Публицистика
12 Февраля , 17:30

МӘҢГЕЛЕК ҺӘЙКӘЛ йәки Ҡөрьәнде башҡортса баҫтырыу тарихы

Ер йөҙөндә һәйкәлдәр күп. Бәғзеләре таштан яһалған, берәүҙәре тимерҙән ҡойолған, икенселәре – ағастан, өсөнсөләре хәрефтәрҙән йыйылған... Һәйкәлдәрҙең һәммәһен дә кеше үҙ ҡулы менән эшләй һәм уға тиклем бар булған йән эйәләре хөрмәтенә ҡуя. Һәйкәлдәр әлеге быуын кешеләренә уҙғандың ниндәйҙер бөйөк мәлен, ваҡиғаһын хәтерләтеп тора. Шуға күрә, һәйкәлдәр тереләр өсөн ҡуйыла, тиҙәр. Әммә тереләрҙең бер бы- уыны (кешелектең бер быуыны 25 йылға тиң) һәйкәлде ҡуйһа, икенсеһенең уны ҡыйратып ташлауы ла ихтимал. Европаның көнсығышындағы ҡайһы бер илдәрҙә Икенсе донъя һуғышындағы еңеүселәргә ҡуйылған байтаҡ һәйкәлдең емертелеп ташлауы – шуға асыҡ миҫал. Рәсәйҙә лә 1917 йылғы революциянан һуң кеше һәм ваҡиғаларға ҡуйылған байтаҡ һәйкәл юҡ ителде.

МӘҢГЕЛЕК ҺӘЙКӘЛ йәки Ҡөрьәнде башҡортса баҫтырыу тарихыМӘҢГЕЛЕК ҺӘЙКӘЛ йәки Ҡөрьәнде башҡортса баҫтырыу тарихы
МӘҢГЕЛЕК ҺӘЙКӘЛ йәки Ҡөрьәнде башҡортса баҫтырыу тарихы

Иң оҙаҡ һаҡланған һәйкәлдәрҙең бер нисәһе тип һуңғы мең йыллыҡтарҙа яһалған ҡомартҡыларҙы атарға кәрәк. Уларҙы бәлиғ булған кешеләрҙең барыһы ла белә һәм уларҙы юҡ итергә яҫҡыныуҙар булһа ла, бығаса бөтөрә алғандары юҡ. Һүҙ Ер йөҙөндәге бөйөк диндәрҙең изге китаптары тураһында. Христиандарҙың, иудайҙарҙың, буддистарҙың – һәр береһенең үҙ китаптары бар һәм улар иң ҙур, иң ҡәҙерле байлыҡ ҡына түгел, кешенең күңеленә, тәненә һәм йәненә һеңдерелгән мәңгелек һәйкәл дә. Мосолмандарҙың бөйөк һәйкәле – әлбиттә, Ҡөрьән.

Ҡөрьән һәм тәфсир

Ҡөрьәнде ғәрәп әҙәби теленең өлгөһө булараҡ һәм кешеләрҙе тик яҡшылыҡҡа өндәүсе китап итеп Аллаһ Тәғәлә егерме өс йыл (610 – 632 йыл- дар) буйы ергә төшөрә. Уның сүрәләре, йә айырым аяттары Ислам диненең нигеҙҙәрен һалған Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең тормошона бәйле, кешеләрҙең һорауҙарына яуап рәүешендә, аңлатмалар кеүек итеп әленән-әле ергә оҙатыла һәм уларҙың аҡылына һеңдерелә тора.

Ҡөрьән Мәккәлә һәм Мәҙинәлә индерелгән сүрәләрҙән төҙөлгән. Улар ваҡыт арауығын ғына сағылдырып ҡалмай, ҡайһы бер һүҙбәйләнештәрҙең йыш ҡабатланыуынан да килә. Әйтәйек, “Эй, кешеләр!” тип өндәшеү Мәккә сүрәләренә хас. Ә “Һеҙ, инаныусылар!” тип әйтеү күбеһенсә Мәҙинә сүрәләренә тура килә. Сүрәләрҙәге йөкмәткелә лә айырма бар. “Халыҡтар һәм быуындарҙы иҫкә төшөрөү”, “элекке пәйғәмбәрҙәр һәм халыҡтар та- рихы”н телгә алыу Мәккә сүрәләрендә йышыраҡ күренә. Ә йөкләмә, бурыс һәм яуаплылыҡ ҡануны Мәҙинә сүрәләрендә күп осрай.

Ошолар һәм бүтән үҙенсәлектәр тураһында мәғлүмәттәрҙе Нурмөхәммәт Һөйәрғоловтың “Европала ҡөрьәнселек һәм Ҡөрьәндең башҡортсаға тәржемәһе” (“Европейская коранистика и башкирский перевод Корана”, Уфа, РИО БашГУ, 2004) китабында табырға мөмкин.

Ҡөрьәндең иң беренсе тәфсирҙәре яңы эраның VI – IХ быуаттарында барлыҡҡа килгән. Шул ваҡытта аңлатма һәм тәфсирҙең ҡанундары ла тыуа. Ғалим Әбү-Үбәйҙә (774 – 838) үҙенең “Ҡөрьәндең өҫтөнлөктәре” хеҙмәтендә инде Ҡөрьәндең яҙмаһы һәм тәфсир тураһында фән тип аныҡлап күрһәтә. ХV быуатта Ҡөрьәнде ентекләп өйрәнеү һәм был эшкә ныҡ иғтибар биреү осоро башлана. Шул ваҡытта изге китаптың һәр фекерен, һәр һүҙен төрлө яҡлап тикшереү һәм тәрән төшөнөүгә ынтылыш күренә.

Ҡөрьәндең һәр һүҙен бөтөн яҡтан да тикшереү хәжәте уны тәфсирләргә тотоноусыларҙың ныҡ күбәйеүе һәм һәр ғалимдың уны “үҙенсәләргә” ты- рышыуы менән дә аңлатыла. Был иһә, үҙ сиратында, бығаса булған тәфсирселәрҙең эшен дөйөмләштереү, ниндәйҙер ҡағиҙәләргә берләштереү хәжәтен дә тыуҙыра.

Ҡөрьәнде тәржемәләү, тәфсирләү алымдарын дөйөмләштереү һәм улар өсөн айырым ҡанундар тыуҙырыу эшен башҡарырға ла кәрәк булып сыға. Ҡайһы бер тәфсирҙәрҙең самаһыҙ иркенлеге киләсәктә ошондай хилафлыҡтарға юл ҡуймау өсөн кәрәк һанала. Тәржемә һәм тәфсирҙәрҙе тикшереү был йүнәлештә, нигеҙҙә, өс төркөмдөң ойошоуын күрһәтә: шәһит төркөмө, Ибн-Ғәббәсселәр һәм уңға-һулға бәрелмәйенсә, урта тарафтан ба- рыусылар. Ғалимдарҙың күбеһе: “Ҡиммәтле китапты тәфсирләргә теләүселәр тәфсирҙе иң элек Ҡөрьәндең үҙенән эҙләй, – тип белдерә. – Сөнки китаптың бер урынында ҡыҫҡа ғына итеп бирелгән фекер икенсе урында киң итеп әйтелә. Тар ғына һалынған мәғәнә икенсе урында яҡшы итеп аңлатыла”. Ошо ысулды ҡулланып та ҡәнәғәтлек тапмаған тәржемәсе йә тәфсирсе өндәргә һәм бығаса әйтелгән фекерҙәргә мөрәжәғәт итә. Тәржемәселәргә, тәфсирселәргә ҡуйылған төп талаптар ошо. Әммә күп кенә көнсығыш ғалимдары тәфсирселәргә өҫтәмә рәүештә теләктәр ҙә еткерә. Мәҫәлән, Әбү-Талип әт-Тәбәри түбәндәгесә шарт ҡуя: тәфсирсе изге ниәтле ышаныслы кеше булһын, ғәрәп телен яҡшы белһен. Тәржемә һәм тәфсир өҫтөндә эшләгәндә тик  Пәйғәмбәрҙең әйткәндәренә, замандаштарҙың фекеренә, телдең талаптарына, әйтелгәндең мәғәнәһенә һәм ҡанун көсөнә таянһын, тип ҡуя. Тәржемәләр һәм тәфсирҙәр һаны артҡан һайын уларға махсус талаптар тағы ла күбәйә. Мәҫәлән, абруйлы көнсығыш ғалимдары: “Ҡөрьәндең нимәһендер тәфсирләргә тотоноусы ғалим һәм әҙәбиәтсе раҫлау сәнғәтендә, ҡануниәттә, тарих һәм халыҡ ижадында бик киң мәғлүмәткә эйә булырға тейеш”, – тип белдерә. Тәфсирсе тел ғилеменең бөтөн яғын да, шул иҫәптән һүҙ һәм мәғәнә яһалышын яҡшы белергә, син- таксис, морфологиянан етерлек мәғлүмәтле, Ҡөрьәнде уҡый белеү фәнен, ҡануниәт нигеҙҙәрен, арнауҙар һәм Ҡөрьәнсә һүрәтләүҙәрҙе, хәҙистәр менән һиҙемләүҙәр фәнен тәрән белергә бурыслы. Ибн Әбид-Дунйа исемле ғалим: “Үрҙә әйтелгәндәр тәфсирсенең эш ҡоралы ул. Ошолар менән эшкә өйрәнмәгән икән кеше, тимәк, тәфсирсе түгел. Ҡөрьәнселек фәненә сикһеҙ диңгеҙгә төшкән һымаҡ инәһең”, – ти.

Күренеүенсә, Ҡөрьәнде тәржемә итергә йә тәфсирләргә ынтылыусыларға бик юғары талаптар ҡуйыла. Шунһыҙ мөмкин дә түгел шул. Ер йөҙөндә Ҡөрьән берәү, ә тәфсир итергә теләүселәр йөҙәр мең. Һәр береһе уны үҙенсә борғолаһа, Ҡөрьәндән нимә ҡалыр ине? Шуға күрә Ҡөрьәнде уҡыу тик ғәрәпсә һәм төп нөсхәнән булырға тейеш, ә тәржемә итеү, тәфсирләү үрҙә әйтелгән шарттар үтәлгән осраҡта ғына рөхсәт ителә.

Бирәм тигән ҡолона...

Башҡорттар араһында Ҡөрьән сүрәләрен, айырым аяттарҙы ятлап ҡабатлау бынан мең йыллап самаһы элек башланған. Ҡөрьәндең үҙен уҡыу иһә һуңғараҡ

– ғәрәп яҙмаһын өйрәнгәс булған. Әлбиттә, тәфсирселәр халыҡ араһынан сыға торған. Улар сүрәләрҙе үҙе белгәнсә, аңлағанса бүтәндәргә төшөндөргән, шуның менән Ислам ҡануниәтен кешеләрҙең аҡылына һеңдерә торған. Һәр имам теге-был сүрәне тәүҙә ғәрәпсә, шунан үҙебеҙсә һөйләп аңлата. Тәфсирҙең бер төрө ошо инде.

Изге китапты башҡортсаға тәржемә итеү күпкә һуңыраҡ булды. ХХ быуаттың һикһәненсе йылдары аҙағында Өфөнөң ул саҡтағы Фрунзе, хәҙерге Зәки Вәлиди урамы буйлап килә ятһам, ҡаршыға Баһауетдин Зәйнетдинов ос- раны.

  • Бирәм тигән ҡолона – сығарып ҡуйыр юлына, тип әйткән дөрөҫ ул, – тип һүҙ башланы Баһауетдин. – Их, Ҡөрьәндең башҡортсаһы ҡулда булһа ине, тип йыш ҡына уйлай торғайным. Үҙебеҙҙең телдә уҡып, тәрән мәғәнәһен һәр яҡлап өйрәнеп булыр ине. Сүрәләрҙе ғәрәпсә ҡабатлайбыҙ ҙа бит, тик бер нәмәһенә лә төшөнөп булмай шул.

Зәйнетдинов – Мәсетле районында тыуып үҫкән кеше. Технарь. Бейек йорттарҙағы лифттарҙы ҡора һәм хеҙмәтләндерә. Бик тәртипле һәм итәғәтле кеше. “Урал” башҡорт халыҡ үҙәге барлыҡҡа килгәс, шунда танышҡайныҡ.

  • Ҡөрьән тураһындағы беренсе теләгемде, күрәһең, Аллаһ Тәғәлә ишеткәндер. Бая бер ҡатын мине осратты ла: “Һеҙ Баһауетдин ағай бит. “Урал” үҙәгенә йөрөйһөгөҙ”, – ти. “Эйе, – мин әйтәм. – Баһауетдин Зәйнетдинов булам”.
  • Мин Ләлә Кинельская тигән кеше булам. Фамилиям шулай яңғыраһа ла, үҙем башҡорт. Фамилиям атайымдан килә. Ул Кинельский булған. Репрессияларҙан ҡасыр өсөн исемен дә, атаһының исемен дә, фамилияһын да үҙгәрткән. Абдулла Мәхмүтйән улы Иҙрисов Дан Мәхмүт улы Кинельский булып киткән һәм үлемдән ҡотолоп ҡалған. Атайым 1896 йылда Һамар гөбөрнәһе Боғорослан өйәҙе Солтанғол улысы Иҫке Ҡолшәриф ауылында тыуған. Ауылы Кенәлгә (Кинель) яҡын булғанға күрә, ошо исемде фамилия итеп алған. Ул ғүмеренең аҙағына тиклем изге китап Ҡөрьәнде башҡортсаға тәржемә итте. Тәржемәнең бер нөсхәһе бына минең ҡулда. Шуны китап итеп баҫтырып булмаҫмы, тип “Урал” үҙәгенә барғайным да, унда берәүҙе лә осрата алманым. Бына һеҙ беренсе кеше, һеҙгә барыһын да һөйләргә булдым, – тигән ҡатын.

Баһауетдин китап сығарыу эшенән йыраҡ торған кеше бит инде. Шуға әлеге үтенестән шаңҡып ҡалған. Ошо мәлдә уға мин тап булдым.

  • Ә ҡулъяҙма ҡайҙа? Кинельская үҙе ҡайҙа? – тинем мин.
  • Ҡулъяҙманы тотоп ҡайтып китте. Кәрәкһәм, бына адрес, тип ҡағыҙға яҙып бирҙе.

Баһауетдин ҡағыҙ киҫәге күрһәтте.

  • Ваҡытың булһа, Рәшит Шәкүрҙе көт. Ул китап сығарыу тәртибен яҡшы белә. Нимә эшләргә икәнлеген әйтер. Минең бик ашығыс эшем бар. Шуға хәҙер генә ярҙам итә алмам, – тип китеп барҙым.

Башҡортса Ҡөрьән мәсьәләһе Шәкүрҙе (“Урал” үҙәгенең рәйесе) ныҡ ҡыҙыҡһындырған. Иртәгәһенә үк Баһауетдин менән Кинельскаяның фати- рына барғандар. Шәкүр, ул саҡта филология фәндәре кандидаты, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшләп йөрөй. Шуға күрә ҡулъяҙманың тәртибен яҡшы белә. Ул Ҡөрьәндең башҡортсаға тәржемәһен ҡарай ҙа, алтындан да ҡиммәтерәк байлыҡҡа юлыҡҡандарын аңлай. Ҡөрьән һынлы Ҡөрьәнде үҙ теленә тәржемә иттерә алған халыҡ – бөйөк ҡәүем. Ә Шәкүр “Урал” үҙәгендә башҡорт халҡын юғары күтәрергә атлығып йөрөгән шәхес бит. Бер көнгә генә лә кисектермәйенсә, Ҡөрьәндең башҡортсаға тәржемәһен китап рәүешенә еткереү өсөн эш башлайҙар!

Беренсе сиратта тәржемәнең төп нөсхәгә ни дәрәжәлә тура килеүен тикшерергә кәрәк. Бының өсөн ғәрәп һәм башҡорт телдәрен яҡшы белгән кешенең булыуы шарт. Дөрөҫ, Кинельский үҙе: “Мин үҙемдең тәржемәне тулыһынса хаҡ тип раҫлай алмайым, әммә ул дөрөҫ, мин тәржемәмде иң ысыны тип раҫламайым, әммә ул ысын”, – тигән. Күп кенә белгестәр ниндәйҙер бер телгә тәржемә ителгән әҫәрҙе тағы ла бер телгә ауҙара. Шуны Ҡөрьән тәржемәһе тип атай. Кинельский ғәрәп телендәге Ҡөрьәнде башҡорт теленә тура тәржемә иткән. Тап шулай булыуы менән уның баһаһы юғары.

Икенсенән, башҡортса яҙманың тел ҡағиҙәләренә тура килеү-килмәүен ентекләп тикшереп сығырға кәрәк. Был эш үҙе махсус белгесте талап итә. Шәкүр менән Зәйнетдинов тәржемәсенең шәхесе менән дә ҡыҙыҡһына һәм түбәндәге мәғлүмәттәрҙе таба.

Дан Мәхмүт улы КИНЕЛЬСКИЙ (ысыны – Абдулла Мәхмүтйән улы ИҘРИСОВ) башҡорт, алда әйтелгәнсә, Һамар гөбөрнәһендә (хәҙер Ырымбур өлкәһенең Алексеев районы) 1896 йылда мулла ғаиләһендә тыуған. Атаһы Мәхмүтйән Лоҡман улы Иҙрисов Иҫке Ҡолшәриф ауылындағы икенсе мәсеттең муллаһы – имам-хатибы була. Үҙе тыумыштан күрше Тархан ауы- лынан. Тыуған төйәген йәберһеттермәҫ өсөн, 25-30 йорттан торған ауылды үҙенең мәхәлләһенә индертә. Д. Кинельский атаһы тураһында: “Ғәрәп, фарсы, боронғо төрки телдәрендәге китаптарҙы күп уҡыны, Ҡөрьәндең сүрәләрен яттан белә торғайны. Ныҡ дини кеше булды. Үҙ заманының гәзит-журналдарын да күпләп алдырҙы, Ҡөрьәндең Саблуков тәржемәһе менән дә йыш ҡыҙыҡһына торғайны”, – тип яҙған.

Дан Кинельский 1912 йылға тиклем ауыл мәктәбендә, шунан Һамарҙа гөбөрнә мосолман мәктәбендә (мәҙрәсәлә) уҡый. 1912 – 1915 йылдарҙа үҙенең Боғорослан өйәҙендә Иҫке Мөьмин ауылында мөдир һәм уҡытыусы булып эшләй. 1915 йылда батша әрмеһенә саҡырыла һәм унтер-офицер булып империалистик һуғышта ҡатнаша. 1917 йылда һуғыштан ҡайта һәм 1918 йылдың 1 ғинуарында атаһының тыуған ауылы Тарханда мәктәп мөдире һәм уҡытыусы булып эш башлай. 1922 йылда Боғорослан башҡорт- татар мәктәбенә уҡытыусы итеп күсерелә. Артабан биш йыл буйы Архан- гель өлкәһендә уҡытыусы була. Тап ошо осорҙа ул исемен, атаһының исемен һәм фамилияһын үҙгәртә. Архангель гөбөрнәһенең хакимлыҡ бүлегендә 1929 йылдың 15 июнендә Кинельскийҙың исем-фамилияһын үҙгәртеүе тураһында ЗАГС танытмаһы һаҡланған. 1930 йылда ғаиләһе менән ҡуша Башҡортостанға Иглин районының Рәсмәкәй ауылына күсенә. Пенсияға сыҡҡанға ҡәҙәр Рәсмәкәй, Ҡаҙаяҡ, Оло Теләк ауылдарында уҡытыусы була. Ситтән тороп педтехникум, шунан ике йыллыҡ уҡытыусылар институтын тамамлай. 1942 – 1945 йылдарҙа Совет әрмеһендә хеҙмәт итә.

Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнгән, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, мәғариф отличнигы исемдәренә лайыҡ булған.

Эшләп йөрөгән сағында уҡ ул Ҡөрьәнде тәржемә итеү хыялы менән йәшәй, ғәрәп, фарсы, иҫке төрки телдәрендә китаптар йыя. 1927 йылда ул Архангельскиҙан Иҫке Ҡолшәрифкә ҡунаҡҡа ҡайтҡан сағында атаһы уға Ҡөрьәндең Саблуков тарафынан яһалған тәржемәһен бүләк итә. Китапты ул бик ентекләп өйрәнә. Шунан һуң егерме йылға яҡын ғүмерен Ҡөрьәнде башҡортсаға тәржемә итеүгә бирә. Ҡыҙы Ләләнең һөйләүенә ҡарағанда, ул ҡулъяҙма һалынған сумкаһын һәр саҡ үҙе менән йөрөтөр булған, аҙ ғына мөмкинлек сығыу менән нимәлер өҫтәп яҙған, төҙәткән. Күҙе насар күрә башлағас, күҙлегенә өҫтәп быялалар ҡуйҙырып, туҡтауһыҙ эшләй. Хеҙмәтен ул 1983 йылдың авгусында тамамлай. “Тағы ҡайһы бер ерҙәрен төҙәтер инем дә, хәл юҡ”, – ти ул вафаты алдынан. Дан Мәхмүт улы Кинельский 1983 йылдың 6 ноябрендә гүр эйәһе була.

Оло эште кемдәр йөкмәр?!

1990 йылдың 14 сентябрендә “Урал” башҡорт халыҡ үҙәге Д.М. Кинельскийҙың тәржемәһе нигеҙендә Ҡөрьәнде башҡорт телендә баҫтырып сығарыу өсөн ижади һәм ойоштороу-хужалыҡ төркөмдәре төҙөй.

Ижади төркөмгә инеүселәр:

Ф.И.  Байышев  –  ғәрәп  теленән  тәржемәне  һәм  транскрипцияны мөхәррирләүсе, баҫманың яуаплы мөхәррире, ижади төркөмдөң етәксеһе; Н.Ә. Һөйәрғолов – транскрипцияны төҙөүсе;

Д.Д. Мәһәҙиев – башҡорт телендәге ҡулъяҙманың мөхәррире. Ойоштороу-хужалыҡ төркөмөнә инеүселәр:

С.С. Әбсәләмов – финанс-хужалыҡ мәсьәләләре өсөн яуаплы;

Б.Ф. Зәйнетдинов – хужалыҡ-ойоштороу эше өсөн яуаплы, баҫма сығарыу эшен башлап йөрөүсе; төркөмдөң етәксеһе итеп Б.Ф. Зәйнетдиновты билдәләргә. Ҡул ҡуйған: рәйес Р.З. Шәкүров.

Ошо ҡарар сығыу менән бында әйтелгән кешеләр ең һыҙғанып эшкә тотона. Был ваҡыт һәр кемдең халыҡ өсөн, ил эше өсөн йән атып, ҡулынан килгәнен дә, килмәгәнен дә һис ауырһынмай, киреһенсә, ҙур дәрт һәм тырышлыҡ менән атҡарған сағы ине. Өҫтәүенә бөтә хеҙмәт тә бушлай бит. “Урал” үҙәге йәмәғәт башланғысында эшләй, йәғни унда көс һалыусылар, әйтәйек, рәйес Рәшит Шәкүр һәм бүтәндәр бер тин алмайынса хеҙмәт итте.

Ҡөрьән эшендә көн тимәй, төн тимәй, йүгереп йөрөп барыһын да башҡарған Баһауетдин ЗӘЙНЕТДИНОВ тураһында бер нисә һүҙ әйтмәй китеү яҙыҡ булыр. Зәйнетдинов сығышы менән Мәсетле районыныҡы, тигәйнек. Өфөлә күптән йәшәй һәм эшләй ине. Ҡөрьәнде сығарыуға ул һалған көстө һәм тырышлыҡты бер ниндәй үлсәү менән дә үлсәп булмай. Шулай ҙа был турала Ҡөрьәндең тәржемәсеһе Дан Кинельскийҙың ҡыҙы Ләләнең һүҙҙәрен ошонда иҫкә төшөрөү урынлы булыр: “Ҡөрьән Кәрим”дең китап булып нәшер ителеүенә иң беренсе көндән башлап аҙағынаса Баһауетдин Зәйнетдиновтан да ҙур тырышлыҡ күрһәтеүсе бул- маны. Аллаһ Тәғәлә үҙе уны минең менән мәсет алдында осраштырмаһа, билләһи, бәлки, атайымдың был оло хеҙмәте халыҡҡа билдәһеҙ көйө ҡалыр ине. Йүгереп йөрөп ижади төркөм тупланы. Улар Өфөнөң төрлөһө төрлө урамында йәшәй. Ул мөхәррирләнгән һәр өлөштө фатирҙарға йөрөп йыйып ала. Ҡайһыларын Сибай һәм Ишембай ҡалалары муллаларына тикшертергә ебәрә. Шунан таң менән тимер юл вокзалына төшөп, кире Өфөгә оҙатылған өлөштәрҙе ҡабул итә. Өҫтәүенә, ул ойоштороу эштәре менән бәйле сығымдарҙы һәм Ҡөрьәндең машинкала баҫылған нәҡ яртыһын тиерлек үҙ аҡсаһы менән ҡаплап, эш барышын еңелләштереп ебәрҙе. Шундай ҙа ихлас, зирәк, саф күңелле, көслө рухлы ул Баһауетдин. Ул мәлдәрҙә йәмғиәттә ижтимағи-сәйәси хәлдәр ғәйәт тә ҡатмарлашҡан ине бит. Шуға ул көндәрҙә Баһауетдиндең башҡорт халҡының рухын, үҙаңын күтәреү өсөн алһыҙ-ялһыҙ йүгереп үткәргән көндәре милләттәштәренең рәхмәте булып үҙенә кире ҡайтһын, тип теләүҙән туҡтамайым” (Миңниса Сәфәрғәлина, “Йәшлек”, 1999, 16 ғинуар).

“Урал” үҙәгенең ҡарарында Ҡөрьәнде башҡортса сығарыу өҫтөндә кемдәр эшләргә тейешлеге генә билдәләнелә. Ә китап нисек булырға, ниндәй өлөштәрҙән торорға, кем нимә эшләргә тейеш – әйтелмәй. Был төп һорауҙарға әлеге төркөмдәр үҙҙәре яуап бирә.

Башҡортса “Ҡөрьән Кәрим” китабы өс нигеҙгә таянырға тейеш, тип ҡарарлай улар. Беренсеһе һәм төп нигеҙе – китапта Ҡөрьән туған телендә – боронғо ғәрәп телендә бирелергә бурыслы. Шунһыҙ Ҡөрьәндең нәшер ителеүе мөмкин түгел. Бының өсөн ижади төркөм Сәғүд Ғәрәбстанында нәшер ителгән Ҡөрьәндең фотокүсермәһен алырға тейеш була.

Икенсенән, Ҡөрьән китабын һәр уҡыусы үҙенсәрәк итеп уҡыуын иҫәпкә алып, башҡорт уҡыусылары өсөн ғәрәпсә Ҡөрьәндең башҡортса яңғырашын бөгөнгө башҡорт яҙыуында – транскрипцияла бирергә кәрәк, тигән ҡарарға киләләр. Был бик ҡатмарлы эш. Сөнки бығаса бер генә кеше лә Ҡөрьәнде башҡортса үҙенсәлектәр менән яңғыратмаған. Ошо бурысты Нурмөхәммәт Һөйәрғоловҡа йөкмәтәләр.

Өсөнсө нигеҙ – башҡортса тәржемә. Уны Дан Кинельскийҙың тәржемәһендә баҫтырырға кәрәклеге әйтелгәйне инде. Әммә Кинельскийҙың тәржемәһе бөгөнгө башҡорт теленә тура киләме-юҡмы, әҙәби тел ҡанундары үтәлгәнме-юҡмы, ныҡлап тикшереү кәрәк була. Был эште ғәрәп һәм башҡорт телдәрен белгән Ф. Байышевҡа йөкмәтәләр. Ә башҡортса тәржемәнең телен мөхәррирләү эше күп йылдар гәзит сығарыуҙа эшләгән, йәғни мөхәррирләүҙе бик яҡшы белгән Д. Мәһәҙиев иңенә төшә. Бына ошо Ҡөрьәнде башҡортса нәшер итеүҙең нигеҙе.

Ошо оло эштәрҙе башҡарыусыларҙы уҡыусы менән таныштырып китәйек. Кинельский менән Зәйнетдинов тураһында әйттек инде. Китаптың төп мөхәррире Фәнил Нафиҡ улы БАЙЫШЕВ 1956 йылда Балаҡатай районының Монас ауылында тыуған. Ленинград дәүләт уни- верситетын тамамлағас, көнсығыш халыҡтары телдәре буйынса белгес- тәржемәсе сифатында Йәмән Республикаһына эшкә ебәрелә һәм 1987 йылға тиклем шунда була. Унан һуң илгә ҡайта, Өфөлә Тарих, тел һәм әҙәбиәт  институтында  эшләй,  Риза  Фәхретдиновтың  хеҙмәттәрен,

Ҡөрьәнде, ғәрәп телендәге китаптарҙы өйрәнеү буйынса фән эштәре башҡара. “Ҡөрьән Кәрим”де башҡортса сығарыуҙа төп хеҙмәттәрҙе күтәрә. Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты. 1993 йылдың 6 ғинуарында вафат була. “Ҡөрьән Кәрим”дә баҫылған башҡортса тәржемәне Д. Мәһәҙиев мөхәррирләй. Мәһәҙиевтәр, шул иҫәптән Дәүләткирәй Мәһәҙиев, Башҡортостанда данлы нәҫел булып танылған. Дәүләткирәйҙең бер туған ҡустыһы Басир –  атаҡлы геолог, бер нисә ятҡылыҡты тапҡан һәм асҡан  кеше.

Дәүләткирәй МӘҺӘҘИЕВ 1925 йылда Ейәнсура районының Абҙан ауылында тыуған, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. БДУ-ны тамамлаған. Һуғыштан һуң шул уҡ райондың “Сталинсе” гәзите редакцияһында, ВЛКСМ-дың район комитетында эшләй. 1956 йылдан – Ейәнсура районы мәктәптәрендә уҡытыусы, артабан Мәсетле районының “Коммунист” гәзите редакцияһында хеҙмәткәр. 1969 йылда Өфөгә күсә һәм 1985 йылға тиклем “Совет Башҡортостаны” гәзите редакцияһында бүлек мөдире була. 1993 – 1994 йылдарҙа Башҡортостанда барлыҡҡа килгән “Заман – Башҡортостан” гәзитен етәкләй. Руссанан башҡортсаға бик оҫта тәржемәсе булып танылған. Муса Мортазиндың “Башҡортостан һәм башҡорт ғәскәре граждандар һуғышында”, Р. Игнатьевтың “Башҡорт Са- лауат Юлаев – Пугачев бригадиры, йырсы, сәсән, шағир” китаптарын башҡортса сығара. Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге премияһы лауреаты. Вафаты – 2004 йылда Өфөлә.

“Ҡөрьән Кәрим”дең башҡортса яңғырашын Нурмөхәммәт Һөйәрғолов эшләне. Был хеҙмәт тураһында айырым һүҙ булыр. Ә әлегә Һөйәрғоловтың кем булыуы тураһында әйтәйек.

Нурмөхәммәт ҺӨЙӘРҒОЛОВ 1937 йылда Стәрлебаш районының Ҡабыҡҡыуыш ауылында тыуған. Атаһы Әлибай Ҡаһарман улы бик тәрән мәғлүмәтле имам була, улын биш йәшенән ғәрәпсәгә өйрәтә башлай һәм мәҙрәсә кимәлендә белем бирә. Нурмөхәммәт ҡәҙимге тормошта һөнәре буйынса техник-энергетик була, ә яҙмышы нигеҙендә – тел белгесе, ғәрәп, башҡорт телдәренең оҫтаһы.

Ул 1978 йылда Башҡортостан дәүләт ауыл хужалығы институтын та- мамлай, 1974 йылдан Ейәнсура районының “Һаҡмар” совхозында, 1984 йылдан Ишембай районының “Ударник” колхозында – баш инженер,1987 йылдан Ишембай районының “Агропромэнерго” предприятиеһының директоры була. 1992 йылда тормошонда ҡырҡа үҙгәреш була – Ә. Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт республика гимна- зия-интернатында ғәрәп теле уҡытыусыһы булып китә, Әбү ән-Нур (Да- маск) университетында уҡый, Иордан университетында эшләй. 2007 йылдан Стәрлетамаҡ педагогия академияһында уҡыта.

Нурмөхәммәт Һөйәрғолов – филология фәненә һиҙелерлек өлөш индергән ғалим. Ундан ашыу ҙур ғилми эше бар. Ул ғәрәп теле буйынса дәреслек яҙған, “Европала Ҡөрьәнселек һәм Ҡөрьәндең башҡорт теленә тәржемәһе” хеҙмәте менән мәшһүрлек яуланы. Филология фәндәре кан- дидаты, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге премияһы лауреаты.

Изге китапты ҡайҙа баҫтырырға?

Ҡөрьәнде башҡортса сығарыу өсөн ижади төркөм, ул ғына ла түгел, ижад эше тамамланғас, артабанғы сират үҙҙәренә етәсәген белгән Башҡортостандың “Китап” нәшриәте хеҙмәткәрҙәре ныҡлап эшләне. Ул ваҡытта Башҡортостандың нәшриәте әҙерләгән ҡулъяҙмалар Өфө полигра- фия комбинатында китап рәүешенә индерелә торғайны. Ҡөрьән тураһында һүҙ сыҡҡас, комбинат етәкселәре был баҫманы Өфөлә башҡарып булмауын белдерҙе. Китап бик ҡалын, беҙҙең машиналарҙа уны эшләү мөмкин түгел, тинеләр. Ә ҡайҙа мөмкин һуң? “Китап” нәшриәтенең техниктары бөтөн Рәсәй буйынса мәғлүмәт йыйҙы. Мәскәүҙә, Ленинградта, Себерҙә мөмкин. Ҡайҙа сифаты яҡшыраҡ һәм хаҡы арзаныраҡ? Мәскәү эргәһендәге икенсе типографияла. Ул саҡта бөгөнгө кеүек технология юҡ ине әле. Яҙыу машинкаһында баҫылған битте яңынан металда хәрефләп йыйырға, һүрәттәрҙе (ғәрәп телендәге яҙыуҙы) ҡурғаш биттәргә сығарырға, шунан китап бите рәүешендә беркетергә һәм баҫыу машинаһына бирергә кәрәк. Ниндәй тираж менән? Байтаҡ уйлашҡандан һуң, 50 мең, тинек. 50 меңде типография ике аҙна самаһы баҫырға, шунан китап рәүешендә тегергә, ҡатырға тышҡа индерергә тейеш. Өс айҙан күберәк ваҡыт китәсәк. Китһә, китә инде. Хаҡы ла ҡиммәт кенә буласаҡ. Булһа, була инде. Ҡөрьәнде сығарғанда ҡарунланып ултырырға ярамай.

Мәскәү типографияһы менән Башҡортостан “Китап” нәшриәте араһында килешеү төҙөлдө һәм нәшриәттең техник мөхәррире Наилә ЗАРИПОВА Мәскәүгә юлланды. Ул ике айға яҡын шунда йәшәне һәм ғәжәп ҙур эш башҡарҙы. Өфөлә булһа, китапты баҫыуға биш-алты кеше әҙерләр ине. Был шуны бер үҙе эшләне. Металға сығарылған йыйманы бер үҙе уҡыны, мөхәррирләне, биттәрҙе тикшерҙе, дөрөҫлөгөн раҫлап ҡул ҡуйҙы. Типогра- фия эшен бөтөргәс, әҙер китапты Өфөгә алып килеү үҙе бер бәлә булып сыҡты. Беҙ Мәскәүҙә йәшәгән яҡташтарға мөрәжәғәт иттек. Мостай Кәримдең улы Илгиз ярҙамлашырға булды. Ике тимер юл вагоны табып, ки- тапты беҙгә ебәрҙе. Өфөлә “Ҡөрьән Кәрим”де халыҡҡа таратыу оло мәшәҡәт тыуҙырҙы. Нәшриәттә баш мөхәррир булып эшләгән Батыр Наҙарғолов ошо эшкә башкөлләй сумды.

Бер мең йылдан ашыу ваҡыт үткәс

Ҡайһылай ғына булмаһын, Аллаға шөкөр, ғәрәпсә, башҡортса һәм транскрипцияла “Ҡөрьән Кәрим” беҙҙең ҡулда! Ошо мәл тураһында меңәрләгән милләттәшебеҙ йөҙәрләгән йыл буйы хыялланған бит. Аллаһ Тәғәләбеҙ беҙгә ул көндө күрергә насип итте!

Китапты асабыҙ. Ул түбәндәгесә башлана:

«Әссәләмүғәләйкүм, мөхтәрәм замандаш!

Бына хәйерле сәғәттә ҡулыңа Ҡөрьән алдың. Халҡыбыҙҙың Ислам динен ҡабул итеүенә бер мең йылдан ашыу ваҡыт үткәс, уны тәүге тапҡыр үҙ телебеҙҙә уҡыу бәхетенә ирештек.

Ҡөрьән — мосолмандарҙың иң ҡәҙерле, иң изге китабы. Үҙенсәлекле фәнни- фәлсәфәүи һәм хоҡуҡи әһәмиәткә эйә булған был ҡомартҡы ғәрәптәр һәм Ислам динен тотҡан башҡа халыҡтар өсөн генә түгел, бәлки бөтә донъя мәҙәниәтенә һәм мәғрифәтенә бик ҙур йоғонто яһаған, тиңдәше булмаған әҫәр. Ә инде уның шәреҡ халыҡтарының дөйөм үҫешенә, тормош ҡанундарына индергән өлөшөн баһалап бөтөү мөмкин түгел.

Донъялағы өс оло диндең береһенең нигеҙен тәшкил иткән был әҫәрҙе Ев- ропа телдәренә тәржемә итеү XII быуатта уҡ башланған. Рәсәйҙә Ҡөрьәндең рус телендәге беренсе тәржемәһе Петр Беренсенең ҡушыуы буйынса 1716 йылда баҫтырып сығарыла. Һуңғараҡ уны Ислам динен тотоусы халыҡтарҙың телдәренә лә тәржемә итә башлайҙар. Шулай итеп, Ҡөрьәнде башҡортса уҡыу ихтыяжы күптән өлгөрөп еткән мәсьәлә ине.

Ошо ғәйәт ҡатмарлы бурысты аңлап, халҡыбыҙға үҙ телендә Ҡөрьән биреү теләге менән Дан Мәхмүт улы Кинельский (билдәле сәбәптәр арҡаһында 1937 йылдан һуң Абдулла Мәхмүт улы Иҙрисов шул исем менән йәшәгән) 1962 йылда эшкә тотона һәм вафатының алдынан, 1983 йылда, уны тамамлап ҡуя. Башҡорт халыҡ үҙәге «Урал»дың хәстәрлеге менән ойошторолған беҙҙең ижади төркөм шул тәржемәне камиллаштырыу өҫтөндә эшләне.

«Ҡөрьән» һүҙенең тура мәғәнәһе — «уҡыу» йәки «көйләп уҡыу». Әммә уны күсермә мәғәнәлә «изге китап» тип йөрөтәләр. Китаптың башҡа исемдәре лә бар: «Ҡөрьән Кәрим», «Ҡөрьән шәриф», «Ҡәләм шәриф», «Әл-мусхәф», «Әл- китап», «Ҙикр» һәм башҡалар.

Ислам дине тәғлимәте буйынса, ул Аллаһ тарафынан Ябраил фәрештә аша төрлө ваҡыттарҙа Мөхәммәт пәйғәмбәргә егерме өс йыл буйына бирелгән. Төрлө өйрәтеүҙәрҙән, дини бойороҡтарҙан, өгөт-нәсихәттәрҙән, кәңәштәрҙән торған был китап рифмалы проза (көйлө нәҫер) рәүешендә ижад ителгән. Ҡөрьән – сүрәләргә, сүрәләр аяттарға бүленә. Ҡөрьәндә бөтәһе 114 сүрә, төрлө иҫәп буйынса 6204-тән 6236-ға тиклем аят бар. Хәҙерге ғалимдар ҡулланылышта булған Ҡөрьәндең төп нөсхәгә тура килеүенә һәм уның Мөхәммәт бәйғәмбәр аша индерелеүенә шик тотмай.

Көндәлек тормошта (намаҙҙа, исем ҡушҡанда, ижаб ҡылыуҙа, мәйетте һуңғы юлға оҙатҡанда һ.б.) бөтә сүрәләр ҙә уҡылмай. Диндар кешеләргә “Әл-Фа- тиха” (Әлхәм) сүрәһен, “Әл- Бәҡара” сүрәһенең 255-се аятынан башлап сүрә бөткәнсе  (Аятел  Көрсиҙе), “Йасин”ды, “Әл-Мөлөк” сүрәһен (Тәбәрәкте) һәм китаптың һуңғы өлөшөндәге ваҡ сүрәләрҙе белеү етә. Китап тулыһынса Ҡөрьән сыҡҡанда ғына уҡыла.

Тәржемәлә Ҡөрьәндең тулы мәғәнәһен биреп бөтөрөү мөмкин дә түгелдер. Китапты баҫырға әҙерләүсе ижади төркөм, текст аңлайышлыраҡ булһын тигән маҡсат ҡуйып, Ҡөрьәнгә һүҙҙәр өҫтәп тәржемә итеүҙән һаҡланды. Шулай итеп, был хеҙмәтте һүҙмә-һүҙ тәржемә тип ҡарарға мөмкин. Әммә ғәрәп теле менән башҡорт телендәге айырым төшөнсәләрҙең тап килмәүе арҡаһында тәржемәлә аҙ ғына ябайлаштырып алынған урындар ҙа булды. Башҡортса ҡайһы бер һөйләмдәрҙең ҡолаҡҡа бигүк ятышлы яңғырамауының сәбәптәре хаҡында ла әйтергә кәрәк: бында ғәрәпсә һөйләмдең бер нисә аятҡа бүлгеләнеүенә хыянат итмәҫкә, йәғни аяттарҙағы һүҙҙәрҙе урынында ҡалдырырға тырышыу өҫтөнлөк итте. Беҙ шулай уҡ байтаҡ һүҙҙәрҙе ғәрәпсә ҡалдырыу яғында ла булдыҡ, сөнки уларҙың ҡайһы берҙәре үҙ заманында халҡыбыҙ телендә булған, икенселәрен күп һүҙ менән аңлатып бирергә тура килер ине. Һирәк урындарҙа ғына, квадрат йәйәләр эсенә алып, фараз ителгән һүҙ өҫтәп яҙылды. Китапҡа махсус һүҙлек бирелде.

