

Башҡортостан Республикаһының Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге милли китапханаһы БР-ҙың халыҡ шағиры Тамара Ғәниеваның тормошо һәм ижады буйынса биобиблиографик күрһәткес баҫтырып сығарҙы.
Быйыл шағирә 75 йәшлек юбилейын билдәләне. Тамара Ғәниева – бөгөнгө башҡорт әҙәбиәтендә күренекле шәхес, уның ижады республик ла ғына түгел, унан ситтә лә киң танылыу алған. Шиғырҙары, пьесалары, тәржемәләре тәрән лирикаһы, тәрән әхлаҡи-фәлсәфәүи мәғәнәһе, юғары художестволылығы менән айырылып тора.
Был биобиблиографик күрһәткес Башҡортостандың халыҡ шағирәһе Тамара Ғәниеваның ижадын, уның тормошо һәм ижады тураһындағы әҙәбиәтте теркәү һәм системаға һалыу өсөн төҙөлгән. Күрһәткес Милли китапхананың йыйынтығы һәм белешмә-библиография бүлеге ярҙамында әҙерләнгән. Ҡулланмаға 1965–2026 йылдарҙа нәшер ителгән китаптар, йыйынтыҡтар, йыйынтыҡтарҙан мәҡәләләр, башҡорт, рус, татар һәм башҡа телдәрҙә сыҡҡан журналдар һәм гәзиттәр индерелгән.
Күрһәткес Лариса Абдуллинаның «Һүҙ сәнғәтенең асмандары юғары» иһәм Светлана Чураеваның «Тамарис» мәҡәләләре менән башлана.
Каталогты төҙөүҙә Тамара Ғәниеваның ҡыҙы, БР-ҙың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Неля Ғәйнетдинова ярҙам күрһәткән. Был баҫма әҙәбиәт белгестәренә, уҡытыусыларға, ғалимдарға, китапхана һәм нәшриәт хеҙмәткәрҙәренә, студенттарға, Тамара Ғәниеваның тормошо һәм ижады менән ҡыҙыҡһынған һәр кемгә тәғәйенләнә.