Изгелектәр ишектәре асылған, доғалар күккә күтәрелгән, Раббыбыҙҙың рәхмәте яуған мәл — Ғәрәфә!
Хажда булмаһаҡ та, беҙ ҙә йөрәк менән ошо мәлдә ҡатнаша алабыҙ. Кемдеңдер доғаһы — ошо көндө яҙмышын үҙгәртә. ✨
Иң фазиләтле зикер: "Лә иләәһә илләллаһу уәхдәһү лә шәрикә ләһ, ләһул-мүлку үә ләһул-хәмду, үә һүә ғәлә күлли шәй’ин ҡәдир."
📿 Был зикерҙе Ғәрәфә көнөндә пәйғәмбәрҙәр ҙә иң күп ҡабатлаған. Мөмкин тиклем күберәк — 100, 1000 йәки унан да күберәк — уҡығыҙ.
🤲 Доғалар (транскрипция): 🕊 Тәүбә һәм һорау доғаһы: "Аллаһүммәғфир ли, үәрхәмни, үтжбүрнии, үәһдини, үә ғаафини, үәрзүҡни."
📝 Мәғәнәһе: “Йә, Раббым! Мине ярлыҡа, рәхмәт ит, етмәгәндәрҙе тулыландыр, тура юлға күндер, һаулыҡ бир һәм ризыҡ менән нығыт.”
🌙 Ғәрәфә көнөндә эшләргә кәрәкле ғәмәлдәр:
✅ Ураҙа (хажда булмағандар өсөн — үткән һәм киләһе бер йыллыҡ гонаһтар юйыла)
✅ Намазҙы ваҡытында уҡыу
✅ Ҡөрьән уҡырға йә тыңларға
✅ Зикерҙәрҙе күпләп ҡабатлау
✅ Ғәфү үтенеү, тәүбә, доғалар
✅ Үҙең, туғандарың һәм бөтә өммәт өсөн ихлас теләк.
💭 Һинең йөрәгеңдән сыҡҡан доға — Раббыңа яҡын.
🤲 "Йә, Раббым! Беҙҙе Ғәрәфә көнөндә гонаһтарҙан азат ителгән бәндәләреңдән ит!"