

Тулы бай мәғлүмәтле экскурсия үткәрелде. Баҡһаң, батырыбыҙҙың һәйкәлен тулыһынса яңынан ҡойорға тотонғандар икән.
Бынан алдағы суйын һәйкәл тулыһынса серегән тиерлек. Реставратор Андрей Кудрявцев һүҙҙәренсә, элекке монументтың бер нисә өлөшө генә ҡаласаҡ.
«Беҙгә башын, уң ҡулын һәм тағы бер нисә өлөшөн генә һаҡларға тура киләсәк, ә ҡалғанын яңынан ҡойорға кәрәк. Әгәр ҙә ул музейға китһә, беҙ уны мөмкин тиклем һаҡлап ҡаласаҡбыҙ, яңы каркас менәннығытасаҡбыҙ, мөмкин булған һәр ерҙе йүнәтәсәкбеҙ, һәм был киләһе быуындар өсөн тарих буласаҡ», - ти Андрей Кудрявцев.
Реставратор күсермә эшләнгәс, һәйкәлдең авторы шул уҡ ҡаласағын билдәләне. Яңы монумент күпкә сифатлыраҡ материалдан - бронзанан ҡойоласаҡ һәм тулыһынса элекке һәйкәлде ҡабатлаясаҡ.
«Автор үҙгәрмәй, бөтә тарих ҡала», - ти Кудрявцев. - Беҙ авторҙың идеяһын тормошҡа ашырабыҙ. Сосланбәк Тавасиев та тәүҙә һәйкәлде бронзанан ҡойорға тотона, әммә был мөмкин булмай».
Фото: Башинформ/Валерий Шахов.