Публицистика
26 Мая , 07:30

КӨСЛӨ РУХЛЫ ӘҘИПТӘР: ФРОНТОВИКТАР ҺӘМ ЯУГИР БАЛАЛАРЫ

Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысова. 

КӨСЛӨ РУХЛЫ ӘҘИПТӘР: ФРОНТОВИКТАР ҺӘМ ЯУГИР БАЛАЛАРЫКӨСЛӨ РУХЛЫ ӘҘИПТӘР: ФРОНТОВИКТАР ҺӘМ ЯУГИР БАЛАЛАРЫ
КӨСЛӨ РУХЛЫ ӘҘИПТӘР: ФРОНТОВИКТАР ҺӘМ ЯУГИР БАЛАЛАРЫ

Әҙәбиәт менән журналистика – ижади мөхиткә аяҡ баҫҡандан алып һәр саҡ ике ҡанатым. Яҙмышыма рәхмәт: гел генә Башҡортостаныбыҙ һәм илебеҙ тормошонда ҡайнап йәшәй торған вазифаларҙа эшләргә, шул арҡала бик күп ҡыҙыҡлы яҙмышлы кешеләр менән осрашырға насип итте. Был йылдарҙа публицистик жанрҙағы байтаҡ әҫәрҙәр яҙҙым. Уларҙың республика матбуғатында бер-бер артлы донъя күреп тороуы, уҡыусыларымдың һәм ҡәләмдәштәремдең күңелдәренә хуш килеүе тағы ла илһамланыбыраҡ эшләүгә дәртләндерҙе. Үҙем дә ошо мөхиттә йәшәгәс, әҙәбиәт, сәнғәт кешеләре менән айырыуса йыш аралашырға тура килде.

Әҙәбиәтебеҙҙең арҙаҡлы шәхестәре – Мостай Кәрим, Зәйнәб Биишева, Шәриф Бикҡол, Әхиәр Хәким, Кәтибә Кинйәбулатова, Назар Нәжми, Рәми Ғарипов, Фәүзиә Рәхимғолова, Абдулхаҡ Игебаев, Хәким Ғиләжев, Нәжиб Асанбаев, Ғайса Хөсәйенов, Ноғман Мусин, Яныбай Хамматов, Булат Рафиҡов, Ғилемдар Рамазанов, Ибраһим Ғиззәтуллин, Яҡуп Ҡолмой, Ҡадир Даян кеүек әҙиптәр менән яҡындан аралашып, әҙәби, мәҙәни сараларҙа ҡатнашып, ғаиләләр менән табындаш булып йәшәү бәхете тейҙе миңә.

Үҙемдән саҡ ҡына өлкәнерәктәрҙән Рауил Бикбаев, Динис Бүләков, Рәшит Шәкүр, Рәшит Солтангәрәев, Сафуан Әлибаев, Ҡәҙим Аралбаев, Тимерғәле Килмөхәмәтов, Рауил Шаммас, Хәсән Назаров, Тимер Йосопов менән  бигерәк  тә  күп  аралашырға,  ҡайһылары  менән  бер  йортта йәшәргә, яҙыусылар баҡсаһында ял итеп, ҡунаҡ булышып, илһамланып ижад итергә, ижади командировкаларҙа халыҡ менән осрашыуҙар үткәрергә, халыҡ-ара мәҙәни сараларҙа ҡатнашырға, илебеҙ, халҡыбыҙ, әҙәбиәтебеҙ яҙмышы тип янып, илһамланып хеҙмәт итергә яҙҙы.

Миңә хатта Сәғит Агиш, Баязит Бикбай, Әнүәр Бикчәнтәев, Фәрит Иҫәнғолов, Ғәли Ибраһимов, Кирәй Мәргән, Динис Исламов, Ибраһим Абдуллин, Нәжиб Иҙелбай кеүек күренекле аҡһаҡалдарыбыҙ менән дә аҙ булһа ла күрешеп һөйләшергә, үҙем эшләгән “Совет Башҡортостаны” гәзите, “Пионер”, “Башҡортостан ҡыҙы” журналдары редакцияларында хөрмәтләп ҡабул итергә, фекер алышырға, әҫәрҙәрен баҫтырып сығарырға, һәр береһенең үҙҙәренә генә хас холоҡ сифаттары менән танышырға, биографияларының бығаса белмәгән ҡыҙыҡлы һәм фәһемле сәхифәләре хаҡында тыңларға насип итте. Өлкән ҡәләмдәштәремдең күңелемде ҡанатландырырлыҡ һүҙҙәре, ағайҙарса, атайҙарса яҡын итеүҙәре, өмөт бағлауҙары, кәрәк саҡта күрһәткән изгелектәре минең ижади тормошома ла ҙур йоғонто яһағандыр тип уйлайым. Хәҙер уларҙы яҡындан белгән кешеләр ҙә бик аҙ ҡалды бит инде.

Геройҙарымдың уй-кисерештәрен, ижад үҙенсәлектәрен, кешелек сифаттарын асҡан һайын, илһамлы шәхестәрҙең фәһемле тормошо менән башҡаларҙы ла таныштырғым килде. Һөҙөмтәлә бер нисә күләмле китаплыҡ яҙмалар тупланды. Геройҙарым – замандаштарыбыҙ өсөн генә түгел, киләһе быуындарға ла яҡты өлгө булырҙай яҙмышлы, ижади та- лантлы, көслө рухлы кешеләр, халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улдары һәм ҡыҙҙары. Араларында йондоҙ һымаҡ балҡып, мәңгелек юлына киткәндәре лә күп. Улар хаҡындағы иҫтәлектәрем рухтарын шат итһен.

Берҙән-бер әҙәби баҫмабыҙ булған “Ағиҙел” журналы уҡыусыларына ошо геройҙарым хаҡындағы мәҡәләләремде тәҡдим итмәксемен. Был шәлкемде Бөйөк Еңеү айы булған май һанында фронтовик яҙыусылар Шәриф Бикҡол менән Әхиәр Хәким һәм аталары илебеҙ азатлығы өсөн яу яланында баш һалған яугир балалары, кескәй генә саҡтан етем үҫеп, әммә ауырлыҡтарға бирешмәй, билдәле әҙиптәр, йәмәғәт эшмәкәрҙәре булып киткән ғалимә Земфира Сәхипова менән журналист, уҡытыусы Түләк Ғирфанов хаҡындағы иҫтәлектәрҙән башлау зарур булыр тип уйлайым.

НУРЛЫ ҒҮМЕР

Эйе, яҡты, нурлы күңелле, көслө рухлы кеше ине Шәриф ағай. Һис кенә лә “ине” тип әйтке килмәй ҙә бит, нимә эшләйһең?! Сәхнәләрҙән, радионан уның йырҙары яңғырай – үҙе юҡ. Бик матур китаптары сыҡты. Ҡотлап, рәхмәт әйтеп шылтыратырға – үҙе юҡ. Тыуған көндәре лә унһыҙ ғына үтеп китә башланы. Ошо саҡтарҙа шағирҙың беҙҙең арала юҡлығының ысынлығы тағы ла бер тапҡыр шаңҡыта йөрәкте, сөнки был тыуған көндәр уға йәш тә өҫтәмәй, ҡартайтмай ҙа.

Һәм тағы ла ерҙә яҡтылыҡ кәмегән кеүек. Иң яҡты, иң саф, изгелекле бер нур етешмәгәндәй. Һәр ваҡыт шулай: донъя йөҙөнән һәйбәт кеше китһә, тирә-яҡ ҡараңғылана төшкән һымаҡ.

Яҙмышыма рәхмәтлемен: миңә Шәриф ағайҙы күреп-белеү генә түгел, бергә эшләү бәхете лә тейҙе. Шуға ла иҫтәлек яҙырға уйлағас, аптырап ҡалдым. Уның менән һәр һөйләшеү, редакцияла булған һәр ваҡиға үҙе үк фәһемле иҫтәлек тә баһа.

Ә тәүге күреүем яҙ көнө булды. Шуға ла “Шәриф ағай” тигәндә гел генә яҙ хәтергә килә. Бәлки, тыуған көнө лә яҙ миҙгелендә, май айында, булғанғалыр. Байтаҡ тапҡыр үткәрергә тура килде бит уның йәш байрам- дарын бергәләп: тантаналы кисәләрҙә лә, туғандар, дуҫтар йыйылған табындарҙа ла...

Үҙе лә яҙ осорона оҡшаш ине бит ул: бер ҡараһаң, ҡояш сығып бөтә ҡар- боҙҙарҙы иретә, асыуланһа, һыуытып та ебәрә. Күңеле тулһа, ләйсән ямғыры ла һибәләп ала. Яҙғы ташҡын булып ярҙарҙы ла күмеп китә. Илһам килгәндә, йәш япраҡтар шаулауына ҡушылып ҡоштар һайрай.

БДУ-ның филология факультетында 1-се курста уҡып йөрөйөм. Шиғыр шәлкемдәрем республика гәзит-журналдарында сығып тора. Ләкин уларҙы йыйынтыҡ итеп нәшриәткә тапшырыу башҡа ла килгән уй түгел. Уны нисек эшләнгәнлеген дә белмәйем. Бер саҡ: “Һине Яҙыусылар союзына саҡыралар, уның яуаплы сәркәтибе, яҙыусы Шәриф БИКҠОЛ ағайға инергә тейешһең”, – тигән хәбәр алам. “Ниңә мине Яҙыусылар союзына саҡырырға булдылар икән?” – тип ғәжәпләнһәм, унда нисек бары- уымды уйлап та тулҡынланам. Яҙыу таный  белгәндән башлап Шәриф ағай менән ситтән тороп танышмын бит инде: дәрес- лектәрҙән уның шиғырҙарын ятлайбыҙ. “Пионер”, “Башҡор- тостан пионеры” алһаҡ та, һәр һанында тиерлек уның шиғыр- ҙары һәм поэмалары менән осрашабыҙ. Ә мәктәп кисәләрендә йырланған йырҙарҙың, ҡуйған пьесаларҙың бөтәһе лә тиерлек – Шәриф Бикҡолдоҡо.

Әле   бына   мине   кабинетына саҡыра. Яҙыусылар союзы үҙе лә хыял етмәҫлек изге урын һымаҡ.

Мин барғанда рәсемдәрен китаптарҙан ғына күреп белгән бер нисә яҙыусы яуаплы сәркәтипкә инергә сират көтөп ултыра ине. Үҙ ваҡытым еткәс тә, аптырайым да ҡалам: килә тора, кабинетка инә торалар. Уларҙы туҡтатырға, хәҙер мин инергә тейеш бит, тип әйтергә баҙнатлығым етмәй.

Күпмелер ваҡыт үткәс, коридорға Шәриф ағай үҙе килеп сыҡты ла, сиратһыҙ ингән ике ағайҙы кире бороп сығарып, бер аҙ көтөп торорға ҡушты. Ә мине үҙе менән алып инеп китте. “Күрәһегеҙ бит һеҙҙән алдараҡ килгәнен.  Ниңә  хәрәмләшәһегеҙ?” – тигән  һүҙҙәре  әле  лә  ҡолағымда яңғырап тора. Миңә, әлбиттә, ул саҡта әлеге күренекле кешеләр алдында уңайһыҙыраҡ булғайны. “Инһендәр ине, көтөр инем әле”, – тип уйлағайным.

Ә Шәриф ағай хатта ошо күҙгә лә салынмаҫлыҡ ваҡ мәсьәләлә принци- пиаллек күрһәтеп, башҡаларға ла, миңә лә ғүмерҙә онотолмаҫлыҡ һабаҡ биргән икән: кем булыуыңа ҡарамаҫтан, бер ҡасан да хәрәмләшмә.

Был осраҡта, бәлки, минең студент булыуым, дәрес ҡалдырмаҫҡа тейеш- легем хаҡында ла иҫендә тотҡандыр ул. Аҙаҡтан да уның үҙенә лә, башҡаларға ҡарата ла талапсанлығы менән күп тапҡыр осрашырға тура килде.

Ә ул көндө минең киләсәк ижадыма этәргес көс булырлыҡ ваҡиға булды: балалар өсөн тәүге йыйынтығым йәштәр семинарында тикшерелеү өсөн тәҡдим ителде. Ә Яҙыусылар союзына килгәндән һуң күп тә үтмәй уҙғарылған семинар күңелемдә изгелек, шиғриәт байрамы булып урын алды, сөнки унда бер юлы үҙем әҫәрҙәрен яттан белгән, пәйғәмбәрҙәр рәтендә күҙ алдына килтергән тиҫтәләрсә өлкән әҙиптәр менән осраш- тым. Уларҙың әҙәбиәт хаҡында фекер алышыуҙарын, йәш яҙыусыларға әйткән фәһемле кәңәштәрен тыңланым. Төптән уйланып, әҙәбиәткә килеүсе йәштәрҙең күңелдәрен күтәрерлек, ҙур әҙәбиәт тулҡынына ҡушылдырып ебәрерлек итеп әҙерләнгәйне был семинар: йәштәрҙең үҙҙәре өсөн айырым саралар, өлкән ҡәләмдәштәр менән осрашыуҙар, уҡыу йорттарында, предприятиеларҙа шиғыр кисәләре, радио, телевиде- ние аша махсус тапшырыуҙар... Үҙ эшен иҫ киткес яуаплылыҡ тойоп башҡарған, әҙәбиәт үҫешен вазифаһы буйынса ғына түгел, ә үҙенең шәхси бурысы ла итеп ҡараған яуаплы сәркәтип алдан күреүсе ҙур йөрәкле та- лантлы педагог булараҡ та әҙерләгәндер, моғайын, бындай сараларҙы. Ысынлап та, Шәриф ағай Яҙыусылар союзында саҡта семинарҙарҙан башҡа ла бик күп иҫтә ҡалырлыҡ эштәрҙең ойоштороусыһы булды: туғандаш республикаларҙың Башҡортостандағы әҙәбиәт көндәре, райондарҙа гөрләтеп уҙғарылған шиғриәт аҙналыҡтары, мәктәптәрҙә, эшселәр ятаҡтарында көтөп алынған әҙәби осрашыуҙар, телевидение тапшырыуҙары конкурстары... Шуныһы иғтибарға лайыҡ: уларҙың һәр береһенә өлкән, исемле әҙиптәр менән бергә йәштәр йәлеп ителде. Дөйөм әҙәбиәт алдындағы яуаплылыҡты тойоуҙан, әҙәбиәт һөйөүселәр алдында сығыш яһарға өйрәнеүҙән тыш, күренекле яҙыусылар һәм йәштәрҙең бер- береһе менән аралашыуы ла уларҙың ижади һәм ижтимағи үҫешенә ни тиклем ыңғай йоғонто яһауын тәрән аңлап эш иткән педагог-яҙыусы Шәриф Сәғәҙәтулла улы.

Нисек өлгөргәндер ҙә, ҡасан үҙ ижадына һәм әҙерәк ял итеп алырға ваҡыт тапҡандыр. Шәриф ағай, төп эшенән тыш, һәр ваҡыт тиҫтәләрсә йәмәғәт эштәренә лә етәкселек итте. Шуларҙың береһе – балалар әҙәбиәте секцияһы рәйесе вазифаһы. Бөгөн әҙәбиәттең төп көсөн билдәләүсе яҙыусыларҙың барыһы ла тиерлек – Шәриф Бикҡолдоң изгелекле кәңәштәрен ишеткән, практик ярҙамын тойған, тәүге әҫәрҙәре уның талап- сан иләгенән үткәрелгән кешеләр.

Миңә лә бер нисә йыл Шәриф ағайҙың ҡул аҫтында был секцияның сәркәтибе булырға тура килде. Һәр эштә тәртипте, ғәҙеллекте яратҡан кеше менән эшләүе – үҙе ҙур хеҙмәт мәктәбе бит. Ул ваҡытта үҙем дә ҡабығынан яңы моронлап сыҡҡан бәпкә кеүекмен. Әҙәбиәт кешеләре менән дә аралаша ғына башлаған сағым. Тырышһам да, күп нәмәне еренә еткереп башҡара ла алмағанмындыр, бәлки. Ләкин шағирҙың бер ваҡытта ла күңел ҡайтарырлыҡ һүҙ әйткәнен, тауыш күтәргәнен ишетмәнем. Ҙур зәңгәр күҙҙәрен тултырып йә үтә лә етди, йә ҡәнәғәтһеҙлек менән йәки ҡеүәтләп йылмайып ҡарауынан уның әйтергә теләгәненең бөтәһен дә аңлап була. Мин Шәриф ағайҙан бер аҙ ҡурҡыңҡырай ҙа инем. Ләкин был ҡурҡыу биҙҙереүсе, ситләштереүсе хис түгел, ә уның эшкә ҡарата булған һәр саҡ урынлы, аҡыллы талапсанлығы арҡаһында яуаплылыҡ тойғоһо булғандыр, тип уйлайым.

Бөгөнгө яҙыусыларҙың күбеһенең ижади яҙмышында Шәриф ағайҙың атайҙарса хәстәрлеге хаҡында әйтә биреп ҡуйғайным инде.

Бәхетемә ҡаршы, теге ваҡыт, 1967 йылдың яҙында, тәүге осрашҡан көндән һуң да Шәриф Сәғәҙәтулла улын яҙмыш ғүмеремдең хәл иткес бо- ролмаларына Хызыр Ильяс итеп сығара торҙо.

Беренсенән, үҙем тәүге ҡатнашҡан ижади семинар хаҡында әйтеп бөтөрмәнем. Унда алған тәьҫораттарым әле лә күңелемә яҡтылыҡ һибә. Поэзия секцияһына күренекле әҙиптәр (ул саҡта барыһы ла йәш кенә булғандар икән) Рәми Ғарипов, Ким Әхмәтйәнов һәм Рафаэль Сафин етәкселек итә. Эйе, яңылышмайым: өсөһө лә рәттән ултырып, алмашлап секцияны алып барҙылар. Ҡулъяҙмама ингән утыҙлап шиғырымдың ярты- лашын һайлап балалар китабы әҙерләп биреү хаҡында тәҡдим индерҙеләр. Үҙҙәренең фәһемле кәңәштәре менән сығыш яһаған күренекле яҙыусыларыбыҙ Баязит Бикбай, Рәми Ғарипов, Шәриф Бикҡол, Кәтибә Кинйәбулатова, Фәүзиә Рәхимғолова һәм Ким Әхмәтйәновтарҙың һүҙҙәре әле булһа ҡолағымда сыңлап тора. Әҙәбиәткә яңы аяҡ баҫҡан ун һигеҙ йәшлек ҡыҙыҡайға ниндәйҙер өмөт бағлап, бәләкәй генә булһа ла, китап һынлы китабын баҫтырып сығарырға фатиха биргәндәре өсөн бөгөн дә оло рәхмәтлемен. Шәриф ағай алдында айырыуса бурыслымын, сөнки был семинарҙа тикшереү өсөн йыйынтыҡ әҙерләп бирергә ул “ҡотортто” бит. Аҙаҡтан “Миңә бары өс кенә” исемле йыйынтығымдың ваҡытында донъя күреүендә лә уның өлөшө ҙур булғандыр, сөнки ул заманда секция ултырышының ҡарары булмайынса китап нәшриәткә ҡабул да ителмәй торғайны. Ә балалар әҙәбиәте секцияһы рәйесе, әйтеп киткәнемсә, Шәриф ағай Бикҡол ине.

Студент йылдарымда балалар өсөн тағы ла бер йыйынтығым – “Зәңгәр тубым” донъя күрҙе. Уныһы ла Шәриф ағайҙың ҡатнашлығынан башҡа сыға алмаҫ ине, моғайын.

Сибай педагогия училещеһында өс йыл эшләгәс, Өфөгә күсеп килдем. Хәлем баш ҡалала йәшәргә батырсылыҡ иткән йәштәштәремдән артыҡ түгел: фатир юҡ, балаларға баҡса юҡ, эшкә, ярай, “Совет Башҡортостаны” гәзитенә урынлашып алдым. Балаларҙы ҡалдырып райондарға йөрөп булмай, кәрәк ваҡытта командировкаға бармағас, гәзиттә эшләү ҙә мөмкин түгел. Ярты йыл самаһы ыҙаланғас, ул саҡта “Пионер” журналының баш мөхәррире Шәриф ағай Бикҡол үҙенә эшкә саҡырҙы. Пропискаһыҙ, фатирһыҙ, ике бәләкәй балалы, журналист та булып өлгөрмәгән кешенән башҡа ла һәйбәтерәк кандидатуралар булғандыр, моғайын, был урынға.

– “Совет Башҡортостаны”нда эшләргә кеше табылыр. Ә бына “Пионер” журналына мотлаҡ Гөлфиә һымаҡ балалар өсөн ижад итә алған кеше кәрәк, - тигән Шәриф ағай Бикҡол ул саҡтағы республика гәзите баш мөхәррире Абдулла Ғиниәт улы Исмәғилевкә.

Яҡты хыялдар менән баш ҡалаға, тылсымлы әҙәбиәт донъяһына килеп тә, тормоштоң әле нығынып етмәгән йәш иңдәр күтәрә алмаҫлыҡ реаль ауырлыҡтары менән осрашыу, яҡындарымдың үлем ҡайғылары, шул арҡала етди ауырыуға дусар булыу ныҡ ҡына ҡаҡшатҡайны хәлемде.

“Пионер” журналы гәзит түгел, айына бер сыға. Унан һуң балалар яҙыусыһы (ул саҡта минең биш китабым донъя күргәйне инде) һәм уҡытыусы булараҡ, мәктәп тормошо күңелемә яҡын, таныш, командировкаға ла, ситтән һәйбәт авторҙар таба алғанда, үҙ яйың менән генә сығырға мөмкин. Гәзиттәге кеүек төнгө дежурстволар ҙа юҡ. Ғаиләмдең һәм үҙемдең хәл араларыбыҙға инде Шәриф ағай мине журналға эшкә алып. Тик дилбегәне бер ваҡытта ла йомшартманы: һәр әҙерләгән мәҡәлә менән, ҡалтырай-ҡалтырай, уның кабинетына инәм, ул һәр һүҙен, һөйләмен ҡабат- ҡабат уҡый, килешмәгән урындарын яңынан эшләтә. Ҡайһыларын хатта бер нисә вариантта әҙерләтә, аҙаҡ яуаплы сәркәтип, автор һәм мөхәррир өсәүләп берәүһен генә һайлап алабыҙ. Бер нисә ай үткәс, мин әҙерләгән әйберҙәрҙең ҡулъяҙмаларынан сығып, анализ яһайбыҙ: ни өсөн тәүҙә яҙғандарында был һөйләмдәр һыҙылған, нимәнән сығып мөхәррир тара- фынан яңылары өҫтәлгән, был материалды яҡшыртыу өсөн тағы ла нәмәләр эшләргә мөмкин булыр ине?

Шәриф Сәғәҙәтулла улы, әлбиттә, беренсе сиратта, башлап яҙыусы журналистың сейле-бешле мәҡәләләре менән журналдың кимәле төшмәһен, тип тә тырышҡандыр, ләкин ошондай (ул ваҡытта беҙ саманан ашҡан тип иҫәпләгән) талапсанлығы менән байтаҡ ҡәләм тибрәлдереүселәрҙе журналист итеп үҫтергәндер әле ул.

Мин күп йыллыҡ мөхәррирлек стаж туплағас та, бүлек мөхәррирҙәре әҙерләп биргән материалдарҙы уҡығанда күҙ алдымда Шәриф ағайҙың һынаулы етди ҡарашын тойҙом. Теге йәки был һөйләмдәрҙең дөрөҫлөгө хаҡында икеләнеү тыуғанда башымдан, Шәриф ағай нимә әйтер ине икән, тигән уй ялтлап үтә ине. Эш барышында маҡтау һүҙҙәренә үтә лә һаран, ҡаты ҡуллы, әммә ғәҙел етәксе, сөсө һүҙе менән түгел, ә изгелекле эштәре менән тейешле урында иң кәрәкле ярҙам ҡулы ла һуҙа белде. Мәҫәлән, егерме алты йәшемдә СССР Яҙыусылар союзына ағза булып инергә реко- мендация биреүсе лә шул үҙемдең остазым, мөхәррирем булды.

Фронтовик-шағир үҙенә ниндәй генә ауырылыҡтар килгәндә лә зарланыу белмәне, һыҡтаманы, үҙен хөрмәт итмәгәндәр менән аралашманы, почетлы исемдәр, дәрәжәләр һорап (хатта ул быға күптән лайыҡ булһа ла) юғарылағы түрәләргә инәлеп йөрөмәне. Үҙенең иманына, мөхәббәтенә хыянат итмәне. Мөхәббәт тигәндәй, уның илһамландырыусыһы хәләл ефете Рәйсә апай булды. Ҡатынына булған изге хистәрен Шағир хеҙмәттәштәренән дә, халыҡ алдында сығыш яһағанда ла йәшермәне: “Миңә рухи көс биреүсе лә, яу ҡырынан тыуған еремә үлергә ҡайтарылған кешене әлегә тиклем тәрбиәләп йәшәтеүсе лә Рәйсә апайығыҙ инде ул”. Шуға күрә лә күпме матур йырҙарын, шиғырҙарын арнаны ул тормош иптәшенә. Үҙе лә изгелектең, мөхәббәттең ҡәҙерен белгән кеше ине шул Шәриф ағай.

Шәриф Сәғәҙәтулла улының ҡатыны Рәйсә еңгә лә мине туғандарса яҡын күрҙе. Ғаилә табындарынан тыш, йыш ҡына үҙемде генә өйөнә саҡыра ине, аулаҡта һөйләшеп, серләшеп ултырыр өсөн.

Радиола журналист булып эшләгән һөйкөмлө Ҡазан ҡыҙы Рәйсә апай хикәйәләр ҙә яҙа ине. Улар ваҡытлы матбуғатта сыҡҡыланы. “Башҡортостан ҡыҙы”нда ла донъя күрҙе бер нисәһе. Һис кенә лә танышлыҡ арҡаһында түгел. Замандаштарының ҡатмарлы яҙмышы, халыҡсан, тәрән кисерешле образдар, көтөлмәгән хәл-ваҡиғалар аша асылған ҡыҙыҡлы, фәһемле худо- жестволы әҫәрҙәр ине улар.

  • Еңгә, ниңә был хикәйәләреңде айырым китап итеп сығармайһың? – тигәс, ул: “Шәриф ағайың күренекле шәхес, билдәле яҙыусы бит. Уға тағылма һымаҡ булғым килмәй. Китап сығарғас, яуаплылыҡ та арта, тағы ла яҙыуымды көтәсәктәр. Миңә гәзит-журналда күренеүем дә етә”, – тине. Ире менән дә шулай килешкәндәрҙер, күрәһең.

Шәриф ағай вафат булғас та осрашып торҙоҡ. Бик шәп әңгәмәсе ине еңгәм (ул үҙе “еңгә” тип әйтеүемде теләне). Уның менән һөйләшкән саҡтарҙа бик күп Башҡортостан, Татарстан яҙыусыларының, сәнғәт оҫталарының тормошо менән таныштым. Элегерәк әҙиптәр ныҡ аралашып йәшәй торғайны шул.

Шәриф ағайҙың телмәрендә ҡайһы берҙә юмор сатҡылары сағылып ҡалһа ла, бик етди кеше булып хәтергә уйылған. Хатта өйҙә лә, ғаилә башлығы ни әйтер, тип күҙенә ҡарап торған һымаҡтар ине.

  • Ҡатын-ҡыҙ әҙерәк хәйләкәр ҙә булырға тейеш, – тип өйрәтә ине мине күпте күргән Рәйсә еңгә. – Бына мин күп нәмәне үҙем теләгәнсә эшләйем. Ә ағайың уның әйткәндәре буйынса ғына донъя көтөлә тип уйлай.

Рәйсә апай ҡунаҡтарын ишек төбөнә үк килеп ҡаршы ала. Арҡанан ҡағып һөйөп-яратып ҡуя. Бер саҡ Мирастың пинжәгенә йәбешкән ағас мамығын һыпырып төшөрҙө лә миңә ҡарап: “Ирҙең өҫ кейеменә лә иғтибар итергә тейеш ҡатыны. Ир бит ул – ҡараһаң ғына ир”, – тип әйтеп ҡуйҙы. Шулайҙыр, Шәриф ағайҙың өҫ-башы бит һәр ваҡыт таҙа, ыҡсым, бөхтә булды.

Рәйсә апайҙың һүҙҙәрен һәр ваҡыт иҫтә тотоп, мин дә өйҙә сағымда иремдең өҫ-башын ҡараштырып, кәрәк ваҡытта күлдәген йә галстугын ал- маштырып, аяҡ кейемен кремлап сығара торған булдым.

Шәриф Сәғәҙәт улы Рәйсә апайға һуғыштан һуң бер күреүҙән ғашиҡ булып өйләнгән. Аҙаҡ ғүмер буйы, 17 йәштә генә фажиғәле һәләк булған ул- дары Айҙарҙың да ҡайғыһын кисереп, тән һәм йөрәк яраларын бергә дауалаған улар. Аҙаҡ үҙенә лә, ижадына ла һөйөү-хөрмәт менән яҙмыш уртаҡлашҡан, көс-ҡеүәт һәм илһам биргән һөйөклө ҡатынына арнап байтаҡ шиғырҙар, йырҙар ижад итте яугир шағир.

Үҙем дә Шәриф ағайға ваҡытында ҡулымдан килгән ярҙамды күрһәтә алғаныма ҡыуанам. Ул саҡта Рәсәй Федерацияһының халыҡ депутаты һәм Юғары Советы ағзаһы булараҡ, юғары инстанцияларға инеп, республика төбәктәре, хеҙмәт коллективтары, ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән кешеләрҙең йомоштарын хәл итеп өйрәнгәйнем.

Фронтовик шағирҙың 70 йәше тула, ағайҙың ошо уңайҙан китап сығарғыһы ла, табыны менән бергә ижад кисәһен дә тейешле кимәлдә үткәргеһе килә. Ә илдә ығы-зығылы, ауыр осор. Табын йыйыу түгел, аҙыҡ- түлекте лә көноҙоно сиратта тороп, талонға ғына алаһың.

Рәйсә еңгә был мәсьәләгә ҡағылып, бик борсолоп һөйләп торҙо: “Ағайыңдың һаулығы көндән-көн насарая. Һуңғы айҙарҙа айырыуса һыҙланып интегә. Һуғыштағы алышта бер санитар тупраҡ аҫтынан уның ҡулын ғына күреп ҡалып, тартып сығарған бит ағайыңды. Иҫһеҙ килеш. Айҙар буйы госпиталдә ятып, мөғжизә менән генә тере ҡалған бит ул.

Бәлки, һуңғы юбилейылыр. Йыйынтығын бик тырышып әҙерләгәйнек тә, сығарырға аҡса юҡ, тигәндәр. Кисә үткәреү хаҡында уйлап та булмай инде хәҙер... Шуларға көйөнөп, ағайыңдың бөтөнләй күңеле төштө, аяғы йөрөмәҫ булды. Бүлмәһенән сыҡмай ята хәҙер...”

– Еңгә, берүк өмөтөгөҙҙө өҙмәй тороғоҙ әле. Берәй юлын эҙләп ҡарайыҡ, - тинем.

Ярҙам эҙләгәндә ваҡланып торманым, киттем шундуҡ Министрҙар ка- бинетына.

Ауыл хужалығы һәм сәнәғәт буйынса рәйес урынбаҫарҙары М.М. Усманов менән М.Ә. Шакировҡа инеп, хәлде һөйләп бирҙем. Уларға ағайҙың китап- тарын да бүләк иттем.

Икеһе лә матди ярҙам күрһәтергә риза булды. Һүҙҙәрендә лә торҙолар. Фронтовиктарҙың тормошон яҡындан күреп үҫкән, әҙәбиәтте, сәнғәтте яратҡан совет етәкселәре ине шул улар.

Юбилей саралары гөрләп үтте. Китап та ваҡытында донъя күрҙе. Үҙебеҙҙекеләрҙән тыш, Мәскәүҙән, Ҡазандан яҡын дуҫтары, туғандары саҡырылғайны. Ныҡ шатланды был ярҙамға юбиляр ағайыбыҙ менән Рәйсә еңгәбеҙ. Уларҙан бигерәк, яҡын кешеләремә изгелек эшләй алғаным өсөн, хәтеремә төшкәндәре һайын, үҙем дә оло ҡәнәғәтлек кисерәм.

“Донъя йөҙөнән һәйбәт кеше китһә, тирә-яҡ ҡараңғыланған һымаҡ” тигәйнем был иҫтәлегемдең башындараҡ. Был һүҙҙәр бөтөнләй үк дөрөҫ тә түгелдер ул, моғайын. Донъя дөм ҡараңғы булыр ине, юғиһә. Үлем хәбәрен ишеткән саҡта ғына ҡараңғылыҡ еңәлер. Изгелекле кешеләр, үҙҙәре был донъяны ташлап киткәс тә, хәтергә күскәнгә күрә, күңелебеҙҙе, аңыбыҙҙы, киләсәгебеҙҙе яҡтыртып тора.

Ғәжәйеп шағир, ҡабатланмаҫ оло шәхес Шәриф Бикҡол да меңәрләгән кешеләрҙең йөрәгендә моңло бер нур булып балҡый.

ПОЛК УЛЫ – ИЛ АҒАҺЫ

Әхиәр ағай, мин – Әлшәйҙән, ул Дәүләкәндән булһа ла, миңә “яҡташ һеңлем” тип өндәшә ине.

Яҙыусы, “Литературная газета” әҙәби баҫмаһының бүлек мөдире Әхиәр Хәсән улы менән тәүге осрашыуыбыҙ 1983 йылда минең тәүге тапҡыр РСФСР Яҙыусылар союзына барған сағымда булды. Лидия еңгә менән улар бер төркөм Башҡортостан яҙыусыларын өйҙәренә саҡырып алды. Хужаларҙың шундағы ихласлығы һәр саҡ күңелде йылытып торҙо.

Аҙаҡ, Юғары Советта эш башлағас та, саҡырып ҡунаҡ иттеләр. Мәскәү тор- мошо менән таныштырып, баш ҡалала йәшәү нескәлектәренә төшөндөрөп, де- путат булараҡ нимәгә иғтибар итергә, республикабыҙ мәнфәғәтенә нимәләр эшләргә кәрәклеге хаҡында фәһемле кәңәштәрен бирҙеләр. Тәүге йомош итеп улар Мәскәүҙә күпме милләттәшебеҙ йәшәүе тураһында белешмә алыуымды һораны – баш ҡалала башҡорт ойошмаһы булдырыу өсөн. Мин тиҙ арала был теләкте тормошҡа ашыра алдым.

Үҙҙәренә килеп йөрөргә саҡырҙылар. Шулай итеп, бер таныш кешем дә булмаған Мәскәүҙә яҡын туғандарымды таптым. Тәржемәселәр табып, “Лите- ратурная газета”ла шиғырҙарымды ла сығарҙы әле Әхиәр ағай.

Шөкөр, аҙаҡтан да аралашып йәшәнек. Яҡташтары уларға Дәүләкән ҡалаһында, Дим буйында ғына бик матур йорт һалып бүләк итте. (Хәҙер унда – музей). Иҫән саҡтарында яҙҙан ҡышҡа тиклем ошо фатирҙарында йәшәне Хәкимовтар. Унан кеше өҙөлмәне. Фронтовик шағир йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнашты. Мин Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутат итеп һайланғас, күп кенә сараларҙа бергә лә ҡатнашырға тура килде. Ул яҡташтарының оло ихтирамын, яратыуын тойоп йәшәне. Үҙе лә уларға мөмкин булғанса ярҙам итте. Юғары органдарҙа ла һүҙе үтә ине бит инде уның. Тик, ниңәлер, күптән документтары әҙерләнеп, комиссияға тапшырылһа ла, Прези- дент кимәлендә “Халыҡ яҙыусыһы” исеме бирелеү оҙаҡ ҡына тотҡарланды.

Союз рәйесе һәм район хакимиәте башлығы һорауы буйынса, депутат булараҡ, миңә ике-өс тапҡыр тәүге Президентҡа инеп хәлде аңлатырға тура килде. Күренекле яҙыусы Ноғман Мусин менән икеһенә бер юлы был юғары исем бирелеү – үҙҙәре өсөн генә түгел, барлыҡ яҙыусылар һәм әҙәбиәт һөйөүселәр өсөн дә оло шатлыҡ булды. Ағайҙың 70 йәшлек юбилейы айҡанлы һалмағыраҡ  китап  сығарыу буйынса ла юғары инстан- цияға мөрәжәғәт итергә тура килде әле.

Әхиәр Хәсән улы менән Лидия еңгә саҡырып рәхмәт әйтте. Ағай минең ижадым хаҡында “Башҡортостан” гәзитенә бик матур мәҡәлә лә яҙып баҫтырҙы.

Ә бына миндә әле бер үкенес йәшәй. Һуҙа торғас, уларҙы өйөбөҙгә саҡырып ҡунаҡ итергә өлгөрә алмай ҡалдым. Уларҙың бик кил- геһе килә ине.

“Ағиҙел” уҡыусыларына Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, полк улы Әхиәр ХӘКИМОВТЫҢ

70 йәше уңайынан яҙылған ике яҙмамды тәҡдим итәм.

Асыҡ хат

Хөрмәтле Әхиәр ағай!

Һеҙҙе бала сағымдан уҡ күреп белһәм дә, мине Лидия еңгәм менән икегеҙ ҙә үҙ һеңлегеҙҙәй яҡын күреп, ғаиләм, ижадым менән ҡыҙыҡһынып торһағыҙ ҙа, Мәскәүгә барғандарымда ихласлап ҡунаҡ итһәгеҙ ҙә, иркенләп һөйләшеп ултыра алғаным юҡ ине.

Күптән түгел Дәүләкәндә, хәҙер инде тыуған төбәк кенә түгел, йәшәп ятҡан ҡалағыҙҙа булып, тормошоғоҙҙо күреп, туйғансы серләшеп ҡайтҡас, уҙған ғүмерегеҙ, тулҡынландырғыс фильм һымаҡ, күҙ алдымдан үтте, әле булһа матур бер йыр булып күңелемдә сыңлап тора.

Өршәк буйы, Иҫке Яппар ауылынан төшкән Яңы Йәнбәктең уңған килене Ғәзизә елкенеп ураҡ ура, көлтә бәйләй. Бәйләй ҙә өтөп алып барған ҡояшҡа ҡарай. Ул, нисә ҡараһаң да, баш осонда кеүек, йәйге көн бик оҙон шул. Бына ул эсен тотоп, көлтә төбөнә хәл алырға ултыра. Бер аҙҙан киң баҫыуҙың иген тулҡындарында яңы тыуған сабый тауышы тибрәнә. “Ергә яңы кеше тыуҙы!”

  • был хәбәр тиҙ арала ауылға ла барып етә.
    • Әсәй, ейәнең бар, – тип һөйөнсөләй бәхетле атай Хәсән Хәкимов. –

Улым тыуҙы!!!

  • Ҡояшлы көндә, уңыш йыйғанда донъяға килде, бәхетле булыр сабый, – тип юрай ырамсыл өләсәй. Беләлер, заманында Туҡ буйының иң белемле, иң мәғлүмәтле балаһы булған кеше бит ул – тархан ҡыҙы.

Өләсәйегеҙ хаҡлы булып сыға бит, Әхиәр ағай. Үткән ғүмер юлығыҙға әйләнеп ҡараһағыҙ, ҡояшлы яҡты көндәре күберәк. Бала һәм үҫмерлек осороғоҙҙағы бер һыныҡ икмәккә зар-интизар булып йөрөгән мәлдәрегеҙҙән, туған тәбиғәттең йомарт матурлығы, “бай балаһы” тип рәнйетелгән ваҡытығыҙҙан бигерәк, халҡыбыҙҙың  бай тарихы, ғөрөф- ғәҙәттәре, әсәйегеҙҙең моңло йырҙары, олатай-өләсәйегеҙҙең  фәһемле иҫтәлектәре, өйрәтеп әйткән мәҡәл-әйтемдәре, ауылдашығыҙ Рәҡиә әбейҙең тылсымлы әкиәттәре күберәк һеңгән күңелегеҙгә.

Шуға ла күпме ауырлыҡтар, ҡайғы-һағыштар кисергәндә лә ҡатмаған, туңмаған күңелегеҙ, ә, киреһенсә, моң-нурға, илһамға тула барған һәм ижад булып атылып сыҡҡан. Ошондай хисле йәш егеттең мөхәббәт шиғырҙары яҙа башлауы ғәжәпме ни?!

Ә быйыл ғына етмешенә аяҡ баҫҡан яугир Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда нисә йәштә булырға тейеш? Уҡыусылар үҙҙәре иҫәпләһен.

Яуҙың тәүге йылдарында уҡ бер нисә яҡын ағайығыҙҙы юғалтып, йәш арттырып фронтҡа китеүегеҙгә лә ғәжәпләнмәйем. Нисек итеп ышандылар ҙа, ни ҡулдары барып, иңдәре лә нығынмаған үҫмергә ҡорал тотторҙолар икән – шуға аптырайым. Ә һеҙҙең “полк улы” булып фронттың алғы һыҙығында һуғышыуығыҙ ҙа, дошман менән йөҙгә-йөҙ килеп алышҡан саҡтарығыҙ ҙа, радист вазифаһында разведкаларға йөрөүҙәрегеҙ ҙә – ваҡытына күрә тәбиғи хәл.

Маршал Толбухиндың үҙ ҡулынан юғары награда – “Батырлыҡ өсөн” миҙалын алыуығыҙ ҙа осраҡлылыҡ түгел. “Яҙмышҡа ышанам” тиһегеҙ. Ысынлап та, үҫмер генә көйөнә ғәрәсәтле яуҙың иң утлы өйөрмәләрен үтеп тә, иҫән-һау килеш, етмәһә, еңеп, орден-миҙалдар тағып илеңә ҡайтып төш әле! Ошо үҙе бәхетле яҙмыш түгелме ни?!

Тик артабан да бер ерҙә лә бер нәмәнең дә еңел генә бирелмәүен көндөң- көнө, йылдың-йылы иҫбат итә барҙығыҙ.

Эйе, эштән бәхетегеҙ булды инде, Әхиәр Хәсән улы: 26 йыл буйына СССР- ҙың меңәрләгән яҙыусылары өсөн генә түгел, бөтә ил уҡыусыларының яратҡан аҙналыҡ гәзите булған “Литературная газета”ның милли әҙәбиәттәр бүлегендә тәүҙә әҙәби хеҙмәткәр, аҙаҡ оҙаҡ йылдар дауамында бүлек мөдире булдығыҙ. Вазифағыҙ буйынса илебеҙҙең һәм донъяның бик күп төбәктәренә командировкаларға сыҡтығыҙ, яҙыусы, ғалим, журналист булараҡ, әҙәбиәт һәм, ғөмүмән, тормош хаҡында уйланып күпме мәҡәләләр яҙҙығыҙ. Ҡайҙа ғына йөрөһәгеҙ ҙә, ниҙәр һөйләп, нимәләр хаҡында яҙһағыҙ ҙа, Башҡортостаныбыҙ илсеһе, уның йөҙөн билдәләрҙәй мәртәбәле вәкиле, ил уҙаманы булып сығыш яһанығыҙ, бәҫен төшөрмәнегеҙ. Рәхмәт һеҙгә! Ваҡытығыҙ тығыҙ, эшегеҙ мәшәҡәтле булыуға ҡарамаҫтан, бер-бер артлы күп милләтле әҙәбиәтебеҙҙең алтын фондына инеп ҡалырҙай повестар һәм ро- мандар ижад иттегеҙ. Ул әҫәрҙәрҙең байтағы тарихи проза булғанлығын иҫкә алһаң, бигерәк тә ғәжәп итерлек: яҙасаҡ ваҡиғалар һүрәтләнгән осорҙарҙы тәүҙә бик ентекләп өйрәнергә, архивтарҙа ла ҡаҙынырға кәрәк бит әле...

