

Күпме ижад бәйгеһендә
Эйәрҙәш килдек, дуҫтарым!
Ҡыҫмағанға ҡулығыҙҙы
Ҡысытып тора устарым!..
Һеҙҙең менән күңелемде
Йыуаттым да, уяттым да...
Тормош ҡанундары ҡаты –
Күбегеҙҙе юғалттым да...
Рауил Бикбаев, Роберт Миңнуллин, Динис Бүләков, Ирек Кинйәбулатов һәм башҡаларҙы яратып иҫкә ала шағир.
Артабан билдәле дәүләт эшмәкәре Тәлғәт Сәғитовтың Ҡәҙим Аралбай һәм уның ижады хаҡындағы “Тиҫбенең 85-се төймәһендә” исемле мәҡәләһе тәҡдим ителә.
“Сәсмә әҫәрҙәр” рубрикаһында Камил Йыһаншиндың ҡыҙыҡлы һунар мажаралары бәйән ителгән “Йомарт Буге” повесы урын ала.
“Йыр... Ҡасан килеп ингән ул минең тормошома. Үҙемде белә-белгәне бирле моңға сорналып йәшәйем... Йыр-моңға һәләт миңә атайыбыҙ менән әсәйебеҙҙән күскәндер. Бөтә оҙон көйҙәрҙе йырлай инем. Ҡайһы бер шиғырҙар үҙҙәренең көйө менән тыуа торғайны. Ана шул моң, күрәһең, шиғырҙарға ла күскәндер...” – тип яҙа үҙенең күңел даръяларын гиҙеп, ижад инештәрен байҡап, быйыл күркәм юбилейын билдәләгән күренекле шағирә Зөһрә Ҡотлогилдина “Мин, ахыры, моңдан яралғанмын...” исемле хәтирәләрендә.
Артабан әҙибә һәм уның ижады тураһында үҙ фекерҙәре менән филология фәндәре кандидаты Луиза Кирәева бүлешә (“Әгәр ғүмер бер йыр булһын тиһәң...”).
Журналдың даими авторы Гөлфиә Юнысова был һанда Башҡортостандың халыҡ шағиры Александр Филиппов һәм яҙыусы, шағирә Дилә Булгакова тураһындағы хәтирәләрен тәҡдим итә.
“Рухи хазиналар” бүлегендә мәғрифәтсе Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың тыуыуына 185 йыл тулыу айҡанлы профессор, Башҡортостан Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы Ғиниәтулла Ҡунафиндың “Бөйөк мәғрифәтсенең әҙәбиәт майҙанындағы һүҙе” мәҡәләһен уҡырға мөмкин.
“...Һағынам һине, йәнтөйәк,
Һинһеҙ мин – йәтим йөрәк”, –
тип тыуған яҡтарына һағынышлы сәләмдәрен еткерә Башҡортостанда тыуып, хәҙерге ваҡытта Мәскәүҙә йәшәп ижад иткән яҡташтарыбыҙ. Татьяна Суздальская, Рената Юрьеваның шиғри шәлкемдәре, Ева Смольникованың “Бәхет туфлиҙары” хикәйәһе уҡыусылар күңеленә хуш килер.
“Журнал уҡыусылар ижады” рубрикаһында Мәҙинә Йәғәфәрованың “Ағиҙелгә һал килгән”, Гөлсөм Мостафинаның “Еҙ самауыр” хикәйәләре тәҡдим ителә.