып ҡайтырмын да, Алла бирһә”, – тип уйланы Сәғиҙә.

Шулай төрлөһөн уйлап ята торғас, ҡатындың йоҡоһо ҡасты. Элекке көн магазинда Ҡәмәр ҡарсыҡ ауыҙ тултырып, Сәһәрйәр Минекамал менән уйнаш итә ти бит, һауынсылар әйтә, тип һөйләп тора, ти. Яман хәбәр ат менеп саба, ти, шул көндө үк килтереп еткерҙеләр был хәбәрҙе Сәғиҙәгә. Күрәләрҙер инде, бергә эшләйҙәр бит. Етмәһә, йәйләүҙә электр менән һыйыр һауғыс көйләйҙәр. Көнө-төнө шунда яталар. Ул ирһеҙ бисәгә ни, арба ватылһа – утын, үгеҙ үлһә – ит, тигәндәй, йорто ла ҡырҡ терәүҙә тора. Ир кәрәк булдымы икән ни лапираға?!

Сәһәрйәргә хәҙер бер нәмә лә кәрәкмәй, ҡайҙа, ҡасан теләй, шунда сығып китә, ҡасан теләй, шунда ҡайта. Ҡайтмай ҡалған саҡтары ла булды бит. Керһә – бар, сыҡһа – юҡ. Минекамал үҙ ирен әүрәтеп, ғүмер буйы бал ҡойоп эсерҙе, тапҡан бер аҡсаһына магазиндан араҡы ташыны. Иргенәһе, иҫерек килеш тракторын ҡабыҙам тип, бауын тартҡан ыңғайы гусеница аҫтына инеп киткән бит. Нимәһендер дөрөҫ ҡуймай туҡтаған, тинеләр. Миңрәүгә әйләнгәйне инде ул. Кит, дөрөҫ түгелдер был хәбәр, булмаҫ, ялғандыр. Бала тапмаған ҡыҫыр бисәгә ымһындымы икән? Ә ниңә, ирҙәр ҡарамаҫлыҡ бисә түгел әле ул! Йылан, юха йылан инде, борғаланып, һырғаланып ҡосағына ташланғандыр йәш тығыҙ тәне менән. Һыйлап та алғандыр, күп һорап тора торған кеше түгел.

Бер нисә минутҡа ойоп киткән әллә, һыйыр мөңрәгән тауышҡа ҡапыл уянып, һикереп торҙо Сәғиҙә. Һауып өлгөрөрмөнмө икән, тип, халат бауын тиҙ генә бәйләне лә сығып йүгерҙе. Эй, ошо ауыл кешеләренең яҡшылығын әйтәһе түгел: анау килендең йәш балаһы бар бит, бәлки, төнө буйы йөрөп, яңы йоҡлап киткәндер; анау еңгә кисен ауырыйым, тип тора ине, уятайыҡ әле шуларҙы тип йә ҡапҡаға төртәләр, йә исемде ҡысҡырып китәләр. Малдарҙы ла ситкә ебәрмәй, көтәүелләп торалар.

Һыйырҙарын һуңлатып ҡына ҡыуып килгәндә, түбән ос Сафура, әллә ҡасан эше бөткән кешеләй, бер ҡулын ҡара батҡаҡ алъяпҡысына төрөп, ауыҙын ослайтып, ғәйбәтен һата ине. Тыңлаусыһы ла табыла. Сәғиҙә яҡынлағас, һөйләүенән шып туҡтаны. Ҡабаланыуынан һаулыҡ һорашырға ла онотоп, малдарын шәпләп ҡыуып килгән Сәғиҙәгә: ”Һауғынамыһығыҙ, һыйырығыҙ йоҡлағанмы ни?”– тип төрттөрөп ҡалды. Сәғиҙә һаулыҡ ҡушты ла, малдарын тағы ла шәберәк ҡыуып китте. Туҡтаһа, туҡтамаһа ла, һүҙҙең үҙе һәм ире тураһында икәнен шундуҡ төшөндө.

Сәғиҙә көтөү ҡыуып ҡайтҡас, йоҡлап ятҡан иренә текләп торҙо. Салҡан ятҡан да, бер ни булмағандай, трактор кеүек хырылдай. Балаларҙы ҡурҡытыр әле. Ботона төрттө, кейем аша булһа ла һиҙә икән. “Хырлайһың, боролоп ят”. Был һүҙҙәрҙе Сәғиҙә асыу менән теш араһынан ҡыҫып сығарҙы. Сәһәрйәр тышҡа сығып әйләнде лә, сисенеп йоҡларға ятты. Сәғиҙәне тауыҡ сүпләһә лә бөткөһөҙ эштәр көтә. Һөтөн йылытып, сепаратын әйләндерергә керешкәс, Сәғиҙәнең уйҙары, тапалған һуҡмаҡтан келтерләп барған тәгәрмәс кеүек, быға тиклем ишеткәндәренә әйләнеп ҡайтты. Ҡырпаҡ ҡар яуғас, килендәше Мәүлиха килеп:

– Килендәш, башҡаларҙан ишетһәң, ҡыйын булыр, үҙем әйтәйем тип килдем. Сәһәрйәр ҡайнаға Минекамал янына йөрөй бит. Имәнлектән ҡоро-һары утын килтерҙе ҡайнаға ул көндө Минекамалға. Төн аяҙ, тулған ай булғандыр. Ҡараңғы төштө, күҙәтә йөрөйөм. Өйө эргәһенән әле ары, әле бире үтәм. Аяҡта галуш ҡына, өшөй башланым, урамда ноябрь бит. Тегеләр ут һүндерҙе бит. Ат егеүле тора, берҙән, атты йәлләйем, көн оҙонона эшләп арыған тип, икенсенән, “жирафҡа етенсе тәүлеккә барып еткән” тигән кеүек, башыма аҙаҡтан ғына барып етте: “Бәй, мин әйтәм, Сәһәрйәр ҡайнаға шунда бит!” Шаҡырға итәм, үҙем тағы ҡурҡам. Ул ир генәң киске эшкә лә, ашҡа ла ҡайтмаймы ни һуң?

– Ҡайтҡанда ҡайта, ҡайтмағанда юҡ, һораша башлаһаң, эш күп, мин уйнап йөрөйөммө ни? – тип аҡыра ла ҡуя. Шуға хәҙер һорашҡаным да юҡ.

– Шулайыраҡ икән шул, әйткәнде-һорашҡанды яратмай бит. Үҙем дә Сәһәрйәргә шаярта биреп кенә: “Ҡайнаға, әллә бала тапмаған бисә кәрәк булдымы? Минекамалда ут һүндереп, ни эшләнең? – тигәс, юҡты һөйләп йөрөмә!” – тип бер генә екерҙе. Шулай тип һөйләп сығып киткәйне бит апһыны.

Ошо сыуалсыҡ уйҙар сепарат барабаны менән бергә Сәғиҙәнең мейеһен сүкеп әйләнделәр ҙә әйләнделәр. Ышанмағайны Сәғиҙә уның һүҙҙәренә. Көнләшәлер, тип уйланы килендәшен. Үткән йыл ике һыйырға әйләндергәйнеләр, шуны ла Мәүлиха силсәүиткә барып әйткән. Партияның халыҡ тураһында артыҡ “хәстәрлек” күргән йылдары ине бит. Елдәрҙән силсәүит бәндәһе килеп янап китте: ”Һеҙ нимә, кулак ҡалдыҡтары, тиҙ арала бер һыйырығыҙҙы юҡ итегеҙ!” Гөбөрҙәтеп һауған һыйырҙы йәлләмәй нисек итеп һуяһың да, итен ҡайҙа ҡуяһың?! Һатыр инең, баҙары юҡ, хатта Ҡырғыҙҙа ла. Һаҫытып түгәһеңме ни? Ҡышҡа тиклем йөрөнө инде һуйғансы.

Ауылда беренсе булып, ун метрға ун дәүмәлендә шыңғырлап торған ҡарағай бура ҡайтарып ҡуйҙы бит Сәһәрйәр. Анһат ҡына аҡса йыйып, рәхәт кенә килтереп ултырттылар тип уйлайҙармы икән?! Нисәмә йыл рәттән, төндәр буйы кис ултырып, үҙе тетеп-иләп, балаҫтар һуғып һатты Сәғиҙә. Март баштарында мамыҡ кәзәләрен тарап, уныһын эшкәртергә тотона: аялай, иләй. Яҙғы мәшәҡәттәр башланғансы, йәлп иттереп ике дебет шәлде бәйләп тә бөтә, апрелдең епшек ҡарына ҡабарырға сығарып та элә.

Май тыуыу менән кесерткән йыйыр ине. Бойҙай һалһаң, етмеш кило тарта ти бит шул тоҡтар. Бер кило кипкән кесерткән ҡырҡ тин ине. Бер центнер йыйҙы былтыр Сәғиҙә шуны балалары менән. Дөрөҫөрәге, үҙе йыйҙы инде, Фәниле ташып торҙо. Бала-саға тотонамы һуң инде, ҡулды саға тип. Ҡырҡ тәңкә аҡсаның тинен дә тотмай, кассаға илтеп һалды Сәғиҙә. Шулай итмәһәң, йыйып буламы ни? Аҡсаның күҙе юҡ шул, бер тотонһаң, юҡ була ла ҡуя.

Көҙөн тағы ла бер центнер гөлйемеш йыйып киптерҙе. Әлдә уныһының килоһы бер һум. Былтыр балан да бигерәк уңғайны. Ат менән дә, йәйәү ҙә йөрөп, балан йыйҙы күп итеп. Ҡағыҙ ҡалынлығында, тип-тигеҙ итеп ҡойоп, ҡаҡ киптерҙе. Ҡырғыҙҙа класташы бар, ул балниста эшләй, район үҙәгендәге кешеләрҙе лә күп белә. Ҡаҡтарын ул һатып бирҙе. Еләктән, ҡарағаттан, баландан, алманан, йәиһә төрлөһөнән ҡушып яһалғандары ла бар ине. Йөҙ тәңкәлек булды! Ҡаҡ ҡойоу ҙа рәхәт түгел ул. Быға тиклем серек бәләкәй өйҙә торғанда, беҙҙе берәү ҙә иҫкә төшөрмәй ине. Ишек алдына ҡарағай бура алып ҡайтып ултыртҡайны, көн бөттө. Сәһәрйәрҙе уйнаш яһанылар. Булмаҫ, ялған хәбәрҙер. Көнләшеп, эсе көтөрләйҙер килендәшенең, тип уйланы Сәғиҙә.

Сәһәрйәр уянып сыҡҡанда, ҡояш арҡан буйлыҡ күтәрелгәйне. Сәғиҙәнең самауыры шыжлап ултыра. Аласыҡ ҡаҙанында оҙаҡ итеп ҡайнатып дөгө бутҡаһы бешерҙе.

– Ултыр сәй эсергә, – тине Сәғиҙә, әйтмәһә, Сәһәрйәр сәй эсмәй сығып китер төҫлө тойолдо. – Тәмле һинд сәйе, һеңлемдән посылка килде. Һинең тыуған көнөңә төбәп һалғандыр ҙа, иртәрәк килде. Һиңә майка, миңә күлдәк, балаларға кейем, тәмле кәнфиттәр, сәйҙәр ебәргән. Ул хәстәрләмәһә, беҙҙе кем иҫенә төшөрһөн инде.

Кисә эскәнгә башы ауырта инеме, әллә үҙенең кәйефе юҡ, Сәһәрйәр тәүҙә бер сүмес һыу күтәреп эсте, шунан ғына сәй янына ултырҙы. Унда ла ҡоро сәйҙе тауышланып һемереп эсте лә:

– Фәнил һарыҡ аҙбарын таҙарта торһон, үҙем ҡайтҡас, тейәп түгербеҙ.

Көндәгесә атын егеп, ҡайҙа барғанын да, ҡасан ҡайтасағы тураһында ла ләм-мим бер һүҙ әйтмәйенсә, сығып китте ире.

Сәғиҙә бөгөн еләккә барырға булды. Бесән мәшәҡәте менән үҙе бара алмағайны. Балалар алып ҡайтҡанды ғына эшкәртеп ҡуйғайны. Еләк хәҙер ныҡ беште инде ул, ҡаҡ ҡойор. Баҙран төпкөлөнә барырға булды. Иптәшкә Гөлйөҙөмдө эйәртте. Гөлзифаһы үҫте инде, быйыл һигеҙенсегә бара бит. Өйгә лә күҙ-ҡолаҡ булыр, туғандарын да ҡарай белә. Фәһимде лә бер илатмай, әүрәтә.

Байҙар белгән инде ҡайҙа йәйләү ҡорорға! Эй, ошо аҡландың матурлығы! Сылтырап ҡына шишмәһе ағып ята. Еләк уңған да икән быйыл: баҫыр урын юҡ, аяғыңды күсерһәң, еләк тапала. Үҙе эре, үҙе бешеп өлгөргән! Һә тигәнсе күнәкте тултырып та ҡуйҙы. Сәғиҙәнең елбер ҡулдарына күҙ ҙә эйәрмәй. Юҡҡа ғына “ялан ҡортҡаһы” тип йөрөтмәйҙәр бит уны! Имәнлекте арҡыры-буй йөрөп сығып, ҡайҙа ниндәй ағас, ниндәй ҡыуаҡ үҫкәнен дә белә.

Көн дә ҡыҙҙыра башланы. Баҙран шишмәһенә төшөп, ҡул-битемде йыуайым әле, арыған да бөтөп китер, тип уйланы Сәғиҙә. Ҡапыл ат бышҡырған тауыш ишетелде. “Был ваҡытта Имәнлектә кем йөрөй икән? Колхоз аттарын төндә көтәләр ҙә, көндөҙ һарайға бикләйҙәр. Ауылда беҙҙән башҡа бер кемдә лә ат юҡ”. Сәғиҙәнең мейеһе аша был уйҙар бер секундта үтеп китте. Йөрәгенең дарҫлап типкәне үҙенә лә ишетелгәндәй булды. Үҙ хәлен балаға күрһәткеһе килмәйенсә:

– Гөлйөҙөм, ҡыҙым, бар һин ҡайта тор, битоныңды үҙем тотормон. Бынау тәлгәштәрҙе генә ал да атла, һеңлеләреңә бирерһең. Апайың самауыр ҡуя торһон.

“Туҡта, туҡта, нисек тә тынысланырға кәрәк. Бәлки, үтеп китеп барыусы юлаусыларҙыр. Ҡолтайҙар йә бесәнгә, йә еләккә тип киләләр бит Имәнлеккә, бәлки шуларҙыр”. Шулай уйлағас, әҙерәк баҫыла төштө Сәғиҙәнең йөрәге. Аяҡ кейемен сисеп, һалҡын һыуҙа кисеп йөрөгәс, бигерәк рәхәт булып китте. Донъяһы онотолдо! Күгәүен талағанға сыҙай алмай, теҙгенен бушатырға теләгән ат яңынан ҡаты итеп бышҡырып ебәрҙе. Сәғиҙә бер ҡулына күнәген, икенсеһенә битонды тотоп, яйлап ҡына тау итәгенән ҡайтыу юлына ыңғайланы. Егеүле ат хәҙер урман араһынан сығып, Баҙран шишмәһенә йүнәлде. Ҡатын артына әйләнеп ҡарамай сыҙаманы: шул, шул ине, беҙҙең ат, ерән бейә, маңлайында нәҙек кенә һыҙығы ла бар, сыбай ҡашҡа тип йөрөтәбеҙ, ҡолоно ла эйәргән. Арбала кеше күренмәй, ятып бараларҙыр. Ҡапыл сағыу көлөү тауышы ишетелде, шул, шул, Минекамал ғына шулай көлә! Шик ҡалманы. Көпә-көндөҙ уйнаш итеп яталар икән. Ер бит, оятһыҙҙар! Әстәғәфирулла, кеше әйткәс, ышанмағайным бит! Сәғиҙә аҙымдарын ҡыҙыулатты, күреп, таный күрмәһендәр, эҙләп-күҙәтеп йөрөйһөң, тиер. Ғәрлегенән, кәмһетелеүҙән Сәғиҙәнең көнгә янған ҡоңғорт, әммә шып-шыма бите буйлап күҙ йәштәре туҡтауһыҙ аҡты ла аҡты. Кемгә алыштырған бит, аҙғын! Миңә ҡарағанда сибәрерәк булһа, исмаһам, һис һүҙем булмаҫ ине. Ҡыҙ сағында кәртинкә кеүек ине Сәғиҙә. Һыҙылып киткән ҡара ҡаштар, ҡуйы керпектәр, муйыл емеше кеүек ҡап-ҡара күҙҙәре үҙе ни тора! Ә сәс толомдары, икенән үрһә лә, һәр береһе беләк йыуанлыҡ була ине. Ете бала тапһа ла, ул әле лә төҫ ташламаған. “Шул биҙәү ҡатындың нимәһенә ҡыҙыҡты икән? Әҙерәк аштырғанда, аяҡ араларынан арба үтеп сығырлыҡ инде шуның. Кәкре аяҡтарына иҫе китте микән? Улай тиһәң, нәфсеһен тыя алмаған ир уның аяҡтарын шәйләгән тиһеңме ни. Йөрөмтәл бисә таҫма теле, әсе балы менән әүрәткәндер”.

Ҡыҙыулыҡ менән күпме барғандыр, Сәғиҙә һауыттарын ергә ҡуйып, туҡтап тын алырға булды. Ә уйҙары бер туҡтамай, аҡты ла аҡты…

“Үҙем генә ғәйепле мин, үҙем генә. Мал да минең өҫтә, ҡош-ҡорт та күп. Һәр береһен еренә еткереп ҡарарға, ашатып-эсереп ябырға кәрәк. Колхоз эшенә йөрөмәйем, өйҙә генә торам тип, уға эш ҡалдырманым шул. Етенсеһенә йөккә уҙғас та, әллә нишләп кинәт биҙҙем дә ҡуйҙым үҙем дә. Иғтибарым кәмегәндер, етмәгәндер инде. Үҙе лә өйҙән дә, балаларҙан да ситләшеп бара. Яҡҡан мунсаны ла инергә ҡайтмай башланы. Элек ҡайтып инһә, ҡыҙҙар бөтәһе бер юлы аталарының алдына, елкәһенә төрлөһө төрлө яҡтан менеп ултыра ине! Һис асыуланмай, күтәреп йөрөтөр, һикертеп алыр ине. Бына Фәһимгә алты ай тулды, шул баланы ҡулына алып яратҡаны, һикертеп уйнатҡаны юҡ әле. Куфайкаһының бер еңен кейә лә, икенсеһен кейеп тә тормай, сығып китә. Әле сәсеү, әле бесән, әле ферма тип сыға ла олаға, йүнләп төшкө ашҡа ла ҡайтҡаны юҡ. Ҡайҙа тамаҡланып йөрөйҙөр.”

Туҡтап торғас, хәл ингәндәй булды. Сәғиҙә күтәренеп, юлын дауам итте. Кинәт уның үҙ-үҙенә асыуы килде. “Нишләп әле шул әллә кем балаһын йәлләп киләм. Китһен, йөрөһөн! Йөрөр-йөрөр ҙә ҡайтыр әле, мал да ашаған еренә ҡайта тиҙәр бит. Ә ҡайтмай ҡуйһа? Минекамалдың ни, мал юҡ, бала юҡ, хөрриәт, мишәйт итеүсе кеше юҡ. Рәхәтләнеп аша ла ят. Ферманан һөт өҫтөн генә алып ҡайтып, сәй эсәләрҙер икәүләшеп кенә сөкөрләшеп. Минең ҡулда ете бала, кейендерергә, ашатырға кәрәк. Ә ниңә мин генә ҡарарға тейеш һуң ул балаларҙы? Эйәртеп алып килгән балам бармы ни минең? Ҡура тулы мал. Ямғыр тимәй, буран тимәй, көн дә шул малды ҡарарға кәрәк, һалам-бесәне кәрәк! Ҡыш буйына яғырға утыны кәрәк. Колхозда эшләгән өсөн хәҙер хөкүмәт аҡса ла түләй башланы, етмеш һум аҡса юлда тәгәрәп ятмай. Күрше Елдәр ауылында газ баллоны алып килеп урынлаштыралар, тип һөйләгәйнеләр, беҙгә ҡасан килер. Сәй ҡайнатырға ла, тамаҡҡа әҙерләргә лә һәләк йәтеш, тиҙәр. Колхозға бер көндө кер йыуыу машинаһы ҡайтҡан икән. Ферма мөдире беҙгә бирергә тәҡдим иткәс, Сәһәрйәр шуны Минекамалға бирҙерткән бит. Һауынсылар көнө-төнө эштә йөрөй, кер йыуырға бушамай, тип. Бер күлдәген төндә лә сайҡатып элер ине әле, миндәге кеүек туғыҙ кешенең кере, ятыр-торор урыны түгел бит, бер үҙенеке! Мин көн оҙонона кер йыуғанда, ул ни машина менән генә йыуа ла, осаһын күккә терәп көнө буйы йоҡлай инде. Ни эшләһен, башҡа эше булмағас! Елберләтеп орсоҡ әйләндермәҫ, энә тотоп тилберләтеп ойоҡбаш-бейәләй бәйләмәҫ”.

Сәғиҙәнең табандары ергә әллә тейҙе, әллә юҡ, йүгерә-атлай өйөнә ҡайтып еткәнен дә һиҙмәне. Һауыттарын Гөлзифа ҡыҙына тотторҙо ла, үҙе баланы ҡулға алды.

– Асыҡҡан инде ул, асығып ҡына ҡуйған, кил әле, эмей имеп алайыҡ, – Сәғиҙә шулай һөйләнә-һөйләнә йәтешләп һикегә ултырҙы. Ә уйҙары уны тағы ла ҡайҙалыр алып киттеләр. “Ҡайтарырға кәрәк, берәй яйы табылыр әле. Ни эшләргә? Илап-һыҡтап, ни эшләп улайтып йөрөйһөң, оялмайынса, ҡартайып бөткәс тиеүҙән фәтүә юҡ. Ул тыңлап та тормаясаҡ. Сәс-башыңды йолҡоп, ҡысҡырыуҙан мәғәнә сыҡмаясаҡ, ул танмаясаҡ та, ғәфү үтенмәйәсәк тә. Кемдән кәңәш һорайым икән? Ҡайҙа барып бәреләйем? “ Сәғиҙәнең уйҙарының осо-ҡырыйы юҡ. “Икәү булһаң, береңә кәңәш, берәү булһаң, бүркеңә кәңәш,” – тип боронғолар дөрөҫ әйткән. Үҙен генә ғәйепле һанаған Сәғиҙә, кисерештәрен, хәлен бер кемгә лә һөйләргә теләмәне. Үҙем генә хәл итергә тейеш, тип уйланы.

Һыуһап та киткән, төндә лә йүнләп йоҡламағас, ҡыл өҙөрлөк тә хәле ҡалмаған, бөтә тәнендә арығанлыҡ һиҙҙе ҡатын. Балалар менән бергәләп самауыр янына ултырҙылар. Уңған ҡатындың өҫтәле һыйҙан һығылып тора инде ул! Һөҙмәһе лә, әсе ҡорот та, эремсектән бешерелгән бәрәмәсе лә, ҡаймағы ла бар бында. Гөлзифаһына күҙ теймәһен инде, сейләй ҡатыҡҡа ике йомортҡа туғып ҡына, ҡабартып-күпертеп ҡоймағын да ҡойоп ҡуйған. Еләк ҡайнатмаһының тәмлелеге, сәй эсеүе үҙе бер ғүмер! Балалар китеп бөткәс тә, оҙаҡ итеп, яйлап ҡына сәйен эсте лә:

– Гөлзифа ҡыҙым, ҡустың йоҡланымы, бар һеңлеләрең менән Өйәҙелә һыу инеп килегеҙ. Туғандарыңды ҡарап алып ҡайт.

Балалар күҙҙән юғалыу менән, Сәғиҙә үҙе алып ҡайтҡан еләген таҙартып, ит тартҡыс аша үткәрергә, ҡайнатма яһарға, әҙерәгенән ҡаҡ ҡойорға булды. Эшкә тотонғайны, әлеге сыуалсыҡ уйҙар зиһенен биләп тә алды. Иҫенә төштө: Өйәҙебаш ауылындағы сыуаш Әким бабайға барайым әле. Әким бабай сихырлай, шундай аҙғындарҙың нәфсеһен баҫа, тип ишеткәне бар ине. Сәғиҙә ҡәтғи ҡарарға килде: иртәгә үк барам, вис һөйләп бирәм. Ни булһа ла була. Әллә кемдәрҙе шатландырып, кәңәш һорап йөрөгәнсе, тик уға барам. Иремде нисек кире ҡайтарырға кәңәш бирер. Үҙемде нисек тоторға өйрәтер.

…Сәғиҙә көтөү ҡыуып ҡайтҡанда, ни ғәжәп, Сәһәрйәр уянып сыҡҡан, йыуынып тора. Кистән уға әйтмәгәйне, аласыҡ янына килеп етеү менән Сәғиҙә:

– Миңә бөгөн атың кәрәк ине, үҙеңдең ашығыс эшең булмаһа, – тине.

– Ярар, – тине лә Сәһәрйәр, ат торған яҡҡа ыңғайланы, әҙерәк барғас, туҡтап:

– Арбаны егәйемме, кырандастымы? – тип һораны.

– Арбаңды ек.

Сәғиҙә үҙе самауыр ҡуя, үҙенең мейеһе тулы уй: кырандас егеп, оло табын, ҙур байрамға барамы ни шатланып, арба ла ярар. Ир сихырларға бара бит. Ул элек тә балаларын тейәп, Аҙнайҙағы апаларына, йә Ҡолтайҙағы әсәһе менән бер туған әбейҙәренә ат менән китә лә бара торғайны. Шуғалыр инде, Сәһәрйәр: ”Ҡайҙа, ниңә бараһың?” – тип тә һораманы.

Өндәшмәйенсә генә икәүләп сәй эстеләр. “Әллә минең менән һөйләшергә лә ғәрләнә инде, бригадир булғас. Кәмһенәме икән, әллә киреһенсә микән?” – тип уйлап, Сәғиҙә һаман үҙен ғәйепле һанай. Ете бала тапһа ла, ҡып итеп торған кәүҙәһе, һеңлеһе ебәргән матур күлдәкте кейеп алғас, тағы ла сибәрләнеп китте һылыу ҡатын. Сәсен тарап үреп, башына өйөп ҡуйып, матур аҡ яулыҡ бәйләгәс, театр артистарың ары торһон! Ҡашыҡҡа һалып йоторлоҡ һөйкөмлө ҡатынды тәү күргәндәй, Сәһәрйәр Сәғиҙәне ситтән күҙәтә ине.

Арбаға тәүҙә иренең куфайкаһын йәйҙе, өҫтөнә юрғаны менән бергә тотоп, баланы сығарып һалды Сәғиҙә. Ел теймәҫлек итеп юрғандың ситен өҫкәрәк күтәреп ҡуйҙы. Ҡояш эҫетә башлағансы юлға сыҡты. Утыҙ саҡрымға яҡын ара ат өсөн хәтһеҙ бит ул. Атын юрттырып ҡына сығып китте.

 

* * *

Ат үҙ яйы менән һәлмәк кенә бара башлағас, Сәғиҙә уйҙарына тағы ла ирек ҡуйҙы. “Ирһеҙ нисек йәшәргә һуң? Бар инде ул ауылда ирһеҙ йәшәгәндәр ҙә. “Коммунизм төҙөйбөҙ”, тип йөрөгән йылдар булһа ла, ана Заһира еңгәнең соланы ҡамыштан, ситән аҙбары ҡырҡ терәүле, емерелергә тора. Интегеп бер үҙе бесән әҙерләй, утын килтерә. Өлкән улы Фәнилдең класташы бит. Фәнил әйтеп тора ине: ”Әсәй, балталары шул тиклем үтмәҫ уларҙың, әллә үҙебеҙҙекен биреп торайыммы икән?” – тип. Балтаһын алып барып, утын киҫешеп ҡайтты бала. “Аталы бала арҡалы,” – тиҙәр бит, малайына ла, ҡыҙына ла берҙәй кәрәк шул атай.

Әким бабай көткән, уның киләсәген белгәндер. Ерән бейәнең мороно ағас ҡапҡаһына төртөлгәндә, ул ишек алдында йөрөй ине. Йәһәт кенә ҡапҡаһын асып, аттың теҙгененән эләктереп алды ла, һарай яғына ыңғайланы. Ат туҡтағас ҡына, Сәғиҙә арбанан төштө. Бабай дилбегәне ысҡындырып, атты арбалағы бесәнгә ҡушайым тиһә, баланы күреп ҡалды:

– Пәтәч, пында пала да пар икән, күрми дә торам, – тине. Сәғиҙә баланы юрғаны менән бергә күтәреп, өйгә ҡарай атланы. Настя әбей тупһала, ишекте асып тора:

– Үт, ҡызым, әйдә өйгә кер, палаңны сәкегә сал, хәзер мендәр алып киләм.

Ул шулай өлтөрәп торҙо. Тыныс бала, өйгә ингәс тә уянманы. Алдағы өйҙә сәй урыны әҙер ине. Әким бабай:

– Ҡызым, күчтәнәчеңне алып кер инде, – тигәс, Сәғиҙә ҡойолдо ла төштө. Ҡайҙан белә икән ул? Бәй, сихырсы лабаһа.

Сәғиҙә йүгереп кенә төйөнсөгөн алып инде: бер йомарлам аҡ май йомшара ла төшкән, кистән бешкән булһа ла, тағы ла тәмләнә төшкән әсе ҡоймаҡтарҙы, кисә генә яһаған телеңде йоторлоҡ еләк ҡайнатмаһын, кипкән ҡороттарын алып, өҫтәлгә теҙҙе. Һыйырҙары юҡ ине ахырыһы Әким бабайҙың. Бик ҡәнәғәт төҫ менән:

– Бигерәк уңған икәнсең, ҡызым, нинди нужа китерде сине минең өйгә? Белсәм дә, үзеңнән ишетим әле. Кичәдән бирле сул күзем тарта, хәйерлегә булсын инде. Үзең еләк кебексең, балаң шалҡан кебек, шундый кешеләр дә бәхетле түгелме ни? Миңә кеше ихтыярсыздан килә.

Әллә Әким бабай маҡтағанға, әллә үлсәүҙәргә һыймаҫ ошо ҙур ҡайғыһын бер кем менән дә бүлешмәгәнгә, күңеле шул тиклем тулышҡайнымы, иланы ла ебәрҙе Сәғиҙә. Йәш аралаш:

– Ирем сит бисәгә эйәләште, ҡайтарырға ине шуны, – тине. – Балаһыҙ ҡатынға йөрөй. Ә минең ҡулда ете бала.

– Үдең күрдеңме соң, әллә кеше сүзе генәме? Ычынмы бу хәл?

– Үҙем күрҙем, үҙем, кисә икәүләшеп арбала инеләр. Кеше әйткәнгә генә ышанмағайным. Былтыр көҙҙән бирле йөрөгән.

– Чәйеңне эч, ҡызым, суына бит, – Настя әбей ҡыҫтай. Әким бабай уйлана, ни эшләргә икән, тип баш вата ине, шикелле. Ул, бер һүҙ ҙә өндәшмәйенсә, тышҡа сығып китте. Сәғиҙә эске бүлмәлә стеналағы рам эсендә торған фотоларҙы ҡарай башланы. Ул арала Настя әбейҙең тауышы ишетелде:

 Ҡызым, бала уянды, бер ыңғай эшен дә бөтөргән.

Ул бер ҡулына баланы, икенсеһенә ҡомғанын тотоп алған.

 Әбей, ҡана, үҙем.

Әбей һыу ҡойоп торҙо, Сәғиҙә тиҙ генә баланы йыуындырҙы. Икенсе ыштанын кейҙереп, баланы имеҙергә ултырҙы. Имеп туйып, күңеле күтәрелгән бала аяҡтарын уйнатып,, ҡулдары менән осорҙай булып хәрәкәттәр яһап ята. “Ығы-ығы”, – тип үҙе бер туҡтауһыҙ “һөйләшә”, күмәк кешегә өйрәнгәс ни, сит кешенән ятһынып тормай. Күтәреп алһаң, бара, бер ҙә иламай.

Сәғиҙә баланы кире урынына һалып, Әким бабай эргәһенә сыҡты. Сәғиҙәгә тура ҡарамаҫҡа тырышып, Әким ҡарт:

– Ҡызым, нәстә бирәсең: сыйырыңнымы, әллә балаңнымы? – тип һораны.

Ҡапыл ғына был һорауҙы аңламаны Сәғиҙә, башына барып та етмәне. Нисек бирәм, ниңә бирәм? Ҡорбан кәрәкме ни? Баланымы ни? Юҡ, юҡ, балаҡайым, бәғер итем, мең бәләләр менән ҡотолдом бит! Нисек, нисек бирәйем, нисек унһыҙ йәшәйем? Йәне юҡ икән, йөрәге юҡ икән был әсәнең тиерҙәр. Бирмәйем, баламды бирмәйем! Фәнил сығып китһә, быныһы иптәшкә янда ҡала бит. Ыбыр-сыбыр ҡыҙҙар менән донъя көтөп булымы ни? Бесән сабырға, утын килтерергә кем ярҙам итер?

“Һыйырыңды тинеме? Һыйыр ҙа берәү генә бит әле ул. Былтыр икәү ине лә бит. Һыйырҙы биргәс, ни эшләрбеҙ? Нимә ашарбыҙ? Ете баланы нисек туйындырырмын? Көн аралаш ҡаймаҡ айыртам, әле кәкерей, ҡыҫтыбый, әле бәрәмәс бешерәм. Шуларҙың бөтәһенә лә һөт кәрәк. Кем бирер миңә һөт? Ҡайҙан алырмын? “Һыйлы көнөң һыйырҙа”– тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр бит. Үгеҙҙе һуйырға кәрәк. Ит булмаһа, ни ашарһың? Ҡыш бауыры бигерәк оҙон шул, бигерәк оҙон. Һыйыр һыуалтып торған арала ла һөтһөҙ ҡыйын була торғайны.

Аһ-аһ, нимә эшләргә һуң, ни ҡылырға? Былай ғына булмаймы икән ни?

Әким бабай күләгәлә тәмәкеһен тартып бөтөп, төпсөгөн галушы менән иҙгеләне лә, Сәғиҙә янына килде.

– Былай ғына булмаймы ни, бабай, ни эшләргә лә белмәйем, төплө бер ҡарарға килмәгәнмен.

– Юҡ шул, юҡ, ҡызым, жертву требует, – тип урыҫса әйтте. – Минең көстән китеп бара бит сихыр.

– Башым тамам әйләнде инде, бабай. Ҡуй инде, ҡуй, теләһә ни эшләһен, йәшәрмен әле, үлмәм ирһеҙ ҙә. Ҡайтам, бабай.

Әким бабай атты егеп, арбала ҡалған бесәнде тигеҙләп рәтләп ҡуйҙы. Йомшаҡ бесән өҫтөнә тәүҙә куфайканы, уның өҫтөнә юрғанды һәйбәтләп йәйҙе. Баланы Сәғиҙәнең ҡулынан алып, бер-ике һикертте лә, тигеҙ урынға рәтләп һалды. Шунан дилбегәне ҡулына тотҡан килеш Сәғиҙә янына килеп:

– Ҡызым, өйөңә ҡайтып еткәнсе артыңа әйләнеп ҡарама! Ишеттеңме, артыңа әйләнмә. Нәстә ишетсәң дә, әйләнеп ҡарама!

Ул шулай бер һүҙҙе ҡат-ҡат туҡып, дилбегәне Сәғиҙәнең ҡулына тотторҙо:

– Атыңны шәп ҡыума, көн дә әллә ни эсе түгел, яйлап ҡайтып етәрсең, – тип ҡапҡа төбөндә оҙатып ҡалды.

Китте Сәғиҙә Өйәҙебашты сығып, ни уйларға, ни иларға белмәй. Әким бабай уға бер нәмә лә бирмәне, кешеләргә өшкөрөп һыу бирә, тип ишеткәне бар ине. Ә-ә, иҫенә төштө, ауылда һөйләгәйнеләр шул. Анау Яппар ағай тәүҙә Ғилминисаға өйләнеп, бер балаһы тыуғас, ни сәбәптәндер Хәйерлебанатҡа өйгә инә, ике йыллап йәшәй, малайҙары тыуа. Тағы нимәһе килешмәгәндер, Хәйерлебанатты ташлап, кире үҙ өйөнә ҡайта был. Ғилминисаны үлтерергә, Яппарҙы үҙенә ҡайтарырға тип Хәйерлебанат бара ошо Әким бабайға, тегеһе өшкөрөп һыу бирә. Әммә ҡайтып еткәнсе теге һыу, ниндәй һауытта булғандыр, нисектер ҡырынайып, түгелеп бөтә. Ғилминиса шуғалыр инде ғүмер буйы гел сирләй, йәйге эҫе көндәрҙә лә “өшөйөм”, тип быйма, өҫтөнә бишмәт кейеп йөрөй, биш бала табыуын таба, әммә уларҙы ҡарай алмай, бөтә эш Яппар ағай елкәһенә төшә. Фермала ҡарауылсы булып торған Яппар ағай эшкә китергә кейенгәс, Ғилминиса: “Икмәгеңде алырға ҡайтырһың”, – ти икән. Яппар ағай мейескә һалған икмәкте лә алмаған.

Ҡапыл һауаны ярып, илаған бала тауышы ишетелде:

– Инәй, инәй, мине ал, ал мине, инәй!

– Кем икән ул, кем? – Сәғиҙәнең боролоп ҡарағыһы килде. Шул саҡ Әким бабайҙың ҡат-ҡат әйткәне иҫенә төштө. Ниндәй көс уны тыйып тора икән? Ә тауыш һаман ҡысҡыра:

– Инәй, инәй, ал мине!

Бөгөлөп төштө Сәғиҙә, тыны ҡыҫылды, хәле ҡалманы. Күкрәген әсеттереп ярып, һөт төштө. Алты айлыҡ бала һөйләшә белмәй ҙә һуң?

“Эй, аллам, ниңә ғазаплайһың мине был тиклем! Ниндәй гонаһтарым бар минең? Ысыҡ тамсыһындай саф, таҙа бит мин. Ҡасан бөтөр был ғазаптарым! Дилбегәне арбаға ташланы ла, кинәт Сәғиҙә бөтә кәүҙәһе менән артҡа боролдо. Әллә эсе, әллә башҡа ере ауыртҡанға, ҡарында ятҡан кеүек йомарланып ятҡан баланы күтәреп алып, күкрәгенә ҡыҫты. Күҙен асып та ҡарамайынса, шундуҡ йоҡлап та китте сабый.

Сәғиҙә атты шәберәк ҡыуырға тотондо. Тирә-яҡтағы осҡан күбәләк-бөжәктәрҙе лә күрмәне, төрлөсә һайраған ҡош тауыштарын да, бер туҡтамай сырҡылдаған сиңерткәләрҙе лә ишетмәне ул.

– Тр-р, туҡта, малҡай! – Был кемдең тауышы һуң? Сәғиҙә таный алмай. Ҡайтып еткән бит. Фәнил оло ҡапҡаны асып маташа. Ҡаршыға өрлөк кеүек иреме, әллә ҡарға ҡурҡытырға ҡуйылған ҡарасҡы килә ятамы һуң? Ҡыҙҙары сыр-сыулашып йүгерешеп килеп, арбаны уратып алды. Бөтәһе лә томан эсендә кеүек. Сәғиҙә һаман да арбала ултыра. Сәһәрйәр баланы күтәреп алды. Сабый ҡысҡырып илай, ә үҙенең күҙҙәре йомоҡ. Сәһәрйәр ни эшләргә белмәй, баланы кире арбаға һалырға ла итә, атаһы тотоп торған һайын бала ярһыбыраҡ ҡысҡыра. Сәғиҙә һаман да әйләнеп ҡарамай. Яр һалып ҡысҡырған баланы ҡуйҙы ла китте Сәһәрйәр, бер һүҙ ҙә өндәшмәне.

– Әсәй, әсәй! – Был Гөлзифа өҙгөләнә, – Әсәй ни эшләгән ул, ниңә күҙҙәрен асмай? Кил әле үҙемә, алтыным, иламай инең бит, һин үҫкән бит, күҙҙәреңде ас әле! – Гөлзифа баланы күтәреп алды, ләкин Фәһим күҙҙәрен асманы, әйтерһең, уларҙы елем менән йәбештереп ҡуйғайнылар. Ғүмерлеккә һуҡыр ҡалды.

Сәғиҙә арбанан төшөп, сайҡала-сайҡала аласыҡҡа йүнәлде. “Ни эшләнем мин?! Ниңә генә барҙым икән?! –тип ыңғырашты ла, гөрҫ итеп һикегә ауҙы. Үкереп, һыҡтап иларға кереште. Ғүмергә төҙәлмәҫлек яра һалды бит ул үҙ йөрәгенә.

Автор:Луиза Кирәева
Читайте нас: