

Илеш районындағы Иләкшиҙе ауылына нигеҙҙе Ҡазан даруғаһы Йәлдәк улусының аҫаба башҡорттары һалған. Тарихта 1784 йылдан алып билдәле – тап шул йылда аҫаба халыҡ килешеү нигеҙендә был ерҙәргә типтәрҙәрҙе индерә. Ташшишмә йылғаһы буйында урынлашҡан ауылда бөгөн ике йөҙҙән ашыу кеше йәшәй. 2025 йылдың февралендә Иләкшиҙелә “Атайсал” проекты буйынса ике ҡатлы мәсет асылды. Был ҙур булмаған, әммә бай та- рихлы ауыл илебеҙгә уҡымышлы ла, батыр ҙа шәхестәр бүләк итте.
Беҙ мәктәптә татар телендә белем алдыҡ, сөнки уҡытыусыларыбыҙ татар милләтенән ине. Атайым: “Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: беҙ башҡорттар булабыҙ”, – тип әйтә торғайны. Муса Гәрәев тә автобиографик китаптарында үҙен башҡорт тип белдергән.
Атайым Әхмәтзыя Нурлығаян улы “Ғәлиә” мәҙрәсәһен тамамлаған указлы мулла ине, Иләкшиҙе мәсетенә эшкә ҡайтарылған, ғәрәп һәм рус телдәрендә иркен аралашты. 30-сы йылдарҙа уны юҡ бәлә менән ҡулға ала- лар, йыл ярымдан ғына ниндәйҙер мөғжизә менән кире ҡайтаралар. Ҡайтҡас, атайым колхозда эшләне. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, хеҙмәт армияһына саҡыртылып, йәнә ғаиләһенән оҙаҡ ваҡытҡа айырылырға мәжбүр булды.
Әсәйем Рәхимә Бимәт ҡыҙы ла ғилемле ине, уҡытыусы булып эшләр өсөн танытмаһы булды. Атайым ҡулға алынғанда ул алты бала менән урамда тороп ҡала, иң бәләкәйенә бер йәш тә тулмаған. Һуңынан беҙгә оҙаҡ йылдар “кулак балаһы” мөһөрө эйәреп йөрөнө һәм тормошобоҙҙа төрлө ҡаршылыҡтар тыуҙырҙы.
Аслыҡ, юҡлыҡ, сәйәси ҡыҫым йылдарының михнәттәренә бирешмәйенсә, атайым менән әсәйем балаларының унауһын да имен-аман, юғалтыуһыҙ үҫтереп еткерҙе, барыбыҙҙы ла ғәҙел, эшһөйәр, яуаплы һәм Тыуған илгә тоғро итеп тәрбиәләне. Әле лә уларҙың “Бер нәмәгә ҡарамай, эште еренә еткер!”, “Тормош ауырлыҡтарын үткәндә үҙ-үҙеңде йәлләмә!” тигән аҡылына таянып йәшәйем.
Әсғәт Әзмәтов Совет Армияһына саҡырылғанға тиклем, 1941 йылдың 1 июлендә, Бөрө дәүләт уҡытыусылар институтын тамамлай, әммә һөнәре буйынса эшләп өлгөрмәй. Институт етәкселеге яҙған ҡылыҡһырламала әйтелеүенсә, ул гел “бишле” билдәләренә уҡыған, математика һәм физика буйынса фәнни докладтар менән сығыш яһарға өлгөргән. Беҙҙең һәм эргә- тирәләге ауылдарҙан Әсғәт ағайым беренсе булып юғары белем алған.
Хаттарын уҡып, ябай ауыл егетенең ни тиклем грамоталы, төплө фекерле булыуы һәм һуғыштағы ваҡиғаларҙы патриотик күҙлектән бәйән итә белеүе һоҡландыра. Һәр хатында тормошто яратыу, иҫән-имен әйләнеп ҡайтырына ныҡлы ышаныс сағыла.
1942 йылдың 30 ғинуарында ебәргән һуңғы хатында ул 20 – 25 көн тирәһе госпиталдә ятып сығыуы тураһында яҙа һәм санитария хеҙмәтенең юғары кимәлдә ойошторолоуын маҡтап телгә ала. «Мин яраланғас та, ярамды бәйләнеләр һәм носилкаға ятырға тәҡдим иттеләр, тик баш тарт- тым һәм үҙ аяғымда барҙым. Бер санитар үҙебеҙҙең подразделение санча- сына тиклем оҙатып килде. Унда тәжрибәле врачтар һәм шәфҡәт туташтары ярамды йыуып бәйләне, ашатты һәм ял итергә һалды. Бында таҙа түшәктә йоҡларға була. Бер-ике километрҙа ғына һуғыш барған ерҙә был бик күп нәмә тураһында һөйләй. Яу яланында таҙа түшәк түгел, ятыр урын да бул- май, сөнки немецтар сигенгән саҡта ауылдарҙы тулыһынса яндырып китә. Бөтә ерҙә – емереклек. Бындай шарттарҙа яралыларҙы йылы бүлмә менән тәьмин итеү еңел эш түгел», – тип фекерҙәре менән уртаҡлашҡан.
Разведчиктар отделениеһы командиры була ул, әммә ауыр йәрәхәттән һуң ваҡытлыса телефонист итеп тәғәйенләнә. «Телефонистарға фронтта ҡайһы берҙә ныҡ эләгә. Бер мәл өс тәүлек буйы ҡарҙа хәрәкәтһеҙ яттым. Минән 150 метр алыҫлыҡта – немецтар. Саҡ ҡына башты ҡалҡыттыңмы – шунда уҡ өҙөп ташлаясаҡтар. Үҙем менән ике буханка икмәк бар ине, тик улар шул тиклем туңғайны, теш менән түгел, балта менән дә бүлә алмаҫһың. Һәр ваҡыт иптәштәрем менән телефон аша бәйләнештә булдым. Береһе мине алмаштырам тип сыҡты, тик юлда яраланып, килеп етә алманы. Төндә лә шул уҡ хәл. Ракеталары тирә-яҡты көпә-көндөҙ кеүек яҡтырта. Һуңынан беҙҙең танкылар немецтарҙы окоптарынан ҡыуып сығарҙы, һәм пехота атакаға барҙы, миңә иптәштәрем килде. Ҡалын кейенмәһәм, туңған булыр инем. Аҙаҡ немец ҡасыу яғын ғына ҡараны, юлда мәйеттәре тәгәрәп ята, үҙҙәре күренмәй», – тип Совет һалдаттарының батырлығы менән ғорурланған.
Әсғәт ағайым 1942 йылдың 8 мартында һәләк була. Уны Калуга өлкәһендәге Косая Гора тигән ауылда ерләйҙәр. Ул ауылды немецтар янды- рып юҡҡа сығарған. 1954 йылда Ҡыҙыл Армия һалдаты Әсғәт Әзмәтовтың һөйәктәре Юхнов ҡалаһындағы Туғандар ҡәберенә күсерелә.
Ағайымдың үлем хәбәрен әсәйем үтә ауыр кисерҙе. Бер осор: «Әсғәт ҡайтҡан бит, өйҙә уның еҫе килә», – тип улын эҙләй башланы. Атайыбыҙ ҡулға алынғас, ағайым әсәйҙең төп таянысына әүерелгән, шуға ла уны айы- рыуса яҡын күрҙе. Атайҙың доғалары ярҙамы менән әсәйебеҙ яйлап тыныс- ланды, үҙ аңына ҡайтты.
Әсғәт ағайым бала сағынан “халыҡ дошманы балаһы” тип ҡыйырһытылып үҫкән, хатта уны үҙ ваҡытында мәктәпкә ҡабул итмәгәндәр, әммә ул барыбер Тыуған илен яратҡан, уның өсөн йәнен дә аямаған. Ағайымдың ҡыҫҡа, әммә илһөйәрлек һәм яҡты уй-хыялдар менән һуғарылған ғүмеренә байҡау яһайым да, кешенең хеҙмәткә, тормошҡа, Тыуған илгә мөнәсәбәте һәм холҡо фәҡәт ғаиләлә һалына, тигән һығымтаға киләм.
Үҙе арабыҙҙа булмаһа ла, беҙ, ҡусты һәм һеңлеләре, Әсғәт ағайҙың өлгөһөндә үҫтек, уның кеүек яҡшы уҡырға тырыштыҡ. Әлегеләй күҙ ал- дымда: күмәкләп ҙур өҫтәл артына теҙелеп ултырабыҙ ҙа күңелле итеп дәрес әҙерләйбеҙ. Үҙебеҙ теләп, яратып уҡыныҡ.
Үҫкәс, һәр ҡайһыбыҙ илгә фиҙакәр хеҙмәт иттек. Мансура, Сәүиә, Рәмзиә апайҙарым дәүләт наградалары менән бүләкләнде, һәр береһе Өфө ҡалаһы райондарында депутат итеп һайланды. Роза апайым Черниковка ит ком- бинатында 40 йыл эшләне. Зөфәр ағайым Өфө моторҙар эшләү заводының танылған рационализаторы булды. Миҙхәт ағайым ғаиләһе менән тыуған йорт усағын һаҡлап йәшәне, армиянан ҡайтҡас та тимер-томорҙан йөк машинаһы ҡороп, уға дәүләт номеры алыуға өлгәште. Зөфәрә апайым – Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған медицина хеҙмәткәре. Сәғиҙә туғаным хаҡлы ялға сыҡҡансы төҙөлөш тармағында эшләне.
Бала саҡтан өйөбөҙҙә ағайымдың төрлө тикшеренеү ҡоролмаларын күреп үҫтем. Уның фән өлкәһендәге маҡсаттарына өлгәшеп өлгөрмәүе һәр саҡ күңелемде әрнетте. Ағайымдың хыялдарын мин тормошҡа ашырырға тейеш, тип уйланым. Әмәлгә ҡалғандай, ил алдындағы хәрби бурысымды Германияла үтәргә тура килде. Унда һуғыштан һуңғы көсөргәнеш һаҡлана ине әле – Берлин стенаһы төҙөлгән, Кариб ваҡиғалары ҡыҙған ваҡыт. Ҡалаға сыҡҡан саҡта, урамдағы кешеләр араһында ағайымды үлтергән немец та йөрөйҙөр әле, тип асыуым ҡабара ине.
Ҡайтыу менән институтта уҡыуымды дауам иттем, химия заводына эшкә урынлаштым. Сит илдән алынған ҡорамалдарҙы үҙебеҙҙекеләр менән ялғау буйынса мастер булып эшләнем. Шул йылдарҙа тәүге патенттарым барлыҡҡа килде. Өлкән курстарҙа яңы асылған Бөтә Рәсәй нефть һәм нефть продукттарын йыйыу, әҙерләү һәм транспортлау буйынса ғилми- тикшеренеү институтына күстем. Унда авария осраҡтарын тикшерҙем, үткәргес торбаларҙың ныҡлығын арттырыу өҫтөндә эшләнем.
Институт үткәргес торба транспортына бәйле барлыҡ проблемаларҙы өйрәнеү һәм хәл итеү өсөн ойошторолғайны. Алдынғы алымдарҙы ҡулланып эшләнек. Донъяла беренсе булып иҫәпләүҙәр буйынса документ- тар төҙөнөк, торбаларҙың ер аҫтында ҡуҙғалыуын асыҡланыҡ һәм өйрәндек. Америка Ҡушма Штаттары инженерҙары сатнаған торбаларҙы тулыһынса алмаштырған саҡта, беҙ уларҙы ышаныслы итеп ремонтлау ысулдарын уйлап сығарҙыҡ. Институт ғалимдары менән утыҙҙан ашыу нор- матив-техник документ төҙөнөк. Үткәргес торбаларҙы һаман да шул документтарға таянып төҙөйҙәр. Беҙ ғилми-техник йәһәттән үткәргес торбаларҙы аварияһыҙ эшләрлек итеп төҙөү юлдарын таптыҡ. Иң мөһиме туҙғандарын ваҡытында алыштырып торорға кәрәк. Институтта 50 йыл эшләнем.
Һуңынан Өфө дәүләт нефть техник университетында профессор вазифаһында студенттарҙы уҡыта башланым. Теләгем ғүмер буйы йыйылған белемемде, тәжрибәмде йәштәргә биреп ҡалдырыу ине.
Үткәргес торбаларҙы илдең “ҡан тамыры” тип атаһаҡ, һис тә шаштырыу булмаҫ. Улар халыҡты һәм сәнәғәтте нефть, газ, энергия менән тәьмин итә. Һуңғы йылдарҙа дандары бөтөн донъяға таралған “Төньяҡ ағым”, “Көнсығыш Себер – Тымыҡ океан”, “Себер ҡеүәте”, “Төркиә ағымы” кеүек магистраль үткәргес торбалар проекттарының маҡсаты бер – илдең иҡтисади хәлен яҡшыртыу, абруйын нығытыу.
Магистраль нефть һәм газ үткәргес торбаларҙың оҙонлоғо буйынса Рәсәй бөгөн донъяла алдынғы урындарҙың береһен биләй. Ул, дөйөм алғанда, 270 мең километр самаһы тәшкил итә. Сағыштырыу өсөн, Ерҙән Айға тиклем ара – 380 мең километр тирәһе. Үткәргес торбалар ер аҫты һәм ер өҫтөнән, һыу төбөнән, батҡаҡтарҙан, мәңге туң ятҡан урындарҙан, ҡомлоҡтарҙан, тау-таш араһынан үтә. Уларҙың төрлө шартта ла тотороҡло эшләүендә Әсғәт ағайымдың да өлөшө ҙур. Уның яҡты исеме һәм хыялдары миңә фән менән шөғөлләнергә, китаптар яҙырға көс һәм дәрт бирҙе. Ошо һүҙҙәрҙе раҫлап, 2003 йылда Мәскәүҙең “Недра” нәшриәтендә сыҡҡан китабымдың эсендә “Светлой памяти Асгата Ахметзиевича Азметова посвящается” тигән яҙыу тора”.
Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев «Живу и помню» тигән китабында Әсғәт ағайымдың исемен ололап телгә ала: «Элекке күршем Әсғәттең шулай белемле булыуы менән ғорурлана инем. Ул саҡта мәктәбебеҙҙә рус теле уҡытыусылары бик йыш алмашынды – хатта телде белгән кеше булараҡ шоферҙы ла дәрес үткәрергә саҡыра торғайнылар. Бер мәл, уҡытыр кеше ҡалмағас, мәктәп директоры рус теле дәрестәрен үткәреү бурысын Әсғәткә йөкмәтте. Ул беҙгә үҙе уҡыған китаптарҙы һөйләй торғайны. Барыбыҙ ҙа Әсғәтте билдәле ғалим булыр тип уйлай инек».
Гәрәевтәр беҙгә күрше йәшәгән, тик һуңғараҡ күрше Ташшишмә ауы- лына күсенгән. Унда мәктәп булмағас, Муса ағай Иләкшиҙелә уҡыуын дауам иткән, буран сыҡҡан мәлдәрҙә йә байрамдарҙа беҙҙең өйҙә ҡунып ҡалыр булған. Гәрәевтәр беҙгә атайым яғынан туған да килеп сыға. Уларҙың нәҫеле фамилияһын үҙгәртмәгән булһа, беҙҙең кеүек Әзмәтовтар булырҙар ине.
Әсғәт һәм Муса ағайҙарым класташтар һәм айырылғыһыҙ дуҫтар булған. Атай-әсәйем бер ҡыҙыҡлы хәлде һөйләй торғайны. Ауыл йәштәре клубта спектакль ҡуйһа, был ике дуҫ, ғәҙәттә, ҡалын туҡыма менән ҡапланған өҫтәл аҫтына боҫҡан. Әсғәт, буласаҡ разведчик, ҡағыҙҙан уҡып, ишетелер- ишетелмәҫ тауыш менән сәхнәләге иптәштәренә пьесалағы һүҙҙәрҙе етке- реп ултырған. Муса, буласаҡ штурмовик, ут менән эш иткән, йәғни кәрәсин лампаһын көйләгән. Әйтерһең дә, тормош үҙе уларҙы оло яуға әҙерләгән.
Әсғәт менән Мусанан өс-дүрт йәшкә кесерәк Роза апайым уларға эйәреп йөрөр булған. Бер ваҡиғаны тулҡынланып һөйләй торғайны. Улар өсәүләшеп йыш ҡына күрше ауылға уйнарға йөрөгән, әммә бер мәл юлда- рында инә бүре тап булған. Ҡыуаҡлыҡ аша үткән юлдың ҡап уртаһында көсөктәрен имеҙеп ята, ти. Балаларҙы күргәс, тештәрен ыржайтып, ырылдарға тотонған. Ул саҡта малайҙарға ун йәш тирәһе булған, шулай ҙа үҙҙәрен ысын ир-егеттәрсә тотҡандар. Сәбәләнмәйенсә, бүреләрҙе тыныс ҡына урап үтеп, юлдарын дауам иткәндәр.
Өлкәндәрҙең һөйләүе буйынса, бала сағында Муса ағай ауылыбыҙҙың башҡа малайҙарынан әллә ни айырылмаған: тос кәүҙәле, тиктормаҫ, ҡыҙыҡһыныусан, үҙенән өлкәндәргә ҡарата ихтирамлы булған. Бишҡурай урта мәктәбен тамамлағандан һуң ике дуҫ – Әсғәт менән Муса Өфөгә юл- лана. Әсғәт рабфакта уҡыуын дауам итә, Муса тимер юл техникумын һайлай һәм бер үк ваҡытта аэроклубта шөғөлләнә.
Һуғыш ауылыбыҙҙың һәр йортона оло ҡайғылар алып килде. Өлкәндәр, балаларға күҙ йәшен күрһәтмәҫкә теләп, йәшенеп иланы. Кешеләрҙең күңеле бик төшөнкө ине.
Ниһайәт, 1945 йылдың майы етте. Еңеү! Беҙҙең Муса ҡайтып төштө: бейек кәүҙәле, күркәм йөҙлө, ике тапҡыр Герой, еңеүсе! Беҙҙең һәм күрше ауылдарҙың халҡы уны ҡаршыларға сыҡтыҡ. Ундай байрам ауыл тарихында башҡаса булманы һәм булмаҫ та. Барыһы ла, бигерәк тә яҡындарын юғалтҡан кешеләр, Мусаны үҙ улы, ағаһы йә ҡустыһылай күреп ҡосаҡланы. Ул ауылдаштар өсөн дә, халҡыбыҙ өсөн дә Еңеү символына әүерелде. Барыһының да кәйефе күтәрелде, тормош яҡтыраҡ булып китте. Был ваҡиға минең, биш-алты йәштәрҙәге малайҙың, күңелендә шулай уйылып ҡалды. Һуңынан ауылға ҡайтҡан мәлдәрендә Муса ағай мотлаҡ атай-әсәйемдең өйөнә инеп, хәл белешеп сыға ине, ә мине ҡустыһы кеүек күрҙе. Форсаттан файҙаланып, үҙенә төрлө һорауҙар биреп ҡалырға тырыша инем. Яуапта- рынан шуны аңланым: ике тапҡыр Герой исемен алыр өсөн батыр һәм ҡыйыу булыу ғына етмәй. Муса Гәрәев тағы ла үҙенең хәрби штурмовигын бик яҡшы белгән, осош мәлендә һәм хәрби заданиеларҙы үтәгәндә уның тактик һәм техник мөмкинлектәрен тулы кимәлдә ҡулланған, хәрби техни- каны һаҡлау һәм ҡуйылған бурысты үтәү йәһәтенән бик грамоталы эш иткән. Ул 250-гә яҡын хәрби осош яһаған, әммә бер тапҡыр ҙа етди яраланмаған. Был Геройҙың тәрән белемле булыуы тураһында һөйләй. “Заданиеға осоп барған саҡта елдең ҡайһы яҡтан иҫеүен, ерҙең рельефын, тәүлек ваҡытын иҫәпкә алып, уңышлы ултырыу өсөн алдан план ҡора торғайным”, – тигәне хәтерҙә.
Ҡыҫҡа һәм һирәк осрашыуҙарҙа ла Муса Гәрәевтең әүҙем, инициативалы шәхес булыуы күренә ине. Беҙ, һуғыш осоро балалары, ошо ҡатмарлы тормошҡа Муса Гәрәев исеме менән килеп индек. Уның ҡаһарманлығы беҙҙең быуынды тәрбиәләүгә тос өлөш индерҙе.
Нурзиә ХӘСӘНОВА яҙып алды.