Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
27 Декабрь 2023, 12:48

Өй эйәһе бармы ул? Тәнзилә Кейекбирҙина

Донъяла беҙ белмәгән серҙәр күп. Параллель тормош барлығын да раҫлайҙар, күптәр өй эйәһе булыуына ла ышана.

Өй эйәһе бармы ул? Тәнзилә Кейекбирҙина
Өй эйәһе бармы ул? Тәнзилә Кейекбирҙина


Үткән бер яҙмамда мин уйынлы- ысынлы итеп фатирымдағы булған хәлде яҙып үткәйнем. Иртәнге намаҙҙы уҡып ултырған ваҡытта намаҙ һуңынан доғаларҙы уҡып бөтөп башымды күтәрһәм, түбә мөйөшөндә ҙур паукка оҡшаған ҡап- ҡара ниндәйҙер бер йән эйәһенең торғаным күргәйнем. Тиҙерәк йүгерҙем ваннаға, сепрәк алып килеп һөртәйем тиеп килһәм, уже юҡ булды. Буш булдымы, күҙемә күрендеме әллә тип бер аҙ аптырап торҙом. Әммә икеләнергә һис урын юҡ. Мин әле үҙ аҡылымда, үҙ зиһенемдә, һаулығыма зарланмайым. Кемгәлер һөйләһәң : "Күҙеңә күренгәндер... " ти ҙә ҡуя. Хәйер, хәҙер кеше битараф бит һөйләгән хәбәреңә, кеше хәбәрен тыңларға кешенең хәҙер ваҡыты юҡ, шуға күрә күбеһенсә булған ваҡиғалар кешенең үҙендә тороп ҡала. Әммә мин мөйөш түбәһендә ҡап- ҡара булып ниндәйҙер йән эйәһенең торғанын ап-асыҡ күрҙем бит. Әйләнеп килгәнсе юҡҡа сыҡҡайны. Нимәгә юрарға, нимә уйларға ла белмәйһең ҡайһы ваҡыт...

 

Эйе, донъяла беҙ белмәгән серҙәр күп. Барыһын да белеп бөтөп булмай шул. Тормошта сәйер күренештәр әленән әле осрап тора.
Үткән яҙмамда бүлмәмдең мөйөшөндәге түбәлә паукка оҡшаған йән эйәһен күреүем тураһында яҙғайным. Бигерәк тә уның күҙемә күренеп, ҡапыл юҡҡа сығыуы аптыратҡайны мине. Кешегә һөйләһәң : "Күҙеңә күренгәндер.." тиеүе хафаға һалғайны. Шундай анекдот бар бит әле: " Берәү урамдан килә икән. Осраған бер кешегә ул: "Пожар! Пожар!" - тип ҡулы менән ауыл осона күрһәткән. Осраған халыҡ зыҡ ҡубып шул яҡҡа йүгергән. Шунан был алдаҡсы үҙенең алдауына үҙе лә ышанып, "Ысынмы икән ?" тип үҙе лә шул яҡҡа йүгергән... "
Мин үҙем дә: "Күҙемә күренгәндер, ахырыһы, " тип уйлай башлағайным инде. Был иһә мине тағы ла хафаға һалды. Зиһенем бит минең теүәл!
. Бәхетемә күрәме, әллә киреһенсәме, ошо хәл тағы ҡабатланды. Иртәнсәк намаҙ уҡырға тип тәһәрәтләнеп бүлмәмә килеп инһәм, ни күрәм! Түбә мөйөшөндә теге ҡунағым" тора! "Әһә, килдеңме тағы?" - тип мин һөйләнә- һөйләнә мөйөшкә яҡынланым,. " Килдеңме?- " - тип тегегә төбәлдем. " Туҡтале... тип үҙем дә аңғармаҫтан залға йүгерҙем телефонды алырға! Ҡунағым юғалмаҫ элек, төшөрә һалып ҡалайым! Атыу үҙеңде дүрәккә һанап йөрөүе әллә нисек бит! Иң тәүҙә мин уны фотоға төшөрәйем! Аҙаҡтан йүнләп ҡарармын әле... Йә ҡапыл тағы юғалып ҡуйыр, унан йөрө инде үҙеңде дүрәккә һанап....
Телефон тотоп залдан тиҙ генә әйләнеп килһәм... Һеҙ нисек уйлайһығыҙ?! "

Залға инеп шундай тиҙлек менән телефонымды алып йоҡо бүлмәһенә килеп индем.Тора теге! Урынында тора! Бер ҡайҙа ла китмәгән! Мин сыҡҡан арала ул мөйөштән бер аҙ быйаҡҡараҡ шылған икән. Аҡшайып миңә ҡарап тора! Әйтегеҙ инде ул мине күрмәй тип?! Күҙҙәре бар, ҡолағы ла ишетәлер, моғайын? Эййй, донъяла йән эйәләре күп шул, тик беҙ уларҙы күрмәйбеҙ, аңламайбыҙ ғына. Тексәйеп миңә ҡарап торған йән эйәһенә мин: "йә, нимә һиңә кәрәк минән? Нишләп тораһың һин бында? Мине ҡурҡытып! Кем һин, нимә һин?" Ишетәлер, моғайын, тик һөйләшергә теле генә юҡ. "Түбәнән төш һин давай, мине ҡурҡытып торма!" тинем тегегә, үҙем уны улай ҙа, былай ҙа фотоға төшөрөп алдым. Яҡынданыраҡ төшөрөргә тип ултырғыс алып килергә кухняға сыҡтым, ҡабаттан бүлмәмә килеп инһәм, юҡ тегем! Тайған! Тағы юҡҡа сыҡты!
Мин улай - былай ҡараным, түбәнең һәр егенә күҙ алдым. Ах, ысҡындырҙым... Ҡасты!
P.S. "Өй эйәһе" тигәнем, интерактив дуҫтарымдың береһе Кәримә Аралбаева (бына бит дуҫтарыңдың күп булыуы ҡайһылай һәйбәт!) яҙыуы буйынса, мине ҡурҡытҡан "бапаҡ" - ҡыр ҡандалаһы булып сыҡты! Бындай йән эйәһен, ауылда йәшәмәгәс ни, тәүге тапҡыр күреүем. Ҡурҡырлыҡ бөжәк түгел икән. Йөрөһөн әйҙә өйөмдө һаҡлап, "өй эйәһе" булып...
Һығымта: Тормошта осраған сәйер күренештәрҙе ыңғайға юрарға, ҡурҡмаҫҡа, батыр булырға кәрәк.

Автор:Луиза Кирәева
Читайте нас: