

Илдә халыҡтың 56% проценты һайлауҙа ҡатнашҡан.
БР Үҙәк һайлау комиссияһының мәғлүмәттәренә ярашлы, 20 сентябрь киске сәғәт алтыға ҡарата Башҡортостанда 2 091 854 миллион кеше тауыш биргән, тип хәбәр итте Башинформ. Шулай итеп, әлеге ваҡытҡа төбәктә һайлауға килеү күрһәткесе 71,52 процент тәшкил иткән.