Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
21 Февраль , 19:39

Мәүлиҙә Әхмәтйәнова

Мәскәү ҡыҙы Роман Беренсе киҫәк Һуңғы көн Уҡытыусым Нелли Нифантовна, эх, башкирочка моя, тип, арҡамдан һөйә торғайны. Ә дуҫым Нинаны − юҡ. Хисе һәр береһенә етмәгәндер, күрәһең. Күп инек бит. Ә ауылға ҡайтҡас, барыһы ла Мәскәү ҡыҙы тине. Арҡанан ҡағып һөйҙөләр, бәлки, улар ҙа аҙраҡ ҡына булһа ла яратҡандыр. Ә бына исемемдән ятһындылар. Сит телдән ингән һүҙҙәрҙән ҡурҡыныс янаған кеүек шул. Кемдер рогатканың резинкаһын тартып торған кеүек, аңшайһаң, маңғайыңа – шалт!.. Бигерәк тә сәскәле яландай киң күлдәк кейгән әбейҙәр оҡшатманы. Яулығын ҡолаҡ артына ҡыҫтырып алған Зәйтүн әбей, аңламай ҡалдымсы, Лүмәнә тиһеңме, ти. Һаңғырау тип, асыу килеп, ҡолағына, Абзалова Лена Саматовна, тип ҡысҡырам. Ишетмәһәң, ишет, исемем − донъяла иң матуры, тик фамилиям ғына хәҙер икенсе. Әбейҙең ҡолағына бармағын тығып һелккеләүен күреп, хахылдап көлөп ебәрәм. Бигерәк әрһеҙ булғанмын, хәҙер улай итергә ҡыймаҫ инем. Атайым шундай исем ҡушҡанда, ҡыҙыма Урал тауы итәгендә ятҡан төпкөл ауылда йәшәргә тура килер, тип уйламағандыр. Ҡолаҡҡа ҡаты әбейҙәр Баҙыян ҡәртинәйҙең өйөнә кис ултырырға йөрөгәндәрен дә белмәгәндер. Уларҙың ҡул эштәре генә тотмай, хатта минең исемемде лә тикшерерҙәре, башына ла инеп сыҡмағандыр. Икенсе яҡ күршебеҙ Ямал әбей, мулла аҙан сыҡмағас, шулай инде, тип ауыр һулай. Уны балаларға исем ҡуша торған кеше икән тип уйлап, мулла түгел, атайым үҙе аҙан сыҡты, тим. Әбекәйҙәр бер үк һүҙҙе төрлөсә ҡабатлап, аңланыҡ инде, аңланыҡ, тип кеткелдәшә. Кем өйөндә йыйылып ултырғандары, кем самауырынан сәй эскәндәре иҫтәренә төшөп ҡала. Мулла ҡушмаған исемдәрҙе юҡҡа сығарған Ямал әбейгә, ул бит Мәскәүҙән тип, терһәк менән төртөп алалар. Кинәнеп, эйе, мин бит Мәскәүҙән, тим. Бына ҡасан бер ҡатлы һәм шуға бик тә бәхетле булғанмын.

Мәүлиҙә Әхмәтйәнова
Мәүлиҙә Әхмәтйәнова

Бер ҡатлы сағыңды юғалтһаң, ҡайғы-хәсрәттәрҙе тулы ҡалаҡ менән йоторға тура килә икән.

Эх, элек йәшәгәнмен! Елдереп трамвайҙарҙа, машиналарҙа, поездарҙа йөрөгәнмен, экскалаторҙа ғына бәүелеп метроға төшкәнмен. Булған бит шәп заманалар!

Эй, хәҙер ҙә йәшәйем дә. Атҡа ултырып йөрөһәң дә шәп. Бындай көндө йәйәү атлап ҡара? Атҡа етәме, иҫәр, тип өҫтәр ине Баҙыян ҡәртинәй.

Ҡалай рәхәт, ҡолаҡ төбөндә ел һыҙғыра, биткә ҡар оса.

Ауылға йыраҡ әле, юлдың уң яғында әрәмә һуҙылған, ҡара селтәр ябынғандай яланғас ағастар урамға килеп ингәнсе йәнәш йүгерәсәк. Өҫтә − ҡайындар, уларға ҡараһаң, кәйеф күтәрелеп китә. “Әйҙә!”, тип саҡырып, әйлән-бәйлән уйнағандай.

Тик инәйем генә өндәшмәй, ул − асыулы. Юҡ, ул асыулы түгел, ә көйөклө. Көйөргә сәбәбе лә бар шул. Тик был хаҡта иҫкә төшөрәһе килмәй.

 

Ул “инәй” тип атарға өйрәтеп ултырҙымы икән? Хәтерләмәйем. Иң кәрәкле генә нәмәләр онотола ла ҡуя. “Үткәнде ҡабатлау”, тигән дәрес индерһәләр, “насар” билдәһе алып тик ултырыр инем. Элек, атайыма хәйләләп кенә, онотҡанмын, тиһәм, эй ҡыҙым, көймә юҡҡа, был донъяла хәтерҙә тотоп мәшәҡәтләнерлек әллә нәмә юҡ та ул, тип ҡул һелтәй торғайны.

Өйрәткәнме, юҡмы, “инәй” тим, ул да Баҙыян ҡәртинәйгә шулай өндәшә.

Был донъяла иң матур һүҙ. Ул таш, йә ҡом булһа, көн оҙоно ҡайнар ҡояш аҫтында ятҡандай, йып-йылы булыр ине.

Инәйемдең ниңә асыулы икәнен дә аңлайым, шуға шым ғына ултырам.

− Ҡәртнәйеңә әйтеп ҡуйма!

Ҡулында дилбегәһе булмаһа, янап та ҡуйыр ине. Ярай тип, баш ҡағам.

Өйҙә бер нәмә лә һөйләмәйбеҙ тип, нисә тапҡыр алдан килешеп ҡуйғаныбыҙ булды. Һиҙгер Баҙыян ҡәртинәй һорап та өлгөрмәй, үҙе шарран-яран аса ла һала. Ошо хаҡта иҫкә төшөрөүем генә булды, ул:

− Бүтәндәргә лә һөйләмә! − тип, ҡашын уҫал итеп йыйырып, башын сайҡап ҡуйҙы.

Инәйем ҡайһы саҡта әйтһә, әйтеп ҡуя ла инде, Баҙыян ҡәртинәйемә ярамағас, башҡаларға яраймы инде? Ауыл буйлап ғәйбәт таратып йөрөргә, Зәйтүн әбейме әллә?

Юҡ, тип башымды ҡағам, тик ул инде ҡарамай ҙа.

Ғәҙәте шул, берәй нәмә һорайһың, ҡаңғыртма әле, тигәндәй, башын ғына ҡағып ҡуя. Һүҙ ишетермен тип уйлама ла. Бәләкәй саҡта ла, инә-ә-әй, инә-ә-әй, тип ныйылдап артынан киләм, ә ул, ер шарында булған бөтә ҡайғыны бер үҙенә йыйғанмы ни. Донъяһын онотҡан. Иҫәнме мин, юҡмы, киләме уның артынан, әллә аҙашып тороп ҡалғанмы? Иҫендә лә юҡ. Атлайһың арттан һөйрәлеп, хужаһы юғалған эт шикелле.

Уның хәле хәҙер шундай булыуы аңлашыла. Ә элек, шундай матур ҡалала, һигеҙенсе ҡатта урынлашҡан, бейек тәҙрәле шәп фатирҙа йәшәгән саҡта ниндәй уйҙарға батырға мөмкин булғандыр?

Уның адресын яттан белергә, аҙашһам, шартлатып әйтеп бирергә тейеш инем. Әле лә төнөн уятып һораһалар ҙа, таҡылдап торормон: Иҫке Басманная, Карл Маркс урамы, 20-се йорт, 1-се корпус, 58-се фатир...

Унда торғанда бер ҡасан да аҙашманым. Ауылға ҡайтҡас ҡына үҙемде аҙашҡан кешеләй тойоп йөрөнөм, тик бына адресымды белеү генә был осраҡта ярҙам итмәне.

Әле лә инәйемдең ҡайғыһы баштан ашҡан, ул дилбегәне тартыштырып, иренен сәпелдәтеп, лашман эшендә дәрт-дарманына ҡуша бер күҙен дә ҡалдырып ҡайтҡан арыҡ атты ҡыуалай.

Ғәләү бабай уның бер күҙен урманда юғалтып ҡайтыу тарихын һөйләне. Тик күҙ бер юлы тороп ҡалмаған, ул− урынында. Уны ҡылау ҡаплаған, һәм ул юҡҡа иҫәп. Юҡҡа иҫәп, ә ҡалған. Хатта, ике мәртәбә! Тәүге тапҡыр зәғифләнеп булһа, икенсеһе − телдә. Миңә ҡалһа, юғалғанды иҫтә тотоу, юғалмағанға иҫәп.

Ат тырпаҡ ҡабырғалы, кәүҙәһен бәҫ ҡаплаған, шуға бигерәк тә ҡарт тойола, ҡолағы ла, керпектәре лә аҡ, кемдер боҙ энә төртөп сыҡҡандай, ирен тирәһендәге төктәре лә ағарып тырпайышҡан.

Үшән бейә инде бер ҡасан да текә баҫмаҫ, ҡойроғон күтәреп юртып сығып китмәҫ, эргәһендә ярышып ҡолоно сабып йөрөмәҫ. Ул үҙенең меҫкен ат ғүмере өҙөлгәнсе, шулай башын эйеп, йүгәнде ҡайҙа тартһалар, шул яҡҡа боролоп, нимә тейәһәләр, шуны һөйрәп йөрөр ҙә, йөрөр.

Әле Мәскәүҙә йәшәгәндә ҡурсағымдың аяҡ-ҡулын, башын бәйләп торған резинкаһы өҙөлөп китте, ул ҡулымда кәүҙәһен генә ҡалдырып ҡойолдо ла төштө. Йәлләп иланым хатта.

Атты туғарһаң, ул да ян-яҡҡа таралып китерҙәй тойола. Дуға − башын, ҡолаҡбау менән эләктерелгән тәртәләр кәүҙәһен ауҙармай тотоп торғандай. Әйтерһең, сана ла шыуып атты этә, әгәр ул тик кенә торһа, сана уның өҫтөнә барып менерҙәй тойола. Меҫкенкәйгә сапмай сара юҡ.

Аттың күҙҙәре һәр ваҡыт моңло, ул ауыр уйҙарға батҡандай. Моғайын, дәртле ваҡытын иҫкә төшөрәлер. Ул элек саптырып йәшәгән, ә хәҙер шул саҡты хәтерҙә тотор өсөн генә йәшәй. Кешеләр ҙә шулайҙыр әле. Бына, Баҙыян ҡәртинәй: ул сәғәттәр буйы уйға батып, тик кенә ултыра ала. Ни эшләп ултыра тиһең, шәп сағын иҫкә төшөрә инде.

Бер йән эйәһен дә тиккә генә ҡулға эйәләштермәгәндәр, ҡырағай ғына булып ҡалһа икән.

− На-а-а! Йоҡланыңмы әллә?

Ололар енләнһә, кемдәндер асыуын ала, бала-сағанан, бына аттан, йә бесәйҙән. Ат, бесәй уңайлыраҡ, сөнки улар илап та ебәрмәй, үпкәләй ҙә, үсләшә лә белмәй. Бесәй, меҫкен, мыяулауы мөмкин, ә бына аттың теле юҡ.

Малдар йәл, бына инәйем асыуланып ҡысҡырҙы, ә ат өндәшмәй, теле булһа ул: “Асыуыңды минән алаңмы? Сананы, һине, ҡыҙыңды һөйрәйем, етмәһә һин ҡысҡыраң?”− тиер ине.

Эй, кеше һүҙенә иғтибар ҙа итмәйҙер әле. Ул ат ана ниндәй ҙур, ни эшләп ваҡланып торһон инде?! Әгәр шул саҡта эргәнән ҡайнап торған ат өйөрө сабып китһә-ә-ә... Аранан берәү кешнәп тә ебәрһә-ә-ә! Ул шунда уҡ яуап бирә һала. Үҙенекеләрҙе һиҙә. Һиҙеү генәме, өйөрҙән айырылып йөрөгәненә эсе лә бошоп китәлер әле. Атты үҙ алдына ебәреп, күҙҙәрен бәйләп ҡуйһаң, өйөр артынан китер. Ғаиләһе сөнки, ә беҙ уға− сит.

Башҡортса “лошадь” тә – ат, “конь “дә – ат. Урыҫса, беҙҙең ат − “лошадь”, ә йөк тартмай, иректә йөрөгәндәр “конь” булыр ине. Быны мин уйлап сығарманым, ә атайым аңлатты. Бер ипподромда: “Лошади!”, тип ҡысҡырып ебәрҙем. Атайым: “Лошади− в деревне, былар, ҡыҙым, кони!”, – тине. Бында ҡайтҡас айырмаһын да аңланым һәм хатта кешеләрҙе лә бүлеп ҡуйҙым, Мәскәүҙә йәшәүселәр − кони, ә ауылдағылар −лошади.

Ситтәр араһына килеп эләккән йән эйәһенә ҡыйындыр. Ат кешнәүен ишетеү ҙә эсен бошоралыр. “Иха-ха!” тип ҡыжырап ебәрһәләр, минең дә эс бошоп китә. Ат телен аңламағанға шулайҙыр. Тик улар үҙҙәре бер-береһен бик яҡшы аңлай бит инде.

Ә бит булған шундай заманалар, кешеләр ҙә һөйләшә белмәгән. Мең бәхетһеҙ телһеҙҙәр шикелле ымлап ҡына аңлашҡан.

Дәреслеккә төшөрөлгән һүрәттәр хәтергә килә. Таяҡ менән ҡоралланған, кешегә түгел, ә албаҫтыға оҡшаған йән эйәләре теҙелешеп һунарға китеп бара. Йөнтәҫ ҡатын уҫаҡ янында ултыра. 

Ымлап ҡына нисек аңлашырға мөмкин? Ире ҡатынына ашарға бешер, тип тә әйтә алмай, ас ултырҙымы икән? Ҡатыны ашарға бөттө, һунарға барып ҡайт, тип тә әйтә алманымы икән? Улар шулай бер-береһен аңламай, астан да үлеп ултырғандарҙыр әле.

Миңә борон-боронда йәшәгән ата-бабам йәл булып китә. Беҙ ниндәй бәхетле, шартлатып һөйләп бирә алабыҙ, кәрәкмәгәнен дә әйтеп ҡуябыҙ.

Быныһы миңә ҡағыла, һөйләмә тип, инәйем бер ҙә юҡҡа ғына иҫкәртмәй.

Тел белмәһәң дә, телһеҙ кеүекһең. Балалар баҡсаһына йөрөй башлағас, тәрбиәселәр минең хаҡта, был ҡыҙҙың теле юҡмы әллә, ти торғайны. Бик оҙаҡ һөйләшмәй йөрөнөм, ә хәҙер, инәйем әйтмешләй, телем ағас башынан.

Ҡайһы саҡта теге, йәки был хаҡта әйтермен тип уйламайһың да, ә күҙгә күренмәгән кемдер, әйт тә, әйт тип һөҫкөтә. Күрәһең, Баҙыян ҡәртинәйҙең теленән төшмәгән, алдашырға өйрәтеп торған шайтан малайылыр.

Ә ҡайһы саҡта тыңламайһың да, ә кешенең күҙенә ҡарап ҡына бөтәһен аңлайһың. Ата-бабалар ҙа шулай күҙҙәре менән аңлашҡандыр, астан үлмәгәндәр бит, ул саҡта был донъяла бер кем дә булмаҫ ине.

 

Хәлдәр шәп түгел, ох, шәп түгел. Иң яҡшыһы нимә булғанын бер кемгә лә һөйләмәҫкә. Хәҙер ҙә, аҙаҡ та, ғүмер буйы ла ауыҙ асмаһаҡ та була.

Беҙ йәшерһәк тә, Зәки бабай бит был хәлде шулай ғына ҡалдырмаҫ.

Ысынын әйткәндә, уны иҫкә төшөрәһе лә килмәй. Тик һөйләмәй булмай шул. Сөнки һуғыш башланып, Шакиръян бабай тәүге ылау менән китеп барғас, уны председатель итеп ҡуйҙылар. Ә председатель ауылда төп кеше.Барыһы ла уның ауыҙына ғына ҡарап тора. Асыҡлап әйтергә кәрәк, ололар ғына шулай итә, ә беҙҙең, балаларҙың, бик иҫе китеп бармай.Ана Рамай, былтыр көҙ, ул сыбыртҡыһы менән һыҙыра башлағас, ҡулынан сыбыртҡыһын тартып алып, үҙен ярманымы ни? Үсен алды, тик үҙе лә шул көндән юҡҡа сыҡты.

Тыштан ҡарап торғанда Зәки бабай өс башлы аждаһа түгел, ябай ғына кеше инде, пашы пеләш. Ул Баҙыян ҡәртинәйемдең бер туған ағаһы Ғәләү бабайым кеүек ҡарт түгел, һаҡалы ла юҡ. Күкрәген миҙалға оҡшаған билдәләр һәм һуғышып алған ысын бер миҙал да биҙәгән маҡтансыҡ бер бабай инде. Ә үҙе күп һөйләй, бер башлаһа, туҡтарын онота ла ҡуя. Күп һөйләй, ә әйткәнен аңлармын тимә. Ауыҙында һүҙҙәрҙән бутҡа бешерә. Ул элек, һуғышҡа тиклем өндәшмәҫ ине, бутҡаһын рәйес итеп ҡуйғас ҡына бешерә башланы.

Һөйләүҙәренсә, рәйес миҙалын фин һуғышы өсөн алған. Илъяс ишетеп торһа, ул миҙал түгел, орден, тип төҙәтер ине. Ә минең өсөн бер айырмаһы ла юҡ. Батырлыҡ күрһәткәнһең икән, уны былай ҙа барыһы ла белергә тейеш. Ә беҙ Зәки бабайҙың батырлығы хаҡында белмәйбеҙ, шуға иҙеүҙәре гел асыҡ .

Аҡтар менән ҡыҙылдар араһында булмағас, белмәйем, ул ниндәй һуғыштыр. Мәктәптә һөйләнеләрме икән? Бәлки, генерал кеүек яурындары ҡабартылған пинжәк кейгән, сибәр Нелли Нифантовнаны тыңламай, ул асыуланыуынса, ҡарға һанап ултырғанмындыр.

Атайым эргәлә булһа, аңлатыр ине, тик элек рәйес бабай тураһында белмәгәс, фин һуғышы тураһында һорашырға сәбәп тә булмаған.

 

Сибәр уҡытыусыбыҙ юҡты һөйләй, ҡарға һанағаным юҡ. Улар бик һирәк, берәм-шәрәм генә. Дәрес башынан аҙағына тиклем, бәлки бер ҡарға осоп китер. Улар сәпсектәр шикелле тәҙрә алдына килеп, күңелле итеп, сырҡырашып ултырмай. Һәр бөртөгөн айырып, тырыша-тырыша ҡанаттарын таҙартмай. Яратам сәпсектәрҙе, Нелли Нифантовна асыуланып кире өсөнсө рәткә күсерергәнсе, рәхәтләнеп күҙәтәм.

Бәлки, тап шул саҡта сибәр уҡытыусыбыҙ ҡыҙылармеецтарҙың фин һуғышындағы күрһәткән батырлығы хаҡында һөйләгәндер.

Сәпсектәр, һауа, болоттар, өй ҡыйыҡтары ялҡытмай, ә һуғыш тураһында кемдең тыңлаһы килһен инде?

Ауылда Мәскәүҙәге кеүек өй ҡыйыҡтары юҡ, һалам башлылар, хатта таҡта менән ябылғандары ла һирәк, ә сәпсектәр, ҡарғалар − шул уҡ, әйтерһең, арттан эйәреп осоп килгәндәр.

Моғайын, был фин һуғышында еңгәнбеҙҙер, сөнки беҙҙең танктар иң етеҙе, самолеттар иң шәбе һәм ҡурҡыу белмәҫ ҡыҙылгвардеецтар Совет илендә генә.

Ана, рәйес Зәки бабай, шул батырҙарҙың береһе инде. Түшендәге миҙалға оҡшаған уның шәп атыусы, химик алыш оҫтаһы һәм башҡа төрлө билдәләрен һәм хатта бер ордены ла булғанын күрһендәр өсөн, хатта ыжғырып торған буранда ла бушлатының төймәләрен элдермәй генә йөрөй. Әлбиттә, еңгәнбеҙҙер, рәйес бабай ҙа награда алғас, уны бит былай ғына түгел, ә бары дошманды тар-мар иткәс кенә бирәләр. Хәйер, кем белә нисек алғанын.Ул урлашырға оҫта, юҡҡамы ни күрше-тирә, уға алдан да, арттан килеп инә тип һөйләй.

Батырҙарҙы матур итеп күҙ алдына килтерәһең, ә беҙҙең Зәки бабайҙың бер матурлығы ла, буйы ла юҡ, атайымдыҡы шикелле, энем менән мин менеп ултырырлыҡ киң яурыны ла юҡ. Күҙе лә күрмәй, етмәһә ашлыҡ һуҡтырғыста бармаҡтарын да өҙҙөрҙө.

Эх, ул нисек шулай был юлы беҙгә осраны әле? Килтерҙем дә төрттөм шул. Башҡа саҡта шул һәнәкте таба алмай, күҙеңде тондороп эҙләйһең, ә был юлы үсеккәндәй әрбәйтеп тиҙәккә ҡаҙап ҡуйғандар.

Шул кәрәк! Аҙып китмәһен, рәйес итеп ҡуйҙылар, нимә теләйем, шуны эшләйем тимәгән дә. Беҙ уға ауылдыҡылармы? Инәйемә көн күрһәтмәне, башҡа бәйләнмәҫ инде, йыраҡтан урап уҙыр.

Ызбач апай Аняның урынына, бер аяғын һөйрәп атлаған ҡыҙын эшкә урынлаштырыуын әйтмәгәндә, элекке рәйес бик яман булмаған икән. Тик ул китеп барҙы шул. Ә Зәки бабайҙы алманылар. Сөнки ул мин ишетмәй ҡалған фин һуғышында яраланып ҡайтҡан. Был баш яраһы булып, ул насар күрә башлаған, шуға күҙлек кейә. Рәйес булып киткәс, уны “дүрткүҙ”, тип атай ҙа башланылар. Йыраҡтан күреп ҡалһалар: ”Килә теге дүрткүҙ, ата камунис”, – тип һуҡранып ҡаршы алалар. Ауылдыҡылар улар шундай, бик ямандар.

Ул үҙе теләп һуғышҡа киткәнме, әллә үҙ теләге менән яраланғанмы? Күрә алмаһалар, йәлләп тормайҙар.

Бына хатта рәйес бабайҙың ниндәй һуғышта яраланып ҡайтҡанын да яҡшылап ҡына белмәйем. Үлеп кенә ҡалһа икән шунда. Геройҙарса. Беҙ геройҙарҙы яратабыҙ.

Мәскәүҙә Нелли Нифантовна беҙҙе музейға алып барҙы, унда ҙур залда төрлө йәнлектәр, ҡоштар ҡуйылған ине. Тормошта ҡоштарҙы күҙәтеүе ауыр. Улар бер минут та тик тормай, бер ботаҡтан икенсеһенә оса, сутыр-сутыр килә. Һинең ҡарап торғаныңды һиҙһә, осоп та китә. Тиктормаҫ ваҡыттарына ҡарағанда бында ҡоштар тәртипле. Уларҙың тауыштары ғына сыҡмай, ә бына матурлыҡтарын күрһәтеп ҡанаттарын йәйеп ебәргән. Улар бер кемдән дә ҡурҡмай, тик кенә ултыра.

Аңлаттылар, йәндәрен алғас, уларҙың эсенә бысҡы вағы тултыралар икән.

Уларҙың йәне булмауы йәл. Тик ни эшләргә? Нимә ҡалған шуға йән өргәндәр.

Үлгән кешенән дә герой яһауы бик яйлы.

Фотоһын йәбештереп стенгазета сығараһың. Коридорҙа стенд эшләп, тыуған көнөндә шунда ултырғыстар сығарып, пионер йыйылышы үткәрергә була. Ҡалған булһа, пинжәгенме, кепкаһынмы килтереп элеп ҡуйырға. Шунда октябряттарҙы пионерға ҡабул итергә. Геройҙың исеме менән мәктәпте, ул тыуған урамды атарға. Тимур командаһы ойоштороп ғаиләһен шефлыҡҡа алырға мөмкин. Ял көндәрендә утын бысырға, өйөп ҡуйырға, йортон ҡарҙан таҙартырға була. Эш етерлек, Зәки бабайҙың тәүге ҡатыны торған өй ҙә, үҙенеке лә беҙҙең өҫтә булыр ине.

Беҙ ҙә бәләле булмаҫ инек. Хәҙер нимә генә була инде? Инәйемде иртәгә идараға саҡыртырҙар инде. Идара йыйыштырыусыһы Хәбибә әбей ҡара таңдан йүгермә менән килеп етер, ишек төбөндә ауыр һулап, уфылдап торор.

Мине, бәлки, ҡайһы бер кешеләрҙе алып киткән кеүек, милиция ҡулға алыр. Революционерҙар шикелле төрмәлә ултырам инде.

 

Бәлки, эш улай ҙурға китмәҫ тә әле. Зәки бабайҙан һорау ала башланылар, ти. Уға, герой председателгә, төгәлерәк итеп әйтһәк, уның туптай ҡорһағына бер ҡыҙыҡайҙың, хатта пионерканың, һәнәк менән сәскәнен әйтергә тура киләсәк. Ә мин, ниңә шулай иттең, тиһәләр, инәйемдә яҡланым, тип әйтермен. Ә кемдән яҡланың, тиһәләр, председателдән, тип яуап бирермен. Бәлки һорау биргән кешеләр, председатель инәйеңде нимә эшләтергә итте, тип һорамаҫ. Миңә 13 кенә йәш, был хаҡта әле белмәүем дә бар бит.

Килеп сыҡҡан был хәлдең ояты кемгә? Әлбиттә, уға.

Баҙыян ҡәртинәй урын кешене түгел, ә кеше урынды биҙәй, ти. Ә ҡайһы берәүҙәр бысрата ғына. Һауынсылар бер-береһенә, ул кемгә “бәйләнә”, шуларға ашлыҡ яҙҙырып бирә, тип һөйләй.

Ә беҙгә ундай ашлыҡ кәрәкмәй. Әйҙә инәйем артабан Мәскәүҙән ҡайтҡан һары сумаҙандарҙағы “метрауай”ҙарҙы аҙыҡҡа алмаштырһын. Миңә күлдәккә ҡалдырғандарын да алып китһен. Иҫке кейемдә лә йөрөргә риза. Башҡалар нисек, мин дә шулай. Һуғыш бит барыбер бөтәсәк, бына шунда тәтәй күлдәктәр кейермен.

 

Ауылға етеп тә киләбеҙ. Ҡыш бабай зәһәрләнә, ул әкиәттәге кеүек, беҙҙе туңдырып ҡуйһа, бына халыҡ инәйем менән мине йәлләр ине.

Беҙ киләбеҙ, киләбеҙ, һалҡын һауа ҡатып, тауыштар ҡойо эсендәгеләй яңғырап торған бер урында, ниндәйҙер мөғжизә менән беҙ боҙға әйләнәбеҙ, ти. Ат Баҙыян ҡәртинәйҙең өйөнә етеп туҡтай. Санала иҫ китмәле ике Ҡарһылыу ултыра... Күҙҙәре йондоҙ кеүек балҡый. Улар күҙ сағылдырырлыҡ ап-аҡ боҙҙан. Наҙлы һәм иҫ китмәлеләр.

Ә өҫтәрендә ҡатҡан фуфайка һәм күҙҙәре төшөп бөткән иҫке шәлме? Картина боҙолдо, “кина” һүнде. Ҡарһылыу булыр өсөн, ситтәре ап-аҡ тире менән һырып тегелгән матур туның, башлығың, ялтырап торған итегең булырға тейеш. Уларһыҙ ҡайҙа бында мөғжизә?

 

Һалҡын һауа яңғырап тора. Туң ерҙә сана шығырҙауы, ат тояҡтарының ҡарҙы иҙеүе, ҡамыт-дуға ҡайыштары ышҡылыуы әллә ҡайҙарға яңғырай. Әйтерһең, бөтә донъя ҡойо эсенә төшөп киткән. Шуға кешеләр юҡ булған, инәйем менән икәү генә тороп ҡалған кеүек тойола. Әллә, ысынлап та, беҙ генә тынлыҡты боҙоп, аҙашып йөрөйбөҙмө?

Атайымдың: ”Һин, Сәлимә, донъя бөткәс, был кешеләр ҡайҙа булды икән тип, өс көн ҡаңғырып йөрөрһөң әле ”,−тип, инәйемде шаяртҡаны иҫкә төшә.

Ер йөҙөндә бер үҙе ҡалып, алйып йөрөгән инәйемде күҙ алдына килтергәс, ул бик йәл булып китә. Эстән генә атайымды тиргәйем. Юҡ, ундай көн бер ҡасан да тыумаһын инде, донъя үҙгәрмәй шул килеш кенә ҡалһын.

Ҡара болот булып аҫылынып торған Зәки бабай менән булған ваҡиға ла, аҙ-маҙ онотолғандай тойола. Тәүҙә мин бөтөнләй ҡалтырап төшкәйнем, хатта йөрәгем күкрәгемдә түгел, ә мейемдә һуға башлағайны.

Дәреслектәрҙә йөрәкте бер урында ғына төшөргән булалар, яңылышалар, минеңсә. Йөрәк ул бигерәк тә ныҡ ҡурҡһаң, табан аҫтына ла төшөп китә.

 

Берәй төрлө яман хәл булһа, ул тәүҙә генә ҡотосҡос булып тойола. Ауылға ҡайтыуҙы ғына иҫкә төшөргәндә, тәүге мәлдә бында йәшәрлек түгел һымаҡ тойолғайны. Ауылда ут юҡ, ул йырып сыҡҡыһыҙ ҡарға күмелгән. Баҙыян ҡәртинәйҙең өйө һалҡын, таң атыуға тешең тешкә теймәй. Мәктәптә ситлектәге йәнлек кеүекһең. Өйрәндем уныһына ла.

Был рәйес бабай менән булған хәл дә берәй нисек бөтөр әле. 

 

Бына өйҙәр ҙә күренә башланы. Улар өшөгән сәпсектәр шикелле тау аҫтындағы ҡайынлыҡҡа һыйынып ҡына теҙелешеп ултырған.

Яҡынайған һайын тауҙар асығыраҡ, ә тирә-яҡ томанлыраҡ була бара. Был ваҡытта ауыл үҙгәреп китә. Ҡояш яҡтыртҡанда өйҙәрҙең туҙғанлығы, уларҙы уратып алған кәртә-ҡураларҙың емереклеге күҙгә ташлана. Ағастың төҫө аҡһыл-һороға әйләнгән, әйтерһең, һелтелә ебетеп әленән-әле йыуып торалар. Уға ошондай ҡиәфәте өсөн оят булып киткән кеүек, ә эңгер-меңгер уны тоноҡ төҫтәргә буяп, матурайтып ебәрә.

Ауыл өҫтөндә әкиәттәге Алпамышалар теҙелешкәндәй торбаларҙан төтөн үрмәләй. Өйҙәр бер-береһенә оҡшаған, ә төтөндәре – төрлө. Ҡайһылары һорғолт еп кеүек һәм ялҡау ғына күтәрелә, ә икенселәре бөҙрәләнеп, өҫкә, өҫкә, тип ынтылған ҡошсоҡ шикелле ҡанатын ҡаға, ә өсөнсөләре шулай аяуһыҙ урғыла, әйтерһең, аҫта тамуҡ уты яна.

Баҙыян ҡәртинәй теге донъяла әҙәм балаларын көткән ожмах һәм ҡәбер ғазабы хаҡында Китап һөйләүе менән шулай башты ҡатырҙы, төтөндә лә, гонаһлы кешеләрҙе яндырған тамуҡ уты күренә. Уҡытыусыларҙы ғына тыңлаһам икән. Апалар, былар ҡартинәй әкиәттәре, бер төрлө теге донъя ла юҡ, ә был донъя ғына бар, ти. Ҡайҙалыр тағы бер донъя булһа, бындағы кистәр матур һәм һиңә шундай рәхәт булмаҫ ине. Баҙыян ҡәртинәй тәмле нәмә күп булмай, ти бит. Ҡайҙан килһен инде унда, мәңгелек әхирәттә, бына ошондай осһоҙ-ҡырыйһыҙ һауа.

Әллә ер аҫтында тамуҡ ҡынамы?

Баҙыян ҡәртинәйҙең Аллаһына бик ышанып етмәһәм дә, ул миңә ышанһын инде, йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтерергә тырышмам.

Ер шар формаһында, тип әйткән кеүек, әгәр, бына Алла, бына уның өйө, башыңды ватма, тиһәләр ҙә, насар булыр ине. Ул бөйөк, шуға баш етмәҫлек булырға тейештер.

Баҙыян ҡәртинәй беҙ Алла алдында ананан нисек тыуғанбыҙ, шундай, ти. Йәлке һәм фәҡир. Шулай булһа ла, һәр беребеҙҙә Алла йәшәй, ти. Шуға Хоҙай Тәғәлә мәңгелек икән.

Баҙыян ҡәртинәйгә рәхәт, ул ышана, шуға Алла унда йәшәйҙер ҙә.

Өйҙә, саҡта ул миндә лә ышаныс тыуҙырғандай була. Быныһы Баҙыян ҡәртинәй мәктәбе, ул инәйемә, балаларҙың күңеленә орлоҡ төшөрәйек, тип тылҡый. Үҙе иртәнән кискә тиклем йәлләмәй услап һибә.

Ә ысын мәктәпкә килһәң, был ышаныс юғала. Орлоҡ бит әле үҫенте түгел, ә мөмкинселек кенә.

Тимәк, ул миндә юҡ, инеп, сығып ҡына йөрөй. Уның һирәгерәк инеп, йышыраҡ сығып йөрөгәнен дә белергә була. Мин йомаҡҡа яуап эҙләп, ситтән генә күҙәтеп торам һымаҡ. Сирләп китһәк, Баҙыян ҡәртинәйҙең доғаларының көсө булдымы, юҡмы икәнен тикшерәм. Кис ул уҡып, иртән инәйем ҡыштыр-ҡыштыр кейенеп йөрөй икән, тимәк, ярҙамы тейгән. Ә инде мендәрҙә сәстәрен туҙҙыратып бите уттай янып ятһа, ә Баҙыян ҡәртинәй үҙе Хәмдиә әбейгәме, идарағамы, был хаҡта хәбәр итергә сығып киткән булһа, был юлы Хоҙай Тәғәләлә инәйем ҡайғыһы булмаған.

Ә Баҙыян ҡәртинәй әйтеүенсә, инәйемдең сирләп ятыуы, ул әҙәмгә ебәрелгән һынау. Кеше уларҙы үтергә тейеш икән. Ә ниңә, тип аптырайым мин. Инәйҙәр кеүек кенә яратһа булмаймы?

Ярай ул энем менән миңә һынауҙың бик ауырҙарын ебәрмәй әле: ҡыҙамыҡ, һыуыҡ бәреү менән генә тикшерә. Һанаһаң улары ла оҙонға китә, әммә түҙерлек. Ә инәйемә ул ниндәй һынауҙар ҡуя? Өс йылда әбейгә әйләндерҙе лә ҡуйҙы.

Алла булған хәлдә, уға һорауҙарым бик күп. Ни эшләп ул донъяны барлыҡҡа килтергәндә, кешеләр барыһы ла бәхетле булһын тимәгән. Ул ожмах ҡына төҙөһә булмағанмы? Ә тамуҡ ниңә кәрәк булды икән?

Йәл, кешеләр ерҙә лә үҙ ҡулдары менән тамуҡ асып ебәрә. Тик ҡапҡа тышына, бында тамуҡ, тип яҙып ҡуйырға ғына онота. Һуғыш та тамуҡ бит инде. Һәм бына табыла кеше затынан булған бер тиле ҡарт шайтан һәм ҡапҡаларҙы шарран-яран асып ебәрә. Рәхим итегеҙ! Үлтерегеҙ бер-берегеҙҙе. Арала уның улдары һикергеләп кешеләрҙе һөҫкөтөп йөрөй.

Әҙәмдәргә күпме ҡайғы килә? Баҙыян ҡартинәйемдең бәләкәй генә ауылына инде күпме үлем хәбәре килде?

Почтальонка апайҙың сәсе ап-аҡҡа әйләнде. Ул үлем ҡағыҙын алып барырға көсө-хәле бөтһә, инәйемә, йә Баҙыян ҡәртинәйгә ялына. Шул-шул ҡатын йә үҙен бер-бер хәл итеп ҡуйыр, әйҙәң, мин бирермен, ә һеҙ тынысландырырһыҙ, тип ялына. Юҡ йомоштарын бар итеп, һоро шәлдәрен урап китәләр был өйгә.

Ә ул икенсе йыл ғына бара. Ары нимә булыр? Ҡала, ауылдар емерелә, ә бит уларҙы кире төҙөргә кәрәк. Был ваҡытта кешеләр нисек, ҡайҙа йәшәргә тейеш?

Ярай уныһы, ә үлгән кешеләр ғаиләләренә кире ҡайтмай бит.

Ә беҙ атайымдың үлеменә ышанманыҡ. Баҙыян ҡәртинәй күрше ауылдағы ҡоҙасаһына өс мәртәбә улының үлем хәбәре килгәнен һөйләне. Әбей, юҡ, минең улым үлеп ята торған кеше түгел, ул минең йөрәгемдең түрендә генә йөрөй тигән. Һәм дүртенсегә улы госпиталдән яҙған хат килеп төшкән.

Ә беҙҙең кейәү, тине Баҙыян ҡәртинәй ышаныслы тауыш менән, аҡтарҙы еңеп командирынан ҡылыс алған әфисәр. Улмы үлеп ята торған кеше. Шунан үлем ҡағыҙы ла әле бер мәртәбә генә килде. Килһен өсәү, шул саҡта ла ышанмаясаҡбыҙ, сөнки дүртенсегә госпиталдән хат килеп төшәсәк.

Ҡыҙылгвардеецтар ғына түгел, ә һуғыш барған ҡала-ауыл халҡы ла һәләк була. Бына ул тамуҡ. Баҙыян ҡәртинәй һөйләгән тамуҡтан да яманыраҡ.

Һуғыш бармаған ерҙә лә халыҡ ҡырыла, мылтыҡтан атмаһалар ҙа ҡырыла. Ауылдағы аслыҡ бит ошо һуғыш арҡаһында. Элек тыныс заманда беҙ колхоздан күпме ашлыҡ алдыҡ, уны халыҡҡа таратҡанда, ырҙын табағы гөрләп торҙо. Хатта миңә лә ашлыҡ яҙғандар ине. Ә хәҙер иртәнән кискә тиклем эшләгәндәргә лә юҡ. Етмәһә, райондан килгән “пулнамуч” апайҙарҙы тентей, хатта сисенергә ҡуша тип һөйләйҙәр. Шуға күрә Баҙыян ҡәртинәй әйтә лә инде, һуғыштан яман донъяла бер нәмә лә юҡ, ул − донъялағы тамуҡ, ти.

Күптәр мине зирәк бала, ти. Тик ҡайһы саҡта был һәләтем шикле тойола. Баҙыян ҡәртинәй һөйләгән ожмах менән тамуҡ, бармы, әллә юҡмы?

Ә үҙем ҡайҙа эләгермен икән? Булған хәлдә ожмахҡа эләгергә ине бит, булмаһа, бында ла ярайһы.

Үлем хаҡында Баҙыян ҡәртинәй еңел генә уйлай, сөнки уның үлемтеге лә әҙер. Тыуыу булған кеүек, үлем дә бар, ти. Үлем әҙәмде икенсе донъяға етәкләп алып китә, ти. Ә минең өсөн ул үкереп илауға барып тоташҡан ҡурҡыныс уй. Ул яйы сыҡҡанда һандығынан хәйер төрнәген килтереп сығара ла, һабыны, яулыҡтары, ҡулъяулыҡтары, ваҡ аҡсаһы етерлекме тип, иҫәпләргә тотона. Ә минең бер нәмәм дә юҡ, яулығым да, һабыным да, көмөш тинлектәрем дә, шуға уйым да ауырҙыр.

Бында баш ватып уйларлыҡ әйберҙәр бар.

 

Аттың тояғы аҫтынан ҡаты ҡар киҫәктәре осоп сыға һәм туп-тура миңә килеп бәрелә, уларҙы ташламайым, йыйып барам, итәгемдә ҙур ғына өйөм барлыҡҡа килде лә инде.

Инәйем холҡомдағы бик күп нәмәләрҙе яратмай, беләм, шулай ҡар йыйып ултырыуым да уның асыуын килтерә. Уға шул тиклем күп нәмә оҡшамай, шуға иғтибар ҙа итмәйем. Хәҙер, ниңә күлдәгеңде бысратаһың, тип әйтер. Был бит ҡар ғына тейермен. Ул әйберҙең ҡәҙерен белергә кәрәк тиһә, ашанан үтә күренеп торған күлдәктең нимәһен ҡәҙерләйһең инде, тейермен.

Ҡайһы саҡта шулай тупаҫ ҡына һөйләшергә яратам. Бер кемгә лә баш бирмәй, бөтә ишектәрҙе тибеп кенә асып йөрөһәң шәп тә инде.

Үҙеңә үҙең шәп булып тойолаһың, тик башҡаларға ғына оҡшамай.

Тағы ҡар сәсрәй, тик был юлы – битемә. Төкөрөнәм. Фуфайка еңе менән һөртөнәм, ә ҡар һаман йыям. Бына хәҙер ауылға килеп ингәс, беҙҙең арттан өрә-өрә эттәр эйәрәсәк... Эх! Бына шунда уларға минән эләгә инде.

Инәйем тиргәшһә лә, уны тыңламайым, энем генә уға, хужаһына ҡараған эт шикелле һәр ваҡыт моңһоу итеп ҡарап тора. Ҙурмын, күптән улай ҡарамайым.

Инәйем үҙе ғәйепле, уның эргәһендә ҡайһы ваҡытта рәхәт, тик ошо күңелле көндәр артынан түҙеп тормаҫлыҡтары булып китә. Хәҙер ул мине элекке кеүек яратмай, ә тәрбиәләй генә.

Әле инәйемдә минең ҡайғы юҡ. Уның да хәле ошо эңер ваҡыты кеүек, көн дә түгел, төн дә түгел, әллә үҙ аҡылында, әллә түгел. Күҙҙәре аҡайған, сәстәре туҙған, яулығы артҡа шыуған, ә шәле сиселгән, фуфайкаһына, битенә ҡар сәсрәгән. Әллә илай, әллә килеп һырылған ҡар ирегән, маңлайы сыйылған, бер урында ҡан бөртөгө ҡатып ҡалған, бите ат еленән ҡыҙарған.

Әйтерһең, беҙҙең арала әллә ниндәй күҙгә күренмәҫ тоташтырғыс сымдар бар. Инәйем тураһында уйлап ҡуйыуым булды, ул һүҙ ҙә башланы. Күлдәгеңде бысратаһың, тип тиргәшмәне. Һин Баҙыян ҡәртинәйеңә бер нәмә лә һөйләмә инде, тип үтенде генә.

Ярай тип, баш һелкәм. Мин әйтмәм дә ул, тик һиҙгер Баҙыян ҡәртинәйҙе алдарһың. Ул инәйемде күреп ҡалыу менән: ”Берәй нәмә булдымы әллә? − терһәге менән төртөп, тауышына уҫаллыҡ өҫтәргә маташып, бышылдап ҡына, − Инәйеңдең йөҙө ҡасҡан, әллә тағы Зәки...”, − тип һораша башлаясаҡ.

Белмәйем, тип яурынымды һелкетеп ҡуйырмын. Уф, бәйләнмә әле, тип әйтмәм, сөнки Баҙыян ҡәртинәй, ҡайһы саҡта миңә “неслушный дифка” тиһә лә, уны барыбер яратам. Тик Баҙыян ҡәртинәйгә бик өйрәнеп китергә лә ярамай, улайһа беҙ кире Мәскәүгә ҡайтып киткәс, ҡыйын булыр.

Инәйем менән, ҡайһы саҡта уны йәлләһәм дә, “контра” булып китәбеҙ, ә Баҙыян ҡәртинәй менән беҙҙең ара, ауыл ҡыҙҙары әйтмешләй, һәр ваҡыт− “синпатия”.

Тик уға бәйләнмә, тип әйтмәһәм дә, был һүҙҙең мәғәнәһе ары яңғырар. Арыным, тиермен. Ҡуҙаҡ эсендә ҡалған бер бөртөк борсаҡ шикелле тойған, алдан да, арттан да ел өргән иҫке фуфайканы һалырмын да: “Уф, ҡәртнәй, өшөнөм”, − тип өҫтәрмен. Ул шунда уҡ мөстүбәлә торған йылы быйманы төшөрөп бирер. Уф, асыҡтым, тип әйтеү менән, аш-һыу яғын бер итеп дөбөр-шатыр килер. Аш ултыртыр өсөн урын әҙерләп, мейес алдын бушата башлар. Ҡапҡасын асыр, йә ырғаҡлы тотҡосто яңылыш иҙәнгә төшөрөп ебәрер. ”Тьфу, әттәгенәһе!” тип үҙен әрләп, кире эләктереп, эстән суйынды тартып алыр. Уны асып ебәреү менән өйгә тәмле еҫ таралыр. Бындай ашты ул ғына бешерә, итле аш тип аталһа ла, бәрәңгеле-борсаҡлыраҡ, әлбиттә. Әммә, бигерәк тә ферманан асығып ҡайтҡанда, телеңде йоторлоҡ.

Ярай беҙ фермаға китеп түгел, ә ҡайтып барабыҙ.

Әгәр, аҙға ғына унда нимә булғанын онотһаң, яҡшы, әлбиттә.

Эх! Ваҡытты кирегә бороп булһа ине. Фермаға, рәйес бөкрө ҡарт Зыялый бабайҙы, һауым кәмеүе, үлгән быҙауҙар өсөн тиргәп, бушҡа икмәк ашайһың, Колымаға китәһең киләме, төшөрәм эшеңдән, тип аҡырып ҡайтып киткәс, эңер ваҡытында ғына килергә ине.

Ябай кешегә лә оҡшамаған, бары оҙон аяҡтан һәм маймылдыҡы шикелле оҙон ҡулдан ғына торғандай бисара Зыялый бабай эргәһендә, ул үҙен бигерәк тә һомғол буйлы, күкрәге тулы наградалары менән бигерәк тә батыр тойғандыр. Ә тегеһе уның алдында тәртип боҙған малай кеүек баҫып тороп, меҫкен ҡиәфәттә, тәүҙә уны башын түбән эйеп тыңлағандыр. Аҙаҡ, рәйес, әкиәттәрҙә ағастан һикереп төшкән башкиҫәр кеүек, әсе итеп һыҙғырып, дилбегәһен ян-яҡҡа сайҡап, баҫҡан урынында гел бейеп кенә торған тайын ҡыуып, күҙҙән юғалғас, үҙе һауынсыларға ҡысҡыра башлағандыр. Ул бигерәк үҙенең сибәр ҡатынына аҡырғандыр, һәм хатта, ел тегермәне шикелле, маймылдыҡылай ҡулы менән һелтәнгәндер ҙә әле.

Ул саҡта бер нәмә лә, бер нәмә лә булмаҫ ине, мин дә һәнәккә барып йәбешмәҫ, инәйемдең маңлайында ла бер төрлө лә яра, ә эсендә кәмһенеү булмаҫ ине.

Кәмһенеүҙе йәшереп була, ә онотоп булмай.

Баҙыян ҡәртинәй йәшергәнен күрмәһә лә, маңлайын шунда уҡ күреп ҡаласаҡ, һәм: “Ай, алла, балаҡайым, нишләнең?”− тип һораясаҡ. Инәйемә лә, миңә лә алдашырға тура килә инде, ә алдашырға ярамай.

Ә бында инәйем үҙе ҡуша, әҙәм балаһын алдашырға һөҫкөткән шайтан малайына мәшәҡәтләнеп тормаһа ла була.

Ә бит үҙе берәй ерҙән һуңға ҡалыбыраҡ ҡайтһам, йылан ыҫылдағандай тауыш менән: “Алдашмайһыңмы? Ҡайҙа булдың? Күҙемә тура ҡара! Ҡайҙа булдың?” − тип бәйләнә башлай.

Баҙыян ҡәртинәйем генә ғәйепле, көн һайын таң атыу менән: “Инәйеңә күҙ-ҡолаҡ булып ҡына йөрө инде, һин эргәһендә булһаң, йөрәгем урынында,” − тип тотона.

Уның да телен аңлай башланым, уның “күҙ-ҡолаҡ булып йөрө” тигәне, ишетеп, күреп йөрө, тигәнде аңлата. Ә күҙ менән ҡолаҡ ҡына нимә эшләй ала инде, улар бит кешене бәләнән ҡотҡармай. Күрерһең дә, ишетерһең дә, ә аҙаҡ ни эшләрһең?

Әйтерһең, инәйем бәләкәй? Ә минең, бәлки, йылы өйҙә генә ултыраһым киләлер. Ә ул: “Әйҙә, әйҙә, әллә ни файҙаң булмаһа ла, иптәш булып йөрө. Ҡайһы саҡта ярҙам да итеп ебәрерһең, ат тотоп торһаң да – файҙа,”− тип тәпелдәй.

Бына ҡараным, күҙ ҙә булдым, ҡолаҡ та булдым, иптәш тә булдым, “файҙа” ла килтерҙем, Баҙыян ҡәртинәйемдең йөрәге урынында ғына торһон инде, тип тырыштым.

Әгәр барып ҡыҫылмаһам, нимә булыр ине икән?

Бер нәмә лә булмаҫ ине.

Ололар араһына балалар, йә киреһенсә, балалар араһына ололар килеп ҡыҫылһа һәр ваҡыт шулай була. 

Инәйем, әлбиттә ҡаты сирләне, ул тыштан ҡарап тороуға ябыҡ һәм көсһөҙ кеүек. Ул мине ыҡҡа килтереүе еңел, ҡайһы саҡта мин дә тиҫкәре булып китәм. Ә инәйемдең тискәрелек түгел, шундай холоҡ. Ул ябыҡ ҡына булһа ла, был тиле бабайға бирешеп торор инеме?

Бына Баҙыян ҡәртинәй үҙе булһа, күрһәтер ине уға күрмәгәнен. Ҡайһы саҡта ул шулай енләнеп китә, ергә ултырһа, аҫтында ер янып китер. Инәйем дә бит уның ҡыҙы, аҙ ғына булһа ла уға ла инәһенең шәплеге эләккәндер. Ул һуғыш башланып, ирҙәр фронтҡа киткәс, ошо әҙәмде рәйес итеп ҡуйғас, уны күрә алмай башланы, ә элек, киреһенсә, хөрмәт итә ине.

Беләм, әгәр күрә алмаһаң, көсөң дә артып китә. Элегерәк мәктәптә Сайпаҡ берәй ҡыҙҙы мейес артына һөйрәргә маташһа, ҡайһы бер уҫалыраҡ ҡыҙҙар уға бот араһына шулай итеп килтереп тибә, малайҙың күҙенән йәштәре атылып килеп сыға. Ул уртаға бөгөлә лә ҡуя. Йыуаш ҡына ҡыҙ булһа ла, күрә алмағанға көсө лә булып китә, аяғы ла, ҡулы ла нәмә кәрәк, шуны эшләй. Күрә алһа, һөйрәргә лә кәрәкмәҫ ине. Ҡайһы бер апайҙар тора бит ҡойма буйында, егеттәр менән ҡасып ҡына һөйләшеп.

Әле генә шулай тигән булам, ә инәйемдең ҡысҡырған тауышын ишетеп, уның, һыпырылып төшкән шәлен, туҙҙыраған башын күргәс, әллә ни уйланып торманым. Тиҙәк өйөмөнә ҡаҙалып торған һәнәк күҙгә салынды, шуны эләктереп алдым да, йүгерҙем. Зәки бабайҙы күрә алмағанға, көсөм дә булып китте, аяғым да алға сапты, ҡулым да нимә кәрәк, шуны эшләне.

Етмәһә инәйемде ҡоҙалай бит әле, имеш тә, идарала йылыла ғына ултырырһың, исәп-хисапсы итеп ҡуйырмын.

Үҙең ултыр, ә инәйемдең унда эҙе лә булмаҫ!

Уны үлтермәнемме икән? Һәнәк йомшаҡ ҡына нәмәгә мырт итеп кереп киткәндәй булды ул.

Шуныңдан ғына кеше үлеп китмәйҙер ҙә ул. Зыялый бабай әйтте бит, утҡа баҫҡан бесәй шикелле, баш өҫтөндә йүгәнен болғай-болғай, тайын ярып, ауыл яҡҡа сапты тип.

Нисә мәртәбә яңылыш ҡулымды бысаҡ менән киҫеп ебәрҙем, бик ныҡ ауыртты, хатта ҡананы, шунан ғына үлеп китмәнем дә.

Бик ауырттырмай башына ғына килтереп һуҡһам икән! Фин һуғышында миҙал алған бабай бит әле. Бөтә ауылға миҙаллы берҙән-бер кешене ҡомаҡ сәскән кеүек, беш инде.

Бына уныһы ла иҫкә төштө. Ошо уҡ фермала бер ҡомаҡты үлтерҙем. Ой-йо-йой! Әле лә иҫкә төшһә ҡыйын булып китә.

Унда ла һәнәк менән килтереп сәстем, ә уның имейҙәренә, тәлгәштәге еләк шикелле, алһыу төҫтә сыр яланғас балалары йәбешкән. Уларҙы аҙаҡ ҡына күреп ҡалдым. Һәнәктең бер теше генә ҡорһағына ҡаҙалды, ә башы, янбашы яраланманы. Инә ҡомаҡ һиңә сысҡан түгел, тештәрен ыржайтып, ҡамсыға оҡшаған оҙон ҡойроҡтары менән ергә бәрә-бәрә, йылан кеүек борғолана. Ни эшләргә лә белмәй инем, ярай, инәйем килеп сыҡты.

Инә хайуан уҫал була тиҙәр, ҡурҡтым. Ҡомаҡ ысҡыныр ҙа, миңә ташланыр кеүек тойолдо. Ә етем ҡалған балаларын йәлләү тигән уй башыма ла инеп сыҡманы. Ул турала инәйем дә, Зыялый бабай ҙа уйлап та бирмәгәндер. Ферманыҡылар һыйырҙарға нәмә ашатырға белмәй. Һөт кәмей, малдар аяҡтарында баҫып тора алмай. Меҫкендәрҙе дилбегә менән өҫкә бәйләп ҡуялар. Быҙауҙар үлә. Талаш-ҡырыш. Рәйес аҡыра, ферма мөдире аҡыра... Шундай саҡта урлап мал аҙығын тығынған ҡомаҡты йәлләп торорғамы?

Инәйем үҙе лә ҡурҡаҡ, һәнәкте алды, ә ни эшләргә белмәй, бар, Зыялый бабайыңды саҡыр, ти. Тегеһе килеү менән инәйемә боролоп ҡарамай ғына, баланы ал, тигән була.

Инәйем “баланы” алып аҙбарҙан сығып китте. Балаға ҡомаҡҡа һәнәк менән килтереп бешергә була, ә нисек итеп үлтергәндәрен күрергә ярамай. Ой-йо-йой... Ҡыҙыҡ кешеләр ҙә инде был ололар.

Күрәһем килеп тора ине тей. 

Бригадир бабайҙың ҡорһағына һәнәк менән төрткәнгә, шул уҡ фермала, шул уҡ шыма һаплы һәнәк менән яланғас балалары һырып алған инә ҡомаҡты үлтергәнгә тиклем, ниндәй генә хәлдәр булманы...

Автор:Луиза Кирәева
Читайте нас: