

Уның һымаҡ кешеләр хаҡында, ғәҙәттә, шулай тиҙәр: үҙ ваҡытынан һуңыраҡ йә иртәрәк тыуған. Әгәр ҙә ул үткән быуаттарҙа йәшәһә, моғайын, Алдар, Салауат, Муса батырҙарға эйәрҙәш, Байыҡ, Ерәнсә, Буранбай, Ишмөхәмәт сәсәндәргә ҡәләмдәш булып, халҡын үҙ артынан әйҙәр ине. Әгәр ҙә ул үҙ заманынан һуңыраҡ тыуһа, моғайын, бар фиҙакәрлеген, ижади һәм рухи потенциалын эшкә егеп, бик ҙур башланғыстарға нигеҙ ташы һалыр ине. Ихласлығы саманан ашҡан самими зат, тынғыһыҙ йәнле милли инсан ине Рауил Хөрмәт улы Ниғмәтуллин.
Мин уның “Осоргин” баҡсасылыҡ ширҡәтендәге баҡсаһында нисек итеп картуф күмгәненә шаһит булдым. Ғәҙәттә, беҙ картуф үҫентеһе янындағы сүп үләндәрентәпке менәнутайбыҙ, күмәбеҙ. Рауил ағайиһәтубыҡланыпултырып бар ғәмәлдәрҙе лә тик ҡулдары менән генә башҡара. Сәждәгә киткәндәй...
Алпамышаларҙыҡынан һис тә ҡайтыш булмаған устары менән тәүҙә сүп үләндәрен йолҡоп сыға, һабаҡтарына ҡунған колорадо ҡуңыҙҙарын йыйып банкаға һала бара (хәс тә еләк йыйған һымаҡ!), артабан картуф ояһы янындағы тупраҡты йомшарта, шунан һуң ғына ике ҡуллап үҫентенең төбөн күмеп ҡуя. Һәр бер оя янында кәмендә ике-өс минут ултыра. Тағы ла шуныһы: был ғәмәлдәрҙе ул шул тиклем бирелеп, эшен яратып башҡара. Шундай ҙа егәрле, талымһыҙ кешене күргәнем юҡ ине әле быға тиклем. Уның ҡулы ҡағылғанғамылыр, эшкәрткән баҫыуы өҫтөнә ҡотҡунғандай тойола. Ағай картуф еренең осона сыҡҡансы бер тапҡыр аяғына баҫып һын яҙһасы, ял итһәсе, мин янына барып бер сәғәт үткәнсе тубыҡ сәнсеп ултырыуын белде. Гүйә, шундай хәҡиҡәтте тәрән аңлай ине ул: ертик үҙенә баш эйеп, баш баҫып эшләүсегә генә серҙәрен аса ла, мул уңышын бирә. Сәждәгә киткәндәй тотоноусыға...
Байтаҡ ҡына уның янында булып, үҙем дә уға ярҙамлашып, әҙәбиәт, мәҙәниәт, халыҡ рухы хаҡында әңгәмә ҡорҙоҡ. Эшебеҙ тамам булғас, һуңынан сәй ҙә эстек. Баш тартып ҡарағайным, ай-вайыма ҡараманы...
Артабан Рауил Хөрмәт улы Шишмә районының Келәш ауылы янындағы яҙыусыларҙың “Аҡманай” баҡсасылар ширҡәте янындағы дачаһына ашыҡты. Ундала картуф ерен эшкәртергә кәрәк икән, уныһы тамам булғас, тыуған ауылы Ғүмәрҙәге картуфлығы көтә икән ағайҙы. Осоргиндан Аҡманай яғына табан йәйәүләп ҡуҙғалды шағир. Атлауҙары ысын ер кешеһенеке, аҫабаныҡы, ергә нығыта баҫып бара, яурындарын һелкетеп аҙымлай.
Һәр төрлө мөнәсәбәттә лә ихлас һәм мөкиббән ине Рауил Хөрмәт улы. Ихласлығы самаһыҙ булды. Ярым-яртылаш, урыҡ-һурыҡ әүеш-тәүеш итеүҙе белмәне. Бар эштәрен дә оло дәрт менән, ең һыҙғанып, иждиһат менән башҡарҙы.
Яҙыусыларҙың баҡсалары урынлашҡан “Аҡманай”ҙа үткәнйылдарҙы Рауил Ниғмәтуллиндың ҡыҙы Шәүрә “бәхет утрауы” тип атай. Әгәр ҙә киләсәктә яҙыусыларҙың ошо баҡсасылыҡ ширҡәте хаҡында хәтирәләр яҙыла ҡалһа, ул китапта Шәүрәнең дә иҫтәлектәре матур сәхифәләр булып теркәлер ине:
“Һикһәненсе йылдарҙа Шишмә районы Аҡманай күле буйында яҙыусыларҙың баҡсасылыҡ утрауы үҫеп сыға. Мин ул урынды “бәхет утрауы”на тиңләр инем. Әлбиттә, ер, баҡса эшен яратҡан атайыбыҙ бөтә күңелен, тырышлығын һалып өй төҙөнө, емеш-еләк үҫтерҙе. Шул хәтлем күңелле саҡ! Яҙыусыларҙың ун саҡрым ерҙе йәйәү атлап, хәбәрҙәре бөтмәй һөйләшеп, көлөшөп, шиғырҙар уҡышып, йырлашып, тәбиғәткә һоҡланып баҡсаға барыуҙары әле булһа күҙ алдында.
Шул хәтлем талантлы, аҡыллы, итәғәтле ағайҙарҙың, апайҙарҙың һүҙҙәренәле булһа йотлоғоп тыңлар инем. Поезд менән “Пионерский” станцияһында төшөп ҡалғас, 2-3 саҡрым Дим буйлап йәйәү атларға. Кәмәгә ултырып йылға аша сығыуға – алда йәйрәп ятҡан баҫыу, унан емеш-еләкле туғайлыҡ. Булат Рафиҡов, Вафа Әхмәҙиев, Тимер Йосопов, Динис Бүләков, Әхәт Вилданов, Аҫылғужа Баһуманов, Сафуан Әлибаев, атайыбыҙ үҙҙәренең хәләл ефеттәре менән ошо араны күңелле итеп үтеп, нисек килеп еткәндәрен дә һиҙмәгәндәрҙер.
Атай, йәштән баҡсасы булараҡ, алма, сейә, слива ағастарын ултыртыр өсөн соҡорҙар ҡаҙа торғайны. Өйҙән сыҡһам, Рауил Бикбайҙың улы Айҙар ҡуян балаһы тотоптора. Ул атайым ҡаҙған соҡорға төшкәнҡуянды ҡотҡарып, миңә: “Һиңә – бәхеткә!” – тип әйтеп, бүләк итмәксе була. Мин, әлбиттә, уны иреккә ебәрҙем. Ҡыҫҡаһы, Айҙар миңә – ҡуян балаһы, ә минҡуян балаһына ирек бүләк иттем.
Минең өсөн тағы ла бер ҡыҙыҡлы ваҡиға. Июнь айында атай, әней менән иркенләпбаҡсала эшләпйөрөпятабыҙ. Рауил Бикбаевтың ҡатыны Фәриҙә апай ул саҡта беҙ уҡыған 20-се мәктәптә инглиз теле уҡытыусыһы булып эшләй ине. Миңә килеп: “Шәүрә, нишләп юлға йыйынмай бында йөрөйһөң, һеҙҙең кластағы уҡыусылар иртәгә Мәскәүгә китә бит”, – ти. Мин, баҡтиһәң, июль менән июнь айҙарын бутап йөрөгәнмен. Төндә бер үҙем юлға сығып, өйгә ҡайтып етеп, бер айлыҡ сәфәргә өс сәғәттә йыйынып, Мәскәүгә сығып киттем.
Яҙыусыларға “Үҫәргән” (“Осоргин”) утрауында баҡсалыҡ ер бирә башлағас, ҡәләмдәш дуҫтары менән атай ҙа унда баҡса үҫтерә башланы. Уның тырыш, егәрлелеге арҡаһында бында ла бер метр ер ҙә буш ҡалмай – алма, сейә, слива, ҡарағат, ҡурай еләге, ҡара миләш ағастары үҫте, емеш бирҙе. Атайым аҙнаһына бер урап, баҡсаларҙы утап, емештәрен йыйып сығып, ауылдағы үҫтергән баҡсаһына ҡайтып китә ине...”
Тормоштоң үҙ ҡанундары. Ул кешенән, ситуацияға ҡарап, хәйләле булыуҙы ла талап итә. Ә ғәҙел, талапсан, принципиаль атай менән йәшәүе балаларына ауыр булманымы икән? Был һорауҙы Шәүрә Рауил ҡыҙына ла бирҙем.
“Төрлө ваҡыттар, әлбиттә, ҡыйыныраҡ саҡтар ҙа булғандыр инде. Ә икенсе яҡтан уйлағанда, ул беҙҙе бәләкәйҙән тормош һынауҙарына бирешмәй, ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға, ысын мәғәнәһендә кеше булып ҡалырға сыныҡтырып өйрәтте.
Тормошомдоң иң бәхетле осоро бала саҡҡа тура килгәндертип уйлайым. Ун йәшкә тиклем ғүмерем Ишембай районы Әхмәр ауылында үтте. Атай – мәктәп директоры, әней – ауыл советы рәйесе. Уны күптәр: “Ауылдың беренсе сибәре ине”, – тип һөйләйҙәр. Мин төҫөм, буйым менән, бәлки, холҡом менәндер ҙә күберәк атайға оҡшағанмын. Бәләкәйҙән “атас” тип әйтһәләр, үпкәләй торғайным. Был исемде, бәлки, артыҡ еңмеш, ныҡышмал булғанға таҡҡандарҙыр. Ололарҙың: “Атайға оҡшаған ҡыҙҙар бәхетле була ул”, – тип йыуатҡандары булды. Бала саҡта ла, үҫмер ваҡытымда ла, нишләптер, атайыбыҙ беҙҙең эргәлә күберәк була торғайны. Йыш ҡына өҫтәл артында яҙышып ултырғанын иҫләйем. Үҙем иҫ ингән ваҡыттан күберәк атай тәрбиәһендә булып, өйҙәге, урам тирәһендәге эштәрҙе ул өйрәткәнсә башҡара инем.
Мине йәштәш бала-сағалар тышта уйнарға саҡырып көтөп торалар. Мин тырышып картуф әрсейем. Атайҙың һүҙе закон: “Эшеңде бөтөрмәйсә – уйын юҡ!” Мәктәпкә юл беҙҙең урам аша үтә, беҙҙе күргән уҡыусылар йыш ҡына йәлләп: “Был балаларға тынғы юҡтыр инде, аталары бик ҡаты, талапсан”, – тип һөйләгәндәр икән. Мин атайҙы ҡаты булған тип әйтә алмайым, талапсанлыҡ булғандыр.
Бигерәк тә атайҙың әкиәттәрентыңларға ярата инек бәләкәйҙән, көн һайын йоҡлар алдынан эргәһенә һалып сепейҙең яңы мажараларын һөйләй. Баҡсала эшләп йөрөйһөңмө, урманда тәбиғәт ҡосағындамы – ул туҡтамай үләндәр, ағастар, сәскәләр, бөжәктәр, ҡоштар, хайуандар тураһында мажаралы хикәйәттәр, әкиәттәр уйлап сығарып һөйләй, йырлай. Аҙаҡ инде был әкиәт, шиғыр, поэмалар уның “Еңмеш”, “Урман музыканттары”, “Урланған урман” исемле балалар өсөн яҙылған китаптарында урын алды.
Ауылда туғаным Илдар менән икебеҙгә мотлаҡ айырып эштәр йөкмәтелә ине. Шуға бәйле бер ҡыҙыҡ хәл. Мин беренсе класҡа уҡырға барғанмын. Дәрес барышында әйберҙәремде йыйғанмын да, ҡул күтәреп: “Миңә китергә кәрәк, Сара апай, көтөү ҡаршыларға!” – тип сығырға йыйынғанмын. Оло йәштәге тәжрибәле уҡытыусы, бала күңелен ҡалдырмайым, типтер инде, минедәрестән ебәргән. “Тик икенсе тапҡыр атай-әсәйеңә әйт, һинең хәҙер иң мөһим эшең – уҡыу!” – тине. Аҙаҡ әнейҙе урамда осратып, уҡытыусы был хәлде һөйләп көлөшкәндәр. Һыйырҙан һөҙөлөп, малтаба алмай илап, юғалып йөрөгәнмәлдәр ҙә булды ул саҡта.
Шундай ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та хәлдәр булғыланы. Бер тапҡыр көтөүҙән ете һарыҡты алып ҡайтып һарайға бикләнем. Атай кистән береһен һуйып ҡунаҡтарға әҙерләп ҡуя. Икенсе көнөнә һарыҡтар тағы етәү булып ҡайта, айырып булмай бер-береһенән. Әней атайым кисә үҙебеҙҙекенә оҡшаған башҡа һарыҡты яңылыш һуйғанын аңлап ҡалып, ғәрлегенән ни эшләргә белмәй, һарыҡты эйәртеп, хужаһын эҙләп сығып китә ауыл буйлап. Ярай улары һәйбәт кеше булып сыға, һүҙ күтәрмәй беҙҙең һарыҡты алып ҡалалар.
Үҫмер саҡта инде күп эште үҙебеҙ белеп башҡара инек. Иң йыуанысы – кис клубҡа сығыу, йәштәр менән гармун тотоп сауҡалыҡҡа менеп, бейеп, йырлау, уйындар уйнау. Ул ҡайынлыҡ әле булһа «Рауилдың сауҡалығы» тип йөрөтөлә. 1960 йылдарҙа атай комсомол етәксеһе булып, йәштәрҙе ойоштороп, ошо ҡайынлыҡты, емеш-йәшелсә баҡсаларын үҫтергәндәр...”
Башҡорт дәүләт педагогия институтында Рауил Хөрмәт улы беҙгә “Башҡорт әҙәбиәтен уҡытыу методикаһы” курсы буйынса һабаҡ бирҙе. Был саҡта инде уҡытыусыбыҙҙың күңел донъяһы менән яҡынданыраҡ таныштыҡ. Бигерәк тә Зәйнәб Биишеваның “Сәйер кеше” повесы буйынса дәрес үткәреү темаһын үткәндә Рауил Хөрмәт улының Ғәҙел менән Ғәлиәкбәрҙе тормошта нисек айырырға мөмкин булыуы хаҡында һөйләгәне күңелле бер әңгәмә булып хәтергә һеңепҡалған. “Ауыл мәктәбендә уҡытһағыҙ, Ғәҙел менән Ғәлиәкбәрҙең тере образдарын шул ауыл кешеләре араһынантабырға тырышығыҙ. Әйтәйек, һеҙ класс тәҙрәһе аша ферманан санаһына йә арбаһына күп итеп колхоз малының бесәнен йә фуражын һалып, шуны һатып эсергә китеп барған малсыныкүрепҡалһағыҙ, балаларға: “Ана, Ғәлиәкбәр китепбара”, – типкүрһәтегеҙ”, – тип көлдөргәне иҫтә. Хәҙер ҙә курсташтар осрашһаҡ, шул дәресте иҫкә төшөрөп, Рауил Хөрмәт улын хәтерләп алабыҙ.
Бигерәк тә уның дәрестәренең аҙағы күңелле тамамлана торғайны. Уҡытыусыбыҙ сәғәтенә ҡарап ала ла: “Дәрес бөтөргә 5 минут ҡалды, нимәне йырлайбыҙ, “Ҡайтам тыуған яҡҡа”нымы, әллә “Аҡҡошом”домо?” – тип беҙгә үҙенең һүҙҙәренә үҙе үк көйөн ижад иткән йырҙары менәндәресте тамамларға тәҡдим итә. Йыр һайланғас, уҡытыусыбыҙ беҙҙең ҡаршыға баҫа ла, ҡулдарын дирижер һымаҡ һелтәп йырларға тотона. Беҙ ҙә аяғүрә баҫып уның йырын күтәреп алабыҙ. Был ғәмәлдәрҙе башҡарыр, ҡырҡ ата балаһын бер нотаға көйләп тоҡандырыр өсөнниндәйрух, романтик булмыш, энергия, дәрт-дарман кәрәк булғандыр инде уҡытыусыбыҙға. Мәктәптәрҙә, юғары уҡыу йорттарындағы барлыҡ дәрестәр онотолған хәлдә лә, быныһы – йыр менән тамамланғаны, һис ҡасан да онотолмаҫына иманыбыҙ камил.
Йыр тигәндән, туҡһанынсы йылдарҙа бер мәл башҡорт милли ойошмаларының берлектәге йыйылышында Башҡортостан Республикаһы гимнының һүҙҙәрен һәм музыкаһын яҙыуға конкурс иғлан итеү мәсьәләһе ҡаралды. Сараға күренекле композитор, “Һаҡмар һандуғасы” Хөсәйен Әхмәтовтың улы, бар донъяға билдәле композитор Морат Әхмәтов та саҡырылғайны. Йыйылышты алып барыусы конкурс иғлан итеү мәсьәләһен күтәреүе булды, Башҡорт халыҡ фирҡәһе рәйесе Рауил Ниғмәтуллин гимнға текстың һәм уның музыкаһының үҙе тарафынан яҙылыуы хаҡында белдерҙе. Морат Хөсәйен улы уны тыңлап ҡарау теләген әйтте. Уның автор башҡарыуындағы гимн вариантын күмәкләп ултырып тыңланыҡ, сәпәкәй иттек. Эйе, ул хупланманы, әммә мине унда Рауил Хөрмәт улының ошо аҙымға барырға йөрьәт итеүе, тәүәккәллек ҡылыуы һоҡландырмай ҡалманы.
Рауил Ниғмәтуллин биографияһының ҡайһы битен генә асып ҡарама, барыһында ла уның сағыу йөҙөн, ҡыйыу аҙымдарын, матур башланғыстарын, йән яныуын күрәбеҙ. Иҫ белгәндән алып баҡыйлыҡҡа күскәненә тиклем ул үҙенең ошо асылына тоғро булып ҡалған. Миҫалға яҙыусы, шағир Аҫылғужа Баһумановтың Рауил Хөрмәт улына 60 йәш тулыу айҡанлы яҙған мәҡәләһенә күҙ йүгертәйек:
“Ғүмәрҙә – Стәрлетамаҡтамы, Әхмәрҙә – Өфөләме, бүтәняҡтамы – хеҙмәтен урын-еренә еткереп башҡарыр, ойоштороу эштәре менән булышырға ла ваҡытын табыр һәм, әлбиттә, ижади эшмәкәрлеген дә ситкә ҡуймаҫ, хатта шиғырҙарына үҙе үк көйөн дә сығарыр заттан ул бөтмөр Рауил!..
Бер саҡ Ғүмәрҙә комсомолдарға етәкселек иткәнендә йәштәр бәйләнә бит быға: давай, бер байрам яһа беҙгә – сәбәбе бар: балаһы тыуған. Сараһы юҡ Рауилдың, ләкин ул шарт ҡуя: һуғыш ветерандары һәм яуҙа ҡалғандар иҫтәлегенә Еңеү паркы булдырырға, Сатыра тауында һәйкәл дә һалыпҡуйырға – шунан байрам яһалыр! Йәштәргә нимә – ең һыҙғанып керешәләр, бихисап ағас ултырталар, барыһында көнэсендә шартына килтерәләр. Рауилда һүҙендә тора: үҙ аҡсаһына оло байрам, кесе туй үткәрә.
Минең күҙ алдында Рауил етәкселек иткән әҙәби түңәрәк “Шоңҡар” аталмыш ҙур берекмәгә әүерелеп китте. Стәрлетамаҡта яҙыусылар ойошмаһын да ғәмәлдә ул ойошторҙо, бында “Ашҡаҙар” гәзитенһәм “Башҡорт ҡунаҡханаһы”н асыуға булышлыҡ итте. Өфөлә Милли мәктәптәр институтында эшләгәнендә дәреслектәр әҙерләп сығарҙы. “Китап” нәшриәтендә тир түкте. Һуңғы тиҫтә йылда Башҡортостан халыҡ партияһына (фирҡәһе ойоштороуҙан башлап тигәндәй) етәкселек итте. Һанай китһәң – хәтәр инде! Ул гәзит-журналдарға яҙылыуҙыойоштороумы, республика мәктәптәрендә башҡортса (әҙәбиәтте һәм телде генә түгел, бәлки, математика, география, физика, тарих һәм башҡа фәндәрҙе лә!) уҡытыуҙы яйға һалыу буйынса тегендә-бында сабып йөрөһөнмө...” (“Шағир иле”, “Ағиҙел”, 2001 йыл, 5-се һан).
Рауил Хөрмәт улының ярҙамсыллығы хаҡында ауылдашым, күренекле шағир Рәйес Түләков һөйләүенән беләм. Рәйестең Өфөлә фатиры булманы, ғаиләһе менән баш ҡалаға килгәс, ҡапылғара йәшәргә урыны булмағанда Рауил ағай уны үҙ фатирына һыйындырған. Йыш ҡына шағирҙың фатиры ауылдан килеүселәр өсөн “ҡунаҡхана” ролен дә үтәгән. Был хаҡта Шәүрә Рауил ҡыҙы һөйләй:
“Йәй көндәре беҙҙең өй гөрләп тора, өй тулы абитуриенттар. Мин баҡсанан кис эшләп ҡайтыуыма ятып йоҡларлыҡ урын ҡалмаған. Ике туған апайым минән: “Һин был кешеләрҙе беләһеңме ул?” – тип һорай. Мин: “Юҡ”, – тип яуап бирәм. “Уларға атайың адресты биргән”, – ти. Хәҙер уйлайым, ул ике бүлмәле фатирға нисек һыйғанбыҙҙыр ул Ғүмәр, Әхмәр һәм дә башҡа райондарҙың ауылдарынан килгән туғандар, атайҙың дуҫтарының балалары?”
Һүҙ башында Рауил Ниғмәтуллиндың сәждәгә киткәндәй ергә эйелеп картуф утап күмеүе хаҡында әйтеп үткәйнем. Рауил Хөрмәт улы йөгөнөкләп китеп, намаҙлыҡҡа эйелеп намаҙ уҡыған диндар булмаһа ла, булмышы менән халҡыбыҙ рухиәтенә, теленә, мәғрифәтенә мөкиббән киткәнинсан, ихлас, аҫыл зат булды. Халҡыбыҙҙың яҙмышы, уның киләсәге өсөн хәленән килгән барлыҡ ғәмәлдәрен дә ул сәждәгә киткәндәй башҡарҙы.
Әхмәр Үтәбай