

"Хоҙай Салауат һәйкәлен ремонтлауға юлды үҙ күрһәтте. Был беҙҙең өсөн еңел булмаған ҡарар ине. Әммә һәйкәл насар ғына түгел, ә ҡот осҡос хәлдә булған, бер аҙ ваҡыттан беҙ уны юғалтҡан булыр инек», - тип белдерҙе бөгөн Радий Хәбиров хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә.
Кисә, йәкшәмбе, республика Башлығы федераль әһәмиәттәге мираҫ объектын реставрациялау цехына барғайны.