Шуны ла әйтергә кәрәк: БАССР Фәндәр академияһының Тарих, тел һәм әҙәбиәт ғилми-тикшеренеү институты ғалимдарының фатихаһын алып, айырым һүҙҙәрҙең яңғырашын һөйләү теленә яҡынлаштырыу маҡсатында ғәмәлдәге грамматика буйынса «в» хәрефе яҙылырға тейешле урындарҙа «у», «ү» хәрефтәре алынды: «уаҡыт», «үәхи»; һүҙлектәрҙәге «пәйғәмбәр» урынына «бәйғәмбәр» тип яҙылды.

Ҡөрьәнде уҡыу — үҙенсәлекле, ул фәнни грамматикаға тап килеп етмәй. Мәҫәлән, бер хәреф яҙыла ла, йыш ҡына үҙенән һуң килгән хәрефкә оҡшатылып, үҙгәртеп уҡыла. Беҙ транскрипция эшләгәндә (ғәрәп һүҙҙәре яңғырашын хәҙерге башҡорт теле хәрефтәре менән яҙғанда) Ҡөрьәнде боҙмай, дөрөҫ уҡырға өйрәтеүсе тәджүид фәненә таяндыҡ. Транскрипцияла, ғәрәп теле өсөн хас булғанса, өндәрҙе һуҙып уҡыу ҙа, шулай уҡ төп баҫым төшкән ижектәр ҙә күрһәтелде. Әлбиттә, ғәрәп телендәге ҡайһы бер өндәрҙең башҡорт телендә булмауы айырым ҡыйынлыҡтар тыуҙырҙы. Башҡорт телендә генә түгел, ғөмүмән, илебеҙҙәге төрки телле халыҡтарҙа бығаса Ҡөрьәнде тулыһынса транскрипциялау тәжрибәһе лә юҡ. Шуға ла, бик ентекле эшләнеүенә ҡарамаҫтан, беҙҙең транскрипцияла кәмселектәр булыуы ла ихтимал.

Был хеҙмәт ғәрәп теленән һүҙмә-һүҙ тәржемә тиһәк тә, эш барышында Ҡөрьәндең С.Г. Саблуков, И.Ю. Крачковский тарафынан башҡарылған русса тәржемәләренән, 1988 йылда Лондонда инглиз теле аша руссаға тәржемә ителгән Ҡөрьәндән, ғәрәп телендәге «Тәфсир әл-Джәләләйн» тигән китап- тан, Ислам дине тарихы буйынса эшләүсе үҙ илебеҙ һәм сит ил ғалимдарының хеҙмәттәренән файҙаландыҡ. Башҡортса тексты Өфө мәхәлләһе имам-ха- тибы ҡазый Нурмөхәммәт хажи Ниғмәтуллин хәҙрәт (1 – 9-сы сүрәләр), Сибай мәхәлләһе имам-хатибы Әғләметдин хажи Ғәзизов хәҙрәт (10 – 29-сы сүрәләр), Стәрлетамаҡ мәхәлләһе имам-хатибы Ришат хажи Рафиҡов хәҙрәт (30 –114-се сүрәләр) ҡарап сыҡты. Улар, «Тәсһилүл Бәйән», «Тәфсир Фауаид»,

«Тәфсир Әл-Итҡан», «Тәфсир Ноғмани»ҙарға нигеҙләнеп, ҡиммәтле иҫкәрмәләр яһаны. Транскрипцияны эшләүҙә Ишембай мәхәлләһе имам-ха- тибы Рәфҡәт хажи Рафиҡов хәҙрәт ярҙам итте. Ҡөрьәнде баҫырға әҙерләүсе ижади төркөм уларға, шулай уҡ эште ойошторорға булышҡан Баһауетдин Зәйнетдиновҡа (Өфө), «Магнит» кооператив институтына, Бикмөхәмәтов Рәфҡәт Ғәбделсамат улына (Ишембай ҡалаһы), Хоҙайбирҙин Рауил Абдулла улына, машинкала баҫҡан Нәфисә Булат ҡыҙы Фәйзуллинаға оло рәхмәт белдерә.

Айырыуса Ҡөрьәнде сығарыуҙа матди яҡтан ярҙам күрһәткән Башҡортостан хөкүмәтенә рәхмәтебеҙ ҙур.

Ҡөрьәндең ошо тәүге тәржемәһе дин әһелдәре араһында ла, ғилми хеҙмәткәрҙәр һәм Ислам дине менән таныш булған, ҡыҙыҡһынған милләттәштәребеҙ тарафынан да ғәҙел баһаланыр, уны артабан яҡшыртыу буйынса эшлекле кәңәштәр әйтелер, тип ышанабыҙ, киләсәктә Ҡөрьәндең әҙәби тәржемәләре һәм тәфсирҙәре лә булыр тигән өмөттә ҡалабыҙ.

Ижади төркөм».

Китап сығып, халыҡ араһында тарала башлағас, уны ҡулына алған кешеләрҙең үтенесе нигеҙендә, Башҡортостандың “Китап” нәшриәте, юри- дик шәхес булараҡ, уны эшләгән ижади төркөмдө республиканың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы менән баһаларға тәҡдим итте. Комис- сия  быны  хуплап  ҡаршы  алды  һәм  Ф. Байышевҡа,  Н. Һөйәрғоловҡа, Д. Мәһәҙиевкә ошо бүләк тапшырылды.

Яңынан нәшер итеү ихтыяжы

Йылдар үтә килә китап сауҙаһында был баҫманың бер бөртөгө лә ҡалманы. Яңынан нәшер итеү талабы торған һайын арта барҙы. Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, “Ҡөрьән Кәрим”де ҡабатлап баҫтырырға ынтылыш аҙ бул- маны. Уның теге-был сүрәләре башҡортсаға тәржемәлә әленән-әле гәзит, журнал биттәрендә, айырым китаптар эсендә сыға килде. 2007 йылда Нурмөхәммәт Һөйәрғолов башланғысында китаптың ғәрәпсәһе һәм транскрипцияһы махсус баҫма булып нәшерләнде. Әммә 1993 йылдағы һымаҡ тулыһынса баҫыу мөмкинлеге булмай килде.

Мин, Ғәлим Хисамов, ике меңенсе йылдарҙың башында “Ҡөрьән Кәрим”де яңынан баҫтырып сығарыуға ныҡлап тотондом. Бының өсөн бе- ренсе сиратта, нәшерселәр белә, ҡулъяҙмаларҙы табырға, булғандарын өр- яңынан мөхәррирләргә кәрәк ине. Сөнки 1993 йылғы китап үҙе генә ҡалғайны, ә полиграфия материалдары Мәскәүҙә ҡалып, юҡ ителгәйне. Шуға буласаҡ китапты өр-яңынан эшләргә кәрәк ине. Авторлыҡ ҡанундарын һаҡлап, беренсе сиратта транскрипцияның авторы Нурмөхәммәт Һөйәрғоловҡа мөрәжәғәт иттем. Ул тәҡдимде ҡуш ҡуллап ҡабул итте, әммә транскрипцияны өр-яңынан ҡарап сығырға кәрәк, тине. Сөнки китап сыҡҡандан һуң уның кәмселектәрен һәм яҡшырта торған урындарын ул күп тапҡан. Ошо эште башҡарыр өсөн бер нисә ай ваҡыт кәрәк буласаҡ, тине. Ярар, изге эшкә ваҡыт йәл түгел.

Бынан һуң, башҡортсаға тәржемә авторҙарының вариҫтарын эҙләргә то- тондом. Был ваҡытта Дәүләткирәй Мәһәҙиев менән Фәнил Байышев икеһе лә вафат инеләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, минең был ынтылышым уңышһыҙ булды. Фәнил Байышевтың хәләл ефете, ни эшләптер, минең башланғысты хупламаны һәм тәржемәне яңынан баҫтырыуға ризалыҡ бирмәне. Мин юғалып ҡалдым. Былай булғас, башҡортса Ҡөрьән сығарыу ниәте юҡҡа сыға бит. Аллаһ Тәғәлә минең хәлде аңлап, ярҙам итергә булғандыр инде. Теле- фондан бер хәл белешеп һөйләшеп ултырғанда, Ләлә апай Бейешева, минең ҡулда яңы тәржемә бар бит, уны ағайым Әкрәм Бейешев эшләне, тине. Йә, Хоҙай! Мин был хәлде белмәй йөрөгәнмен. Әкрәм ағай Бейешев менән йыш ҡына аралаша торғайныҡ. Үкенескә, ағайыбыҙ ҙа мәрхүм булғайны. Уның ҡулъяҙмаһы улы Айҙарҙың ҡулында ҡалған. Китапты тәржемә итеүҙә Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе Нурмөхәммәт Ниғмәтуллин да ҡатнашҡан. Ҡөрьәндең тәржемәһе тураһында Әкрәм Бе- йешев бына нәмә яҙып ҡалдырған икән:

“Ислам диненең нигеҙе, донъя мәҙәниәтенең оло ҡомартҡыһы булған Ҡөрьән китабы ошо заманға ҡәҙәр күп телгә, шул иҫәптән ҡайһы бер телгә бер нисә тапҡыр тәржемә ителһә лә, башҡорт телендә тәржемә берәү ине. Иң тәүге тәжрибә булғанға күрә, был ҙур хеҙмәттең етешһеҙ яҡтары ла байтаҡ булды. Ижади төркөм ағзалары үҙҙәренең “Баш һүҙ”ендә уның һүҙмә- һүҙ тәржемә булғанын асыҡ әйтә. Тәржемәләге “ҡайһы бер һөйләмдәрҙең ҡолаҡҡа бигүк ятышлы яңғырамауының” сәбәбен улар бер аятта бөтмәй, икенсе аятҡа күскән һөйләмдәрҙе үҙенсә һаҡларға тырышыуҙан, байтаҡ һүҙҙе ғәрәпсә ҡалдырыуҙан, тип күрһәтә. Ләкин ғәмәлдә бының менән генә эш бөтмәй. Ҡөрьән һүҙен боҙмаҫҡа тигән ҡағиҙә алып, һөйләм ҡоролошон, грам- матик һүҙбәйләнеш тәртибен ғәрәп телендәге көйө һаҡларға тырышыу арҡаһында, был тәржемә башҡорт теленең ҡанундарына, башҡорт теленең яйына килеп бөтмәгән һәм, ғөмүмән, башҡортса “яңғырамаған” телдә башҡарып сығарылған тиһәк тә, ҙур хата булмаҫ. Шуға күрә, берҙән, уны уҡыуы ҡыйын булһа, икенсенән, быныһы иң мөһиме, күп урында мәғәнәһен аңлауы бик ауырға тура килә. Тимәк, ғалим кешеләребеҙ баштан уҡ һүҙмә- һүҙ тәржемә (подстрочник) яһауға юл алып, ныҡ яңылышҡан булып сыға. “Подстрочник”, мәҫәлән, әҙәбиәттә бер ваҡытта ла ысын тәржемәгә һаналмай. Уны мотлаҡ рәүештә тәржемә теленең бер оҫтаһы бик яҡшы итеп ҡабаттан эшләй һәм шул кеше, ғәҙәттә, тәржемәсеһе тип иҫәпләнә. Ҡөрьәнгә килгәндә, уны башҡа төрлө әҫәргә ҡарағанда ла шыма, матур, аңлайышлы итеп тәржемә итергә кәрәк. Сөнки ул кешене дингә өндәү, өгөтләү өсөн хеҙмәт итә. Ә өгөт теле йоғонтоло булырға тейеш. Шуның өсөн дә Ҡөрьән ғәрәп телендә шиғри көйгә һалынған һәм уны ғәрәп кешеһенә асыҡ, аңлашылып торған матур ғәрәп телендә еткерелеүенә баҫым яһап, әллә нисәмә урында әйтеп кителгән. “Беҙ рәсүлдәрҙе үҙ халҡына үҙ телендә аңлатһын өсөн ебәрҙек”, – тиелгән унда (14-се сүрә, 4-се аят). Шулай булғас, башҡорт кешеһенең дә Ҡөрьәнде асыҡ, аңлашылып торған саф башҡорт телендә уҡығаны яҡшы. Һәр хәлдә, Мөхәммәт бәйғәмбәр үҙе һәр кемдең уны күңел биреп, аңлап уҡыуына ҙур әһәмиәт иткән. Беҙҙең башҡорт телендә донъя күргән Ҡөрьәнде улай итеп уҡып булмай ине. Ошо хаҡта мин бер нисә кешенән ишеттем. Бигерәк тә оло йәштәге бер динсел ҡатындың : “Бер ҙә күңелгә йоҡмай”, – тигәне миңә ныҡ тәьҫир итте. Шул һүҙҙе ишеткәс, мин Ҡөрьәнде уҡып ҡарарға булдым да, уйламаған ерҙән әүрәп китеп, эште ҙурға ебәреп ҡуйҙым.

Был эште башҡарғанда мин Ҡөрьәндең һәр һүҙен тигәндәй үҙем асыҡлап, һүҙҙең тейешле мәғәнәһен һайлап, һөйләмдең дөйөм мәғәнәһен дөрөҫләп барҙым. Быға байтаҡ миҫал килтереп булыр ине, тик һүҙҙе улай оҙонға һуҙыуҙың кәрәге юҡ. Шуға күрә иҫтә ҡалған иң һуңғы ике миҫалды ғына күрһәтәм.

  • 113-сө сүрәнең 4-се аяты башҡорт теленә “төйөнгә өрөүсе ҡатындарҙың яуызлығынан” тип, урыҫ теленә “от зла дующих на узлы” тип тәржемә ителгән. Ғәрәп теленән һүҙмә-һүҙ күсерһәң, ул, ысынлап та, шулай була. Ләкин “төйөнгә өрөүсе ҡатын” тигәнде беҙҙең кеше нимә тип аңларға тейеш? Ғәрәптә ул – образлы һүҙ, беҙҙә мәғәнәһе менән тап килгән бер об- разлы һүҙ булып, шуны алғанда матур булыр ине лә бит, ундай һүҙ юҡ. Шулай булғас, аңлашылмаған “матур” һүҙ менән кешене аптыратҡансы, уны “си- хырсы” тип кенә тәржемә итергә кәрәк. Беҙгә уның һүҙе түгел, мәғәнәһе ҡиммәт.
  • 114-се сүрәнең 4-се аяты башҡорт теленә “йәшерен үәсүәсәләүсенең яуызлығынан” тип, урыҫ теленә “от зла наушателя скрывающегося” тип күсерелгән. Бында ла – шул. Кем ул “йәшерен үәсүәсәләүсе”, тағы яман ҡатынмы, әллә, ғөмүмән, яуыз кешеме? Ә Ҡөрьән, баҡһаң, Иблисте шулай тип атай. Тимәк, кеше аңлаһын өсөн уны “Иблистең яуыз ҡотҡоһонан” тип әйтергә кәрәк.

Был тәржемә ирекле тәржемә түгел. Уны эшләгән саҡта өс нәмә маҡсат итеп ҡуйылды: беренсенән, һәр һөйләм һәм аяттың мәғәнәһен мөмкин тик- лем асыҡ итеп сисеү; икенсенән, Ҡөрьәндең төҙөлөшөн боҙмаҫ өсөн әлеге аят сиктәрен үҙгәртмәй биреү; өсөнсөнән, дөрөҫ, уҡымлы, ябай башҡорт телендә башҡарыу. Был эште кеше оҡшатырмы, юҡмы – билдәһеҙ. Әлбиттә, уның етешмәгән ерҙәре лә барҙыр. Уларын, бәлки, киләсәктә тел оҫталығы көслөрәк булған йәштәр төҙәтер. Мин инде үҙемсә яҡшы ниәт менән ҡулымдан килгән хәтле тырыштым.

Әкрәм Бейеш”.

Әкрәм БЕЙЕШЕВ тураһында бер нисә һүҙ. 1926 йылда БАССР-ҙың Йы- лайыр кантонына ҡараған (хәҙер Күгәрсен районы) Туйөмбәт ауылында тыуған. Бейешевтәрҙең һәммәһе кеүек белем алырға, үҙҙәренекен бүтәндәргә таратырға ынтылып торған Ялан Бөрйәне ырыуына ҡараған нәҫелдән. Уларҙың аҫыл заттарының береһе – Зәйнәб Биишева. Әкрәм урта белем алғандан һуң Мәскәү дәүләт университетына уҡырға инә һәм телсе, әҙәбиәтсе, бер нисә тел, шул иҫәптән ғәрәп телен яҡшы белгән белгес булып, Өфөгә ҡайта. Башҡортостандың баш ҡалаһында тик бер генә урында эшләй

– Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында белгес, сектор мөдире була. Лекси- кография, орфография, топонимика, фонетика өлкәләрендә әле лә өлгө рәүешендә файҙаланылған ғилми хеҙмәттәр яҙа, башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеген төҙөү принциптарын эшләп сығара, һүҙлектең үҙен эшләүҙе етәкләй. Башҡорт теле ғилеменән тыш, тарих һәм матур әҙәбиәт менән шөғөлләнә. “Башҡорт халҡының тарихы һәм азатлыҡ өсөн көрәше” китабы (Өфө, 1993) – тәрән тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһе. Әкрәм Бейешев фи- лология фәндәре кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре булды. Ҡөрьәндең яңы тәржемәһен эшләп, ул ошо өлкәлә лә алмаштырғыһыҙ белгес икәнлеген раҫланы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 2003 йылда, уның тәржемәһендәге башҡортса Ҡөрьән баҫылып сыҡҡансы, мәрхүм булды.

Ҡөрьәндең яңы тәржемәһен башҡарыуҙа Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе, мөфтөй Нурмөхәммәт Ниғмәтуллин да ҡатнашты.

Нурмөхәммәт Мәғәфүр улы НИҒМӘТУЛЛИН 1946 йылда Сибай эшселәр ҡасабаһында (хәҙер Сибай ҡалаһы) тыуған. Атаһы диндар кеше була. Отҡор малайға Ҡөрьән сүрәләрен, доғаларҙы, мосолманса тормош рәүешен өйрәтә. Нурмөхәммәт урта мәктәпте тамамлағас, Мәғәфүр, Өфөләге Диниә назараты рәйесе менән һөйләшеп, егетте дин юлынан уҡырға ебәрергә ҡарарлай. Нурмөхәммәт Әл-Бохари исемендәге Ташкент ислам институтына инә һәм уны тамамлағас, Өфөгә эшкә ҡайта. Мосолмандарҙың Үҙәк диниә назараты идаралығында яуаплы сәркәтип, Бе- ренсе йәмиғ мәсетенең имам-хатибы, 1992 йылдан Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе, 1994 йылдан башлап Рәсәй мо- солмандары Диниә назаратының үҙәгендә, 1996 йылдан Рәсәй мосолмандарының Мөфтиҙәр берлегендә ағза була. Дамасктағы “Ислам өндәүе” институтында белемен нығыта. Нурмөхәммәт Ниғмәтуллин Башҡортостан халҡы араһында Ислам динен таратыу, дингә ышанысты нығытыу өсөн күп эшләй. Ҡала, ауылдарҙа мәсеттәр төҙөү, мәхәлләләрҙе имамдар менән тәьмин итеү, киң матбуғат аша Ислам тәғлимәттәрен аңлатыу буйынса бик күп эш башҡара. Ҡөрьәнде башҡортса сығарыу, Диниә назаратының үҙ баҫмаһын булдырыу мәсьәләләрен тормошҡа ашырыуҙа әүҙем эшләй. “Ҡөрьән Кәрим” тәржемә китабында авторҙаш булараҡ уның исеменең күрһәтелеүе ошоно раҫлай. Нурмөхәммәт Ниғмәтуллин Рәсәй мөфтиҙәре берлегенең ордены менән бүләкләнгән.

Әкрәм ағай Бейешев менән Нурмөхәммәт Ниғмәтуллиндың Ҡөрьән тәржемәһе тәүгеһенә ҡарағанда, һис һүҙһеҙ, яҡшыраҡ ине. Шулай булыуына ҡыуанып, мин “Китап” нәшриәтенең ул саҡтағы директоры Зөфәр Тимер- булатов менән осраштым. Ул минең башҡортса Ҡөрьәнде баҫтырып халыҡҡа таратырға тигән ниәтте күтәреп алды һәм эш башланды. Яңы тәржемә менән ҡуша, әлбиттә, ғәрәпсә Ҡөрьәндең үҙен, башҡортса транс- крипция, китапты уҡыусы өсөн һүҙлек һәм баш һүҙ ҡуйырға булдыҡ. Иң мөһиме – баҫманы эшләгәндә уны уҡыусыға мөмкин ҡәҙәр тотоноуы уңайлы һәм эш итеүе ябай булһын тигән талаптан сыҡтыҡ. Әйтәйек, “Әл- Фатиха” сүрәһе, “Әл-Бәҡара”ның тәүге биш аяты ғәрәпсә, транскрипцияла һәм башҡортса бер үк биттә урынлаштырыу уҡыусы өсөн бик уңайлы буласаҡ ине. Ошо уҡ тәртипте артабанғы сүрәләрҙә лә файҙаланыу яҡшы буласаҡ, тип табылды. Йәғни, ғәрәпсә, транскрипцияла һәм башҡортса сүрәләр бер үк күләмдә, бер-бер артлы урынлаштырылһа, уҡырға бик йәтеш буласаҡ. Сүрә, аяттарҙың ошолай ҡуйылыуы ғәрәп теле менән башҡорт телен сағыштырып өйрәнеүселәр өсөн дә уңайлы буласаҡ, тип табылды.

Тағы бер мөһим үҙенсәлекте күрһәтергә кәрәк ине: быныһы – башҡорт һәм ғәрәп телендәге уртаҡ өндәрҙең күплеге. Ҫ, Ө, Һ, Ҙ, Ғ, Ә, ЙЕ, ЙА, ӘЙ, АЙ кеүек өн һәм ҡушымталар арҡаһында ғәрәп телендәге Ҡөрьәндең башҡортса яңғырашы аҙ ғына үҙгәреш кисерә. Бүтән күп кенә халыҡ телендә бындай яңғыраш юҡ. Ошо йәһәттән дә кириллица графикалы башҡорт яҙмаһы бүтән милләт вәкилдәре өсөн дә файҙалы.

Башҡортсаға  яңы  тәржемәле  “Ҡөрьән  Кәрим”  2009  йылда  беренсе баҫмала сыҡты, шунан һәр ике йыл һайын тигәндәй ҡабатланып торҙо. Күбеһенсә “Китап” нәшриәте тормошҡа ашырҙы уны, 2012 йылда Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты үҙе нәшер итте һәм Аллаһ Тәғәләнең сауаптарын йыйҙы. Һуңғы башҡортса Ҡөрьән алты баҫмала егерме меңгә яҡын данала донъя күрҙе, һуңғыһы 2020 йылда булды. Уның араһында әллә күпме сүрә һәм аят айырым доға, күсермә рәүешендә тарала торҙо. Шулар тураһында уйлаһаң, ғәрәпсә, башҡортса, башҡорт яңғырашлы яҙмала Ҡөрьәнде баҫтырып сығарыусылар ни тиклем изгелек эшләгәнен бер Хоҙай ғына белә. Шулай ҙа тағы бер оло эште әйтеп китмәү дөрөҫ булмаҫ. Ҡөрьәнде башҡорт телендә сығарыусыларҙың береһе

– Нурмөхәммәт Әлибай улы күктәргә ашырлыҡ ҙур ғәмәл башҡарҙы. Ул башҡорт тәржемәһе, башҡорт транскрипцияһы эшләнешен ғилми дәрәжәгә күтәрҙе. Нурмөхәммәт Һөйәрғолов ошо эштәрҙең фәнни нигеҙҙәрен асты һәм “Европейская коранистика и башкирский перевод Корана” тигән китап яҙҙы, ошо эште Башҡорт дәүләт университетының ғилми советында яҡлап, филология фәндәре кандидаты дәрәжәһен алды. Башҡортса Ҡөрьән тураһында Нурмөхәммәт Һөйәрғолов Иордания телевидениеһында сығыш яһап, Башҡортостандағы эште барлыҡ мосолман донъяһына таратты. Башҡортса Ҡөрьән тураһындағы мәғлүмәт бөтә донъя ҡаҙаныштары исемлегенә инде һәм шуның менән башҡортто иң мәҙәниәтле милләттәр араһына күтәрҙе.

Халҡыбыҙ вәкилдәре ҡулында – Мөхәммәт пәйғәмбәр аша Аллаһ Тәғәләбеҙ Ергә ебәргән китап. Ҡөрьәндә бар Йыһанды һәм Ер донъяһын үҙенә һыйҙырған бөйөк аҡыл ята. Аҡыл аҡылға һыйына. Китапты аҡыл хазинаһы тип ҡабул итә белгән һәр кеше үҙе аҡыл эйәһенә тиң. Ә туған телебеҙҙәге Ҡөрьән – халҡыбыҙға һәм уның улдарына мәңгелек һәйкәл.

Ғәлим Хисамов

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас