Яңылыҡтар
29 Мая , 18:24

Радий Хәбиров: Ҡөрьән уҡырға тотондом

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров IV «Китап байрамы» халыҡ-ара китап йәрминкәһендә «Башинформ»дың махсус хәбәрсеһенә әле ниндәй китаптар уҡыуы хаҡында һөйләне.

Радий Хәбиров: Ҡөрьән уҡырға тотондомРадий Хәбиров: Ҡөрьән уҡырға тотондом
Радий Хәбиров: Ҡөрьән уҡырға тотондом
«Минең шундай ғәҙәтем бар. Беләһегеҙме, мин бер китапты уҡый башлайым да уны ситкәрәк һалып ҡуям, икенсе китапты алам. Хәҙер дүрт китап уҡыйым, үҙем менән алып йөрөйөм. Мин самолетта уҡырға яратам. Төрлөһөн. Әле ҡыҙыҡһынып комментарийлы Ҡөрьән уҡырға тотондом, минеңсә, мин уны белергә тейешмен. Христостың художестволы биографияһын уҡыйым, бик ҡыҙыҡ китап. Әлеге ваҡытта журнал өҫтәлемдә Санкт-Петербургтағы Исаакий соборын төҙөгән француз тураһында «Собор» китабы ята. Исаакий соборының серҙәре асылған тарих та үҙенсәлекле. Дүртенсеһе иһә минең Үзбәкстанға сәфәрем йоғонтоһолор, моғайын, Тамерлан тураһында «Мин  —Тамерлан, Ғаләм хакимы» тигән китап. Бына дүрт китапты уҡыйым», — тине Радий Хәбиров.
https://bash.bashinform.ru/news/social/2026-05-29/bash-ortostan-bashly-y-h-er-ene-nind-y-kitap-u-yuy-ha-ynda-yl-ne-4655701
Автор:
Читайте нас