Яңылыҡтар
18 Октября , 10:16

Ҡайғылы хәбәр

Арабыҙҙан билдәле яҙыусы Йәдкәр Бәширов китеп барҙы. Арҙаҡлы шәхесте иртәгә 12 сәғәттә Көйөргәҙе районында һуңғы юлға оҙаталар. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡайғылы хәбәрҠайғылы хәбәр
Ҡайғылы хәбәр

Йәдкәр Әхәт улы Бәшировҡа 84 йәш ине. Ул - Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Баязит Бикбай исемендәге әҙәби премия лауреаты, башҡорт яҙыусыһы, тарихсы, социология фәндәре докторы, тыуған яҡты өйрәнеүсе, фәнни-популяр хеҙмәттәр авторы.

Йәдкәр Әхәт улы 1942 йылдың 11 июнендә Көйөргәҙе районы Аллабирҙе ауылында тыуған. Хеҙмәт юлын МТС-та механизатор булып башлай. Совет Армияһы сафында хеҙмәт иткәндән һуң, 1970 йылда Силәбе политехник институтын тамамлай, Бәләбәйҙәәге “Автонормаль” заводында эшләй. 1976 йылдан алып Яр Саллы ҡалаһында йәшәй. Оҙаҡ йылдар Татарстандың эре предприятиеларында етәксе вазифалар башҡара.

«Ағиҙел» журналы Йәдкәр Әхәт улының тормош иптәше, шағирә Фирҙәүес Бәшированың, ғаиләһенең һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша. 

Автор:
Читайте нас