Беҙҙең халыҡта: «Кеше ышанмаҫлыҡ хәлдәрҙе, дөрөҫ булһа ла, һөйләмә», — тигән әйтем бар. Шулай ҙа таныштар, дуҫтар, ауылдаштар һөйләгән ҡайһы бер хәлдәргә ышанырға тура килә, сөнки улар беҙҙең арала йәшәй. Уларҙың тормошо кемгәлер — өлгө, кемгәлер — ғибрәт...
Мине 1953 йылда көсләп кейәүгә бирҙеләр. Ауылда һөйгән егетем тороп ҡалды. Ирем энеләре, минең уның һеңлеләрем менән бергә йоҡлай торғайныҡ. 1954 йылда ағайым армиянан ҡайтышлай беҙгә хәлемде белергә индe. Минең нисек йәшәгәнемде күреп, икенсе көндө үк ат менән килеп, алып ҡайтып китте.
1954 йылда ҡыҙым тыуҙы. Тағы ла ауыр көндәр башланды: һеңлеләремә балам оҡшаманы. Ҡыҙым өс айлыҡ саҡта мине икмәк бешереү эшенә сығарҙылар. Был эшкә бик тиҙ өйрәндем. Ун йәшлек һеңлем баланы имеҙергә алып килә торғайны. «Балалар йыйырға ярамай», тип, мине эштән тиҙ арала бушаттылар.
Ике туған апайҙарым Ҡаҙағстандан ҡайтып килгәйне, уларға эйәреп китергә мәжбүр булдым. Әсәйем баланы үҙендә ҡалдырырға ризалашты. Ике йыл да үтмәне, баламды һағынып кире ҡайттым. Приютта, тимер юлда эшкә индем: ике төн ҡар көрәйем дә, арҡаға ҡапсыҡ аҫып, Ҡорған ауылына юл тотам, икенсе көндө кире китәм. Ҡышты шулай үткәрҙем. Йәй көнө вагондан урын бирҙеләр, баланы балалар баҡсаһына урынлаштырҙым.
Ҡыҙым беренсе синыфҡа уҡырға төштө. Һуңынан кейәүгә сығып, Ярмәкәй районына ҡайтып киттем. Ҡыҙым русса белһен тип, уны Бәләбәйгә уҡырға бирҙек. Үҫеп еткәс, башта Өфөгә, унан Омскиға уҡырға китте. Шунда кейәүгә сығып, шунда ҡалды. Оҙаҡ йәшәмәне, улы менән кире ҡайттылар ҙа, беҙҙе судҡа биреп, ике бүлмәле фатирыбыҙҙы тартып алдылар.
Ҡыҙым ғүмерендә бер ҙә «әсәй» тип өндәшмәне. Туғандарым да һөйләшеп ҡараны, ләкин ул бер нәмә лә ишетергә теләмәй. Ауылда осрашһаҡ, башын ситкә бора, мине күрмәгәнгә һалышып үтеп китә.
Телевизорҙан әсәләре ташлап киткән балаларҙың 30 йыл үткәс әсәләрен эҙләгәнен күрһәтәләр — мин шуға аптырайым. Ә минең ҡыҙым мине танымай.
Аллаға шөкөр, бабайым менән яҡшы йәшәнек. Пенсияға сыҡҡас, Саллыға килеп урынлаштыҡ. Пенсиябыҙ етерлек. Бабайым иҫән саҡта йыр ансамбленә йөрөнөк: ул гармун уйнай, мин йырлай торғайным. Туғандарым, дуҫтарым бик күп — барыһы ла хөрмәт итә.
«Йәннәт әсәләрҙең аяҡ аҫтында», тиҙәр. Ҡыҙым да бер үҙенең хатаһын аңлар. Мин уға рәнйемәйем дә, ҡарғамайым да. Бер Аллаһы Тәғәлә риза булһын.
Әсәләрегеҙҙең ҡәҙерен белегеҙ!
Ыласын.