Публицистика
19 Апрель , 08:55

Унан һуң нимәлер әйтеүе ауыр шул...

йәки “Ғүмерлеккә һайлаған хеҙмәт”

Унан һуң нимәлер әйтеүе ауыр шул...Унан һуң нимәлер әйтеүе ауыр шул...
Унан һуң нимәлер әйтеүе ауыр шул...

(Халыҡ шағиры, әҙәбиәт белгесе Рауил Бикбаев хаҡында)

 Тәбиғәт уға һәләтте өймәләмә тултырып биргәйне. Талантлы шағир, төплө ғалим, абруйлы етәксе, күренекле дәүләт эшмәкәре, зирәк сәйәсмән. Уның был сифаттарына тәрән белемен (фән докторы), ораторлыҡ маһирлығын, һәр аудиторияла ла юғары кимәлдә телмәр тота белеүен, кеше менән эшлекле һәм дуҫтарса мөнәсәбәт урынлаш-тыра алыу оҫталығын да өҫтәһәң... Һәр яҡлап та килгән был кеше милләтебеҙҙең ғорурлығы, бәхете, таянысы булып йәшәне. Ул үҙ халҡы, республика өсөн табыш та, хазина ла, байлыҡ та, уның иркә балаһы ла, улы ла, ил ағаһы ла булды. Халыҡ уны яратты, етәкселәр һүҙенә ҡолаҡ һалды, ижад кешеләре оло ихтирам менән ҡараны, дошмандары көнләште. Халҡының ихлас рәхмәтен ишетеп, әҙәбиәт һәм фән өлкәһендәге оло ҡаҙаныштарына бәрәбәр юғары баһаны татып китте. Милләтебеҙҙең абруйын күтәреүсе, һәр ҡайҙа ла уның лайыҡлы вәкиле, шулай уҡ милли үҙаңды тәрбиәләүсе, һаҡлаусы, ҡурсалаусы көрәшсе шәхес тә ине. Республика вәкиле, әҙәбиәтебеҙ вәкиле булараҡ, Рәсәй масштабында үткән төрлө кимәлдәге әҙәби, мәҙәни сараларҙа милләтебеҙҙе лайыҡлы күрһәтте. Бай ижад, бәхетле яҙмыш. Үткән быуаттың 60-сы йылдар башынан алып беҙҙең быуаттың 20-се йылдар баштарына тиклемге дәүерҙә башҡорт шиғриәтенең иң сағыу йондоҙҙарының береһе булған, фән өлкәһендә лә ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшкән Рауил Бикбаев ижады һәм шәхесе, миңә ҡалһа, алдағы йылдарҙа ла һоҡланыу һәм табыныу, шул уҡ ваҡытта юҡһыныу объекты буласаҡ әле...

 Шәхсән минең өсөн ул – тәү сиратта, әлбиттә, шағир. Рәсми рәүештә халыҡ шағиры статусын йөрөткәне өсөн генә түгел. Ул исемде алғансыға тиклем үк минең шағир ине. Ижадының масштаблылығына, образлы фекер йөрөтөүенә, художестволы деталь һәм тасуирлау алымдарына, осошло уй-фантазияһына, күтәргән милли, социаль, мораль, этик, ижтимағи проблемаларҙы һәр саҡ кәрәкле мәлендә, ваҡытында күтәрә алыу маһирлығына һоҡланыуым бар. Уның өсөн зирәк аҡыл, тойомлау һәләте, тормош-көнкүреш күренештәренән дөрөҫ һығымталар сығара белеү кәрәктер. Шағирҙың халыҡсан, шул уҡ ваҡытта интернациональ әҫәрҙәре әҙәбиәтебеҙҙең интеллектуаль кимәлен билдәләне, гражданлыҡ асылын сағылдырҙы. Йүнәлешен көн дә тигәндәй үҙгәртеп торған сәйәси елде, йәмғиәттең тын алышын һиҙгер тойған аҡыл һәр һүҙ оҫтаһына ла бирелмәй. Күптәрҙең сәйәси һәм намыҫ ҡиблаһы үҙгәргәндә лә, уның ҡиблаһы үҙгәрмәне. Был йәһәттән ул иленең тоғро гражданы ла, тоғро хеҙмәткәре лә булып ҡала алды.

Уйлап-барлап ҡараһаң, Рауил Бикбаевтың һәр әҫәре, сығышы, респуб-лика һәм үҙәк матбуғат баҫмаларына биргән интервьюлары бөгөнгө әҙәби процесты ентекле барлау менән бергә һәр саҡ көнүҙәк, тап бөгөнгө соци-аль, милли, туған тел, мәғариф проблемаларын күтәреү менән һуғарылды, ул бер ҡасан да әҙәбиәтте – тормоштан, тормошто әҙәбиәттән айырманы, шиғриәте, асылда, шуға хеҙмәт итеү – саҡырыу, өндәү, иҫкәртеү, һыҙланыу – менән характерланды. Ул үҙ заманы менән бәхәстә йәшәне, кеше күңеленә, тормоштоң именлегенә янаусы ҡурҡыныстарҙы алдан күрә белде. Уй-борсолоуҙарын, өмөт-хыялдарын мәлендә йөрәгендә тоя һәм шул шик-шөбһәләрҙе мәлендә иҫкәртә алыу ҡыйыулығы шулай уҡ һирәктәр өлөшөнә төшкән көмөштөр.

Әйткәндәремде дәлилләүгә уның шиғыр, поэмаларын анализлау мотлаҡ түгел, тип иҫәпләйем, автор фекерен аңлауға әҫәрҙәренең исемдәрен атау ҙа етә: “Һыуһаным, һыуҙар бирегеҙ!”, “Баҙар балтаһы”, “Илемдә илемде һағынам”, “Ностальгия”, “Барокамера”, “Халҡыма хат”, “Система”, “Башһыҙ һыбайлы”, “Яңғыҙ ҡоштоң осоп барғаны”... Исемдәрҙә – илдәге сәйәси, ижтимағи, милли проблемалар палитраһы һәм ошо проблемалар төйөнөнә шағирҙың мөнәсәбәте, борсолоп та, асырғанып та, аңламай ҙа, ҡабул да итмәгән мөнәсәбәте. Эйе, уларҙа халҡыбыҙ яҙмышы, милләтебеҙ тарихы, телебеҙ яҙмышы бөтә киҫкенлегендә алға ҡуйыла, уларҙа һыҙланыу, борсолоу, оран бар. Ижадында ябай халыҡ мәнфәғәтен беренсе планға ҡуйған бөйөк рус шағиры Николай Некрасовтың “поэтом ты можешь не быть, но гражданиным быть обязан” тигән ҡанатлы һүҙҙәрен Рауил Бикбаевтың бар әҫәрҙәренә лә эпиграф итеп алырға мөмкиндер. Был һүҙҙәргә шулай уҡ шағирҙың остазы, дуҫы Рәми Ғариповтың “...заманым, тип тамаҡ ярмаһам да, заман ярып үтте йөрәкте” тигәне лә уның ижадының йөкмәткеһен аса булыр.

Тап ошо урында Рәми Ғариповтың уның ижады тураһындағы һүҙҙәрен килтереү ҙә урынлылыр, тип уйлайым: “Рауил Бикбаев бөтәһенән элек тәрән милли шағир, әммә үҙенең милли асылында сикләнгән түгел, ә киң масштаб һәм юғары осош шағиры. Уның шиғри донъяһы күп биҙәкле, кеше-лекле һәм, әйтергә кәрәк, шул уҡ ваҡытта, замандың үҙе һымаҡ уҡ, борсо-лоулы. Ул, шағир-граждан булараҡ, заман тауышына бик тә һиҙгер, үҙ халҡының героик тарихына ифрат тоғро, бөтә барлығы менән уның яҡты киләсәгенә уҡталышлы...”

Алтын һүҙҙәр, Рауил Бикбаев ижадын ҡасан баһалаһаң да, бер ҡасан да иҫкермәй торған һүҙҙәр.

Билдәле драматург Нәжиб Асанбаевтың һүҙҙәрен дә иҫкә алайыҡ: “...Уның менән ғорурланмау, һоҡланмау мөмкин түгел. Мин уны бөйөк Мостай Кәрим янына иң беренсе итеп ҡуйыр инем. Ниндәй ҙур шатлыҡ арабыҙҙа шундай кешенең булыуы!” Был һүҙҙәр аҫтына беҙҙең күпселек әҙип, әҙип кенә түгел, республиканың әҙәбиәт, мәҙәниәт, сәнғәт, мәғариф вәкилдәре, уның әҫәрҙәрен уҡыған, осрашҡан-аралашҡан һәр кем икеләнмәй ҡул ҡуя алыр ине. Нәжиб Асанбаев шағирҙың буй-һыпатына, үҙен дворяндарса тотош-ҡиәфәтенә, ораторлыҡ һәләтенә генә ишарала-май, хәйер, бәлки, уныһын да күҙ уңында тотҡандыр, ә талант юғарылығын, Мостай Кәрим ижады менән уның ижад юғарылығын да йәнәш ҡуя торғандыр, тип аңларға кәрәк.

Бынан байтаҡ йылдар элек билдәле бер яҙыусының (кем икәне хәтеремдән сыҡҡан) филармонияла үткән юбилей кисәһендә мәшһүр күҙ табибы, профессор Марат ағай Аҙнабаев сәхнә түрендә ултырған әлеге юбилярҙы Рауил Бикбаев ҡотлағас трибунаға күтәрелде лә, Рауилдан һуң һүҙ тотоуы ауыр, ул кәрәген генә әйтә лә бөтә, тигәйне. Ярым ысын, ярым шаяртып әйтелгән был “зар”ҙың мәғәнәһе аңлашыла торғандыр, шуға ла әйтелгәнгә комментарий биреп тормаҫтан, шуны ғына өҫтәйем: Рауил Бикбаев конкрет теге йәки был ҡәләмдәшенең, әлеге осраҡта сәхнәлә ултырған юбилярҙың ижады хаҡында ғына “кәрәген” әйтмәне, миңә ҡалһа, үҙ осороноң шиғриәте хаҡында ла, ҙурҙан ҡупҡанда, башҡорт әҙәбиәте хаҡында ла үҙ һүҙен әйтеп китте...

Шағирҙың әҫәрҙәре хаҡында күп һөйләргә мөмкин. Үҙебеҙҙең әҙәбиәт белгестәре, ғалимдар, коллегалары фекере, шулай уҡ туғандаш республи-калар, рус әҙәбиәте вәкилдәренең әйткәндәре лә, уның шиғриәтен юғары баһалаған етди хеҙмәттәр ҙә байтаҡ. Әҙип иҫән саҡта әҙәби тәнҡит һүҙенән  дә,  уҡыусылары  иғтибарынан  да  мәхрүм  булманы.  Алдағы көндәрҙә лә ҡәләмдәштәре, тәү сиратта йәш быуын ижадсылары уның мираҫына мөрәжәғәт итер әле тигән ышаныстамын.

Уның шиғриәте бейеклеген ныҡлы аңлар (шиғриәтте, ғөмүмән, аңлап буламы икән һуң әле?), аңлатыр өсөн, тәү сиратта, үҙең шағир булыу шарт-тыр. Был осраҡта уның кимәлендәге шағир булыу шарттыр. Мин шағир түгел, кимәл тураһында һөйләү шулай уҡ урынһыҙ. Минең бөгөнгө маҡсат – уның ижадының икенсе йүнәлеше – әҙәбиәт белгесе булараҡ йөҙөн асырға тырышыу. Был йүнәлеш миңә яҡыныраҡ та, аңлайышлыраҡ та. Хәйер, ул да Рауил Бикбаев ижадының йәнә бер ижади бейеклеге һәм ул бейеклеккә “артыла” алмауым да ихтимал. Шулай ҙа уҡталып ҡарарға ниәт итәм.

Тәүҙә үк шуны әйтергә кәрәктер, Рауил Бикбаев үҙенең фәнни эшмәкәрлеген шиғриәте менән бергә, мисәүләп, алып китте. “Миңә барлыҡ ижад юлымда шиғриәт менән фәнни эште бергә алып барырға тура килде, – тигәне булыр уның бер интервьюһында. – Үҙем һайлап алған яҙмыш тигәндәре, бәлки, шул булалыр. Сөнки мин был ғәйәт оло һәм арбаусы мөхиткә асыҡ маҡсаттар ҡуйып, был хеҙмәттең ни тиклем яуаплы һәм ауыр икәнлеген аңлап килеп индем һәм унда ғүмерлеккә тороп ҡалдым...”

Һөҙөмтәлә ул үҙенең ошо өлкәлә “ғүмерлеккә тороп ҡалыуы” арҡаһында сығыштары менән әҙәбиәт ғилемен, фәнде, шулай уҡ көндәлек әҙәби тәнҡитте күпкә йәнләндереүгә, сифатын күтәреүгә ярҙам итте, әүҙемләштерҙе, яңы фекерҙәр менән байытты. Сөнки был йүнәлештәге мәҡәләләре, республика һәм үҙәк матбуғат сараларына биргән интервью-лары, ҡәләмдәштәре хаҡындағы мәҡәләләре уның ижад мөхитен, ижад психологияһын тәрән аңлауы, төплө анализ яһай алыу маһирлығы, юғары интеллектуаль кимәле менән айырылып тора ине.

Шағирҙың әҙәбиәт белгесе, ғалим булараҡ тәүге ҙур хеҙмәте – Шәйехзада Бабичтың тормошо һәм ижады тураһындағы монография. Совет власы дошманы, тип ижады өйрәнеүҙән тыйылған Бабичтың исеме аҡланғас, әммә яңынан эҙәрләүҙәр ҡорбанына әйләнгән шағир тормошо менән ижадын Рауил Бикбаев, үҙе бер интервьюһында әйтеүенсә, үткән быуаттың 60-сы йылдар аҙағында – 70-се йылдар башында өйрәнергә тотонған икән. Бабич исеме, Бабич ижады аҡланһа ла, әҫәрҙәрен мәктәп программаларынан алалар, юҡ менән булаһың, уға мөнәсәбәт барыбер ҙә тиҙ генә үҙгәрмәйәсәк, тиеүселәрҙең һүҙҙәренә ҡарамай, ул башлаған хеҙмәтен яҙып бөтә. Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының әҙәбиәт секторындағы тикшереүҙә хеҙмәт юғары баһаланһа ла, ғилми советта ин-ститут директоры Хәйҙәр Сайрановтың ярандары нахаҡ ғәйептәр тағып, сәйәси, идеологик “етешһеҙлектәр” тип аңларға кәрәк, монографияны тар-мар итә. Һөҙөмтәлә хеҙмәт тик алты йылдан һуң ғына донъя күрә (Рауил Бикбаев. “Шәйехзада Бабич. Тормошо һәм ижады”. Башҡортостан китап нәшриәте. Өфө, 1981). Был сетерекле ваҡиғалар, монографияның тотҡарланыу йылдары, шағир тирәһендә барған шау-шыу хаҡында акаде-мик Ғайса Хөсәйенов үҙенең “Рауил Бикбаев. Тормошо һәм ижады” (Өфө, ”Китап”, 2008) тигән монографияһында ентекләп яҙа. Шуға ла ул теманы әле дауам итеүҙең кәрәге юҡ. Ул ваҡиғалар менән ҡыҙыҡһынған кеше атаған сығанаҡты табып таныша ала. Шуны ғына өҫтәйем, академик үҙенең тәүге аспирантының был хеҙмәтен бик юғары баһалай – Шәйехзада Бабичты башҡорт әҙәбиәтенә кире ҡайтарыуҙа уның хәл иткес роль уйнағанын күрһәтә. Был осраҡта, уҡытыусыһының профессиональ әҙерлеге ниндәй, уҡыусыһы ла шундай инде, тип әйтергә генә ҡала.

Алғараҡ китеп шуны өҫтәргә кәрәктер, 1985 йылда Рауил Бикбаев Шәйехзада Бабичтың әҫәрҙәрен йыйып-туплап китабын сығарҙы (Шәйехзада Бабич. Шиғырҙар, поэмалар. Башҡортостан китап нәшриәте. Төҙөүсеһе, баш һүҙ һәм аңлатмалар биреүсеһе – Рауил Бикбаев), 1994 йылда “Китап” нәшриәтендә шағирҙың “Беҙ үҙебеҙ – башҡорттар” (шиғырҙар, поэмалар, фельетондар, мәҡәләләр) исемле китабы сыҡты. Төҙөүсеһе, баш һүҙ, аңлатмалар авторы – Рауил Бикбаев. Уның тураһында иҫтәлектәр йыйынтығы, иллюстрацияланған альбом нәшерләнде, уның ойоштороуында һәм әүҙем ҡатнашлығында юбилей кисәләре, ғилми-ғәмәли конференциялар үтте. Ҡыҫҡаһы, ғалим үҙенең фиҙакәр фәнни хеҙмәттәре, төрлө әҙәби, мәҙәни саралар ойоштороуы менән Бабичты беҙгә кире ҡайтарыуға өлгәште, тип раҫлай алабыҙ.

2001 йылда “Китап” нәшриәте “Башҡорт шиғриәте антологияһы. Бы-уаттар тауышы” тип аталған хеҙмәт баҫтырып сығарҙы. Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты менән берлектә әҙерләнгән был китапҡа халыҡтың боронғонан алып 20-се быуат аҙағынаса тиклемге дәүерҙе эсенә алған ауыҙ-тел ижады өлгөләре (эпостар, ҡобайырҙар, йомаҡтар, сеңләүҙәр, йырҙар, бәйеттәр, мәҡәлдәр...), боронғо төрки осоро, урта быуаттар, ҡыпсаҡ осоро, Рәсәй осоро, 19-сы быуат, 20-се быуат башҡорт шиғриәтенең иң гүзәл өлгөләре тупланған. Баш һүҙ авторы – Рауил Бик-баев. Баш һүҙ тип атау ғына еңел, диссертацияға торорлоҡ оло фәнни хеҙмәт, тип баһаланырға хаҡлы эш. Ғалимдың күп йылдар дауамында берәмтекләп йыйған, төрлө сығанаҡ һәм ҡулъяҙмалар өйрәнеү һөҙөмтәһендә яҙылған йәнә лә бер фиҙакәрлеге.

Ҡатмарлы, күп йәһәттән халыҡтың алыҫ быуаттар йотомондағы ауыҙ-тел ижадын һәм яҙма әҙәбиәтен ентекле барлай ғалим. Һәр әҫәрҙе осорҙоң ижтимағи, социаль, сәйәси фонында тикшерә, фаразлай һәм үҙенең уй-фекерҙәрен дәлилле миҫал, һығымталар менән нығыта. Боронғо сығанаҡтарҙан алып бөгөнгө әҙәбиәт өлгөләренә тиклем иңләп фекер әйтеүе, шиғриәттең тарихын күҙаллауы – ауыр эш. Ғалимдың логик фекерләүе, эҙмә-эҙлелек һәләте көслө. Был һәләт, алда әйтеүемсә, уның “саф” ғалимлығынан ғына түгел, ә шағирлығынан, йәғни ижад кешеһе бу-лыуынан килә. Сөнки ул художестволы әҫәрҙәрҙең эске мөхитен, психологияһын аңлап-белеп эш итә. Ғалим был хеҙмәтендә әҙәбиәт бел-гесе генә түгел, тарихсы ла, философ та, сәйәсмән дә. Тәрән тарих ҡатламдарын байҡағанда, әҫәрҙәрҙе берәмтекләп “ялғағанда” һәр өлкәлә лә шулай киң диапазонлы белгес булмау мөмкин дә түгелдер. Шуға ла ан-тология Рауил Бикбаевтың ҙур фәнни ҡаҙанышы булараҡ танылыу алды, сөнки уның табыштары әҙәбиәтебеҙ тарихының байтаҡ аҡ таптарын асыҡларға ярҙам итте.

Оҙаҡ йылдар дауамында, һәр хәлдә, союз идараһы рәйесе булып эшләгән осоронда, Рауил Бикбаевтың яҙыусылар йыйылыштарында, съездарҙа, республикала, ситтә үткән төрлө кимәлдәге әҙәби, мәҙәни сараларҙа, осрашыуҙарҙа байтаҡ сығыштарын тыңларға тура килде. 2003 йылдың октябрь айында “Ағиҙел” журналының сыға башлауына – 80, “Бельские просторы” журналына 5 йәш тулыу айҡанлы Мәскәүҙә әҙәбиәтселәрҙең үҙәк йортонда (ЦДЛ) үткән осрашыу – исем туйы – шуларҙың береһе. Делегациябыҙ етәксеһе Рауил Бикбаев ике журнал хаҡында ғына түгел, ғөмүмән, ул саҡтағы башҡорт әҙәбиәте, Башҡортостанда йәшәп ижад иткән рус һәм башҡа милләт әҙиптәренең ижады хаҡында төплө телмәр тотто. Мәғлүмәткә бай был сығышта күп әҙиптәребеҙҙең ижады яҡтыртылды, уларҙың әҫәрҙәрен уҡыусыға күрһәтеп барыуҙа ике журналдың ҙур роле хаҡында бәйән ителде. Фекер алышыуҙа ҡатнашҡан Мәскәү әҙиптәре лә, баш ҡалала йәшәгән яҡташ яҙыусылар ҙа (Ә. Хәкимов, Т. Ғиниәтуллин, Й. Мостафин, И. Кәримов) ике журналдың да республика өсөн кәрәклегенә баҫым яһау менән бергә уның сығышын юғары баһаланы.

Ошо осрашыу-исем туйынан һуң дүрт йыл үткәс (2007), Мәскәүҙә йәнә бер күркәм сара – Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәйгә ҡушылыуына

450 йыл тулыуға арналған Башҡортостан көндәре сиктәрендә Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар союзы секретариатының киңәйтелгән ултырышы үтте. Был сараға ҙур делегация булып барҙыҡ. Рауил Бикбаев унда башҡорт әҙәбиәте, әҙәбиәттәр дуҫлығы, халҡыбыҙ та-рихы, республикала әҙәбиәтебеҙҙең, мәҙәниәтебеҙҙең, сәнғәтебеҙҙең бөгөнгө уңыштары хаҡында бай йөкмәткеле телмәр тотто. Телмәр Рәсәй Яҙыусылар союзы етәкселеге өсөн генә түгел, килгән мәркәз әҙиптәре, үҙәк матбуғат саралары вәкилдәре өсөн дә фәһемле булды. Быны осрашыуҙың рәсми өлөшө тамамланғас, улар менән аралашҡанда бирелгән һорау йәки әйтелгән фекерҙәре буйынса асыҡ самаларға була ине.

Үҙем ҡатнашҡан ошо ике осрашыуҙы иҫкә алыуымдың сәбәбе шунда: мин уның һәр осрашыу-сараларҙа ла тамашасыға, тыңлаусыға дежур, аб-стракт, сәйәси хәбәр һөйләмәүе, бәлки, ҡайһы бер аудиторияла уныһы ла кәрәктер, ә мөмкин тиклем күберәк башҡорт әҙәбиәте хаҡында мәғлүмәт бирергә, ул әҙәбиәтте күтәрергә, уның лайыҡлы вәкилдәрен күрһәтергә тырышыуын һыҙыҡ өҫтөнә алғым килә. Яҡшы тауарҙы маҡтарға, пропагандаларға кәрәк бит, шул саҡта ғына уның үтемлелегенә өмөт бар. Бындай осрашыуҙарҙа ла ул әҙәбиәт белгесе булып ҡалды, үҙенең башҡорт әҙәбиәте тарихын, уның бөгөнгө көнөн һәм күп авторҙарҙың ижадтарын төплө белеүен күрһәтте. Был сығыштарҙың сит мөхиттә яңғырауына, тыңлаусыларҙың уны ихлас ҡабул итеүенә, шул уҡ ваҡытта йөкмәткеле, йәнле сығышына һәм шундай абруйлы етәксең булыуына һоҡланыу тойғолары кисереп ултыраһың. Был осраҡта Марат ағай Аҙнабаевтың һүҙҙәре йәнә иҫкә төшә: Рауил кәрәген генә әйтә лә ҡуя шул. Ә бындай сығыштар Рауил Бикбаевтың ижади биографияһында, бигерәк тә уның, алда әйткәнемсә, союз идараһы рәйесе булып эшләгән йылдарында, бер Мәскәүҙә генә түгел, илебеҙҙең күп төбәктәрендә, шулай уҡ сит мәмләкәттәрҙә лә бик күп булды бит. Уларҙың һәр ҡайһыһында ул беренсе сиратта башҡорт әҙәбиәте вәкиле булараҡ һүҙ тотто. Ә беҙҙең һәр осраҡта ла,  М.  Кәрим  әйткәнсә,  “...Ил  алдына  сыҡһаң  –  мин  тынысмын  – һөйләмәҫһең ваҡты, яманды, Изгеләрҙе яуыз яһамаҫһың, хаҡҡа сығармаҫһың ялғанды...“, күңелебеҙ тыныс булды. Союзыбыҙға ул рәйеслек иткән йылдарҙа барыбыҙ ҙа тыныс инек...

Уның Ҡырғыҙстанға, мәшһүр “Манас” эпосының мең йыллыҡ байра-мына ҡатнашырға барғанда тыуған тәьҫораттар нигеҙендә яҙылған “Яңы дәүер эпосы” (“Ағиҙел”, 2003, 12-се һан) исемле мәҡәләһен генә алайыҡ. Мәҡәләлә Рауил Бикбаев Сыңғыҙ Айытматов ижадын ҡырғыҙҙың яңы эпосы тип атай. “Манас”тың мең йыллыҡ байрамы Сыңғыҙ Айытматовтың

75 йәшлек юбилейына тура килә, шуға ла шағир ошо ике датаны “берләштереп”, ошо ике үлемһеҙ ижадты сағыштыра. Сағыштыра тип атау дөрөҫ үк булмаҫ, йәнәш ҡуя тиһәк, урынлы булыр.

“Сыңғыҙ Айытматов ижады – туған милләтенең тормош фәлсәфәһен, йәшәү принциптарын, әхлаҡ ҡағиҙәләрен үҙенә туплаған тәрән тамырлы халыҡсан ижад. Шул уҡ ваҡытта яҙыусының ҡарашы киң офоҡтарға төбәлгән, әрнеүҙәре кешелек туплаған хазиналар менән тығыҙ бәйләнештә бара. Боронғо мифтарҙы ул өр-яңыса балҡыта, бөгөнгө көндөң үткер мәсьәләләренә килтереп бәйләй... Яҙыусы ҡайһы саҡта хәүефле хәлдәрҙе, кеше тәбиғәтендәге яуызлыҡты бер һүҙ менән әйтеп биреүгә һәләтле. Мәҫәлән, “маңҡорт” һүҙе шундай көйҙөрөп һалған тамға булды. Ватанын онотҡан, тарихи хәтеренән яҙған, милли үҙаңын юйған кешеләрҙе Сыңғыҙ Айытматов ошо бер һүҙ менән нарыҡланы... Сыңғыҙ Айытматов – ҡырғыҙ халҡының бәхете, барлыҡ төрки донъяһының ғорурлығы, ер йөҙөндәге күп милләттәрҙең, нисәмә миллион уҡыусыларҙың ҡыуанысы. Мәшһүр әҙип, аҡыл эйәһе, күренекле йәмәғәт эшмәкәре, тынғыһыҙ публицист. Шәхесе лә, ижады ла – донъя күләмендәге оло күренеш...” Был һүҙҙәр, миңә ҡалһа, Рауил Бикбаевтың әҙәбиәт белгесе икәнен йәнә бер раҫлай.

Әҙәбиәт тарихын тәрәнтен өйрәнеү һәм уны киң йәмәғәтселек хөкөмөнә сығарыу һымаҡ ҙур эштәре менән бергә ул көндәлек әҙәби тәнҡит жанрында да әүҙем һәм емешле эшләне. Союз идараһы рәйесе булған йылдарында (1995 – 2011), хәйер, уға тиклем дә, унан һуң да байтаҡ ҡәләмдәштәренең дөйөм ижады тураһында ла, айырым әҫәрҙәре хаҡында ла мәҡәләләр яҙҙы. Ғалимдың был “ҡылығы” беренсе сиратта, әлбиттә, уның күңел киңлегенән, унан әҙәбиәт алдында оло яуаплылыҡ тойоуҙан килгәндер. Шул тойғолар этәрмәһә, “сит биләмә”гә күҙ һалыу теләге тоҡанмай ҙа. Йәшерен-батырыны юҡ, әҙәбиәтебеҙҙә ҡәләмдәштәренең ижады тураһында бер кәлимә һүҙ әйтмәгән, хатта әйтергә теләмәгән, ә үҙенең яҙғандары хаҡында коллегаларының мөнәсәбәтен һорап, үтенеп, ялбарып йөрөүселәр ҙә юҡ түгел бит.

Шәйехзада Бабичты башҡорт әҙәбиәтенә кире ҡайтарыуҙа, яҡты исе-мен тергеҙеүҙә Рауил Бикбаев хеҙмәттәренең хәл иткес роль уйнағанын алда билдәләгәйнем инде. Ғалимдың икенсе бер ҙур егетлеге – мәшһүр шағирыбыҙ Рәми Ғарипов тормошон һәм ижадын өйрәнеүҙә, уны ла киң йәмәғәтселеккә еткереүе булғандыр. “Өйрәнеүе” тигәнем, бәлки, урынһыҙыраҡ та яңғырайҙыр, сөнки был ике шағирҙың йәш аралары алты йыл булһа ла, икеһенең тормош-көнкүреше йәштән үк бергә барҙы. Рауил Бикбаев Рәми Ғариповты остазым тип тә, дуҫым тип тә ҡабул итте булһа кәрәк. Шуға өйрәнеү тигән һүҙ ҙур мәғәнәлә талап ителмәгәндер ҙә.

Әҫәрҙәрен бергә туплау, китаптарына баш һүҙҙәр яҙыу, юбилейҙарын үткәргәндә сығыштар, докладтар яһау, гәзит-журнал публикациялары – барыһы ла Рауил Бикбаев иңенә төшкән хәстәрҙәр булды. Быларға шулай уҡ юғары кимәлдә үткән төрлө форматтағы ғәмәли-фәнни конференцияларҙа һөйләгән докладтарын, документаль, художестволы кинолар төшөрөүҙәге әүҙемлеген, әҙәбиәт һөйөүселәр, юғары уҡыу йорт-тары студенттары алдындағы сығыштарын, китаптарын сығарыу, Арҡауылда йорт-музейын асыу, Өфөлә ул йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйыу мәшәҡәттәрен дә өҫтәргә кәрәк. Ғөмүмән, уның Рәми Ғарипов исемен мәңгеләштереүҙәге хеҙмәттәре баһалап бөткөһөҙ. Уның “Рәми. Шағир хаҡында китап” тигән художестволы-публицистик фоли-анты ғына ни тора!

Башҡорт шиғриәтенең был ике титанының ижадтарын халыҡҡа еткереү йәһәтенән Рауил Бикбаевтың башҡа хеҙмәттәре лә байтаҡ. Уларҙы исемләп кенә булһа ла иҫкә төшөрөү шулай уҡ кәрәктер. Әйтәйек, Аҡмулла, Дәрдмәнд, М. Ғафури, М. Кәрим ижадтары тураһында төплө һүҙ тотто. Бер генә тапҡыр түгел, һәр ҡайһыһы хаҡында бер нисәшәр тапҡыр. Р. Ниғмәти, М. Буранғолов, С. Агиш, З. Биишева, Ғ. Хөсәйенов, Ә. Хәкимов, Р. Назаров, Х. Назар, Р. Солтангәрәев, А. Филиппов, К. Кинйәбулатова, И. Кинйәбулатов, М. Кәримов, М. Басиров, Рәшит Шәкүр, Ҡ. Аралбаев, В. Әхмәҙиев, А. Игебаев, Ә. Вахитов, Ғ. Шафиҡов, Д. Бүләков, К. Йыһаншин, Ф. Туғыҙбаева һ.б. ижадтары тураһында күләмле, йылы тойғолар менән һуғарылған мәҡәләләр яҙҙы. Бынан тыш, авар Рәсүл Ғамзатов, балҡар Ҡайсын Кулиев, ҡырғыҙ Сыңғыҙ Айытматов, татар шағирҙары Ғ. Туҡай, Х. Туфан, М. Йәлил, Р. Фәйзуллин, Р. Миңнуллин, Г. Рәхим, Зөлфәт...

Әллә ни мөһим дә булмаған бер деталь. Алдараҡ, Рауил Бикбаев шиғыр, поэмаларына исем ҡушҡанда улар аша әҫәргә оло мәғәнә һала, тигәйнем. Баҡһаң, поэтик әҫәрҙәренә генә түгел, мәҡәлә, очерк, ижади портретта-рын, хатта ҡулъяҙмаларын атағанда ла ошо яҡшы “ғәҙәтен” ташламаған икән. Бер уйлаһаң, миңә был хаҡта һүҙ ҡуйыртып тормаҫҡа ла булыр ине, әйтерһең, уның билдәләрлек башҡа күркәм сифаттары юҡ, әммә меха-низм туҡтауһыҙ эшләп торһон өсөн уның һәр детале кәрәк булған һымаҡ, әҙиптең һәр әҫәре лә уңышлы исем табыуҙан башлана. Ихата – ҡапҡанан, өй – ишектән, театр элгестән башланған төҫлө, һәр әҫәр ҙә исемдән баш-лана.

Мәҫәлән, “Пәйғәмбәр” (Р. Ғамзатов), “Яңы дәүер эпосы” (Сыңғыҙ Айыт-матов), “Халыҡ илсеһе”, “Аяҡтары юлда, күңеле йырҙа булды” (Мостай Кәрим), “Шағир аманаты” (Рәми Ғарипов), “Шарлама” (Рәшит Назаров), “Милләт мөхәббәте” (Зәйнәб Биишева), “Тамырҙарҙың тартыуы” (Ғәзим Шафиҡов), “Башҡорттарға аңлатҡанда башҡортлоҡто” (Факиһа Туғыҙбаева)... Исемлекте артабан да дауам итеп булыр ине.

Уларҙың һәр ҡайһыһында конкрет теге йәки был әҫәргә тоҫмал ғына түгел, ғөмүмән, дөйөм ижадына ла, әҫәрҙәренең темаһына ла ишара яһала, хатта атаған әҙиптәренең кешелек сифаттары, донъяға ҡараштары сағылыш таба. Исемдәр мәҡәлә, очерк йөкмәткеһен дә, герой характерын да аса. Ғалимдың был “ҡылығы” шулай уҡ талант күрһәткеселер.

Өс абзац алда  Рауил Бикбаев  “исемлегендә”  Зөлфәттең дә исем-шәрифен атағас, был татар шағиры хаҡында ла бер кәлимә һүҙ әйтеп китеү кәрәктер, тим. Сөнки был талант эйәһен мин яҡшы белдем. Әҙәбиәт институтындағы тәүге ике курсым уның ике йыллыҡ Юғары әҙәби курста-рында уҡыуы менән тура килде (1975 – 1977). Уның йәш сағы, самала-уымса, ул дәүерҙә утыҙы ла тулмаған. Ифрат теремек, тынғыһыҙ, ҡай саҡ ысҡынып китергә әҙер пружиналай ярһыу кеше булып иҫтә ҡалған. Асыҡ, ихлас, мауығыусан да ине. Күпмелер дәрәжәлә аралашып йөрөргә, уртаҡ дөйөм ятаҡтың етенсе ҡатындағы бүлмәһендә һөйләшкеләп ултырырға ла яҙҙы. Бергә төшкән фото ла бар. Шағир икәнен белһәм дә, шиғыр уҡыуы булманы, ахыры. Хәйер, тәүге курстарҙа ғына уҡыған шәкерткә нисек әҫәрен уҡып ултырһын инде Юғары әҙәби курс тыңлаусыһы!

Шул йылдарҙан һуң мин уны башҡаса күрмәнем. Өфөгә килгәнен дә ишетмәнем – берәй төрлө әҙәби сараға килгән булһа, моғайын да, күрешеү мөмкинлеген табыр инем. Баҡһаң, алтмышын тултырыу менән тигәндәй, 2007 йылда, вафат булып ҡуйған икән.

Рауил Бикбаев уның шиғырҙарын башҡортсаға тәржемәләп, баш һүҙ яҙып (“Сәйәхәткә саҡырыу”) китабын сығарҙы (Зөлфәт. “Яҙмыштар ярында.” “Китап”, “Ҡәрҙәшлек кәштәһе”, 2008).

“Зөлфәт татар шиғриәтен яңы юғарылыҡҡа күтәреүсе әҫәрҙәр ижад итте. Ул үҙенсәлекле фекерҙәре менән арбай... Һағышлы ла, ҡанатлы ла, фажиғәле лә, тантаналы ла Зөлфәт шиғриәте, – тип билдәләй Рауил Бик-баев китапҡа яҙған әлеге баш һүҙендә. – Унан ихласлыҡ, яҡтылыҡ бөркөлә, шом һағайта, яралы йәндең әрнеүҙәре тетрәндерә... Уның шиғырҙарында реаль менән ирреаль, ысын менән хыялый (хыял ғына түгел) бутала, күнегелгән аҡыл үлсәмдәре емерелә. Әле йәшәү йәмдәрен күреп кинәнәһең, әле ҡот осҡос бушлыҡтарға, упҡындарға осаһың...”

"Йәшәгәнмен бик күп, тоймағанмын бер ни... Аһ, сәскәнмен бик күп, йыймағанмын бер ни, Һөйләгәнмен бик күп, әйтмәгәнмен бер ни..." – тип яҙған Зөлфәт 26 йәшендә үк. Ғәжәп бит! Был юлдарҙа күпме үкенес, үҙ-үҙеңде ярыу, халҡыңа, илеңә бер кәрәкле һүҙ әйтә алмай көн иткәнеңә, ғәмһеҙлегеңә зар!

Мин күреп белгән, күпмелер дәрәжәлә аралашҡан шағирҙың ошо һәм ошондай пародоксаль, ҡаршылыҡлы үкенестәренә, ғазаптарына мин әле килеп аптырап ҡуям. Шаян, ҡайғыһыҙ, уйнап торған ҡарашлы, теремек характерлы тип белгән Зөлфәттән шундай һүҙҙәр сығыуына ғәжәп итәм. Унан көр күңелле, тормошонан ҡәнәғәт, оптимист булмышына хас әҫәрҙәр тыуыр һымаҡ ине, ә юҡ, эсе тулы һыҙланыу, яныу булған икән. Эйе, ниндәйҙер мөғжизә менән ул теге саҡта ошондай шиғырҙарын уҡыһа, мин, моғайын, аңламаҫ та инем...

“...Иман шартын түгел, шиғыр шартын да беләйек, донъянан иманһыҙ китеүҙән ҡурҡҡан кеүек, шиғырһыҙ китеүҙән дә ҡурҡайыҡ! Яман кеше хаҡында: “Иманһыҙ, тип түгел, шиғырһыҙ, тип хөкөм сығарырға кәрәктер...”

Рауил Бикбаев әлеге китапҡа баш һүҙендә яҙғанса, “ихлас сабый һәм зирәк аҡыл эйәһе, ғашиҡ философ Зөлфәттә ярым-ярты тойғолар юҡ. Ғәжәпләнеүҙәрҙең, ярһыуҙарҙың, һыҙланыуҙарҙың һуңғы сигендә...”

Халыҡ шағирынан да теүәлерәк әйтеп булмайҙыр. Билдәле лә, билдәһеҙ ҙә Зөлфәт тураһында хәбәр һөйләүемдең сәбәбе шунда: Рауил Бикбаев ошо тәржемәләгән ижады менән миңә Зөлфәтте асты. Яратып уҡыным тип әйтеү – бер нәмә лә әйтмәү, тетрәнеп уҡыным. Шағир донъяһының ниндәй ҡатмарлы, үкенесле, ғазаплы, осошло икәнен тойоп уҡыным. Ул мине берсә күккә сойорғотто, берсә ергә быраҡтырҙы, берсә ҡышҡы селләлә туңдырҙы, берсә йәйге селләлә көйҙөрҙө... Шиғырҙарың өсөн рәхмәт һиңә, Зөлфәт, Рауил ағай, һиңә – тәржемәләрең өсөн! Зөлфәт (Ма-ликов Дөлфәт) тураһындағы һүҙемде “Яҙмыштар ярында” китабындағы “Хоҙай һулышы” тип аталған шиғырының иң һуңғы өс строфаһы менән тамамлағым килә:

“...Китмәҫ өсөн килде, ахыры, йәшлек... Тетрәп, донъя онотолғанда

Ҡағылам гел былбыл ояһына, Һәм...

Баҫам гел ҡара йыланға! Рәхмәт, донъя, Яҙмыштың һин миңә

Тотош шиғырлыһын һайланың – Йөрәгемде былбыл саҡты минең, Һәм өҙҙөрөп йылан һайраны!..

Упҡын төптәрендә гөлдәр үҫкән Ҡаяларҙы белеп һайланым...

Мин былбылдан һеҙҙе саҡтырырмын, Тыңлатырмын йылан һайрауын”.

Миңә Рауил Бикбаевтың сәсмә әҫәрҙәр хаҡында фекер йөрөтөүе ҡыҙыҡ. Ҡыҙыҡ тигәнем, русса әйткәндә, интересно, фәһемле. Шағирҙарҙың сәсмә әҫәрҙәр хаҡында яҙыуы әҙәбиәтебеҙҙә йыш осрап тормай, нигеҙҙә, ике жанрҙа ла берҙәй егәрлелек менән эшләгәндәр тотона, ни тиһәң дә, икенсе өлкә, шуға сит биләмәгә кереү ҡыйыныраҡтыр, тип уйлайым.

Рауил Бикбаев проза әҫәрҙәренә шиғриәткә ҡараған кеүек ентекле ҡарай, төбөнә төшөп фекер йөрөтә. Эйе, һәр ҡайһыһын башынан аҙағынаса тикшермәй, деталдәргә бирелмәй, әҫәрҙе лә бүлгеләмәй-ваҡламай, үҙе лә ваҡланмай, әҫәрҙең идеяһын, автор позицияһын, бөгөнгө тормош-көнкүреш проблемаларын күрһәтеүгә өҫтөнлөк бирә. Әгәр ул булһа инде. Ябай ғына итеп әйткәндә, ҙурҙан ҡуба. Уның һығымталары нескә зауыҡ, эмоциональ күтәренкелек ярҙамында асыла. Шул уҡ ваҡытта ул һығымталарға масштаблыҡ, киң ҡараш хас. Ул йыш ҡына теге йәки был әҫәрҙе башҡа туғандаш һәм рус әҙәбиәтенең яҡшы өлгөләре менән дә сағыштыра, тимәк, уҡып бара. Яҙыу мәҙәниәте, интеллект юғары, картина тыуҙырыу ҡеүәһе көслө. Шуға ла мәҡәләләре художестволы әҫәр кеүек уҡыла, һис ялҡытмай. Иң мөһиме, миңә ҡалһа, ул әҫәр тарихи темаға яҙылһа, ул тасуирланған осорҙоң сәйәси-ижтимағи, социаль, милли призмаһы аша ҡарай. Әгәр әҫәрҙәге ваҡиғалар бөгөнгө заманда бара икән, бөгөнгө социаль, ижтимағи, сәйәси, әхлаҡи, этик аспектты ла яҡтырта. Сөнки һәр әҫәр – үҙ дәүере продукты, һәр әҫәр – үҙ персонаждары йәшәгән йәмғиәт балалары.

Рауил  Бикбаев  Рәшит  Солтангәрәев  ижадына  бер  нисә  тапҡыр мөрәжәғәт итә: уға 50, 60 йәш тулған көндәрендә мәҡәләләр яҙа. “Кешеләр” повесы сыҡҡас, ғалим үҙенең ҡәләмдәше, дуҫы хаҡында бына нимә тигәйне (1995): “Алтмыш йәшенән һуң “Кешеләр” повесын яҙып, ул үҙенең ижадында ғына түгел, тотош башҡорт әҙәбиәтендә ҙур ваҡиға тыуҙырҙы. Был әҫәрҙән һуң бөгөнгө башҡорт прозаһында яңы дәүер баш-лана... Был әҫәр башҡорт әҙәбиәтендә яңыса әйтелгән төплө һәм ҡыйыу һүҙ булды, башҡорт прозаһындағы эҙләнеүҙәрҙең ниндәй йүнәлештә үҫеш алы-уына көслө йоғонто яһаны...”

Тотош башҡорт прозаһының алға барыр, художестволы әҙәбиәттә “алға барыу” тигән һүҙҙе ҡулланыу дөрөҫ булһа, бында, бәлки, камиллашыу, байыу һүҙе дөрөҫөрәктер, әммә йүнәлешен дөрөҫ тойомлап, тип ҡабул итергә кәрәктер был һүҙҙәрҙе. Ә ысынында ла шулай булды, шулай килеп сыҡты бит – утыҙ йыл элек әйтелгән был һүҙҙәрҙән һуң ошондай йүнәлештә, ошондай рухта ижад ителгән байтаҡ әҫәрҙәр донъя күрҙе. Эйе, заманында әҙәби тәнҡит тарафынан да, уҡыусылар тарафынан да иғтибар ҙур булды повесҡа. Был “эштән” мин дә ситтә ҡалманым – гәзит биттәрендә мөнәсәбәтемде белдереп мәҡәлә яҙҙым (“Башҡортостан”, “Хоҙайым, үҙең һаҡла бындайҙан!”, 1999 йыл, 10 сентябрь).

Динис Бүләковҡа 50 йәш тулыу уңайынан яҙған мәҡәләһендә ҡәләмдәшенең ижади кредоһын Рауил Бикбаев бына нисек ҡылыҡһырлай: “...Динис Бүләковтың ижад донъяһы – яҡты донъя. Ул күтәренке рухлы, күңеле ҡанатлы кешеләрҙе, романтик шәхестәрҙе яҡын күрә... Әҙип геройҙарының күбеһе юлдарҙа аҙашып, тормоштары буталып ҡалғанда ла, кешелек сифаттарын юғалтмайҙар, яҡты хыялдарына тоғро ҡалалар. Яҙмыштарының ҡояшы сайралып ватылғанда ла, уның һәр ярсығын ҡәҙерләй беләләр...”

Миңә ҡалһа, әҙәбиәт белгесе Динис Бүләков ижадының көслө һыҙатын, уға ғына хас характерлы яғын теүәл тотоп алған. Хәйер, яҙыусы шәхесе лә, үҙ геройҙары төҫлө, романтик рухлы, ҡанатлы күңелле, ихлас һәм асыҡ йөрәкле кеше ине. Алма ағасынан йыраҡ төшмәгән һымаҡ, уның персо-наждары ла үҙенән йыраҡ китмәне.

Рауил Бикбаев Рәшит Солтангәрәев, Динис Бүләков ижадтарынан тыш, прозабыҙ классиктары Сәғит Агиш, Зәйнәб Биишева, Хәким Ғиләжев, Булат Рафиҡов, Ғайса Хөсәйенов, Әхиәр Хәкимов, йәшерәк быуын әҙиптәренән Камил Йыһаншин, башҡаларҙың портреттарын тыуҙырҙы. Әлбиттә, уларҙың күбеһе телгә алған һәм алмаған әҙиптәрҙең юбилейҙары айҡанлы яҙылған, шуға ла бәғзеләрен әҙәби тәнҡит жанрына индереүе лә ҡыйын, әммә был “тура килмәүҙә” бер ниндәй ҙә хилафлыҡ юҡ. Ул яҙмаларҙы ниндәй генә жанр ҡыҫаларына ҡуйып ҡараһаң да, ҡушылыусыларҙың урындарын алмаштырыу менән сумма үҙгәрмәгән һымаҡ, уларҙың да мәғәнәһе лә, тәғәйенләнеше лә үҙгәрмәй. Иң мөһиме – әҫәр тураһында материал бар, әҫәрҙең идеяһын, автор уй-фекерен асҡан юғары профессиональ кимәлдәге материал. Һәм улар шул яғы менән әһәмиәтле лә. Уйлап ҡараһаң, шул осор башҡорт прозаһының күренекле вәкилдәренең ижады хаҡында һүҙ әйтеп киткән бит. Ул яҙмаһа, кем яҙыр ине? Ә юбилейҙарҙы (түңәрәк даталарҙы) билдәләргә кәрәк. Ул юбилярға ғына түгел, уҡыусыға, әҙәбиәтебеҙгә кәрәк.

Рауил Бикбаевтың әҙәбиәт ғилемендәге, көндәлек әҙәби тәнҡит өлкәһендәге хеҙмәттәре – нескә зауыҡлы, фекерле, юғары интеллектуаль юғарылыҡтағы, ҡатҡыл ҡәләм менән яҙылған яҙмалар. Алда билдәлә-гәнемсә, ул, шағир булараҡ юғары художестволы әҫәрҙәр ҡалдырыу менән бер рәттән, әҙәбиәт ғилеме, әҙәби тәнҡит өлкәһендә лә үҙенең тос фекерен әйтеп китте. Үткән быуаттың 60-сы йылдар башынан алып беҙҙең быуаттың 20-се йылдар аҙағына тиклемге осорҙа – алтмыш йыллап арауыҡ – заман менән бергә атлаған әҙәбиәттең эсендәге иң теремек, төплө белгестәрҙең береһе булды. Быны үҙ быуыны вәкилдәре лә, йәшерәк быуын әҙәбиәтселәре лә кире ҡаға алмаҫ. Уныһын да үҙе китеп күпмелер ара үткәс кенә аңлайһың, сөнки урыны буш ҡалды, уны алыштырыр, һис юғы, йәнәш ҡуйырлыҡ белгес арабыҙҙа күренмәй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Хи-рург Марат ағай Аҙнабаев әйтмешләй, унан һуң нимәлер әйтеүе ауыр шул. Шулай ҙа өмөт итәйек, сөнки әҙәбиәт бер урында тормай, ул үҫештә, хәрәкәттә, яңы әҫәрҙәр тыуа, тимәк, улар иртәме-һуңмы үҙҙәре хаҡында һүҙ әйтеүҙе талап итәсәк...

 

Әмир ӘМИНЕВ

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас