

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала яһалма зиһенде үҫтереү буйынса стратегик сессияла яңы кадрҙар тәғәйенләү тураһында иғлан итте.
«Республика хөкүмәтенә яңы премьер-министр урынбаҫары килә, ул яһалма интеллектты индереү һәм ошо мәсьәләләрҙә ведомстволарҙы координациялау өсөн яуап бирә. Һеҙҙе бик күп федераль башланғыстарға һәм яһалма зиһен өлкәһендәге программаларға нигеҙ һалған тәжрибәле эксперт Олег Александрович Ли менән таныштырам», – тип билдәләне Радий Хәбиров.