Публицистика
11 Февраля , 16:45

БАШҠОРТОСТАН – АФҒАНСТАН – МӘСКӘҮ: ЯҘМЫШ АРАЛАРЫ...

Күренекле дәүләт эшмәкәре, ғалим-иҡтисадсы Абрар Ярлыҡапов хаҡында очерк.

БАШҠОРТОСТАН – АФҒАНСТАН – МӘСКӘҮ: ЯҘМЫШ  АРАЛАРЫ...БАШҠОРТОСТАН – АФҒАНСТАН – МӘСКӘҮ: ЯҘМЫШ  АРАЛАРЫ...
БАШҠОРТОСТАН – АФҒАНСТАН – МӘСКӘҮ: ЯҘМЫШ АРАЛАРЫ...

“Ғүмер тигән араларҙы Үтәбеҙ шул ут йотоп...”

(Тимер Йосопов).

Беҙ уның менән – атайһыҙҙар быуынынан. Һуғыш йылдарындағы етешһеҙ тормошобоҙ, аслы-туҡлы бала сағыбыҙ меңәрләгән тиҫтерҙәребеҙҙеке кеүек толҡаһыҙ ҙа, михнәтле лә...

Ҡәһәрле 41-ҙә Бәҙретдин Йәғәфәр улы һуғышҡа киткәндә ҡатыны Мәхмүҙә Әйүп ҡыҙы өсөнсө балаға йөклө ҡала. Тик 42-лә, былай ҙа ҡото киткән ғаиләне тетрәндереп, “хәбәрһеҙ юғалған” тигән ҡайғы ҡайта өйҙәренә.

“Еңеп ҡайтырбыҙ!” – тип киткәндәр ҙә... Әсәйҙәрҙе йәрһеҙ иткәндәр,

Беҙҙе үкһеҙ етем иткәндәр...” – тип әрнегән шағир Салауат Рәхмәтулла яҙғанса, тыумаҫ борон һуғыш етем итә Абрарҙы ла... Беҙ – сабыйҙар – ҡыуанысҡа түгел, әсәйҙәребеҙгә, апай-ағайҙарыбыҙға бәйнәт-ыҙа булып йәшәй башлағанбыҙ тыуғас та.

Һуғыш Еңеү менән тамамланып, тормош бер аҙ көйләнә төшкәс, беҙ, мәктәп йәшендәге малай-һалай, өй тирәһендәге йомоштарға эшкингәйнек инде. Шунан бирле толҡаһыҙ көнитмеш тотош ҡара көндәрҙән тормағанын тоя башланыҡ. Сөнки унда барыһы ла йәнде ҡыйырлыҡ, күңел ҡатырырлыҡ булмаған, шөкөр.

Ә инде әсәйҙәребеҙҙең янып- көйөүҙәрен иҫләп әсенгәндә эстән һыҙылып сыға һағыш-әрнеүҙәр. (Йәндәре йәннәт нурынан кинәнһен ғәзиздәребеҙҙең).

Бына шулай, ҡәҙерлеләребеҙҙең хәсрәт-хафаларын, үҙебеҙ олоғайғас, тәрәнерәк кисерәбеҙ шул. Инде ир ҡорона ингән уландарын һаман ҡурсалағандары иҫкә төшһә, уңайһыҙ ҙа, рәхәт тә була бер юлы. Ғәзиздәребеҙҙең сал сәстәре, һөйәлле, шыраулы ҡулдары, маңлай һырҙары күҙ алдына килеп, беҙҙең бала саҡтағы хәл генәләрен иҫкә төшөрөп йөрәкһетә әле лә.

Ғаиләләребеҙҙең һуғыш йылдарындағы, унан һуңғы ыҙа- хәсрәттәрен беҙ, бала-саға, аңламағанбыҙҙыр, тип уйланыла хәҙер. Шулай ҙа атайһыҙлыҡ, нимәгә төртөлһәң дә, һиҙҙерә ине үҙен. Тормошобоҙҙоң  шулай  булыуына зарланманыҡ, сөнки беҙҙекенән яҡшырағы барын белмәй үҫтек...

Әле лә хәтерҙә. Өйҙәге эштәрҙән бушанғас, беҙ, малайҙар, аулаҡҡа йыйылышабыҙ. Тәүҙә ниндәй уйындан башларға, тигәндә китә бәхәс. Ғәҙәттә, бер-беребеҙгә исем менән өндәшеү юҡ, “шамтыр”, “сейбаш”, “ашам” һымаҡ ҡушаматтарҙан һалдырабыҙ. (Быларҙың ара атамалары икәнен белмәгән саҡ). Аҙаҡ, тирләп-бешеп, донъябыҙҙы онотоп уйнағандан һуң, ҡәнәғәт таралышабыҙ.

Ятып үпкәләгән ҡушаматтарыбыҙ ҙа бар. Бына Абрарҙыҡы, уның ҡиәфәтенә тап килеүенән тыш, тормошсанлығы менән фәһемле. Шуларға бәйле хәтирәләр ҙә яңыртылыр яҙмабыҙҙа...

Әлегә һуңғы осрашыуҙағы тәьҫораттар хаҡында...

Абрар Бәҙретдин улы менән беҙ күптән түгел Матрайҙа күрештек. Атай- әсәйҙәребеҙҙең изге рухтарына Ҡөрьән бағышлап, аят үткәреү ниәте менән ул Мәскәүҙән августың 7-һендә ҡайтып төштө, беҙ ҡатыным менән 12-һендә юлға сыҡтыҡ.

Матрай – Юлдыбай менән Аҡъяр араһында юл ситендә ятҡан ауыл. Йәтеш, эҙләп йөрөйһө түгел. Көнэлгәре һөйләшкәнебеҙсә, беҙ шунда боролорға тейешбеҙ.

Ҡәҙерле кешең менән һирәк осрашҡандағы танһыҡ ҡыуаныс кисерештәре һәммәбеҙгә таныш. Тыуған төйәгендә туйғанса аралашып, һый-хөрмәт күреп өлгөргән яҡташыбыҙ Матрай үрендә ҡаршыланы беҙҙе. Уның шулай юлыбыҙға сығып, оло башын кесе итеп көтөп торғаны ысын дуҫлыҡҡа хас иғтибар менән ихласлыҡ ине. Аҙаҡ ҡатыным: «Ҡара әле, Абрар ағай ҡалай һине бигерәк яҡын күрә! Нисә йыл инде бергә осрашып йөрөһәк тә, был юлы айырыуса шат күрешкәнегеҙ мине лә йөрәкһетеп ебәрҙе”, – тигәйне.

Нәфисә лә дуҫымды ихтирам итә. Уларҙы мин 80-се йылдар башында Мәскәүҙең Строгиноһында таныштырғайным. Ул саҡта, 43 йыл элек, Абрар Бәҙретдин улы ВЛКСМ Үҙәк комитетынан яңы ғына КПСС Үҙәк комитеты аппаратына күскәйне...

Оҙайлы ғүмеребеҙ эсендә байтаҡ үҙгәрҙе донъя. Беҙ ҙә хәҙер элеккеләр түгел, тормоштоң әсе-сөсөһөн мул татығанбыҙ. Әммә 60-сы йылдар уртаһында бөрөләнгән дуҫлығыбыҙҙы яҙмыш һынауҙарынан ярты быуатҡа яҡын ҡурсалап киләбеҙ.

Абрар Бәҙретдин улының һеңлеһе йортонда, мул табын түрендә, ваҡыт үткәнен тоймай, ике уҙаман өс сәғәттән ашыу хәтирәләр йомғағын тағатабыҙ. Осрашыуҙан мәхрүм йылдарҙағы фәһемле, йә һынаулы хәл- мәлдәребеҙ менән уртаҡлашабыҙ. Ихлас әңгәмәнән рухыбыҙ байый, зиһен яҡтырғандай. Афған ветеранына эйәреп, мин афған провинцияларына, дехкандарға барып сығам, уның дәрәжәле рафиҡтары* менән танышам. Дуҫым минең “арбаға ултырып” башҡорт мәҙәниәте, әҙәбиәте донъяһына сәйәхәт итә, республика тормошо менән таныша. Әңгәмәбеҙҙең йәнле, үҙебеҙҙең Матрай – Мәмбәт телендә барғаны йәнде иретә. Фекерҙәшемдең ғүмере гел ситтә үтһә лә (Мәскәү – Өфө түгел инде, һәр хәлдә), теле ҡатмаған, ҡайһы бер зыялылар шикелле руссаға төшөп китмәй. “Ҡуйсәле, үҙеңде ыҙалама улайтып”, – тип хәстәрләй мине бер көн,  ниндәйҙер мәшәҡәт менән һуң ятҡанымды һөйләгәс.

Ҡорҙашым менән ҡасан осрашһаҡ та, беҙҙе әҙәм иткән тормош һынауҙарына, ғәзиз әсәйҙәребеҙҙең, арҡа терәр апай-ағайҙарыбыҙҙың, белем тәмен татытҡан остаздарыбыҙҙың изге ғәмәлдәренә ҡайтып урайбыҙ. Әлбиттә, малай сағыбыҙ һабаҡтары ла иғтибарһыҙ ҡалмай.

Был юлы Абрар Бәҙретдин улы үҫмер сағының хикмәттәренән башланы иҫтәлектәрен.

– Кемгә оҡшаптыр, кәүҙәгә тиҫтерҙәремдән ярты башҡа бейегерәк үҫкәнмен. Шул арҡала миңә Матрайҙа “Һонтай Абыртай”ҙы “йәбештерҙеләр”. Ҡушаматымдан уңдым: ятып үпкәләрлек, ғәрләнерлек түгел дә. Шулай тип тынысландыра инем үҙемде. Юлдыбайға киткәнсе “Һонтай” йөрөнөм. Ә унда тиктомалдан фамилияма бәйләнделәр. Ят та үл: “Ярлы ҡап” – буш ҡап, йәнәһе. Хоҙай араланы “ярлы” бәндәһен, аҙағы бөтә класҡа әхлаҡ һабағы менән тамамланды... Нәҫел-затыма бәйле өгөт- нәсихәт ине ул.

Юлдыбай мәктәбендә рус теленән беҙҙе Григорий Григорьевич Ишаев (ысын исеме Ғәли Миңлеғәли улы икәнен аҙаҡ ҡына белдек) тигән уҡытыусы уҡытты. Талапсан, ғәҙел ине ул. Шуҡ малайҙарҙың минең фами- лиянан көлгәндәрен ишетеп йөрөгәндер, күрәһең.

Бер көн тап шундай мәлгә тура килде рус теле дәресе. Килеп ингәс тә уҡытыусы: “Что за шум? Опять на Ярлыкапова наезд?” – тимәһенме ҡырыҫ ҡына. Класс шып-шым. “Зря обижаете своего товарища. А ведь его фамилия древняя и благозвучная, она Абрару досталась от дедов и даже прадедов. Сейчас я вам объясню, что означает эта фамилия. “Ярлыҡа” – слово арабского происхождения, звучит “благослови”, “Ярлыҡап” – благословенный Аллахом. А вы искажаете прекрасную фамилию, превратив ее в бессмысленную “бедную коробку” – “ярлы ҡап”. Класташтар баштарын баҫып шымып ҡалды. Ә минең эскә йылы йүгерҙе. Аҙаптан ҡотҡарыусымды тороп ҡосаҡлағым килде хатта. Шуныһы килеште – башҡаса мине кәмһетмәнеләр класта. (Һабаҡтың икенсе мәғәнәһе лә бар. Быныһы минең фекер: бәлки, шул ваҡиғанан һуң тәүге тапҡыр уйланғандыр үҫмер кеше күңелен үҫтерер изге- лек һәм аҡыл хаҡында).

1985 йылда Афғанстанда махсус бурыс үтәгән саҡ. Мине хеҙмәтләндергән тәржемәсем тәүге танышҡанда исем-шәрифемде ишеткәс, “Ата- бабаларығыҙҙың, үҙегеҙҙең ат-затығыҙ боронғо тамырҙан, ғәрәпсәнән икән, күрәһең, халҡығыҙ иманлы, исемдәргә һаҡсыл ҡәүемдер”, – тигәйне. Иркенләп һөйләшер форсат булмағанлыҡтан, ишеткәнем тиҙ онотолған. Аҙаҡ илгә ҡайтып, Афған ваҡиғаларынан арына биргәс, Ҡабулдағы һөйләшеү Юл- дыбай һабағын хәтерләтте. Шуларҙы күңелдән үткәреп, үҙемсә былай тип һығымта яһаным. Ысынлап та, фамилиям атҡа биргеһеҙ – Хоҙай фатихаһынан; атайымдың Бәҙретдин исеме – “ай яҡтыһы, иманлы” мәғәнәһендә, ә үҙемдеке шулай уҡ тәҡүәле, динле яңғырашлы. Әсәйемә рәхмәтлемен, Абрар тип ҡуштырғанда исемемдең фамилиябыҙға, атайымдың исеменә ҡуш килеүен хәстәрләгән. Тыуыу ҡағыҙыма, был сабый өмөтлө кеше булһын, тигән фатиха мисәтен баҫҡандар. Өмөттәрен тормошом менән аҡларға тырыштым, атам-әсәм рухтарына, исемемә тап төшөрмәнем шикелле.

Уйҙарына бирелеп, тынып ҡалды дуҫым. Түбәндәге юлдар, әйтерһең, уның хаҡында:

“Әҙәм күрке – сепрәк, тип әйтһәләр ҙә, Әҙәм күрке барыбер исемдер ул;

Үҙе күркәм, йөҙө матур, һүҙе матур

Исеменә тура килгән кешелер ул”.

(Рәшит Шәкүр)

Сәй табынынан беҙ сәскәләргә күмелгән, йыйнаҡ ишек алдына күстек. Көн матур, йылы, хас беҙҙең кәйефкә торошло. Яҡындағы Быҙаулыҡ быуаһынан ишетелгән ҡаҙ-өйрәк тауыштары бындағы етеш, тыныс тормоштоң ауазылай ҡабул ителә.

Фекерен туплап бер аҙ тын ултырғандан һуң, әңгәмәсем бала сағының ығы-зығылы хәтирәләрен дауам итте. Әсәһенә ярҙам булһын, уға илтифат күрһәтәйем тип тырышҡан егәрлелеге хаҡында ине һүҙ башы.

  • “Поур” (йәғни “повар”) тигән ҡушаматым иҫемә төшкән һайын ағайымдарҙы уйлайым. Уларҙың минең өй эсендәге тырышлығымды, тәртипте хуплап-маҡтап шаяртыуҙары булғандыр, тип фаразлайым. Ҡолаҡҡа ятмаған ят һүҙҙе аңламағас, үпкәләй торғайным башта. Һуңыраҡ, мәғәнәһенә төшөндөргәс кенә, күндем яңы ҡушаматыма.

Һүҙ араһында мин дә һүҙ ҡыҫтырам.

  • Һуғыштан һуң тормош саҡ үҙгәреп барған заман. Халыҡ был һынауҙың да үтеренә өмөт менән йәшәй. Ҡыйралған донъяны аяҡҡа баҫтыра... Ә Матрайҙағы Абрар атлы, “Поур” ҡушаматлы малай халыҡты нимә борсоғанын, уның киләсәген хәстәрләгәнен бар тип тә белмәй. Ул әлегә үҙ мәшәкәт-хәстәрҙәре менән мәшғүл. Килешәһеңме? – тип ҡорҙашыма өндәшәм.
  • Эйе, үҫә төшкәс, ваҡ өй эштәре миңә ҡалды. Башҡалар кем ҡайҙа: берәүҙәр – эштә, икенселәре – уҡыуҙа. Иртән торғас та өй йыйыштырырға тотонам. Шунан әсәй ҡайнатып ҡалдырған һөткә ойотҡо һалып, ҡатыҡ ойоторға ҡуям. Соландағы ер иҙәнде һеперергә лә оҫталыҡ кәрәк: ауыҙға һыу уртлап, бөркөп йөрөмәһәң, саң борҡой. Бала кешегә картуф әрсеү ҙә бәлә: ҡайһы берҙә бысағың бармаҡты эләктереп ала, “әллеү” тип ҡысҡырғаныңды һиҙмәй ҙә ҡалаһың. Бына шулай көн артынан кис етә. Эш араһында уйнарға ла кәрәк, уныһы – әбизәтелне. Кисен көтөү ҡаршылау ҙа минең өҫтә, һарыҡ-кәзәне теүәлләйем тип хәл бөтә. Йәнә иң яуаплыһы – эштәгеләр ҡайтыуға самауыр ҡайнатып өлгөрөргә тейешмен. Әсәйемдең “Өйрәнгәнең – үҙең өсөн” тигәне раҫҡа сыҡты.

Тормошомда ана шул өйрәнгәндәремдең файҙаһын күп күрҙем. Әле лә күрәм. Яҙмышымдың төрлө мәлдәрендә – Юлдыбай интернатында, Өфөлә студент ятағында, Афғанда ике йыл яңғыҙлыҡта йәшәгәнемдә малай сағымда өйрәнгәндәрем мине ас йөрөтөп интектермәне.

Шулай ҙа Юлдыбайҙағы интернат ыҙалары иҫтән сыҡмай, үҙәккә үткәндер, күрәһең. Беҙҙе йөрөтөргә транспорт хәстәрләүсе булманы. Аҙна һайын Матрайға ҡайтып, икмәк, картуф, һөт-ҡатыҡ, күкәй-маҙар йөкмәп, ун һигеҙ саҡрым араны йәйәү үтәбеҙ. Карауатым аҫтында ыҡсым ғына таҡта һандығым торҙо. Бар мөлкәтем шунда йоҙаҡта. Интернаттың бәләкәй генә (кухня тиһәң, хәтере ҡалыр) бүлмәһе булды бешеренергә, сәй ҡайнатырға. Иртә тороп, сират алмаһаң, дәрескә һуңлауың бар. Интернаттың ҡышҡы, яҙлы-көҙлө ыҙалары төшкә инеп йонсотто аҙаҡ. 1956 – 1959 йылдарҙа ана шул фәҡирлеккә, күмәкселеккә түҙеп уҡыныҡ ҡырҡ ата балаһы. Шуға ап- тырайым: уҡырға, белем алырға беҙҙә ниндәйҙер аңлы сәм, әрһеҙлек бар ине.

Уҡытыусыларыбыҙға рәхмәтлемен: төплө әҙерлекле, белемле, кеше- лекле, беҙҙең хәлдәрҙе аңлаған ғәҙел инсандар ине. Унынсыны тамамлағанда ике генә (рус теленән һәм физкультуранан) “дүртле”, ҡалғандары “бишле” ине аттестатымда.

Артабан уҡыуҙы дауам итергәме, юҡмы, ҡайҙа барырға, йәки ниндәй һөнәр һайларға тигән икеләнеү торманы алдымда. Сөнки 14 йәшемдән үҙ- үҙемә хужа инем. Берәү менән дә кәңәшләшеп тормай, ауыл хужалығы инс- титутына ғариза бирҙем. Бар уй-хыялым – юғары белемле, ауылда йәшәрлек һөнәр алып ҡайтыу.

Рус теленән башҡа имтихандарҙы “бишле”гә тапшырып, студент булып киттем. Физика менән химиянан һынау тотҡанда комиссия ағзаларының: “Бынау белемең менән ниңә агроном һөнәрен һайланың?” – тигәне хәтерҙә ҡалған. Мин аңламаным уларҙы. Беренсе курста физиканан, юғары мате- матиканан имтихан алған уҡытыусылар ҙа шул һорауҙы ҡабатланы. Әлбиттә, “йылы һүҙ – яраға ла дауа” тигәндәй, кемгә лә килешә йән аҙығы. Һүҙ юҡ, ауыл малайының әҙерлегенә, уға һабаҡ биргән уҡытыусыларына юғары баһа ине был. Нисек ҡыуанмайһың инде!

Студент тормошо, дәртле саҡ: уҡырға ла, күңел асырға ла өлгөрәһең. Яңы киномы, театрҙа премьерамы, филармонияла эстрада концертымы – береһен дә ҡалдырмаҫҡа тырыша студент халҡы. Ҡайҙа йәштәр – шунда ҡыҙҙар күҙләү, танышыуҙар, ғәҙәттә. Шул йылдар олоғайғас та хәтерҙе ҡуҙғытып йәнләндереп ебәрә ҡай саҡ...

1962  йылдың ҡышы. Өсөнсө  курстың тәүге  имтихандарын уңышлы тапшырғас, каникулда йөрөп килгәнбеҙ. Кәйефтәр күтәренке. Кистәрен дуҫ- иш менән киноға йә театрға йөрөйбөҙ. Шундай көндәрҙең береһендә “Ро- дина” кинотеатрына билет алырға торғанда сираттағы бер һылыуға күҙ һалғайным. Сеанс алдынан фойела танылған артистарҙың фотоларын ҡарап йөрөгәндә алдымда торған ҡыҙҙарҙың береһен таныным. Ул һылыуҙы кас- сала күргәйнем. Ҡыҙҙарҙың атаҡлы актриса Элина Быстрицкаяның та- ланты, сағыу матурлығы хаҡында һөйләшкәндәре ҡолаҡҡа салынды. “Миңә лә оҡшай уның “Тихий Дон”да уйнағаны”, – тигәйнем, ҡыҙҙар баштарын бороп, күҙ һирпеп кенә алдылар, әммә бер һүҙ ҙә өндәшмәнеләр. Залда урындары минең алдымда булып сыҡты таныштарымдың. Ут һүнгәнсе күҙ һала-һала ултырам тегеләргә. Танышымды байҡайым.

Кинонан сыҡҡас та баяғы ике ҡыҙҙы күҙҙән яҙлыҡтырмаҫҡа тырышам. Ҡараһам, былар һөйләшә-көлөшә мин йәшәгән урам яғына боролдо. Арт- тарынан ҡалмай барам, йөрәк дөпөлдәй генә. Бер аҙ бара биргәс, ней булһа ла булыр, тинем дә ҡыҙҙарҙы ҡыуып етеп, һаулыҡ һорашып: “Һеҙҙе оҙатырға мөмкинме, һылыуҙар?” – тип һүҙ ҡуштым. Минең фойелағы егет икәнемде танынылар шикелле, шырҡ-шырҡ көлөштөләр ҙә: “Әйҙә һуң”, – тип ризалашты былар. Әллә ни оҙаҡ барманыҡ һөйләшә-һөйләшә. Ике ҡатлы йортҡа еткәнсе һүҙҙәребеҙ беректе, юлдаштарым ирәбе әңгәмәселәр булып сыҡты. Исемдәрҙе әйтеп таныштыҡ, мин әхирәттәр тип уйлаған ҡыҙҙар бер туғандар икән. Апаһы – Римма, һеңлеһе Сәйҙә исемле. Аҡыллыға ишара ла еткән, тигәндәй, Сәйҙә, икебеҙҙе ҡалдырып, хушлашып өйгә инеп китте. Беҙ һөйләшә торғас, бер-беребеҙгә нығыраҡ асыла башланыҡ. Икебеҙ ҙә – һуғыш осоро балалары, атайһыҙҙар быуынынан.

Римманың әсәһе – Стәрлебаштан Ғәйшә Ямалетдин ҡыҙы. Минең әсәйем Мәхмүзә Әйүп ҡыҙы һымаҡ, 1942 йылда өс бала менән тол ҡала. Атаһы – сығышы менән Ҡырмыҫҡалы башҡорто Хәйрулла Хәбибуллин. Һуғышҡа тиклем Өфөлә партия-совет органдарында яуаплы урындар биләгән. Бөйөк Ватан һуғышынан яраланып ҡайтып, мандый алмай, 1942 йылда вафат була. Ғәйшә Ямалетдин ҡыҙы 45-тә күмәк балалары яҙмышы хаҡына һуғыштан ҡайтҡан фронтовикка тормошҡа сыға. Унан бер ҡыҙ бала таба. Ана шул инде мин оҙатҡан ҡыҙҙарҙың һыңары – Римманың һеңлеһе Сәйҙә.

Шул кистәге яғымлы йылмайыуҙан, ҡул йылыһынан, артабан йышайған осрашыуҙарҙан башланды беҙҙе ике йылдан ҡауыштырасаҡ яҡынлыҡ...

Һүҙ араһында.

Оҙаҡ йылдар студенттар менән эшләгәс, беҙгә уҡыған йәштәрҙең хәлдәре яҡшы таныш. Егеттәрҙең дәртлерәктәре, йәше еткән ҡыҙҙар араһында ла уҡыуҙарын тамамламаҫ борон өйләнешеүҙе йәһәтләгәндәре осрай. Хәйер, хәҙер ҙә барҙыр ул ғәмәлде тиҙләтеүселәр, барҙыр, тормош бит. Үкенескә, йыш ҡына берәүҙәре үтә яуаплы аҙымды самалы әҙерлеге менән, йә бөтөнләй әҙерлекһеҙ яһап ҡуя. Ә инде тормошҡа аҡыл менән ҡараған парҙар һәр аҙымын ете ҡат уйлағандан һуң, ата йортонда фатиха алғас ҡына, йола тотоп өйләнешә. Ауыл хужалығы институтының һуңғы курсын тамамлаясаҡ Матрай егете – тап шундайҙарҙан. Әйҙәгеҙ, уны тыңлайыҡ.

– Беҙҙең мөнәсәбәттәр, тормошҡа ҡараштарыбыҙ, холоҡ-фиғелебеҙ төрлө хәлдәрҙә һынау үтте. Инде киләсәккә уй-ниәттәребеҙҙе асырға ҡалды. Алда минең дәүләт имтихандары тора. Унан һуң йәш белгестәрҙе, диплом тоттороп, райондарға тараталар. Тимәк, һөйләшеүҙе кисектерергә ярамай. Бәхетебеҙгә яҙған иштәрме беҙ икәү? Шул һорауға аныҡ яуап кәрәк бөгөн. Минең хыял-пландар күптән билдәле: һайлаған һөнәрем менән үҙебеҙгә ҡайтып, шунда төпләнеү. Районға ҡайтыу ниәтемде ишеткәс, уйға ҡалды Риммам. Ишеткәне уның пландарына инмәгәйне, күрәһең.

Беҙҙең танышҡандан алып күнеккән мөғәмәләбеҙгә сираттағы һынау ине ошо минуттар. Мин һағайып ҡыҙ яуабын көтәм. Ауыр тынлыҡ тора арабыҙҙа... Һайлаған яҙмышымды уртаҡлашырмы? Ҡапыл таныш шиғыр юлдары килә хәтергә:

“Бәхет ҡапҡаларын асам, Еңел булһын ҡул артым...”

Ике йыл һынай егетте ҡала ҡыҙы. Тормошта үҙ юлын тапҡан, аныҡ маҡсатлы, төплө фекерле, ышаныслы кеше тип белә дуҫын. Уның әҙәплелеге, ихласлылығы, тоғролоғо оҡшай. Әммә яуаплы аҙым алдынан икеләнеүҙәре тынғы бирмәй. Ауылда йәшәргә әҙерме ул? Ниҙәр көтә уны әллә ҡайҙа ятҡан төпкөлдә? Ана, үгәй атаһы бөтөнләй юҡҡа сығарып ташлай ул яҡты, етмәһә. Ҡурҡыта. Ниһайәт, ҡыйыуһыҙ ғына һүҙ башлай Римма Абрарҙың ҡулына ҡағылып.“Миңә ауыл тормошо таныш түгел. Бөтөнләй ят, тип әйтмәйем, сөнки һирәк-мирәк ҡунаҡҡа барғаныбыҙ ҡалған бала саҡ хәтерендә. Унда ла тышҡы күренештәре генә. Ә хәҙер бит бөтөнләй икенсе хәл: өйләнешһәк, унда йәшәргә, донъя көтөргә, балалар үҫтерергә тура киләсәк. Йәнә һөнәрем дә ауылға яраҡлы түгел. Телде лә йүнләп белмәйем, исмаһам...” Һөйгәненең күңеле тулышып, бына-бына күҙҙәренән йәше атылырға торғанын тәүгә күрә егет. Уны ҡайнар ҡосағына алып йыуатырға, тынысландырырға тотона. “Һин, ҡәҙерлем, холҡоң менән ауылда йәшәй торған кешеһең. Әҙәм барыһына ла түҙә, өйрәнә. Һин дә тиҙ өйрәнерһең, хатта бер заман ҡалаңды ла оноторһоң әле. Иң мөһиме – беҙ бергә буласаҡбыҙ бит”.

Артабан тыуған яғының һоҡланғыс тәбиғәте, халҡының күркәм кешелек сифаттары хаҡында мауығып һөйләй Абрар. Матрайының һис тә ситтә ятҡан төпкөл төбәк түгеллегенә баҫым яһай. Уның оло юлда ятҡан боронғо тарихлы, урта мәктәпле, мәҙәни тормошло, дауаханалы, төрлө милләтле ҙур ауыл икәненә ышандырырға тырыша. Хатта заманында Матрай аталмыш район үҙәге булғанын да өҫтәп ҡуя.

Матрай – Башҡортостандың көньяғындағы Йылайыр районында Быҙаулыҡ быуаһына терәлеп ятҡан төйәк. Боронғо исеме – Мөхәмәтрәхим. ХIХ быуат урталарында (1842 – 1850) – Алғушаев атлы Юлдыбай (Бәкир) кешеһе (1794 – 1855) шул төбәккә күсеп ултыра. Тәүге нигеҙҙе ул ҡора. Ауылдың ике быуатҡа яҡын тарихы шунан башлана. Шул дәүер эсендә күпме дәһшәтле ваҡиғаларҙа һынала матрайҙар яҙмышы.

Алғушаевтарҙы ла урап үтмәй заман хафалары. Ырымбур дәүләт архи- вында һаҡланған рәсми документтың йөкмәткеһен интернеттағыса (ru.m.ruwiki.ru>Matrai) үҙгәртмәй биреү мөһим. “Допрос жителя Тангаур- ской волости команды старшины Сабира деревни Бакирова (Юлдыбай – М.М.) Алгушая Сеитова, бежавшего из казахского плена, куда он попал в ходе башкирского восстания 1755 г. В нем говорится, что бежавший «из… Кайсацкой Орды… Алгушай Сеитов… Ему двадцать шесть лет, родом из Уфимского уезда Ногайской дороги Тангаурской волости команды стар- шины Сабира деревни Бакирова”.

Үҙебеҙҙән шуны ла өҫтәү урынлы: 19 йәшлек Сәйет Алғушаев (1736 йылғы), Мөхәмәтрәхимдең атаһы, 1755 йылғы башҡорт ихтилалы ҡыйратылғандан һуң, бүтән иҫән ҡалған баш күтәреүселәр менән ҡаҙаҡ да- лаларына ҡасып ҡотола. Архив документынан күренеүенсә, һигеҙ йылдан һуң, 1762 йылда, ҡаҙаҡ тотҡонлоғонан ҡасып ҡайтып, властарға тотола.

XVIII быуат уртаһындағы (1755 й.) башҡорт ихтилалының аяныслы эҙемтәләре башҡорт-ҡаҙаҡ мөнәсәбәттәрен ҡырҡа киҫкенләштергәнен Ырымбурҙа йәшәгән декабрист Петр Михайлович Кудряшев (1797 – 1827) 1826 йылдың 10 февралендә “Отечественные записки” журналы мөхәррире Петр Павлович Свиньинға (1788 – 1839) яҙған хатында бына ниндәй аңлатма бирә. “1755 йылғы боланан һуң башҡорттар бөтә төбәктәре менән ҡаҙаҡтарға ҡасып китеп, улар менән Ырымбур линияһын тынысһыҙлай башлайҙар. Рәсәй хөкүмәте был хәлде туҡтатыу маҡсатынан ҡырғыҙҙарға (йәғни ҡаҙаҡтарға – М.М.) улар яғына сыҡҡан башҡорттарҙы әсир итергә рөхсәт бирә. Ҡырғыҙҙар быны йәһәт хәл итергә тотона. Шул ваҡыттан бирле ике арала дошманлашыу – барымта, йәғни бер-береһенә һөжүм итеү баш- ланып китә”, – тип тамамлай хатын П.М. Кудряшев. (М. Мәмбәтов, “Мәмбәт атлыбыҙ. Мәмбәт затлыбыҙ”, “Ағиҙел” журналы, 2024, 11-се һан, 153-154-се биттәр). Әйтергә кәрәк, тарих дауылдары бер Алғушаевтарҙы ғына һынамай.

Быуаттар буйы болаларҙа, һуғыштарҙа ил, халыҡ яҙмыштарын яҡлап баштарын һалғандар, ҡаһарманлыҡ күрһәтеп дан-шөһрәт ҡаҙанғандар иҫәбендә Мөхәмәтрәхим (Матрай) ауылы кешеләренең ата-бабалары ла булғанлығына икеләнмәҫкә мөмкин. Ә инде ХХ быуат дауамында иҫәпһеҙ- һанһыҙ ҡорбандар килтергән эреле-ваҡлы ил эсе-тышындағы ҡан ҡойоштар хаҡында әйтеп тораһы түгел. Ана, күренекле ғалимыбыҙ, акаде- мик Әхмәт Сөләймәнов тап ошо хаҡта яҙа. “Беҙҙең дәүерҙә Куба, Афған, Чечня һәм заманында бөтә ғәмгә мәғлүм булмаҫҡа тейеш тағы әллә ҡайһы тарафтарҙа тоҡанған ут эсенә үҙ ирке менән ингән батырҙар булыуына үҙебеҙ ҙә шаһит бит...” (Әхмәт Сөләймәнов. “Яуҙаштар һәм дандаштар”, Китап, Өфө, 2022, 8-се бит).

Беҙ был урында 1979 йылдың 25 декабрендә Афғанстанға сикләнгән совет ғәскәрҙәрен индереү ваҡиғаларына ентекле туҡталып тормай, хәрби хәрәкәттә ҡатнашҡан өс Матрай яугирен – Байназаров Юлай Әхтәм улын (1962), Йосопов Рәмил Рауил улын (1962), Хөсәйенов Владимир Зиннур улын (1970) һәм 1985 – 1987 йылдарҙа унда махсус задание үтәгән Ярлыҡапов Абрар Бәҙретдин улын телгә алыу менән генә сикләнәбеҙ. Ә инде геройыбыҙ яҙмышының Афған осорона килгәндә, беҙ уның ҡатмарлы эшмәкәрлеге менән мәҡәләбеҙ дауамында танышырбыҙ.

Ә әлегә Ауыл хужалығы институтының сығарылыш курсы студенты Абрар Ярлыҡапов менән Өфө ҡыҙы Римма Хәбибуллинаның донъяуи хәстәр-проблемалары беҙҙе яңынан Өфөгә саҡыра. Теге саҡта йәштәр һөйләшеп аңлашҡандан һуң, өйләнешергә вәғәҙә бирешә. ЗАГС-ҡа барыр алдынан, йола буйынса, ҡыҙҙың әсәһе Ғәйшә Ямалетдин ҡыҙының фатиха- аманатын алыу фарыз, йәнә, ихтирам йөҙөнән, үгәй атаһының да нәсихәти теләктәрен ишетәһе бар.

Ҡыҙ ғаиләһендә һөйләшеүҙең еңел булмаҫын аңлай егет. Һөйгәненең вәғәҙәһенән кире ҡайтмаҫына ышанған хәлдә лә, ныҡлап әҙерләнергә кәрәклекте белә. Сөнки үҙе – яусы, үҙе үк – өйләнергә килгән кейәү егете лә. Ни хәл итһен, был осраҡта янында, Риммаһынан башҡа, таяныр кешеһе юҡ.

Әлбиттә, яусылауҙың рәт-сиратын белмәгәс, уратып-сурытып тормайса, мәсьәләне ҡабырғаһы менән кире ҡаҡҡыһыҙ итеп ҡуйыу уйында. Шулай ҙа көтөлмәгән хәл килеп сыға ҡалһа, төплө дәлилде файҙаланырға. Ә ул бар: берҙән, ҡыҙҙың биргән вәғәҙә-ризалығы, икенсенән, ике йыл һынау үткән мөхәббәттәре.

Ысынлап та, һиҙемләүе хаҡҡа сыға бер аҙҙан. Һөйләшелгән көндө түҙемһеҙләнеп көтә егет. Уйынмы ни, яҙмыштарын хәл итергә бара ла...

Римма Хәйрулла ҡыҙы менән, бар һынауҙарҙы үтеп, алтмыш йыл татыу ғүмер иткәндән һуң, теге саҡтағы хәлдәр болоҡһотоп хәтергә килә хәҙер. (Ҡыҙғанысҡа күрә, Абрар Бәҙретдин улының һөйөклө хәләле Римма Хәйрулла ҡыҙы былтыр 4 майҙа йәннәт хозурлығына иртәрәк ашыҡты. Гүре яҡты булһын изге йәндең). Бына әле лә бәхетле яҙмыштарының тәүге һынауын яңынан кисерә Абрар Бәҙретдин улы...

Ишек ҡағып ингәс тә, гел илгәҙәк ҡаршы алған Риммаһының кәйеф төшөнкөлөгөнә иғтибар итә егет. Тимәк, был уға ҡаҙы-ял әҙерләнмәгәненә ишара ине. Нисек кенә булмаһын, ул был өйҙән кәләшһеҙ китмәйәсәгенә ышана. Киң йылмайып, яғымлы сәләмләүе шуны аңғартыуы ине ҡыҙына...

  • Һаулыҡ һорашып, ҡулымдағы гөлләмәне Риммаға, күстәнәсле төргәкте әсәһенә тоттороу менән залдағы өҫтәлгә уҙҙыҡ. Өҫтәл артында аралашыу хәл-әхүәл белешеүҙән, минең бында килеүемдең маҡсатын аңлатыуҙан башланды. Өйләнеүҙе йәһәтләүемдең сәбәбен дә асыҡлап ҡуйҙым бер юлы. Һөйләшеү, асылда, Римманың үгәй атаһы менән генә. Ғәйшә Ямалетдин ҡыҙы әңгәмәгә бөтөнләй ҡушылманы тиерлек. Әммә һөйләшкәнде иғтибар менән, араһында һүҙен ҡыҫтырып тыңлай ине ул. Әсә кешенең балаһының яҙмышы өсөн борсолоп, ниҙәр кисереп ултырғанын үҙе генә белә. Башта ипле генә барған әңгәмә әкренләп үҙен һауалыраҡ тотҡан үгәй атаның минән һорау алыуына күсте:
  • Кем балаһы һин? Атай-әсәйең кемдәр? Ҡайҙа, кем булып эшләйҙәр? Өфөнән һеҙҙең төбәккә нисә сәғәтлек юл? Халыҡ нисек йөрөй үҙәккә? Уҡып сыҡҡас, ҡайҙа эшләргә, йәшәргә ниәтең? Һөнәрең менән кем буласаҡһың? Бер һорауҙы  ла  яуапһыҙ  ҡалдырмай,  тыныс,  ышаныслы  ултырам.

Риммамдың да мине хуплап ултырғанын күҙ ҡарашынан күрәм, йөҙө лә бойоҡ түгел.

Атай кеше (үгәй булһа ла) ҡыҙҙары яҙмышын хәл итеүҙе үҙ өҫтөнә алған икән, уның һайлағаны менән килешергә, һәр хәлдә, әлеге мәлде ҡатмарлаштырмаҫҡа мөмкин ине. Үҙен тотошо, уйымса, һин кем дә беҙ кем һымаҡ кинәйәле һығымтаға йүнәлтелгәйне шикелле. Йәнәһе, аҡыллыға – ишара. Шуғамылыр, алдымда ултырған оло кешегә ятһыныу тойғоһо уянды. Уның һуңғы һуҙҙәре лә минең уйымдағын нығытып ҡуйҙы.

  • Беҙ ҡыҙыбыҙҙы йәһәннәмдә йәшәтергә үҫтермәгәнбеҙ. Һин уйлап ҡара, ҡала ҡыҙы, инженер башы менән ни эшләп, һиңә эйәреп, әллә ҡайҙа китеп барырға тейеш? Уны бер ҡайҙа ла ебәрмәйбеҙ! – булды хужаның ҡәтғи ҡарары. Үтә ҡаты, бәғерһеҙ ине был хәбәр, ят та үл! Әллә, өйләнешеүегеҙгә ҡаршы түгелбеҙ, өй кейәүенә риза булһаң, йәнәһе, рәхим ит, тигән тәҡдиме лә инеме...

Хаяһыҙ әйтелгәндәрҙән шаңҡып бер минуттай ултырғандан һуң беҙгә етәкләшеп сығып китеүҙән башҡа сара ҡалмағайны. Римма әсәһенә эйелеп ниҙер әйтте лә ҡыйыу ғына яныма килеп, күҙемә ҡарап: “Мин һинең менән, Абрар!” – тимәһенме, барыһына ла ишетерлек итеп. Ҡәҙерлемдең ошо минуттағы ҡыйыу аҙымы мине күктәргә күтәрҙе. Был, һис шикһеҙ, мөхәббәтебеҙ тантанаһы ине!

Шул көндө үк ЗАГС-ҡа ғариза бирҙек. Никахыбыҙҙы теркәүҙе февралдең 15-нә ҡуйҙылар. Римманың ата-әсәһе ҡайҙа барһын, туй кисәһен дә шул көндө үк үткәрергә риза булдылар. Мин дә ауылға хәбәр еткерҙем. Үкенескә, февраль бурандары арҡаһында минең туғандар туйҙан мәхрүм ҡалды. Ҡыуаныстарҙы һабаҡташтарым менән уртаҡлаштыҡ. Туй – туй инде: ҡотлауҙар, теләктәр һәм бүләктәр – барыһы ла хәтерҙә ҡалды. Туй шарабы- нан үгәй атаның да күңеле йомшарғайны хатта.

Шулай итеп, ошо көндә беҙ Римма менән бер-беребеҙгә һөйөүебеҙҙе, тоғролоғобоҙҙо раҫлап, моратыбыҙға өлгәштек. Бынан ары яҙмышыбыҙға тик үҙебеҙ хужа...

***

Йәш ғаиләнең тормошо башлана ғына.

Теүәл дүрт айҙан, Абрарҙың үтенесен иҫәпкә алып, дәүләт комиссияһы уға тыуған яғына, атап әйткәндә, Хәйбулла районына йүнәлтмә бирә. Мәҡәләне уҡыған һәр кемдә һорау тыуыуы ихтимал, сөнки геройыбыҙҙың Йылайыр районы Матрай ауылы егете икәне яҙмабыҙҙа йыш телгә алына. Әле хәбәребеҙ уның Хәйбуллаға йүнәлтмә алғаны хаҡында. Аңлатам.

1963 йылғы аңлайышһыҙ административ үҙгәрештәр осоронда Йылайыр районын Хәйбуллаға ҡушалар. Йәғни идараһы Матрай ауылында урынлашҡан “Башҡорт” совхозын да тип аңларға кәрәк. Үҙгәрештең төптө хата икәнлеген тормош тиҙ раҫлай: 1965 йылдың ноябрендә Йылайыр райо- ны ҡабат тергеҙелә. Ләкин уға тиклемге йылдар (Хәйбулла осоро) Абрар Ярлыҡапов яҙмышын ҡырҡа үҙгәртә, уның яңы һынылыш биттәрен аса.

Ә әлегә – 1964 йылдың июль айы. Йәш белгес, институт тамамлап, ғаиләһе менән Матрайға ҡайтып килә.

Йәш ғаилә Өфөнән Баймаҡҡа оса. Шулай уңайыраҡ. Алдан һөйләшкәнсә, Янсаф еҙнәһе ҡаршы ала йәштәрҙе. Матрайға тиклем үтәһе юл йонсоу түгел әлдә, 61 саҡрым ни бары. Көн салт аяҙ, ҡояш ҡыҙҙыра ғына.

Юл буйы Абрар кәләшенең хәл-торошон, кәйеф-көйөн байҡап бара. Риммаһы уға һыйынып, күҙен тәҙрәнән алмай тирә-яҡты ҡыҙығып ҡарап килә. Ҡола ялан, күҙгә күренер бер ағас, бер ҡыуаҡлыҡ булһасы, исмаһам – өйрәнмәгән кешегә ят күренеш.

Һиҙҙермәһә лә, Абрарҙың күңеле тулы уй-хәстәр... Ҡунаҡҡа ҡайтып бар- май. Хужалыҡтарҙа йәйге эштәрҙең уттай ҡыҙыу мәле: бесән өҫтө, ураҡҡа төшөр саҡ етә, тиҙерәк эште йәһәтләргә кәрәк. Римманың да шөғөлөн хәстәрләү тора. Етди мәсьәлә. Һигеҙ йыллыҡ мәктәптән башҡа барыр урын юҡ Матрайҙа. Тимәк, Мәскәүҙәге уҡыуын ташлатырға, пединститутҡа күсерергә тура килер, тип план ҡора уйында.

Алғараҡ китеп, ниәтенең тап шулай тормошҡа ашҡанын әйтеп китеү урынлы. Оҙаҡҡа һуҙмай, кәләшен пединститутҡа күсереп уҡытып, физ- матты бөтөртөп, тәки уҡытыусы итеп ҡуя Абрар. Аҙаҡ “Мәскәү ҡалаһының атҡаҙанған  уҡытыусыһы” исеменә  лайыҡ  була  Римма Хәйрулла  ҡыҙы Ярлыҡапованың оло, абруйлы хеҙмәте.

Егетебеҙҙең Баймаҡ – Матрай юлындағы уйҙарына яңынан ҡайтайыҡ. Уны йәнә борсоғаны: әсәһе, туғандары кәләшен нисек ҡабул итер? Оҡшатырҙармы, һаҡһыҙ берәй һүҙ ысҡындырып ҡуймаҫтармы байҡамай? Ахырҙа, ярай, илгәҙәклеге, инсафлығы, ябайлығы менән яулар ул яҡындарының күңелен, тип тынысландыра үҙен. Кәләшенә лә шул уҡ һорауҙар тынғы бирмәй килә юл буйы.

Абрарҙың институтта уҡыуын бөтөрөп, кәләш алып ҡайтыуы ғаиләһенә генә түгел, ауылы өсөн дә әһәмиәтле ваҡиға ине. Яңылыҡ ауылдың бирге осонан арғыһына тиклем тиҙ тарала. Ҡыуаныс уртаҡлашырға, йәштәрҙе ҡотларға туғандары, дуҫтары, һабаҡташтары йыйыла. Бай өҫтәл-һый әҙерләп көткән Мәхмүзә Әйүп ҡыҙы ҡәҙерлеләрен. Шатлығының сиге юҡ. Туйға торошло һый-хөрмәт көн буйына һуҙыла.

Ике көндән район үҙәгенә юлланыр алдынан Абрар совхоз директоры Әнүәр Ярмулла улы Ҡаҙаҡбаевҡа инә. Йылы, беҙҙәгесә ҡуш ҡуллап күрешеп ҡаршы ала кабинет хужаһы. Бер йыл элек (1963), Ә.Я. Ҡаҙаҡбаев совхозда баш  агроном  сағында,  студент  Ярлыҡапов  алты  айлыҡ  производство практикаһы үткәйне. Шунда танышҡайнылар. Был юлы дипломлы агроном үҙенең ауылда ҡалыу теләген әйткәс, ихлас хуплай хужалыҡ етәксеһе. Хатта район менән һөйләшәсәген белдерә. Дирекциянан дәртләнеп ҡайта Абрар. Район үҙәгенә икәүләп йыйына йәштәр. Риммаға – мәктәпкә, Абрарға совхозға йүнәлтмә алыу ниәттәре. Аҡъярҙа икеһенең дә мәсьәләһе ыңғай хәл  ителә.  Риммаға  Матрай  һигеҙ  йыллыҡ  мәктәбендә  математика уҡытырға  бойороҡ  тотторалар.  Ә  дипломлы   белгескә   баш   агроном вазифаһын әҙерләгәндәр. Күрәһең, совхоз директорының үтенесе шулай булғандыр. Ләкин, тәжрибәһеҙлеккә һылтанып, ысынында, ул урында әле эшләп йөрөгән абруйлы баш агрономға ихтирам йөҙөнән, А. Ярлыҡапов тәҡдимдән баш тарта. Ул үҙен ябай агроном итеп тик “Башҡорт” совхозына ҡайтарыуҙарын һорай. Йәш белгескә башҡа хужалыҡтарҙы тәҡдим итеп ҡарайҙар,   ныҡыш   егет   үҙ   фекерендә   ныҡ   тора.   Һөҙөмтәлә   Абрар Ярлыҡаповты  “Башҡорт”  орлоҡсолоҡ  совхозына  өлкән  агроном  итеп ҡайтаралар.

1964 йылда “Башҡорт” орлоҡсолоҡ совхозы – Хәйбуллала иң ҙур хужалыҡтарҙың береһе. Биләмәһе – 67 мең гектар, шуның 29 меңе – һөрөнтө ерҙәр. Совхоз элекке ете колхозды берләштерә.

Совхоздың баш агрономы – атаҡлы игенсе, Социалистик Хеҙмәт Геройы Ғиниәт Ғәлиәкбәр улы Насиров (1929 – 1980). Ул юғары исемгә йәш механизаторҙар звеноһы бригадиры булараҡ һәм рекордлы уңыш (гектары- нан – 30,7 центнер) алғаны өсөн 19 йәшендә генә (1948) лайыҡ була.

А. Ярлыҡапов август айында ошо тәжрибәле агроном янында эш башлай. Уңыш йыйыуҙа совхоз – алдынғылар рәтендә. Иген гектарынан 14-15 цент- нер алына (теге саҡта был уңыш юғары һанала). Башаҡтың һәр бөртөгө, ваҡыттың һәр минуты ҡәҙерле. Уттай ҡыҙыу сағы икмәк фронтының.

Һөнәрен яратҡан йәш, дәртле Абрар – таң һарыһынан ҡырҙа механизаторҙар янында. Беренсе бурысы – техниканың көйлөлөгөн тикшереү. Ашлыҡтың төрөнә ҡарап, юғалтыуҙарға юл ҡуймаҫлыҡ итеп, комбайн һәм урғыс көйләнергә тейеш. Был шөғөлдөң мөһимлегенә ул прак- тика үткәндә төшөнгәйне.

Көндәр ҡоро торғанда ҡырҙа, ырҙында, келәттәрҙә көнө-төнө эш туҡтамай. Ауылда бындай ваҡытта бер кемде лә өгөтләргә кәрәкмәй, сөнки икмәктең ил ҡеүәте, халыҡтың күргән көнө икәнен һәр кем аңлай. Йәнә икмәк – намыҫ үлсәме лә бит әле.

Йәш агроном бөтәһенә лә өлгөрә. Ҡырҙағы эштәрҙең сифаты, таҙарттырып элеваторға иген оҙатыу, киләһе йылға орлоҡ һалыу – быларҙың барыһына ла совхозда ул яуаплы. Бойҙай тейәлгән ылауҙар көнө- төнө оҙатыла тора Сибай яғына. Социалистик йөкләмә ваҡытынан алда үтәлергә тейеш, шул бурыс ҡуйылған хужалыҡтарға. 1964 йылда дәүләткә 140 мең центнер иген тапшыра совхоз.

Республика, район етәкселәре уңыш барышын тәүлек әйләнәһендә контролдә тота. Ҡыҙыу осорҙа ал-ял белмәй эшләй Хәйбулла етәкселәре лә. Партияның район ойошмаһы етәксеһе Ғилман Ғирфан улы хужалыҡтарҙан ҡайтып килмәй. Бер көн шулай райсовет рәйесе Ғаҡил Илйәс улы Латипов менән Матрай механизаторҙары янында туҡталалар. Эшлекле йәш агроном ҡаршылай етәкселәрҙе. Көтөлмәгән ҡунаҡтарҙың һорауҙары күп егеткә. Уңыш нисек, күпме төшөм сығасаҡ баҫыуҙан? Орлоҡҡа нисә бот һалынасаҡ? Фураж әҙерләү иғтибарҙан ситтә ҡалмаймы? Машиналарға ҡытлыҡ юҡмы, өлгөрәләрме?

Ҡунаҡтар һөйләшеүҙән ҡәнәғәт ҡала. Ғ. Якупов егеттең көнүҙәк мәсьәләләрҙе яҡшы белеүенә иғтибар итә. Тимәк, осраҡлы кеше түгел, төплө белгес, тигән һығымта яһай. Буй-һыны инде – ҡойоп ҡуйғанмы ни! Йәштәргә шундай лидер кәрәк... Ана шулай, тәүге осрашыуҙа район етәксеһе Абрар Ярлыҡаповта өмөтлө кадрҙы шәйләй.

Традицияға ярашлы, йыл аҙағында районда уңыш кампанияһына йомғаҡ яһала һәм киләһе яҙғы эштәргә әҙерлек бурыстары ҡуйыла. Кәңәшмә алды- нан бүләкләнәсәк хеҙмәт алдынғылары исемлегендә партияның район ко- митеты етәксеһе Ғилман Яҡупов таныш фамилияға иғтибар итә. Ул теге саҡта Матрай баҫыуында осратҡан агроном егеттең үҙе ине.

Беренсе йәш хеҙмәт алдынғыһының анкетаһын алдыра. Егеткә – 22 йәш. Уның ошо йәшендәге уңыштары – институтта уҡыу алдынғыһы, әүҙем сту- дент һәм дүрт айҙа өлкән агроном бурыстарын өлгөлө башҡарған. Тимәк, “Маҡтау грамотаһы”на тәҡдим ителеүе нигеҙле, тигән һығымта яһай Яҡупов.

Район етәксеһе “Башҡорт” совхозы директоры Ә. Ҡаҙаҡбаевҡа шылты- рата. Башта фермаларҙа эш барышы менән ҡыҙыҡһына. Ҡышҡы бурандарҙа малсыларҙың эше еңел түгел. Һүҙ шул хаҡта, нигеҙҙә. “Йәш агрономдың хәлдәре нисек, Әнүәр?” – була икенсе һорау. “Ғилман Ғирфанович, уңдыҡ беҙ егеттән, совхоздың комсомол ойошмаһын уға тапшырырға йыйынабыҙ. Яңы төҙөлгән йорттан фатир ҙа бирҙек”. “Ашыҡмай тор, Әнүәр Ярмуллович, бында икенсе фекер бар”, – тип һүҙен оҙонға һуҙмай беренсе. Маҡтап, эште боҙҙом, ахыры, тип көрһөнә Ҡаҙаҡбаев. Ярлыҡаповҡа күҙ терәп тора ине ул. Ғилман Ғирфановичтың фекер төйөнө Яңы йыл байрамдарынан һуң сиселә башлай.

Иртәнге оперативканан һуң совхоз директоры: “Бер минутҡа ҡалығыҙ”,

– тип Ярлыҡаповты туҡтата. Кабинет бушағас, ул: “Иртәгә Аҡъярға саҡырталар һине. Яҡуповтың үҙенә. Ни өсөн икәнен барғас аңлатырҙар. Буранлап тора, беҙҙең йылытылмаған машина менән сығыу хәүефле, ышаныс юҡ. Ҡышҡы юлдарҙы беләһең. Трактор менән барырға тура килер, йылытылған будка тағырҙар, әйтермен. Йылы кейенергә кәрәк, быйма, тун, толоп та ҡамасауламаҫ...”

Илле саҡрымдан ашыу араны ярты көн барырға тура киләсәк, шуға күрә бик иртә, яҡтыра башлағанда ҡуҙғалһаҡ, тип план ҡора Абрар. Көрт йырып, 5-6 сәғәт тирәһе баралар райүҙәккә. Сәғәт 3-тәрҙә ҡабул итә етәксе. Юл хәлдәрен һорашҡас, төп темаға күсә. “Беҙ һиңә, ҡустым, район комсомол ойошмаһын етәкләүҙе йөкмәтергә уйлайбыҙ, шуға нисек ҡарайһың?” – ти Яҡупов уратып тормай.

“Бигерәк көтөлмәгән, яуаплы тәҡдим, Ғилман Ғирфанович. Уйларға, кәңәшләшергә ваҡытым бармы? Мин бит һөнәрем буйынса эшләргә ҡайттым, оҡшай эшем. Шуны дауам итергә ине пландар”. “Беҙгә йәштәрҙең яңы, һинең кеүек уңған, ауыл хужалығын, ауыл тормошон, йәштәрҙең тын алышын яҡшы белгән лидеры кәрәк. Уйларға ваҡыт юҡ, Абрар. Иртәнән һуң Өфөгә барырға кәрәк, өлкә партия комитетында көтәләр, һөйләшелгән. Матрайға ҡайтып тормаҫһың, өлгөрмәҫһең, собеседованиеға етди әҙерләнәһең бар...” “Тимәк, хәл ителгән мәсьәлә”, – тип көрһөнә Абрар. Башҡа һүҙ урынһыҙ. Хушлашып кабинеттан сыҡҡас, секретарҙан ҡунаҡханаға ҡағыҙ яҙҙырып ала. Рөхсәт менән Матрай мәктәбенә шылты- рата. Риммаһын тиҙ табып килтерәләр директор булмәһенә. Яңылығын ен- текле һөйләп тормай, Өфөгә командировкаға ебәрәләр, тип кенә сикләнә. “Һинең эштәр нисек?” – тип һораша һөйөклөһөнән. Риммаһының яуабынан ҡәнәғәт ҡала. Каникулда ла эштә йөрөгәне оҡшай уға, тимәк, ныҡлап тотонған яңы һөнәренә кәләше.

***

Район хужаһының көтөлмәгән тәҡдиме яратҡан һөнәренә туранан-тура бәйләнмәгән. Шулай ҙа ауыл мөхитенә, колхоз-совхоздарҙа йәшәгән, эшләгән йәштәргә бәйлелеге Абрарҙы бер аҙ тынысландыра. Ярай, ауыл йәштәренең ауыр эшкә күнеккән, егәрлеләре менән уртаҡ тел табыуы ҡыйын булмаҫ, шуларға таянырға тура килер, була тәүге уйы.

Өфөнән хуплау алып ҡайтыу менән комсомолдың район конференцияһында Абрар Ярлыҡапов райкомдың 1-се секретары итеп һайлана. (Ошо вазифа яҙмышының төшөнә лә инмәгән үрҙәренә илтәсәк тәүге аҙым икәнен ҡайҙан ғына белһен инде...)

Тотонған эшенә һәр саҡ яуаплы, намыҫлы ҡараған, көслө ихтыярлы, аныҡ фекерле А. Ярлыҡапов беренсе сиратта яңы бурыстарының айышына төшөнөүҙе маҡсат итеп ҡуя алдына. Тәжрибәһеҙлек һиҙҙерә үҙен барыбер. Әлдә аппаратта егәрле һәм тәжрибәле егеттәр бар, шуларҙан өйрәнә күп нәмәгә. Тартынып тормай. Партия район комитеты ла мөрәжәғәт- һорауҙарын яуапһыҙ ҡалдырмай, өйрәтә.

Шулай, тынғыһыҙ, ығы-зығылы, эреле-ваҡлы, төрлө йөкмәткеле саралар менән мауығып, көндәр, айҙар үтә тора... Үҙ яйы менән комсомол тормошоноң сер-асылына төшөнә генә барғанда тағы күсерәләр. Хәйбуллала Абрар Ярлыҡаповҡа сикәнес алыу ғына булған икән.

Ул дәүерҙәге хәл-ваҡиғаларҙың йылдам ағыш-үҙгәрешен Абрар Бәҙретдин улы бына нисек хәтерләй:

– Ысынлап та, миңә Хәйбулла районында оҙаҡ эшләргә тура килмәне. Артабан ВЛКСМ Үҙәк комитеты эргәһендәге Юғары комсомол мәктәбендә алты айлыҡ курста уҡыным. Минеңсә, был курсҡа, кадрҙар буйынса ниндәйҙер пландарҙы иҫәпкә алып, КПСС-тың Башҡортостан өлкә коми- теты менән килешеү буйынса ебәргәндәр. Шулай булып сыҡты ла: уҡыуҙы тамамларға бирмәнеләр. 1966 йылдың февралендә үткән өлкә комсомол ойошмаһының отчет-һайлау конференцияһында Өфө ҡалаһы комсомол комитетының беренсе секретары Ю.Д. Поройковты – ВЛКСМ өлкә комитетының беренсе секретары, ә мине икенсе секретарь итеп һайлап ҡуйҙылар. 1968 йылда Юрий Дмитриевичты ВЛКСМ Үҙәк комитетына күсерҙеләр, ә мине – ВЛКСМ өлкә комитетына беренсе секретарь, икенсе секретарь итеп Юрий Александрович Маслобоевты һайланылар. Бер йыл- дан мин КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты ағзаһы һәм партияның өлкә комитеты бюроһына ағзалыҡҡа кандидат, шулай уҡ БАССР Юғары Со- веты депутаты булып киттем. Был вазифала 1972 йылдың авгусына тиклем эшләнем. Шул уҡ йылда мине КПСС Үҙәк комитеты эргәһендәге Юғары пар- тия мәктәбенә ебәрҙеләр, уны 1974 йылдың июнендә уңышлы тамамланым. Партия Үҙәк комитетында уҡыуҙы тамамламаҫ борон, яҙын, мине Башҡортостан партия ойошмаһына билдәләнеләр. Әммә апрелдә, ВЛКСМ- дың XVII съезы алдынан, ВЛКСМ Үҙәк комитетында бүлек мөдире сифа- тында эште дауам итергә хәбәр алдым.

XVI съезда һайланған ВЛКСМ Үҙәк комитеты ағзаһы булараҡ сираттағы съезд эшендә ҡатнаштым һәм яңынан ВЛКСМ Үҙәк комитеты ағзаһы һәм уның ауыл йәштәре бүлеге мөдире итеп һайландым.

Тәбиғи, үҙәк органдарҙа эш урындарҙағынан тулыһынса айырыла. Илдең масштабы, дәүләт власының бар органдары менән хеҙмәттәшлек итеү, до- кументтар әҙерләү, кадрҙар һайлау һәм билдәләү, башҡа мәсьәләләр юғары яуаплылыҡ талап итә. Ҡыҫҡаһы, был үҫеү һәм артабанғы һөҙөмтәле эш өсөн мөһим этап, ҙур мәктәп булып тора.

Комсомолда йәш сикләүе бар икәнен билдәләп үтергә кәрәк. Ошо тәртипте иҫәптә тотоп, 1978 йылда КПСС Үҙәк комитеты ҡарамағындағы Ижтимағи фәндәр академияһына ебәрелдем. Сәйәси иҡтисад буйынса дис- сертациямды тамамлап, уңышлы яҡлағандан һуң КПСС Үҙәк комитетының аграр бүлегенә эшкә ебәрҙеләр.

Үҙәк комитет аппаратында Ставрополь крайы, Белгород өлкәһе, Ҡабарҙы-Балҡар, Чечен-Ингуш республикалары ойошмалары менән, кура- тор булараҡ, аграр мәсьәләләр буйынса эш алып барҙым. Был төбәктәрҙә агросәнәғәт комплексын үҫтереү буйынса документтар эшләү минең ҡатнашлыҡта үтте, кадрҙар һайлау һәм ҡуйыу, тәртип булдырыу буйынса тәҡдимдәр индерелде.

1985 йылда Афғанстан Халыҡ-демократик партияһы ҡарамағындағы КПСС Үҙәк комитеты кәңәшсе-илсеһе вазифаһында Афғанстан демократик дәүләтенә ебәрҙеләр.

***

Коммунистар партияһы Үҙәк комитеты хеҙмәткәре Абрар Бәҙретдин улы Ярлыҡаповтың Афғанстан Демократик Республикаһына ике йыллыҡ (1985

  • 1987) махсус командировкаһына күскәнгә тиклем ундағы ваҡиғаларға ҡыҫҡаса күҙәтеү яһау зарур.

Афғанстанда 1978 йылғы “Апрель революцияһы” һөҙөмтәһендә власҡа Халыҡ демократик партияһы килә. Афғанстан Демократик Республика тип иғлан ителә. 1978 йылдың декабрь айында СССР менән Афғанстан Демо- кратик Республикаһы араһында “Дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек тураһында килешеү” төҙөлә. Төрлө сәйәси, дини төркөмдәрҙең хуплауын тапмаған яңы хөкүмәт оппозицияға ҡаршы аяуһыҙ саралар үткәрә башлай.

1979 йылдың мартында демократик ҡоролошҡа ҡаршы көстәр – мөжтәһидтәр илдең көньяҡ-көнсығыш провинцияларында баш күтәрә. Ҡораллы бәрелештәрҙең бөтөн илде ялмау хәүефе килеп тыуа. Шул шарттарҙа Афғанстан етәкселеге хәрби ярҙам һорап Совет хөкүмәтенә мөрәжәғәт итә.

КПСС Үҙәк комитеты политбюроһы ҡарары нигеҙендә 1979 йылдың 25 декабрендә Афғанстанға Совет Армияһының 100 мең һалдат һәм офицерҙан торған сикләнгән контингенты индерелә. Политбюро ҡарары менән Совет командованиеһына Афғанстан ҡораллы көстәренә ярҙам күрһәтеү һәм СССР-ҙың көньяҡ сиктәренең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү бу- рыстары йөкмәтелә.

1982 йылда АҠШ менән Пакистандың махсус хеҙмәттәре Пешавар ҡалаһында (Пакистан) Афған мөжтәһидтәренең ете тарҡау ҡораллы төркөмө башлығынан торған “Пешавар етәүе” (“Етәү Альянсы”) тигән хәрби-сәйәси союз төҙөй. Идеологияһы ислам фундаментализмына һәм пуштун милләтселегенә нигеҙләнгән берекмәнең (оппозиция) төп маҡсаты демократия юлын һайлаған хөкүмәтте ҡолатыуға һәм Совет ғәскәрҙәрен тар-мар итеүгә йүнәлтелгәне аңлашыла, әлбиттә. Бынан ары ойошҡан мөжтәһидтәргә НАТО илдәренең, АҠШ һәм Пакистандың хәрби ярҙамы менән граждандар һуғышы көсәйә генә барасаҡ. Шул шарттарҙа Афғанстан халыҡ демократик партияһы һәм хөкүмәте “Милли татыулыҡ” программаһын ҡабул итә. Документта оппозиция һәм халыҡ (дехкандар) ҡабул итерҙәй, мөжтәһидтәр менән берҙәм килешеү (коалиция) хөкүмәте төҙөү, исламды дәүләт дине итеп таныу, шәриғәткә ирек ҡуйыу кеүек сара- лар ҡаралған.

Ил яҙмышы яу ҡырында хәл ителгәндә, ябай халыҡ – дехкандарҙы ер һәм һыу проблемаларының яңы властар тарафынан нисек хәл ителәсәге борсой. Сөнки афғандарҙың 44 проценты малсылыҡ һәм ер эшкәртеү менән көн күрә. Халыҡтың ҡәнәғәтһеҙлеге шунда: бығаса бер ниндәй сәйәси көстәр ҙә уны ер һәм һыу ҡытлығынан ҡотолдора алмаған. Быуаттар буйы афғандарҙы болаға күтәргән төп бәлә ана шул эсәр һыу менән туйындырыр ер булған да инде.

Халыҡтың үҙәгенә үткән төйөндө сисеү проблемаһы тора Афғанстан халыҡ демократик партияһы һәм хөкүмәте алдында. Әммә феодализм кимәлендә ҡалған илдең төп сәйәси һәм иҡтисади проблемаларын хәл итерлек заманса әҙерлекле кадрҙарҙың юҡлығы бәкәлгә һуға. Афған етәкселеге, илдең иҡтисад өлкәһендә кадрҙарға мохтажлығын һәм ихтыя- жын нигеҙләп, йәнә Совет хөкүмәтенә мөрәжәғәт итә.

Кадрҙар һәр заманда ла дәүләт сәйәсәтенең мөһим йүнәлеше икәнлегенә И.В. Сталиндың 1935 йылда әйткән “Кадрҙар бөтәһен дә хәл итә” тигән атаҡлы фекере дәлил. Аҙаҡ уның ошо ҡанатлы һүҙҙәре совет идеологияһының лозунгына әйләнә. Бөгөн дә кадрҙар мәсьәләһенең актуаллегенә шаһитбыҙ.

Афған лидерҙарының үтенес-һорауы буйынса тиҙ арала компетентлы ко- миссия төҙөлә һәм тармаҡ министрлыҡтарына юғары квалификациялы, тәжрибәле кадрҙар исемлеген әҙерләргә ҡушыла. Кандидатураларға талап- тар сиктән тыш ҡаты. Сит илгә сығасаҡ белгестәрҙең, юғары әҙерлекле практик булыуҙан тыш, һуғыш барған илдә ҡатмарлы, хәүефле шарттарҙа эшләрлек көслө ихтыярлы, ҡыйыу һәм ышаныслы партия ағзаһы булыуы мотлаҡ. Бынан тыш, аты-заты, йөҙ-ҡиәфәте, холоҡ-фиғеле менән дә урындағы халыҡ ҡабул итерлек, шикләнмәҫлек кеше булһын. Өҫтәүенә, совет илсеһе Афған етәкселәренең кәңәшсеһе вазифаһын да башҡарасаҡ.

Иҡтисадтың транспорт һәм юл төҙөлөшө, элемтә һәм энергетика, сәнәғәттең башҡа тармаҡтарына ҡарағанда, компетентлы органдар беренсе сиратта ауыл хужалығы белгестәрен “иләктән үткәрә”.

Урта Азия һәм Кавказ республикаларынан төрлө милләт вәкилдәренән торған бер нисә төркөмдө ентекле ҡарағандан һуң, комиссия партияның Үҙәк комитеты хеҙмәткәре башҡорт милләтенән Ярлыҡапов Абрар Бәҙретдин улы кандидатураһында туҡтала.

***

Совет илсеһе Абрар Ярлыҡаповтың Афғанстандағы кәңәшсе эшмәкәрлеген һәм уның һөҙөмтәләрен мәҡәлә сиктәрендә тулыһынса яҡтыртыу мөмкин түгел. Сөнки Абрар Бәҙретдин улының афған һынауҙары ентекле өйрәнеүҙе талап иткән махсус дәүләт заданиеһын үтәүгә бәйле һәм тормоштағы хәүефле ваҡиғаларҙан, илдәге киҫкен сәйәси хәлдәрҙән һәм иң ҡатмарлы агросәнәғәт проблемаларынан ғибәрәт.

Күренекле иҡтисад ғалимы, профессор А.Б. Ярлыҡаповтың “Аграр сәнәғәт хаҡында уйланыуҙар” (“Размышления об аграрной экономике”, Москва, Изда- тельский дом “Научная библиотека, 2022) китабына ингән айырым бүлектәрҙә совет илсеһенең Афғанстан демократик республикаһы етәкселәренең кәңәшсеһе сифатындағы эшмәкәрлеге киң яҡтыртыла. Баҫмала урын алған “Ав- тобиография белешмәһе”,“1985 йылдың 15 июленән 1987 йылдың 15 июленәсә Афғанстандағы кәңәшсе эшмәкәрлеге йомғаҡтары” мәҡәләләрендәге факттар, күҙәтеүҙәр, һығымта-уйланыуҙар күп һорауҙарға күҙҙе аса.

Башта илсенең тәүге аҙымдары, тәьҫораттары иғтибарға лайыҡ.

Социалистик йәмғиәт ҡоролошоноң теорияһын һәм практикаһын тәрән үҙләштергән, агроиҡтисад сәйәсәтен тормошҡа ашырыуҙа ныҡлы тәжрибә туплаған Абрар Бәҙретдин улы Ярлыҡапов демократик дәүләт төҙөүгә юл тотҡан Афған етәкселегенең үҙенән ниндәй ярҙам өмөт иткәнен яҡшы белә.

Мәскәү вәкиле өс айға яҡын ваҡытын илдә барған хәрби-сәйәси ваҡиғаларҙы, һуғыш шарттарында иҡтисадтың торошон, халыҡтың нужа- ыҙаларын өйрәнеүгә сарыф итә. Нигеҙҙә рәсми сығанаҡтар менән эш итә. Йәғни партия һәм хөкүмәт ҡарарҙарына, программаларына, уларға беркетелгән ҡушымта-сараларға, министрлыҡтар, ведомстволар отчеттарына таяна. Крәҫтиәндәрҙең төп бәлә-хәсрәте ер менән һыуға бәйле мәсьәләләрҙе ҡараған политбюро ултырыштарына совет белгесе-кәңәшсеһе А. Ярлыҡапов та саҡырыла. Кәңәшмә барышында уның блокнотында байтаҡ фәһемле фекерҙәр, ҡиммәтле мәғлүмәттәр теркәлә.

Тотош илдәге хәлдәрҙе дөйөм һыҙаттарҙа ғына булһа ла күҙ алдына килтергәс, провинцияларға сығып, көнүҙәк һәм сетерекле проблемалар менән урында танышмай тороп, халыҡ фекеренә ҡолаҡ һалмаған көйө, аграр сәйәсәт реформаһы тураһында һүҙ алып барыу файҙаһыҙ ғына түгел, хатта зыянлы ла тигән ҡыйыу һығымтаға килә.

Тик яңы власть вәкилдәре-сәйәсмәндәр хәүефле сәфәргә сығырға, халыҡ менән бәйләнешкә инергә, сетерекле мәсьәләләр буйынса кәңәшләшергә, уларҙың ышанысын яуларға әҙерме икән, тигән шик-шөбһәләре урынлы.

Әммә аграр мәсьәләләрҙе хәл итеүҙең башҡа юлы юҡлығына тәрән ышанған Абрар Бәҙретдин улы Афғанстан халыҡ демократик партияһының икенсе сек- ретары рафиҡ Салех Мөхәммәд Зерайға инә һәм үҙенең уй-фекерҙәре менән уртаҡлаша.

Ғүмерен Апрель революцияһы идеяларына арнаған абруйлы етәксе мушавирҙың* төптән уйлаған тәҡдиме менән килешә. Сөнки партия үҙәк комитеты етәкселәренең береһе үҙҙәре үткәрә башлаған радикаль сараларҙың феодаль тәртиптәрҙе йырып сыға алмағанына,  идеология өлкәһендәге сәйәсәттең дә дини һәм милли традициялар ҡаршылығына осрағанына шаһит. Өҫтәүенә, ҡәбилә башлыҡтары, реформа ислам нигеҙҙәрен ҡаҡшата, тигән өгөт тарата. Был – оппозицияның халыҡҡа йоғонтоһо һөҙөмтәһе. Совет илсеһенең төп фекере шул хаҡта: ҡышлаҡтарҙағы киҫкен социаль, сәйәси һәм аграр проблемаларҙың төбөнә төшөү, уларҙың сейәлгән төйөнөн сисер юлдарын, сараларын урындағы халыҡ менән бергә эҙләү, табырға тырышыу.

Мәғлүмәт. Салех Мөхәммәд Зерайҙың исеме тәүге тапҡыр Афғанстан халыҡ демократияһы партияһы тарихында партияның Н.М. Тараки етәкләгән “Халыҡ” фракцияһы исемлегендә осрай (1967). Тараки яҡлылар илдә социализм йәмғиәтен радикаль саралар менән төҙөү идеяһын үткәрә. Тимәк, С. Зерай ҙа шул идеология яҡлы. Ун йылдан һуң Советтар Союзы Коммунистар партияһы Афғанстан халыҡ демократик партияһының “Халыҡ” (етәксеһе Н. Тараки) һәм “Байраҡ” (“Парчам”) (етәксеһе Б. Кармаль) фракцияларын килештереүҙә һәм берләштереүҙә арбитр ролен уйнай. Был осраҡта С. Зерай етәкселәр исемлегендә – политбюро ағзаһы.

А.Б. Ярлыҡапов тәҡдименең ҡатмарлылығын һәм актуаллеген иҫәпкә алып, мәсьәләне политбюроға ҡуйыуға рөхсәт һорап, Зерай Генсек Бабрак Кармалгә мөрәжәғәт яҙып индерә.

Идея иң юғары кимәлдә хуплау ала һәм рафиҡ С.М. Зерай етәкләйәсәк рәсми делегацияны Гильменд провинцияһына ебәреү тураһында ҡарар ҡабул ителә. Ултырыш протоколында башҡа ведомстволарға командировка ойоштороу буйынса күрһәтмәләр билдәләнә. Һүҙ ҙә юҡ, политбюро ҡарары “Халыҡҡа барыу” акцияһының дәрәжәһен, мәғәнәһен һәм яуаплылығын дәүләт эше кимәленә күтәрә. Шунһыҙ ыңғай һөҙөмтәгә иҫәп тотоу мөмкин түгел тигән ҡарашы ине юғары етәкселәрҙең.

Шул арҡала әҙерлек эштәрендә көсөргәнешлелек арта һәм миссияла ҡатнашыусыларға талаптар көсәйтелә. Халыҡ дипломатияһында шулай уҡ урындағы феодаль тәртиптәрҙе, крәҫтиән психологияһын һәм менталите- тын аңлауға иғтибар йүнәлтелә. Телгә алынғандарҙың делегация етәксеһе С. Зерай үткәргән оперативкаларҙа йыш ҡабатланыуы бушҡа түгел ине, әлбиттә.

“Тейешле серлелек һаҡлап, ышаныслы, компетентлы ярҙамсылар исем- леге раҫланғандан һуң, урын-маршрут ентекле өйрәнелгәс, хәүефһеҙлек са- раларын күреү махсус хеҙмәттәргә ҡушылғас, партия етәкселәренең береһе башында торған командировкаға әҙерлек хәрби операция төҫөн ала”, – тип хәтерләйәсәк аҙаҡ хәтәр сәфәрҙең идеологы Абрар Ярлыҡапов.

Ысынлап та, быларҙың барыһы ла акцияның иҫ киткес ҡатмарлы шарттарҙа үтәсәген аңлау һәм күҙ уңында тотоу ине. Һаҡлыҡтың хаҡлығы алда хәүефле ситуацияларҙа һыналасаҡ. Һуғыш барған илдә провинцияларҙа, ҡышлаҡтарҙа эшләү аңлы рәүештә башыңды утҡа тығыу менән бер.

Мәғлүмәт. Совет илсеһе А.Б. Ярлыҡапов Афғанстандағы ике йылында ун биш провинцияла (114 көн) хәтәр командировкаларҙа ҡатнаша...

– Провинцияларҙа йөрөгәндә һәр мөйөштән, тау-таш артынан һиңә ав- томат тоҫҡалған булыуы ихтимал. Мөжтәһидтәр беҙҙең ҡасан, ҡайҙа ҡәбилә аҡһаҡалдары менән осрашасағыбыҙҙы алдан белеп торҙо. Йыш ҡына һөйләшеү барған урынды ҡулсаға алырға, йә ракета менән һөжүм итергә тырышыуҙар булды. Үҙебеҙ ҙә ҡорал ҡулланған саҡтар иҫтә. Беҙҙе йөрөткән вертолеттарға, самолеттарға һөжүмдең иҫәбе-һаны юҡ. Уларҙы иҫләге лә килмәй... – тип дауам итте хәтирәләрен Афған һуғышы ветераны.

Ошонда АДР Президенты М. Нәжибулланың совет илсеһенә тапшырған “Рәхмәт хаты”нан өҙөк килтереү урынлы: “Афған халҡы мәнфәғәтенә күрһәткән хеҙмәттәрегеҙ баһалап бөткөһөҙ. Ғәҙеллек һәм ирек идеяларын үткәреүҙә үҙегеҙҙе аямай, ысын мәғәнәһендә ҡаһарманлыҡ өлгөһө күрһәттегеҙ. Илебеҙ яҙмышы, совет-афған дуҫлығы өсөн һалған тырышлыҡтарығыҙҙы юғары баһалайбыҙ һәм сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ”.

Афғанстандағы хеҙмәте тамамланыр алдынан батыр яҡташыбыҙ илдең иң юғары наградаһы – Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә. Былары – юл ыңғай телгә алынған мәғлүмәттәр.

Тәүге командировканың һәр яҡлап уйланылған маршруты политбюро ултырышында раҫланғанын үрҙә телгә алғайныҡ инде. Гильменд провинцияһына рәсми, юғары статуслы десант ебәрелеүе осраҡлы түгел. Бының сәбәптәрен асыҡлауҙы һорап, Абрар Бәҙретдин улына тағы мөрәжәғәт итәйек.

Артабан мәғлүмәттәр – хөрмәтле ветеран хәтирәләренән.

– Юғары даирәләрҙең иғтибарын йәлеп иткән төбәк (Гильменд) шул исемдәге ярайһы ҙур һәм мул һыулы йылға үҙәндәрендә, уйһыулыҡтарҙа ята. Иран менән Пакистан сиктәрендә урынлашҡан. Уңдырышлы тупрағы менән Джалалабад провинцияһынан ғына ҡалыша. Икенсе тынысһыҙ үҙенсәлеге – Гильменд дошмандарҙың ояһы Кандагар менән дә сиктәш. Шуға күрә бындағы дехкандарға оппозицияның йоғонтоһо шаҡтай көслө.

Афғанстан халыҡ демократик партияһы ошо ике провинцияла йоғонтоло, һөҙөмтәле социаль һәм аграр сәйәсәт үткәреүҙе күҙ уңында тота. Йәғни рәсми делегация алдына ер, һыу мәсьәләләрендә ярҙам итеп, ҡышлаҡ крәҫтиәндәрен яңы йәмғиәт яғына бороу (ылыҡтырыу) бурысы ҡуйыла. Әгәр эш барышында хәүефле хәл сыға ҡалһа, унда урынлашҡан совет ғәскәрҙәре төркөмөнә иҫәп тоторға мөмкин.

Ниһайәт, делегация етәксеһе рафиҡ С. Зерай, уның ярҙамсылары һәм һаҡсылары менән самолетта Кандагарға осабыҙ. Унан ике вертолет менән Гильменд провинцияһы үҙәге Лашкаргахҡа китәбеҙ. Ғәҙәттә, хәрби само- лет-вертолеттарҙа парашют кейеп, автомат тағып, тулы экипировкала йөрөйбөҙ. (Быға аптырарға кәрәкмәйҙер, сөнки Афғанстанға барыр алды- нан илселәр ныҡлы хәрби әҙерлек үтә). Провинция үҙәгенән ҡышлаҡтарға беҙҙе йә танкта, йә пехота БМП-һында оҙаталар. Былары – хәрби шарттарҙағы хәүефһеҙлек саралары.

Командировкала совет вәкиленең бурысы – делегация етәксеһенә ма- ликтар* менән осрашҡанда сетерекле аграр реформа мәсьәләләрендә кәңәш менән ярҙам итеү. Ул, сит ил гражданы булараҡ, туранан-тура һөйләшеүҙәрҙә ҡатнашмай.

Төпкөл ҡышлаҡтарҙа халыҡ менән аралашып ҡайтҡандан һуң уның һөҙөмтәләре буйынса төркөм етәксеһе С.М. Зерай партия һәм хөкүмәт етәкселәре кәңәшмәһендә сығыш яһай. Халыҡ дипломатияһы етәкселек та- рафынан хуплана һәм уның эшлекле тәҡдимдәрен министрлыҡ- ведомстволарға таратырға ҡушыла. Ә миссия етәксеһе С.М. Зерайға уңышлы тәжрибәне башҡа төбәктәрҙә дауам итеү бурысы йөкмәтелә.

  • Етәкселек ыңғай баһалаған командировканың инициаторы булараҡ, ҡәнәғәтһегеҙме Гильменд провинцияһындағы эшегеҙҙән? Ыҙаларығыҙҙың уңышлы һөҙөмтәһенә ышаныс бар инеме? – Тәүге сәфәрҙән ҡалған хәтирәләре менән уртаҡлашыуын һорап, Абрар Бәҙретдин улына мөрәжәғәт итәм.
  • Һөйләшеү барышында, асылда, ер мәсьәләләре буйынса минең кәңәш- ярҙамдың кәрәге тейҙе, әлбиттә. Икенсе яҡтан, минең өҫтә, проект авторы булараҡ, эштең һөҙөмтәһе өсөн дә яуаплылыҡ ята ине. Һалған көс- тырышлыҡтарыбыҙҙан тиҙ һәм уңышлы һөҙөмтә көтөү ҡыҫыр һыйырҙан быҙау көтөү менән бер. Сөнки ундағы тормош, беҙҙең ауыл тормошо менән сағыштырғанда, хәйерселек кимәлендә. Йәнә крәҫтиәндең сәйәси аң үҫеше бик түбән. Демократик дәүләт тигән төшөнсә уларҙың төштәренә лә инмәгән. Ә Афғанстан – шул тиклем тарҡау феодаль хәлдәге ҡаршылыҡтар иле.

Шул уҡ ваҡытта афған халҡының ғорур, бик аҡыллы һәм ифрат ҡыйыу яугирҙәр икәнен танымай булмай. Ил тарихында улар быуаттар буйына ситтәргә баш эймәгән, теҙ сүкмәгән. Ләкин бөгөн өҫтән көсләп тағылған киҫкен үҙгәрештәргә әҙер түгел ине афғандар.

КПСС Үҙәк комитеты кәңәшсеһе А.Б. Ярлыҡаповтың Афғанстан Демо- кратик Республикаһындағы эшмәкәрлеге провинцияларға командировка- лар менән генә сикләнмәй. Сөнки уның төп миссияһы Халыҡ демократик партияһы Үҙәк комитетына яңы демократик дәүләт төҙөүҙә, сәнәғәт, соци- аль өлкәләрҙә радикаль реформалар һәм милли татыулыҡ сәйәсәте үткәреүҙә ярҙам күрһәтеүҙән тора.

Юғары даирәләр менән мөнәсәбәттәрҙең талап-тәртибе ҡайҙа ла бер – Афғанстандамы, Совет илендәме. Ул ҡағиҙәне яҡшы белә КПСС Үҙәк коми- теты вәкиле. Ә инде “өҫтә” совет илсеһенә таяналар икән, унан да бигерәк үҙ иткәндәр икән, был инде илсенең иңендәге бурыстарын еренә еткереп, үтә яуаплы, үҙен аямай үтәүенә һәм һоҡланғыс кешелек сифаттарына бәйле.

Афғанстан осорондағы ҡоласлы, күп яҡлы эшмәкәрлеген яҙмабыҙҙа киң планда сағылдырыу мөмкин түгел. Ә бына хеҙмәтенең юғары баһаларын – Афғанстан дәүләт наградаларын, Президент М. Нәджибулланың Рәхмәт хатын, Ҡыҙыл Байраҡ орденын яңынан иҫкә төшөрөү артыҡ булмаҫ, үрҙә телгә алынһа ла. Ә Совет хөкүмәте Абрар Бәҙретдин улы Ярлыҡаповты Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләй.

***

Римма Хәйрулла ҡыҙының ире менән хат аша ғына (телефондан бик һирәк) аралашып, хафаларҙа йәшәгәненә алтынсы ай бара. Абрарының яу яланында түгел, ә Афғанстан Халыҡ демократик партияһы Үҙәк комите- тында эшләгәнен белә белеүгә, ә йәне тыныс түгел барыбер. Сөнки илдә инде алты йыл һуғыш бара. Халыҡ теленән төшмәй шул афәт эштә, мага- зинда, хатта транспортта ла.

Иренән хәбәр оҙаҡлаһа, үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәй башлай. Ҡулына эш бармай, йоҡоһонан яҙа бөтөнләй. Сабырлығы шартлар сиккә еткән көндәрҙең береһендә Абрарының эш бүлмәһендәге телефон шылтырай. “Үҙәк комитеттан” тигән тауышты ишеткәс, тертләп китә Римма, йәшен тиҙлегендә башынан әллә ниндәй шомло уйҙар үтә. Теге остағы ипле, тыныс ҡатын тауышы уны ҮК-ҡа килергә саҡыра. Ҡасан машина киләсәген дә әйтә бер юлы. Әҙер генә торорға, паспортын онотмаҫҡа кәңәш бирә.

Шатлығынан аяғы ергә теймәй, ҡанатланып ҡайтып инә Римма Хәйрулла ҡыҙы. Йөрәге күкрәгенән сығып китерҙәй тулай. Әҙәм ышанмаҫлыҡ хәл дә: тиҙҙән Абрары янына, уның күңел яраһын дауаларға, рухына көс бирергә Ҡабулға осасаҡ. Бөтә сығымдарҙы, мәшәҡәттәрҙе – дипломат паспортын әҙерләүҙе, ике яҡҡа ла билет хаҡтарын, командировканы, аэропортҡа оҙатыуҙы, ҡаршы алыуҙы партия Үҙәк комитеты тулыһынса үҙе хәл итә. Тулҡынланыуына баш була алмай, үҙенсә әҙерләнде юлға. Нимә алып, нимә һалырға ла белмәй ыҡсым ғына сумаҙанына.

Тәғәйен ваҡыт еткәс (беҙҙеңсә яңы 1986 йыл алдынан), Римма Хәйрулла ҡыҙын ҮК машинаһында Шереметьево аэропортына килтерәләр һәм бер ниндәй мәшәҡәтһеҙ Ҡабулға оҙаталар. Уйҙарының осона сыға алмай ыҙалай Римма, самолетҡа инеп урынлашҡас та.

Бына бит әҙәм башына ниҙәр төшмәй, ниҙәр генә кисерелмәй икән бын- дай саҡтарҙа. Хәйерлегә булһын сәфәрем, тип белгән доғаларын уҡып, бер аҙ тыныслана төшә. Күҙҙәрен йомоп, Абрары менән бәхетле йәшәлгән йыл- дарын уйлап ултыра торғас, йоҡоға тала. Ныҡ арығайны шул.

Мәғлүмәт. Мәскәүҙән Ҡабулғаса 3366 саҡрым араны самолет 6 сәғәт 25 минутта үтә. Хәҙерге көндә Ҡабулға самолет аҙнаһына бер тапҡыр рейс яһай. Билет хаҡы эконом-класҡа 45601 һум тора.

Ҡатынының ҡасан килерен белә ине Абрар Бәҙретдин улы. Ҡәҙерлеһен ҡаршыларға аэропортҡа алдараҡ барҙы. Бындағы шарттарҙа Риммаһының имен-аман килеүен теләне ул, белгән доғаларын күңеленән ҡабатлап. Шунһыҙ ҙа булмай үҙеңә урын тапмағанда. Янып-көйөүҙәре бушҡа түгел уның, сөнки дошман Ҡабул аэродромын стрингерҙары менән көнө-төнө һағалай.

Сабырһыҙлығын юйып, иллюминаторҙан күҙен алмай килгән Римма Хәйрулла ҡыҙының башынан, әллә бында ла яңы йылды салют менән ҡаршылайҙармы икән, тигән уй үтә. Сөнки пилоттар кабинаһынан Ҡабулға яҡынайыу хаҡында хәбәр яңғырау менән, һауала шартлау тауыштары ишетелә. Аҙаҡ Абрары аңлатыр пассажирҙар самолетының хәүефһеҙлеген һаҡлаған ракеталарҙың шартлағанын.

Ныҡ һағынышҡан Ярлыҡаповтарҙың ят ҡанундар хөкөм һөргән ил аэро- портында осрашҡанын, үҙем шаһит булмағас, яҙып ышандыра алмам. Шул сәбәпле кисерештәре тыйнаҡ, хискә һаран Абрар Бәҙретдин улынан ишеткәндәремде генә еткерәм.

– Ярты йылға яҡын айырым йәшәһәк тә, ҡаршы алғанда йән теләгәнсә, донъябыҙҙы онотоп, бер-беребеҙҙең ҡосағына ташлана алманыҡ. Ислам фундаментализмы хөкөм һөргән феодаль илдә шәриғәт законы аяуһыҙ. Беҙ, сит ил кешеләре булһаҡ та, ҡанунды боҙорға хаҡыбыҙ юҡ. Ҡуш ҡуллап мо- солманса күрешкән арала ҡатыныма шым ғына аңғартып өлгөрҙөм “яра- май”ҙы. Риммам ҡосағын йәйеп ташланыуҙан саҡ тыйылып ҡалды. Әлбиттә, ул бындай рәхимһеҙ, ят тәртип шартына буйһонорға әҙер түгел ине. Нишләйһең, түҙәһең инде, бындай хәлдә ҡалғандар бер беҙ түгел.

Аэропорттан Ҡабулға 15 саҡрым үтәһе. Мине хеҙмәтләндергән машинала “ҡайтып барабыҙ”. Юлда ла тәртип һаҡлайбыҙ. Шофер беҙҙең телде аңлай, көҙгөнән күҙ ҙә һалғылай.

Башта әллә ниҙәр уйлап бөтә Римма Хәйрулла ҡыҙы, иренең сәйер ҡылығын аңламай. Машинала, кеше күҙе күрмәгәндә иренә һыйынырға итһә, Абрары тыя тағы, шофер яғына ымлап. Бына шулай шәриғәт тоҙағына эләккәнен һиҙмәй ҙә ҡала Римма Хәйрулла ҡыҙы...

Тәүге көндәрҙә толҡаһыҙ фатирға өйрәнә алмай ыҙалай ҡунаҡ. Абрарын эшенә оҙатҡас, өй йыйыштырып, бешеренеп, кер йыуып, йә үтекләп үткәрә көндәрен. Әммә өй мәшәҡәттәре башындағы буталсыҡ һорауҙарына ҡамасауламай. Алты ай эсендә үҙгәргән ире, элекке алсаҡ Абрары түгел. Тынғыһыҙ уйҙарынан, һәр саҡ һиҙгерлекте талап иткән ҡоршауҙан ысҡына алмай өйҙә лә. Нисек шулай йәшәмәк кәрәк гел хәүефтә? Сөйҙә автоматы тора, йоҡлағанда пистолеты баш аҫтында. Римма үҙе хәҙер илселек мага- зинына, йә ул-был йомошо менән ҡалаға сыҡҡанда сумкаһына ыҡсым ғына (“дамский”) пистолетын (Президент М. Нәджибулла бүләге) һәм дипломат паспортын һалып ала.

Афғандар Мәскәү ҡунағын иғтибарҙан мәхрүм итмәй, шөкөр. Абрар Бәҙретдин улының хеҙмәттәштәре, дуҫтары – ҙур-ҙур түрәләр (С.М. Зерай, министрҙар) ҡатынының килеү шатлығын ҡунаҡҡа саҡырып уртаҡлаша.

Айырыуса йылы, туғандарса осрашыу бындағы ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы СССР илсеһе Фиҡрәт Әхмәтйән улы Табеевтың ҡунаҡсыл ғаиләһендә була. Ф. Табеев А. Ярлыҡаповты һыналған, ышаныслы кеше, Афғанстан Президентының аҡыллы, компетентлы, абруйлы кәңәшсеһе тип белә, ихтирам итә. Икенсенән, дәрәжәле дипломаттың рәсми булмаған мөнәсәбәтен Абрар Бәҙретдин улының Афғанстандағы эшмәкәрлеген юғары баһалауы тип тә ҡабул итергә мөмкин. Мәрхәмәтле хужаларҙың күңел йылыһын ҡунаҡтар йөрәк түрендә оҙаҡ һаҡлаясаҡ.

Римма Хәйрулла ҡыҙы ошо ихлас аралашыуҙарҙа ирен нисек хөрмәт иткәндәрен күреп, ғорурланып ҡайта ҡунаҡтарҙан. Абруйы ҙур Абрарының. Юғары кимәлдәге һый-хөрмәт, ихтирам, бүләктәр...

Тик хәләлен ошондағы мәхшәрҙә тиҙҙән тағы ҡалдырасағы алҡымында төйөр булып тик тора, шул тынғы бирмәй. Ҡайтыр көндә, машинаға сығыр алдынан, иренең күкрәгенә башын һалып, “Хоҙайым һаҡлай күрһен һине”, тигән доға-фатихаһын ҡабатлай ҙа ҡабатлай йөрәкһеп...

Абрары ла ауыр кисерә хушлашыуҙы, таш бәғер түгел дә. Шулай ҙа, Риммаһын фатирҙа бикле ҡалдырып хәүефләнеп йөрөгәнгә ҡарағанда, уның тыныс мөхиттә булғаны хәйерле, тип тынысландыра үҙен.

***

1987 йылдың июлендә Абрар Бәҙретдин улы Ярлыҡаповтың Афғанстан Демократик Республикаһындағы интернациональ миссияһы тамамлана. Уның Үҙәк комитетҡа тапшырған фундаменталь отчетын, башҡа каналдарҙан алынған мәғлүмәттәр менән бергә үрҙә бик ентекле өйрәнелеүе илдәге ижтимағи-сәйәси, иҡтисади үҙгәрештәргә бәйле тотороҡһоҙлоҡ шарттарында Афғанстан Демократик Республикаһы менән мөнәсәбәттәрҙең киҫкен үҙгәреүенә ишара ине. Йәғни, әйҙә, афғандар үҙ яҙмышын үҙҙәре хәл итһен, ә беҙгә үҙебеҙҙең көрсөккә ҡалған хәлебеҙҙән сығыу юлдарын табаһы бар, йәнәһе... Ысынында, Афғанстандан совет ғәсҡәрҙәрен ҡайтарыу ине әҙерлектең айышы.

1988 йылдың апрелендә Швейцарияла БМО ҡатнашлығында СССР, Афғанстан, АҠШ, Пакистан вәкилдәре Афғанстан проблемаһын тыныс юл менән хәл итеү тураһындағы Женева килешеүенә ҡул ҡуя. Документ бу- йынса, Совет хөкүмәте 1989 йылдың 15 февраленә Афғанстандан хәрби кон- тингентын сығарырға тейеш, ә АҠШ менән Пакистан оппозицияға ярҙамын туҡтата. Ҡыҙғанысҡа, Женева килешеүе афғандарҙың яҙмышын хәл итмәй. Киреһенсә, совет ғәскәрҙәре сығарылыу менән, илдә граждандар һуғышы көсәйә генә. Сөнки АҠШ, Пакистан, НАТО илдәренең мөжтәһидтәргә ярҙамы туҡтамай. Шул уҡ ваҡытта күрше илдәге ваҡиғаларҙың беҙҙәге аңлайышһыҙ үҙгәртеп ҡороуҙар осорона тап килеүе афған патриоттарының көрәшен шаҡтай ҡатмарлаштыра.

1991 йылда Советтар Союзы тарҡалғандан һуң, Демократик Афғанстан бөтөнләй яҡлаусыһыҙ һәм ярҙамһыҙ тороп ҡала. Власҡа ислам фундамен- талистары килә. Илдә Ливиялағы, Мысырҙағы сценарий буйынса геноцид башлана.

Беҙҙең илдәге ваҡиғалар ни тиклем киҫкен, тотороҡһоҙ хәлгә еткәндә лә, граждандар һуғышына барып етмәне, шөкөр. Ғүмере буйы тоғро хеҙмәт иткән бөйөк дәүләттең, коммунистар партияһының юҡҡа сығыуын ҡабул итмәй аҡылы Абрар Бәҙретдин улы Ярлыҡаповтың. Өҫтәүенә, афған фажиғәләре лә тетрәндерҙе ундағы ваҡиғаларҙың эсендә ҡайнаған партия һалдатын. Көслө ихтыярлыларҙы ла һындыра бындай һынауҙар. Хоҙай иркендә, тип ихтыярһыҙ ҡул һелтәүселәр ҙә, ҡиблаһын үҙгәртеп, рухына хыянат итеүселәр ҙә булғандыр. Булғандыр, берәүҙе лә урап үтмәй заман һынауҙары.

Тик донъя ҡиммәттәренән выжданды өҫтөн ҡуйған, үҙ принциптарына инанған яҡташыбыҙ Абрар Бәҙретдин улы әлеге шарттарҙа нисек тә илгә, республикаға файҙа килтереү юлын һайлай. Бындай саҡта гражданлыҡ ҡаһарманлығына зирәк аҡыллылар, сыныҡҡан ихтыярлылар ғына һәләтле. Үҙәктәге ҡайһы бер ҡыҙыу баштар унитар дәүләт проектын, йәғни авто- номия статусындағы төбәктәрҙе губернаға әйләндереү идеяһын ҡүҙғатып маташҡанда, республикаларҙа үҙаллылыҡ хәрәкәте әүҙемләшә. Етмәһә, ил башлығының “Күпме теләйһегеҙ, шунса алығыҙ!” тигән популистик ораны саҡ федератив дәүләтте тарҡатмай ҡалды, айырыуса Кавказ тарафтарында. Башҡортостандағы һәм башҡа Рәсәй төбәктәрендәге хәлдәрҙе борсолоп күҙәтә А. Ярлыҡапов. Суверенитет парадынан уның тыуған республикаһы ла ситтә ҡалмай.

Үҙаллылыҡты федератив дәүләттең субъекты сифатында килешеү нигеҙендә күргән республика етәкселәренә Мәскәү менән эш иткәндә һәр аҙымын үлсәп яһарға тура килә. Бәйләнештең ышаныслы һәм өҙлөкһөҙ тәьмин ителеүе мөһим. Тап шулай уйлана сетерекле хәлдең үҙәкте борсоуға һалғанын яҡшы аңлаған тәжрибәле сәйәсмән һәм дипломат Ярлыҡапов. Үҙәк менән республика араһында тотороҡло бәйләнеш һәм аңлашыу юлы булдырғанда ғына кисектергеһеҙ, ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итеү еңелләшәсәк һәм ыңғай һөҙөмтәгә килтерәсәк.

Идеяны тормошҡа ашырыу яҡташыбыҙҙан тарихи тәжрибәне өйрәнеүҙе һәм ҙур ныҡышмалылыҡ талап итә. Проект инициаторы аңлатмаһынан: “20-се йылдарҙа Мәскәүҙә Башҡорт АССР-ы вәкиллеге, Өфөлә Үҙәк вәкиллеге эшләгән. Ифрат ҡатмарлы шарттарҙа уларҙың төп эшмәкәрлеге Башҡортостан Автономияһын аҙыҡ-түлек һәм көнкүреш тауарҙары менән тәьмин итеүҙе ойоштороуҙан торған. 1938 йылда вәкиллектәр ябыла”. Вәкәләтле учреждениеның ниндәй хоҡуҡи нигеҙҙә барлыҡҡа килеү тәжрибәһе мөһим. Ул Башҡорт Автономияһының беренсе Конституцияһын әҙерләү һәм ҡабул итеү менән бәйле. Тарихи ваҡиға СССР Конституцияһын ҡабул итеүҙән башлана. СССР-ҙың беренсе Конституцияһы 1924 йылдың 31 ғинуарында Советтарҙың икенсе съезында ҡабул ителә. Ошо акттан һуң Рәсәй Федерацияһының 1918 йылғы Төп законына 1925 йылдың октябрендә үҙгәрештәр индерелә һәм автономиялы республикалар конституцияларының төп положениеларын әҙерләү эше башлана. Башҡортостан беренселәрҙән булып Үҙәккә Конституцияһының проектын тапшыра.

Башҡортостан   вәкиллегенең   Төп   закон   проектында    теркәлгәне А. Ярлыҡаповҡа үҙ идеяһының көнүҙәклеген раҫлау өсөн көслө дәлил. Ойоштороу мәсьәләләре төптән уйланылған идея-тәҡдим Башҡортостан Хөкүмәтенә еткерелә. Актуаль фекер хуплап ҡабул ителә.

Донъя буталған саҡта бик ваҡытлы, әммә ҡатмарлы проектты хәл итеү еңел булмаясағын яҡшы аңлай уның авторы. Хөкүмәт етәксеһенең ыңғай мөнәсәбәте тәүге уңышы ине идеяның. Вәкиллек мәсьәләләре менән йәмәғәт башланғысында шөғөлләнеп йөрөгән Ярлыҡаповты – КПРФ ҮК хеҙмәткәрен Башҡортостан ҡарамағына күсереүҙе һорап Башҡортостан Министрҙар Советы Рәсәй компартияһы беренсе секретары И.К. Полозковҡа мөрәжәғәт итә. Хөкүмәт рәйесе М.П. Мирғәзәмов хатында А.Б. Ярлыҡаповтың кандидатураһы Мәскәүҙә Рәсәй Хөкүмәте янында асыласаҡ Башҡортостан вәкиллеге етәксеһе вазифаһына ҡараласағы әйтелә.

Иван Кузьмич Полозков (1935 йылғы) Ярлыҡаповты яҡшы белә, уны их- тирам итә. Улар бер осорҙа КПСС Үҙәк комитеты янындағы Ижтимағи фәндәр академияһында уҡый. Академияны тамамлағандан һуң икеһен дә Үҙәк комитет аппаратында ҡалдыралар. 1991 йылда КПСС тарҡалғас, И. По- лозков РСФСР компартияһын етәкләй башлай. А.Б. Ярлыҡапов та КПРФ Үҙәк комитетына күсә. Тик оҙаҡҡа түгел. Мәскәүҙәге ел-дауыллы ваҡиғаларға компартия йоғонто яһай алмай. Шул шарттарҙа тынғыһыҙ, тәжрибәле, ҡоласлы шәхес унда үҙенә урын тапмай. Коллегаһының кәйефен аңлаған Полозков Башҡортостан Хөкүмәтенең мөрәжәғәтен республика файҙаһына хәл итә. Ошонан һуң хөкүмәт ҡарары менән абруйлы яҡташыбыҙ Башҡортостан Республикаһы вәкиллегенең беренсе етәксеһе итеп раҫлана. Ул ең һыҙғанып башлаған эшен дауам иттерә.

Яңы сифаттағы тәүге аҙымдарын бына нисек хәтерләй Абрар Бәҙретдин улы (әңгәмә интернет аша барғанға күрә, башҡорт шрифты булмау сәбәпле, яҙмаһы рус телендә килә).

– Башта, аппаратты комплектлауҙы көтөп тормай, ойоштороу мәсьәләләрен үҙемә хәл итергә тура килде. Вәкиллек эшмәкәрлеге бинаһыҙ, бәйләнешһеҙ, транспортһыҙ башланды. Тәү сиратта матди-техник, учреж- дение эшен финанс яҡтан тәьмин итеү мәсьәләләре хәл ителде. Бер үк ваҡытта башҡарма орган тейешенсә эшләһен өсөн кәрәкле хоҡуҡи акттар эшләнде.

1920 йылдар тарихын өйрәнгәндә, элекке вәкиллектең урынлашҡан адресы менән дә ҡыҙыҡһынғайным. Хәҙер шуның кәрәге тейҙе. Башҡорт АССР-ы вәкиллеге Үҙәктә Кремлгә яҡын ғына Сретенка урамында урынлашҡан булған. Ярты емерек, ташландыҡ хәлдәге йорт майҙансығын яңы бина төҙөү өсөн Мәскәү Хөкүмәтенән бер тин түләмәй алыуға өлгәштек. Шул урында шәхси проект менән тулы хоҡуҡлы Башҡортостан Республикаһы вәкиллегенең бөтә инфраструктуралар (хөкүмәт бәйләнеше, ҡунаҡ бүлмәләре, гараж һ.б.) менән тәьмин ителгән уникаль йорт күтәреп ҡуйылды. Матди базаның яйға һалына барыуы, һис шикһеҙ, вәкиллектең эшмәкәрлеген еңеләйтә төшә. Иң мөһиме - вәкиллек положениеһында ҡаралған бурыстарҙы ҙур булмаған штат менән еренә еткереп, һүҙ теймәҫлек итеп башҡарырға ине маҡсатыбыҙ.

Әммә ҡыйратылған илдәге ваҡиғаларҙың айышына төшөнөрлөк түгел. Шуныһы ҡыйын... Бер үк ваҡытта беҙҙең күңелде, дәрәжәбеҙҙе күтәргән, кол- лективты дәртләндереп ебәргән ваҡиғалар ҙа булып тора. Бында Башҡортостан вәкиллегенең эшмәкәрлегенә яңы һулыш өргән, мөмкинлектәр асҡан Рәсәй Президентының 1992 йылдың 25 февралендә донъя күргән “Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы даими вәкиллеге тураһында”ғы 188-се Указын айырым билдәләргә кәрәк. Ҡыуандырғаны, беренсе сиратта, шул: юғары дәрәжәләге хоҡуҡи акт вәкиллеккә һәм уның етәксеһенә Үҙәк властар менән ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл иткәндә мандат ролен үтәйәсәк. Йәнә төрлө министрлыҡ- ведомстволар, ойошмалар кабинеттарына тотҡарлыҡһыҙ инеү мөмкинлеген дә бирәсәк. Президент Указы ҡабул ителгәндән һуң, вәкиллектең яңы стату- сын 1992 йылдың 29 февралендә Республика Законы нығытып ҡуя. Телгә алынған хоҡуҡи акттар вәкиллектең һәм уның етәксеһе А.Б. Ярлыҡаповтың эшмәкәрлегенә бәҫ өҫтәү менән бергә, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы рәсми даирәләрендә уларҙың дәрәжәһен һәм яуаплылығын шаҡтай күтәрә.

Әйткәнебеҙсә, Федератив дәүләт төҙөү – ҡатмарлы процесс. Башҡортостанда ла ошо йүнәлештә ижтимағи-сәйәси хәл көсөргәнешле. Милли йәмәғәт ойошмалары үҙаллы дәүләт хоҡуҡтарын, башҡорт халҡының иң көнүҙәк мәнфәғәттәрен яҡлау талаптары менән  митингтар, пикеттар ойоштора. Матбуғат сараларын да файҙаланалар.

Рәсәй Федерацияһы менән республикалар араһында мөнәсәбәттәрҙе көйләү мәсьәләләре ҡырҡыулаша (“История башкирского народа”, в семи томах, Уфа, Гилем, 2010, стр. 71–72). Ошо шарттарҙа Республика делегацияларының Үҙәк етәкселәре менән осрашыуҙары йышая. Төрлө көйләүсе эш төркөмдәренең Мәскәүгә сәфәрҙәре даими төҫ ала. Вәкиллек өҫтөндә уларға йәшәү һәм эшләү шарттары булдырыу хәстәрлеге һәм яуаплылығы ята.

Шулай ҙа вәкиллектең төп функцияһы – республика етәкселегенең Мәскәүҙә хәл ителә торған йомоштарын оператив үтәү. Ә инде федераль структураларға мөрәжәғәт иткәндә, вәкиллек етәксеһе учреждениеның “Рәсәй Президенты ҡарамағындағы” тигән мандатына таяна. Күп осраҡта мандат аб- руйы һөҙөмтә бирә. Икенсе яҡтан, А. Ярлыҡаповтың Афғандағы илсе тәжрибәһе лә бар. Уның мәғлүмәт, дәлилдәр менән һөйләшеүе оппоненттарын күндерә, дәлилдәре менән иҫәпләшергә мәжбүр итә. Йәнә байтаҡ йылдар хеҙмәттәшлек осоронда Башҡортостан вәкиленең тәжрибәле белгес, төплө, аҡыллы сәйәсмән һәм көслө ойоштороусы икәнен дә белеп бөткәйнеләр.

Тора-бара Мәскәү вәкиллектең дәүләт-ара мөғәмәләлә етди структура икәнен таный һәм уның етәксеһен Федераль килешеү проектын әҙерләгәндә агроиҡтисад мәсьәләләре буйынса кәңәшсе-консультант итеп саҡыра. Ә Башҡортостан етәкселәре Федераль килешеүгә ҡушымта проекты өҫтөндә эшләгәндә Үҙәк менән даими бәйләнеште А.Б. Ярлыҡапов аша тота.

Федераль килешеүгә һәм уның Башҡортостан ҡушымтаһына ҡул ҡуйыу тантанаһын ойоштороуҙа һәм үткәреүҙә вәкил әүҙем ҡатнаша. Тарихи акция барышында ул – Башҡортостан Республикаһы делегацияһы составында. Ҡул ҡуйыу тантанаһынан һуң Рәсәй Федерацияһы Президенты Б.Н. Ельцин деле- гациялар ағзаларын ҡотлай һәм рәхмәтен белдерә. Ярлыҡаповтарҙың ғаилә архивында шул күренештең фотоһы һаҡлана.

Шулай итеп, Федераль килешеүҙең, уға ҡушымтаның ниндәй шарттарҙа әҙерләнеүен, уның йөкмәткеһен, тарихи әһәмиәтен киң сағылдырыу яҙмабыҙ маҡсатына инмәгәнгә күрә, беҙ ил һәм республика яҙмыштарын хәл иткән ваҡиғала вәкиллек етәксеһенең ролен күрһәтергә тырыштыҡ.

Танылған, төплө сәйәсмәнде Федераль властар Рәсәй Федерацияһы Төп законы – Конституцияһы проектын эшләү комиссияһына йәлеп итә, А.Б. Ярлыҡаповтың комиссиялағы эшмәкәрлеге Рәсәй Федерацияһы Президентының Рәхмәт хатында тейешле баһаһын ала. Иҫтәлекле ҡомартҡыны нисек яҙылған – шул килеш биреүҙе уңай һананыҡ.

“Глубокоуважаемый Абрар Бадретдинович!

Сердечно благодарю Вас за активное участие в работе Конституционного совещания, большой личный вклад в подготовку проекта Конституции Российской Федерации.

Принятие всенародным голосованием 12 декабря 1993 года Конституции Российской Федерации стало крупным шагом по пути построения сильного демократического Российского государства, ставящего своей главной целью обеспечение благополучия и процветания народа.

Направляю Вам Конституцию Российской Федерации в память об этом историческом для нашей Родины событии.

Желаю Вам крепкого здоровья, личного счастья и больших успехов в работе на благо России!

Президент Российской Федерации Б. Ельцин”.

Бөтәбеҙгә лә  мәғлүм, Б.Н. Ельцинға, Советтар  Союзы  емерелеүендә ғәйепле төп фигураларҙың береһенә, бөгөн, йомшартып әйткәндә, баһа- мөнәсәбәттәр  бер  төрлө  түгел.  Ә  инде  Рәхмәт  хатына  лайыҡ  булған шәхестең шәхси хеҙмәтенә бирелгән баһа менән килешмәү мөмкин түгел. Хеҙмәткә   баһа  тигәндә,  Абрар   Бәҙретдин   улының   I   Бөтә   донъя башҡорттары      ҡоролтайын      (яңыраҡ      30      йыллығы      билдәләнде) ойоштороуҙағы һәм үткәреүҙәге тырышлыҡтарына ваҡытында (йә һуңлап булһа ла) рәхмәт һүҙе әйтелдеме икән?

Хәтерҙә, тарихта тәүге тапҡыр йыйылырға тейеш Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының иң ауыр һәм ҡатмарлы мәсьәләһе сит ҡитғаларҙағы милләттәштәребеҙҙе табып, уларҙың сарала ҡатнашыуҙарын ойоштороу ине. Шунһыҙ оло йыйындың “Бөтә донъя” статусы тәьмин ителмәй.

Сараның дирекция етәксеһе Д.К. Үзбәков (йәне йәннәттә булһын) менән кәңәшләшеп, ярҙам итеүҙәрен һорап, Башҡортостан Республикаһының Мәскәүҙәге вәкиллегенә мөрәжәғәт итергә булдыҡ. Вәкиллек етәксеһе Абрар Бәҙретдин улының шәхси ярҙам-әүҙемлеге менән Сит ил эштәре министрлығы, сит илдәр илселектәре, ойошмалары аша, хәтерем яңылышмаһа, дүрт тиҫтәнән ашыу ватандашыбыҙҙың исем-шәрифтәре, ад- рестары асыҡланды һәм улар йыйынға саҡырылды.

Башҡортостан Республикаһы вәкиллегенең ниндәй ыҙалар менән тергеҙелгәнен һәм эшмәкәрлеген бер ни тиклем күҙ алдына килтергәндән һуң, биш йыл арауығында уны аяҡҡа баҫтырған етәксегә ҡатмарлы һәм яуаплы йөктө тартыуы еңел булмағанын аңлайһың.

Һуңғы ваҡытта мөһим мәсьәләләрҙә етәкселәр менән ҡараштарҙың тап килмәгән осраҡтары йышая. Ундай ҡытыршылыҡтар мөнәсәбәттәргә генә түгел, коллективтың эшмәкәрлегенә лә йоғонто яһай. Шул хаҡта уйлана Абрар Бәҙретдин улы. Ни эшләргә, әле пенсияға ете йыл бар...

КПСС Үҙәк комитеты янындағы ижтимағи академияла кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлағандан һуң, байтаҡ өлөшө яҙылған докторлыҡ диссертацияһы ята. Шул да өйкәй күңелен.

Бер көн, уйламағанда-көтмәгәндә, ВЛКСМ Үҙәк комитетында эшләгән осорҙан таныш В. Виноградов килә вәкиллеккә. Һөйләшеп, хәтирәләргә би- релеп ултыра торғас, ҡунаҡ килеүенең серен аса. Баҡһаң, ул Ярлыҡаповты үҙенә (банк системаһына) эшкә саҡырырға килгән. Уға иҡтисад-финанс белгесе кәрәк эксперт вазифаһына. Тап хәҙистәгесә, “Бирәм тигән ҡолона, сығарып ҡуйыр юлына...” Эш шарттарын һорашып асыҡлағас, А. Ярлыҡапов үҙенең ғилми пландары менән уртаҡлаша. Әңгәмәсеһенең ниәттәре оҡшай банкирға. Әгәр диссертация уңышлы яҡланһа, банк тарихында бығаса булмаған хәл: фән докторы эшләйәсәк коллективында, банктың имиджын күтәрәсәк. Ике яҡ та һөйләшеүҙән ҡәнәғәт хушлаша.

Эштән китеү мәсьәләһе анһат хәл ителә. Тик буш урында нигеҙ ҡороп, ойошторған вәкиллекте ҡалдырыу ҙа еңел түгел ине етәксегә. Яңы урында эш тәртибе, ул теләгәнсә, уңай ғына: сәғәт 9-ҙан 18-гәсә. Ҡалған ваҡыты диссертацияға биреләсәк. Йоҡоһоҙ төндәре лә...

Сикһеҙ ныҡышмалылығы һәм егәрлелеге арҡаһында көнүҙәк заман темаһына яҙылған “Баҙар иҡтисадына күсеү шарттарында агросәнәғәт комплексының яңылыҡ юлынан үҫеше” докторлыҡ диссертацияһы 1997 йылда тамамлана һәм шул уҡ йылда Рәсәй Президенты янындағы дәүләт хеҙмәте академияһының ғилми советында уңышлы яҡлана.

Рәсми һәм интеллектуаль даирәләрҙә билдәле шәхестең уңышы иғтибарһыҙ ҡалмай. Ундай осраҡта ҡотлауҙар аша мөнәсәбәт белдерәләр, эшкә саҡырған тәҡдимдәр йышая. Мәскәү аҙыҡ-түлек сәнәғәте технологияһы университетының ректоры О.К. Филатов иҡтисад фәндәре докторы А.Б. Ярлыҡаповты профессор вазифаһына саҡыра.

Профессор О. Филатовтың ымһындырғыс тәҡдимен ҡабул иткәндә лә, ул банктан китергә йыйынмай. Сөнки үҙенә кәрәк саҡта В. Виноградовтың из- гелеген күрә. Шуға күрә, төп эшен ҡалдырмау шарты менән, университетҡа тулы булмаған ставкаға ризалығын бирә. Профессорлыҡтан тыш, алда уҡытыусы тәжрибәһе кәрәк булыуы ихтимал. Ғүмере буйы бер аҙымын да уйламай эшләмәгән Абрар Бәҙретдин улы сирек быуат хеҙмәт  итәсәк һөнәрҙең тәүге аҙымдары тап ошонда – Мәскәү дәүләт аҙыҡ-түлек сәнәғәте технологияһы университетында (хәҙер 2022 йылдан Росбиотех) яһала. Ул халыҡ хужалығының аҙыҡ-түлек тармағына юғары квалификациялы инженерҙар, технологтар, идарасылар әҙерләгән уҡыу йортонда “Етештереү һәм идара итеү” курсын алып барасаҡ.

Ике йөктө тартыу еңелдән түгел, әлбиттә. Әммә тартырға кәрәк, ни хәл итәһең: береһендә – бурыс, икенсеһендә – һайлаған һөнәре.

Ике йыл, 1999 йылға тиклем, “ике йөк”кә күнегеп эшләп йөрөгәнендә, Абрар Бәҙретдин улын Мәскәү Хөкүмәтенә йәмәғәт мөнәсәбәттәре һәм милли сәйәсәт департаменты етәксеһе урынбаҫары итеп саҡыралар. Уйла- нып, икеләнеп торорға ваҡыты ла, сәбәбе лә юҡ. Йәнә пенсия йәше етеп килгәндә, дәүләт хеҙмәтенең мәғәнәһен яҡшы аңлай ине ул. Хөкүмәт аппа- ратына  күскәнгә тиклем  Рәсәй  Президенты  янындағы дәүләт хеҙмәте академияһынан иҡтисад фәндәре докторы А.Б. Ярлыҡаповҡа Академияның докторлыҡ диссертацияһы яҡлау советы ағзалары исемлегендә раҫланыуын хәбәр итәләр. Иң мөһиме – яңы статус 1997 йылда, ошо абруйлы ғилми со- ветта докторлыҡ диссертацияһы яҡлаған ғалимға, киләсәктә академияға ғүмерлеккә юл асасаҡ. (Алда һүҙ булыр был хаҡта). Иғтибарҙы Мәскәү Хөкүмәтенә күсерәйек.

Мәскәү Хөкүмәтендәге ҡоласлы, үтә тынғыһыҙ, мәле менән сетерекле, Рәсәй кимәлендәге милли-рухи сәйәсәткә тоташҡан эшмәкәрлекте мәҡәлә сиктәренә һыйҙырыу мөмкин түгел. Шулай ҙа Мәскәүҙең милли-мәҙәни донъяһын күҙ алдына килтерерлек мәғлүмәттәр, ваҡиғалар менән ихлас уртаҡлашты Абрар Бәҙретдин улы.

Яңы быуат башында Мәскәү халҡы яҡынса 10,2 – 10,5 миллион тирәһе була. Рәсми сығанаҡтар, шуларҙың 90 процентын урыҫ милләте алып тора, тип яҙа. Тиҫтә миллионлы баш ҡалала 160 милләт вәкиле, төркөмдәре көн күрә, эшләй, уҡый, аралаша, мәҙәни-рухи байлыҡтары менән уртаҡлаша.

90-сы йылдарҙағы киҫкен иҡтисади үҙгәрештәр мегаполистың милли со- ставына һиҙелерлек йоғонто яһай. Сөнки элекке совет республикаларынан, Рәсәй төбәктәренән йыйылған мигранттар төрлөләндерә Мәскәүҙең милли йөҙөн. Төрлө статуслы милли-мәҙәни берекмәләр, үҙәктәр, автономиялар күбәйә бара. Милли мәктәптәр, этно-мәҙәни компонентлы мәғариф усаҡтары асыла, матбуғат саралары милли төркөмдәрҙең рухи тормоштарын,  хәл ителергә тейешле ихтыяждарын сағылдыра.

Мәскәү – төрлө конфессиялар һыйышып йәшәгән ҡала. Бында бер меңгә яҡын дини ойошма теркәлгән. Тиҫтәләгән дини-ижтимағи, мәҙәни-дини үҙәк эшләй. Мәскәү Хөкүмәтенең милли сәйәсәтен үткәреүҙә Милләттәр йортоноң асылыуы ҙур әһәмиәткә эйә. Дәүләттең милли сәйәсәтен тормошҡа ашырыу, мәҙәни саралар ярҙамында милләттәр дуҫлығын нығытыу маҡсатында 1998 йылдың 1 октябрендә Мәскәү Хөкүмәте “Милләттәр йорто тураһында” ҡарар ҡабул итә. Документ буйынса, Милләттәр йортон XVIII быуатта төҙөлгән та- рихи бинаны төҙөкләндергәндән һуң, шунда урынлаштырыу планлаштырыла. Боронғо уникаль архитектура ҡомартҡыһын тергеҙеүгә А.Б. Ярлыҡапов күп көс һәм ойоштороу оҫталығын һала. Йорттоң 2003 йылдың 18 октябрендә танта- налы асылыуы милләттәр байрамына әүерелә. Бында йыл әйләнәһенә меңәрләгән халыҡ ҡатнашлығында төрлө форматтағы йөҙәрләгән милли- мәҙәни сара уҙғарыла. Уларҙың бай тематикаһын “түңәрәк өҫтәл”дәр, милли мәсьәләләргә арналған семинарҙар, лекциялар, күргәҙмәләр, әҙәбиәт-сәнғәт әһелдәре менән осрашыуҙар, патриотик акциялар, фестивалдәр, милли төркөмдәрҙең концерттары һ.б. билдәләй. Шулай уҡ Рәсәй республикаларының Мәскәүҙә уҙғарылған әҙәбиәт һәм сәнғәт көндәре, Рәсәй Федерацияһы республикалары театрҙарының гастролдәре, милли проблемаларға арналған халыҡ-ара конференцияларҙың береһе лә Мәскәү Хөкүмәте ҡатнашлығынан башҡа үтмәй.

Хөкүмәт аппараты хеҙмәткәре профессор А.Б. Ярлыҡаповҡа 2002 йылда Рәсәй Президенты янындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһына эшкә күсеү тәҡдиме яһала. Пенсияға сыҡҡас ҡына, 2003 йылда, Абрар Бәҙретдин улы ҙур теләк һәм кинәнес менән академияның йәмғиәт иҡтисады һәм финанстары кафедраһы мөдире урынбаҫары вазифаһында эш башлай.

Атаҡлы мәғрифәтсе, аҡыл эйәһе Ризаитдин Фәхретдиновтың әйткәне тел осонда: “Ғилем – пәйғәмбәрҙәрҙән ҡалған мираҫ: кешеләргә таратыу менән кәмемәй, бары арта ғына бара...” (“Ынйы бөртөктәре. Башҡорт афоризм- дары китабы”. Төҙөүсеһе Ф.С. Мырҙаҡаев. – Өфө, Китап, 2017, 362-се бит).

Р. Фәхретдиновтың аманатын ғалим һәм уҡытыусы А. Ярлыҡаповҡа төбәлгәндәй ҡабул итәһең. Сөнки ғүмеренең сирек быуаттай өлөшөн, Р. Фәхретдиновтың йәнә бер фекеренсә, “әҙәм балаһына шул тиклем кәрәк белем” таратыуға бағышлай остаз.

Һөҙөмтәлә ул әҙерләп сығарған магистрҙар, фән кандидаттары, докторҙары бөгөн Рәсәй төбәктәрендә һәм Белоруссияла иҡтисад өлкәһендә академия профессоры А.Б. Ярлыҡапов мәктәбенең идеяларын лайыҡлы дауам итә, тормошҡа ашыра.

Күренекле ғалим-педагогтың эшмәкәрлеген бына нисек баһалайҙар уның етәкселегендә докторантура үтеп, диссертация яҡлаған ғалимдар: “Уважаемый Абрар Бадретдинович! Для многих в стране и за ее пределами Вы известны как специалист высочайшего уровня и большого профессио- нализма, с глубоким чувством ответственности к любимому делу.

Ваше отношение за судьбы интеллектуальной России является для нас, Ваших преданных учеников, ярким примером служения науке и делу под- готовки подрастающей смены. Вы, как талантливый ученый и мудрый нас- тавник, всецело делитесь с нами своими знаниями и опытом... Живой ин- терес к быстро меняющейся жизни, активность и смелость исследователя и творческая индивидуальность определили достоинства Вашей научной деятельности...” Ғилми етәкселәрен ғалим, педагог, шәхес булараҡ яҡындан белгән, тәрән ихтирам иткән, фәнни ҡараштарына тоғролоҡ һаҡлаған иҡтисад фәндәре докторҙары В.П. Герасенко (Белоруссия Республикаһы), Г.Г. Карпенко (Краснодар крайы), И.В. Самсонова (Яҡут Республикаһы), З.А. Воитлева (Адыгей Республикаһы) ҡул ҡуйған мөрәжәғәт абруйлы “Эконо- мика и управление: проблемы, решения” журналында донъя күргән (Фәнни-практик журнал, 7-се һан, 2017, 3-сө бит). Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм фән министрлығы янындағы Юғары аттестация комиссияһы рецензиялаған абруйлы журналдың баш мөхәррире – Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (академик), иҡтисад фәндәре докторы, профессор А.Б. Ярлыҡапов.

Бөйөк һәм ҡеүәтле Советтар Союзының юҡҡа сығыуы арҡаһында башланған буталсыҡ үҙгәрештәр осоро тарихта ҡалды. Әммә уның кире эҙемтәләре әле булһа Рәсәй дәүләтенең аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлегенә, халыҡтың хөрлөктә, етеш йәшәүенә бәйле иҡтисадын һынай килә. Атап әйткәндә, бында танылған ғалим А.Б. Ярлыҡаповтың ғилми тикшеренеүҙәре йүнәлеше – агроиҡтисад өлкәһе күҙ уңында тотола.

Фән донъяһына ауыл малайының юлы Юлдыбай мәктәбен тамамлағандан һуң, бер кем менән кәңәшләшеп тормай, Ауыл хужалығы институтын һайлауҙан башлана. Аҙаҡ, ҡайҙа ғына эшләһә лә, (“Башҡорт” совхозында, ВЛКСМ Үҙәк комитетында, КПСС Үҙәк комитетында, Афғанстан Республикаһында, фән һәм уҡытыусылыҡта) үҙен йәшәткән, үрҙәргә әйҙәгән, фән-ғилемгә килтергән, уҡытыуға юл асҡан һөнәренә тоғролоҡ һаҡлай. Фәндәге тәүге етди аҙымы 80-се йылдар башына тап килә. Ул саҡта А.   Ярлыҡапов   КПСС   Үҙәк   комитеты   янындағы   Ижтимағи  фәндәр академияһын  тамамларға  йыйына.  Ундағы  тәртип  буйынса,  ғәҙәттәге юғары уҡыу йорттарындағыса диплом эшен яҡлау менән түгел, ә фән кан- дидатына дәғүә иткән диссертация менән тамамланыуы фарыз. Ә уға тик- лем ғилми баҫмаларҙа диссертация темаһына арналған мәҡәләләр сығыуы шарт. Тимәк, оло фәнгә юл академияла ана шул публикацияларҙан башлана. Ә кандидатлыҡ диссертацияһы (кандидатлыҡҡа дәғүәсенең ғилми етәксеһе

  • профессор С.С. Дзарасов) заманы өсөн актуаль “Халыҡ хужалығының агросәнәғәт комплексында пропорцияларҙың камиллашыуы” темаһына ар- нала (1981 й.).

Ғилми хеҙмәттә күтәрелгән проблемаларҙың актуаллеген аңлар өсөн “аграр-сәнәғәт комплексы”ның мәғәнәһенә төшөнөү мөһим. Профессор А.Б. Ярлыҡаповҡа “пропорцияларҙы камиллаштырыу”ҙы аңлатыуын һорап мөрәжәғәт итәм. Ентекле һәм төплө аңлатмаһынан һуң ғалимдың шул тиклем глобаль, дәүләт әһәмиәтендәге проблемалар өҫтөндә эшләгәненә инанаһың. Дилетанттарса аңлауымса, хөкүмәт кимәлендә планлаштырыла һәм финан- слана торған эре һәм төрлө тармаҡлы агросәнәғәт комплексының бер тармағында хәл ителмәгән проблема башҡа тармаҡтарҙың үҫеүен һәм камил- лашыуын тотҡарлай, йәки артҡа һөйрәй. Шуға күрә уларҙы көйләү – Хөкүмәт яуаплылығында.

16 йылдан һуң шул уҡ академияның Ғилми советында А. Ярлыҡапов “Баҙар иҡтисадына күсеү шарттарында аграр-сәнәғәт комплексының инновациялы үҫеше” тип аталған көрсөктәге ауыл хужалығының үткер проблемаларын киң планда анализлаған һәм уның стратегик үҫеш юлын күрһәткән докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. Совет ағзалары (араһында академиктар бар) диссертанттың аграр иҡтисад өлкәһендә заманса инновациялы йүнәлештең көнүҙәклеген нигеҙле, ышандырырлыҡ дәлилләгәнен юғары баһалай һәм уның “иҡтисад фәндәре докторы” исеменә лайыҡ булыуын раҫлай.

Докторлыҡ диссертацияһы ил иҡтисады көрсөккә терәлгән осорҙа агросәнәғәт комплексының үткер проблемаларын күтәреп кенә ҡалмай, уларҙы йырып сығыу юл-сараларын тәҡдим итеүе менән ҡиммәт.

Баҙар шарттарында иҡтисад тармаҡтарының, социализм йәмғиәтендәге һымаҡ, тигеҙ пропорцияла үҫеүен дәүләт тәьмин итә алмай. Яңы осорҙағы про- блемалар ҡатлы-ҡатлы, уларҙы баҙар көйләргә тейеш тигән ҡараш өҫтөнлөк итә. Аграр иҡтисадҡа килгәндә, уның хәле хәҙер олигархтар ҡулындағы хол- дингтар һәм компаниялар эшмәкәрлегенә бәйле. Уларҙың маҡсаты билдәле – юғары төшөм алыу. Әлбиттә, дәүләт был мәсьәләлә бөтөнләй ситтә ҡала алмай. Сөнки илдең аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге, халыҡтың етеш көнкүреше – дәүләт яуаплылығында.

Иҡтисад сәйәсәтендә инновация йүнәлешенең өҫтөнлөгөнә, көнүҙәклегенә баҫым яһай ғалим. Уның фекеренсә, алдынғы фән ҡаҙаныштарына таянғанда ғына АПК тармаҡтарының уңышлы үҫешенә өлгәшергә мөмкин. Агро-иҡтисад алға киткән илдәрҙең дәүләт ҡурсалауы тәжрибәләренән фактик өлгөләр менән нығытып ҡуя тәҡдимдәрен.

Профессор А.Б. Ярлыҡаповтың ошо йүнәлештәге тикшеренеүҙәренең береһен телгә алмай булмай. Ул “АПК үҫеше: үҫеш нөктәләре” монографияһында (Мәскәү, “Дружба народов” нәшриәте, 2002) фәнгә тәүге тапҡыр “Үҫеш нөктәһе” тигән бик тапҡыр мәғәнәле термин индерә. Ил иҡтисадының күп тармаҡлы, ҡоласлы һәм стратегик әһәмиәтендәге АПК-ның баҙар шарттарында яңыса үҫеш-һулыш ала башлаясаҡ нөктә-аҙымын шулай атай ул. Артабан иҡтисад өлкәһендә генә түгел, фәндең башҡа төрҙәрендә лә академиктың уңайлы термины йыш ҡулланыла.

Рәсәйҙә биоиҡтисад өлкәһендә милли проект раҫланған. РФ Президенты янындағы Стратегик үҫеш һәм милли проекттар советы президиумы 2030 йылғаса “Биоиҡтисадты технология йәһәтенән тәьмин итеү” милли проектын ҡабул итә. РФ Министрҙар кабинеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Денис Мантуров фекеренсә, “Проект 2030 йылға тиклем биоиҡтисад продукттары технологияһы өлкәһендә илдең үҙаллылығын 40 процентҡа үҫтереүҙе күҙ уңында тота. Етештереүҙең күләмен 96 процентҡа еткереү, ҡулланыу структураһында үҙебеҙҙә етештерелгәнде 55 процентҡа күтәреү планлашты- рыла. Кадрҙар әҙерләүгә, эшләп йөрөгән хеҙмәткәрҙәрҙең квалификацияһын күтәреүгә иғтибар биреләсәк. Амбициоз бурыстар ҡуйыла милли проектта. Шул уҡ ваҡытта беҙҙең сәнәғәт тармаҡтарының мөмкинлектәре лә юғары.

Бизнес һәм фәнни йәмәғәтселектең берҙәм көс һалыуҙарына таянып, маҡсатыбыҙға мотлаҡ өлгәшәсәкбеҙ!”

Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Михаил Мишустин яңы проекттың масштаблылығына баҫым яһап, “Ул бер юлы бер нисә сәнәғәт тармағының (химия, аҙыҡ индустрияһы, энергетика, медицина, экология, ауыл хужалығы) үҫеш нигеҙе буласаҡ”, тип белдерә.

Милли проектта, күренеүенсә, дәүләт сәйәсәтенең стратегик йүнәлеше һаналған ауыл хужалығының да урын алыуы ҡыуандыра.

90-сы йылдар башында иҡтисад фәндәре кандидаты, 1997 йылдан иҡтисад фәндәре докторы, профессор А.Б. Ярлыҡапов хеҙмәттәрендә күтәрелә килгән проблемаларҙың, ниһайәт, дәүләт милли проекты нигеҙендә тормошҡа ашы- рыла башлауында күренекле ғалимдың һәм уның фәнни мәктәбенең ҡатнашлығы барлығына ышанғы килә.

Ғүмере буйы ил күргәнде иңендә татыған, киҫкен үҙгәреш-ваҡиғаларҙың уртаһында һынау тотҡан халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы, Рәсәй Федерацияһы Пре- зиденты янындағы Халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһының про- фессоры, академик Абрар Бәҙретдин улы Ярлыҡапов үҙенең яратҡан һөнәрен дауам итә бөгөн дә. Лекциялар уҡый, махсус курс-тар алып бара, дүрт аспи- ранты, тиҫтәләгән сығарылыш студенттарының диплом эштәренә етәкселек итә. Академияның диссертация яҡлау советының олпат һәм ғәҙел ағзаларының береһе.

Бауман исемендәге дәүләт университетының (атаҡлы уҡыу йорто хәҙер шулай атала) һәм Милли бизнес институтының дәүләт имтихандары комис- сиялары рәйесе бурысын даими атҡара килә (рәйеслек вазифаһы РФ Фән һәм юғары белем биреү министрлығы бойороғо менән раҫлана).

Танылған ғалим-педагогтың тос ғилми хеҙмәттәрен һанап-баһалап сығыу мөмкин булмағанлыҡтан, тик күләмен күрһәтеү менән сикләнергә тура килә. Академияла 23 йыллыҡ эшмәкәрлеге осоронда донъя күргән ғилми баҫмаларҙың, уҡыу-методика ҡулланмаларының күләме 242 шартлы иҫәп- нәшер табаҡҡа, йәғни 3630 китап битенә торошло.

Алдымда Абрар Бәҙретдин улының 2022 йылда Мәскәүҙә “Научная библио- тека” матбуғат йорто нәшер иткән “Аграр сәнәғәт тураһында уйланыуҙар” һайланма мәҡәләләр йыйынтығы ята. Миңә авторҙың үҙ ҡулы менән яҙған һүҙҙәре ҡәҙерле: “Хөрмәтле Миҙхәт Әхмәтхан улы!  Был китап иптәшеңдең фәҡәт илгә нисек файҙа килтереү хаҡындағы уйланыуҙарынан тора... А. Ярлыҡапов, Мәскәү, 31.07.2024 йыл”.

Китап “уйланыуҙар” тип аталһа ла, нигеҙҙә, аграр иҡтисадтың төрлө аспект- проблемаларын тарихи, фәлсәфәүи, социаль-ижтимағи һәм сәйәси күҙлектән тәрән анализлаған ике бүлектең ун ике бүлексәһенән тора. Ҡоласлы, көслө нигеҙле хеҙмәтенең тәүге төп өлөшөндә академик А.Б. Ярлыҡапов ил һәм ер, йәнә ауыл мөхитен ҡыйыу яҡлаған-хәстәрләгән ғалим-патриот булып күҙ ал- дына баҫа. Йыйынтыҡтың икенсе бүлеге абруйлы ғалим, арҙаҡлы шәхестең фәнни-педагогик, дәүләт һәм ижтимағи-сәйәси эшмәкәрлеген яҡтыртҡан өлөштәрҙән тора. Атап әйткәндә, унда остаз-академиктың фәнни идеяларын дауам итеүсе шәкерттәре тикшеренеүҙәренең һөҙөмтәләре, совет дипломатының Афғанстан Демократик Республикаһындағы эшмәкәрлеген сағылдырған яҙмалары урын алған. Ошонда Абрар Бәҙретдин улының автобиографияһы ла бирелгән.

Тәбиғәт уға һәләтте мул биргән, йәлләмәгән. Сираттағы яуаплылыҡ һәм тәжрибә талап иткән шөғөлөн 2011 йылда “Экономика и управление: проб- лемы и решения” тигән ғилми-практик журнал асыуҙан башлай. Айлыҡ баҫманың авторҙарына, йөкмәткеһенә баҡҡанда, баш мөхәррирҙең эше еңелдән түгелдер. Сөнки журналды Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә алды- ралар. Тиражына ҡарағанда (7300), уның уҡыусылары ла ярайһы ғына.

Юғары аттестация комиссияһы ҡарары менән журнал рецензияланған баҫмалар исемлегенә индерелгән. Унда, нигеҙҙә, фән кандидаттарының, докторҙарының мәҡәләләре донъя күрә.

Бөгөн оло йәшендә лә тормош тәжрибәһе, һөнәрҙәре, ғилемлелеге менән иленә, фәнгә һәм академияһына кәрәк булыуы йәшәтә уны. Үҫмер көйө һайлаған һөнәренә 66 йыл тоғролоҡ һаҡлай, уның серҙәрен башҡаларға өләшә. Тик академияла эшләгән осорҙа ғына 20-ләп фән кандидаты һәм докторы әҙерләүгә көс һала, был ғәмәлен әле лә дауам итә.

Бер ҡанаты һынһа ла, икенсе ҡанаты – ҡыҙына таянып, уға үҙе таяныс булып ғүмер кисерә ил ағаһы...

Һуңғы бер осрашып һөйләшеп ултырғанда, үткән ғүмер юлдарын уйлап фекерләүе булдымы, былай тип ҡуйҙы арҙаҡлы яҡташым:

– Күпте күрелде, күпте кисерелде... Ғүмеремдең мәғәнәһен илемә, халҡыма хеҙмәт итеүҙә, кәрәк булыуҙа, файҙа килтереүҙә күрҙем. Ҡайҙа ғына эшләһәм дә, төп һөнәремә тоғро ҡалдым, хатта Афғанстанда ла. Йәнә тормошомда ата- йым аманатын, әсәйем васыятын үтәү изге бурыс һаналды. Яҙмыш һынауҙарында улар миңә рухи таяныс булды, әле лә йәшәргә көс бирә.

Мәҡәләгә тотонғанда, бер ғәҙелһеҙлеккә юлығылды. Күренекле шәхес, дәүләт, партия һәм комсомол эшмәкәре, ҡыйыу дипломат, иҡтисад фәнендә үҙ мәктәбен нигеҙләгән абруйлы ғалим, танылған педагог Абрар Бәҙретдин улы Ярлыҡаповҡа арналған төрлө энциклопедияларҙағы ҡыҫҡа ғына мәғлүмәттәрҙән башҡа, республика матбуғатында һоҡланғыс кешенең бай һәм фәһемле тормошо, фәнни-педагогик эшмәкәрлеге, дипломат ҡаһарманлығы хаҡында һүҙ әйтеүсе булмаған, күрәһең. Ә бит бөгөн дә ул ғүмерлек һөнәре менән, үҙе әйткәнсә, “фәҡәт илгә файҙа килтереү”ҙә күрә йәшәү ғәмен, тормош йәмен.

Изге ниәттәрендә уңыштар, ныҡлы һаулыҡ  теләргә  ҡала данлы шәхесебеҙгә.

Миҙхәт Мәмбәтов.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас