Бөтә яңылыҡтар
Рухи хазиналар
26 Июнь , 09:00

Башҡорт аты

Бер ваҡыт Нурмөхәмәт ҡартатайым 1946 йылдың көҙөндә Дәүләкән станцияһына аттар менән тауар вагоны килеүен һөйләне. Һуғышты үткән, хөкүмәт наградалары менән бүләкләнгән, баш командованиеның рәхмәттәрен алған аттар булған улар. Тыуған илдәренә ҡайтыу хоҡуғын һуғышта яулағандар.

Легендар аттарҙың ҡайтыуы

Еңеүҙән һуң яу аттары менән фронт юлдарын уҙған һәм ауыр алыштарҙа иҫән ҡалған яугирҙарҙан уларҙы һуғыштан һуң да айырмауҙарын, бергә атайсалға ҡайтырға рөхсәт биреүҙәрен һорап мөрәжәғәттәр килә башлаған. Уларҙың күптәре, аттарынан айырылырға теләмәй, мөҙәттән тыш хеҙмәттә ҡалған. Һуғыштан һуң аттарҙың күбеһе кавалерия соединениеларында һәм частарында, сик буйы отрядтарында хеҙмәтен дауам иткән, күбеһе фашистар емергән халыҡ хужалығын аяҡҡа баҫтырыуҙа ҡатнашҡан.

Асылда, фронтовиктар Советтар Союзы маршалы Семен Михайлович Буденныйҙан күрһәткән хеҙмәттәре өсөн хәрби аттарҙы, ысын яугир булараҡ, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына тиңләүҙе үтенгән.

Фронтовиктарҙың күп һанлы мөрәжәғәттәренән һуң, С.М. Буденный уларҙың үтенесе менән килешкән, Бөйөк Ватан һуғышы юлдарын үтеп, хөкүмәт бүләктәре, командованиеның рәхмәт хаттары алған яугир аттарҙы атайсалына ҡайтырырға рөхсәт алырға ирешкән. Был ҡарары менән Буденный кешеләр һәм аттарҙы ветеран хоҡуҡтарында тиңләштереү түгел, бары аттарҙың Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә индергән өлөшөн кешеләрсә баһалаған. Был беҙҙең кесе туғандарыбыҙ – аттарға юғары ғәҙеллек акты булған. Ә бит һуғыш яландарында 8 миллиондан ашыу ат ятып ҡалған.

Кешеләр аттарҙың хәрби хеҙмәттәренә хөрмәт һәм рәхмәт тойғоһо менән ҡарап, бойороҡта әйтелгәнсә, уларҙы хәрби тәьминәткә ҡуйған, хужалыҡ эштәрендә файҙаланмағандар. Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә индергән өлөшө өсөн аттар беренсе тапҡыр һүҙҙә генә түгел, ысынбарлыҡта юғары баһаланған.

Халыҡ алып барған һуғыштан йөрәктәр ҡатыланмаған, ә Еңеү күңелдәргә шатлыҡ-ҡыуаныс тултырған. Ҡулдарына ҡорал алып, үҙ ерен һаҡлап һәм фашизмды еңеп, совет кешеләрҙе азатлыҡ һәм аяҙ күк яулаған. Ҡыҙыл Армия Европаны фашизмдан ҡотҡарған, кешеләр ҡолға әйләнмәгән. Азатлыҡтан да юғарыраҡ нимә бар һуң!

Дошманды еңеп ҡыуанғанда, кешеләр тоғро дуҫтарын – аттарҙы ла онотмаған. Ҡыҙыл майҙандағы Еңеү парадын хәтерегеҙгә төшөрөгөҙ: иң яҡшы арғымаҡта Г.К. Жуков маршал Константин Рокоссовскийҙан доклад ҡабул иткән. Маршал Жуковтың атын парадҡа яҡташыбыҙ – Ғафури районы Еҙем-Ҡаран ауылынан ҡыҙылармеец Әбделмәнов Исмәғил Абдулла улы әҙерләгән. Ул 1945 йылдың 24 июнендә Еңеү парадында маршал Г.К. Жуковтың ат ҡараусыһы ла булған.

*  *  *

Бына Дәүләкәнгә аттар менән беренсе вагон килгән көн тыуған. Поезд килмәҫ борон аттарҙы яҡындағы колхоздарға бүлгәндәр. Билдәләнгән көндә Нурмөхәмәт ҡартатайым колхоз рәйесе ҡушыуы буйынса Дәүләкәнгә йыйынған. Колхоз атын тарантасҡа еккән, тоҡҡа айырым осраҡҡа һаҡланған бер аҙ һоло һалған, ә өҫтөнә яңы сабылған бесән түшәгәс, бөтә был байлыҡҡа иҫке брезент плащ япҡан. Шунан өйөнә инеп, түшенә Ҡыҙыл Йондоҙ орденын, “Батырлыҡ өсөн”, “Хәрби хеҙмәттәре өсөн” миҙалдары тағылған иҫке парад пинжәген кейгән. Көҙгөнән үҙенең йәшел, баҫыуҙарҙа йөрөп әллә ҡасан уңған фетр эшләпәһен оҙаҡ ҡараған. Һуңғы тапҡыр ул эшләпәне һуғыш башланмаҫ борон кейгән. Бер килке икеләнеп торғас, ниһайәт, уны элеккесә башына ҡырын һалған, мыйыҡтарын һыйпап, йылмайып ишек алдына сыҡҡан. Ашыҡмай ғына гуталин менән итектәрен таҙартҡан. Өләсәйемә үҙенең әҙерләнеүен: “Фронтовиктарҙы ҡаршы алырға барам!” – тип аңлатҡан.

Аттарҙы кискә табан килтергәндәр... Беренсе булып вагондан “Хәрби хеҙмәттәре өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән Ласточканы сығарғандар. Ат алыҫҡа ҡараған, күкрәген тултырып бәләкәйҙән таныш дала еҫен һулаған, хозурлыҡтан күҙҙәрен ҡыҫҡан. Баҫманың ныҡлығын тикшерергә теләгәндәй, яңы йышылған таҡталарҙан һалынған түшәмәгә тояҡтары менән бер нисә тапҡыр тупылдатҡас, ат ҡараусының тәжрибәле ҡулына буйһоноп, дағаларын саҡылдатып тыныс ҡына ергә төшкән. Шунан Кречет, Ландыш, Дамирка, Күгат – Аҡбуҙатты (теркәп ебәрелгән документтарҙа ул тап бына шулай ике исем менән яҙылған) сығарғандар. Иң һуңынан Нури бабай баш ат ҡараусы булып эшләгән “Новый рассвет” колхозына бүленгән Ҡорос менән Сыпыш күренгән.

Һәр атты тимер ҡаҙыҡ араһынан тартылған арҡанға – күсмә торғалыҡҡа бәйләйҙәр. Уларға таҙа һыу эсерәләр, биҙрәләрҙә һоло килтерәләр.

Мазутҡа туйынған шпалдарҙың, паровозға яҡҡан күмер төтөнөнөң һаҫығын еңеп, Балҡантау яғындағы даланан иҫкән ел ҡылған еҫен еткергәнсе аттар, һолонан һәм аяҡ аҫтарындағы ҡаты ерҙән ләззәтләнеп, тыныс тора. Йәй уртаһында сәскә атҡан ҡылған һаман да эфир майҙарының хуш еҫен аңҡыта. Аттар ҡалтырай, танау тишектәрен киң асып, даланың таныш еҫен еҫкәргә тотона. Еҫ уларға һуғышҡа тиклем үк әле иркен көтөүлектәрҙә, елде уҙып, бер-береһе менән ярышып сапҡан бәхетле осорҙо иҫкә төшөрә! Хәҙер был ел уларҙы иреккә саҡыра, аттар түҙемһеҙләнеп тояҡтары менән ерҙе тупылдата, далаға ашҡына. Тулҡынланыуҙары аттарҙы бушатыуҙы ҡарарға килгән кешеләргә лә күсә.

Хәбәр бигерәк тә тиҙ тарала, етмәһә, һүҙ ошондай мөһим ваҡиға – фронттан ҡайтҡан яу аттарын ҡаршылау хаҡында барғанда. Халыҡ йыйыла ла йыйыла, барыһының да уларҙы үҙ күҙҙәре менән күргеһе килә. Ҡатын-ҡыҙҙар, һуғышта һәләк булған аталарын, ағай-ҡустыларын, ирҙәрен иҫкә төшөрөп, илай. Улар фронтҡа Дәүләкән йылҡысылыҡ фермаларында тәрбиәләнгән аттар менән китә, күбеһе яу яландарында башын һала.

Республикала һуғышҡа тиклем бер нисә районда Ҡыҙыл Армияны аттар менән тәьмин итеү буйынса дәүләт резервы тоҡомсолоҡ фермалары ойошторола. 1941 йылдың йәйенә Дәүләкән районында РККА-ла хеҙмәткә әҙерләнгән аттар 1500 башҡа етә. Бынан тыш, йыл аҙағында районда хәрбиҙәр тарафынан дошман тылында эшләргә разведчик аттар әҙерләү буйынса махсус мәктәп ойошторола.

Аттар һуғышҡа китә, ләкин бөтәһе лә әйләнеп ҡайтмай. Бына хәҙер ҡайтҡандарын Дәүләкән станцияһында бушаталар. Был ваҡиға өмөт уята, кешеләрҙең, уларҙың яҡындары иҫән-һау, тиҙҙән һуғыштан ҡайтасаҡ, тигән ышанысын нығыта.

Аттарҙы бушатып бөткәндә ҡараңғы төшә. Паровоз оҙон гудок биргәс, әкрен генә буш вагонды тартып ҡуҙғала. Тирә-йүн ваҡытлыса быуға һәм паровоз төтөнөнә күмелә.

Көтмәгәндә станция өҫтөнән ике Як-11 өйрәнеү истребителе осоп үтә. Һуғышҡа тиклем үк әле Дәүләкәндә осоусылар мәктәбе урынлаша, ә 1946 йылда Югославия курсанттарын уҡытыуын дауам итә. Курсанттарҙы, һуғыш мәлендәге кеүек үк, тиҙләтелгән программала әҙерләйҙәр, пилоттар Югославияның яңы регуляр Ҡораллы Көстәренең осоусылар составын тулыландырыуға талап ителә. Өйрәнеү самолеттарының һуңғы пары пилоттары ҡараңғы төшкәнсе Дәүләкән станцияһынан егерме километр алыҫлыҡтағы Комсомол ҡасабаһы янындағы аэродромға төшөргә ашығып, юлдарын ҡасаба аша осоп ҡыҫҡарта. Төркөмдәге кемдер шаяртып “Воздух!” тип ҡысҡыра.

Кешеләр самолеттарҙы ҡарарға баштарын күтәрә. Моторҙар геүләүен һәм “Воздух!” командаһын ишеткән аттар, сабып ташлағандай, ергә ҡолай һәм алыҫта самолеттарҙың геүләүе әкренләп тынғансы ята. Фронт аттарын дошман самолеттарынан һаҡланырға бына шулай өйрәтәләр. Самолеттар осоп уҙып, паровоз быуы таралғас, кешеләр күргәндәренән аһ итә: аттар бәйләнгән урындарында юҡ! Ҡаҙыҡтарҙы ауҙарып, далаға сапҡандар!

Нурмөхәмәт ҡартатайым фронт аттарын паровоз гудогы түгел, хатта самолеттар геүләүе лә түгел, ә ҡылған еҫе иркен далаға саҡырыуын аңлай.

Иртән бөтә аттарҙы ла Сергеев яланындағы РККА резервы йылҡысылыҡ фермаһында табалар. Үҙ арандарында торалар, ҡасандыр ошонан һуғышҡа киткәндәр, унда исемдәре яҙылған баҡыр табличкалары һаҡланған әле.

Улар араһында Күгат ҡушаматлы ат ҡына булмай. Ул был йылҡысылыҡ фермаһында тәрбиәләнмәй, шуға күрә башҡалар менән бергә һарайға ҡайтмай.

Мәхмүт СӘЛИМОВ.

(Әҫәр менән тулыһынса 2024 йылғы "Ағиҙел" журналының 6-сы һанында танышырға мөмкин).

Автор:Луиза Кирәева
Читайте нас: