Бөтә яңылыҡтар
Публицистика
11 Июль , 16:55

Уның өсөн һуғыш тынмағандай

Мәхмүт Бакир улы Сәлимовты тәүҙә матур холоҡло, кешелекле-кеселекле зат, юғары зауыҡлы, киң мәғлүмәтле инсан булараҡ астым. Яҡындан танышҡас, уның Башҡортостанда тыуып үҫкән, Ростовта йәшәгән яҙыусы, тынғыһыҙ йәмәғәт эшмәкәре икәнен белермен.

Башта абруйлы баҫмаға күҙ һалайыҡ. “Мәхмүт Сәлимов – запастағы подполковник, яҙыусы, тарихсы һәм эҙәрмән. Һис шикһеҙ, генерал булыр ине. Ине... Әгәр ҙә Кавказ кампанияларының береһендә ҡаты яраланмаһа...” Был юлдар күренекле журналист, шағир Азамат Юлдашбаевтың “Ағиҙел-Волга-Дон. 112-се Башҡорт атлы дивизияһының яу эҙҙәре буйынса һайланма кисерештәр” тигән бай йөкмәткеле, күңел ҡылдарына тейгән сәйәхәт яҙмаларынан килтерелде (“Башҡортостан” гәзите, 2017 йыл, 6 июнь, 64-се һан).
Мәхмүт Бакир улы менән танышыуыбыҙ А. Юлдашбаевтың тап ошо сәйәхәт репортажынан башланды ла инде.
Ваҡиғаның тарихы былай... Атайым Әхмәтхан Хужанияз улы Бөйөк Ватан һуғышына 1941 йылдың ноябрендә алына һәм 1942 йылдың 11 апреленә тиклем 112-се Башҡорт атлы дивизияһының Таһир Кусимов полкында һуғышҡа әҙерлек үтә. Артабан ҡалған һигеҙ айлыҡ ғүмере ут эсендә... 1942 йылдың 5 декабренә тиклем. 275-се Т.Т. Кусимов полкы комиссары С.Р. Әлибаевтың “Көндәлек биттәренән. (Комиссар яҙмалары)” китабында стратегик әһәмиәтендәге Обливск станцияһы өсөн барған аяуһыҙ алышта яраланған һәм батырҙарса һәләк булған яугирҙәр исемлегендә атайыбыҙ Мәмбәтов Әхмәтхан Хужанияз улы ла бар. 80 йылға яҡын ҡәҙерһеҙ “хәбәрһеҙ юғалған”дар исемлегендә йөрөгән атайыбыҙҙың батырҙарса һәләк булған көнө һәм урыны асыҡланғанын әсәйем Вазифа Әһлиулла ҡыҙы ла, Гөлнур апайым менән Әсхәт, Рәфҡәт ағайҙарым да белә алмай баҡыйлыҡҡа күстеләр. Үкенестәре ҡалды...
Ә миңә ошо тарихи ғәҙеллекте раҫларға, рәсмиләштерергә һәм Деев утарындағы мемориалда атайыбыҙҙың исемен мәңгеләштерергә кәрәк ине. Кәрәк тә, ә нисек?
Өмөтһөҙлөккә бирелә башлағанда килеп сыҡты ла инде Азамат Рәмил улының яҙмалары. Миндә саҡ ҡына өмөт уятҡан юлдарҙы ҡат-ҡат уҡыйым, әйтерһең, ошонда хәл ителә атам яҙмышы...
“Юлһыҙ ерҙән оҙаҡ барабыҙ... Беҙҙең маршрут битендә барасаҡ урыныбыҙ Деев утары тип күрһәтелгән. Аптыратҡыс күренеш: барған тарафта, үлән баҫҡан аҡлан уртаһында автоматын ҡосаҡлаған совет һалдаты һәйкәле. Ул ыҡсым ғына кәртәләнгән. Башҡа бер нәмә лә юҡ. Баҡһаң, хутор бөткәненә утыҙ йыллап самаһы. (Документтар буйынса, 1978 йылда Деев утары картанан төшөп ҡала. – М.М.) Ә туғандар ҡәберлеге һәм уның эргәһендәге һәйкәл ҡалған”.
Башҡортостан делегацияһын Обливск районы хакимиәте башлығы оҙатып йөрөй. Уның делегация менән хушлашҡандағы “Килегеҙ, һәр саҡ ярҙам итербеҙ. Исеме асыҡланған һәр яҡташығыҙҙың исем-шәрифен обелисктарға өҫтәп яҙасаҡбыҙ...” тигән хәстәрлекле вәғәҙә-һүҙҙәре, әйтерһең, миңә төбәлгәйне.
Азамат Юлдашбаевтан телефонын алып, Мәхмүт Сәлимовҡа баҙнатһыҙ ғына шылтыратам. Яғымлы яуап ишетелгәс, башҡортса өндәшәм. Теге остағы итәғәтле тауыш шик-шөбһәмде шунда уҡ юҡҡа сығарҙы. Шулай ҙа тулҡынланам: ни тиһәң дә, һуңғы өмөтөм ине ошо һөйләшеү... Ғүмерем эңеренәсә үҙем хәл итә алмаған мәсьәләнең асыл-айышын ипле һәм ентекле төшөндөрөргә тырышам. Әммә күпте күргән-кисергән, тәжрибәле эҙәрмәнгә, ут-һыуҙан тере ҡалған офицерға оҙон-оҙаҡ тәфсирләп һөйләүҙең кәрәге булманы. Еңел аңлаштыҡ. Миһырбанлы әңгәмәсемдең хәрбиҙәрсә аныҡ, эшлекле кәңәше, иң мөһиме – ярҙам итәсәкмен тигән вәғәҙәһе йәнемде иретте, өмөт уятты. Шулай уҡ Мәхмүт Бакир улының ярҙамсыл, төплө һәм ышаныслы кеше икәненә инандырҙы.
Ошо 2017 йылғы тәүге бәйләнештән башланды атайыбыҙҙың һәләкәтенә бәйле ғәҙеллекте ҡайтарыу ыҙалары. Ул, объектив һәм субъектив сәбәптәр арҡаһында, биш йылға һуҙылды.
Ниһайәт, вәғәҙәһенә тоғро Мәхмүт Бакир улының фиҙакәр тырышлығы менән 2022 йылдың 22 июнендә Деев утарындағы һәйкәлдә легендар 112-се Башҡорт атлы дивизияһы батырҙары исемлегендә атайыбыҙҙың да тапланмаған исем-шәрифе мәрмәргә яҙылып мәңгеләштерелде. Иҫтәлекле ваҡиғаның шауҡымы йәмәғәтселектең һәм матбуғат сараларының иғтибарынан ситтә ҡалманы. Беҙҙә лә, Ростовта ла...
Атайым яҙмышына бәйле янып-көйөүҙәремде күңеленә яҡын алғаны, ябай булмаған үтенесемде тәүәккәллек менән хәл итергә тотонғаны, аҙаҡ һаулығы, ваҡыты менән иҫәпләшмәй бойомға ашырып ҡуйғаны беҙҙе ныҡ яҡынайтты Мәхмүт менән. Ана шул кешелеклелеге, эскерһеҙлеге беҙҙе дуҫлаштырҙы хатта.
Деев утарындағы ваҡиғаларҙан һуң, күңел бер аҙ урынына ултырып, тыныс-лана биргәс, мин 112-се Башҡорт атлы дивизияһы һәм уның “хәбәрһеҙ юғалған” яугирҙәре яҙмышына тотонорға Мәхмүт Сәлимовты нимә мәжбүр иткәнен аңларға тырышам, һорауҙарыма яуап эҙләйем.
Уның үҙе яҙған тормошо сәхифәләрендә һорауыма яуап тапманым. Ә бит эҙәрмәнлек хәрәкәтендә ул байтаҡтан бирле ҡатнаша.
Яҙмышындағы киҫкен үҙгәрештәргә бәйлелер тигән уйға киләһең, подполковник Мәхмүт Сәлимовтың автобиографияһы менән танышҡас. Унан өҙөктө оригиналында килтерәбеҙ.
“...С 25.01.1995 по 21.10.1996 года выполнял задачи по обеспечению государственной безопасности и территориальной целостности Российской Федерации, по разоружению незаконных вооруженных формирований на территории Чеченской Республики и прилегающих к ней регионов Северного Кавказа...
С 1997 по 2000 год после ранения проходил лечение в гематологическом центре... Главного военного госпиталя имени Бурденко в г. Москве. В 2000 году по решению центральной военно-врачебной комиссии Министерства обороны РФ был уволен с военной службы в отставку с формулировкой “не годен к военной службе по состоянию здоровья – военная травма”.
Бер уйлаһаң, көндәге ғәҙәтләнгән хәрби хеҙмәт, уставса тәртип, хәрби серҙәр отставкалағы подполковникты башҡа борсомаясаҡ, уй-теләктәрен сикләмәйәсәк. Уныһы шулай ҙа... Ә бына күңелдәге яра, баштағы тынғы бирмәгән уйҙар менән ни эшләргә? Уйҙары, яратҡан, күнегелгән мөхиттән ваз кискәс, артабан нисек йәшәргә, тигән күңелен өйкәгән һорауҙы өҙлөкһөҙ тылҡый ҙа тылҡый. Йоҡоһоҙ төндәрҙә хәтирәләр йомғағын тағата.
Мәхмүт Бакир улы Хәрби академияла уҡыған йылдарҙа (1990–1993) Мәскәүҙә яҡташтар берлеген булдырыуҙа, уның мәҙәни-рухи сараларын үткәреүҙә әүҙем ҡатнаша. Хәтерҙәгеләрҙе Ростовта ниңә ҡулланмаҫҡа, бында ла башҡорттар күп кенә, тик тырым-тырағай, тарҡау яҡташтар. Ойоштороусыһы ғына юҡ. Бөгөн Ростовта Башҡортостан яҡташтар берлеге, башҡорт ҡоролтайы йәнле, һөҙөмтәле эшләй икән, тимәк, уларҙың эшен ойоштороусы бар. Ул – тынғыһыҙ лидер Мәхмүт Сәлимов.
Ул уҡыған Гуманитар академияла (элекке В.И. Ленин исемендәге хәрби-сәйәси академия), программаға ярашлы, хәрби тарихты төплө өйрәнеү, белеү талап ителә. Курс эштәре, рефераттар яҙғанда төрлө ғилми сығанаҡтар, архив документтары менән эш итергә тура килә офицерҙарға. Бынан тыш, Рәсәй дәүләт китапханаһында (элекке “Ленинка”) 112-се Башҡорт атлы дивизияһы ветерандарының (С.Р. Әлибаев, С.Р. Ҡадиров, Г.А. Белов) хәтирә китаптарын йотлоғоп уҡый. Дивизия һуғышсыларының Ростов өлкәһен дошмандан азат иткәндәге ҡаһарманлыҡтары көслө тәьҫир итә Мәхмүткә.
Обливск станцияһы өсөн барған мәхшәрҙә һәм Морозовск ҡалаһына тиклемге алыштарҙа башҡорт дивизияһы ҙур юғалтыуҙар кисерә. Шунда һәләк булған һәм ерләнгән меңгә яҡын яугирҙең күбеһенең яҙмышы әлегә тиклем билдәһеҙ. Архивтарҙа, рәсми сығанаҡтарҙа улар “хәбәрһеҙ юғалған”дар исемлегендә... Уйлана Кавказ сыуалыштарын үткән ветеран.
Ошо хаҡта беләме икән Башҡортостан эҙәрмәндәре? Шөғөлләнәләрме Ростов өлкәһендә кем дә булһа был йүнәлештә? Һорауҙары әлегә үҙенә генә...
Яҙмышы ҡатмарлы мәлдәрҙә уны рухландырып көс биргән, намыҫын һынаған фәһемле ваҡиға күҙ алдына баҫа. Бик ваҡытлы... Әйтерһең, генерал А.И. Глушенконың “...Хороший народ башкиры! Воины! Я с ними прошел всю войну! Они воевали за твое будущее! Запомни, что сегодня башкирские воины встали из окопов и снова пошли в атаку – лично за тебя. Не забывай об этом. Будь достоин памяти своих земляков!” тигән һабаҡ-наказы М. Сәлимовтың тап бөгөнгө хәленә төбәлгән тиерһең. Рига хәрби училищеһы начальнигының уҡырға ингәндә биргән һабағы Мәхмүттең зиһененә ҡаҙаҡлағандай инеп нығынғайны. Ғүмерлеккә... Шуны ла өҫтәү урынлы: генерал Глушенконың фәһемле наказы Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, яҙыусы Мәхмүт Сәлимовтың “А все-таки мы живы...” китабында асыҡ яҙылған (“Китап”, Уфа-2017, стр.205). М. Сәлимовтың эҙәрмәнлеккә сараһыҙлыҡтан түгел, ә йөрәк талабы буйынса ҡушылып китеүенең бер сәбәбе ошолор тигән фекергә киләһең.
Йәнә тап 2000 йылдарҙа бөтә ил буйынса эҙәрмәндәр хәрәкәте әүҙемләшеп, дәүләт ярҙамында киң йәйелеп китә. Ошо осорҙа Бөтә Рәсәй “Хәтер вахтаһы” хәрби-патриотик акцияһы дәүләт программаһына индерелә. 2013 йылда дәүләт мәнфәғәтендәге “Рәсәй эҙәрмәнлек хәрәкәте” (“Поисковое движение России”) барлыҡҡа килә. Рәсәйҙең барлыҡ субъекттарында уның төбәк ойошмалары булдырыла. Ростовта ла, Башҡортостанда ла.
Яҙмабыҙҙың был өлөшөн йомғаҡлап, М. Сәлимовты эҙәрмәнлеккә илткән юл һәм сәбәптәре бер ни тиклем төҫмөрләнде, тип нөктә ҡуйырға мөмкин. Ә инде, үҙе әйтмешләй, уның ярҙамында ойошторолған сараларҙың һәр береһен яҡтыртыу өсөн айырым мәҡәләләр бағышлау кәрәк.

***
Өс йыл эсендә Владикавказ, Ростов һәм Мәскәү госпиталдәрендә операцияларҙан, дауаланыуҙарҙан йонсоған офицерҙың бер мәл ҡәләмгә тотонғаны әҙәбиәт тарихында йыш осрамай. Яралы хәрбиҙең шул хәлендә яҙыша башлағаны уның өсөн, берҙән, күңел талабы һәм йыуанысы булһа, икенсенән, “беҙ шулай ҙа йәшәйбеҙ әле...” тигән инаныуының сағылышы ла ине. Аңлы ғүмере хәрби һөнәргә арналған кешенең әлеге шарттарҙа ҡиблаһы үҙгәреүе, беҙҙеңсә оҙаҡ йылдар күңелендә тулышып, тынғы бирмәгән ижад ҡомары, илһам сәғәте еткәс, уны ҡәләмгә тотонорға мәжбүр итә.
Бөгөн танылған яҙыусы Мәхмүт Бакир улы Сәлимовтың тәүге хикәйәләренән алып тос, бай йөкмәткеле, төрлө жанрҙағы әҫәрҙәренә тиклемге ижад дәүере сирек быуатты үҙ эсенә ала. Уның күп кенә хикәйәләре “Уфа” журналының 2006–2007 йылдарҙағы һандарында донъя күрә. “Ике йыл эсендә журналдың һәр һанында тиерлек минең 15 хикәйәм баҫылды”, – ти автор ҡәнәғәтлек менән.
Ошо урында “Уфа” журналының ул саҡтағы яуаплы сәркәтибе Вера Череневаның хәтирәһен иҫкә алыу урынлы. Ул былай тип хәтерләй: “Журналистская планка всегда была очень высока. Непроходные материалы, которые, что скрывать, бывают в жизни любого издания, не допускались. Текст, который оказался недостаточно проработанным, могли снять с верстки в последний момент”. Баҫманың элекке хеҙмәткәренең, беҙ журналда йомшаҡ эштәргә юл ҡуйманыҡ, тигән фекере Мәхмүт Сәлимовтың хикәйәләренә юғары баһа тип ҡабул ителә. Тимәк, тылсымлы әҙәбиәт донъяһына, оло ижад юлына тәүге аҙымдары тап ошо талапсан журналистар фатихаһынан башлана ла инде. “Уфа” журналында сыҡҡан тәүге “На сабантуе минских башкир” тигән хикәйәһен уҡыған һәр кем авторҙың үҙ ырыуы – меңлеләрҙең тарихын, легендаларын, көнкүреш үҙенсәлектәрен тәрән һеңдергәненә иғтибар иткәндер.
Исеме әҙәби даирәләрҙә таныш авторҙың 2013 йылда сыҡҡан “Когда вернутся батыры” һәм “Легенда о последнем хане” китаптарына күренекле әҙәбиәт белгесе, оло ғалимыбыҙ, олпат шағир Рәшит Шәкүров юғары баһа бирә. Ғалим фекеренсә, “Легенда о последнем хане” китабының авторы ололарҙан ишеткән легендалар менән сикләнмәй, ә үҙе тапҡан тарихи документтарға таянып башҡорт һәм ҡалмыҡ халыҡтары яҙмыштарындағы мажаралы ваҡиғаларҙың тормошсанлығына өлгәшкән. “Һуңғы хан тураһында легенда”ны авторҙың иң уңышлы әҫәрҙәренең береһе тип таный һәм “әҫәрҙе жанр йәһәтенән повесть тип атарға ла мөмкин”, – тигән һығымтаға килә Рәшит Закир улы (“Башҡортостан” гәзите, 14 март, 2013 й., 51-се һан).
Әҙәбиәткә тәүге аҙымын, ижадының үҙенсәлекле йүнәлеш-дауамын инде танылып өлгөргән яҙыусы, Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы (2014 йылдан алып) бер интервьюһында ябай ғына күҙ алдына баҫтыра. “Реанимацияла ятҡанда әсәйемдән ишеткән әкиәт-легендалар, үҙем уҡыған тарихи ваҡиғалар йәнле картиналарға әүерелеп күҙ алдына баҫты. Шул саҡ атам-әсәмдән һеңгән легенда-риүәйәттәргә таянып, тарихи материалдар менән байытылған әҫәрҙәр яҙыу теләге уянды һәм 2000 йылда госпиталь палатаһында ниәтемде тормошҡа ашыра башланым”, – тип хәтирәләре менән уртаҡлаша Мәхмүт Бакир улы. Шулай тиһә лә, аҡ ҡағыҙға төшкән тәүге юлдарға байтаҡ текләп ултырғанында, ул үҙенең өр-яңы, мауыҡтырғыс, тылсымлы ижад донъяһына беренсе аҙым яһағанын уйламағандыр ҙа әле. Ни тиһәң дә, үлемесле хәленән саҡ аяҡҡа баҫып килә. Йәнә госпиталь ижад, илһам йорто түгел. Әммә хәтирәләрҙе яңыртырға, күңелдәгеләрҙе барларға бында бер кем дә һиңә ҡамасауламай.
Гуманитар академияла уҡыған йылдарҙа майор Мәхмүт Сәлимов ойошторған әҙәби-мәҙәни сараларға Мәскәүҙә йәшәгән сәнғәт әһелдәре менән күренекле драматург Азат Абдуллин һәм танылған яҙыусы, “Литературная газета”ның милли әҙәбиәттәр бүлеге мөдире Әхиәр Хәкимов та саҡырыла. Олпат башҡорт әҙиптәренең әҙәби ижад темаларына арналған йәнле, мәғәнәле әңгәмәләре ижади йәштәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уята.
Атаҡлы яҙыусы яҡташы менән яҡындан танышып китеүен йылы хәтерләйәсәк М. Сәлимов: “1990 йылда мин яҙыусы Әхиәр Хәсән улы Хәкимов менән таныштым. Ул саҡта яҙыусы “Литературная газета”ла эшләй ине. Беҙ шундуҡ уртаҡ тел таптыҡ, өҫтәүенә, уның әсәһе минең тыуған ауылым Яңы Яппарҙа тыуып үҫкәйне. Үкенескә күрә, Әхиәр Хәсән улы минең баҫылып сыҡҡан хикәйәләрҙе күреп өлгөрмәне, уның ҡарауы, мин унан ижадҡа фатиха алдым. Ул миңә тәрән ышана ине...”
“А все-таки мы живы...” китабына ингән “Бала сағым әкиәттәре” (“Сказки моего детства”), “Дим буйы әкиәте” (“Демская сказка”) әҫәрҙәре әсәһе Шәмсеҡәмәр инәй һөйләгән Дистан батыр һәм уның ейәне Олотеләк мажаралары, атаһы Бакир олатай бәйән иткән “Ҡанатлы Аждаһа” сюжеттарына нигеҙләнгән. Ғаилә мөхитендә бала күңеленә тәүге ойотҡо һалған ошондай әкиәтле кистәрҙе йыш хәтерләйәсәк яҙыусы.
Әйткәндәй, әле генә телгә алынған китабы – әҙиптең ижадта оҫталыҡ серҙәрен һәм үрҙәрен ышаныслы яулай барғанына дәлил. Мәҡәлә сиктәрендә төрлө жанрлы баҫманың йөкмәткеһенә баһа биреү мөмкин түгел. Йыйынтыҡҡа ингән “Шулай ҙа беҙ йәшәйбеҙ әле...” хикәйәһе яҙыусыға ғүмер буйы тынғы бирмәгән Кавказ хәтирәләренә ышаныслы тотоноуы менән мөһим. Юғиһә, быға тиклем Мәхмүт Сәлимов ижадында Кавказ кампанияларында алған яраларҙы, үҙҙәре кисергән хәтәр мәлдәрҙе махсус ҡуҙғатырға ашыҡманы.
Илебеҙҙәге яу һалдаттарының батырлыҡтары, аяуһыҙ яҙмыштары хаҡындағы дөрөҫлөктө, әсе хәтерҙе уҡыуы еңел түгел. Йәш кенә лейтенанттың “тегендә” алған тән яралары, йән әрнеүҙәре әҫәрҙе уҡыған бер кемде лә битараф ҡалдырмағандыр.
Яу ғәрәсәтендә үлемесле яраланып саҡ тере ҡалған авторҙың үҙенең дә хәл генәһе өҫтәлә, уға ҡушылып һыҡтап һыҙланаһың...
Төньяҡ Кавказда Конституция бурысын үтәгәндә ҡаты яра ала подполковник Сәлимов. Ҡыл өҫтөндә ҡалған ғүмере өсөн көрәш оҙаҡҡа һуҙыла. Аяҡҡа баҫҡас та ҡаҡшаған һаулыҡ әленән-әле үҙен һиҙҙерә. Бына шундай шарттарҙа һынмай көслө рухлы шәхес, яҙышыуын дауам итә.
“Өсөнсө көн тоташ, өсөнсө көн әрней минең иҫке бер яра”, тигән элекке яугирҙең һыҙланыуҙары бөгөн йәш ил һаҡсыларының тән-йәненә күскән. Әлеге хикәйәлә лә йырып сыҡҡыһыҙ аяныс хәлдәр һынай аяҡһыҙ лейтенантты. Йөрәк ярып сыҡҡан һыҙланыуҙары, кәмһетелеүҙәре “Артабан нисек йәшәргә?” (“Как мне жить дальше?”) тигән һорауҙарына барып ҡаҡлыға...
Шул өҙөктө үҙгәртмәйенсә бирәбеҙ.
“Я ведь все еще жду, что кто-то пожмет мне руку и скажет: «Спасибо, товарищ лейтенант!» Скажет, что я не прятался за спины солдат, сохранил их жизни, что, когда нужно было, не задумываясь, лез под пули. Не нужно цветов и торжественных речей, ни льгот, ни денег. Главное, чтобы мне сказали, что не зря я стал калекой в 22 года, не зря потерял любимую девушку и свою мечту, чтобы объяснили, как мне дальше жить. Может, ты в своей книге подскажешь им, что мы все еще живы...” (Махмут Салимов, “А все-таки мы живы”. – Уфа: Китап, 2017, с. 215).
Күләме менән ҙур булмаған әҫәргә ябай һалдат яҙмышы ла, үлемһеҙ комбриг батырлығы ла һыйған.
Мәҡәлә башындағы “Һуғыш уның өсөн тынмағандай” тигән атамаға яҙмабыҙ геройы үҙе аңлатма бирә хикәйәһендә: “...Әле генә яуҙан ҡайтһам да, һуғыш унда һаман дауам итә икән, тигән уйҙан арына алмай инем...” Эйе, тап шул фекер һалынған мәҡәлә йөкмәткеһенә.
Әҫәр-хәтирә авторҙың күңел шатлығы менән тамамлана. Яуҙа иҫән ҡалған десантсылар ярҙамы менән йәш лейтенанттың тормошо, ниһайәт, яйға һалына: һыңар аяғында – өр-яңы сит ил протезы, уны кейгәс, шатлығынан хатта йүгерә башлаған. Госпиталдә аяғы ҡырҡылғас, фотоһын йыртып ырғытҡан һөйгән ҡыҙы менән табышҡандар, бәхетле ғаилә ҡорғандар. Буласаҡ десантсы улдары үҫә.
Тик шулай дауам итһен ине лә бит...
Әҫәргә ҡарата тағы фекер өҫтәйһе ҡала. Тарих һабағын, хәтер аманатын бөгөнгөләргә еткереү – төп маҡсаты әҙиптең. “Ҡыҙыу нөктә” фажиғәләрен үткән яугирҙең ул теманан ситләшә алмауы тәбиғи һымаҡ. Әммә утлы мәхшәрҙәргә уйы менән тағы инеү, шуларҙы яңынан кисереп яҙыу еңел бирелмәгәндер. Шундай ауыр тойғо ҡала Мәхмүт Сәлимовтың китабындағы “А все-таки мы живы...” әҫәрен уҡығандан һуң.

***
Алдымда танылған яҙыусы Мәхмүт Сәлимовтың уҙған йылда нәшер ителгән “Башҡорт аты” (“Башкирская лошадь”) китабы ята. Зауыҡ менән биҙәлгән нәфис-публицистик баҫманың темаһы күңелгә ятышлы һәм шул уҡ ваҡытта ижадсы өсөн яуаплы ла.
Быға тиклем ат, мал булараҡ, нигеҙҙә, ғилми хеҙмәттәрҙә һәм энциклопедияларҙа яҡтыртыла килә. Башҡорт өсөн ат – изге төшөнсә. Сөнки борон-борондан халыҡ ни күрһә, шуны аты ла күргән, кисергән. “Яуҙа яуҙаш, дандаш һәм ҡәберҙәш” тигән билдәле шиғыр юлдары яугир ат менән уның эйәһе яугир башҡорт яҙмыштары ла тап килә. Шуға күрә халыҡ ижадының барлыҡ төрҙәрендә лә изге йән – ат образы лайыҡлы урын алған. Ат образы башҡорт әҙиптәренә, композиторҙарына, рәссамдарына, һынлы сәнғәт әһелдәренә хис-тойғоло, тәрән мәғәнәле, көслө рухлы әҫәрҙәр ижад итергә илһам биргән. Салауат батыр, Ҡаһым түрә, Шайморатов генерал образдарын атһыҙ күҙ алдына килтереп ҡара! Ана ниндәй ҡөҙрәттәргә эйә башҡорт аты!
Мәхмүт Сәлимовтың алдағы китабындағы кеүек, “Башкирская лошадь” йыйынтығында ла фольклор үрнәктәре ижади оҫта үҙләштерелә һәм уларҙың йөкмәтке-мәғәнә асылы ғына түгел, иң мөһиме – халыҡсан рухы уҡыусы күңеленә һеңдерелә. Шул сәбәптән әҫәрҙәрҙе уҡығанда уларҙың рус телендәге икәнлеге тойолмай хатта. Сөнки уҡыусы, ихтыярынан тыш, башҡорт тарихына, башҡорт донъяһына сума, онотола...
Автор һәр яңы китабында үҙенең яҙыу стиленә, фекерләү манераһына тоғро ҡала. Шул уҡ ваҡытта әҫәрҙәрен яңы тема, йәнле образдар, тарихи факттар менән байыта. “Башҡорт аты” ла – шулар иҫәбендә.
Ғүмер-ғүмергә ат йәнле булған башҡорт. Беҙҙең Мәмбәт шәжәрәһендә генә лә шул хаҡта әллә күпме хәтирәләр, тормош күренештәре, легенда, риүәйәт һаҡланған. Шуларҙың икәүһе менән “Башҡорт аты”нда танышырға мөмкин.
Хәҙерге техника заманында аттың бәҫ-баһаһы, ҡәҙере, хәжәте төшөп барғаны республика етәкселеген һәм йәмәғәтселекте хәүефкә һала. Ҡасан ғына дала киңлектәрен ҡаплап, йәм биреп йөрөгән йылҡы өйөрөн хәҙер һирәк көтөүлектәрҙә генә осратырға мөмкин. Малһыҙ дала йәнһеҙ була бара.
Яҙыусының “Башҡорт аты” төрлө жанрҙағы әҫәрҙәре менән, һис шикһеҙ, емешле, халыҡсан ижадының яңы түбәһе һәм уңышы тип баһалауға лайыҡ. Йөкмәткеһе һәм биҙәлеше менән һәләк һәлмәк баҫма халыҡ-ара “Башҡорт аты” фестивалендә ҡатнашыусыларға ҙур байрам бүләге булды.
Изге ниәттән башланған ғәмәлен “йылы буяуҙар” менән ҡағыҙға төшөрөү тип баһалай китаптың авторы. “Мин башҡорт аты хаҡында тарихи мәғлүмәттәр, иҫтәлектәр, риүәйәттәр һәм легендалар йыйырға һәм уларҙы ҡағыҙҙа иң йылы буяуҙар менән һынландырырға булдым...” Бына ниндәй оло хеҙмәт һәм күңел йылыһы һалынған башҡорт атына.
Дөйөмләштереп әйткәндә, яҙыусы Мәхмүт Бакир улы Сәлимовтың ижадтағы фиҙакәр яҙмышы оҙон, текә юлға торошло. Китаптан китапҡаса уның тауышы көрөрәк һәм ышаныслыраҡ сыға бара. Бер нисә быуын ата-бабаларыбыҙҙың ҡаһарманлыҡтарын сағылдырған романға тотонорлоҡ тәжрибә тупланған тип ышаныслы әйтә алабыҙ. Нәҡ шулай булырын теләйек юбилярға алдағы ижад ғүмерендә!
Әгәр уттар үткән минең йөрәк
Мөмкин икән ташҡа әйләнеү,
Һиңә булған мөхәббәтем минең –
Ташта үҫкән гөлдәр бәйләме.
Тап ошо урында, тап Сәлимовтарға арналған тиерһең халыҡ шағирының ҡайнар мөхәббәтле шиғри юлдары.
Әле атаҡлы яҡташыбыҙ, танылған яҙыусы, Кавказ ваҡиғалары ветераны, күренекле йәмәғәт эшмәкәре, тынғыһыҙ эҙәрмән Мәхмүт Бакир улы Сәлимов хаҡында яҙғанда, уның 22 йәшенән айырылғыһыҙ ғүмер юлдашы, мәңге һәм берҙән-бер мөхәббәте Галина Рифат ҡыҙын иғтибарһыҙ ҡалдырыу дөрөҫ булмаҫ ине. Бер юлы шуны ла иҫкәртеү урынлы: Сәлимовтарҙың һынаулы, бай тормош сәхифәләрен бөтә тәрәнлегендә һәм тулылығында яҙыу тураһында һүҙ бармай, мәҡәлә сиктәрендә ул мөмкин дә түгел. Ә инде беҙгә ҡалһа, беҙ хөрмәтле Галина Рифат ҡыҙының һоҡланғыс кешелекле сифаттарын асҡан бер нисә ваҡиғаны күңелдән үткәрмәксебеҙ.
Галина Рифат ҡыҙы менән беҙҙең тәүге осрашыуыбыҙ бынан теүәл өс йыл элек Ростов өлкәһенең Обливск районы үҙәгендә булды. Осраҡлы түгел. Көн буйына йәнәш йөрөһәк тә, иркенләп һөйләшергә форсат теймәне ул саҡта. Әммә, яҡын танышлыҡ булмаһа ла, минең хәлемдәге оло кешегә һиҙгер иғтибарлылығы хәтергә уйылып ҡалған. (Бында Мәхмүт Сәлимов ҡатнашлығында ойошторолған 112-се Башҡорт атлы дивизияһы яугирҙары хөрмәтенә иҫтәлекле таҡтаташ асыу ваҡиғаһы тураһында һүҙ бара). Ростов өлкәһенең Деев утарындағы ваҡиғалар беҙҙе Сәлимовтар ғаиләһе менән ныҡ яҡынайтҡанын, тора-бара дуҫлаштырғанын алда телгә алғайныҡ инде.
Иң ғәҙел, донъяуи хәҡиҡәтте Аллаһ ҡөҙрәтенән тиелә изге китапта (30-сы сүрә, 21-се аят): “Уның аяттарынса, Ул һеҙгә бергә тороу өсөн... ҡатын яратып биргән, ике арағыҙҙы мөхәббәт һәм рәхмәт менән бәйләгән...” (Ҡөрьән Кәрим, 3-сө баҫма. – Өфө:Китап, 2012, 619-сы бит). Мәғәнәһе: ир – ҡатынына, ҡатын иренә ҡәҙер итергә тейеш ғаилә мөнәсәбәттәрендә.
Яу ветеранының иҫке яраһы юҡ-юҡта үҙен һиҙҙереп торһа ла, әлеге көндә Сәлимовтарҙың ғаилә тормошо бөтөн, шөкөр. Ире өсөн өҙөлөп торған хужабикәнең бар хәстәре хәҙер ғаилә башлығына ижади мөхит булдырыуҙа, йәғни ҡәҙер итеүҙә.
Мәхмүт Сәлимовтың сираттағы ижад ҡыуаныстары менән уртаҡлашҡанда ҡәләмдәштәре, дуҫтары, яҡындары уның янында йөҙөнә ҡәнәғәтлек төҫө сығарып ултырған ҡатынына ла йылы һүҙ әйтәләр. Сөнки Галина Рифат ҡыҙының да был тантанала хаҡлы өлөшө бар. “Ғаилә ҡаҙаныштары – икәүләп өлгәшкән ҡаҙаныштар” тип яҙа Сәлимовтарҙың ғаилә дуҫы Айҙар Хөсәйенов “Уфа” журналының 2006 йылғы сентябрь һанындағы “Ғаилә бәхетенең сере” мәҡәләһендә.
43 йыл бергә йәшәгән ғүмерҙәренең иң һынаулы шарттарында асыла Галина Рифат ҡыҙының иҫ киткес сабыр сыҙамлығы, юғары кешелеклелек сифаттары.
1996 йылда үлемесле яранан һуң подполковник Сәлимов Мәскәүҙәге Бурденко исемендәге госпиталгә эләгә. Ҡатмарлы операцияларҙан һуң оҙайлы дауаланыуҙар осоронда ире янында һәр ваҡыт Галина була. Кәрәк саҡта тәүәккәллеккә, фиҙакәрлеккә көстө ҡайҙан алғандыр ошо сибек кенә ҡатын. Күрәһең, физик ныҡлыҡтан бигерәк рухи инаныс һәм һөйөүе биргәндер уға көс. Наҙы, йөрәк йылыһы менән иң кәрәк һүҙен дә тапҡандыр үҙенең сабырлығы шартлап һыныр мәлдә лә...
Өс йылдан һуң аяғына баҫҡас та, Мәхмүт Сәлимовтың көйһөҙ кәйефенә, һыҙланыуҙарына һиҙгер миһырбанлы ҡатын. Галина Рифатовнаның шул сифаты Азамат Юлдашбаевтың юлъяҙмаларында сағылып ҡала: “Оҙайлы марш-бросок ваҡытында шым ғына уның йөҙөнә ҡарап, ҡатыны Галина Рифат ҡыҙының шәүләләй генә уны хәстәрләүенән аңлайһың был сәфәрҙең Мәхмүт Бакир улына ниндәй хаҡҡа төшкәнен” (“Башҡортостан”, 2017 йыл, 6 июнь).
Бәлә килгәндә ҡәҙерле кешеңә йәнеңде бирергә әҙер тороуҙан да оло дан юҡтыр, тигән уйға киләһең, яҙылғандарҙан сығып.
Әйткәндәй, дан тигәндә, подполковник Мәхмүт Бакир улы Сәлимовтың күкрәгендәге хәрби наградалары эргәһендәге Салауат Юлаев ордены, Миңлеғәле Шайморатов миҙалы ғаиләнең республика алдындағы уртаҡ хеҙмәттәренең оло баһаһы тип ҡабул ителә.

Миҙхәт МӘМБӘТОВ,
ғалим, дәүләт эшмәкәре.

(Мәҡәлә 2025 йылда "Ағиҙел" журналының 7-се һанында баҫылып сыҡты).

Автор: Луиза Кирәева
Читайте нас: