

Нияз Зәбих улы журналистикаға 1989 йылда килә, хеҙмәт юлын Башҡортостандың телевидение һәм радиотапшырыуҙар буйынса дәүләт комитетында хәбәрсе булып башлай.
Хеҙмәт дәүерендә ул хәбәрсенән «Башҡортостан» телерадиокомпанияһында радиотапшырыуҙар хеҙмәте етәксеһе урынбаҫарына тиклем күтәрелә. 2004 йылдан «Юлдаш» музыка һәм мәғлүмәт каналы менән идара итә.
Нияз Зәбих улы «Майҙан», «Даирә» ижтимағи-сәйәси тапшырыуҙарын, «Кесерткән» радиофельетондарын серияһын алып барыусыһы булараҡ билдәле була.
Ул шулай уҡ «Шәхси фекер» һәм «Шәжәрә» проекттарын авторы һәм алып барыусыһы була. 2013 йылда Рәсәй телерадиокомпаниялары араһында үткән «Евразия тауышы» Бөтә Рәсәй конкурсында «Иң яҡшы радио алып барыусы» номинацияһында гран-при яулай.
2004 йылда «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була.
«Ағиҙел» журналы Нияз Зәбих улы Алсынбаевтың ғаиләһенең, яҡындарының, хеҙмәттәштәренең ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.