Бөтә яңылыҡтар
Публицистика
23 Август , 16:45

Һәм үҙ халҡын өҙөлөп һөйгән генә...

прель аҙағы. 1970 йыл. Минең университеттың икенсе курсында уҡып йөрөгән саҡ. Һабаҡташымдың класташы менән Ағиҙелдә боҙ киткәнен ҡарарға сыҡтыҡ. Йылғаны күҙәтеү өсөн иң шәп урын – Салауат һәйкәле. Көн ҡояшлы, йылы ел иҫә. Алда – сессия, бик иркенләп йөрөп булмай, шулай ҙа... Һабаҡташтың класташын яҡшы уҡ белмәйем дә. Ҡала менталитетына күсеп, кәлепләшәп өлгөрмәгән ауыл егете кеүегерәк күренде ул миңә. Берсә уҙышмаҡтан аҡҡан боҙҙарға, берсә батыр һынына ҡарап торған арала Хәйҙәр (ул үҙен шулай таныштырҙы) атлы батырыбыҙ һынын яһаған Сосланбәк Тавасиев хаҡында миңә билдәле булмаған ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр һөйләп алды. Уйлап торам: “Үҙе төҙөлөштә эшләйем, ти, ә үҙе скульпторҙың тормошон ярайһы тәрән өйрәнгән”... Әлеге лә баяғы: алда сессия. Ҡайтырға юлландыҡ. Шул саҡ Хәйҙәр әкрен генә атлаған ыңғайға шиғыр һөйләй башланы: Урал батырҙы ла үлгән, тиҙәр, Уның үлгәнлеген кем күргән? Әгәр үлгән булһа, үлгәндәрҙең Гүрҙән сыҡҡандарын кем күргән...Юҡ, ул тере, йәшәй беҙҙең менән. Һәм ул йәшәр әле күп быуат. Уның үлмәҫ бөйөклөгөн тойоп, Беҙ булырбыҙ әле ҙур ҡеүәт... – Кем шиғыры был? – Минеке. – Һы... – туҡтап ҡалдым. Эсемдән, был егет, минең филология факультетында уҡығанды белгәс, шиғыр тураһындағы фекеремде ишеткеһе киләме икән, тип уйланым. – Шиғырың, былай...

Әммә егет кеше ҡапыл артына әйләнде лә, зәп-зәңгәр күҙҙәренең уғын ҡабат һәйкәлгә төбәне:
– Мин үҙ Салауатымды яһаясаҡмын, ә Урал батырға һәйкәлде Ағиҙелдең ана-а-а, теге ярына баҫтырасаҡмын!
“Бына һиңә ауыл егете!” – тигән уй йүгерҙе баштан.
– Ә уҡырға...
– Быйыл инәм сәнғәт училищеһына. Былай мин һигеҙенселә уҡығанда уҡ ситтән тороп Мәскәүҙә художество студияһында уҡыным.
Юл өҙөлгән саҡтар тәбиғәттә генә түгел, бәндә тормошонда ла була бит. Беҙҙең дә Салауат һәйкәленән башланып, Нестеров музейында дауам иткән осрашыуҙар төрлө сәбәптәр менән өҙәремгә дусар булды, әммә яҙмыш беҙҙе ҡабаттан, инде 73-сө йылдың йәйендә, мин университетты тамамлап, рәссамдар союзында яуаплы секретарь булып эшләй башлаған сағымда ҡабат осраштырҙы. Мин – дипломлы белгес, ә Хәйҙәр Ғарипов – Өфө сәнғәт училищеһы студенты. Көҙгә өйләнештек. Һәм шунан алып Хәйҙәр Хәлидәр улы Ғариповтың тик ижадҡа арналған яҙмышының бер булмышына әйләндем. Һәр имтихан, һәр аҡ ҡағыҙға төшкән штрих, һәр йомарлам балсыҡ – бөтәһе лә минең ҡараш аша ғына түгел, бәлки йөрәк аша үтте. Уның ижадҡа, тимәк, халҡына хеҙмәт итергә бағышланған, юҡлыҡ, ҡытлыҡ, көрәш, ҡаршылыҡтар аша аҡҡан, күп саҡта ярһыу тау йылғаһын хәтерләткән ғүмере минең яҙмышты ла үҙ ағышына алды, үҙ урғылъялдарында өйөрөлттө. Хәйҙәр өй менән оҫтахана араһында айырма күрмәне лә. Ҡайҙа уның эш урыны – шунда беҙҙең тормош. Беҙҙең ауылға мин бәләкәй саҡта быйма баҫыусылар килеп сыға ине. Бөтә монаяттары ла, бала-сағалары ла – бәләкәй ҡул санаһында. Бергә эшләйҙәр. Мин ҡатындарына йәлләп ҡарайым: ир артынан, иренең эшен эшләп ғүмер үткәрә бахырҡайҙар... Тәүбә, әстәғәфирулла, тимәгәнмендер: үҙемә шундай уҡ яҙмыш кисереү яҙҙы. Ауылдан ауылға йөрөмәһәм дә баш та, аяҡ-ҡулдар ҙа Хәйҙәрҙең кәсеп-һөнәренә бәйле булды. Әле бына 2025 йыл, 16 май. Мин Сибай ҡалаһына Хәйҙәр Ғариповтың (инде мәрхүмдең) тормош һәм ижад юлына арналған музейҙы асыу тантанаһына китеп барам. Тулҡынланам. Ни тиһәң дә, һуңғы ике йылым ошо музейҙы булдырыу хәстәре менән үтте. Сибай институты директоры Илдар Сәлихйән улы Хәмитовтың музейҙы асыуға саҡырып яҙған хаты инде түҙемлеген юя башлаған күңелемә бал булып яғылды. Тереләр киткәндәр алдында һәр саҡ бурыслы булып ҡала, ә минең ил уҙаманы, балаларымдың атаһы Хәйҙәр Ғарипов алдында иң ҙур бурысым ошо музей ине. Донъя күреп, Ағиҙел ярына баҫып өлгөрмәгән Урал батыр һәйкәл комплексының да макетын Сибайға оҙаттым. Унан башҡа эштәре лә байтаҡ. Бер кешенең ғүмеренә ниндәйҙер ҡөҙрәт менән һыйған эштәренең фотоһүрәттәресе? Уҡыу йорттарында – беҙҙең киләсәк. Киләсәгебеҙ рухлы, ватансыл кешеләр ҡулына ҡалһын тигәндәр генә булдыра бындай музейҙарҙы...
...Һәм бына мин – Сибайҙа. Сибай институты бинаһы ҡаршыһына байтаҡ халыҡ йыйылған. Тантанаға Учалы ҡалаһынан Хәйҙәрҙең ике туған ҡустыһы Зариф Ғадинан улы Ғарипов та килгәйне. Өфө ҡунаҡтары ла булды. Сара Сибай институты алдында торған башҡорт шәхестәренә сәскә һалыуҙан башланды. Милләт яҙмышында лайыҡлы урын биләгән был шәхестәр хаҡында студент ҡыҙ һәм егеттәр улар тормошонан ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән сығыш яһай һәм көн дә иртән йәш быуынды сәләмләгән был уҙамандар образы тағы ла нурланыбыраҡ, баҙыҡланыбыраҡ, үҫә биреберәк киткәндәй. Бабич, Рәми, Һәҙиә, Зәйнәп, Мөхәмәтша... Ил хәтеренә алтын хәрефтәр менән яҙылған был исемдәр, әлбиттә, үлемһеҙ. Ә уларҙың монументаль һындары – ошо үлемһеҙлекте раҫлаусы бер дәлил. Был аллея дауамлы булырға тейеш ине лә, мәгәр бәндә теләй, Хоҙай бойора. Ҡасан ғына әле институт директоры кабинетында Зиннур Ғөбәйҙулла улы Йәрмөхәмәтов менән һөйләшеү ҙә хәтерҙә. Һүҙ шулай барҙы:
– Таңсулпан Хизбулловна, мин институт алдында үҙебеҙҙең шәхестәр аллеяһын булдырырға тигән уйға килдем. Һеҙҙең быға ҡараш нисек?
– Нисек тип... Дан була инде, Зиннур Ғөбәйҙуллович!
– Кемдәрҙе күрәһегеҙ?
– Иң беренсе – Бабичты, шунан Рәми Ғариповты. Һәм, әлбиттә, Дәүләтшина, Биишева...
Башланды! Береһе лә Хәйҙәргә еңел бирелмәне. Быға тиклем ул Сибай ҡалаһында Зәки Вәлиди, Федор Белов, Салауат Юлаев һәйкәлдәрен эшләгәйне. Таныш, белгән эш, ләкин һәр һын – ул характер, яҙмыш. Ковалев урамындағы элекке ЖКХ бинаһында эшләнде улар. Эшкә, һәр ваҡыттағыса, улыбыҙ Айбулат менән икәүләп тотондолар. Фотоматериалдар табыу – минең өҫтә. Унан тыш, ашнаҡсы хеҙмәтен дә үтәйем, кәрәк саҡта консультантмын. Учалы ҡалаһында йәшәгән осор, утыҙ йыллап бергә йәшәгән йылдар һүрәт яһарға бөтөнләй һәләтһеҙ кешене лә күрергә, тойомларға өйрәтер. Эштең ырамлы сағы ла, ырамһыҙ ваҡыттары ла булды – бәндә бит техника түгел. Һәр хәлдә, эш киләһе һынға төртөлдө. Зиннур Ғөбәйҙуллович менән әлеңге кабинетта һөйләшәбеҙ:
– Киләһе шәхес һынында кемде күрәһегеҙ?
– Мөхәмәтша Буранғоловты, йәнә... Исмәғил Тасимовты...
– Буранғолов?.. Ул кем? Былай ишеткәнем бар...
– Ул – бөйөк шәхес. Мәшһүр фольклорсы. Ул бит яҙып алған мәшһүр “Урал батыр” эпосын. Иң боронғо эпос!
Әйтергә кәрәк, был мәсьәлә ошо кабинетта тағы бер мәртәбә һөйләшкәс хәл ителде... Инде ошо һәйкәлдәрҙә оригиналдарын терелткән скульпторҙың үҙенә музей асыла. Музей – үҙе үк һәйкәл. Хәтер. Тарих. Үткән замандарҙың бөгөнгөгә тоташҡан шаңдауы. Музейҙы бөгөнгөгә һәм бөгөнгөнән киләсәккә тоташтырған төп экспонаты – Урал батыр һәйкәл комплексы. Ағиҙелдән Өфө тауҙарына илткән һуҡмаҡтарҙы аҙымлап иҫәпләп һәйкәлгә урын билдәләһә лә, скульпторға уны үҙе теләгән ергә баҫтырыу бәхете насип булманы. Мин инде ул макетты Мәҙәниәт министрлығы, ҡоролтай подвалдарында күп йөрөттөм, бер кем дә килеп: “Ҡуябыҙ, һеҙ әҙерме?” – тимәне. Ә хыял, уға ҡушып, макет йәшәй. 1970 йылда, теге саҡ Салауат һәйкәле янында ишеткән шиғырҙың да әрәсәһе шул бит!
Музей үҫеү, тулыланыу өҫтөндә. Унда әле Хәйҙәр Ғариповтың Учалыла йәшәгән йылдарында эшләгән бихисап проекттары хаҡында һөйләгән стенд та өҫтәлергә тора, башҡа ҡомартҡылары ла йыйылыу, килеү өҫтөндә.
Мин скульпторҙың ижады, тормошо хаҡында күп кенә яҙҙым. Ғүмер булһа, артабан да яҙылыр. Хәйҙәр Ғарипов тураһында минән башҡа яҙыусылар булды, журналистар ҙа күп яҙҙы, мәгәр һәр эшенең үҙенсәлегенә туҡталып, уны ҡабат үҙ йөрәге аша үткәреп яҙыусы – Рәйес Түләк. Шуға ла был юлы үҙемдең бәйәнемде ошо ерҙә туҡтатып тороп, һүҙҙе шағирға бирергә булдым. Хәйҙәрҙең үҙен дә, ижадын да тулыраҡ күҙ алдына килтерер өсөн, Рәйестең ике тиҫтә йыл элек яҙылған яҙмаларын тәҡдим иткем килде.
Үкенескә күрә, улар икеһе лә баҡыйлыҡта. Мәгәр береһе – үҙе тыуҙырған һындарҙа, икенсеһе мәшһүр ижадсының ҡағыҙға уйылып ҡалған яҙмаларында йәшәй, сөнки Рәйес әйткәнсә, тик үҙ халҡын өҙөлөп һөйгән генә, даръя төбөнәнме, уттанмы таба батырҙарҙың һүҙен, төҫөн, һынын...

Таңсулпан ҒАРИПОВА,
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы.

(Мәҡәлә 2025 йылда "Ағиҙел" журналының 8-се һанында баҫылып сыҡты).

Автор: Луиза Кирәева
Читайте нас: