Фольклор байрамы мәртәбәле ҡунаҡтарҙы тирмәләр менән таныштырыуҙан башланды. Һәр ауыл хакимиәте биләмәһе тирмә ҡороуҙа борондан килгән йолаларға ла таянған, тарихи ваҡиғаларҙы ла күҙ уңынан ысҡындырмаған, хәҙерге заман ауазын да сағылдырған: башҡорт халҡының быуаттар төпкөлөнән килгән көнкүрешен һүрәтләгән күргәҙмәләр Бөйөк Еңеүгә 80 йыл тулыуға, махсус хәрби операцияға арналған стендарға барып олғашҡан.
Тарихи ваҡиғаларҙы сағылдырыу күренеше йыйынды асыу тантанаһында ла дауам итте: Салауат Юлаевтың бәләкәй сағынан башланып киткән “Һәр дәүерҙең үҙ Салауаты” театрлаштырылған тамашаһы, исеме есеменә тура килеп, илебеҙҙең мөһим тарихи ваҡиғаларын тергеҙҙе, Салауат батыр һынын генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов, Бөйөк Ватан һуғышы күренештәрен махсус хәрби операция мәлдәре алмаштырҙы. Шуныһын һыҙыҡ өҫтөнә алып үтеү зарур: был тамашала аттар ҙа, һуғыш йылдары машинаһы ла, хатта хәҙерге заман хәрби техникаһы ла ҡулланылды.
“Салауат йыйыны” фольклор байрамы район халҡы өсөн һабантуй ҙа. Һабантуйҙы асыу тантанаһында сәхнәнән барыһын да Салауат районы хакимиәте башлығы Марс Кашапов, Башҡортостандың эшмәкәрлек һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың йәмәғәт хәүефһеҙлеге, хоҡуҡ һәм суд һорауҙары буйынса комитет рәйесе Фәрит Ғүмәров сәләмләне.
- Минең ни бары ике теләк, - тине салауаттарҙы байрам менән тәбрикләгәндән һуң Башҡортостандың эшмәкәрлек һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко, - халыҡ булһын һәм тыныслыҡ булһын! Эшһөйәрҙәргә рәхмәт еткергем килә, беҙ бөгөн һәр өҫтәлдә һеҙҙең хеҙмәт емешег күрәбеҙ. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарға, ветерандарға, яугирҙарыбыҙға, фронтҡа даими ярҙам итеп тороусыларға ҙур рәхмәт, ә һәләк булған егеттәргә – мәңгелек дан. Беҙҙең төп бурысыбыҙ – һәр көнөбөҙҙө улар иҫтәлегенә арнау, балалар үҫтереү, икмәк үҫтереү, сөнки уларҙың үҙҙәрен ҡорбан итеүе бушҡа булманы.
Зөһрә Мәүлетбай ҡыҙы шулай уҡ тап Салауат ерендә баҫып тороуына ғорурлыҡ белдерҙе, МХО-ла батырҙарса һәләк булған Салауат Бакиров, Денис Сәғитовты үлгәндән һуң Шайморатов миҙалы менән бүләкләп, орденды ғаиләләренә тапшырҙы.
Артабан сара һабантуйға ғына хас кәйеф менән дауам итте: баҫыу алдынғыларын дәүләт наградалары менән бүләкләү тантанаһы уҙҙы, көрәш майҙаны ҡыҙҙы, олоһо ла, кесеһе лә үҙен төрлө уйындарҙа һынап ҡараны, ат ярышы гөжләне. Йәштәр өсөн бәләкәй сәхнәлә башҡорт эстрадаһының йәш вәкилдәре тарафынан концерт ойошторолдо.