Бөтә яңылыҡтар
Рухи хазиналар
23 Ноябрь 2022, 18:24

АЛАСАБЫР

Ғафури районы Сәйетбаба ауылында Аман Юлъяҡшин Вәлиев Хәйрулла бабайҙан яҙып алған.  Берҙән-бер көндө Әлтәшле ауылында (Ауылды нигеҙләүсе Әлдәшир була, һуңынан «Әлдәшир»ҙән «Әлтәшле»гә әйләнә, хәҙерге Ҡолҡан ауылы) Зөлҡәрнәй исемле кешенең бейәһе ҡолонлай. Был ҡолондоң үҙенә генә хас үҙенсәлектәре була: һыртынан бауыр аҫтына тиклем, буй-буй булып, аҡ һәм ҡыҙыл төҫтә ала төшкән, ә һәр бер буйҙа аҡ төҫ өҫтөндә ҡыҙыл, ҡыҙыл өҫтөндә бармаҡ башы ҙурлығы ғына аҡ төктәр була. Төҫөнә күрә, эйәһе уны Аласабыр тип исемләй. Уны күрергә килгән, атты яҡшы белгән һынсыл ҡарттар, аҡһаҡалдар, Зөлҡәрнәйгә был ҡолондоң киләсәктә ел еткермәҫ йүгерек ҡотло ат булырын юрайҙар ҙа уны нисек тәрбиәләргә, нисек ашатырға кәңәш бирәләр.

АЛАСАБЫР
АЛАСАБЫР

Аласабыр ябаҡтан тайға әйләнгәс, Зөлҡәрнәй уны, ҡарттар кәңәшенсә, ашата, тәрбиәләй башлай.

Атҡа һоло биреүҙең дә үҙенә күрә рәте бар. Күпте күргән, күпте белгән ҡарттар кәңәш иткәнсә, һолоно ул ҡаҙанда бүрттереп, икмәк бешереп алынған ҡыҙыу мейестә киптереп, һуңынан ҡыҙҙырып ашата. Ошолай иткәндә, һолоноң майы сығып, ул туҡлыҡлы була. Шуны ашатһаң, эсе тартылып, ат буйһыулана, кәүҙәгә еңел, ә көскә, ҡеүәткә кәрле була.

Тай сағында уҡ атта сос йөрөгән малайҙарҙы мендереп, Зөлҡәрнәй Мырҙаҡай ауылының осонан Әлтәшлегә тиклем Аласабырҙы сабыштыра башлай. Ат башындағы малайға, теҙелеп баҫҡан һыҙыҡтан киткәс тә, атты ныҡ ҡыумаҫҡа, үҙ ыңғайына ҡуйырға; әгәр аттың барышы артһа, алда барған аттың артҡы аяғы тәңгәленән бармаҫҡа, сөнки ул ғәрсел ат, үҙенә етеп килгән Аласабырҙың түшенә тибеп, артабан сабышыу, уҙышыу дәртен һүндереүе бар; ә инде уҙырға кәре булғанда, юлдың йәтешлегенә ҡарап, йә уңдан, йә һулдан, атты һыҙырып: «Әйҙә, малҡай», – тип ҡеүәтләп, уҙырға кәрәк икәнлеген әйтеп, кәңәштәр бирә.

Мырҙаҡай ауылы осондағы йәшел тигеҙлектә аттар теҙелеп бөткәс, берәү шәп итеп һыҙғырып ебәрә – бар бәйге аттары Әлтәшлегә табан сабып сығып китә. Аласабыр, бындай нәмәне тәү тапҡыр күргәнлектән, аҙап ҡала, урынында тыпырсына. Ат башындағы малай, теҙгенен ҡарғып, сыбыҡ менән бер һелтәнгәс кенә, иң аҙаҡтан тегеләрҙе ҡыуа төшә.

Бөтәһе ун ат саба, Аласабыр барған һайын тиҙлекте арттыра барып, уларҙы уҙа бара, Әлтәшленең ауыл осона тиклем бишеһен уҙа. Мәсет тәңгәленә килеп еткәндә, алда ике генә ат ҡала...

Аттың тәүге сабышындағы холҡон ат башындағы малайҙан һорашҡас, Зөлҡәрнәй дәртләнеп китә: Аласабырҙы ауыр йөк менән бик үк йонсотмаҫҡа, унан яҡшы сабыш аты сығырға тейеш – ырамлы саба, сәме бар, ара ни тиклем йыраҡ булһа, шул тиклем уның тыны оҙоная, алдағыларҙы уҙа.

Һабантуйҙар яҡынайыу менән, ауылдағы йүгерек аттарҙы сабыштырып ҡарау ғәҙәти бер эшкә әйләнеп киткән. Аласабыр инде тәүге сабыштағы һымаҡ аҙап ҡалмай, шунда уҡ алға ынтыла, шулай ҙа ике ауыл араһындағы сабышта Басарыйҙың ҡола дүнәнен уҙып китә алмай, артынан килеп еттем тигәндә генә, сабышыу юлы бөтә лә ҡуя.

Хәҙер инде хужаһы, һабантуйҙар алдынан аттың эсен тартылдырыр өсөн, уны үтә яҡшы тәрбиәләй башлай: һолоно бүрттереп, ҡыҙҙырып, шунан килелә төйҙөрөп, ҡабығынан таҙартып, ағас тирмәндә тарттырып, ярмаға әйләндереп тә ашатҡылай, икмәген дә ҡаптырғылай. Атты май бөрмәһен өсөн, Аласабырҙы һәр саҡ хәрәкәттә тота. Ул киң күкрәкле, нәҙек бөйөрлө, урта көрлөктәге еңел кәүҙәле, күҙҙәре баҙлап торған һоҡланғыс бер атҡа әйләнә бара.

Бер саҡ Зөлҡәрнәйгә сәйер генә уй килә: «Сабышыу араһын йырағыраҡтан – Ҡарағай һыртынан – алғанда, нисегерәк булыр икән?»

Кешеләр менән һөйләшкәс, малайҙарҙы сабыш аттарына мендереп, Ҡарағай ауылы һыртына ебәрәләр. Ололар ҙа ат менеп, был күренеште ҡарар өсөн, алғараҡ барып тора.

Бына бер ваҡыт йыраҡтан күренеп торған һырт башынан ат тояҡтарынан ҡупҡан туҙан һуҙыла. Ҡылтауҡайындан байтаҡ кире килгәнсе, теге ҡола дүнән алды бирмәне, ти. Әммә артынан Аласабыр уны ҡыҫтай ине, ти. Барған һайын уның тыны оҙайған – тиҙлеге артҡан.

Мырҙаҡай ауылы осона етерҙән алдараҡ һыҙа буйына яҡынлағанда, теге ҡола дүнән яйланы, Аласабыр тиҙлеген арттырып, алға сыҡты, ти. Сабышыусы аттар Әлтәшлегә яҡынлағанда, Аласабыр тегеләрҙән ярты саҡрым самаһы алда барған.

Ошо һынауҙан һуң Зөлҡәрнәй Аласабырҙы һабан туйҙарында сабыштырып була икәнлегенә тамам төшөнә. Эйәһенә уның дан һәм мал килтерәсәгенә өмөтләнә башлай.

Ваҡыт үтеү менән Зөлҡәрнәйҙең Аласабырға булған ышанысы тулыһы менән аҡлана: ул Кесе һәм Кәлсер Табында ғына түгел, тотош Табын ырыуының данын күтәрә. Йыйын бәйгеләрендә уны уҙыусы бер ат та табылмай.

...Бына 1846 йылдың 30 авгусы тыуа.

Аҙна буйына һуҙылған юл мәшәҡәтенән йонсоған кесе табындар Каруанһарай ҡунаҡханаһында рәхәтләнеп йоҡлай, аттары ла үҙҙәре янында.

– Ай-Һай, Василий түрә башлы кеше икән, беҙҙе, элекке һымаҡ, фатир эҙләп йонсоп йөрөмәһендәр тип, бына ниндәй ҙур эш башҡарҙы бит, ә-ә-ә, – тип һуҙып ҡына һүҙ башланы, ти, берәүһе. Бөтәһе лә уянған, ятҡан ерҙән генә һөйләшәләр икән, ти.

– Аттарыбыҙ ҙа ышаныслы ерҙә бит әле... Элек ни, атын юғалтып, йәйәүгә ҡалып та ҡайта торғайнылар бит, – тип ҡуя икенсеһе. Иртәнгене ашап алғас, аттарын тәрбиәләнеләр, ти. Көн болотло, һалҡынса ямғыр һибәләй ине, ти.

– Былай булһа, һабантуйҙың йәме булмай инде, – тип ҡуялар үҙ-ара.

Иртәгә һабантуй башлана тигән көндө Зөлҡәрнәй аты менән яланға сыға. Ат сабыштырырға килгәндәр менән бергәләп йөрөй. Ҡайтышлай, Яйыҡҡа барып атын таҙартып, йөҙҙөрөп алып ҡайта.

Был һабантуйға Хоҙай үҙе фатиха бирә. 20 авгусҡа тиклем болотло булған һалҡын көн 30 августа салт аяҙға әйләнә. Бар халыҡтың рухы күтәрелә.

Һәр кантондан килгән ҡунаҡтар өсөн айырым урындар билдәләнә. Сабыша торған аттар бер тирәлә тәртип менән йыйыла. Һәр кем үҙ атына ышана, беренселекте ҡулдан ысҡындырмаҫҡа ниәтләнә. Ҡаҙаҡ далаларынан да ат сабыштырырға килгәндәр. Ҡайһы ат алдан килгәнен төҫмөрләр өсөн, ат айышын белгән һынсылар йөрөй. Атты яҡшы белгән бер һынсыл әбей артынан ҡаҙаҡтар, бер тотам да ҡалмай, юрғалап йөрөй. Әбей атты ҡырҙаныраҡ ҡарап тора ла, яҡын килеп, аттың башын тотоп, тын ала торған танау тишектәрен ҡарай ҙа, үҙ эсенән генә мөңгөрҙәп ҡуя.

Ҡаҙаҡ әбейе табындар янына килеп етеү менән, Аласабырҙың эйәһенән атты тотоп ҡарарға рөхсәт ала ла уның тәнен ҡапшап ҡарай. Шунан Зөлҡәрнәйҙән аттың йәшен, элек ярыштарҙа ҡатнашыу-ҡатнашмауын һорап тора ла шәп кенә атлап китеп бара. Арыраҡ киткәс, үҙенә эйәреп йөрөгәндәргә ошо аттың сабышта беренсе киләсәген, ҡаҙаҡтарҙа уны уҙа алырлыҡ ат юҡлығын әйтеп бирә.

Ҡаҙаҡтар Аласабырҙы сабышта ҡатнаштырмау сараһын күрә башлай. Төрлө-төрлө хәйлә ҡора улар. Бер аҙҙан Зөлҡәрнәй янынараҡ килеп, уға ишетерлек итеп:

– Бөгөн ат сабышы булмай икән, шунлыҡтан хәҙер үк ҡайтып, атты эсереп-ашатып, иртәгәгә тиклем ял иттерергә көрөк, – тип һөйләшеп торалар ҙа, аттарына менеп ҡайтып киткән кеше булалар. Юрый тороп ҡалған берәүһе Зөлҡәрнәйгә:

– Кешеләр ҡайтып китте, һин ниңә атыңды йонсотаһың, әйҙә ҡайттыҡ, – тип китеп бара.

Зөлҡәрнәй быларҙың һөйләшеүенә, ысынлап та, ышана, ҡайтып, Аласабырҙы һуғара ла, уға һоло бирә.

Каруанһарай һабантуйын асыу тантанаһы оҙағыраҡ бара: төшкә табан ғына ослана.

Алдан билдәләнгәнсә, тәүҙә ат сабыштарын белгән, башҡорт аттары тураһында ишетеп кенә түгел, күп походтарҙа үҙе күреп белгән генерал Циалковский был эш йөкмәтелгән бер башҡорт түрәһен алданыраҡ ебәреп, әҙерлекте тикшерергә ҡуша.

Ат сабышында 200 ат ҡатнашырға тейешлеген күптәр белһәләр ҙә, һәр кем үҙ атының, үҙ ырыуының даны өҫкә сығыуын теләй. Бүләктәр бик затлы була. Бындай ҙур бүләктәрҙе башҡа һабантуйҙарҙа ишеткәндәре лә, күргәндәре лә булмай: төрлө төҫтәге буҫтауҙан тегелгән өс башҡорт сапаны, икеһе алтынланған, береһе көмөшләнгән Бохара еләне, сик буйы комиссияһы рәйесе генерал-майор Лазыжинскиҙың көмөш кубогы, фирүзә ҡашлы алтын йөҙөгө, көмөштән ҡойолған ғәскәри хәрби борғоһо, көмөш йүгертеп биҙәлгән теүәтәйе, сауҙагәр Деев вәғәҙә иткән дөйә...

Ат сабышын түҙемһеҙлек менән көткәндәр араһында иң тынғыһыҙҙары 1812-1814 йылдарҙа француз яуынан еңеп, миҙал алып ҡайтҡан Табын ырыуы ҡарттары булғандыр, моғайын. Ниндәй ауыр һуғыш шарттарында ла башҡорт аттары кеүек сыҙамлы, батыр аттар булмаған бит. Табындарҙың бар өмөтө Аласабырҙа була. Шул өмөттө аҡлау бурысын йәштәргә йөкмәтеү менән ҡәнәғәтләнмәй, ҡарттар аттар янына үҙҙәре бара.

Зөлҡәрнөйҙең ҡайтып атына һоло биреүенә күп тә үтмәй, артынан бер төркөм табындар килеп етә. Улар шунда уҡ уны өтөп ала:

– Ниңә ҡайтып киттең? Сабышта ҡатнашмаҫҡа ни хаҡың бар?!

Һыу эсеп, һоло ашаған аттың сабыша алмаҫына ныҡ ышанһа ла, килгәндәрҙең ҡыҫтауына түҙә алмай, Зөлҡәрнәй атына менергә мәжбүр була. Һабантуй майҙанына килеп етеүгә, бар сабыш аттары бер ергә тупланған була.

Зөлҡәрнәй хәлде аңлатып:

– Аласабыр сабыша алмай, һәләк буласаҡ, – тип әйтеп ҡараһа ла, күпте күргән яугир-аҡһаҡалдар үҙ һүҙҙәрендә ныҡ тора:

– Аласабырһыҙ ат сабышы булмай!!!

Ярышта ҡатнашырға тейешле барлыҡ аттар Ырымбурҙан 25 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Һаҡмар почта станцияһына табан юл ала. Аттарҙы ныҡ ҡыумайынса, талғын ғына юрттырып баралар. Зөлҡәрнәйҙең башында төрлө уйҙар ҡайнаша. «Бәлки, ҙур араға барып еткәнсе, Аласабырҙың эсе бушар, ул саҡта беренселек беҙҙеке буласаҡ», – тип өмөтләнә ул.

Аттарҙы теҙеп бөткәс, бәйгенең башланыуын белгертеп, мылтыҡ аталар. Тын ятҡан дала ҡапыл мәңгелек йоҡонан уянып киткәндәй була. Зөлҡәрнәйҙең Аласабыры, уҡ һымаҡ алға ынтыла, ҡалған бәйге аттары уның артынан теҙелә.

– Эй, Хоҙайым, ҡеүәт бир минең Аласабырыма! – тип теләк теләй Зөлҡәрнәй. Тик бер саҡрым самаһы матур ғына алдан барған аты ҡапыл тиҙлеген юғалта башлай, арттағы аттар берәм-берәм алға уҙып китә.

– Ах! Харап ҡына була бит малҡайым, – тип көйәләнә Зөлҡәрнәй.

Бер аҙҙан Аласабыр бөтөнләй туҡтай, үҙен уҙып киткән аттарға ҡарап, моңһоу ғына кешнәп ҡуя.

Зөлҡәрнәй атынан төшөп ни эшләргә белмәй торғанда, Аласабыр ергә ятып аунай башлай, һикереп тороп эсен бушата. Бына ул, йәнләнеп китеп, түҙмәй бер урында тыпырсына башлай, еңел генә итеп кешнәп: «Йә, хужам, мен инде, киттек!» – тигән һымаҡ була. Зөлҡәрнәй менеүе була – аты уҡтай алға ынтыла. Аласабыр әленән-әле тиҙлекте арттыра бара. Бына ул аттар төркөмөн ҡыуып та етә. Зөлҡәрнәй уҙа килгән аттарҙы һанай башлай.

– Йөҙөнсө... йөҙ егерменсе... Эй, малҡайым, тырыш инде, һынатма! – тип атын бер туҡтамай ҡеүәтләп, муйынынан һөйөп бара.

...Был ваҡытта ат сабышы көткән һабантуй гөж килә. Башҡорт ғәскәрҙәре командующийы Циалковский бейек трибунанан ҡарап бәйгене күҙәтә. Генерал эргәһендә генә, француздарҙы еңеп, Парижда тирмә ҡороп, ҡурай уйнатып ҡайтҡан Табын ырыуы яугирҙәре алдан ниндәй төҫтәге ат килеүен һораштырғылап тора. Аласабыр төҫөндәге ат бәйгелә берҙән-бер генә. Алдан туры, ҡара төҫтәгеләр килеүен ишетеп, табындар тынғыһыҙлана башлай:

– Ни булды Аласабырға?

Әбрәй батыр тегеләрҙең көйаләнеүенә тыныс ҡына:

– Аласабыр шундай ат: үлһә, сәсрәп үлер юлда, үлмәһә, беренсе килер, – тип ҡуя.

 Эй Алла, иҫән генә булһын инде, – тип үҙҙәрен тынысландыра табындар.

...Зөлҡәрнәй, һанай килеп, һанды 199-сыға еткерә:

– Эй, малҡайым, бар байлығым минең, тағы ла бер ынтыл инде – һуңғыһы бит!!! – тип атының ялын ысҡындырып, ике ҡулы менән муйынын һөйә, әллә шатлыҡтан, әллә шул тиклем ҙур тиҙлектәнме, тамағына төйөр ултырғандай була – Аласабыр, «һә» тигәнсе, үҙенән алда елгән иң һуңғы атты ла уҙып китә.

Ала аттың алға сығыуын ишеткәс, табындар, шатлыҡтан, Аласабырҙы ҡаршыларға йүгерә.

Ҡаҙаҡтар ни эшләргә белмәй сыуалыша башлай, үҙҙәренең аттарына ҡаршы барабыҙ, тигән булып, алдан килгән атҡа ҡамасаулау өсөн, һыбайлы малайҙар ебәреп булашалар. Ләкин ат сабышы өсөн яуаплы кешеләр уларҙы кире бора.

Аласабыр барлыҡ аттарҙы ла уҙғас, Зөлҡәрнәйҙең яурынынан ауыр йөк төшкәндәй була, тәнендә ул ниндәйҙер рәхәтлек тоя. Аттарҙы күпме самаһы артта ҡалдырыуын белергә теләп, ул артына әйләнеп ҡарай. Тик башын ҡабат алға борған мәлдә, көслө тиҙлектән барлыҡҡа килгән елгә ҡаршы тора алмайынса, атынан осоп ҡала.

– Алға, Аласабыр, алға! – тип ҡысҡырырға ғына өлгөрө.

Нисек кенә үкенесле булмаһын, Зөлҡәрнәй атының тиҙерәк финиш һыҙығына барып етеүен теләй.

Ә был ваҡытта һабантуй гөж килә башлай.

– Алдан килгән аттың кешеһе ҡайҙа һуң?

Ҡолҡан, Сәйетбаба халҡы тиҙ генә бер нисә кешене, ат мендереп, Зөлҡәрнәйҙе эҙләтергә ебәрә.

Бына тиргә батҡан Аласабыр, башҡа аттарҙы саҡрым самаһы артта ҡалдырып, майҙанға килеп инә. Шунда уҡ һабантуйҙы яңғыратып кешнәп тә ебәрә.

Ҡарттар:

– Эйәһенә тауыш бирә, эйәһен эҙләй... – тиешә.

Әбрәй батыр Аласабырҙың теҙгенен эләктерә һалып, атты йөрөтә башлай. Ә ҡарттар Аласабырға һәм уның эйәһенә тейешле бүләктәрҙе алырға китә.

Табын ырыуы кешеләренең шатлығы сикһеҙ була.

Ат сабышында отолған ҡаҙаҡтар сыр-сыу килешә.

Аттан йығылып ҡалған Зөлҡәрнәйҙе лә килтереп еткерәләр. Бәхеткә күрә, уның бер ере лә имгәнмәй. Тиҙҙән ҡаҙаҡтар Зөлҡәрнәйҙең эргәһендә сыуалыша башлай. Улар, нисек булһа ла, Аласабырҙы ҡулға төшөрөргә хыяллана. Берәүҙәр алмашҡа ете йөҙ баштан торған бер көтөү ҡуй, икенселәре бер өйөр йылҡы тәҡдим итеп булаша.

Халыҡ араһында йөрөгән һүҙҙәргә ҡарағанда, Зөлҡәрнәй Аласабырҙы бер өйөр йылҡыға алмашҡан. Ләкин ул, Аласабырҙы алмашып, уңа алмаған – барлыҡ малы ҡырылып бөткән. Ил ҡарттары Зөлҡәрнәйҙең был эшенә риза булмайынса: «Аласабыр аттың ҡото ине, ул башҡорт еренән киткәс, аттың ҡото китте», – тип, үкенес менән иҫкә алыр булғандар.

("Башҡорт халыҡ ижады", 7-се том).

Автор:Луиза Кирәева
Читайте нас: