Яңылыҡтар
24 Июня , 06:41

Яҙыусы Гөлнур Яҡупованы тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ!

Бөгөн күренекле әҙибә, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Гөлнур Яҡупова 78 йәшен билдәләй.

Яҙыусы Гөлнур Яҡупованы тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ!Яҙыусы Гөлнур Яҡупованы тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ!
Яҙыусы Гөлнур Яҡупованы тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ!

Гөлнур Миҙхәт ҡыҙы Яҡупова 1948 йылдың 24 июнендә Башҡорт АССР-ының Ғафури районы Сәйетбаба ауылында тыуған. Салауат педагогия училищеһын, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлаған.

Хеҙмәт юлын Ғафури районының «Йондоҙ» гәзитендә әҙәби хеҙмәткәр вазифаһында башлай, артабан мөхәррир урынбаҫары була. 1986 йылдан «Башҡортостан ҡыҙы» журналында эшләй. 1990 йылдан — «Ағиҙел» журналының яуаплы сәркәтибе, 2003—2008 йылдарҙа — баҫманың өлкән мөхәррире.

Ижад һуҡмағына иртә аяҡ баҫа, журналист ҡәләмен дә ташламай. Шиғырҙары 1964—65 йылдарҙа уҡ «Ленинсе», «Совет Башҡортостаны» гәзиттәрендә баҫыла башлай. Яҙыусы һөнәренә ныҡлап тотоноуы XX быуаттың 80-се йылдарына тура килә. «Йәш көстәр» (1982, 1984) альманахында тәүге шиғри шәлкемдәре донъя күрә. 1989 йылда «Нағыш» исемле китабы нәшер ителә. «Автограф» (1992) тигән йыйынтығы әҙип ҡәләменең көсөн һәм һәләтен ныҡлап иҫбатлай, уның ижадына һәр тарафтан ҡыҙыҡһыныу арта. Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим: «...Тел бәҫен тота белеү, сама тойғоһо, фекер асыҡлығы, сағыу буяуҙар — бөтәһе лә өлгөргән талант хаҡында һөйләй...», — тигән баһа биреп, йәш шағирға Яҙыусылар берлеге ағзалығына фатиха бирә.

«Мөхәббәткә мәҙхиә» (1996), «Йөрәк хаты» (1998), «Әҙәм вә Һауа» (2008) исемле тос йөкмәткеле китаптары шиғриәт майҙанында һынатманы, Гөлнур Яҡупованы үҙ йөҙө, үҙ стиле булған, фекер һәм хис гармонияһына өлгәшкән шағир итеп танытты.

Уҡытыусы белеменә эйә авторҙың балалар әҙәбиәтендә лә хеҙмәттәре бар, кескәйҙәр өсөн ул «Ярғанат» (1993), «Ғәжәп хәбәр» (1995) тигән ҡыҙыҡлы һәм фәһемле китаптар яҙҙы. Ә инде «Башҡортостандың Ҡыҙыл китабы» фәнни баҫмаһынан сығып ижад ителгән «Ҡыҙыл китап аманаты» (2004, 2006) исемле ике томлыҡтың, унда ингән хикәйәләр, әкиәттәр, йомаҡтар һәм шиғырҙар аша еткерелгән, нәфис әҙәбиәт теле менән һеңдерелгән тәрбиәүи нотоҡтоң әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Башҡортостан Мәғариф министрлығының был баҫманы 2010 йылда мәктәптәр өсөн махсус нәшер итеүе лә быға дәлил.

Гөлнур Яҡупованың ижадында көтөлмәгән күренештәр булғылап тора. Мәҫәлән, үҙенең «Төш юрау китабы» (1998) менән дә аптыратты һәм ҡыуандырҙы ул уҡыусыларын. Ғәмәлдә был — заманса асҡыстар менән асылған, үҙ халҡыбыҙҙың йәшәйешен,ғөрөф-ғәҙәттәрен күҙҙә тотоп ҡоролған, башҡортса тәүге тәҡбирнамә.

Башҡорт шиғриәтендә үҙ урынын яулаған, абруйлы исеме булған Гөлнур Яҡупова ҡәләмен сәсмә әҫәр яҙып та һынамаҡ булды бер мәл. Һәм «Йыртҡыс ҡаны» (2003) тип аталған беренсе проза йыйынтығы менән үк уҡыусыларҙың күңелен яуланы. Татарстан китап нәшриәтендә лә донъя күрҙе был китаптағы повесть («Ерткыч каны», 2011).

Тел байлығы, образлы һүрәтләү маһирлығы, мауыҡтырғыс сюжеттар ҡороу һәләте Гөлнур Яҡупованың прозаһына тәм һәм ғәм бирә, уҡымлы итә. Һуңғы араларҙа әҙибә өс романдан торған «Ҡатындар» исемле трилогия ижад итте.

Был трилогия "Ҡыҙ бала","Бер һөйгәнем өсөн","Кесе йыһан - Оло йыһан" романдарынан тора.Трилогияһында яҙыусы ҡатын-ҡыҙҙар тормошон тотош ил-ҡәүем, ил яҙмышы, үҙе йәшәгән мәле һәм боронғо тарихтарға ялғап, сикһеҙ Йыһан менән бәйләндереп, фәлсәфәүи тәрән һығымталар яһаған. "Ҡатындар" трилогияһы - илебеҙҙең, халҡыбыҙҙың, уның айырым вәкилдәренең ХХ быуаттағы үткән юлын, ХХI быуатҡа аяҡ баҫҡандағы сағыу тормошон эҙмә-эҙлекле күрһәтә алған, эпик һулышлы әҙәби панорамаға әйләнгән әҫәр.
Трилогияның теле - зауыҡлы, нәфис, ситуацияға ярашлы, сюжет һыҙығына урынлы. Ул китап уҡыусыларҙа яҡтылыҡ, сафлыҡ, матурлыҡ тыуҙырыусы, юғары зауыҡ тәрбиәләүсе тел. Гөлнур Яҡупованың китабы тормошсан, ҙур ышандырыу көсөнә эйә, сөнки унда энциклопедик характерҙағы көнкүреш, сәнғәт, мөхәббәт, сәйәси, хәрби, мәғариф, медицина, география,тарих, экология һәм башҡа өлкәләргә ҡараған материалдар китап геройҙарының тормош картиналары менән органик бәйләнештә бирелгән. Шулай уҡ был трилогияла үҙҙәре айырым хикәйәттәр, повестар булырлыҡ тарихтар һүрәтләнгән. Көнкүрештең атрибуттары яҙыусы әҫәрендә бөтә илдең, халыҡтың нисек йәшәүен күрһәтеүсе әҫәр. Ул атрибуттар әҫәрҙе байытып, яҙыусының маһирлығын дәлилләүсе бер күренеш булып тора.

Гөлнур Яҡупова уҡыусыларҙың ҙур һөйөүен яулаған мауыҡтырғыс хикәйәләү оҫтаһы, хис һәм аҡыл эйәһе. Уның был тормошсан, халыҡсан трилогияһын Башҡортостанда ғына түгел, ә унан ситтәге төбәктәрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙ, күрше Татарстан халҡы ла уҡыған һайын йышыраҡ уҡыйҙар, яҙыусыны был трилогияның дауамын яҙыуҙы һорайҙар. Һуңғы өс йыл эсендә яҙыусының "Ҡыҙыл китап аманаты" китабы рус телендә "Заветы Красной книги" тигән исемдә, ә трилогияһының беренсе томы "Ҡыҙ бала" "Бельские просторы" журналында "Девчоночка" исемендә тәржемә ителеп сыҡты. Хәҙерге көндә Республикабыҙҙың төрлө гәзиттәрендә шағир үҙенең шиғырҙарын яҙып сыға, ижадының тағы ла бер төрөнөң йүнәлеше булған тәржемәселекте лә онотмай.

«Ҡатындар» трилогияһы Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте тарафынан 2016 йыл өсөн Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына тәҡдим ителде. Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премиялары буйынса комиссия конкурста ҡатнашыуға алты дәғәүәсе менән бер рәттән Гөлнур Яҡупованы ла индерҙе.

Ижад менән бер рәттән яҙыусы төрлө йәмәғәт эштәрен дә атҡара. Яҙыусылар берлегенең идара ағзаһы, проза секцияһы сәркәтибе. Бына 20 йылдан ашыу Гөлнур Яҡупова тыуған Ғафури районы мәктәптәренең әҙәби ижад менән мауыҡҡан балалары араһында «Өмөтлө ҡәләм» бәйгеһе уҙғара, һөнәр серҙәре менән уртаҡлаша, нәфис әҙәбиәткә ылыҡтыра.

Автор:
Читайте нас