Әлбиттә, янығыҙҙа һеҙҙе аңлаған, яратҡан ҡатынығыҙ Лидия Камал ҡыҙы булмаһа, быларҙың бөтәһенә лә өлгөрә, барыһын да эшләй алмаҫ инегеҙ, бәлки. Сөнки мөхәббәтһеҙ илһам тыумай.

Шөкөр, ҡыҙығыҙ Гөлшат та ҡыуандыра һеҙҙе. Ғаиләлә берҙән-бер ҡыҙ булып үҫһә лә, Мәскәүҙә, вуз бөтөрөп, йәштәштәренең күҙе ҡыҙырлыҡ урында эшләһә лә, маһайыуҙы белмәй. Сибәр, уңған, кеселекле.

Бына инде һеҙҙең етмешенсе ураҡ осороғоҙ етте.

Үҙегеҙҙең хәлегеҙ хаҡында һорашҡанда ла, һәр саҡ яҡташтарығыҙҙы маҡтап, ололап телгә алаһығыҙ, етәкселәрегеҙгә рәхмәтлеһегеҙ. Баҫыуҙарҙың күпме уңыш биреүе лә, иртәгәгә һауа торошо ла ҡыҙыҡһындыра һеҙҙе. “Хеҙмәтенә күрә хөрмәте”, “Күңеленә күрә көнө” тиҙәр. Һеҙҙең менән райондаштарығыҙ, Дим, Асылыкүл буйында йәшәгән яҡташтарығыҙ ғына түгел, бөтә Башҡортостан ғорурлана, Әхиәр Хәсән улы. Был – һеҙҙең уҙған ғүмерегеҙгә, изгелекле эштәрегеҙгә, талантлы ижадығыҙға оло баһа.

Ҡасандыр ҡәләм тибрәтеп тәүге мөхәббәт шиғырҙары үргән үҫмерҙән – халҡыбыҙҙың күренекле яҙыусыһы, ауыр рация ҡорамалдары йөкмәп яу ҡырҙарынан йүгергән “полк улы”нан ил ағаһына әүерелдегеҙ. Оло юбилейығыҙ ҡотло булһын, һеҙҙе яратҡан меңәрләгән уҡыусыларығыҙ менән бергә үтһен, ҡыуаныстар килтерһен.

Сәләм менән яҡташығыҙ Гөлфиә Юнысова.

Ҡатын-ҡыҙ – тормош ҡото

“Ун етелә ебектәр була, етмештә лә егеттәр була”. Был мәҡәлде күренекле яҙыусыбыҙ Әхиәр Хәким ағай хаҡында ла әйтеп була. Сөнки күптән түгел уға 70 йәш тулһа ла, ижад усағы йәштәрсә дөрләп яна. Ғәҙәттә, ғүмер тауына үрләгән һайын, ҡомар һүрәнәйә торған, ә бына Әхиәр Хәсән улы ғүмеренең һуңғы йылдарында айырыуса дәртләнеп, илһамланып ижад итте. Ул хәҙер тиҫтәләрсә хикәйә, повестар, әҙәбиәтебеҙҙең алтын фондына инеп ҡалырлыҡ романдар авторы.

Мәктәптә, педучилищела уҡыған йылдарында уҡ шиғырҙар яҙыштырһа ла, оло әҙәбиәткә ут-һыуҙарҙы кисеп, тормоштоң уртаһында ҡайнап, асыһын-сөсөһөн күреп, бил нығытып, уй-фекер туплап килгән кеше ул Әхиәр ағай. Шуға күрәлер ҙә, бәлки, 50 йәштә лә, 60-ты үткәс тә, 70-кә аяҡ баҫҡанда ла уның йыл һайын тиерлек тупылдатып, һоҡланып уҡырлыҡ өр- яңы романдар сығарып тороуы һис тә ғәжәп тойолманы.

60-сы йылдар аҙағында сыҡҡан “Әҙәбиәт һәм заман”, Мостай Кәрим ижадына арналған “Быуат менән бергә” мәҡәләләр йыйынтыҡтарынан һуң яҙыусының бер-бер артлы “Гөлбикә”, “Туй”, “Күпер”, “Аҡһаҡ бүре”, “Ҡуштирәк”, “Эшелон” исемле стиль һәм йөкмәтке яғынан башҡорт прозаһына үҙенсәлекле, көслө, саф ағым булып ингән повестары, “Ҡуш тирәк”, “Ҡош юлы”, “Өйөрмә”, “Дауылдан ҡотолоу юҡ”, “Һауыр ҡумта”, “Дум- быра сыңы”, “Каруан” исемле сал үткәндәребеҙҙе лә, бөгөнгө ысынбарлығыбыҙҙы ла эсенә алған, быуындар бәйләнешен, кеше яҙмыштарын сағылдырған, шәхес һәм тарихи ваҡиғалар хаҡында уйландырған романдарының һәр ҡайһыһы әҙәбиәт һөйөүселәр тарафынан оло бер әҙәби асыш күреп ҡабул ителде. Ә инде “Ағиҙел” журналында баҫылған юғары профессиональ кимәлдәге шиғри шәлкеме, яңы ғына тамамланған “Пандора ҡумтаһы” тигән фәлсәфәүи китабы хөрмәтле яҡташымдың күп ҡырлы, киң ҡоласлы әҙип булыуын тағы ла бер тапҡыр иҫбатлай.

Хәтеремдә, Әхиәр Хәкимдең 70 йәшлек оло юбилейына арналған танта- налар бөтә республикабыҙ өсөн иҫтәлекле ваҡиға булды. Байрамдарға тик- лем үк әле Әхиәр ағайҙарҙың Дәүләкәндәге Дим ярында сәскәләргә күмелеп ултырған матур яңы өйҙәрендә булып, иркенләп һөйләшеп ултырғайныҡ. Был әңгәмә менән ҡыҫҡаса булһа ла уҡыусыларыбыҙҙы ла таныштырғым килә. Сөнки әҫәрҙәре аша һәйбәт таныш яҙыусының уй-хистәре, хәтирәләре, тормош хаҡында уйланыуҙары әҙәбиәт һөйөүселәрҙә һәр саҡ ҡыҙыҡһыныу уята.

– Әхиәр ағай, Һеҙ оҙаҡ йылдар Мәскәүҙә йәшәнегеҙ, тыуған ерегеҙ, яҡташтарығыҙ менән мөнәсәбәтегеҙ нисек?

– Эйе, Мәскәүҙә лә йәшәнем, бик күп сит илдәрҙә, элекке СССР-ҙың бөтә республикаларында ла йөрөргә тура килде. Тик тыуған төйәгем, йәмле Өршәк, Дим, Асылыкүл буйҙары, изгелекле, йор һүҙле, уңған яҡташтарым һәр саҡ күңелем түрендә булды. Бәйләнеш тә өҙөлмәне. Мәскәүгә килгән дуҫ-иштәрем беҙгә инмәй китмәне, үҙебеҙ ҙә ғаиләбеҙ менән йыл да тиер- лек ҡайтып торҙоҡ. Үҫкән саҡта үҙем белгән кешеләрҙең образдары, уларҙан ишеткән хәл-ваҡиғалар әҫәрҙәремдә сағылыш тапты. Мин Өршәк ярында ултырған Яңы Йәнбәк ауылында тыуып үҫтем. Әсәйем ураҡ урған саҡта баҫыуҙа донъяға килгәнмен. Шуға микән, әле лә баҫыуҙар буйлап йөрөргә яратам.

– Һеҙҙең әҫәрҙәрҙә ҡатын-ҡыҙҙы яманлап, уларҙан көлөп яҙылған образдар юҡ. Ҡатын-ҡыҙҙар Һеҙҙең тормошоғоҙҙа ниндәй роль уйнай?

– Ҡатын-ҡыҙ – донъяға йән һәм йәм биргән кеше. Тормош ҡото – ҡатын- ҡыҙ. Ул тәбиғәте менән насар була алмай. Әгәр бар икән шундай миҫалдар, уға ирҙәр генә ғәйеплелер.

Әсәйем Ғәзизә хәлле ғаиләлә үҫкәнгәме, аш-һыуға оҫта, йорт эштәренә бөтмөр, үтә лә егәрле булды. Уҡый, яҙа белә ине. Үҙе үҙәктәргә үтерлек моңло итеп йырлап та йөрөр ине. Бигерәк тә оҙон халыҡ көйҙәре хәтерҙә ҡалған. Өләсәйем дә гел генә: “Килен, “Уйыл”ды йырлаһаң ине”, – тиһә, әсәйем уңайһыҙланып ҡына башлап ебәрә. Ҡәйнә ҡушҡас, нисек тыңламаһын?!

Өләсәйем Мәғүзә заманына күрә бик мәғлүмәтле, аҡыллы, талапсан, тил- бер ҡатын ине. “Баҫҡанында табанынан ут сәсрәй” тиҙәр ундайҙар хаҡында.

Шулай булмай, тархан ҡыҙы лаһа ул. Туҡ буйынан килен булып төшкән. Әлбиттә, теләһә кемгә түгел, ә дворян малайына, прапорщикка. Колхозла- шыу башланғас, атайымдарҙың 300 гектарға яҡын ерен, мал-тыуарын тар- тып алалар. Иң ҡыҙғанысы: бай китапханаларын имениелары менән бергә ут төртөп яндыралар. Атайым Хәсәнде волоста потребсоюз рәйесе булып эшләп йөрөгән сағында юлда һәләк итәләр. Ҡулға алырға ҡурҡалар, сөнки ул тирә-яҡтағы халыҡтың хөрмәтен ҡаҙанған, абруйлы кеше ине. Ә атайымдың атаһы, ҡартатайым, оҙон ғүмерле булды, һуғыш башланыуға ике аҙна ҡалғас ҡына, 92 йәшкә етеп, арабыҙҙан китте. Ситкәрәк киттем, ахыры. Һүҙ ҡатын-ҡыҙҙар хаҡында ине бит әле.

...Мине күтәреп йөрөтөп кенә ҡараған Зәбиҙә апайым иҫән, 86 йәштә. Бергә үҫкән, минән бер йәшкә генә кесе серҙәш һеңлем Сәлимә лә иҫән-һау. Ғаиләһе менән Ульяновск ҡалаһында йәшәйҙәр.

– Ғаиләгеҙҙә лә ике ҡатын-ҡыҙ бар...

– Эйе, иң ҡәҙерле кешеләрем – ҡатыным Лидия Камаловна менән Гөлшат ҡыҙым. Лидия менән Мәскәүҙә танышҡайныҡ, һөнәре буйынса биолог ине, хәҙер инде хаҡлы ялда. Лидиям арҡаһында минең тылым ныҡлы булды. Ул

  • Минең иң яҡын кәңәшсем дә, тәүге уҡыусым да, иң талапсан тәнҡитсем дә, илһамландырыусым, таянысым да.

Гөлшат – филолог. Мәскәүҙә университет тамамланы, Бөтә Рәсәй үҫмерҙәр китапханаһында ғилми хеҙмәткәр, сектор мөдире. Әсәһе менән беҙҙең ҡыуанысҡа, бик тә итәғәтле, уңған ҡыҙыбыҙ, шөкөр. Әле тағы ла Пушкин юбилейы айҡанлы юбилей миҙалы менән бүләкләнеүен ишетеп шатландыҡ. Уға йөҙләп хеҙмәткәр араһынан ике генә кеше лайыҡ булған икән.

–  Әхиәр ағай, Һеҙ “Литературная газета” редакцияһында 26 йыл эшләнегеҙ. Хеҙмәттәштәрегеҙ араһында ла булғандыр ҡатын-ҡыҙҙар?

– Күбеһе ҡатын-ҡыҙ ине. Аҡыллы уҫал мөхәррир урынбаҫары Людмила Евгеньевна, эшлекле, мәғлүмәтле Наталья Сергеевна, үткер ҡәләмле, бар булмышы менән зыялы Зинаида Федоровналарҙы мин әле оло хөрмәт менән иҫкә алам. Ғөмүмән, ҡатын-ҡыҙҙар менән эшләүе еңелерәк, сөнки улар – ышаныслы хеҙмәткәрҙәр, эсеп йөрөп, “төп башына” ултыртмайҙар, эште ваҡытында, еренә еткереп башҡарырға күнеккәндәр. Хаҡһыҙлыҡты, ихтыярһыҙлыҡты ғәфү итә алмайҙар, әлбиттә.

– Әхиәр ағай, бына Һеҙҙең яңы етмешегеҙ тулды. Фронтҡа киткәндә күпме ине һуң?

– Һуғышҡа мин 1943 йылда, 15 йәшемдә киттем. Үҙем теләп, ауыл Сове- тында инәлеп, йәшемде арттырып. Бер туған Харис ағайым хәбәрһеҙ юғалды, ике туған ике бик яратҡан ағайым хаҡында “ҡара ҡағыҙ” килде. Фашистарҙан улар өсөн үс алырға ҡарар иттем. Һауа-десант частарына эләктем, тәүҙә уҡыттылар. Аҙаҡ разведкала радист булып хеҙмәт иттем.

– Иң иҫтә ҡалған берәй ваҡиға хаҡында һөйләмәҫһегеҙме?

– Бөтәһе тиерлек иҫтә. Уларҙың байтағын мин әҫәрҙәремә лә индерҙем.

...Бер ваҡыт Австрияла, бейек тауға менеп, тау араһынан сигенеүсе дош- ман һәм уның техник көсө хаҡында рация аша хәбәр итеп торорға бойороҡ булды. Бүтән саҡта бындай эшкә төп радист Василий Евсеев менән икәү бара инек. Сөнки рация ҡорамалдары ауыр, икебеҙгә бүлешеп артмаҡлайбыҙ. Был юлы бер үҙемә барырға тура килде. Етмәһә, тауға менергә кәрәк. Шулай ҙа бирешмәнем, задание үтәлде. Хәлдән тайып, дивизия штабы урынлашҡан емерек сиркәүгә ҡайтып тәгәрәнем. Йоҡлап ятҡан ерҙән: “Товарищи офи- церы!” – тигән фарман ишетәм. Йоҡо аралаш кешеләр ыңғайына мин дә сығып баҫтым, “берәй генерал килгәндер” тип уйлайым. Ни күрәм, алдыбыҙҙа йөҙ-ҡиәфәтен һүрәттән генә танып-белгән маршал Толбухин тора. Етмәһә, нимәм менән иғтибарын йәлеп иткәнмендер, яныма туҡтаны ла, сәсемдән һыйпап: “Хәлдәр нисек?” – тип һораны. Ҡаушауымды һиҙҙермәҫкә тырышып, “Бьем фашистов!” – тип ҡысҡырам.

  • Радист ул, иптәш маршал, – ти беҙҙең офицер. – Әле генә разведканан ҡайтты.
  • “Батырлыҡ өсөн” миҙалы бирерлекме?
  • Беҙ уны орденға тәҡдим иттек, иптәш маршал.
  • Орден янына миҙал да бик килешер, – тип маршал “Батырлыҡ өсөн” миҙалын минең күкрәккә ҡаҙап та ҡуйҙы. Осрашыу төш кеүек кенә булып ҡалды. Һалдаттарға һөйләгәйнем, ышанмайҙар: “Алдашыуҙың да самаһы булырға тейеш”, – тип йәнемә тейәләр. Аҙаҡ ышандылар шулай ҙа.
– Әхиәр ағай, ә Урта Азияға нисек барып эләктегеҙ?

– Мин һуғышҡа киткәнсе үк педучилищеға ингәйнем бит инде, ҡайтҡас, тамамлап ҡуйҙым. Быума сире менән интеккән әсәйемә табиптар көньяҡта йәшәргә тәҡдим иткән. Урта Азияла әсәйемде ҡарап, бер нисә йыл уҡытыусы булып эшләнем.

– Һеҙ яҙмышҡа ышанаһығыҙмы?

– Ышанам. Яҙмышым – өлөшөмә төшкән көмөшөм. Миңә ауырын да, еңелен дә күп кисерергә тура килде: ут-һыуҙарҙы үтеп, иҫән-һау ҡалдым. Аҙаҡ ғүмерем буйы күңелем тартҡан, еңелдән булмаһа ла, саҡырып, үҙенә тартып торған ижад эше менән шөғөлләндем, бөгөнгө һәм киләсәктәге уҡыусыларыма әйтер һүҙҙәремде китаптарым аша еткерергә тырыштым. Ғаиләмдән уңдым, тормош һәм хеҙмәт юлымда һәйбәт кешеләр насарҙарына ҡарағанда күберәк осраны. Ул яҡтан бер нисек тә яҙмышыма зарлана алмайым. Ауырлыҡтар, күңел төшкән саҡтар... Улары ла етерлек булды инде. Тормош бит...

АТАЙ ВАСЫЯТЫ

Бала саҡ, йәшлек хыялдарына тоғро ҡалып, тормош ауырлыҡтарына бирешмәйенсә, гел алға, юғарыға ынтылған һәм теләгенә өлгәшә алған кешеләр һәр саҡ хөрмәт, һоҡланыу тойғоһо уята. Сабый ғына сағында атайһыҙ ҡалып, етешмәгән тормошта күпме ҡайғы-хәсрәт кисереп үҫкән, Башҡортостанда ғына түгел, Мәскәү һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә фән үрҙәрен яулауға өлгәшкән, республикабыҙҙан ситтә йәшәһә лә, күңелендә һәр саҡ илһөйәрлек, халыҡсанлыҡ рухын йөрөткән, көслө ихтыярлы, күҙҙәренән һәр саҡ нурҙар ағылып торған Земфира Ғизетдин ҡыҙы СӘХИПОВА – ошондай шәхестәребеҙҙең береһе.

“Һуғыш ваҡытында ныҡ асыҡтыҡ”

Ғизетдин олатай һуғыш башланыр алдынан ғына Ишембай районының Смаҡай  ауылына  колхоз  рәйесе  итеп  ебәрелә.  Шуға  ла  кеше  өйөндә йәшәйҙәр. Ире Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғас, өс бала менән мал-тыуарһыҙ, йорт-ерһеҙ тороп ҡала Ғәтифә инәй. Фәтихкә – туғыҙ, Ленаһына – дүрт, ә инде үҙ ғүмерендә бер тапҡыр ҙа “атай” тип әйтергә насип булмаясаҡ Земфираһына ике йәш ярым ғына була.

– Хөрмәтле Земфира Ғизетдин ҡыҙы, һеҙҙең күренекле ғалимә-педагог икәнлегегеҙҙе лә, Мәскәү

башҡорттары араһында һәм Башҡортостаныбыҙҙа билдәле шәхес, телебеҙгә, мәҙәниәтебеҙгә, ғөрөф-ғәҙәт, йолаларыбыҙға мөхәббәт тәрбиәләүҙә байтаҡ эш башҡарған шәхес булараҡ та яҡшы беләбеҙ. Бала сағы һуғыш йылдарына тура килгән кешегә был юл еңелдән булмағандыр, моғайын. Ошо хаҡта күңелегеҙҙә ниндәй иҫтәлектәр йәшәй?

– Ныҡ кескәй булһам да, тәүге тапҡыр аңым асылыуы әсәйемде йәлләүҙән булғандыр, – тип хәтерләй Земфира Ғизетдин ҡыҙы. – Әсәйем, асырғанып, күлдәген йыртып, беҙҙе ҡосаҡлап һамаҡлай-һамаҡлай илағанға бөтәбеҙ ҙә ҡушылып үкһегәйнек. Аҙаҡтан белеүемсә, ул көндө атайымдың һәләк булыуы хаҡында хәбәр алған икән. Һуғыш ваҡытында ныҡ асыҡтыҡ. Иҫке өй һәр ваҡыт һыуыҡ, бер генә ҡатлы тәҙрәләр боҙланып туңған, тишектәренән ел өрөп тора. Өрөп йылытып, ҡарын иретеп, әсәйҙең эштән ҡайтыуын көтөп алабыҙ. Бер саҡ ул магазинға икмәккә киткәйне, ҡайтмай ҙа ҡайтмай. Мин үкһеп илайым. Ағайым менән апайым алмашлап йыуатҡан була. Бала сағымды хәтерләһәм, гел икмәк менән бәйле ваҡиғалар иҫкә төшә.

Бер саҡ, мин беренсегә уҡырға төшкәйнем инде, әсәйем, таңдан тороп, Ишембайға икмәккә китте. Апайым менән өйҙә икебеҙ генә. Ике-өс кар- туфты әрсеп бешерҙек тә, әсәйебеҙ ҡайтҡас бергәләп ашарбыҙ, тип көнө буйы көскә түҙеп йөрөнөк. Ул төндә лә ҡайтмағас, мейес башына менеп йоҡланыҡ. Ә иртәгәһенә хәлһеҙлектән икебеҙ ҙә мәктәпкә бара алманыҡ. Әсәйем шул көндө кискә генә ҡайтып йығылды: ул да беҙҙе уйлап, тәүлек буйы сиратта тороп алған икмәк киҫәген оҙон юлда тәмләп тә ҡарамайынса ҡайтҡан икән. Яҙ етеү менән баҫыуҙан серегән картуф, ҡырҙан балтырған, кесерткән, алабута табып аш бешерһәк, беҙҙең өсөн оло байрам булды.

“Ауыр булһа ла, бирешмәнек...”

Ағайым, әсәйемә еңелерәк булһын тип, алтынсы класты уҡып бөткәс тә, йәйәүләп Стәрлетамаҡҡа барып, үкһеҙ етеммен тип, балалар йортона урынлашҡан. Әсәйем һөйләй: “Уҡыу йылы тамамланғас, бер мәрйә менән килеп инделәр. Мин шатлығымдан улымды ҡосаҡлап алдым, ә ул миңә:

“Һаумы,  апай”, – тип  өндәшә,  үҙе  ҡолағыма  шыбырлап  ҡына:  “Әсәй, ғәжәпләнмә, юлдашым алдында “ҡустым” тип өндәш, шулай кәрәк”, – ти.

Бәләкәйҙән иҫ киткес яуаплы, егәрле булды ағайым. Балалар йортонда ла йөк машинаһының шоферына ярҙам итеп йөрөгән. Мәктәпте тамамлағас, Бәләбәй механиктар әҙерләү техникумында уҡыны. Шунда ла гел беҙҙе ҡайғыртты: үҙ ризығына тейгән икмәктән сохарый киптереп алып ҡайта ине. Армияға алынғас, Владивостокта дүрт йыл ярым хеҙмәт итте. Әсәйемә: “Мин ҡайтҡансы нисек тә түҙ, туғандарымды уҡытып сығармайынса өйләнмәйем”, – тип хаттар яҙа ине. Ысынлап та, егерме биш йәшкә тиклем өйләнмәй йөрөнө, Смаҡайҙа шофер булып эшләп, әсәйемә беҙҙе ҡарашырға ярҙам итте.

Кеше өйөндә йәшәүебеҙгә бик эсе боша ине ағайымдың. Бер йылды эш хаҡына йөк машинаһы тултырып иген алып ҡайтты. Эй шунда күмәкләшеп шатланыуыбыҙ!.. Уны он итеп тарттырып һаттыҡ та аҡсаһына оло бура бураттыҡ. Киләһе йылына йорт та һалып сыҡтыҡ. Егәрле генә түгел, сәмле лә булды ағайым. Әле уйлайым да аптырап ҡуям: ниндәй үҙаллы булған, шәхси тормошона, ғаиләһенә, ил яҙмышына нисек яуаплы ҡараған шул осорҙоң йәш үҫмерҙәре! Аҙаҡтаныраҡ Мәскәүҙә экскаваторсылар курсында уҡып ҡайтты, ғүмер буйы үҙ эшен яратып башҡарҙы. Ярҙамсыл, кешелекле ағайыбыҙ, бөтәбеҙ ҙә олоғайғансы, кәңәшенән, ярҙамынан ташламаны. Күптән түгел оло ҡайғы кисерҙек: һөйөклө ағайыбыҙ ҙа әсәйем артынан мәңгелек йортҡа китеп барҙы. Бик һағынабыҙ икеһен дә. Апайым менән минең юлыбыҙҙы яҡтыртып, күңелебеҙҙе йылытып торған оло терәгебеҙ, тормош маяғыбыҙ ине улар.

Әсәйебеҙ ҙә уңған булды. Үҙе әйтеүенсә, ситтән килгән кешеләр булғас, беҙҙең Смаҡайҙа туғандарыбыҙ ҙа, атай-әсәйемдең яҡын ғына дуҫтары ла, мал-тыуарыбыҙ ҙа, баҡсабыҙ ҙа булманы. Шуға ла әсәйемә башҡаларға ҡарағанда ла күберәк ауырлыҡ төштө. Нисек булһа ла балаларҙы ҡарарға кәрәк: әлдә тегеү, бәйләү, аш-һыу әҙерләү эшенә оҫта булды. Итәғәтле, аҡыллы, ярҙамсыл булғаны өсөн ауылдаштары уны ныҡ хөрмәт итте.

“Балаларҙы уҡытырға тырыш” – һуғышҡа киткәндә васыят итеп әйткән ошо үтенесен хат һайын яҙа ине атайығыҙ”, – тип хәтерләй ине әсәй. Иренең теләге үҙенең хыялына ла тап килгәндер, нисек кенә ҡыйын булмаһын, уҡытырға тырышты ул беҙҙе. Смаҡайҙа дүрт йыллыҡ ҡына мәктәп булғас, Ишембайҙағы 3-сө башҡорт мәктәбенә йөрөп уҡырға тура килде. Көн һайын аслы-туҡлы көйө бишәр саҡрымдан, барып ҡайтыуы менән ун саҡрым юл үтергә кәрәк. Нисек түҙгәнбеҙҙер инде?! Уҡырға, кеше булырға  тигән маҡсатыбыҙ көслө ине шул. Лена апайым да, мин дә һәйбәт уҡыныҡ. Беҙҙең өсөн йән атып торған әсәйем менән ағайымдың йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәнек. Апайым Стәрлетамаҡ педагогия институтының физика-ма- тематика факультетына уҡырға инде. Минең Өфөгә китергә хыялым ҙур ине лә, әсәйем: “Икегеҙҙе бер ерҙә уҡытыуы еңелгә тура килер”, – тигәс, Стәрлетамаҡ пединститутының филология факультетын һайланым. Оҙаҡламай вузда ике студент уҡытыуҙың ғаиләгә бик ауырға төшөүе асыҡланды. Апайым ситтән тороп уҡыу бүлегенә күсте. Ағайым йәш сағында әйткән һүҙендә торҙо: икебеҙ ҙә вузға уҡырға ингәс кенә, беҙҙең менән бергә уҡып йөрөгән студенткаға өйләнеп, башлы-күҙле булды.

“Кавказ егетенә кейәүгә сыҡтым”

– Фән юлынан китеүегеҙгә нимә сәбәпсе булды?

– Артабан уҡыу теләгем институт йылдарында уҡ күңелемдә яҡты йондоҙ булып яна ине. Диплом эшемде оҡшатып, аспирантура хаҡында фекер әйтелгәс, был мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмаҫҡа кәрәклеген аңланым. Институттан һуң Әхмәр ауылында рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡытып йөрөгәндә, республика гәзит-журналдарында бер нисә мәҡәләм донъя күрҙе. Яҙмышты күңел һиҙемләүе булдымы икән, минең фән юлынан киткем һәм мотлаҡ Мәскәүҙә уҡығым килә ине. Аҡса булһа ла, магазинда аҙыҡ-түлек юҡ саҡ. Ҡыш буйына Мәскәүгә барам тип аҡса йыйҙым. Илебеҙҙең баш ҡалаһын күргәнем дә юҡ әлегә. Үҙем генә юлға сығырға йөрәк етмәне: әсәйемде лә алып киттем. Алыҫ ҡына туған тейеш кешеләрҙә туҡтаныҡ. Адрестарын бюро аша табып, фатирҙарына барып ингәс, уларҙың аптырауын күрһәгеҙ.

Фәрүәз ағай менән Рәйхана еңгә бер нисә көн беҙҙе Мәскәү күрһәтеп йөрөттө. Мин РСФСР Педагогика фәндәре академияһының Милли мәктәптәр ғилми-тикшеренеү институты аспирантураһы хаҡында белешергә тип килгәйнем. Уны ла эҙләп таптыҡ. Инеү тәртиптәрен аңлатып ҡайтарҙылар. Стәрлетамаҡ педагогия институты минең өсөн маҡсатлы аспирантураға урын бүлде. Бер аҙҙан, хатҡа ниндәй яуап әйтерҙәр икән, тип Мәскәүгә шылтыраттым. “Телефонды хәҙер иптәш Экбаға бирәбеҙ”, – тигәс, мин уны ҡатын-ҡыҙ икән тигәйнем, бер ир һөйләшә башланы. Абазин милләтле кавказ кешеһе икән. Ә Экба уның фамилияһы, имеш.

Бер аҙҙан имтиханға саҡырҙылар. Бер урынға – 12 кеше, бөтә Союздан килгән абитуриенттар. Имтихандарҙы “бишле”гә генә биреп инеп киттем. Бөтә дәртем – уҡыуҙа. Ә мине теге Экба фамилиялы буйҙаҡ профессор баш- тан уҡ ситтән генә күҙәтеп йөрөгән икән. Кавказ егеттәренә лә ниндәйерәк ҡыҙ икәнлегемде күҙәтергә әйтеп ҡуйған. Уҡып бөткәс кенә мине яратып йөрөүен, өйләнергә теләүен белдерҙе. “Кейәүгә сығырға йыйынмайым, тор- мошомдо әсәйемде ҡарауға бағышлайым”, – тинем. Стәрлетамаҡ педагогия институтының маҡсатлы йүнәлтмәһе менән уҡып сыҡҡас, шунда эшкә урынлашырға тейешмен. Мәскәү менән хушлашып, Башҡортостанға ҡайтып киттем.

Йәш белгес булараҡ, бер ай эсендә Стәрлетамаҡтан әсәйем менән икебеҙгә фатир ҙа бирҙеләр. Уҡытып сығарғас, әсәйемде минең шәхси тор- мошом борсой башланы. “Ниңә һаман егетең юҡ, кейәүгә сығырға ваҡыт”, – ти. “Юҡ, мин һине ҡарайым”, – тигәс, әсәйем асыуланып уҡ китте: “Ҡыҙ баланы ғаиләһеҙ ҡалдырырға ни, минең улым юҡмы ни?! Һәйбәт кеше осраһа, ғаилә ҡороу яғын ҡара”, – тине. Ә теге профессор, Нәзир Бикмырҙа улы, хат яҙа ла яҙа. Бер көн, ни күрәбеҙ, үҙе лә осоп килеп еткән. Стәрлетамаҡта ҡунаҡханала йоҡлаған да, иртән әҙерләнеп, мине һоратырға килде. Әсәйем өндәшмәй генә күҙ йәшен һөртә, ә ағайым менән апайым һис тә риза түгел: йәшкә күпкә олораҡ, әллә ҡайҙағы Кавказ кешеһенә биреп ебәрер өсөн уҡыттымы ни улар күҙ ҡараһы һымаҡ күргән һеңлеләрен?!

Тәүҙә буш ҡул менән ҡайтып китһә лә, яҙмыштыр инде, икенсе килеүендә мине Мәскәүгә алып китеүгә өлгәште. Институтта ла махсус юллама менән уҡытып сығарған йәш белгесте үҙҙәренән ебәргеләре килмәне, әлбиттә. Тик кейәүгә сыҡҡан ҡыҙҙы нисек алып ҡалһындар инде?!

“Туған телгә мөхәббәт ғаиләлә башлана”

– Яңынан Мәскәү кешеһе булып киттегеҙ. Был юлы инде ғүмерлеккә...

– Мәскәүҙә үҙем уҡып сыҡҡан институтта эшләй башланым. Канди- датлыҡ диссертацияһы яҡланым. Иремдең ике ағаһы бар ине. Улар, мин барғас та, мосолман йолаһы буйынса никах уҡытып, Мәскәүҙә лә, илдәрендә лә бик матур туй яһаны. Яҡташтары ла, туғандары ла ғүмер буйы бик ихти- рам итте. Минең ҡәрҙәштәрем дә кейәүҙәре өсөн өҙөлөп торҙо. Зарема һәм Мәҙинә исемле ике ҡыҙ үҫтерҙек. Йәшерәк саҡта: “Атайҙы алмаштырырлыҡ кешегә генә кейәүгә сығам”, – тигәнмен икән. Һуңынан апайым иҫкә төшөрҙө.

Бик аҡыллы, инсафлы кеше булды еҙнәгеҙ. Минең телемде, милләтемде, туғандарымды хөрмәт итте. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, арабыҙҙан иртәрәк китте, ауыр тупрағы еңел булһын. Балаларымды башҡортса өйрәтеүемә ихлас шат- ланды. Шулай итеп, ҡыҙҙарыбыҙ атаһы менән әсәһе телдәрен дә, рус һәм бер нисә сит телдәрҙе лә белеп, һөйләшеп үҫте. Атайҙары балаларға ҡарата йомшаҡ күңелле, иғтибарлы, ә инде уҡыу, тәртип мәсьәләләренә килгәндә, талапсан булды.

– Земфира Ғизетдин ҡыҙы, Мәскәү шарттарында быға нисек өлгәшә алдығыҙ? Туған телдәрҙе өйрәнеүгә кире ҡараш булған саҡтар ине бит әле? Ә Башҡортостанда йәшәп тә, башҡорт теленә дәүләт ста- тусы бирелгәндән һуң да, күп кенә ата-әсә был мәсьәләгә бик яуапһыҙ ҡараны...

– Телгә, ғөрөф-ғәҙәттәргә бала, иң беренсе сиратта, өйҙә өйрәнә – шуны оноторға ярамай. Бала күңеле – аҡ ҡағыҙ, ул бөтә нәмәне лә тиҙ ота. Маҡсат ҡына ҡуйырға кәрәк. Башҡортса бишек йырҙары  йырлап, башҡорт әкиәттәре һөйләп үҫтерҙем ҡыҙҙарымды. Әсәйем дә килеп ҡарашты. Ауылға ла ҡайттылар каникул ваҡыттарында. Уларҙы башҡортса уҡырға өйрәтеүе лә ауыр булманы. Ата-әсәне яратыу уларҙың милләтен яратыу икәнен тиҙ төшөндөләр. Әле үҙҙәре лә ҡыуанып бөтә алмай. Телдәрҙе өйрәнеү башҡа шөғөлдәргә өйрәнеүгә һис тә зыян итмәне: ике ҡыҙым да музыка мәктәбенә лә йөрөнө, мәктәп, вуз тормошонда ла ҡайнап йәшәне.

– Өлкән ҡыҙығыҙ һөйләшеү телен белеү генә түгел, башҡорт теле буйынса диссертация ла яҡланы түгелме һуң әле?

– Эйе, Заремам “Башҡорт телендә ғәрәп-фарсы һүҙҙәренең ҡулланылышы” тигән темаға диссертация яҡлап, егерме өс йәшендә фило- логия фәндәре кандидаты булды.

– Ул хәҙер тормошталыр инде?

– Эйе, кейәүебеҙ ҙә иремдең милләтенән. “Ҡан тартыу” тигәндәре ысын- дыр инде: ошо милләт вәкиле менән Мәскәүҙә осраҡлы ғына танышып китә йәштәр. Кейәү-килендәренең бер милләттән икәнен белгәс, ике атайҙың шатланыуының сиге булманы. Тәрбиәле, белемле егет. Улар ғаиләһендә ике ейәнебеҙ, бер ейәнсәребеҙ үҫә.

– Кесе ҡыҙығыҙ хаҡында ла һөйләһәгеҙ ине?

– Мәҙинәм дә кейәүҙә. Белеме буйынса – лингвист. Бер ҙур компанияла халыҡ-ара бүлектә эшләй. Икенсе кейәүебеҙҙән дә уңдыҡ. Иң мөһиме – ҡыҙҙарыбыҙ ғына түгел, бажалар ҙа үҙ-ара бик татыу.

“Бар ғүмерем Башҡортостанға бәйле”

– Тыуған яҡҡа йыш ҡайтып йөрөйһөгөҙ шикелле?

– Эйе, йәнтөйәк бик тарта. Эшем дә Башҡортостан, туған халҡыма бәйле: башҡа ғалимдар, педагогтар менән берлектә дәреслектәр, кластан тыш уҡыу китаптары, методик әсбаптар сығарыуҙа ҡатнашам. Фәнни-ғилми конференцияларға, семинарҙарға саҡырып торалар. Тәржемә менән дә шөғөлләнәм.

– Һуңғы йылдарҙа гәзит-журнал биттәрендә шиғри шәлкемдәрегеҙ ҙә күренә башланы...

– Мин шиғриәтте бала саҡтан яратам. Нәфис әҙәбиәт ғүмер буйы тәрбиәсем дә, кәңәшсем дә, дуҫым да булды. Олоғайғас ҡына шиғыр яҙа башлауым йәшлекте, тыуған яҡты һағыныуҙан, тормош, йәшәйеш хаҡында күберәк уйланыуҙан да киләлер, моғайын. Балалар үҫеп, үҙаллы донъя көтә. Ағайым, бергә генә үҫкән апайым арабыҙҙан китте. Һағыш күп хәҙер йөрәктә...

Һүҙ аҙағында

1940 йылдың апрелендә донъяға килгән Земфира Ғизетдин ҡыҙы Сәхипова 75 йәшенә тиклем фәнни-ғилми эш менән шөғөлләнде, Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә лирик һәм балалар өсөн яҙылған китаптары, руссанан тәржемә иткән йыйынтыҡтары, үҙенең тор- мош юлын сағылдырған иҫтәлектәре донъя күрҙе. Башҡортостандың 20-нән ашыу йәш ғалимының ғилми етәксеһе булып, уларға оло фән юлына сығырға ярҙам итте. Яҡташыбыҙ – тиҫтәләрсә дәреслек һәм кластан тыш уҡыу китаптары авторы, Мәскәүҙәге яҡташтар ойошмаһында һәм башҡорт ҡоролтайында әүҙем эшләне. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы йыйын- дарында делегат булып ҡатнашты. Ошондай хеҙмәттәре өсөн күренекле ғалимә, педагог, дәреслектәр авторы, билдәле әҙибә һәм йәмәғәт эшмәкәре Земфира Сәхипова Салауат Юлаев орденына лайыҡ булды.

ҺАЛДАТ УЛЫ

Башҡорт дәүләт университетына уҡырға китергә йыйынам: ике күлдәгемде, туфлиҙәремде, яратҡан әҙәби китаптарымды юл сумкама һалып ҡуйҙым. Сту- дент булыуым өсөн ҡыуанһам, тыуған йорттан бөтөнләйгә китеүем болоҡһота. Әсәйем оҙата барасаҡ: “Ятаҡҡа үҙем урынлаштырайым әле, унда Хәбибрахман ағайымдың улы Түләк ҒИРФАНОВ та уҡый бит, күреп һөйләшермен, һиңә күҙ- ҡолаҡ булыр. Ул да, һинең һымаҡ, шиғырҙар, мәҡәләләр яҙа. Был яҡтан да һиңә кәңәшсе булыр”,–ти. Ысынлап та, вузға ингәнсе, шәлкем-шәлкем шиғырҙарым “Пионер” журналы (хәҙер “Аманат”), “Башҡортостан пионеры” (хәҙер “Йәншишмә”), “Совет Башҡортостаны” (хәҙер “Башҡортостан”) гәзиттәрендә донъя күргәйне. Әсәйем таныштырасаҡ ағайым да уларҙы уҡығандыр, моғайын, тип өмөтләнәм.

Әсәйем Хөмәйрә Сафа ҡыҙы тыумышы менән, Түләк ағай һымаҡ, Миәкә районы Әбеш ауылынан. Үҙе лә шиғыр-таҡмаҡтар сығарып, көйгә һалып йырлай. Уларҙы әле лә балалары, ейәндәре генә түгел, ауылдаштар ҙа башҡара. Сәхнәләрҙән дә яңғырағаны бар. Әлшәй районы Һарыш ауылына 1938 йылда уҡ килен булып төшһә лә, үҙенең Әбешен ғүмер буйы һағынып йәшәне. Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған Хәбибрахман баба- йым да төп Әбеш ауылыныҡы. Ул яуға киткәнсе күрше Сәтәй-Бөрйәндә мал табибы булып эшләгән. Түләк ағай ошо ауылда тыуған. Хәбибрахман Ғирфановтың бер туған    ағаһы    Фәйзрахман    бабай    Сафа ҡартатайымдың күршеһе ине. Икеһе лә йор һүҙле. Йәйҙәрен Әбешкә килмәй ҡалмайбыҙ. Шулай бер саҡ күрше бабай һорай биш йәшлек ҡунаҡтан:

  • Ҡыҙым, һин кемдәргә килдең ул?
  • Ҡартатайымдарға.
  • Ә уның исеме кем?

Мин баҙап ҡалам: “Күршеһенең исемен дә белмәйме икән?” – тип ғәжәпләнәм, барыбер яуап бирергә кәрәк тә:

  • Сафа бабай ҙа инде ҡартатайым!

Фәйзрахман бабай был һөйләшеүҙе ҡартатайыма һөйләп, мин ҡайтып киткәнсе көлдөләр. “Дөрөҫ әйттем дә инде, былар нимәгә көлә икән?” – тип аптырағайным.

Әсәйем белмәй һағынмай икән тыуған яҡтарын! Иҫ киткес матур ерҙәр: саҡрым самаһы ғына ситтәрәк, ауылды уратыбыраҡ Дим аға, һәр йорттоң кар- туф баҡсаһы артында хужаларының исеме менән аталған үҙ күлдәре. Ҡайһылары тәрән, икенселәре һайыраҡ, зәңгәрһыу, күкһел, йәшкелт төҫтәрҙә ҡояшта ялтырап ята улар. Тирә-яҡта өйкөм-өйкөм ҡыуаҡтар, ниндәй генә емештәр үҫмәй унда! Сейә, муйыл, ҡарағат, бөрлөгән, балан бер-бер артлы өлгөрөп, бешеп кенә тора. Ә халҡы шундай мөләйем, ихлас,тырыш, ярҙамсыл... Ошондай гүзәл төбәктән нисек инде ижад кешеләре сыҡмаһын?! Шуға ла байтаҡ күренекле әҙиптәрҙең, сәнғәт әһелдәренең дә төп илһам сығанағы – бәрәкәтле Миәкә ере. Бөтәһен дә һанап сығыу мөмкин түгел. Әҙиптәрҙән Аҡмулла, Сафуан Яҡшығолов, Ғариф Ғүмәр, Төхвәт Йәнәби, үҙем күреп белгән Хәкимйән Зарипов, Азат Мағазов, Факил Мырҙаҡаев, Фәнис Янышев, Марс Әхмәтшин исемдәрен атау ҙа етә. Был исемлектә Аҡмулла премияһы лауреаты Түләк Ғирфанов ағайымдың да булыуы – минең өсөн оло ғорурлыҡ.

Әсәйем Түләк ағай менән һөйләшкәндер, тип уйлайым. Һөйләшмәһә лә, эҙләп табыр ине, яңы ғына тыуған ояһынан осоп сыҡҡан ҡошсоҡ кеүек бер ҡатлы, эскерһеҙ һеңлеһенең студент тормошо менән ҡыҙыҡһыныр ине, моғайын. Ниҙәр уйлап, кемдәр менән аралашып йәшәүемә артыҡ ҡыҫылып бармаһа ла (бәлки күҙәтеп тә йөрөгәндер), хәл белешеп, уҡыуым хаҡында һорашып, ниндәй китаптар уҡыу, китапханаларҙа нисек шөғөлләнеү, ятаҡ ҡағиҙәләре һәм башҡа мәсьәләләрҙә фәһемле кәңәштәрен бирә ине ағайым.

Бер ятаҡта йәшәгәс, яңы шиғырҙарымды уҡып ишеттерер өсөн дә, эсем бошоп китһә лә, уларҙың бүлмәһенә ашығам.

Мин уҡырға ингәндә Түләк ағай һуңғы курста уҡый ине. Нисә барһам да, бүлмәләгеләрҙең бөтәһе лә уҡып ултыра. Ғәжәп тойола торғайны был күренеш. Мин өлкән курс ҡыҙҙары менән йәшәйем, бөтәбеҙ ҙә тырышабыҙ, тик был “ҡара тырыш” ағайҙар кеүек мөкиббән китеп түгел инде. Бигерәк тә Түләк ағайҙың райондашы, бөҙрә сәсле Кәбир Ноғоманов ағай иҫтә ҡалған. Икеһе лә шундай етди, итәғәтле, һәр яҡлап белемле, мәғлүмәтле. (Шул хәтлем уҡыуға...) Аҙаҡ Кәбир ағай, тыуған Миәкә районына ҡайтып, пенсияға киткәнсе мәктәп директоры булып эшләне, “Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы” тигән исемгә лайыҡ булды. Яҡташы Клара апайға өйләнеп, әле лә бергәләп йәмәғәтселек эштәрендә әүҙем ҡатнашып, бик матур ғүмер итәләр, районда хөрмәтле кешеләр. Улар менән дә йыш ҡына район сараларында осрашып торолдо.

Студент йылдарында даими уҡ булмаһа ла, республика баҫмаларында шиғыр, хикәйәләре, мәҡәләләре донъя күреп торған Түләк Ғирфановтың, районына ҡайтҡас, бер нисә йылдар әҫәрҙәре күренмәҫ булды. Башкөллө эшкә сумған икән ул.

Бер нәмәне лә ярты-йорто ғына эшләргә күнекмәгән шиғри күңелле, донъяға фәлсәфәүи ҡарашлы Түләк Хәбибрахман улы ижадҡа тигән илһам һәм зиһен көсөн етәксе вазифалар буйынса башҡарылған хеҙмәттәренә биргәндер.

Ә инде йөрәк төбөндә көйрәп ятҡан әҙәби талант ҡомарын тормош мәшәҡәттәре менән күмеп кенә һүндереп булмайҙыр инде ул. Бындай ут, үҙенең бер китабының исеме кеүек, һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә. Мәле еткәс, тормош тәжрибәһе менән ҡушылып, яңынан дөрләп китә. 80-се йылдарҙа уның тәрән йөкмәткеле, халыҡсан, ерлекле сағыу образдар аша бәйән ителгән повесть һәм хикәйәләре бер-бер артлы баҫылып сыға башланы. 1988 йылда донъя күргән “Яралы хаттар”ға ингән әҫәрҙәренең күбеһендә автор яҡташтарының Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы һәм унан һуңғы илде аяҡҡа баҫтырыу йылдарындағы ауыр тормошон сағылдыра. Ауыл кешеләренең иңдәренә төшкән ҡыйынлыҡтарҙы еңеп сығыу өсөн йән аямай көрәше, яҡын кешеләрен юғалтыу ҡайғылары, мөхәббәт һағыштары, көс еткеһеҙ ауыр эштәр башҡарыуҙары һәм ошо хәлдә лә илһөйәрлек, намыҫ, изгелек кеүек кешелек сифаттарын һаҡлап ҡала алыуҙары хаҡында яҙыусының ошо китабына ингән әҫәрҙәре.

Уларҙы, әлбиттә, тулҡынланмайынса уҡыу мөмкин түгел. Сөнки был по- весть, хикәйәләрҙе ошо фажиғәле йылдар ваҡиғаларын кескәй генә көйө үҙ күҙҙәре менән күргән, сабый иңдәрендә күтәрешкән автор ижад иткән. Уға геройҙарын әллә ҡайҙан эҙләп йөрөйһө, уйлап сығараһы юҡ. Бөтәһе лә – бергә-бергә ғүмер иткән кешеләр.

Алда әйткәнемсә, 1939 йылда донъяға килгән Түләк ағай – һуғыш осоро балаһы. Тыуған илен һаҡлап башын һалған батыр яугир улы.

Әсәйемдең тол ҡалған еңгәләре менән һуғышта һәләк булған ирҙәрен, ағаларын хәтерләп, ҡосаҡлашып илашып ултырыуҙарына үҙемдең дә шаһит булған саҡтарым булды. Бына бер һыҙландырғыс күренеште һис кенә лә онота алмайым. Әле вузда уҡый башлағас, “Башҡортостан” ҡунаҡханаһы артында, Социалистик урамында (хәҙер Мостай Кәрим урамы) йәшәгән Фәрхинауал әбейемдәргә барып йөрөр булдым. Ул – әсәйемдең яратҡан еңгәһе, Сафа ҡартатайымдың һуғышта һәләк булған бер туған ағаһы Ибраһимдың тол ҡатыны. Ул да үҙе ҡарап үҫтерешкән ҡәйенһеңлеһен яҡын күрә, әле икенсе бабай менән йәшәһә лә, һәр саҡ ҡыуанып ҡаршылай, беҙҙе лә үҙ итә. Бер барғаныбыҙҙа уларға ауылдан тағы ла бер еңгәһе килгәйне. Ҡаҡса ғына уртаса буйлы, ҡарағусҡыл сибәр йөҙлө Ғәмбәр әбейемде Әбештә лә, Сәтәй-Бөрйәндә лә күргеләнем. Шәп-шәп атлап, тура баҫып йөрөгән, һәр саҡ етди ҡарашлы ауыл ҡатыны, ҡайҙалыр ашыҡҡандай, гел йүгергеләп йөрөгән һымаҡ иҫтә ҡалған. Икеһе лә йылмайышып әсәйем менән күрештеләр ҙә, сәй эсергә ултырҙыҡ. Бер аҙ хәл-әхүәл белешкәс, үткәндәргә төшөп, ирҙәре хаҡында һөйләшеүгә күстеләр ҙә өсөһө лә иңрәп илай баш- ланы. Көслө рухлы, үҙҙәрен һәр саҡ ғорур тотҡан яҡындарымды ошондай хәлдә күргәс, мин дә албырғап, һүҙһеҙ ҡалдым. “Эй, Хәбибрахманҡайым, – тип сеңләй Ғәмбәр әбей, – ниңә генә ғаиләңде, балаларыңды уйламаның һуң, мин үлһәм, эт күрмәгәнде күрерҙәр, тип. Нимескә ҡаршы иң алдан йүгергәнһеңдер инде. Гел шулай алдан йөрөнөң. Баһадир инең бит һин, йығылып үлеп ятыр ир түгел ине-е-ең...” Фәрхинауал әбейем дә һығылып төшкән, өндәшмәй генә яулыҡ осо менән күҙҙәрен һөртә. Әсәйем үҙе илай, үҙе тол еңгәләрен тынысландырырға тырыша. Тик ҡайҙа ул?! “9 Май һайын тере ҡайтҡан фронтовиктарҙы биҙәлгән автобустарға ҡатындары менән йәнәш ултыртып, урман аҡланына алып барып ҡунаҡ итәләр, бүләктәр бирәләр, ә беҙ, яңғыҙаҡтар, ҡапҡа бағанаһына һөйәлеп илап ҡалабыҙ. Улар балаларын район, Өфө мәктәптәренә ебәреп уҡыта, станцияға илтергә кол- хоз аттары уйнап тора, беҙҙекеләр йөрөй ас-яланғас тәпәйләп унар саҡрымда ятҡан ауыл мәктәптәренә яҙлы-көҙлө бысраҡтарҙа, ыжғыр бурандарҙа...” – тип һыҡтай әбейем. Ғәмбәр әбейҙең яҙыусы Түләк Ғирфановтың әсәһе булғанлығын аҙаҡ ҡына белдем. “Тол ҡатындар иламай” тиһәләр ҙә, бер иреп, атылып сығалыр инде йөрәктәренән әрнеү-һыҡтау, һағыш булып туңған хис-тойғолары... Иң яҡты мөхәббәткә, иң оло бәхеткә, иң ихлас, ҡайнар рәхмәт һүҙҙәренә лайыҡ ҡатындар бит улар. Ә үҙҙәре лә ошо хаҡта белмәйме ни? Был күренеш йыш ҡына йөрәгемде һыҙлатып иҫемә төшә минең. Бигерәк тә яугирҙәрҙең тол ҡатындары, етем үҫеп, олоғайған һуғыш осоро балалары менән һөйләшкәндә. Депутат, мөхәррир сағымда ла йыш ишеттем: “Ниңә беҙгә, атайһыҙ үҫкән фронтовик балала- рына, бер ниндәй льгота ла юҡ һуң ул?” – тигән хаҡлы һорауҙарҙы. Мәскәүҙә лә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышында ла күтәрә инек тә ул был мәсьәләне. Депутат – закон сығарыусы, ләкин закондың матди үтәлешен хөкүмәт органдары тәьмин итә шул.

Илем, ғаиләм, балаларым тип үлемесле алышҡа күтәрелеп, ғәзиз ғүмерҙәрен биргән олатайҙар, үҙҙәренең һаулыҡтары иҫәбенә, шәхси бәхет, һөйөү төҫө күрмәй көнө-төнө эшләп, балаларын яңғыҙ аяҡҡа баҫтырған инәйҙәр, атайҙарҙың дәртләндергес йылы ҡарашынан, ҡурсалауынан мәхрүм үҫкән, исмаһам, күңел өсөн генә булһа ла, хөкүмәт ярҙамын ала алмай, хәҙер инде берәм-берәм ысын донъяға күсә барған ағай-апайҙар ал- дында оят та бит... Ундай ғаиләләр илебеҙҙең бөтә ауыл-ҡалаларында булып, ҡартайғансы яуҙан ирен көтөп көн иткәндәр ҙә бихисап ине. Беҙҙең ауылда ла күп ине ошондай тоғролоҡло, егәрле, матурлыҡҡа, изгелеккә ын- тылып йәшәгән ихлас күңелле һағышлы ауыл инәйҙәре.

Һәләк булған яугир улдарының береһе Түләк ағайҙың был юҫыҡта зарланғанын бер ваҡытта ла ишеткәнем булманы. Ә инде ниҙәр кисергәнен уның әҙәби әҫәрҙәренән, автобиографик яҙмаларынан уҡып, күҙ алдына кил- тереп була.“Миңә ике йәш тулғанда һуғыш башланған. Атайымдың алынғанын хәтерләмәйем. Әсәйемә өйҙә алты бала ҡалғанбыҙ. Етмәһә, атайым һуғыш баш- ланыр алдынан ғына Сәтәй-Бөрйән ауылына мал табибы итеп күсерелгәс, ул өйөбөҙ Әбештә ҡалған, – ти иҫтәлектәрендә Түләк ағай. – Өс йәшем тулғанда үҙ-үҙемде белә башлағанмындыр: Алкинда хәрби хеҙмәткә өйрәнеү курсы үткәндән һуң, атайым ике генә көнгә өйгә ҡайтып, ғаиләһен күреп киткән. Йыл- майып мине саҡырып торған атайымды хәтерләйем һымаҡ. Бәлки был образ уйымда ғына тыуғандыр, 1942 йылдың ноябрендә Великие Луки ҡалаһы өсөн барған ҡаты алыштарҙың береһендә атайым, полк санитары яу яланынан яралыларҙы сығарғанда, дошман өҙлөкһөҙ яуҙырған мина ярсығынан һәләк була.

Мин белгәндә телһеҙ, һаңғырау булып тыуған оло ағайым Сафуан –тимерсе, Рәхимә апайым – Свердлауҙа торфта, Заҡуан ағайым – ФЗО-ла, Марис ағайым Күл-Ҡуңҡаҫ ауылында әсәйемдең әсәһе Кинйәбикә өләсәйемдә йәшәй ине. Дүрт мөйөшлө колхоз өйөндә – әсәйем, Камила апайым һәм мин.

Әсәйем төрлө эштә эшләне. Яҙын сәсеүҙә, йәйен утауҙа, бесәндә, көҙөн иген урыуҙа, ашлыҡ таҙартыуҙа: ҡайҙа ҡушһалар, шунда. Ҡул арбаһы менән 20-шәр, 30-ар саҡрымға яҙ – сәсеү орлоғо, көҙ элеваторға иген ташыны. Ҡыш буйы мал аҙығы килтереү ҙә ҡатын-ҡыҙ елкәһендә бит инде. Камила апайым да колхоз, өй эштәренән бушамай. Мин күберәк Сафуан ағайым тирәһендә. Күрек баҫып торорға эшкингәнмен.

Ҡәһәрле һуғыш яланынан килгән “ҡара ҡағыҙ”ҙы әсәйем биш ай буйы беҙҙән йәшереп йөрөгән.

Алты йәшемдән колхозға күбә тарттырырға сыҡтым. Атҡа мендереп ултыр- талар ҙа, йөрөйһөң көнө буйы ат башы тотоп. Тәүҙә был эш ҡыҙыҡ тойола, эшкә ярауыма ғорурлыҡ тойғоһо уяна. Бер-ике көндән кикрек шиңә. Арыҡ аттың бысаҡ кеүек һыртында оса уйылып сей яраға әйләнә. Көн эҫелеге, аттың күгәүендәрҙән сыҙай алмай сапсыуы хәлдән тайҙыра. Күҙҙән йәштәр атылып сыҡһа ла, түҙәһең инде. Йәй шулай һиҙелмәй ҙә үтә, ҡыш йонсота. Утын күп кәрәк. Ә уны ҡырҡырға рөхсәт юҡ. Туғайға ҡоро талға бәләкәй сана һөйрәп мин йөрөйөм.Ул бер-ике яғырға ла етмәй. Көн дә барырға тура килә. Туңып үлә яҙған саҡтарым да иҫтә.

Әбештән күсереп алып ҡайтып тергеҙгән өйөбөҙҙөң яныуы оло фажиғә булды. Әсәйемдәр эштә ине. Мин мендәр-юрғанды ғына сығара алдым. Ярай әле, һандыҡты ла һөйрәп ишек төбөнә килтерә алғанмын. Унда зайым, налог түләгән ҡағыҙҙар, атайымдың фронттан яҙған хаттары ятҡан булған. Әсәйем шуға ла шатланды. Ә үҙебеҙ бер ҡат күлдәктән, аҙыҡ-түлекһеҙ урамда ҡалдыҡ”. Тормошто ошондай шарттарҙа башлап ебәргән малайға сынығып үҫмәй сара юҡ. Киләсәген дә бары тик уҡып кеше булыуҙа күрә яугир улы. Өҫтөндә, аяғында кейеме булмағанлыҡтан мәктәпкә туғыҙ йәшендә генә барһа ла, тырышып уҡый. Күрше ауылдарға, тәүҙә ете саҡрым алыҫлыҡтағы Балғажыға, аҙаҡ ун саҡрымға Никифарға йөрөп уҡырға тура килһә лә, иптәштәренең күбеһе ауырлыҡҡа сыҙамай, мәктәптән китһә лә, уҡыуын ташламай сәмле малай. Был осорҙо Түләк ағай ошолай хәтерләй:

– Уҡыу ул саҡта түләүле. Дәреслектәрҙе һәм башҡа уҡыу кәрәк-яраҡтарын үҙеңә эҙләп табып, һатып алырға кәрәк. Иртәнге алтынан киске алтыға ҡәҙәр юлда үтә ваҡыт. Өйҙә лә эштәр көтөп тора. Дәрес әҙерләргә мөмкинлек тә, хәл дә ҡалмай. Көҙгө ямғырҙар, ҡышҡы бурандар, сатлама һыуыҡтар йәнгә тейә. Яҙғы өҙөктә фатирҙа торабыҙ, ашарға өйҙән килтерәбеҙ. Фатир өсөн дә түләргә кәрәк. Йомортҡа, әсәй башҡа балаларынан өҙөп йыйған май хаҡы иҫәбенә уҡып йөрөйөм. Интернатҡа алыуҙарын һорап, әллә нисә ғариза яҙҙым. Алманылар. Ата-инәлеләр ҙә интернатта тороп уҡый. Миңә урын юҡ. Хәлемде аңлаусы ла юҡ.

...Барыбер рәхимле кешеләр табыла. Күпмелер ваҡыттан һуң интернатҡа урынлашыу бәхете лә тейә. Түләк Ғирфанов урта мәктәпте яҡшы билдәләргә генә тамамлап сыға. Аттестатлы булғас та, армияға алына ул. Һалдат улы үҙе лә Кавказ яҡтарына ил һаҡларға китә һәм өс йыл урынына өс йыл ярым хеҙмәт итеп, ир ҡорона инеп, Миәкәһен,туғандарын һағынып ҡайта көслө рухлы Түләк Ғирфанов. Эшләп, ауырлыҡтар күреп үҫкән беҙҙең яҡ егеттәре бер ваҡытта ла армияла һынатмай. Зиһенле, илһөйәр, тырыш егетте, юғарыраҡ звание биреп, армияла ҡалырға өндәһәләр ҙә,тыуған ер тарта Түләк ағайҙы. Киләсәк тормошо, бәхете бары тик Башҡортостанда булырын бик яҡшы аңлай ул. Илсеғол мәктәбендә бер йыл уҡытыусы булып эшләп, 1963 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультеты студенты булып китә 24 йәшлек Түләк Ғирфанов. Төркөмдәштәрҙең бөтәһе лә үҙенән йәшерәк.

– Бүлмәләштәремдән мин һәр саҡ уңдым,–тип иҫкә ала Түләк Хәбибрахман улы.– Тәүге курстарҙа Әхмәт Сөләймәнов, Ирек Кинйәбулатов, Рим Нуриманов, Исмәғил Аҡъюловтар менән йәшәнем. Аҙаҡҡы йылдарҙа Кәбир Ноғоманов, Ҡәҙим Аралбаев, Рафаэль Аҙнағолов, Ҡадир Әлибаевтар менән маҡсатыбыҙ, уйыбыҙ, ашаған ризыҡтарыбыҙ уртаҡ булды. Аҙаҡтан бөтәһе лә республикабыҙҙың арҙаҡлы улдары булып танылды.

Түләк Хәбибрахман улының Миәкәгә ҡайтҡас башҡарған эштәре, биләгән вазифаларындағы хеҙмәттәре, заман ерлегендә тыуып торған ҡыҙыҡлы һәм фәһемле ваҡиғаларҙа ҡайнап йәшәүе хаҡында айырым китап яҙырлыҡ.

Миңә мөхәррир, депутат булып эшләгәндә уҡыусыларым, һайлаусыларым менән осрашыу һәм төрлө район сараларында ҡатнашыу өсөн Миәкәгә йыш барырға тура килде.

Уларҙа Түләк ағайымды ла күреп, хәл һорашып торғаным булды, уның ҡасан ниндәй вазифалар башҡарыуын да белеп торҙом, әлбиттә, тик был эштәрҙең уны ижадынан ситләштергәнен генә аңламағанмын икән. Хәйер, аңлап та, ниндәй кәңәш бирәһең инде?! Ул, бер нәмәне лә өҫтән-мөҫтән генә эшләй алмаған яуаплы кеше булараҡ, хеҙмәт йөгөн төпкә егелеп тартыр ине, моғайын.

– Район буйынса дүрт йөҙҙән ашыу уҡытыусыны исем-шәрифтәре менән белә инем, – тип хәтерләй Түләк Хәбибрахман улы. – Ауыл ерендә торлаҡ мәсьәләһе ауырлыҡ тыуҙырманы. Иҫке мәктәптәрҙең күплеге иң ауыртҡан урын ине. Мәктәп төҙөү еңел эш түгел. Ул саҡта төҙөлөштө хужалыҡтар алып бара ине. Бер ниндәй ҙә төҙөлөш ойошмалары юҡ. Материал табып ҡайтарыу, төҙөүселәр менән эшләү, уларҙы ашатып-эсереү мәктәп директорына йөкмәтелә. Әйтәйек, ҡайҙандыр табып, төнгә ҡалып, машиналар кирбес алып ҡайтты, ти. Уларҙы ҡул менән бушатырға кәрәк. Мәктәп директоры үҙе төн йоҡламай эшселәр табып, кирбестәрҙе бушаттырырға тейеш. Төнгө эшселәр менән иҫәпләшеүсенең хәлен берәү ҙә аңларға теләмәй. Төҙөлөш материалдары магазиндарҙа һатылмаған саҡта, ул мәктәпте сафҡа индергәнсе ниҙәр күргәнен директор үҙе генә белә. Уҡыу-уҡытыу процесын ойоштороу, уҡытыусылар, ата- әсәләр менән эшләү – мәғариф бүлеге мөдиренең төп эше. Мәктәптәрҙән килгән ялыуҙарҙы ла мотлаҡ тикшерергә кәрәк. Шешкән ергә ваҡытында опе- рация яһау сараһын күрһәң генә, һауығыуға өмөт итергә мөмкин. Дүрт йыл дәүерендә алты урта, ике һигеҙ йыллыҡ мәктәп төҙөлөп, файҙаланыуға тапшы- рылды. Юғары белемле уҡытыусылар һаны артты. Уҡыу-уҡытыу барышында һиҙелерлек алға китеш булды. Инде эшкә өйрәнеп, диссертация темаһына то- тонам ғына тигәндә, мине яңы эшкә күсерҙеләр. Мин “Октябрь” район гәзите мөхәррире булып киттем.

Был эшкә лә ең һыҙғанып тотона Түләк Хәбибрахман улы. Мөхәррир эше гәзит сығарыу, мәҡәлә яҙыу ғына түгел. Ул редакция, типография эштәрен яҡшы ойоштора алыу менән бер рәттән, райондың хужалыҡ эштәрен дә белергә тейеш. Мөхәррир редакцияны юғары белемле кадрҙар менән тулы- ландыра, штаттан тыш хәбәрселәр менән эште юлға һала. Гәзит өс телдә: руссанан тәржемә ителеп, башҡорт, татар телдәрендә лә сыға башлай. Ошо йылдар эсендә редакция, типография өсөн яңы бина төҙөлә. Яҡшы кешеләр, ҡыҙыҡлы яҙмыштар, хеҙмәт кешеләре, ветерандар тормошо менән тығыҙ бәйләнештә йәшәп, улар хаҡында уйландырырлыҡ, фәһем алырлыҡ мәҡәләләр, очерктар яҙыу Түләк Ғирфановты яңынан әҙәби ижадҡа алып ҡайта. Аҙаҡ уның “Яралы хаттар” йыйынтығына инәсәк әҫәрҙәр тәүҙә бер- бер артлы республика матбуғатында баҫылып сыға.

Партия райкомында пропаганда һәм агитация бүлегендә эшләгән сағын һәйбәт хәтерләйем. “Миңә ул осорҙа тәүлегенә 12-16 сәғәт эшләргә тура килде, – тип хәтерләй Түләк ағай. – Беренсе секретарь эшкә иртәнге 7-нән килә. Ул килгәнсе урынбаҫарҙар, бүлек мөдирҙәре эш урынында ултырырға тейеш. Ә эш етерлек: бер ҡараңғынан икенсеһенә тиклем эшләһәң дә, бөтөрлөк түгел. Ун ике йыл партия райкомында хеҙмәт иткән дәүеремдә алты беренсе секретарь менән эшләргә тура килде. Шунса секретарға төрлө кәңәшмә-йыйылыштарға, пленумдарға докладтар яҙыу минең өҫтә булды. Уларға төрлө саралар, танта- налы кисәләр, осрашыуҙарҙа һөйләгән сығыштарын да әҙерләй инем. Байрамдарға сценарийҙар яҙыла. Һәр сара ҙур әҙерлек менән үтә ине”.

Ә беҙ: “Ниңә Түләк Ғирфанов шундай күңелгә ятышлы, профессиональ оҫталыҡ менән яҙылған әҫәрҙәренән һуң тағы ла туҡталып ҡалды икән?” – тип аптырайбыҙ.

Хаҡлы ялға китер алдынан ағайым Күл-Ҡаран ауылында хакимиәт башлығы, урта мәктәп директоры вазифаларын башҡара. Ошо осорҙа ул тыуған яҡты өйрәнеүсе булараҡ тикшеренеү эштәре алып бара, мәҡәләләр яҙа, “Һөйөүемде һеҙгә ҡалдырам”,“Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә”тигән китаптарына инәсәк әҫәрҙәрен ижад итә, яңы хикәйәләр, очерктар, шиғырҙар яҙа.

Ә инде 2014 йылда донъя күргән “Яҙмышымды яҙам” тигән ҙур күләмле ки- табына ингән “Яҙмышымды яҙам”, “Бүре ҡойроғо”, “Йылдарҙа ҡалған эҙҙәр” исемле повестары, “Партизан Сәхи”, “Йәшәү көсө”, “Алдаҡай”, “Яҙ еҫе”, “Ҡырау”, “Бүрелегүл баланы”,“Аҡсәскә”,“Ҡош киҙеүе”,“Бау”,“Ғүмерлек һабаҡ” һәм башҡа хикәйәләре Түләк Ғирфановтың юғары профессиональ кимәлдәге үҙенсәлекле прозаик икәнлеген дәлилләй. 2017 йылда уның “Көҙгө һағыш” тигән шиғырҙар йыйынтығы донъя күрҙе.

 

Аҡмулла премияһы лауреатына лайыҡ булған яҙыусы бөйөк мәғрифәтсе- шағир Аҡмулланың тормош юлын өйрәнеүгә лә ҙур иғтибар бүлде. Халыҡ Аҡмулла тип йөрөткән портретта ла Түләк ағайҙың өлөшө бар. Сөнки бөйөк яҡташыбыҙҙың прототибы итеп һайланған өсәүҙең береһе – Түләк Ғирфанов. Шуға ла Аҡмулла рәсемендә уның да йөҙ-һыҙаттары бар. Ә мин Түләк ағайымда Аҡмулланың тормош, хеҙмәт өлгөләрен дә күрәм. Бөйөк яҡташыбыҙҙы бер кем менән дә сағыштырырға теләмәйем, әлбиттә. Шулай ҙа, оҡшашлыҡтар ҙа бар бит: икеһе лә бер төбәктән, халҡы өсөн янып, тыуған яҡтарын ҡайғыртып йәшәгән әҙип-мәғрифәтселәр, рухташтар. “Ағиҙел” журналының 2014 йылдағы июль һанында Түләк Ғирфановтың Аҡмуллаға арналған “Дала моңо” тигән шиғри хикәйәһе баҫылып сығып, уҡыусыларҙың иғтибарын йәлеп итте. Хәҙер был әҫәр дәрестәрҙә, Аҡмулла байрамдарын уҙғарғанда ҡулланыла.

Әйткәндәй, хаҡлы ялға сыҡҡас, Түләк ағай иман, дин юлынан китеп, имам- хатип вазифаһында эшләп алды, йәшерәктәр тейешле белем алып ҡайтып, мәсеттәргә юл һалғансы, ул был изге эште башлап ебәреүселәрҙең береһе булды. Был хеҙмәтендә лә Түләк Ғирфанов, быға тиклемге вазифаларындағы кеүек, бар булмышы менән уҡытыусы-тәрбиәсе ролен башҡарҙы.

“Бәхет ул – эшкә барғың килеп барыу, өйөңә ҡайтҡың килеп ҡайтыу”,–тиҙәр. Өйөндә лә бәхетле булды Түләк ағайым. Венера еңгәм менән ярты быуат ғүмер итеп, ҡыҙ һәм ул тәрбиәләп үҫтерҙе, уларға ҡанат нығытып, үҙ ояларын ҡорорға ярҙам итте. Өләсәй, олатай булыу шатлығын кисереп, балаларының, ейән- ейәнсәрҙәренең уңыштарына ҡыуанып ғүмер итте Ғирфановтар.

– Айҙар, йылдар һиҙелмәй генә бер-бер артлы үтеп торһа ла, уларҙа беҙ һалған көс, хеҙмәт эҙҙәре ҡала. Донъя беҙ теләгәнсә генә бармаһа ла, йәмғиәтебеҙ үҫешенә ниндәйҙер өлөш индереү – бәхеттер ул. Үткәндәремә үкенмәйем. Йылдарҙан ҡала эҙҙәр, – ти ине Түләк Ғирфанов.

2017 йылда сыҡҡан һуңғы китабының исеме юҡҡа ғына “Яҙмышымды яҙам” тип аталмағандыр. Эйе, тормош ауырлыҡтарын еңә-еңә гел юғарыға ынтылып йәшәп, үҙ яҙмышын үҙе яҙа алған бәхетле кеше булды Түләк Хәбибрахман улы.

Автор:
Читайте нас