Бөтә яңылыҡтар
Публицистика
24 Июль 2023, 10:27

Ир-атҡа һәм ҡатын-ҡыҙға нимә тыйылған?

Ир-атҡа hәм ҡатын-ҡыҙға тыйыу, уны боҙған өсөн язаға дусар ҡылыныу Әҙәм менән Һауа ғәйебенән килә. Аллаhы Тәғәләнең тыйыуын, әмерен үтәмәгәне өсөн Әҙәм ғәләйhиссәләмгә ун бәлә бирелә.

 1. Аллаhы Тәғәләнең шелтәhе. Ҡөрьән-Кәримдә әйтелә: "Аллаhы Тәғәлә hеҙҙе был ағастан тыйманымы?" 2. Хөллә hәм таждан яланғас ҡалыу. "Асылды был икәүҙең ғәүрәттәре" (Ҡөрьән-Кәрим). 3. Әҙәм ғәләйhиссәләмдең йөҙө, тәне ҡаралды. 4. Ожмахтан сығарылды. 5. Әҙәм Һауанан йөҙ йыл, икенсе риүәйәт буйынса ике йөҙ йыл айырылып торҙо. 6. Әҙәм менән шайтан араhында дошманлыҡ көсәйҙе. 7. Гонаhлы исемен күтәрҙе. 8. Шайтан әҙәмдең балаларына hәм малдарына ҡатышты. 9. Донъя зинданына ябылып, hыуыҡ, эҫелек hәм төрлө ауырыуҙар менән hыналды. 10. Тормошо төрлө мәшәҡәттәргә дусар ителде.
Хаҡ Тәғәлә Һауаға әйтте: "Хата эш ҡылдың, шул сәбәпле яланғас ҡалдың, бәләгә тарының, Әҙәмде лә ҡайғылы, яланғас иттең". Аллаhы Тәғәләнән хитаб ҡылынды: "Әй, Һауа, йәннәттән сыҡ, hине ун биш бәлә менән hынаясаҡбыҙ. Был гонаh шомлоғонан ҡыҙҙарың Ҡиәмәт көнөнә ҡәҙәр hыналыр. 1. Хәйез (күрем), нифас ҡаны ҡыҙҙарыңа аманат булhын. 2. Туғыҙ ай бала күтәрhендәр. 3. Бала тапҡанда үлем әсеhен татыhындар. 4. Fиҙҙәт михнәтен сикhендәр. 5. Ирҙәре хөкөмөндә булhындар. 6. Талаҡ ирҙәр ҡулында булhын. 7. Мираҫта яртылаш кәм ҡалhындар. 8. Шәhаҙәт биреүҙә. 9. Аҡылда. 10. Диндә кәм булhындар. 11. Сәләм биреүгә мәхрүм булhындар. 12. Йома намаҙҙарынан hәм йәмәғәт менән уҡылған намаҙҙарҙан. 13. Пәйғәмбәрлектән. 14. Батша булыуҙан, хәлифәлектән. 15. Мәхрәмhеҙ сәфәр ҡылыу хәрәм булhын".
Бер риүәйәттә hөйләнелеүенсә, мең йәшкә еткәс, Әҙәм ауырып китә. Балаларын йыйып, Аллаhы Тәғәләнең тыйыуҙарына, әмеренә буйhонорға, шайтанға ҡаршы торорға, ҡатындарға йөрөмәҫкә бойора. Барса нәсихәттәрҙән, васыяттарҙан биш васыят менән ғәмәл ҡылырға, балаларға уларҙы кәңәш, теләк итергә ҡуша. 1. Күңелемде донъяға түгел, ожмахҡа бағланым, мәшәҡәт күрҙем. 2. Һәр ғәмәлдең аҙағын уйла, эшемдең ахырын уйламаған өсөн ошо хәлгә төштөм. 3. Ҡатын hүҙенә ҡарама. Мин ҡатын hүҙенә ҡарап бәләгә тарыным. 4. Һәр эште кәңәшләш, әгәр тыйылған емеште ашамаҫ элек фәрештәләр менән кәңәшләшhәм, мин был бәләгә тарымаҫ инем. 5. Теләhә ҡайhы ғәмәлде башлағанда эсең бошhа, уны ташла. Бойҙай ағасына яҡын барғас, күңелем тулҡынланды, эсем бошто. Ашағандан hуң ожмахтан сығарылдым. Бынан тыш, Әҙәм балаларына Мөхәммәт Мостафа пәйғәмбәрҙең нурын яҡшы hаҡларға ҡушты. Сөнки Хаҡ Тәғәлә Мөхәммәт ғәләйhиссәләм нурынан әҙәмде бар ҡыла, ул нур әҙәмдән Һауа инәгә күсә.
"Пәйғәмбәрҙәр тарихы" китабында әйтелеүенсә, ҡатын-ҡыҙға ла, ир-егеттәргә лә нәфселәрен тыйыу фарыз. Йософ ғәләйhиссәләм әйтә: "Хәҡиҡәттә нәфсе - яуызлыҡҡа бойороусы, әҙәмдәрҙең нәфсеhе ҡылған боҙоҡлоҡто етмеш шайтан ҡыла алмаҫ". Башҡорт халыҡ әйтемдәре лә нәфсехур, йәғни нәфсе ҡоло булыу яман ҡылыҡ икәнен аңғарта: нәфсеhенә баш булмаған - шайтанға эйәрер; нәфсеңде тыймаһаң, нәфсең туймаҫ, нәфсеңә хужа булһаң, нәфсең йыуаш булыр; нәфсенең сиге юҡ; нәфсене hимертhәң, үҙеңә бәлә өҫтәлер…
Ир - ҡатын мөнәсәбәттәренә бәйле серҙе сисмәү тыйыуы ла күҙәтелә. Был грек hәм рим мифологияhында ла сағылған. Ида тауы буйында көтөү көткән Анхис янына уның матурлығына хайран мөхәббәт hәм гүзәллек алиhәhе Афродита килә hәм үҙен Отрей батша ҡыҙы итеп таныта. Енси яҡынлыҡ ҡылғандан hуң Афродита Анхисҡа унан Эней исемле данлы батырҙы тыуҙырасағын әйтә, әммә серҙе бер кемгә лә сисмәҫкә ҡуша. Ләкин дуҫтары менән hыйланғанда Анхис тыйыуҙы боҙа hәм шуның өсөн уны Зевс йәшене ата.
Дәрт, мөхәббәт, өйләнеү, туй, ғаилә тормошона ҡағылған өгөт-нәсихәттәр үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе көйләүгә, әхлаҡ-әҙәп ҡағиҙәләрен белеүгә, тотоуға йүнәлтелгән.
Ҡыҙ оҙатыу, килен ҡаршылау әйтемдәрендә ошондай тыйыу рәүештәре күҙәтелә: төҫөң боҙоп, теш ыржайтып, балаҡай, йәмәғәтеңде үртәмә; кейәү йортона барғас, албырғанма, ҡыҙыҡай; ҡабағанан ҡаптырма, төйлөгәндән типтермә, ен-шайтанды индермә, иблисте еткермә; hыу башлауҙа тәү башлап, ҡоро күнәк күтәрмә; урынhыҙға hүҙ ҡатып, гонаhҡа батма, киленсәк; иреңә ҡаршы hүҙ әйтеп, ауыҙың асма; hүҙ йөрөтмә, ошаҡсы булма, ауылсы булма; ҡәйнәң ҡушҡан йомошто ташлап ҡасма; телсәнләнеп, ҡысҡырып, саусы булма; күҙең-башың йымылдап, күҙсән булма; олторағың ҡалтырап, тегендә-бында йөрөмә… Киленгә ҡайныhы, ҡайнағалары менән әҙәпhеҙләнеп hөйләшеп тороу ярамаған. Халыҡ әйткәнсә, ҡайнаға яйҡайтып тормаҫ, килен кирелеп тормаҫ.
Хоҙай Тәғәлә ҡатын-ҡыҙға ошоларҙы бойора: урламаҫҡа, уйнаш ҡылмаҫҡа, балаларын мәхрүм итмәҫкә, ялған hөйләмәҫкә, хупланған эштәргә ҡарышмаҫҡа; йәнә оят ерҙәрен hаҡларға, үҙҙәренең биҙәктәрен күрhәтмәҫкә, түштәрендәге уйымдарына бөркәнсектәрен ҡапларға, зина ҡылған ҡатындың hәр береhенә йөҙәр ҡамсы hуғырға, боҙоҡлоҡ hәм аҙғынлыҡ таратмаҫҡа, сит ирҙәр менән ҡыланып hөйләшмәҫкә…
Кейәүгә сығам, ир менән имен, татыу йәшәйем тигән ҡатын-ҡыҙ тыйыуҙарҙы үтәргә бурыслы. Саам мифологияhында тылсымлы болан-әүермән Мәндәш егет үҙенә әҙәм затынан кәләш әйттереүҙе hорай. Өс апай-hеңленән кесеhе генә Мәндәштең инәhенең тыйыуҙарын тыңлай, әпсен-төпсөн, арбау hүҙҙәре әйтеп, ғәмәлен башҡара, боландар менән яғымлы мөғәмәлә итә hәм Мәндәштең ғүмер юлдашы, хәләле дәрәжәhенә ла-йыҡ була. "Уғыҙ хикәйәте"ндә дәлилләнеүенсә лә, йән, ҡан тартыуы, бер-береңә күңел ятыуы, ғаилә татыулығы hәм ныҡлығы ир менән ҡатындың бер иманда булыуында, бер бөтөнлөгөндә.
Бәндәләргә Хаҡ Тәғәләнең тыйыуҙарын, әмерҙәрен, ҡанбаба Әҙәмдең өгөт-нәсихәттәрен, васыяттарын оноторға ярамай. Уларҙа - фәhем, hабаҡ, быуындан-быуынға тапшырылырға hәм үтәлергә тейешле аманат. Был тыйыу, кәңәш рәүешендә мәҡәлдәрҙә hәм әйтемдәрҙә лә күренә: hөймәгәнгә hөйкәлмә; ауылдан ҡыҙ алма ла мал алма; ирең булмаҫтайға иренеңде бирмә; көндәш күргәндең ҡыҙына ҡыҙыҡма; тиңhеҙҙе тиңгә тартма; ҡатынды үҙеңдән башҡа ҡунаҡҡа ебәрмә; ҡатындар hүҙенә алданма; кеше иренә ышанып, түшәк йәймә; ҡатыныңа сереңде hөйләмә; ҡатыныңды ҡапыл бөкмә; аҙғынға эйәрhәң, аҙырhың, тоғро юлдан яҙырhың…

Сәлимйән БӘҘРЕТДИНОВ.
"Киске Өфө" гәзитенән. 

Читайте нас: