

Йәшәйеш... Уның асылы өҙлөкһөҙ эш-хәрәкәт, хеҙмәт, донъя ҡороу, төҙөү-тергеҙеү, йүнләү-йүнәтләү мәшәҡәттәре, иманлы ғаилә ҡороу, ҡәүемеңде ишәйтеү хәстәрҙәренән ғибәрәт икәнлеге һәр кемгә мәғлүм. Эйе, иблис ҡотҡоһона бирелеп, гонаһҡа тарыған атабыҙ Әҙәм, анабыҙ Һауа Ҡөҙрәтлебеҙ тарафынан Ергә оҙатылып, үҙ көндәрен үҙҙәре күреү мәжбүриәтендә ҡалғандың тәүге мәленән үк быға тиклем баштарына ла килмәгән, бар тип тә белмәгән оло проблемалар алдында ҡалалар, уларҙы хәл итеү үҙҙәренә йөкмәтелгәнен дә аңлайҙар. Һәм кешелек ең һыҙғанып үҙе көн итәсәк Ер тәбиғәтенә һыйынып, уға яраҡлашыу, ҡулайлашыу эшенә тотона. Яралғанда уҡ бирелгән даими тынғыһыҙлыҡ, төрткөләп торған тәбиғи инстинкт талаптарына буйһоноп тамаҡ туйҙырыу әмәл-юлдарын эҙләй-таба, хәүефһеҙлеген уйлап ышыҡ та йүнәтә. Тәүҙәрәк мәмерйәләрҙә, үҫешә килә төрлө ҡаралтылар, йорттар, ҡәлғә-һарайҙар, ауыл-ҡалалар төҙөп. Яйлап-яйлап үҙ заттары арта, улар ырыу-ҡәбиләләргә берләшә, халыҡ булып формалаша, дәүләттәргә ойоша. Тереклек итеү ареалын киңәйтеп, мөмкин булған ерҙәрҙе үҙ төйәгенә әйләндерә. Ҡайҙа оҡшата, ҡайҙа өлгөрә, шунда ерләшеп. Тәбиғәттең хозур, әкиәти тарафтарында, иркен далаларында, ҡомға бай сүллектәрҙә, дымға бай һаҙлыҡтарҙа, үтә алмаҫлыҡ джунглиҙарҙа, ҡара урмандар уртаһында, тау-таш араһында, айҙар буйы мус- сон ямғырҙары ҡойондорған, йә булмаһа мәңгелек туңлыҡ ҡаплаған төбәктәрҙә, яртышар йыллап ҡояш күренмәгән-батмаған алыҫтарҙа. Кешелектең көнитмештәге эшмәкәрлеге процесында тормошҡа инә барған йәшәйеш ҡағиҙәләре, тәртиптәре, ҡанундары булған әҙәп, әхлаҡ, намыҫ, бәҫ, иман төшөнсәләре йәмғиәттең рухи өҫҡормаһына ойошоп, уның бүленмәҫ өлөштәре булараҡ формалаша бара. Халыҡ, милләт менталитеты, фәлсәфәһе тигән төшөнсә йәмғиәт фекерендә урын ала, һеңә, фән-ғилемгә нигеҙгә әйләнә. Кешелектең донъя ҡороуҙағы ғәйрәттәре тарихта үҙ эҙен ҡалдыра бара. Хәтерҙәргә һеңеп, әкиәт-хикәйәт, ҡисса-дастан, эпос-ҡобайыр, йыр-моң булып, сәнғәт әҫәрҙәре ауыҙ-тел ижад рәүешендә йәмғиәткә ҡайтарылып. Йәшәйеш ҡанунын билдәләрҙәй рухи-әхлаҡи байлығыбыҙ, ҡиммәттәребеҙ, ҡан хәтере, аң хәтере, изге ҡомартҡы булып. Уларға ҡуша, иш булып килгән, ер өҫтөнә һибелгән (ер аҫтында ла етерлек ҡалған) һанһыҙ артефакттар, би- хисап матди ҡомартҡы-йәдкәр кешелек тарихының шаһиты ла, уны бөгөнгө быуындарға бәйән итеүсеһе лә. Ниндәй генә мәғлүмәт бирмәнеләр, бирәләр һәм бирәсәк улар. Мысырҙағы Фивы ҡалаһы тарафтарындағы “Батшалар үҙәне” тип аталған фирғәүен мумиялары күмелгән кәшәнәләр һөйләмәһә, ке- шелек нисек белер ине икән бынан 3500 йыл элек Нил йылғаһы буйындағы йәшәйеш, көнкүреш, дәүләт ҡоролошо, дин-хөрәфәт хаҡында, ул замандарҙа хакимлыҡ ҡылған, хәҙер киң билдәле Тутмос, Аменхотеп, Рамсес, Тутанха- мон фирғәүендәр тураһында? Нимәләр генә белмәне кешелек Мексикалағы майя индеецтарының джунглиҙар араһында күмелеп ҡалған Чичен-Ица ҡалаһы, йәки Перуҙағы бейек Көнбайыш Кордильеры тауҙарынан да юғарыраҡҡа ашҡан ҡаялар өҫтөндә төҙөлгән инк ҡәбиләләре ҡалаһы Мачу- Пикчу беҙҙең заманға килтереп еткергән тарихтан? Дөйөм оҙонлоғо 21 мең километрға һуҙылған, бейеклеге 6 – 8 метрға еткән, киңлеге урынына ҡарап 0,4 – 7,0 метр тәшкил иткән, беҙҙең эраға тиклем III быуатта төҙөлә башлаған Бөйөк Ҡытай стенаһына бөтә донъя рәхмәтле: ул кешелеккә тарихтың төпкөлөндә тиерлек ятҡан хәбәр-мәғлүмәттәрҙе “бүләк итте”. Шул уҡ замандағы иҫ киткес ҡомартҡы – Ҡытайҙы берләштергән император Шиху- анди ҡәберлегендә “күмелгән” терракотанан (балсыҡ төрө) яһалған һигеҙ меңдән ашыу ҡораллы яугир статуяһына (1974 йылда ғына табылған) рәхмәтле булған кеүек. Кешелектең үткәненең быға тиклем бикле булған биттәрен-сәхифәләрен асҡан өсөн. 1900 йыл элек Рим ҡалаһы уртаһындағы майҙанда урын алған император Траян колоннаһы инде 19 быуат буйына донъя тарихсылары, ғалимдары, философтары, сәнғәтселәре иғтибары үҙәгендә. Нимә һуң ул иң осонда – 40 метр бейеклектә император һәйкәле урынлаштырылған, колоннаның үҙе нигеҙенән алып иң осона тиклем 190 метрға һуҙылған таш-таҫма-рельеф (скульптураның бер төрө) менән спираль рәүешендә уратылған, таш-таҫмала 106 тарихи шәхес-император яраны, сар- дары, тағы ла 2500-ҙән артыҡ әҙәмзат-яугир һыны, 155 һуғыш сәхнәһе һынландырылған был ҡоролма? Кемелер уны ул заман тарихының әсбабы тип иҫәпләй, кемелер илдең, уның башлығының, халыҡтың бөйөклөк сим- волы тип раҫлай, кемелер оло сәнғәт әҫәре тип баһалай... Бөтәһе лә хаҡлы кеүек. Бигерәк тә, барыһы ла уның иҫ киткес рухи ҙа, матди ҙа ҡомартҡы икәнлеген танығас...
Әллә ниндәй уйҙарға сумылды, еңелсә генә булһа ла тарих төпкөлдәренә төшөп кителде. Күрәһең, Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовҡа һәйкәл асыу тантанаһына юлланғанғалыр, хәтер ҙә кешелектең изге мираҫы – матди ҡомартҡылар тирәләй уралалыр. Илебеҙ, баш ҡалабыҙ Мәскәү йөрәге Кремль дә уй-хәтеребеҙҙә. Ҡалынлығы 3,5 – 5,5 метр, бейеклеге 5 метрҙан 19-ға еткән 2235 метр оҙонлоҡтағы диуар менән әйләндереп алынған, матурлығы-камиллығы менән һушты алырҙай был ар- хитектура-төҙөлөш комплексы һәр кемде әсир итә. Бар ғаләмгә яҡты нур һирпеп, мәғрур башняларынан көс-ҡеүәт аңҡытып һәр саҡ донъяға фәҡәт тыныслыҡ ораны менән мөрәжәғәт иткән, Рәсәй дәүләте символына әйләнгән Кремль тарихилығы, серлелеге, яҡты йөҙө, бөгөнгө донъя сәйәсәте үҙәге булыуы менән һәр кемде ылыҡтыра.
***
2024 йылдың 7 февралендә Башҡортостандың беренсе Президенты – ундай исем дә килешеп ятты ҡеүәтле республика етәксеһе вазифаһын атамаға – Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовтың тыуыуына 90 йыл тулған көндә уға һәйкәл асылды. Ленин исемендәге паркта, Совет исе- мен йөрөткән урамда. Башҡортостаныбыҙҙың үткәнен өйрәнеп, бөгөнгөһөнә таянып, уның киләсәген күҙаллағанда, Рәсәй Федерацияһы составында үҙенең лайыҡлы, таман, суве- ренлы урынын эҙләгәндә ул йүнәлештә яһаған аҙымдарын ҡануни нығытыуға ғәйрәт һалғанда фекерҙәр бәрелеше, ҡараштар сәкәләшеүе, өмөт- өмөтһөҙлөк ут сәсрәтеп алышыу аренаһына әйләнгән, яҙ- мыштарҙы билдәләр мөһим ҡарарҙар ҡабул ителә торған бина – Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йорто ҡаршыһында – урам аша. Республика етәксеһе Мортаза Рәхимовтың 1990 йылдың 11 октябрендә Башҡор- тостан Республикаһы суверени- тетын иғлан иткән, тарихиға әйләнгән һарайҙа. Һәйкәл ав- торы – Рәсәйҙең халыҡ рәссамы, билдәле скульптор, мил- ләттәшебеҙ Салауат Щербаков.
Көн һалҡынса, аяҙ, ҡояшлы. Халыҡ күп. Тантанала тәүге Президентыбыҙҙың хәләл ефете Луиза Ғәлим ҡыҙы ла булыуы (юҡһа, ул ауырый, килерлек хәле булмауы ла ихтимал тигән хәүеф тә бар ине), монументтың атлас япмаһын үҙ ҡулы менән асыуы (республика Башлығы Радий Хәбиров менән) – үҙе бер онотолмаҫлыҡ мәл. Арҡаһына пинжәген ташлап (тормоштағыса), ҡарашын алға уҡтаған Президент һәйкәле янында Рәсәй Президенты аппараты вәкиле Магомедсалам Магомедов ил етәксеһенең тантана геройына булған баһаһын, мөнәсәбәтен еткерҙе. Әйткәндәй, Владимир Владимирович Путин бер йыл элек Рәхимов вафат булғас, уның менән бәхилләшергә килеүе менән дә уның эшен юғары баһалағанын, кеше булараҡ та хөрмәт иткәнен күрһәткәйне. Татарстан Пре- зиденты Рөстәм Миңлеханов сығышы рус телендә лә, күршеләребеҙҙә тәбиғи нормаға әйләнгән ҡағиҙә-тәртип буйынса үҙ татар телендә лә яңғыраны.
Оҙаҡ йылдар Премьер-министр булып эшләгән Рафаэль Байдәүләтов республика халҡының һөйөүен, баһаһын еткерҙе. Салауат Щербаков иһә нисек эшләүе хаҡында һөйләне.
Һуңынан Рәхимовтың арҡаҙаштары, көрәштәштәре, “командаһы” мәжлескә саҡырылды. Сығыш яһаусылар бөгөн 90 йәшен билдәләр шәхес хаҡында (иҫән булһа) матур хәтирәләре менән бүлеште, уны төрлө яҡлап ҡылыҡһырланы. Уның эшһөйәрлеген, илһөйәрлеген, төрлө ҡыҙыҡлы ваҡиғалар хаҡында иҫкә төшөрҙөләр. Күптәр уның республикаға ҡул менән идара итеү (ручное управление) стилен дә йылылыҡ менән иҫкә алды. Ысынлап та, республиканың ҡайһы төбәгендә ниндәй ағас япраҡ ярғанын, ҡайҙа яңы тыуған бала тауыш биргәнен, ҡайҙа яҡшы нимәгә нигеҙ ташы һалынғанын, хатта ҡайһы ояла йылан көйшәгәнен дә белеп торор ине тынғыһыҙ етәксе. Иртән республиканың бер осонда, кисен ҡараһаң, ҡаршы сигендә.
Быларҙы күҙ алдынан үткәргәндә Орхон-Енисей яҙмаларынан Төрк ҡағанаты етәкселәренең береһе Колтегин һүҙҙәре иҫкә төшә:
Tőnőn uyumadım, Gűndűz oturmadım, Kızıl kanımdı yűgűrttűm, Kara terimdi dőktűm Tűrk budunu iҫin!
(Төнөн ойоманым, Көндөҙ ултырманым,
Ҡыҙыл ҡанымды йүгерттем, Ҡара тиремде түктем
Төрк ҡәүеме өсөн!)
Эйе, Мортаза Ғөбәйҙулла улы халҡы, республикаһы тип төнөн дә йоҡламаны, тик ултырманы, тирен дә түкте. Хәтер һәм ҡәҙер мәжлесендә почетлы “бабай” исеме менән аталған Президенттың тағы бер ҡушаматын да иҫкә алдылар. Яратып, юморға сорналған “открывашка” ҡушаматын. Ысынлап та, яңы төҙөлгән һанап бөткөһөҙ балалар баҡсаһынмы, мәктәптеме, дауахананымы, мәҙәниәт усаҡтарынмы, юлдар-күперҙәр, етештереү объекттарынмы асыуҙа һәр саҡ үҙе ҡатнашырға яратты. Тантаналы асыуҙа, сөнки уларҙы төҙөү, сафҡа индереү тормоштоң өмөтлө алға барыуы хаҡында һөйләй. Бөгөн дә байтаҡ ҡына объекттар төҙөләлер ҙә, әммә халыҡ күңелен йылытҡан, тормоштоң матур киләсәген күрергә өмөтләнгәнен ҡеүәтләгән тантаналы асыуҙар – “открывашкалар” етмәй. Һағындыра хатта. Ул бит тормош тантанаһы.
Мортаза Ғөбәйҙулла улының Рәсәй губернаторҙары-президенттары араһында алдағы сафта булыуы хаҡында ла һөйләнеләр, уның коллегалары төбәк етәкселәре эшмәкәрлектәре лә иҫкә алынды. Алдынғы рәттә барған көслө губернаторҙар менән ярышып, сәмләнеп бергә эшләне беҙҙең “бабай” республика суверенитеты, ил бөтөнлөгө хаҡына. Һәр губернаторҙың көсө, дәүләт аҡылы төрлөсә күренде. Халыҡ хәтерендә ныҡ ҡалған Мәскәү мэры Юрий Лужков, Санкт-Петербургтың Владимир Яковлев, Татарстан Прези- денты, хаҡлы ялға сыҡҡас Рәсәй Хеҙмәт Геройы исеменә лайыҡ булған Мин- тимер Шәймиев менән бөтә Рәсәй сәйәси партия ойоштороуҙары ғына ла күп нәмә тураһында һөйләй. Күрше Свердловск өлкәһе губернаторы Эдуард Росселдең көс-ҡеүәте өлкәне хатта Урал Республикаһына әйләндереү өсөн әүҙем эшмәкәрлек йәйелдереүгә лә етте. Был идеяны өлкәнең 83,4 про- центы яҡлап сыҡты. Киләсәктә үҙ эсенә Пермь, Ҡурған, Силәбе, Ырымбур өлкәләрен дә индерергә тейеш булған Урал Республикаһы Конституцияһы хатта 2003 йылдың октябрендә Свердловск өлкә советы тарафынан раҫлана. Ярай әле Мәскәүҙә был аҙымды тәүҙә хуплаһалар ҙа, уның илде тамам тарҡатып бөтөрөүенә илтәсәген ваҡытында тотоп ҡалалар. Мәркәз 10 ноябрҙә Росселде эшенән ала, тәбиғи, был мәсьәләгә ҡағылышлы урындағы ҡарарҙар, указдар ғәмәлдән сығарыла.
Көслө шәхес Эдуард Россель 1995 йылда Свердловск өлкәһе губернаторы итеп һайлана. Был вазифаһын тик 2003 йылда ғына ҡалдыра. Рәсәйҙең иң юғары наградаһы – “Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн” орденының тулы кавалеры була (тулы – дүрт ордендан тора). Бындай бүләккә ул заман көслө губернаторҙар иҫәбендә булған Мәскәү мэры Юрий Лужков һәм 20 йылдан ашыу (1997 – 2018 йылдарҙа) Кемерово губернаторы вазифаһын башҡарған Аман Тулеев та лайыҡ була.
Матбуғат хәбәрҙәренә ҡарағанда, саҡматаш холоҡло, һәр саҡ һәр нәмәгә үҙ ҡарашы булған был көслө шәхес Аман Ғүмәр улы 1991 йылда ГКЧП ғәмәлдәрен хуплаған, уның өсөн эшенән алынған, РФ Юғары Советы менән Борис Ельциндың 1993 йылғы бәрелешендә тәүгеһе яҡлы була. 1999 йылда уға Почет ордены бирергә тигән ҡарар сығарылғас, уны Борис Ельцин ҡулынан алыуҙан баш тарта, һуңғараҡ ил етәксеһе Владимир Путиндың ҡулынан ала. Әллә нисә тапҡыр һайланып, әллә нисә тапҡыр тәғәйенләнеп уңышлы эшләгәне өсөн “халыҡ губернаторы” тигән исемгә лайыҡ буласаҡ сәйәсмән Рәсәй Президенты һайлауҙарында үҙ кандидатураһын да ҡуйҙы. 1991 йылғы һайлау кампанияһында хеҙмәтсәндәр менән осрашыу графи- гында Башҡортостанға килеү ҙә ҡаралған булған. Шул яуаплы сәфәрендә миңә – “Башҡортостан” гәзите мөхәрриренә уны күрергә насип булған. Мортаза Ғөбәйҙуллович менән Ишембай районына һабантуйға барғанда. Күрергә генә түгел, башҡорт-ҡаҙаҡтың милли эсемлеге ҡымыҙҙы ауыҙ итергә, шахтерҙар “зәмзәм”ен дә иренгә тейҙерергә яҙған булған. “Эй, Мор- таза, әлбиттә, еңмәйәсәгемде хатта мин үҙем дә беләм, – тип йылмая мәртәбәле ҡунаҡ. – Илебеҙҙә демократик принциптар тәрәнерәк тамыр ебәреренә, тиҙерәк, йылдамыраҡ таралыуына үҙ өлөшөмдө индерергә теләнем”, – тине. “Бына һинең менән дә күрештем”, – тип өҫтәне. Һайлау йомғағы уны Рәсәйҙең 6,53 проценты һайлаусылары ил Президенты итеп күрергә теләгәнен күрһәтте.
Үҙ дәүләте Рәсәй Федерацияһы бөтөнлөгөн һаҡлап алып ҡалыу өсөн көн- төн ғәйрәт түккән төбәк етәкселәренә “демократия”, “ирек”, “үҙгәртеп ҡороу” һәм башҡа лозунгтарға ышыҡланып емерткес сәйәсәт алып барған ил етәкселәре менән эшләргә тура килде. Емерткес, тарҡатыусы, хыянатсыл сәйәсәт алып барыусылар менән. СССР-ҙың яңыса ҡоролошо хаҡында әҙерләнгән килешеүгә ҡул ҡуйырға бер-ике көн ҡалғас ГКЧП ойошторған, Федераль килешеүгә бына-бына ҡул ҡуябыҙ тигәндә Б. Ельцин-дың Юғары Советты утҡа тотоуын башҡаса нисек баһалайһың? Әлбиттә, хыянатсыл.
Ә ил именлеге, бөтөнлөгө гаранты булған СССР Президенты Михаил Горбачевтың Беловежская пущала “ҡыҙмасаланып” алған өс союздаш рес- публика етәксеһенең – Борис Ельциндың, Леонид Кравчуктың, Станислав Шушкевичтың СССР-ҙы тарҡатыу хаҡындағы Килешеүҙәрен ғәмәлдән сығарып, ул ҡарарға ҡул ҡуйған “етәкселәр”ҙе шунда уҡ вәкәләттәрен арт- тырып, хыянатсыл ҡарар ҡабул иткәндәре өсөн эштән алырға, сәйәсәттән ҡыуырға көсө лә, теләге лә, башы ла етмәгән. Хәйер, еткәндер, ни тиһәң дә, ил башлығы тәжрибәле сәйәсмән бит. Дөрөҫөрәге, Ватанын, совет дәүләтен һаҡлап алып ҡалыу теләге булмағандыр. Уның халыҡ-ара сәйәсәтенә нығыраҡ иғтибар итһәң, киреһенсә, илен тарҡатыу тигән йәшерен ниәт йөрөткәндер, тигән уй ҙа килә башҡа. Һәм йәшерен ниәтен тормошҡа ашырырға һәләк “йәтеш” ситуация тыуҙырыла. Өс славян республика етәксеһе саба бит балта ҡеүәтле социалистик дәүләт – СССР тамырына. Ми- хаил Горбачев түгел бит. СССР Президентының остоҡ та ғәйебе юҡ. Уның иле, халҡы алдында, тарих майҙанында выжданы таҙа. Бына шундай ҡулдарында иң юғары власть булған, илде тарҡатыу өсөн “ғәйрәт һалған” инсандар-хаиндар ҡулы аҫтында яҙмыштарын ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, ил бөтөнлөгө өсөн көрәшкән илһөйәр фекерҙәштәре губернаторҙар менән бер сафта – алғы сафта барған оло сәйәсмәнгә ҡуйылды бөгөн һәйкәл. Башҡортостанды кәүҙәләндергән дүрт метр бейеклектәге гранит стела фо- нында республикабыҙҙың бөгөнгө тарихын яҙған бөйөк шәхестең өс метрлыҡ мәрмәр һыны тыуған илен байҡап тора.
Барыбыҙҙы ла шатландырған тантанаға күңелде ҡырырлыҡ ноталар ҙа килеп инде. Унда хөрмәт күрһәткән шәхесебеҙҙең улы күренмәне. Был уның уллыҡ бурысын үтәүҙән ялтанған кеүек ҡабул ителде булһа кәрәк. Бында ҡатнашмауының аныҡ сәбәбе лә, уны белеүселәр ҙә барҙыр. Ә фараз итеүселәр төрлөсә уйлай. Нисек кенә булмаһын, күңелдә төйөр ҡалды.
Заманында совет халҡы ең һыҙғанып илде индустриялаштырыуҙа ҙур ҡаҙаныштар яулағанда талантлы шағир Ғәлимов Сәләм: “...Минең халҡым кеүек кемдең тағы иң ҙур һәйкәл өсөн хаҡы бар?” – тигән һорау ҡуйғайны. Һәр бер халыҡтың да хаҡы бар икәнен белһә лә, халҡы өсөн сикһеҙ ғорурланыуҙан тыуғандыр был юлдар. Бөгөн Башҡортостан Республикаһының беренсе Президенты Мортаза Рәхимовҡа ҡоролған мо- нумент халҡыбыҙға һәйкәл булып ҡалҡты. Илендә нур сәсеп, халҡын дәртләндереп алға әйҙәп. Һәйкәлдең алдағы яҙмышы матур булыр, иншаллаһ!
***
Сәйер... “Һәйкәл яҙмышы матур булыр, иншаллаһ!” тигән һүҙҙәр үҙенән-үҙе яҙылды. Күрәһең, беренсе Прези- дентыбыҙҙың 90 йыллығы хаҡында уйланып, уға һәйкәл асылыуын нисегерәк аҡ ҡа- ғыҙға төшөрөү тураһында фекер төйнәгәндә, һәйкәл- дәргә ҡағылышлы тарихты өйрәнеп, материалдар эҙләп соҡсонғанда тыуған төрлө хистәргә эйәреп, һиҙҙермәй ҙә килеп кергәндер. “Юҡҡа ғына килеп инмәнем, уйла, уйлан” тигәндер. Эйе, һәйкәлдәрҙең дә әҙәм балаһыныҡы кеүек яҙмышы бар.
Айырым шәхестәргә ҡуйыл- ғандарының ғына түгел, донъя ағышындағы мөһим ваҡиға- ларҙы билдәләгән, тамғалаған, һүрәтләгән, күрһәткән, мәңге- ләштергән тарихи ҡоролмаларҙың да – ә улары төрлө-төрлө формала: саркофагтар, мавзолейҙар, пи- рамидалар, аллаларға (мифологиялағы), кәшәнә-төрбәләр, ҡәберлектәр- балбалдар, колонналар-аркалар, һарайҙар-майҙандар, мәңгелек уттар-таҡтаташтар, обелисктар-скульптор композицияларҙың – үҙ яҙмышы... Меңйыллыҡтар, быуаттар, дәүерҙәр тарихы, кешелек йәмғиәтенең драматик-трагик үҫеше, ошо Ерҙә бар булып, матур, иркен, хужаларса йәшәү өсөн туҡтауһыҙ ҡанлы көрәш, аяуһыҙ алыш, афәтле һуғыш символдарына әйләнгән ҡоролмаларҙың, юғарыраҡ бер аҙ күҙәтеп үткәнсә, яҙмыштары төрлөсә. Ҡайһы берҙәренә оҙон-оҙаҡ – меңәр йыл ғүмер бирелгән. Бәғзеләренең – айырым шәхестәрҙе һынландырғандарының яҙмышы хәүефкә тулы: ғүмерҙәре инсандарҙың ике-өс быуыныныҡы хәтлем генә була. Төрлө сәбәптәр табылып, улар хәтерһеҙлек донъяһына быраҡтырыла.
Ҡайһы бер бөйөк шәхестәр ундай хәүефле яҙмышҡа тарып ҡуйыу, дусар ителеү ихтималлығын алдан һиҙепме икән (бөйөклөк был осраҡта, бәлки, шундалыр ҙа), үҙҙәренә һәйкәл ҡуйҙыртмағандар. Шундайҙарҙың береһе – донъяны дер ҡалтыратып тотҡан (“потрясатель Вселенной”), төрлө халыҡтарҙы туплап, берләштереп тарихта тиңе булмаған империя төҙөгән Сыңғыҙхан. Тарихсылар аңлатҡанса, уның ҡәберенең ҡайҙа икәнлеге билдәле лә түгел. Бөйөк ҡағандың ерләнгән ерен әҙәм балаһы белмәһен тип, ханды “күккә” мәңгелек донъяға оҙатыуға ҡатнашҡан һәр береһен, хатта был йола-ғәмәлдең ҡайһы тарафта башҡарылғанын осраҡлы күреп ҡалыуы бар тип шикләнгән тере йәндәрҙең ғүмерҙәрен ҡыялар. Эҙ яҙҙырыу өсөн тирә-йүндә әллә нисәмә ялған ҡәбер ҡаҙылып-күмелгән. Шунан өйөр-өйөр йылҡылар үткәргәндәр, тигеҙләп, ныҡ итеп тапатып. Тырышып башҡарған яуаплы эштәрен Сыңғыҙхан вариҫтары-ярандары: бөгөнгә тиклем бер кем дә белмәгән дә, таба ла алмай уның ҡәберен.
Ә һәйкәлгә килгәндә, ул саҡта, бәлки, былай уйлағандарҙыр: ағастан булһа серер, тимерҙән булһа тутығыр, таштан – онталыр. Халыҡ күңелен яулап алһаң, эштәрең менән хәтеренә һеңеп ҡалһаң, исемең былай ҙа мәңгелектә булыр. Халыҡ хәтерендә булһын...
Шулай ҙа легендар полководец барыбер “һәйкәлле булды”. Хәҙерге заман етәкселәре әллә халыҡ, тарих хәтеренә ышанып бөтмәй, бөйөк Сыңғыҙхандың атлы һынын һәйкәл итеп күтәрергә булалар. 2008 йылда, ва- фатына 731 йыл үткәс, Монголия баш ҡалаһы Улан-Баторҙан 54 саҡрым алыҫлыҡта 10 метр бейеклектәге постаментҡа 40 метр бейеклектәге һәйкәл урынлаштырыла. Ҡасанға тиклем шулай Ер шарын, бар ғаләмде айҡап- байҡап торор өсөн ҡалҡты икән?
Сыңғыҙхандың донъя яулау, империя ҡороуҙағы “вариҫы” Аҡһаҡ Тимер- Тамерланға ла һәйкәл бик һуң – ХХ быуат аҙағында ғына ҡойола. Ул 1993 йылда, биш быуат буйы тарих һынауҙарын үткәс кенә, Үзбәкстандың баш ҡалаһы Ташкенттың иң түрендә урын ала. Атлы һыны. Дөрөҫ, халыҡ хәтерендә Аҡһаҡ Тимерҙең үҙенсәлекле “һәйкәлдәре” әле лә һаҡлана. 1400 йылда оҙаҡ баш бирмәйенсә ҡаршылашҡан Алеппо (хәҙерге Сүриә) ҡалаһын алғас, 20000 сүриәлеләрҙең баштарын киҫеп, уларҙан ҡаланы әйләндереп ҡурғанға оҡшаған бик күп өйөмдәр өйҙөртә. Бағдад ҡалаһын алғас, йыһангирҙең “ижади фекере, зауығы” тағы ла киңәйеп тә, тәрәнәйеп тә китә. Үҙенең көс-ғәйрәтен, бөйөклөгөн-яһиллығын, аяуһыҙлығын- миһырбанлылығын бар донъяға һөйләп, ҡурҡыныс һалып торһондар тип- тер, ҡала янында йәһәннәмгә оҙатылған 90 мең әсирҙең баш һөйәгенән 120 пирамида өйөргә ҡушҡан. Мысырҙа пирамидалар күптән төҙөлгән бит, ул бында өйҙөргән, баш һөйәктәренән – ҡурҡһын бар донъя...
Сыңғыҙхандың да, Аҡһаҡ Тимерҙең дә үҙҙәренә ҡойолған һәйкәлдәрҙең яҙмыштары нисек булыр? Геройҙар тормошондай булырмы, әллә тарих уларға башҡасарағын әҙерләгәнме? Белеп булмай. Һәйкәлдәр ғүмере даими үҙгәреүсән донъяға бәйләнгән. Тарих майҙанына ҡайҙа, ҡайҙан, ниндәй ижтимағи-сәйәси көстәр ниндәй ҡоролош, ниндәй идея алып килә, нимәгә табына, маҡсаты ни, нимә көҫәй? Бына бер миҫал. 1918 йылда Рәсәй Халыҡ комиссарҙары Советы ҡабул иткән Декретта былай тип әйтелгән: “Памят- ники, воздвигнутые в честь царей и их слуг и не представляющие интереса ни с исторической, ни с художественной стороны, подлежат снятию с пло- щадей и улиц”. Шунан башлана ла инде – ХХ быуат башында – быға тиклем ҡуйылған һәйкәлдәр тарихын яңынан ҡарап сығып, яҙмыштарын үҙгәртеү. Постаменттарға баҫтырылып илен быуаттар һуҙымында байҡап торған әһелдәрҙең күбеһенең эшмәкәрлеге халыҡ мәнфәғәттәренән сығып башҡарылмаған, тик халыҡты иҙеүгә йүнәлтелгән булған тип, таш, суйын һындары тарих сүплегенә оҙатыла. Иғтибарҙы бер нәмә үҙенә тарта: ҡайһы бер батшалар монументтарына ҡағылмайҙар: һәр хәлдә, Санкт- Петербургтағы Петр I, Екате- рина II булған монументтарға теймәйҙәр. Павел I, Николай I һәйкәлдәре лә имен ҡала. Рәсәй тарихында ҡылған эштәрен Фе- мида бизмәненә һалғас, яҡшыраҡтары һәлмәгерәк тартҡандыр. Үҙҙәренсә, идеологияларына ярашлы “объектив” баһалағас, синфи дошмандарҙың ҡайһы бер һәйкәлдәрен киләсәк быуындарға еткерергә ярай тип баһаланғандыр, күрәһең. Дөрөҫ, Екатерина II буйынса икеләнеү ныҡ булғандыр. Уның Краснодарҙағы, Одессалағы һәйкәлдәре “ыҙа сигеп” алды. 1896 йылда Краснодарҙа асылған һәйкәлде 1920 йылда ҡутарып ташлайҙар, яңынан 2006 йылда тергеҙәләр. Одессалағыһының яҙмышы ҡатмарлыраҡ: 1900 йылда асылған һәйкәлде 1917 йылғы февраль революцияһынан һуң туҡыма менән ҡороп-ҡаплап ҡуялар. 1920 йылда бөтөнләй һүтәләр. Заманалар үҙгәргәс, 2007 йылда яңынан ҡала уртаһында ҡалҡып сыға. Тик оҙаҡҡа булмай, ни бары 15 йылдан, 2022 йылда, украин- лылар “инде мәңгегә” тип тағы ҡолаталар... Кем белә, йә бөйөклөгөнә башы әйләнгән, йә мәсхәрәләнеүенә һуштан яҙған өнһөҙ һәйкәл, Одесса Украи- нанан берәй төрлө айырылып сыға алһа, бәлки, миңә лә тыныс көндәр килер, тип ваҡыт-ваҡыт хыял йөрөтәлер. Кем белһен, һәйкәл яҙмыштары...
Башҡортостанда һәйкәлдәр тарихы күпкә ҡыҫҡа, Совет власы урынлаштырылғас ҡына башлана. Өфөлә иң беренсе һәйкәлде В.И. Ленинға ҡуялар – 1924 йылда, бөгөнгө Ленин һәм Коммунистик урамдары киҫешкән мөйөштәге скверҙа. Ҡуйылған саҡта ул “баҫып торған” булған, бер нисә йылдан үҙгәртеп, “ултыртып” урын- лаштыралар, бөгөнгө рәүешендә.
1937 йылда Максим Горький Өфөнө “үҙ итә”, Совет майҙанында 3-сө гимназия алдын. 1948 йыл Иосиф Сталин Ленин урамындағы скверҙа урын ала. 1949 йыл – Александр Пушкинды, 1959 йыл Сергей Ак- саковты һәйкәл ҡуйып мәңгеләштерәләр. Ислам дине һындарға, әҙәмзат һүрәттәренә табыныуҙы оло гонаһ тип һанағанға, ундай шөғөл-ғәмәлде ҡәтғи тыйғанға, ул динде ҡабул иткән илдәрҙә һәйкәл ҡуйыу тигән нәмә булмаған. Башҡорттарҙан иң беренсе һәйкәл-бюст 1949 йылда – ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевкә, Салауат Юлаевҡа – 1952 һәм 1969 йылдарҙа, Мәжит Ғафуриға – 1967 йылда, Шәһит Хоҙайбирҙингә – 1978 йылда, Александр Матросовҡа (Шакирйән Мөхәмәтйәнов) – 1951 йылда, Заһир Исмәғилевкә – 2008, Аҡмуллаға – 2008 йылда, Мостай Кәримгә 2013 йылда ҡуйыла. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарынан бе- ренсе бюст яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшинаға Бөрө ҡалаһында 1979 йылда ҡуйыла, 2016 йылда халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваға – Өфөлә. 2017 йылда Советтар Союзы Геройы Мәғүбә Сыртлановаға – тыуған ҡалаһы Бәләбәйҙә. Шәйехзада Бабичҡа, Мифтахетдин Аҡмуллаға, Арыҫлан Мөбәрәковҡа, Миңлеғәле Шайморатовҡа, Таһир Күсимовҡа, Ғази Заһитовҡа – Өфөлә, Зәки Вәлидигә – Санкт-Петербург университеты ихатаһында, Ишембайҙа, Сибайҙа (Өфөләге һәйкәлдәр хаҡында тулыраҡ мәғлүмәтте крайҙы өйрәнеүсе билдәле журналист Анатолий Чечуханың “Бельские просторы” журналының 2025 йылғы икенсе һанында баҫылған күләмле, эстәлекле мәҡәләһенән алырға була). Рәми Ғариповҡа – Арҡауылда. Үҙем яҙып ултырам, үҙемдең кәйефем күтәрелә бара: халҡыбыҙ күпме мәртәбәле, абруйлы, тарихыбыҙ күгендә яҡты йондоҙ булып янған шәхестәребеҙгә ихтирамын, һөйөүен, ҡәҙерен белдереп, улар исемен мәңгеләштерә.
Халыҡ хәтеренә һеңгән шәхестәребеҙ Кинйә Арыҫланов, Ҡәнзәфәр Усаев, Ҡаранай Моратов, Назар Нәжми, Яҡуп Ҡолмой, Рауил Бикбаев, Ноғман Мусин, Рәшит Солтангәрәев, Булат Рафиҡов, Динис Бүләков, Әнғәм Атна- баев, тағы ла байтаҡ арҙаҡлыларыбыҙ һәйкәлдәр, бюстар, мемориаль таҡталарҙа, барельефтарҙа һынландырылып, урамдар, парктар, мәктәптәр, мәҙәни-мәғрифәт йорттарына шәрәфле исемдәрен биреп халҡы, милләттәштәре менән “аралашып” йәшәй. Ә Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай институтында, әйтерһең дә, зыялыларыбыҙ, та- рихи шәхестәребеҙ кесе ҡоролтайға йыйылған. Фойе, холдарҙа иркенләп урынлаштырылған Кинйә Арыҫланов, Исмәғил Тасимов, Шаһиәхмәт Си- баев, Зәйнулла Рәсүлев, Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев, Әхмәтзәки Вәлиди, Мөхәмәтша Буранғолов, Һәҙиә Дәүләтшина, Хөсәйен Әхмәтов, Сергей Чек- марев, Рәми Ғарипов, Харис Йосопов барельефтары улар ғүмерен оҙонайтҡан скульпторҙар Хәйҙәр Ғарипов һәм Ишморат Дәүләтбаевҡа рәхмәт әйтеп, доға сығып торғандай. Ә күпме азаматтарыбыҙ алдында бын- дай изге эштәрҙе башҡарыу бурысыбыҙ тора әле.
Тормошобоҙ, йәшәйешебеҙ тотороҡло булһа, тышҡы дошмандар, эске мөртәттәр донъя бутауҙан туҡтаһа – улар үҙҙәре туҡтамаҫы көн кеүек асыҡ – әгәр уларҙы туҡтата алһаҡ, тип әйтеү дөрөҫөрәктер – ундай бурысын үтәр халҡыбыҙ. Түңкәрелештәр ғәҙәткә инеп китмәһә, ижтимағи-сәйәси ҡоролоштар ниндәйҙер “график буйынса” тигәндәй алмашынып тороп, тамам төңөлдөрөп бөтмәһә... Ана, либерал-дерьмократтар СССР-ҙы тарҡатып, социализмды туҙҙырып та бөтмәнеләр, Совнаркомдың 1918 йылғы указын үҙҙәренә үҙҙәренсә ҡулланма итеп алып, йәһәт кенә эшсе- крәҫтиәндәр власы заманында ҡоролған һәйкәлдәрҙе ажарланып ҡыра- емерә башланылар. Ҡала, урамдар исемен алмаштырыу уларҙың иң яратҡан шөғөлөнә әйләнде. Әйтергә кәрәк, Башҡортостанға вәхшиҙәрсә ҡотороноу шауҡымы әллә ни теймәне. Ул саҡтағы Президент Мортаза Рәхимов ул эпидемияның таралыуына юл ҡуйманы.
Көнбайыштың бөгөнгө идеологияһын һеңдереп, “десоветизация”, “де- коммунизация” эшенә тотонған хаиндарҙың был сирҙәре бик тә йоғошло булып сыҡты. Уларҙың кордондың теге яғындағы илдәрҙәге, яңыраҡ ҡына үҙҙәрен социалистик тип атаған дәүләттәрҙәге, союздаш республика булып үҙаллылыҡ алғандарҙың ҡайһы берҙәрендәге фекерҙәштәре уғата ла дәртләнеп тотондо социализм идеяларын символлаштырыусы матди ҡомартҡыларҙы “тамырынан ҡоротоуға”. Европаны фашизмдан азат итеү, ҡоллоҡтан ҡотҡарыу өсөн баштарын һалған, һуңғы төйәктәрен сит ерҙәрҙә тапҡан миллиондарса Совет һалдаттарының ҡәберҙәрен, туғандар ҡәберлеген, һәйкәлдәр, монумент-мемориалдарҙы туҙҙырыуға ла күп һорамайҙар. Хоҙайҙан да ҡурҡмайҙар, әсәләр ҡарғышынан да. Намыҫ, выж- дан, хәтер, кешелеклектәре ҡайҙа булған? Уларҙы Рәсәй тыуған көндән үк уны күрә алмау, дошман тип һанау, ер йөҙөнән юйып ташлау теләктәре тамам баҫып киткәнме? Бәлки, ысын хәҡиҡи тарих барлығын онотоп (иҫәпкә алмай), уны үҙҙәренсә үҙгәртеп (беҙҙеңсә әйтһәк – “боҙоп”) яҙыу. Уларға оҡшамаған факттарын, ваҡиғаларын, осор-дәүерҙәрен, еңеү- еңелеүҙәрен, ил-дәүләттәрен телгә лә алмай тарих биттәренән юйып таш- лау, көнбайышса “биҙәү” теләге күҙҙәрен генә түгел, аҡылдарын да томалағандыр. Шулайҙыр. Тарихты үҙендә туплап, уны яңынан-яңы быуындарға түкмәй-сәсмәй объектив еткереүсе тарихи-мәҙәни объекттар ҡомартҡылар ғына булмайынса, миллиондарса инсанға, ғөмүмән, йәмғиәткә көслө эмоциональ йоғонто яһаусы идеологик ҡорал да икәнлеген яҡшы үҙләштергән көнбайыштың “яҡшылыҡ теләүсе” идеолог- эшмәкәрҙәре тарихты “йыштырып-шыштырып”, илдәге монафиктар менән уны “ауыҙлыҡлап” үҙҙәре теләгәнсә файҙаланырға тырышып яталар. Ә “яңыртылған”, капитализм юлына күскән Рәсәйҙә либерал-дерьмократтар үҙ идеялары платформаһын нығытыу теләге менән янып, ҡасандыр ҡолатылған һәйкәлдәрҙе тергеҙеп кенә ҡалмай, “беҙ большевиктарға ҡаршы ғына көрәшәбеҙ” тигән, асылда ватандаштарына, халҡына ҡаршы һуғышҡан аҡ генерал һәйкәлдәре менән Рәсәй киңлектәрен тултыра.
СССР составында булған союздаш республикалар бойондороҡһоҙ дәүләткә әйләнеү менән уларҙың лидерҙары иғтибарын иң тәүҙә үҙ власын нығытыуға йүнәлтте. Үҙ илдәре тарихының Советтар Союзы идеологияһы күләгәһендә ҡалып килгән осорҙарын, биттәрен, ваҡиғаларын тергеҙеү, ҡайтарыу өҫтөндә әүҙем эшләй башланылар. Әйткәнебеҙсә, ислам динендә кеше һүрәтен төшөрөү, һәйкәл-монументтар ҡойоу рәхсәт ителмәгән булғас, тарихтағы юлбашсылар һыны, йөҙө сәнғәттә лә, тормошта ла сағылыш тапмаған. Урта Азия дәүләттәренең бөгөнгө етәкселәре илде ойоштороусыларын, халҡын туплап дәүләт төҙөүселәрен халыҡ күрергә тейеш тип иҫәпләп, уларға һәйкәл-монументтар ҡора башланылар. Аста- нала ҡаҙаҡ дәүләтен ойоштороусылар – Кереү хан менән Жаныбек ханға һәйкәл ҡалҡып сыға (2010 йыл), Ташкентта – Аҡһаҡ Тимергә, Тажикстанда, Дүшәнбелә – Исмаил Сомониға. Өр-яңы тарихта илдәре үҙаллылыҡ иғлан иткәндә, бойондороҡһоҙлоҡта тәүге аҙымдарын яһаған мәлдәрҙә власта булған сәйәсмәндәр киләсәк быуындарға эш ҡалдырмайынса, үҙ исемдәрен үҙҙәре үк мәңгеләштереү йүнен ҡарай башлай. Төркмәнстандың беренсе Президенты (1990 – 2006 йылдарҙа) Сапарморат Ниязов күрелмәгәнсә йәнлелек күрһәтеп, илен үҙ һәйкәл-бюстары менән тултыра. Уларға күҙ- ҡолаҡ булһын тип Ашхабадта 12 миллион долларға төшөрөп бейек постаментҡа даими әйләнеп торған алтындан ҡойолған (шулай тип яҙалар) статуяһын ҡуя. Советтар Союзы заманында уҡ Рәсәйҙә лә ҙур популярлыҡ яулаған Нурсолтан Назарбаев Ҡаҙағстандың тәүге Президенты итеп һайланғас, үҙаллы Ҡаҙағстан халҡы уға ололап һәйкәлдәр ҡуя башланы. Улар Астанала, Алматыла, Төркөстанда, Талды-Ҡорғанда һәм тағы күп ерҙә ҡалҡып сыҡты. 30 йыллап республикаға етәкселек иткән шәхескә “Илбашы” тигән титулды “мәңгегә” биреп ҡуйҙылар. Баш ҡала Астананың исеме Нур- Солтан тип үҙгәртелде. Тик берекмәне был исем баш ҡалаға: ике йыл ярым- дан, 2022 йылдың сентябрендә, Астана исеме унда яңынан ҡайтты. Һәйкәлдәре яҙмышы ниндәй булыр? Урта Азияла яңынан тыуған дәүләттәрҙең береһендә – Тажикстанда ла был юҫыҡта үҙенсәлекле ғәмәлдәр ҡылына. 1994 йылдан Президент вазифаһында ғәйрәт түккән Эмомали Рахмонға Тажикстан Геройы исеме бирелеп кенә ҡалмай (1999 йыл), уға “милләт лидеры”, “тыныслыҡҡа нигеҙ һалыусы” (основатель мира) тигән рәсми титулдарҙы мәңгелеккә беркетеп ҡуялар. Милләт лидерына һәйкәл дә башҡаларҙыҡынан айырылып тора. Һәйкәл Президенттың “Та- жиктар тарих көҙгөһөндә” тигән китабына ҡуйылған. Биттәре асылған китап-һәйкәлдең оҙонлоғо – дүрт, киңлеге – алты метр. Дүшәнбенән 20 саҡрымдағы Гиссар ҡалаһы янындағы был мемориаль монумент һәр кемдең иғтибарын үҙенә тартып, Президент әйткәнсә, йәш быуынға илһөйәрлек рухын бөркөп тора.
Был илдәрҙең күршеһе Үзбәкстандың беренсе Президенты Ислам Кәримов 25 йыл хакимлығы осоронда үҙенә һәйкәл ҡуйып өлгөрмәне. Ул эште уның вафатынан һуң Үзбәкстан Хөкүмәте башҡара: 2017 йылда ил башлығына Ташкентта һәйкәл ҡуйыла. Шул уҡ һәйкәл күсермәһе 2018 йылда бәхәстәр тыуҙыра-тыуҙыра Мәскәүҙә лә пәйҙә була. Ҡырғыҙстандың Президент карьераһын (1991 – 2005 йылдар) күңелһеҙерәк тамамлаған ғалим Асҡар Акаев ундай эш менән булышырға ваҡыт еткерә алманы. Үҙе, бәлки, белеп тә өлгөрмәгәндер, әммә илдә уның портреты төшөрөлгән почта маркаһы таратыла... Бәлки, үҙ-үҙҙәрен тарихҡа һәйкәлдәр аша индерергә яҫҡынмаған ил, милләт лидерҙары дөрөҫ эшләйҙер. Ни тиһәң дә, һәйкәлдәр ғүмере лә, яҙмышы ла гел генә көнләшерлек түгел бит... Һәйкәлдәр, һәйкәлдәр.
Йәшәйеш – туҡтауһыҙ эш-хәрәкәт, хеҙмәт, донъя ҡороу, тигәйнек. Йәшәйеш – бер өҙлөкһөҙ һуғыш тигән билдәләмәне лә тулыһынса ҡабул итте инде, буғай, кешелек. Донъя яралыу менән беренсе пәйғәмбәребеҙ Әҙәм ғаләйһиссәләмдең өлкән улы Ҡабилдың ҡустыһы Һабилдың йәнен ҡыйыу мәленән башланған, әҙгә генә лә туҡтамаған ҡан ҡойош, һис тә генә кире ҡағып булмаҫлыҡ, ышандырырлыҡ дәлил булып тора. Нимә өсөн генә һуғышмағандар? Тыумыштан булған инстинкт талап иткән ҡарындарын тултырыу, тәне ихтыяждарын-талаптарын, нәфсеһен ҡәнәғәтләндереү өсөн, мөхәббәт-көнләшеүҙән, власть, башлыҡ, етәксе булыу өсөн дә. Йәмғиәт үҫешә килә һуғыш-ыҙғыш сәбәптәре лә арта, төрлөләнә, даирә талабы ла киңәйә. Ер-һыу кәрәк – алыш, ил-ереңде, именлегеңде һаҡлау – һуғыш, дин-иманыңды ҡурсалау йәки көсләп тағыу – ҡан ҡойош, хәҡиҡәт өсөн, ә һәр кемдең, ҡәүемдең, илдең үҙ хәҡиҡәте – ҡорал ҡулланыу, намыҫ, бәҫкә тел тейҙертмәү, илгә бәлә-зыян килтертмәү өсөн дә – ҡорал тотоп аяҡҡа баҫыу.
Һуғыш та һуғыш... Бөгөн дә ҡайҙа ҡарама – бәрелеш, сәкәләшеү, һөжүм итеү, инсандарҙы ҡырыу. Африкала, Яҡын Көнсығышта, Алғы Азияла, Кав- казда, Латин Америкаһында, Һинд Ҡытайында, АҠШ һәм Израиль – Иран, Пакистан – Афғанстан, Мьянма ерҙәрендә, үҙҙәрен алдынғы, мәҙәниәтле, айырым бер цивилизация тип иғлан иткән Европала, донъяның әллә ни тиклем төбәктәрендә...
Рәсәй ҙә бөгөн һуғышҡа йәлеп ителгән: ул Украинала махсус хәрби опе- рация алып барырға мәжбүр булды. Милләттәштәрҙе яҡлап, күршеләрҙә оялап алған неонацизм, неофашизм тигән күренештәрҙе тамырынан ҡороторға тигән ниәттән сығып, 2022 йылдың 24 февралендә башланған операция оҙаҡҡа бармаҫ ул, тип уйлағандар яңылышҡан булып сыҡты. Дүрт йыл бара инде алыш, ҡасан тамамланыры һаман да алыҫта, томан артында кеүек. Алыштың тәүге көндәре үк был һуғыштың быға тиклем булған ҡораллы бәрелештәрҙән ныҡлы айырылып торғанын күрһәткәйне. Опера- цияны Көнбайыш Европа, Америка Ҡушма Штаттары Украинаға ҡорал һәм хәрби техниканы мул һәм йомарт биреп прокси-һуғышҡа әйләндерҙе. Төрлө ҡоралдар ҡулланып, төрлө юҫыҡта, йүнәлештә, тарафта төрлөсә стра- тегия, тактикаға таянып алып барылған алышты ҡылыҡһырлаған атамалар ҙа күбәйҙе. Артиллерия (контрбатарейная) һуғышы; террористик һуғыш; дрондар һуғышы; технологик, кибер-гибрид һуғыш. Хатта яһалма зиһен алышы тип әйтеүселәр ҙә бар. Тиҙҙән роботтар һуғышы тип аталасаҡ, тип фаразлаусылар ҙа күренә башланы.
Ҡорал һуғышы менән бер ҡатарҙан, улар менән бергә бәйләнеп, үрелеп- үрелешеп мәғлүмәти майҙанды үҙ эсенә алған идеологик һуғыш та бара. Аяуһыҙ, мәкерле, оятһыҙ рәүештә алып баралар күҙгә бәрелеп бармаған был төр һуғышты Көнбайыш Европаның, АҠШ-тың сәйәсмәндәре, дәүләт эшмәкәрҙәре, идеологтары. Тарихи хәҡиҡәтте үҙгәртеп, боҙоп күрһәтеүгә, ялғанға, яла яғыуға, ғәйеп ташлауға, яҙлыҡтырыу, аҙаштырыу, бутауға нигеҙләнеп, хаинлыҡҡа таянып...
2023 йылдың 15 авгусында ошо мәхшәр эсендә рәсәйлеләрҙең иғтибарын йәлеп иткән ваҡиға булды. Рәсәйҙең Великие Луки ҡалаһында бөйөк СССР-ҙың бөйөк юлбашсыһы тип танылған И.В. Сталинға статуя ҡуйылды. “Микрон” заводы биләмәһендә. Скульптор Михаил Красильников юлбашсы һынын һигеҙ метрлыҡ һәйкәлдә кәүҙәләндергән. 2019 йылда уҡ ҡойолған монумент дүрт йыл ошо “Микрон” заводы келәтендә үҙенең донъяға сығыр, халыҡ күҙенә күренер, уның менән күҙгә-күҙ ҡарашыр сәғәтен көтөп ятҡан. Скульпторҙар уны “икенсе Сталинград” тип аталған Великие Лукиҙа әҙерләп, Бөйөк Ватан һуғышында Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына ҡарата – 2020 йылда Волгоградта ҡуйырға ниәтләнгән булған. Тик ул ниәткә тормошҡа ашыу насип булмаған. Һәйкәл яҙмышын “билдәһеҙлектән” ҡотолдороп, уны “икенсе Сталинградта” – Великие Лукиҙа көнгә сығарғандар. Асыу тантанаһын күп йылдар Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты булған, “Рәсәй дөйөм халыҡ союзы” хәрәкәте рәйесе Сер- гей Бабурин алып бара. “Мы помним, что Сталин – это символ ликвидации безграмотности, культурной революции, становления могучей промышлен- ности и развитого сельского хозяйства. Это триумф науки”, – тип ҡылыҡһырланы ул 29 йыл Советтар Союзы тигән дәүләттең етәксеһе булған шәхесте. Ул шулай беҙҙең – бар совет халҡының (СССР заманында тыуып үҫкән, тәрбиәләнгән, социалистик иле мәнфәғәтен күҙәтеп, халыҡтың тра- дицион рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрен һаҡлап йәшәгәндәрҙе күҙ уңында тотам), бөгөнгө Рәсәйҙәге күпселектең (аҙсылыҡ тип иҫәпләгәнем – яңы осорҙа, йәғни, капитализмға кире ҡайтҡас, уға тиклемге тарихты – бигерәк тә социализм осорон юҡҡа сығарырға тырышҡан идеология хакимлыҡ итә башлағас тыуған, тәрбиәләнгән быуындың бер өлөшө) фекерен еткерә, донъяға мөнәсәбәтен күрһәтә.
Бөйөк юлбашсыға һәйкәл асыу уның шәхесенә, эшмәкәрлегенә, тарихтағы урынына төрлө ҡарашта булыусылар араһында аңлашып бөтмәүселек киңәйеп, тәрәнәйеп китеүенә, ҡапма-ҡаршылыҡты көсәйтеүгә сәбәпсе булып ҡуймаһын, киреһенсә, был мәсьәләлә берҙәм ҡарашҡа килеү процесын нығытһын тип, асыу тантанаһына төрлө фирҡә ағзалары, фирҡәһеҙҙәр, ғөмүмән, төрлө ҡарашлылар саҡырылғайны. Насрани (пра- вославный) отец Антоний ҙа, мәркәздән килгән мөфтөй Анар Рамазанов та фатихаларын бирҙе. Отец Антоний үҙ дине ҡағиҙәләренә ярашлы һәйкәлде изгеләштерҙе: изге һыу тамсыларын таш һынға төрлө яҡлап һирпеп-бөркөп сыҡты. Сталинды бар нәмәлә – иң беренсе динде тыйыуҙа ғәйепләгән (ә ауыр йылдарҙа әллә нисәмә сиркәүҙе тергеҙеүе, мосолмандар диниә наза- раты эшмәкәрлегенә юл асыу ни эшләптер “онотолған”) сиркәү отец Антонийҙың был эшен хуп күрмәне, киреһенсә, уны ғәйепләне. Был руханиҙың шәхси позицияһы тинеләр ҙә тикшереү башланылар. Һөҙөмтәһе – епархия был руханиға 10 мең һум штраф һала. Шәхси фекерен белдергән өсөн түгел, әлбиттә – беҙҙә демократия, уның өсөн яуаплылыҡҡа тарттырмайҙар. Ә сиркәү нәмәләрен-йыһаздарын түләүһеҙ тотонғаны өсөн: рөхсәтһеҙ изге һыу запасын алған, илаһи бумаланың амортизация хаҡын күтәртеүгә сәбәпсе булған, йәғни, бер аҙ туҙҙырған-иҫкерткән. Был тәңгәлдә ошо “принципиаль” аҙымдары менән көслө йоғонтоһо бер төркөмөнөң руханиҙарҙың үҙ ҡараш-баһаңды, позицияларыңды яҡлауҙа теләһә ниндәй юл-ысулдар файҙаланырға кәрәгенең өлгөһөн күрһәтә. Идеологик алышта һис бер нәмә лә ваҡ түгел тип аңлап эш итеүсе – дерьмократтар, либералдар, ил байлығын талаусылар, һатлыҡ йәндәр кеүек бәғзе руханиҙар күрһәткән. Үткән быуат аҙағында, ХХI йөҙйыллыҡ башында СССР тигән дәүләтте ер йөҙөнән юйып, социализмды капитализм юлына борорға тырышҡан, Көнбайыш Европа, Америка Ҡушма Штаттарының “йылы”, “дуҫтарса” ҡосағына этәргән, һөйрәгән көстәр үҙ ниәттәренә ирешеү өсөн бөтә мөмкинлектәрҙе файҙаланды. СССР тыуғандан алып бер туҡтамайынса барған идеологик алышта һәйкәлдәрҙе лә ныҡлап эшкә ектеләр. 1991 йылдың авгусында “азатлыҡ өсөн” көрәшеүселәрҙең иң беренсе ҡорбаны Мәскәүҙә Лубянка майҙанындағы Ф.Э. Дзержинский һәйкәле булғандыр. Бе- ренсе чекистың һынын алып ташлағас, либералдар үҙ кумирҙарына – батшаларға, большевиктарға, Советтарға ҡаршы һуғышҡандарға таш һындар ҡуйып, улар исемен “мәңгеләштерә” башланы. Иң беренсе – Петр I-гә. 1991 йылдың 7 июнендә Санкт-Петербургта Петропавловск крепо- сында. Авторы – Михаил Шемякин. Батшаның байтаҡ һәйкәл, бюстарының советтар осорон имен-аман, зыян күрмәй бөгөнгө көнгә килеп еткәндәренә иш-ҡуш, дәрт-ҡеүәт булһын типтер. Ҡала мэры Советтарҙы йәне-тәне менән күрә алмаған, ғүмере аҙағында иленән сығып ҡасҡан Анатолий Соб- чак булғанда был ҡыйын булмағандыр. Фекерҙәштәр бит. Шул уҡ йылда Бөйөк Петрға һәйкәл тағы Мәскәүҙә ҡалҡып сыға. Зураб Церетели ижады. Мәскәүҙә мэр-“реформатор” – иҡтисадсы Гавриил Попов ҡуш ҡуллап ху- плап торҙо был эште.
Әйтергә кәрәк, халыҡтарҙы ҡан илатҡан, иҙгән, дәүләт мәнфәғәттәре өсөн тип ҡырған, шул уҡ ваҡытта “бөйөк” тигән мәғәнәле ҡушамат тағылған сәйәсмәндең, автократик реформаторҙың Рәсәйҙе ХVIII быуатта Көнбайыш илдәре кимәленә еткереүгә тырышлыҡ һалғанын иҫәпкә алыптыр, Совет власы уны тарих биттәренән алып ташламаны, уға ҡойолған һәйкәлдәрҙең дә байтағын һаҡланы. Ғәҙел, объектив баһалаптыр.
1994 йыл, теләпме, теләмәйме, тарихҡа Совет власы, коммунистар хакимлығына ҡаршы йәнен аямай көрәшеүселәрҙең һәйкәлдәр галереяһын асып ебәреүсе йыл булып инеүе ихтимал.
Бәйһеҙлектең сигенә сыҡҡан либерал-демократтар 1994 йылда Мәскәүҙә Бөтә изгеләр ғибәҙәтханаһы биләмәһендә – иғтибарлап уҡыу кәрәк (!) – “Воинам русского общевоинского Союза, русского корпуса, казачьего стана, казакам 15 казачьего кавалерийского корпуса СС, павшим за веру и Отече- ство” тигән һәйкәл ҡорола. Мәскәүҙә. СС отрядтарында хеҙмәт иткән казактарға, иман һәм Ватан өсөн һәләк булғандарға? Ниндәй иман? Ниндәй Ватан? Дөрөҫ, 8 майҙа мәрмәр плитә ватыла. Аңлашыла, фашизмдың нимә икәнен татыған айырым кешеләрҙең эше булғандыр. Ә мемориалдың башҡа өлөштәре имен ҡалған бит. Фашистарға хеҙмәт итеп СС системаһында бик тә юғары вазифа биләгән Петр Краснов һәм аҡ атаман Александр Шкуро һындары ҡалғандыр? Бөтә донъяны һуғыш йәһәннәменә алып ингән фашизмды реабилитациялауға йүнәлтелгән был ғәмәл ул заман властары күҙенә салынмай ҡала, күрәһең, бындай әшәке, халыҡҡа ҡаршы аҙымды улар тыймай. Тыйылмағас, идеологик-мәҙәни һуғыштың көнбайыш тарафтары ең һыҙғанып үҙ геройҙарын пактан-пак, сафтан-саф тип күрһәтеү эшенә, улар тормошон, эшмәкәрлеген ағартыуға тотона. 2006 йылда Ростов өлкәһе Шолохов (!) районындағы Еланская станицаһында шул уҡ фашист Красновҡа һәм Гитлер яғында һуғышҡан – беҙҙең илебеҙгә ҡаршы – казактарға һәйкәл асыла. “Оҙаҡ йылдар ул мемориаль комплекс “патриотик” тәрбиә үҙәге булып тора, унда тирә-яҡтағы мәктәптәрҙән уҡыусылар экскурсияһын күпләп, даими ойошторалар. Йәмәғәтселек уны ябыуҙы талап итеп петициялар яҙа, ялыуҙар яуҙыра, төрлө кимәлдәге де- путаттар, сәйәсмәндәр, ябай халыҡ рәсми рәүештә, рәсми органдарға мөрәжәғәт итә. Әммә властың уны ябырға хоҡуғы юҡ икән: комплекс шәхси эшҡыуар биләмәһендә төҙөлгән. Сәйер тап килеүҙәр була бит – Михаил Шолоховтың “Тымыҡ Дон” романы геройы Григорий менән фамилиялаш Мелехов утарында. Патриот, данлыҡлы яҙыусының тыуған ауылы Вешенская биләмәһендә. Ҡоролма Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы алдынан, 2025 йылдың апрелендә генә ябыла. Идеологик ҡорал функцияһын үтәп, 18 йыл ағыулы орлоғон сәскәндән һуң. Ябырға кәрәк булғас, теләгәс, хоҡуҡ табыла икән дә...
“Идейный” дошмандар халыҡ аңын томалай-томалай үҙ ҡараш- фекерҙәрен һеңдереү өсөн ауыр артиллерияны эшкә егә. 2000 йылда хакимлыҡ иткән заманында уҡ “кровавый” ҡушаматына лайыҡ булған им- ператор Николай II изгеләштерелгәндән һуң – был эш ғәмәлдә сиркәүҙән башҡа эшләнмәй икәне һәр кемгә мәғлүм – Рәсәйҙә Иван Грозныйға ла, Александр Беренсегә лә (Таганрогта – 1998 йыл, Мәскәүҙә, Александр баҡсаһында – 2014 йыл), Александр Икенсегә лә, Александр Өсөнсөгә лә урын табыла (Санкт-Петербургта, 1994 йылда элек В.И. Ленин музейы булған Мәрмәр һарай алдында). 2002 йыл А. Колчакка ла сират етә. Уға Санкт-Петербургта мемориаль таҡта ҡуялар. Ул ғына әҙ булыр, тип 2004 йылда Иркутскиҙа һәйкәл асалар, 2005 йылда Карск диңгеҙендә ҡасандыр Колчак исемен йөрөткән утрауға кире ҡайтаралар, 2008 йылда фильм төшөрәләр. Колчактан бер ере лә кәм түгел, ул да Советтарға ҡаршы хәтәр көрәшкән типтер, А. Деникин фигураһын 2006 йылда – Феодосияла, 2012 йылда Сочиҙа, Һарытауҙа постаментҡа баҫтыралар. Барон Врангелде лә онотмайҙар: 2014 йылда Калининградта мемориаль таҡта ҡуйыла, 2016 йылда ҡайһы ҡаланан ҡасып китеп Рәсәй менән мәңгегә хушлашҡанын онотмаһын типме икән, уға Керчта һәйкәл ҡалҡыталар.
Тарихи ғәҙеллекте аяҡҡа баҫтырырға, үткән-кисергәндәребеҙ ни тиклем уңышлы, йә проблемалы, хатта фажиғәле осор тип баһаланмаһын, уның һәр этабы – илебеҙ тарихының бер киҫәге. Һәм ул һәр киҫәк, этап, аныҡ шәхес
– ил, дәүләт етәксеһе исеме менән бәйле. Кенәзме, батшамы, императормы, Халыҡ комиссарҙары Советы рәйесеме, Министрҙар Советы рәйесеме, Ге- нераль секретармы, Президентмы – һәр береһенең исеме бар. Һәр береһе- нең уңышлы, маҡтарлыҡ эштәре лә әҙ булмаған, етешһеҙ-уңышһыҙ яҡтары ла тулып ятҡан. Тарих баһаһынан һис тә азат була алмаған был шәхестәр ил яҙмышы менән бәйле бит! Ғәҙел баһаға мохтаж. Идеологик, синфи күҙлектән генә сығып бирелгәненә генә түгел. Тормош диалектикаһы бизмәнендә эшмәкәрлектәренең бар яғы ла мыҫҡаллап үлсәнгәндән һуң тейеш баһаһына. Ошондай ҡараш зарурлығы йәмғиәттә нығынғас, донъялағы, бигерәк тә илебеҙҙәге идеологик дошмандар СССР-ҙағы тарихи шәхестәр, дәүләт әһелдәре, ғалимдар, күренекле зыялылар, хәрби түрәләр эшмәкәрлегенә тик шул идеологик позициянан сығып баһа биреүгә әүҙем күстеләр. Уларҙың исемен тик ил күргән ауырлыҡтар, яуызлыҡтарға ғына бәйләп күрһәтеүгә, яманлауға, ҡәһәрләүгә, көн һайын тәүбә ҡылыуға – көн һайын! – саҡырып тороуға. Илдәге власть тәүҙәрәк 5-се колонна функционерҙарының йәмғиәтте тарҡатыу, үҙ илебеҙҙе кәмһетеү, Ватаныбыҙҙы хурлау, тарихыбыҙҙы боҙоу, көнбайыш илдәр ҡиммәттәрен ҡабул итеп, уларға табыныу фекерен көсләп тағыуға йүнәлтелгән эшмәкәрлегенә нисектар тыныс ҡарағандай булды.
Шулай ҙа, либерал-оппоненттарҙан күрмәксе, тип әйткәндә лә булалыр, идеологик алышта һәйкәлдәрҙең дә ни тиклем йоғонтоло “ҡорал” икәнен иҫкә алыпмылыр, 2015 йылдың 5 февралендә Ялта ҡалаһында Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы алдынан Гитлерға ҡаршы коалицияға берләшкән илдәр етәкселәренә – И. Сталинға, Ф. Рузвельтҡа һәм У. Черчиллгә һәйкәл асыла. Бөйөк юлбашсы шәхесен илебеҙ тарихынан бөтөнләй алып ташларға бар көсөн биреп тырышҡан бәндәләр һәйкәл асылғанға әллә ни шау-шыу күтәрмәне, сөнки унда Рузвельт менән Черчилль дә бар бит. Тауыш күтәрелмәне, ә “яуап” шунда уҡ бирелде: 2016 йыл Санкт-Петербургта СССР-ға ҡаршы һуғыш асҡан, Гитлер армияһы менән бергәләшеп Советтар Союзына ҡаршы һуғышҡан, Ленинградты ҡамауға алған фашист Маннергеймға мемориаль таҡта асыу рәүешендә. Шөкөр, уның ғүмере ҡыҫҡа булды: Хөкүмәт был юлы уяулыҡ күрһәтеп, тиҙ үк яптырҙы – ул беҙгә бөтөнләй ят, дошмандар идеологияһын алып килә. Ә ул идеологияны ҡабул итергә теләмәгән рәсәйлеләр яҡын тарихына, милләттәр юлбашсыһына мөнәсәбәтен уға үҙ белдеге менән һәйкәлдәр, бюстар ҡойоп белдерҙе. Илдең төрлө тарафтарында, ҙур һәм бәләкәй ауылдарҙа, ҡалаларҙа, КПРФ- тың урындағы комитеттары, айырым шәхестәр, патриоттар башланғысы, бизнесмен-эшмәкәрҙәр ярҙамы менән ойошмалар йәки шәхси биләмәләрҙә Иосиф Сталинға ҡойолған тиҫтәләрсә бюстар, һәйкәлдәр ҡалҡа башлай. Мәскәүҙә, Түбәнге Новгородта, Силәбелә, Ырымбурҙа, Якутскиҙа, Владимирҙа, Күмертауҙа, Читала, Яр Саллыла, Луганскиҙа...
Сталинград алышында Еңеүҙең 80 йыллығын байрам итерҙән алдараҡ, 2022 йылдың 19 декабрендә бөйөк юлбашсы тыуыуының 140 йыллығы көнөндә Волгоградта КПРФ өлкә комитеты биләмәһендә Иосиф Сталинға бюст ҡуйыла. Сталин шәхесен илебеҙ тарихына ҡайтарыуға ҡаршы булы- усылар шунда уҡ ойошоп, протест белдереп урамға сыға. Десталинизация менән шөғөлләнеүселәр даһи юлбашсыны динде эҙәрлекләүҙә, сәйәси репрессияларҙа ғәйепләп, “тиран”, “диктатор” атамаларын тағып, уны ри- суай итеү шөғөлдәрен ташламайҙар. Шул уҡ ваҡытта күпме халыҡты юғалтҡан граждандар һуғышын кисергән, дошман илдәр ҡамауында ҡалған, аслыҡ афәтенән үлем, ҡаза-бәлә күргән илдә индустриялаштырыу, колхозлаштырыу сәйәсәтен үткәреп, мәҙәни революция яһап, Бөйөк Ватан һуғышы башланыуға СССР-ҙы ҡеүәтле дәүләткә әйләндереп, ул ҡанлы алышта фашизмды еңеүгә алып килгәнен “күрмәйҙәр ҙә, белмәйҙәр ҙә”. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә дәүерҙәргә торорлоҡ эштәр башҡарғанын ҡабул итмәйҙәр. Донъя күләмендә билдәле инглиз ғалимы Арнольд Тойнбиҙың “Коммунистическому автократическому правительству пришлось по- пытаться сделать то, что Петру I удалось 230 лет назад и во второй раз пу- ститься ускоренным маршем вдогонку за западной технологией... Коммунистическая техническая революция в России предопределила по- беду над германскими захватчиками” (Арнольд Дж. Тойнби. “Цивилизация перед судом истории. Мир и Запад”. Изд-во Астрель. Москва. Владимир. 2011. стр. 257) тигән һүҙҙәрен, коммунистарға, Совет власына яҡшы мөнәсәбәттәге тип әйтеп булмаған сәйәсмәндең, аналитик билдәләмә- һығымтаһын ишетәһе лә килмәй. Был юлдарҙы уҡымаҫ өсөн күҙҙәрен сы- тырлатып йомалар, ишетмәҫ өсөн ҡолаҡтарын тығалар. Ә алдан күрә белеүсе бөйөк юлбашсының: “...Мин вафат булғас, ҡәберемә әллә ни тиклем сүп-сар өйөрҙәр. Әммә тарихтың ғәҙел елдәре уларҙың барыһын да һепереп ташлар...” – тигән һүҙҙәрен, теләмәһәләр ҙә, ишетерҙәр. Заман ишеттерер.
Тарихи хәҡиҡәтте боҙоуҙан һаҡлап, ғәҙеллекте тергеҙеп, уны киләсәк быуындарға теүәл көйө тапшырыр өсөн ғәйрәт һалған Рәсәй, ил власы халҡы ишеттерер. Сүп-сарҙы һепереп ташлау процесы байтаҡтан бара ла инде. Халыҡ үҙе тотондо был эшкә: уға ҡағылышлы төрлө уйҙырмалар, яла яғыуҙарҙың битен асып, төрлө тарафтарҙа һәйкәл, бюстар ҡороп – улар көндән-көн арта, дөрөҫ мәғлүмәт таратып. Рәсәйҙең ХХ быуаттағы иң көслө, алдан күрә белеүсе, һөҙөмтәле эшләүсе, халыҡ-ара масштабта тиңһеҙ йоғонтоло, У. Черчилль әйткәнсә, сабаталы илен ядролы ҡеүәтле державаға әйләндергән юлбашсы хаҡында. Әлбиттә, был идеологик алыш шыма ғына бармай. Әйтәйек, Белгород өлкәһе Валуйки ҡалаһы етәкселәре Сталинға халыҡ ҡуйған һәйкәлде алып ташлай. Граждандар шул уҡ һәйкәлде халыҡтан ҡултамға йыйып яңынан ҡорһалар ҙа, “уяу” “власть”, ярамай тип, тағы һүттерә. Түбәнге Новгород өлкәһе Бор ҡалаһында ла урындағы власть тәүҙәрәк рөхсәт бирмәй. Экрандарға В.И. Ленин хаҡында “Мумия” тигән фильм килеп ҡуна. “Спас” тигән телеканалда йәһәт кенә ул киноны тикшереүҙәр, уның хаҡында һөйләшеүҙәр ойошторола... Ниндәйерәк йүнәлештә барғаны аңлашылып тора: уның кәүҙәһен 100 йылдан артыҡ ятҡан еренән алырға, ә мавзолей бинаһын? Нигеҙенә социаль тигеҙлек, мул тормош идеяһы һалынған “социализм”, “коммунизм” тигән тәғлимәтте ер йөҙөнән – теорияла ла, практикала ла бөтөнләй һепереп ташлауға бик тос өлөш булыр ине тип өмөтләнә, хыяллана, туҡтауһыҙ һөжүм итә-итә. 2007 йылда Екатеринбургта “Ельцин үҙәге” алдына ҡуйылған Борис Ельцин һәйкәле либерал-дерьмократтарҙың бындай эштәрен хуплап торғандай күренә... “Дуэль” дауам итә.
2024 йылдың 21 декабрендә Вологда ҡалаһында И.В. Сталинға (ул унда һөргөндә булған) һәйкәл асылыуы, уны асҡанда губернатор Георгий Филимоновтың сығыш яһауы рәсми властарҙың һәйкәлдәр һуғышының үтә лә етди проблема булғанлығын аңлағанлығын, уға ҡарата рәсми позицияны билдәләргә, уны йәмғиәткә еткерергә ваҡыт еткәнлегенә төшөнгәнлеген күрһәтте. 1980 йылда тыуған, тимәк, Рәсәй ҡырағай капитализм юлына күскәс мәктәптә уҡыған, үҫкән, тәрбиәләнгән, фән докторы дәрәжәһенә өлгәшкән сәйәсмән бишенсе колонна функционерҙары тарафынан иҫ кит- кес тәнҡиткә, ниндәйҙер рисуай ителеүгә, хатта кәмһетелеүгә дусар ителә. Халыҡ позицияһын аңлаған, яҡлағаны өсөн.
Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығы алдынан, 2025 йылдың 29 апрелендә иғлан ителгән Рәсәй Президентының Волгоград ҡалаһының халыҡ-ара аэропортына “Сталинград” исемен биреү тураһындағы Указы был үтә лә мөһим (кемдәрҙер өсөн – сетерекле) мәсьәләлә рәсми властарҙың ҡарашының ап-аруҡ асыҡ төҫмөрләнеүе хаҡында һөйләй. Ә инде Президенттың халыҡтың легендар ҡалаға элекке исемен – “Сталин- град”ты кире ҡайтарыу тураһындағы 30 апрелдәге мөрәжәғәтенә, “был мәсьәләне ҡараясаҡмын, ҡарар ҡабул иткәндә ҡала халҡы фекеренә таянасаҡмын” тигән һүҙҙәре йәмғиәттә ҙур өмөт уятты. Ә әлегә Волга ярындағы Герой-ҡала йылына бер көн – Еңеү көнөндә – “Сталинград” тип йөрөтөләсәк тигән ҡарарға ҡәнәғәт булып, йылынып, бар донъяға совет, рус халыҡтары ҡаһарманлығы хаҡында һөйләй. Был да һәйкәл бит. Тиҙҙән, Мостай Кәрим әйтмешләй, “Яңы өмөт өҫтәп өмөткә” тағы бер мөһим ваҡиға булды: Мәскәүҙә “Таганская” метроһында “Благодарность народа вождю- полководцу” тигән панно уртаһында – халыҡ әйләнәһендә И.В. Сталиндың скульптураһы урынлаштырылған горельеф тергеҙелә. Илде эстән тарҡатырға тырышыусыларҙы ярһытып, “Яблоко” кеүек инде үҙен-үҙе ашап-кимереп юҡҡа сығып барған фирҡәнең ҡәһәрен ишетеп, көнбайыш ҡиммәттәренә табынғандарҙың асыуын ҡабартып, ябай халыҡ массаһының бихисап сәскә-гөлләмәһенә, рәхмәт-ҡыуанысына төрөнөп.
Матбуғат конференцияларының береһендә (19 декабрь, 2024 йыл) ил Президенты В.И. Ленин мәйетен Мавзолейҙан алыу тураһындағы һорауға яуап итеп: “...иң мөһиме – йәмғиәтте бүленеүгә алып килерҙәй ҡарар ҡабул итмәҫкә”, – тип белдерҙе. Халыҡ риза. Тарихи хәтер символы тип тә аталған Иосиф Виссарионович Сталин шәхесе мәсьәләһендә лә властарҙың аныҡ, йәмғиәттәге берҙәмлекте нығытырҙай ҡарарын көтә.
***
Бәйәнем Башҡортостандың тарихта беренсе Президентына һәйкәл асыуҙы һөйләп биреүҙән башланғайны. Тантананан таралышҡандағы “Һәйкәлдең алдағы яҙмышы матур булыр, иншаллаһ!” тигән теләк-юрауым, ышанысым әллә ҡайҙарға – тарих төпкөлөнә алып китте. Ул сәйәхәттә күреп-белеп өлгөргәнемде, шул заман тыуған уй-фекерҙәремде республикабыҙҙың тәүге етәксеһенә еткерергә тигән ниәт менән әле һәйкәл янына китеп барам. Ленин паркының реконструкцияға ябылғанын, бының Мортаза Ғөбәйҙулла улы менән аралашыуҙы ҡатмарландырғанын белгән хәлдә лә. Күптәр реконструкция тамамланып, һәйкәл менән аралашыу еңелләшкәнен көтөп тормай бит. Киләләр. Салауат Юлаев һәйкәлен ҡутарып ремонтҡа оҙатҡан булһалар ҙа, ул майҙандан, милли батырыбыҙ һәйкәле постаменты, Ағиҙел ярынан кеше өҙөлмәгән кеүек. Киләләр. Яҙыусы Фәрит Иҫәнғолов әйткәнсә, “һәйкәлдәр – тереләр өсөн!” Киләләр.
Март, 2024, декабрь, 2025 йыл