

Быйылғы юбилярҙар — Арғаяштан ғалим һәм яҙыусы-публицист Рәшит Хәкимов, Магнит ҡалаһынан шағирә һәм прозаик Сәфинә Хәкимова менән бейеүсе һәм шағирә Йәмилә Хисмәтова ҡотлауҙар ҡабул итте.
Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов ҡәләмдәштәренә йылы һүҙ әйтеп, тәбрикләп Рәхмәт хаттары тапшырҙы. «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы мөхәррире, яҙыусы һәм журналист, Яҙыусылар союзының ветерандар ҡоро ағзаһы Салауат Кәримов, Башҡорт дәүләт медицина университеты доценты, ғалим һәм публицист Азат Кинйәбулатов, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты исеменән филология фәндәре кандидаты Рушания Султаҡаева, Өфө ҡалаһынан яҙыусы һәм шағирә Рәшиҙә Рәйес, Туймазы ҡалаһынан «Илһам» әҙәби берекмә етәксеһе Нурия Валиәхмәтова сығыш яһап, юбилярҙарҙы дәртләндереп, ихлас һәм дәррәү ҡотланылар.
Әҙәби кисәне икенсе йыл рәттән нәфис һүҙ менән үреп шағирә-сәсәниә Зөлфирә Ҡарағужина оҫта алып барҙы. Ә танылған йырсы Харис Шәрипов сараға байрам дәрте өҫтәне, юбилярҙарға үҙенең китаптарын да бүләк итте. Силәбеләрҙең тоғро дуҫтары — яҙыусы һәм журналист Фәрзәнә Аҡбулаова, Башҡорт халыҡ ижады үҙәге белгесе Зөбәржәт Утарбаева һ.б. ҡатнашты.
Силәбе яҙыусылары был юлы ла буш ҡул булманы. Бүләккә тип өр-яңы китаптарын алып килгәйнеләр. Әҙәби берекмә етәксеһе Ҡамса Мортазин «Духовный мир челябинских башкир» антологияһын, Рәшит Хәкимов Мәскәүҙә әле генә нәшер ителгән «Атомные генералы» тигән тарихи йөктәткеле хеҙмәтен, Сәфинә Хәкимова «Атай йорто» хикәйәләр китабын, Йәмилә Хисмәтова «Бәрхәт япҡан йылы йәйҙәрҙән мин...» шиғырҙар йыйынтығын Яҙыусылар союзына ҡәҙерле иҫтәлек итеп тапшырҙылар.
Бәрхәт япҡан йәйҙәрҙә ижади осрашыуҙар күңелдәргә хуш килде.